Тештәр һәм тел (йомаҡтар)
- Утыҙ ике аҡбуҙат,
Ҡағыша ла тибешә,
Ерән айғыр өйөрә.
- Утыҙ ике аҡ ат,
Бер сығынсы ерән ат
- Утыҙ кеше әүен һуға,
Усман ағай әйләндерә.
- Утыҙ кеше он тарта,
Метри ағай әйләндерә.
- Аҡлы ағайҙар әүен һуға,
Аҡман ағай әйләндерә.
- Аҡ тунлылар ашлыҡ һуға,
Ҡыҙыл тунлы көлтә ташый.
- Аҡ тунлылар ашлыҡ һуға,
Көпөлөләр көлтә әйләндерә.
- Аҡ тунлылар йыйып тора,
Мөәзин бабай ташып тора.
- Аҡ кешеләр ҡырҡа,
Ҡыҙыл кеше алып кейеп тора.
- Арбаҙ тулы аҡ тауыҡ,
Уртаһында ҡарт әтәс.
- Ҡатар-ҡатар таш ҡуйҙым,
Ҡыҙыл һыйырым буш ҡуйҙым.
- Ҡыҙырым таштың аръяғында,
Ҡыҙыл танам уйнаҡлай.
- Ҡыҙыға-ҡыҙыға таш ҡойҙом,
Ҡыҙыл тананы буш ҡуйҙым.
- Һөйәк келәт, ит баҫтырыҡ.
- Иләләй, зиләләй,
Уртаһы ҡыҙыл бейәләй.
- Аҡ ҡорма, ваҡ ҡорма,
Аҡ ҡорма арты тиктормаҫ.
- Утыҙ ике туҡылдыҡ,
Бер мыймылдыҡ.