Тертелдәк (урыҫ телендә холодец йә студень) — ҡойҡанан әҙерләнә торған ризыҡ.

Тертелдәк
  • Баш һәм тояҡ ите
  • Тоҙ
  • Һарымһаҡ (самалап)
  • Тәмләткестәр: Ҡара борос (ыуаҡланған)
  • (мөмкин) лавр япрағы
  • Йәшел петрушка, укроп

Баш-тояҡ итен оҙаҡ итеп, 5-6 сәғәт дауамында, кәрәгенсә тоҙ, лавр япрағы (мөмкин) һалып, тандыр утта бешерерәбеҙ. Бешеп сыҡҡандан һуң, һөйәгенән айырып алып, итте һыуытабыҙ ҙа, һарымһаҡ менән бергә ит турағыс аша үткәреп, борос һалып, самалап һурпаһын ҡатнаштырып ныҡлап болғатыбыҙ. Әҙер ризыҡты, тәрилкәләргә ҡойоп, матурлыҡ өсөн өҫтөнә йәшел петрушка, укроп һибеп, ҡатырырға (һыуытырға) ҡуябыҙ.