Топонимия - йәнле процесс

Топонимия ла, тел һымаҡ уҡ, бик йәнле процесс – иҫкерә, дөрөҫөрәге онотола барып, урынына яңы атамалар яһала. Быға миҫал итеп, ауыл исемдәренең боронғоларын, рәсмиләштерелгәндәрен һәм халыҡ телендәге Финляндия һымаҡтарын индерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәттәге, йәмғиәттәге үҙгәрештәр арҡаһында кире ҡайтарып булмай торған юғалтыу, иҫкереү (урман, сабынлыҡ, еләклектәрҙең юҡҡа сығыуы, йылға ҡороуы) күренештәре хас. Халыҡ телендә йыш ҡулланылғандары оҙаҡ йәшәй, ә кеше һирәк йөрөгән урын атамалары әҙ ҡулланылып, онотола бара. Шуның арҡаһында тел дә юғалтыу кисерә. Мәҫәлән, ауылға яҡын булған Бергәзә аҡланы ҙур юл һалғанда юҡҡа сыҡты, ауыл эсендәге Ғәйниә ҡотоғо бер нисә йыл аҡмай. Оҙон ғүмерлеләренә ҙурыраҡ объекттар инә: тау, йылға, тау һырттары инә: Ҡалыу, Баҙал, Мәсем тауҙары, Нөгөш йылғаһы.Уларҙы тарихи топонимдар тип атап була, сөнки улар, бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, топонимик картаға ингән, урындағы халыҡ ҡына түгел, ә район, республика күләмендә беләләр. Ошоларҙан сығып, ер-һыу атамаларын ҡулланылышы буйынса төркөмләнә.

  1. Дөйөм ҡулланылышлы (алда әйтеп үтелде.)
  2. Бер район эсендә – ауыл, бәләкәй йылға, төрлө характерҙағы социаль объекттар.
  3. Тар ҡулланылышлы – бер ауыл кешеләренә таныш булған топонимдар.
  4. Бик һирәк ҡулланылышлы – ололар ғына белгән һәм эшмәкәрлеге шул ер менән бәйле кешеләргә генә таныш, улар йыш ҡулланған. Мәҫәлән, Бөрйән районында 2 ҡурсаулыҡ бар, уларҙың территорияһына инеү сикләнгән.

Шулай итеп, топонимдарҙың лексикаһын өйрәнеү һөҙөмтәһендә өйрәнә башлағанға тиклем бөтәһе лә таныш һымаҡ тойолған, беҙҙе уратып алған донъяның бик ҡыҙыҡлы яҡтары асылды.

Тупланған материалды лексик анализ нигеҙендә район топонимикаһының үҙенсәлеге тураһында түбәндәгеләр асыҡланды:

  • Һәр географик атамаһының мәғәнә үҙенсәлеге бар. Тикшерелгән атамалар осраҡлы барлыҡҡа килмәгән, осраҡлы хәрефтәр теҙмәһе түгел. Тәү ҡарамаҡҡа ҡатмарлы тойолған, хатта әйтелеше ҡолаҡҡа сәйер тойолғандарын аңлатып, билдәле бер принцип менән төркөмләп була.
  • Топонимдар халыҡ тормошондағы бәләкәйме, ҙурмы тарихи ваҡиғалар тураһында тел йәһәтенән мәғлүмәт һаҡлай.
  • Ерҙең географик үҙенсәлектәрен үҙенә туплаған.
  • Теге йәки был объекттың урынлашыу урынын белеп була.
  • Географик объекттың тышҡы күренеше.
  • Үҫемлектәр, хайуандар донъяһы сағылған.
  • Кеше эшмәкәрлеге, үҙ-ара мөнәсәбәттәр сағыла.
  • Ауылдар исеменең төрлөлөгө, исем бирелеү тарихы сағыла.

Шулай итеп, исемдәр, атамалар барлыҡҡа килгәндә, теләһә ҡайһы һүҙ ҡулланылмай, һәр береһенең мәғәнәһе бар, барлыҡҡа килеү өсөн нимәлер, ниндәйҙер ваҡиға сәбәпсе булып тора.