Тормош һабаҡтары. 6 класс

Тормош һабаҡтары..Башҡорт мәҙәниәте. 6 класс

ШӘЖӘРӘЛӘР

үҙгәртергә

ШӘЖӘРӘЛӘРҘЕҢ КИЛЕП СЫҒЫУЫ

үҙгәртергә

Шәжәрә ғәрәп телендә «ағас» тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. «Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән?» тигән һорау тыуыуы ихтимал.

Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры — үткәнебеҙ, олоно — бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары — киләсәгебеҙ. Һәр ағас, әлбиттә, фәҡәт үҙ тамыры аша ғына һут ала.

Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырлана — шул тиклем мулыраҡ һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Ботаҡтары ла ҡеүәтлерәк, үҫентеләре лә көслөрәк була. Кешелек донъяһы ла, айырым халыҡтар ҙа, ырыу-ҡәбиләләр ҙә шулай уҡ. Бына ни әсән халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған. Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе ағас рәүешен айырыуса ныҡ һаҡлаған. Ә башҡа ырыуҙарҙың шәжәрәһендә төп форма ныҡ һаҡланмаған, ә шулай ҙа шәжәрә тигән атама нығынып ҡалған.

Шәжәрә тураһында күренекле фольклорсы ғалим Салауат Галин «Тел асҡысы — халыҡта» тигән китабында аңлайышлы һәм йөкмәткеле итеп яҙған.

«Шәжәрә — асылда, башҡорт халҡының тарихына бәйле, халыҡтың үҙе ижад иткән иң тәүге яҙма ҡомартҡыларының береһе, — ти ғалим. — Яҙмаға күсерелгәнгә тиклем шәжәрәләр ҙә телдән телгә, быуындан быуынға йола буйынса тапшырыла килгән».

Тағы бер күренекле ғалимыбыҙ Рим Йәнғужин ағайығыҙ: «Башҡорт шәжәрәләре — XVI — XIX быуаттарҙың, ә ҡайһы бер осраҡта унан элегерәк осорҙоң үҙенсәлекле яҙма ҡомартҡылары, — тип яҙа.

— Шәжәрәләрҙе һәр ырыу төҙөгән. Ырыу тарҡалған осраҡта туғандаш бер нисә ауыл кешеләре төҙөй башлаған. Бындай шәжәрәләргә ауылдың барлыҡ ир енесенән булған кешеләре теркәлә барған. Ырыу, ҡәбилә кеүек эре йәмғиәт берләшмәһенең шәжәрәһе ҡыҙыҡлыраҡ, сөнки уларға башҡорт халҡы тарихының мөһим ваҡиғалары, мәғлүмәттәре яҙылған булған».

Күренекле ғалим Раил Кузеевтың 1960 йылда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт шәжәрәләре» тигән китабының да бик тиҙ арала таралып бөтөүе халҡыбыҙҙың үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныуының асыҡ дәлиле.

Шәжәрәне, ғалим әйткәнсә, һәр ырыу төҙөгән. Уҡымышлы атай-олатайҙарыбыҙ ғаилә шәжәрәһе төҙөгән. Уларҙың күбеһе һаҡланмаған, әммә бөгөнгәсә атанан улға күсә килгән, ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр туплаған ғаилә шәжәрәләре табылып тора.

ЫРЫУ ШӘЖӘРӘЛӘРЕ

үҙгәртергә

Ырыу башлығы үҙ ырыуының шәжәрәһен бик ҡәҙерләп һаҡлаған. Ырыу шәжәрәләре төҙөлөшө яғынан да, йөкмәткеһе менән дә төрлө. Уларҙың иң ҡиммәт мәғлүмәтлеһе — Юрматы ырыуыныҡы. Сөнки унда Башҡортостандың көньяғында йәшәгән бөтә ырыуҙар ҙа телгә алына.

Юрматылар иң эре ҡәбиләләрҙең береһенә инә. Был ҡәбиләгә тәлтим, тәтәгәс, ҡармыш, юрматы, нуғай-юрматы йәки арлар һәм мишәр-юрматы ырыуҙары ҡараған.

Юрматы ырыуы бөгөнгө көндә Венгрияла йәшәүсе венгрҙар менән туғандаш. Венгр ғалимдарының әйтеүенсә, ундағы ете венгр ырыуының береһе — юрматы.

Венгия тип аталған илдең ҡайҙа урынлашҡанлығын ҡарағыҙ әле. Алыҫмы? Әлбиттә. Башҡортостандан бик алыҫта урынлашҡан ил ул. Унда ни эшләп барып сыҡтылар икән?

Халыҡ тарихы бик ғәжәп фән ул. Архивты (боронғо яҙмаларҙы) аҡтара башлаһаң, әллә ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлығыуың, әллә ниндәй яңы асыштар яһауың ихтимал. Асылаһы яңылыҡтар асылып бөткәндер инде, тип уйламағыҙ.

Башҡорт тарихына ҡағылған бик күп яҙмалар сит илдәрҙә һаҡлана, сит телдәрҙә яҙылған. Шулай булғас, телгә маһир булған уҡыусылар сит телдәрҙе өйрәнеп алып, халиҡ әйткәнсә, «телдәрҙе һыу кеүек эсерлек булғас, сит ил архивтарында ултырып, халҡыбыҙ өсөн бөтөнләй билдәле булмаған тарихи мәғлүмәттер алып ҡайтыуы ла ихтимал. Бына, мәҫәлән, әле билдәле булған тарихи яҙмаларҙа башҡорттарҙы телгә алғанда, һунғар (венгр) тигән атама менән йәнөш яҙалар.

Юлиан, Плано-Карпини һәм Рубрук исемле авторҙар Башҡортостанды хатта Бөйөк Венгрия иленә лә ҡайтарып ҡуялар.Ә Х быуатта Ибн-Руста «башҡорттар (мадъярҙар) печенегтар ере менән болгарҙар ере араһында йәшәй» тип яҙған. Был яҙмаларҙа һеҙгә башҡорттарҙы венгрҙар (мадъярҙар) менән бер рәттән атап йөрөтөүҙәренә иғтибар итергә кәрәк.

Тағы бер ҡыҙыҡ мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. 1223 йылдарҙа Япсут-эл-Хәмэуиҙэ тигән ғалим башҡорттар тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Башҡорт ерҙәре Константиния менән Болғар уртаһында. Ләкин мин Хәләб ҡалаһында (бөгөнгө Сүриәлә) бер таифәне осраттым. Улар Әл-Башғор-дия тип әйтеләләр. Йөҙҙәре лә, сәстәре лә бик ҡыҙыл төҫтә... Улар әйттеләр: «Беҙҙең әлкәбеҙ Константиния (Истамбул) артында. Хунгар исемләнгән».

Боронғо замандарҙа Уралда мадъяр тигән халыҡ йәшәүе билдәле. Улар башҡорттар менән ныҡ аралашҡан. Шулай уҡ XII быуат аҙағында Венгрияның төньяғында башҡорттарҙың йәшәгәнлеге тураһында ла мәғлүмәттәр бар тарихи яҙмаларҙа. Сөнки алты йөҙөнсө, ете йөҙөнсө йылдарҙа мадъярҙар Уралдан киткән. Шул ваҡытта юрматы ырыуының бер аҙ өлөшө улар менән киткәндер. Ә ҡайһы бер мадъярҙар тороп ҡалғандыр.

XIII быуатта венгрҙарҙың Юлиан тигән бер монахы үҙенең ата-бабалары эҙен юллап, атай-олатайҙарының ҡайһы тарафтарҙан күсеп килгәнлеген байҡап, туған-ырыуҙарын, шәжәрә тамырын эҙләп Уралға килә. Ике тапҡыр Башҡортостанға килә ул. Башҡорттар менән һөйләшә һәм аҙаҡ былай тип яҙа: «Улар мине бик иғтибар менән тыңланы, сөнки уларҙың теле бөтөнләй венгр теле».

