- Энәләрен ҡалдырмай йөрөй —
Үҙе тегеүсе түгел.
- Энәһе бар — тегә алмай.
- Тыны бар, өнө юҡ,
Кейеҙенең йөнө юҡ,
Үткер ҡылдан эшләгән
Тирмәһендә ҡышлаған.
- Үҙе бүрек кеүек кенә,
Кейгән туны энәле.
- Ҡым-ҡым ҡылиҡап,
Ҡойроҡтары сылиҡап,
Сәслек-сөслөк аяғы,
Һикһән төрлө таяғы.
- Бәләкәй генә бер ҡарсыҡ,
Тәне тулы шырпы.
- Йомро-йомро туп кеүек,
Бөтөн тәне шырт кеүек.
- Яҫы ерҙә яу йомроһо.
- Энәһен тотҡан,
Юл буйына сыҡҡан.
- Энәһе бар — тотоп булмай,
Энәһе менән тегеп булмай.
- Ялан ерҙә энәле йомғаҡ.
- Энәле йомғаҡ йөрөп ята,
Үләндәрҙе ҡыштырлата.