Тибет сәйе
Тибет сәйе
Тибеттә VII быуатта уҡ сәйҙең япраҡтарын бешереп эсергә өйрәнгәндәр, шуға күрә уларҙың әҙерләү ысулы иң боронғоларҙан һанала. Тибет сәйенә яҡ һөтөнән эшләнгән һәм иретелгән май ҡулланылғанға күрә, был эсемлек кешегә көс һәм ҡеүәт бирә. Бер уҡ ваҡытта кәйефте күтәрә һәм, асыҡҡанда, туйҙыра. Бер сынаяҡ, йәки пиала тибет сәйен эсһәң, асығыу тойғоһо оҙаҡҡа баҫыла. Тибеттә әлегәсә үтелгән араны, нисә сынаяҡ сәй эсеүеңә ҡарап, һанайҙар.
Был эсемлек Тибетта һәм уға яҡын урынлашҡан илдәрҙә йәшәүселәрҙең әүҙемлеген тәьмин итеүсе ризыҡ. Тибет монахтарының борондан аҡыл кимәле яғынан айырылып тороуо бушҡа түгел. Уларҙың хикмәтен иғтибарһыҙ ҡалдырып, был хуш еҫле эсемлекте эсеп ҡарамай тороп ҡалырға ярамай! Кемгәлер май, хатта тоҙ ҡушылған һөтлө сәйҙең тәме тәүҙә ғәҙәти булып та күренмәҫ. Ләкин был туҡлыҡлы һәм хәл биреүсе эсемлектең хикмәте лә шунда! Күптәр уны татып ҡарағас ҡына, үҙендә яңыса тәм тойоу һәләтен асыр, күтәренке кәйеф һәм көс-ҡеүәт өҫтәлеүен тойор.
Сәйҙе иртән эсеү хәйерле, сөнки алда көн оҙонона көс талап итеүсе күп эштәр ниәтләнгән. Тәнеңде ҡөҙрәт һәм яҡшы кәйеф менән тәьмин итәсәк был ризыҡ иғтибарға лайыҡ, ә бәлки һеҙҙең тарафтан көн дә ҡулланыла башлар!
Әҙерләү тәртибе
үҙгәртергә- Эре япраҡлы, яҡшы сифатлы, хуш еҫле ҡара сәй алырға. 6 литрлыҡ эмалле һауыттағы таҙа һыуға 100 г сәй һалып, ҡайнатып сығарғас та, һүндерәһең.
- Уттан алып, марля йәки ҡыл иләк аша һөҙгәс, эҫе сәйгә иретелгән 50 −100 г һыйыр майы (топленое масло), бер балғалаҡ тирәһе тоҙ һәм 1 л ҡайнаған эҫе һөт ҡойоп, яҡшы итеп ҡатнаштыраһың. Әҙер сәйҙе кәсәләр менән эҫе килеш таратаһың. (Һыйыр майы урынына магазиндан алған 1 ҡап аҡ май ҙа ярай).