Күренекле башҡорт ғалимы, яҙыусы Жәлил ағай Кейекбаев: «Дунай йылғаһының үҙәндәрендә йәшәгән хәҙерге венгрҙар бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда һәм Ағиҙел — Кама буйҙарында йәшәгән», — тип яҙа.

Бөгөнгө көндә лә юрматылар киң таралған. Хәҙерге Мәләүез, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Ғафури райондарында йәшәй элекке юрматы вавариҫтары. Юрматы ауылдары шулай уҡ Ырымбур өллкәһендөге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында ла бар.

Үҫәргәндәр

үҙгәртергә

Борон үҫәргәндәрҙе мөйтәндәр йәки Мөйтән балалары тип йөрөткәндәр. Әлеге ваҡытта улар үҙҙәрен Мөйтәндең улы Үҫәргән исеме менән атай. Үҫәргән ырыуында ата-бабаларының Һырдаръя йылғаһы һәм Арал диңгеҙе буйына күсеп ултырыуҙары хаҡында легендалар Һаҡланған. Мөйтән исеме башҡорттарҙан башҡа ҡарағалпаҡтарҙа ла телгә алына, тимәк, улар ҡарарағалпаҡ халҡының ойошоуында ла ҡатнашҡан.

Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе шиғри ҡалып менән яҙылған һәм ҡиммәтле мәғлүмәттәргә бик бай. Тарихи ваҡиғаларҙы, тормош-көнкүреш күренештәрен шиғри юлдар менән яҙыуҙың үҙенсәлекле Һәм ҡиммәтле әһәмиәте бар: байтаҡ фекерҙәр тел төбө, кинәйә менән сағылдырыла. Ә фекер ебенең осо, мәғәнәһе, әрәсәһе юғалмаһын өсөн, уның бер һүҙе генә лә төшөп ҡалырға, урыны алмаштырылырға тейеш түгел. Сәсмә ижадта ул талап Һпҡланмай, ә шиғриәттә был мотлаҡ. Шуғалыр ҙа инде башҡорт халҡының эпос-ҡобайырҙары, әйтем-мәҡәлдәре шиғри ҡалыпҡа һалынған.

Үҫәргәндәрҙең шәжәрәһен уҡығандан һуң ырыу тарихы ғына түгел, ә шәжәрәне дауам мтгүсе һәр шәхес тере булып күҙ алдыңа килеп баҫа. Ижадсы, күрәһең, бик тос фекерле булған.

Үҫәргәндәр Һаҡмар, Яйыҡ, Һүр«>м, Таналыҡ йылғалары буйына урынлашҡан. Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарына инә был тирәләр. Шәжәрә буйынса фекер йөрөткәндә, үҫәргәндәр йәшәгән әлеге ерҙәр батша грамотаһы (йәрлек) буйынса XVI — XVII быуаттарҙа уҡ ырыуға нығытылған.

Шәжәрәнән Туҡһабаның улы Мөйтәндән алып ырыу тарихын күҙәтеп була.

Шуны иҫкәртеп китеү урынлы булыр: шәжәрәлә Урал бей һәм Уралбай исемдәре бар. Ҡайһы берәүҙәр шаштырып ебәреп уларҙы Урал батыр тип аңлатып, шәжәрәгә хатта Урал батыр менән Шүлгән, уларҙың ата-әсәһен Йәнбикә менән Йәнбирҙе тип яҙып ҡуялар. Был дөрөҫлөккә бөтөнләйе менән тап килмәй. Исемлек, күреүегеҙсә, түбәндәгесә:

Тутһаба, Мөйтән, Үҫәргән, Шәғәле, Бәҙәк бей, Йурек бей, Урал бей, Толбай, Уралбай, Ҡарабуға бей, Ҡарағас бей, Һарыбаш бей, Байғужа, Ҡаҙаҡсал, Ҡаръяу, Туғмәт тархан, Тоҡомбәт, Ишбирҙе, Ҡотло, Ҡәҙәм, Тәбсәк, Йомарсай, Ҡужанаҡ.

Ҡужанаҡтың һигеҙ улы булған — Аҡбулат, Исхак, Исмәғил, Ҡадир, Хозор, Ғабдулла, Мәһәҙи, Кинйәбулат, Хисаметдин. Үҙ сиратында Ҡадирҙың да алты улы булған — Ғәбделғафар, Сәғәҙи, Шәрәфетдин, Рөстәм, Әбделғата, Мулллағол.

5-се синыфта тарихтан «Башҡорт ханы Мөйтән бей» тигән хикәйә уҡығайнығыҙ. Шунда яҙылған ваҡиғалар шәжәрәлә лә сағылыш тапҡан. :

Тимәк, шәжәрәләге мәғлүмәттәр тарихи дөрөҫлөккә тап килә.

Бөрйәндәр

үҙгәртергә

Боронғо бөрйәндәрҙең ата-бабалары Үҙәк Азияла йәшәгән тигән мәғлүмәттәр бар. Был фаразды ағасҡа йәки күнгә уйып эшләнгән Һүрәттәрҙең ныҡ оҡшашлығы ла раҫлай. Көньяҡ Себер, Алтай халҡының көнкүрешендә ҡулланылған һауыттарындағы биҙәктәр бөрйәндәрҙекенән айырып алғыһыҙ.

Ҡайһы бер ғалимдар бөрйәндәрҙе көнсығыштағы бурджандар менән бәйләйҙәр. Бурджандар сығышы буйынса төрки халыҡтарынан һәм уларҙың тарихы Урта Азия менән бәйләнгән. Был хаҡта Ибн-әл-Әсир XII быуатта яҙып ҡалдырған.

Үҫәргән һәм түңгәүер башҡорттары кеүек үк, Бөрйәндәр үҙҙәрен Һырдаръя йылғаһы менән Арал диңгеҙе яғынан күсеп килгәнбеҙ тип фараз итәләр. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, бөрйәндәрҙең тыуған иле булып Ыҡ, Оло һәм Кесе Кинел, Дим буйҙары һанала.

Ғәйнәләр

үҙгәртергә

Ғәйнәләр — боронғо башҡорт ҡәбиләләре. Мәскәүҙә Үҙәк дәүләт хәрби архивында Һаҡланған мәғлүмәттәрҙә Пермь өлкәһендәге башҡорт ауылдары һанап үтелә, шулай уҡ ғәйнәләрҙең килеп сығыуы хаҡында ла ҡыҙыҡлы документ һаҡлана. «Улар үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләй һәм... Булғар өлкәһенән сыҡҡан тархандарҙан тип йөрөтә.

Үҙҙәренең һөйләүенсә, XII быуат аҙағында улар йәшәгән урынын ташлап киткән һәм Урал тауҙары араһына килеп һыйынған. Ҡайһы берҙәре Пермь губернаһына урынлашҡан», — тип яҙылған унда.

Башҡортостанға ғәйнәләр Танып йылғаһы буплап төшкән. Артабан ҡатайҙар «һәм ҡыпсаҡтарҙың төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе арҡаһында ғәйнәләр төньяҡҡараҡ киткән. Бөгөнгө көндә ғәйнәләрҙең күбеһе Пермь өлкәһендә йәшәй. Ләкин бындағы башҡорттар төп башҡорт халҡы менән бәйләнешен өҙмәй.

Төньяҡ башҡорттары

үҙгәртергә

Төньяҡ башҡорт ырыуҙарына ғәйнә, танып, ун, балыҡсы һәм уран инә. Улар Каманың ҡушылдыҡтары Түлүә, Беүә, Танып һәм Ҡариҙелдең урта ағымында, Сарс, Төй, Йүрүҙән буйҙарында ла йәшәй.

