1. Ел-ел, арба, ел, арба,
    Ете йылға кис, арба,
    Елде-һыуҙы эс, арба.
  2. Зыр-зыр зырайман,
    Зырайманда килтеки,
    Әлемтеки, бештеки,
    Осто буран, осто ел.
  3. Йәш үгеҙ тулай,
    Оло үгеҙ үкерә —
    Йөн төкөрә.
  4. Айыу үкерә,
    Йөнө ҡойола.
  5. Aйыy аҡыра, йөнөн ҡоя.
  6. Саң юҡтан саң сығара.
  7. һике-һике һикелдәй,
    Һике башы мөңкөлдәй,
    Ялан-йолан саҡыра,
    Тәлмәрйене баҡыра.
  8. Ҡайнап ятҡан таш күрҙем,
    Тоҙһоҙ бешкән аш күрҙем.
  9. Ҡоро ағас башында айыу олой.
  10. Үҙе ил туйҙыра,
    Үҙенең тамағы туймай.