Таныптар 1715 йылдарҙа Танып буйына күсенгән башҡорт ырыуы. Таныптарҙың ата-бабалары был төбәккә Миңзәлә яғынан килгән. Миңзәлә яғынан сыҡҡан ғәйнәләр таныптарҙы үҙҙәренең туғаны тип иҫәпләй.

Балыҡсы араһына килгәндә инде, был атама ҡырғыҙҙарҙа ла, төрөкмәндәрҙә лә, туваларҙа ла осрай. Балуғ, балук төрки яҙмаларында ҡала мәғәнәһен бирә.

Ғалимдарҙың фараз итеүенсә, балыҡсы тигән атама, ҡаланың кусеп йөрөүсе халҡы тигәнде аңлатырға тейеш.

Уран ырыуының ата-бабалары монгол һәм төрки-монгол ҡәбиләләренән сыҡҡан, улар Һыр-даръя далаларында, Арал буйында ла байтаҡ ваҡыттар йәшәгән.

Түбәнге Ағиҙел башҡорттары

үҙгәртергә

Йәнәй, гәрә, 'ҡырғыҙ, йылан, йәлдәк, ҡаршын, наңлы, таҙ, дыуанай һәм ыуаныш ырыуҙары этнография ғилемендә Түбәнге Ағиҙел башҡорттары тип атала.

Әйтәйек, бөгөнгө көндә татар теленә яҡын итеп башҡортса һөйләшеп йөрөгән Илеш халҡы — нырғыҙ һәм йылан ырыуы башҡорттары. Уларҙың тамырҙары Йәнәсәйҙәге -ҡырғыҙ ырыуына барып тоташа.

Ә йыландарҙың тарихы беҙҙең эраға тиклем III быуатҡа ҡайтып ҡала. Ҡырғыҙ һәм йылан ырыуы башҡорттары үҙ ерен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап алып ҡалыу өсөн XVII — XVIII быуат башҡорт хәрәкәттәрендә ҡыйыу ҡатнашҡан.

Гәрә, гәрәй, кәрәит тигән ырыуҙар төрки йәки төрки-монгол берләшмәһенең ҡыпсаҡлашҡан тоҡомон тәшкил итәләр.

Йәнәйҙәрҙең телендә уғыр һүҙҙәре бар. Әммә тамғалары үҫәргәндәрҙеке кеүек. Йәнәйҙәр ниндәй генә сығышлы булмаһын, аҙаҡ ҡыпсаҡлашҡан башҡорт ырыуы.

Йәлдәк менән ҡаршындар борон Ағиҙелдең һул яҡ ярында йәшәгән.

Ҡаңлы ырыуы ҡарағалпаҡтарҙа ла бар, ҡырғыҙҙарҙа — ҡаңды, нуғайҙарҙа, ҡырым татарҙарында ҡаңлы тигән ҡәбиләләр бар. Ҡайһы бер ғалимдарҙың ҡаңлылар печенегтарҙың этник вариҫтары тигән ҡарашы дөрөҫлөккә яҡын.

Монголдарға ҡаршы яуға сыҡҡан Хорезм батшаһының ғәскәрендә 90 мең ҡаңлы ҡатнашҡан. Ҡаңлылар Башҡортостанға XIII быуатта күскәндәр һәм боронғо башҡорт халҡына ҡаңлы ырыуы булып ҡушылып киткәндәр.

Таҙ ҡәбиләһе табын ырыуы берләшмәһенә ҡараған. Таҙ тигән ҡәбилә бик борон Саян-Алтай тауҙарында йәшәгән. Таҙ ҡәбиләһе Башҡортостанға бер юлы ғына күсеп килмәгән, шуның өсөн Һар ырыуҙа ла бар улар.

Дыуанайҙар борон Алтайҙа һәм Монголияла йәшәгән төрки-монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. Уларҙың ата-бабалары ҡыпсаҡтар менән ныҡ ҡатнашҡан.

Ыуаныш ҡәбиләһе фин-уғыр сығышлы булһа кәрәк. Тик улар төркиләшкән. Аҙаҡ ыуаныш башҡорттарын тәшкил итә башлағандар.

Түңгәүерҙәр

үҙгәртергә

Түңгәүер атамаһы монголдар мрыуына барып тоташа. Был исемде Ҡуңрат бейҙең улы Дингаур менән бәйләйҙәр. Түңгәүерҙәр монголдарҙан бик иртә айырылған һәм Төрки ҡағанаты йоғонтоһонда төркиләшкән.

Түңгәүерҙәрҙең боронғо ҡомартҡылары уларҙың Уралға күсеп килгәнгә тиклем Һырдаръя буйҙарында йәшәүҙәре хаҡында һөйләй. Түңгәүерҙәр малсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Башҡортостандың төрлө яҡтарында йәйләгән. Уларҙың Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында йәшәүе хаҡында шәжәрә лә бар. Түңгәүерҙәр Ҡармасан һәм Сәрмәсән буйҙарында ла йәшәгәндәр, унда ҡәберлектәре бар, тип раҫлайҙар ғалимдар. Баҫҡынсыларҙың ҡыҫымы арҡаһында ғына урман-таулы яҡтарға күсенгәндәр.

Тамъяндар

үҙгәртергә

Тамъяндарҙа ата-бабаларының ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килеүе хаҡында ҡомартҡылар һаҡлана. XVIII — XIX быуаттарҙа Үрге Яйыҡ өйәҙендә Тамъян-Түңгәүер олоҫо булған.

Мәғлүмәттәр буйынса, тамъяндарҙың ата-бабалары ҡасандыр Димдең үрге ағымында йәшәгән. Һуңынан көньяҡҡа Ағиҙел буйына күсенгән.

Бөрйәндәр һәм түңгәүерҙәр кеүек, байтаҡ ҡына тамъяндар XIV быуатта Уралдың тау-лы-урманлы яҡтарына һыйынған. Әммә һуңыраҡ Нөгөш, Дим, Өршәк буйҙарына кире күсенгәндәре лә булған.

Тамъяндарға бүлгеләнергә тура килһә лә улар үҙ-ара бәйләнештәрен өҙмәгән. Нөгөш буйҙарында йәшәгән тамъяндар әле лә үҙҙәренең ата-бабаларының Урал аръяғында йәшәгәнлеген хәтерләй.

Ҡыпсаҡтар беҙҙең эраға тиклем 209 йылда һундарҙың көнбайыш берекмәһенә ингән. Беҙҙең эраның IV быуатында иһә, Алтайҙың башҡа халыҡтары кеүек үк, улар Төрки ҡағанатына буйһонған. Х быуатта ҡыпсаҡтар бүленә һәм бер олөшө әкренләп көньяҡҡа, ә күп өлөшө көнбайышҡа — Яйыҡ менән Волга буйҙарына күсә башлай.

Х быуаттың аҙағында улар Урал алдында һәм Урта Волга буйында йәшәгән фин-уғыр ҡәбиләләрен буйһондора. XIII — XIV быуаттарҙа ҡыпсаҡтар тотош Урал алдына — Ағиҙел менән Ыҡ йылғалары араһына килеп ултыра.

Артабан ҡыпсаҡтар Ағиҙелде аша сығып, уның үрге ағымына төйәкләнә. Дим, Сөн, Ыҡ буйҙарын, Бөгөлмә ҡалҡыулығын, Асылыкүл буйҙарын биләй. Улар Һаҡмарҙың көньяғында ла күпләп йәшәгән. Соран, Туҡ, Ырғыҙ һәм Кәмәлек буйҙарына ла йәйелеп ултырған.

Мең башҡорттары XVII — XIX быуаттарҙа Дим йылғаһы буйында ҙур ғына майҙанда урынлашҡан. Улар шулай уҡ Өршәк, Сәрмәсән йылғаларының үрге ағымында, Ҡандракүл һәм Асылыкүл араһындағы ерҙәрҙе биләгән. Төньяҡтан уларҙың биләмәләре Ҡариҙелдең түбәнге ағымына барып тоташҡан.

Мең ырыуы XII — XIII быуаттарҙа ҡыпсаҡ донъяһының бер өлөшөн тәшкил иткән. XIV быуатта меңдәр Башҡортостандың көнбайышына, Ыҡ, Зәй, Минзәлә, Сөн йылғалары буйына күсенгән. Ошо уҡ осорҙа улар, Ағиҙел аша сығып, Димдең Ағиҙелгә ҡойған еренә, Ҡариҙел тамағына килеп сыҡҡан. Уларҙың бер өлөшө хатта Миәс, Златоуст тирәһендә лә телгә алына. Ә төп йәшәгән урындары — Дим буйҙары.

Әйле башҡорттары ете ырыуҙан торған: эй, куҙәй, мырҙалар, һыҙғы, дыуан, -ҡошсо, һәм өпәй. Уларҙың төп төйәкләнгән урыны — Ҡариҙел, Эй, Йүрүҙән, Эҫем, Ләмәҙ буйҙары, Әйлеләр үҙҙәренең ата-бабаларының Һырдаръя буйҙарынан йылҡы өйөрө артынан килеп сығыуҙары хаҡында легендалар һөйләйҙәр. Төрки халыҡтарының үзбәк, төрөкмән, ҡырғыҙ милләттәрендә «әй» формаһы осрай. Әйҙәр сығышы буйынса боронғо уғыҙҙарға барып тоташа, хатта ырыу атамаһы ла Уғыҙҙың икенсе улының исемен йөрөтә.

Күҙәйҙәр хаҡында тарихта мәғлүмәттәр бар. Әйтәйек, шайтан-куҙәйҙәрҙең ата-бабалары — Кавказдан, төрөкмән-куҙәйҙәр — Урта Азиянан килгән тигән фекерҙәр бар. Дыуан һәм -ҡошсо ырыуҙары Алтайҙан килгән. Һыҙғы менән әпәйҙәр башҡорттарҙың бик боронғоларына ҡайтып ҡала. Әпәйҙәр XVIII быуаттарҙа утрау-утрау булып урыҫ һәм татар ауылдары араһында урынлашҡан, шуға ла телдәрендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән.

Ҡатайҙар

үҙгәртергә

Ҡатай ҡәбиләһе алты ырыуҙан тора. Инйәр-тсатай, ҡоҙғон-тсатай, иҙел-ҡатайҙар көнбайышта йәшәй. Ә оло-ҡатай, бала- катай, ялан-ҡатайҙар Урал аръяғында төбәкләнгән. Ҡатайҙарҙың тарихы бик ҡыҙыҡлы.

Бик борон замандарҙа Үҙәк Азия ерҙәрендә киданъ тигән халыҡ йәшәгән. Беҙҙең эраның III — VIII быуаттарында улар бер нисә ырыу берләшмәһе төҙөгән. Х быуатта Ляо (Тимер) тигән дәүләт төҙөгәндәр.

Х быуаттың урталарында уларҙың башлығы Дегуан ҡытай ғәскәрен тар-мар итеп илдәрен баҫып ала ла, үҙен Ҡытай императоры тип иғлан иттерә. Бер ай буйы Ҡытай императоры булып ултырғандан һуң: «Был яҡтарҙа үтә эҫе», — ти ҙә, ҡаҙналағы бар байлығын тейәп, үҙ иленә ҡайтып китә.

1125 йылда Ляо империяһын чжурчжендар баҫып алалар. Кидандар Урта Азияға ҡасалар. Унда Көнбайыш Ляо дәүләтен булдыралар, ә үҙҙәрен ҡара -3ытай тип атай башлайҙар, төрки халыҡтар араһында йәшәгәнлектән, телдәре лә төркиләшә башлай.

Ҡара-ҡытайҙарҙың дәүләтен Сыңғыҙ хан емерә. Халыҡ тарҡала, ә бер өлөшө беҙҙең яҡтарға килә һәм башҡортлаша. Ҡатайҙар XIV быуаттың икенсе яртыһында Ағиҙелдең урта ағымына һәм Инйәрҙең урта һәм үрге ағымына күсеп ултыралар. Әлеге ваҡытта оло һәм бала ҡатайҙар Силәбе әлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла йәшәй. Балаҡатай районында билән-ҡатайҙар төйәкләнгән. Ялан -катайҙар Тубыл йылғаһының ҡушылдығы Уй йылғаһының төньяғында күлдәр араһында урынлашҡан. Ҡурған әлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарында йәшәйҙәр. XIX быуат башында оло-ҡатайҙарҙың күп өлөшө Екатеринбург өлкәһенә күсенә.

Табындар

үҙгәртергә

Этнографик яҡтан көнбайыш һәм көнсығыш табын башҡорттарына бүленә. Көнбайыш табындар Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә йәшәһә, көнсығыштар Урал аръяғында көн күргән. Улар башлыса Ыҡ, Сәрмәсән, Туҡ, Кесе Уран һәм Ырғыҙ-Кәмәлек йылғаларын һыулаған. Табындарҙың шәжәрәһе Майҡы бейгә бәйле.

Ҡаратабын бей — Майҡы бейҙең ейәне. Ырыу уның исемен йөрөтә. Этник туғанлыҡ яғынан табындар, теләүҙәр һәм күбәләктәр Урта Азиялағы боронғо төркиҙәргә барып тоташа. Ҡыуаҡан менән һырҙы башҡорттары ҡаратабындар менән ныҡ бәйле булған.

Көнбайыш табындарҙыр тарихын, шәжәрәгә нигеҙләнеп, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙған.

Һалйоттар

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш, Ҡурған елкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарында йәшәгән башҡорттарҙы Урал аръяғы башҡорттары тип атайҙар. Улар — һалйоттар.

Этник яҡтан монголдарҙың салжиут ҡәбиләләренә барып тоташа. Урал аръяғында һалйоттар менән ҡатайҙар күршеләш урынлашҡан. Башҡортостан еренә XIII быуатта күсеп ултырғандар.

Һалйоттар Кама, Сылва, Чусовая йылғалары буйында йәшәгән, әммә Ермак яуы ваҡытында күсенгәндәр. Һалйоттар һеңрән, терһәк, бәкәтин ырыуҙары менән тығыҙ бәйләнгән. Һеңрән башҡорттары Урал аръяғында ғына түгел, хәҙерге Ырымбур өлкәһе ерҙәрендә лә йәшәгән.

Шулай итеп, уҡыусылар, башҡорт ырыуҙары хаҡында мәғлүмәттәр алдығыҙ, үҙ ырыуығыҙ тураһында белемеғеҙҙе ныҡлап хәтергә бикләгеҙ. Профессор Рим Янғужин ағайығыҙҙың 1998 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Башҡорт ырыуҙары» тигән китабын алып уҡығыҙ. Беҙҙең мәғлүмәттәр ошо китаптан алынды.

Өйҙә һәр берегеҙ үҙ ырыуығыҙҙың атрибуттарын төшөрөп килегеҙ, оранын яҙығыҙ.

Башҡорт тамғалары

үҙгәртергә

Был мәҡәлә Вадим Толомбаевтың хеҙмәтенән алынды.

Тамғаларҙың килеп сығыу тарихы бик боронға барып тоташа. Тәүҙәрәк ырыу тамғаһы ғына булғандыр, унан күсмә тормошта йәшәүселәр үҙҙәре эйә булған милеккә хоҡуғын тамға ярҙамында билдәләп ҡуйған, ә һуңғараҡ теге йәки был ырыу йә айырым кеше биләмәһендәге мал-ты-уарға ла тамға һала башлағандар. Тамға айырым кешеләрҙең билдәһенә әүерелгәс, ул гербҡа йә мисәткә ярашлы була башлаған.

Тамғаларҙың килеп сығыуын тикшергәндә, үҫешен һәм ҡулланылышын асыҡлағанда, һәр аныҡ осраҡта ниндәй маҡсатта файҙаланылыумы нигеҙләгән саҡта ырыу төҙөлөшөн, төрҙәрен, ижтимағи мөнәсәбәттәр кимәлен, халыҡтың бер урындан икенсе ергә күсеү, этнос үҙенсәлектәрен билдәләргә була.

Дөйөм алғанда, тамғаларға арналған ғилми хеҙмәттәр байтаҡ. Себер халыҡтары, уғырҙар, Рәсәйҙәге славян халыҡтары тамғаларын өйрәнеүгә айырым иғтибар бирелгән. Үкенескә ҡаршы, төрки халыҡтарҙың тамғалары бик аҙ өйрәнелгән.

Ғалимдарҙан Н. А. Аристов, Г. И. Карповтың төрки халыҡтар тамғаларына арналған хеҙмәттәре бар. Башҡорт тамғаларына килгәндә, был хаҡта Д. Н. Соколовтың яҙған хеҙмәте әһәмиәтле. Ул унда башҡорт тамғаһы ярҙамында йорт хужаһы ғаилә милкен билдәләгән, акттарға тамға ярҙамында ҡул ҡуйыу иһә уны яңы функцияла — ғаилә мисәте рәүешендә ҡулланыу булып тора, тип раҫлаған.

Ғалим шулай уҡ тамғаларҙы һүрәтләү үҙенсәлегенә лә иғтрхбар иткән. Мәҫәлән, ул башҡорт тамғаларына тура һәм һыныҡ һыҙыҡтар файҙаланыу хас, тип күрһәткән, башҡорт тамғалары төрлө ҡорал һәм мал-тыуарҙың стилләштерелгән һүрәте булып тора, тип билдәләгән. Д. Н. Соколовка тағы шул хас: ул, башҡорт тамғалары уларҙың хужалары өсөн бөтөнләй абстракт билдә булып торған һәм ырыуҙа дөйөм ҡабул ителгән ниндәй ҙә булһа атамаға эйә булмаған, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Тамғаларға арналған ғилми хеҙмәттәрҙе киңерәк байҡағанда ғалимдарҙың уларҙы Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларындағы руник алфавиттың ҡайһы бер хәрефтәре менән бәйләүе күренә. Был хаҡта ике фараз бар: тамғалар руник хәрефтәргә барып тоташа; орхон-руник хәрефтәр — тамғаларҙы һүрәтләү ул. '

Хәҙерге ваҡытта башҡорт тамғаларын йыйыу һәм өйрәнеү буйынса Р. Ғ. Кузеев күп эшләгән.

Ырыу тамғалары килеп сығышы буйынса иң боронғолар тип билдәләнгән, улар ярҙамында теге йәки был ырыуға ҡарауы күрһәтелгән. Кешенең шәхесе йәки шәхси мил ке хаҡындағы тамғалар иһә, ғалимдар фекеренсә, һуңғараҡ килеп сыҡҡан.

Ижтимағи мөнәсәбәттәр үҫеше барышында ырыу билдәләре функциялары тарайған, ә шәхси тамғаларҙың ҡулланылышы киңәйгән. Был иһә дөйөм ырыу милке әһәмиәтенең кәмеүе һәм ғаилә милкенең әһәмиәте артыуы менән аңлатыла, милек мөнәсәбәттәре ҡатмарлашҡан. Ваҡыт үтеү менән төрлө алыш-биреш акттарын рәсмиләштереү осраҡтары йышайған. Ғаилә башлыҡтары араһындағы алыш-бирештәрҙә шәхси тамға юридик тамға булараҡ ҡулланылған. Быны иһә ҡултамға менән түгел, ә *тамға менән рәсмиләштерелгән документтарҙа һаҡланған бик күп юридик текстар раҫлай.

Һәр тамғаның үҙенең аталышы бар. Шуның өсөн дә тамғалар тарихсыларға ғына түгел, телселәргә лә әһәмиәтле.

Башҡорт тамғаларының аталышына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе көнкүреш, кеше эшмәкәрлеге менән бәйле төркөмдәргә, шулай уҡ йорт хайуандары, ҡоштар, һөйрәлеүселәр һәм башҡа атамаларға бәйле тематик төркөмдәргә бүлергә була. Мәҫәлән,

  • баҫыусылыҡ менән бәйле хеҙмәт ҡоралдары атамалары: тырма, урачс, һәнәк һ. б.
  • өҫ кейеме әҙерләүгә бәйле: кәләп, орсоҡ, әуернә.
  • йорт кәрәк-яраҡтарына бәйле һүҙҙәр: таған, ылаш, сумес, көйәнтә, туҫтак һ. б.

Йорт хайуандарына бәйле атамалар рәүешендәге тамғалар айырым төркөм тәшкил итә. Мәҫәлән, *йорт хайуандары, уларҙың кәүҙәһенең бер өлөшө атамаһындағы тамғалар: дөйә муйыны, мөгөҙ, кәзә мөгөҙө. *Малсылыҡта ҡулланылған йәки уларға бәйле әйберҙәр: даға, ҡойошҡан, сана табаны, өҙәңге. *Ҡырағай хайуандар йә уларҙың тән өлөштәре атамаһына бәйле: таҙаяҡ, тауығаяҡ, һуйыраяҡ.

Тамға атамаларын сағылдырған һүҙҙәрҙең яһалышы төрлө. Уларҙың синтетик һәм аналитик юлдар менән яһалыуы мөмкин. Шулай уҡ ике ябай исемде йәнәшә ҡуйып, яңы төшөнсә аңлатҡан тамғалар ҙа күп.

Шулай итеп, тамғаларҙа телселәр өсөн ҡыҙыҡлы материалдар ята. Тамғаларҙы, уларҙың исемдәрен өйрәнеү башҡорт теленең үҫешен, теге йәки был нормаларының барлыҡҡа килеүен асыҡларға ярҙам итәсәк.

Уларҙы өйрәнеүҙә бөтәбеҙ ҙә ҡатнашһаҡ ине.

Түбәндә башҡорт халҡының тарихи үткәненә ҡағылышлы ҡайһы бер тамғаларҙы һәм уларҙың исемдәрен килтерәбеҙ. Улар Өфө, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙа һаҡланған XVIII — XIX быуаттарҙағы акттар материалдарынан алынған.

ЫРЫУ АТРИБУТТАРЫ

үҙгәртергә

Ырыу ағасы

үҙгәртергә

«Шәжәрә» темаһын үткән саҡта ағастың әһәмиәте тураһында яҙғайныҡ инде. Халҡыбыҙҙа бик тапҡыр әйтем бар: ағас тамыры менән әҙәм тамыры бер: ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры халҡы үтә керә.Бына ни өсөн халҡыбыҙ һәр ырыуға ағас тәғәйенләгән, сөнки ырыу үҙ тамырын белергә, нығытырға, тармаҡландырырға тейеш»

Ырыу ҡошо

үҙгәртергә

Кеше ерҙә йәшәһә лә, күңеле юғарыла — ҡоштар осар бейеклектә. Кеше күңеле һәр саҡ ҡоштай азат, ул ҡанатлы, гел үргә ынтылһын, тигән мәғәнә һалынған ырыуға ҡош тәғәйенләгәндә. Үҫәргәндәрҙә киң таралған «Сәғиҙә бәйете»ндә ошондай юлдар бар:

Ырыуымдың тамғаһы бар,

Торна тигән ҡошо бар.

Ҡоштай талпына күңелем

Төрмә диуарҙары тар.

Диуар — таш стена артында төрмәлә ултырған Сәғиҙә үҙе тотҡонда булһа ла, күңелен ҡоштай осороп ебәргеһе килә. Ошондай талпыныу кеше күңелен көр итә, йәшәүгә өмөт һәм дәрт бирә.

Ырыу ораны

үҙгәртергә

Хәл иткес мәлдәрҙә оран ҡысҡырып ебәреү кешенең зиһененә ныҡ тәьҫир итә. Оран шулай уҡ ырыу туплауға, икенсе ырыу менән үҙ ырыуыңды таныштырыуға ярҙам итә. Икенсе бер әһәмиәтле яғы — ул кешенең һәм тотош ырыуҙың тарихи хәтерен оҙайтыуы. Милләттең сифаты һан менән түгел, тарихи хәтер оҙайлылығы, милли ғорурлыҡ һаҡлауы, зиһен яҡтылығы, шәхестәре менән билдәләнә.

ШӘЖӘРӘНЕ НИ ӨСӨН ӨЙРӘНЕРГӘ КӘРӘК

үҙгәртергә

— Үҙ халҡыбыҙҙың тарихын белеү өсөн, — тип яуап бирергә әҙерләндегеҙ. Дөрөҫ. Быны аңлагас, бик һәйбәт. Сөнки беҙ әйткәйнек бит инде — бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырыбыҙҙан — тарихыбыҙҙан һут ала, тип. Тарихыбыҙ ни тиклем тәрән, ни тиклем данлы — шул хәтлем беҙҙә гөрурлыҡ тойғоһо һәм халҡыңа ышаныс нығыраҡ була.

Ә тағы ни өсөн өйрәнәбеҙ икән шәжәрәбеҙҙе? Дөрөҫ. Йәшәгән ерҙәребеҙҙе белер өсөн. Данлыҡлы мәшһүр шәхестәребеҙҙе белер өсөн.

Ә тағы ни өсөн? Һәм иң мөһиме? Әйтә алмаһағыҙ, бер миҫал килтерәбеҙ. Бына таҡтаға бер ғаиләнең ҡыҫҡаса ғына шәжәрәһен яҙабыҙ. Бер тармағын ғына.

Арыҫландан Ҡолҡаман, Ҡолҡамандан Миңзаман, Миңзамандан Айҙар, Айҙарҙан Руслан, Русландан Иван... һәм шул урында шәжәрә өҙөлә. Өҙөлөү генә лә түгел, был шәжәрәнең һис бер кемгә лә кәрәге ҡалмай. Ниндәй осраҡта шәжәрә өҙөлмәҫ ине? Дөрөҫ.

Беҙ шәжәрәне тарихты, үткәнебеҙҙе, йәшәгән ерҙәребеҙҙең ҡайҙарға йәйелеп ятҡанлығын, бөйөк шәхестәребеҙҙе белеү өсөн генә өйрәнеп ҡалмайбыҙ, ә уны дауам итеү хәстәрлеген дә күрергә тейешбеҙ.

Ә уны дауам итеү есөн ниндәй шарт кәрәк? Һинең шәжәрәңде, рухыңды, халҡыңды, телеңде, моңоңдо, ғөрөф-ғәҙәтеңде аңлаған һәм дауам итерлек, һинең атай-олатайҙарыңды һанға һуғырлыҡ кәләш алырға кәрәк икән. Шул саҡта ғына кеше тамырлы була.

Ә тамырһыҙ кеше ерҙә ышаныслы баҫып тора алмай, ышаныслы йәшәмәй. Быуынһыҙ, тамырһыҙ, маҡсатһыҙ, рухһыҙ була. Кәр кеше үҙ халҡы менән бергә йәшәп, уның рухи байлығын үҫтереү хәстәрлеген күрмәһә, кешелек донъяһында үҫеш булмай.

Сөнки тамырһыҙ ҡалған кеше халҡы тарихы менән ҡыҙыҡһынмай, уның рухи байлығына эйә булмай, шулай булғас, үҫтерә лә алмай. Уны бер генә нәмә — фәҡәт матди байлыҡ ҡына ҡыҙыҡһындыра. Ә матди байлыҡҡа ғына ынтылып йәшәгән кеше бәхетле була алмай. Киләсәккә бәхетһеҙ быуын, бәхетһеҙ бала ҡалдырмайбыҙ, шәжәрәбеҙҙе дауам итәбеҙ, нығытабыҙ, байытабыҙ, тип уйлаһағыҙ, хәҙерҙән үк зиһенегеҙгә үрҙә әйтелгәндәрҙе һеңдереп ҡуйһағыҙ бик яҡшы.

Башҡорт халҡының йәшәү бәхете шулай булған: үҙ халҡыңды дауам итеү, бергә йәшәү һәм башҡа халыҡтар менән татыу булыу; шәжәрәңде үҙ телеңде, моңоңдо белгән рухлы башҡорт балалары менән дауам итеү.

Уралда бик-бик борондан йәшәгән халыҡ бит ул башҡорт. Урал ул — Башҡорт иле. Ә инде һәр беребеҙ үҙ шәжәрәбеҙгә вайымһыҙ булып, һуңғы нөктәне ҡуйып йәшәһәк, халҡыбыҙ ҙа йотолоп бөтөр, Башҡорт иле — Башҡортостан Республикаһы ла булмаҫ, үҙ телебеҙҙә уҡый ҙа алмабыҙ, китаптар ҙа, гәзит-журналдар ҙа баҫылмаҫ, сәнғәтебеҙ ҙә һүнер.

Беҙ, иң боронғо халыҡтарҙан һаналған башҡорттар, фәҡәт үҙебеҙгә битараф булыуыбыҙ арҡаһында ғына Ер йөҙөнән мәңгелеккә юҡ ителеү хәүефе тыуҙырабыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ нисәмә быуаттар буйы күпме юғалтыуҙар менән әллә күпме ҡан ҡойоп халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, ижадыбыҙҙы, еребеҙҙе, илебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап килгән икән, хәҙер яҙмышыбыҙ минең, һинең, уның ҡулында. Шулай булғас, әгәр шәжәрәбеҙ һаҡланмаһа, яңынан төҙөп алайыҡ та уйланайыҡ.

Бына ни өсөн шәжәрәне ағас рәүешендә яҙғандар тәрәндән киләсәкте уйлай белгән зирәк аҡыллы атай-олатайҙарыбыҙ.

БАШҠА ХАЛЫҠТАР ШӘЖӘРӘ ЯҘҒАНМЫ?

үҙгәртергә

Башҡа халыҡтар ҙа шәжәрә яҙғандар. Тик төрлөсә аталған ул һәм төрлөсә алып барылған. Мәҫәлән, урыҫ халҡы летопись тип аталған яҙма алып барған. Йылъяҙма була ул башҡорт телендә. Уны Нестор тигән бер монах башлап ебәргән. Ундай яҙмалар I меңенсе йылдарҙа теркәлә башлаған. XV быуат аҙағында берҙәм Рус дәүләте барлыҡҡа килгәс, бер генә йылъяҙма алып барыла башлай. Ул инде дәүләт кимәлендәге эш һанала.

Ә хәҙер тарих тигән фән бар. Архив йыйыла. Унда илдәге, кешелек донъяһындағы бар нәмә теркәлә бара. Тик ғаилә тарихы ғына теркәлмәй. Ул һәр ғаиләнең үҙендә алып барылырға һәм һаҡланырға тейеш. •

ШӘЖӘРӘНЕ БЕЛМӘҮ НИМӘГӘ КИЛТЕРӘ?

үҙгәртергә

Уҡыусылар, шәжәрәне дауам итмәүҙең нимәгә килтергәнен аңлағанһығыҙҙыр? Ә бына уны бөтөнләй белмәүҙең нимәгә килтергәнен әлегә аңламайбыҙ.

  • Беренсенән, һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Уларҙы белмәү — наҙанлыҡ билдәһе ул.
  • Икенсенән, башҡорт ете быуынын ятҡа белергә тейеш, тип әйткәндәр боронғолар. Сөнки яҡын туған кешеләр үҙ-ара өйләнешһә, балалар йә физик, йә аҡыл яғынан зәғиф була.
  • Өсөнсөнән... Ҡәҙерле уҡыусылар! Әгәр «Йәншишмә» гәзитен даими уҡып барһағыҙ, үҙегеҙ ҙә һығымта яһарһығыҙ. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарынан бик күп балалар «Беҙ кем?» тип һорап яҙалар. «Татар булһаҡ, ни өсөн беҙҙең холоҡ-фиғелебеҙ башҡортса һәм боронғолар, беҙ башҡорт инек, тиҙәр. Башҡорт булһаҡ, ни өсөн татарса уҡыталар?» — тип яҙалар улар, әрнеп.

Билдәле булыуынса, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына буләр, иректе, юрмый, бәйләр, йәнәй, гәрә, ҡырғыҙ, йылан, ҡаңлы, ғәйнә, уран, балыҡсы, ун, танып һәм башҡа төркөмдәр инә.

Улар Зәй, Ыҡ, Чусовая, Сылва һәм башҡа йылғалар буйында йәшәйҙәр. Хәҙерге Ҡариҙел, Кушнаренко, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Баҡалы, Асҡын, Тәтешле, Бөрө, Мишкә, Борай, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Балтас райондары һәм Пермь өлкәһенең ҡайһы бер райондары, шулай уҡ Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә, Мөслим, Туҡай, Баулы райондары биләгән ерҙәрҙә йәшәй башҡорттар.

Әммә һөйләштәрендә «с», «з», «ч» өндәренең йышыраҡ осрауынан сығып, Татарстан ғалимдарының тырышлығы менән улар татарса уҡып алып китәләр. Бер быуатҡа яҡын алып барылған бындай «тырышлыҡ» үҙ һөҙөмтәһен бирҙе — ул яҡ башҡорттары шәжәрәләрен белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтә башланы.

«Ағиҙел»( 1971 йыл, 4-се һан) журналында татар ғалимы Әхмәт Булатовтың тарихи мәғлүмәттәргә бай мәҡәләһе баҫылғайны. «Башҡорттар тураһында боронғо мәғлүмәттәр» тип атала ул.

Ошо мәҡәләлә автор Көнсығыш һәм Көнбайыш ғалимдарының, сәйәхәтселәренең яҙмаларынан өҙөктәр килтерә һәм уларҙың географияһы буйынса ҡыҙыҡлы карталар баҫтыра. Ошо мәҡәләлә телгә алынған һәм баҫылған Исаак Масса картаһында Кама, Чусовая йылғалары буйында башҡорттар йәшәүе тураһында яҙыла, «Иҙриси карталарына ҡарағанда, тышҡы башҡорт (Иҙриси үҙ яҙмаларында Кама йылғаһының түбәнге ағымынан Каспий диңгеҙенең төньяғына тиклем ерҙәрҙе Эске Башҡорт, ә Каманың өҫкө ағымында урынлашҡандарын Тышҡы Башҡорт ере тип билдәләгән) ҡалаһы Ҡазира хәҙерге Соликамск — Чердынь ҡалаһы тирәләрендә булған тип әйтергә мөмкин», — тип яҙа ғалим.

XI — XII быуаттарҙа уҡ был өлкәлә йәшәүсе, башҡорт булып тарихҡа ингән халыҡ, үҙенең шәжәрәһен белмәү арҡаһында, икенсе милләттән йотолдо.

Шәжәрәне белеүҙең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген атай-олатайҙарыбыҙ төптән аңлаған. Хәҙер һеҙ ҙә аңлағанһығыҙҙыр.

НИ ӨСӨН ШӘЖӘРӘЛӘР АҘ ҺАҠЛАНҒАН

үҙгәртергә

Рәсәйҙә Октябрь революцияһынан һуң дингә ҡаршы көрәш башлана:

  • боронғо китаптарҙы юҡҡа сығаралар, яндыралар, ташлайҙар, мәсет манараларын ауҙарып, унда һаҡланған китаптарҙы ырғыталар.
  • Дини китаптар менән бергә тотош шәжәрәләр ҙә, әҙәби әҫәрҙәр ҙә юҡҡа сыға.

Өлкәндәр бөтә китапҡа ла — диниме ул, боронғо әҫәрҙәрме — изге итеп ҡараған һәм уны һаҡлау сараһы күргән. Хатта ҡайһыларын үлгән кеше менән бергә күмгәндәр.

Ҡамғаҡ тип аталған үҫемлек бар, Тамыры ҡыҫҡа ғына. Шуға күрә көслөрәк ел иҫһә, йолҡолоп сыға ла ел ыңғайына тәгәрәй ҙә китә. Үҙ шәжәрәбеҙҙе, тамырыбыҙҙы тәрән белмәһәк, беҙ ҙә шундай ҡамғаҡҡа әйләнербеҙ. Ә ҡамғаҡҡа әйләнеп һәр яҡтан иҫкән ел ыңғайына тәгәрәп йөрөү — йәшәү түгел.

Беҙҙең заман да тарихҡа ҡалыр. Беҙҙең балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ, тыуаларыбыҙ шәжәрә эҙләп ҡаңғырыр. Ә инде ғаилә шәжәрәһе булһа, уны башлаусыға рәхмәттәр уҡырҙар.

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, ҡалын альбом битенә бик матур итеп шәжәрә башлайыҡ. Өйҙә атай-әсәйегеҙ менән бергәләшеп башлаһағыҙ ҙа була.

Өйгә эш.

  • Ғаилә шәжәрәһе башларға.

Һорауҙар.

  • Туғандарығыҙ араһында шәжәрә дауам итерлек ғаилә ҡороусылар нисәү?
  • Шәжәрә төҙөгәс, уны дауам итеүҙе кемгә тапшырып булыр ине?

Ә хәҙер, ҡәҙерле уҡыусылар, бер аҙға ғына күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ.

...Йәшел урман. Ниндәй генә ағас үҫмәй бында, ҡайһылай ғына шауламай. Бына бер саҡ шатыр-шотор, таҡ-туҡ иткән тауыштар ишетелә, мөһабәт, ҡеүәтле, һомғол, ныҡ имәндәр, ҡайындар, йүкәләр, ҡарағайҙар берәм-берәм ауа башлай. Ауҙарылалар. Унан тамырҙарын йолҡоп, аҡтарып алып ырғыталар.

Урманыңдан ни ҡалды? Ә, бәлки, ҡалғандыр? Шул ҡеүәтле ағастарҙың йә үҫентеһе, йә тамырынан шытып сыҡҡан йәш ағасы беҙ түгелме икән? Ҡамғаҡ хәленә ҡалмағанбыҙҙыр бит?

ЙӘНТӨЙӘГЕБЕҘ — КӨНЬЯҠ УРАЛ

үҙгәртергә

Ҡәҙерле балалар! Бына һеҙ шәжәрә хаҡында ла белдегеҙ, халҡыбыҙ тарихы менән дә таныштығыҙ. Хәҙер инде иң төп һорауға ла яуап бирә алаһығыҙ. Йыш ҡына ошондай һорау бирәләр: «Башҡорттар ҡайһы яҡтарҙан күсеп килгән һуң?» Ә беҙ хәҙер яуапты дөрөҫ бирә алабыҙ.

Халыҡ милләт булып ойошһон өсөн бик күп шарттар кәрәк:

  • тел берлеге,
  • ғөрөф-ғәҙәт,
  • йолалар, йәғни традициялар уртаҡлығы,
  • төйәкләнгән географик урын һ. б.

Башҡорт тип аталмаған саҡта уҡ Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡҡа ырыу-ырыу булып башҡа яҡтарҙан төрлө халыҡтар килеп ҡушылған һәм урындағы халыҡ менән ҡатнашып башҡорт тигән милләтте хасил иткән.

Милләтте йылға менән сағыштырырға була. Әйтәйек, Ағиҙел йылғаһы Бөрйән районында башлана ла уға әллә ни саҡлы ҡушылдыҡтары үҙ һыуын ҡоя. Ағиҙел киңәйә, тулы һыулы йылға булып китә. Әммә бер кем дә Ағиҙелде уның ҡушылдығы ҡойған ерҙән башлана тип әйтмәй.

Шуның һымаҡ уҡ — теге йәки был ырыу Уралға ҡайҙан күсеп килгән тигән һорау биреү дөрөҫ. Ә башҡорт ошо ерҙә милләт булып формалашҡан, ошо ерҙә традициялары, мәҙәниәте бар булған, бай йөкмәткеле фәлсәфәүи ҡобайырҙары ижад ителгән, тамыры Сал Уралдың үҙе кеүек үк боронғо.

Бөгөнгө көндә ырыуҙарыбыҙҙың һәр береһенең үҙ төйәге бар:

  • Юрматылар Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка райондары ауылдарында һәм Мәләүез районының ҡайһы бер ауылдарында йәшәй.
  • Үҫәргәндәр Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр районының ҡайһы бер ауылдарында көн итә.
  • Түңгәүерҙәр Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондарында йәшәй.
  • Бөрйән башҡорттары Бөрйән, Баймаҡ райондарында, шулай уҡ Күгәрсен һәм Мәләүез, Көйөргәҙе райондарының ҡайһы бер ауылдарында ла йәшәй.
  • Тамъяндар Әбйәлил, Белорет, Мәләүез районы ауылдарында йәшәй.
  • Ҡыпсаҡтар Көйөргәҙе, Күгәрсен, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Ишембай, Әлшәй, Илеш районы ауылдарында йәшәй.
  • Әйле ырыуы башҡорттары Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан райондарында, тимәк, нигеҙҙә, Әй буйы ауылдарында төйәкләнгән.
  • Ҡатайҙар Белорет, Балаҡатай, Шаран райондары ауылдарында йәшәй.
  • Табындар Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангель, шулай уҡ Учалы, Әбйәлил райондары ауылдарында йәшәй.
  • Мең ырыуҙары Өфө, Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Нуриман, Иглин райондары ауылдарын төйәк иткән.
  • Танып, балынсы, ун, уран башҡорттары Ҡариҙел, Асҡын, Тәтешле, Бөрө, Мишкә, Борай, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Балтас райондары ауылдарында йәшәй.
  • Йәнәй, гәрә, тсыргыҙ, йылан, нацлы, дыуанай, йәлдәк башҡорттары Ағиҙел йылғаһының ике яҡ ярында Башҡортостандың төньяҡ-көнба-йышында йәшәй. Йәки Кушнаренко, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Баҡалы райондары башҡорттары ошо ырыуҙар вәкилдәренән тора.

Бынан тыш хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһына индерелмәгән, әммә борон-борондан башҡорт ырыуҙары йәшәгән төйәктәребеҙ бар.

  • Ҡурған өлкәһенең Әлмән районында катай, әй ырыуҙары башҡорттары йәшәй. Ошо уҡ өлкәнең Сафакүл районында ҡалмаҡ, табын,эй ырыуҙары, ә Щучье районында калмак ырыуы йәшәй.
  • Ырымбур өлкәһенең Абдулла районы Абдулла ауылында табын, юрматы, ҡыпсак ырыуҙары башҡорттары йәшәй.
  • Александровка районында табын, бөрйән, юрматы, ә Ҡалмаҡ ауылында үҫәргән башҡорттары төйәк тапҡан.
  • Беляевск районы ауылдарында — үҫәргән, Гай районында үҫәргән, ҡыпсаҡ, Красногвардейск районы ауылдарында бөрйән, табын, юрматы, ҡыпсаҡ, мең, Ҡыуандыҡ яҡтарында — үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән башҡорттары йәшәй.
  • Октябрь, Переволоцк, Ново-Сергиевка, Һарыҡташ, Тоцк, Төйлөгән райондарының башҡорт ауылдарында ла бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, тамъян башҡорттары көн итә.
  • Пермь өлкәһенең Барҙым, Уса, Пермь, Добрянский райондарында ла ғәйнә ырыуҙары башҡорттары йәшәй.
  • Һамар өлкәһенең Оло Глущин, Оло Чернигов райондарында бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргән, түңгәүер башҡорттары төйәк тапҡан.
  • Һарытау өлкәһенең Перелюб, Пугачев райондарында бөрйән, кыпсак, ҡатай, үҫәргән, түңгәүерҙәр йәшәй.
  • Свердловск әлкәһенең башҡорт ауылдарында ҡошсо, һыҙғы, ғәйнә, өпәй ырыуы башҡорттары әлегәсә йәшәй.
  • Татарстан Республикаһында бик күп ауылдарҙа башҡорт ырыуҙары көн итә.

Ағрыз, Аҙнаҡай, Аҡтаныш райондарында байҙар, йәнәй, юрмый, бүләр, тырғыҙ ырыуҙары башҡорттары, шулай уҡ Әлмәт, Бөгөлмә, Баулы, Лениногорск, Йылабуға, Миңзәлә, Мөслим, Октябрь, Сәрмән, Саллы (Челны) райондарында ла мең, байҙар, табын, ирәкте, тамъян, бүләр, ҡырғыҙ ырыуҙары башҡорттары йәшәй.

  • Силәбе өлкәһендә Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары ауылдарында әй, табын, ҡатай, һеңрән, һалйот, ә Сосновка, Троицк, Уй, Сыбаркүл, Этҡол райондарында эй, табын, һеңрән, һыҙғы башҡорттары йәшәй.

Һығымта яһайыҡ

үҙгәртергә

Борон-борондан тыуған төйәге тип һанаған, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған, туған әсәһендәй күргән был ерҙәрҙе башҡорт халҡы. Шулай булғас, Башҡортостанда кемдәр йәшәй? — тигән һорауға беҙ: «Башҡортостанда башҡорттар һәм 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй», — тип яуап бирергә тейешбеҙ.

Кем генә йәшәмәһен Башҡортостанда, урыҫмы ул, татармы, сыуашмы, маримы, әрмәнме, ҡырғыҙмы йәки немецмы — уларҙың һәр береһенең үҙ тыуған ере бар.

Ә башҡорттарҙың тыуған ере, тыуған иле — Башҡортостан. Шуның өсөн дә ул ерле халыҡ тип атала, ә башҡалар, хатта балалары ошонда тыуһа ла, күсеп килгән милләт вәкилдәре. Сөнки үҙҙәре бында тыуһа ла, халҡының тамыры бында түгел.

БАШҠОРТ АУЫЛДАРЫ

үҙгәртергә

Беҙ «Шәжәрә» тигән теманы үткән саҡта уҡ шәжәрәһен белмәгән ауылдарҙың бөгөнгө көндә ниндәй бәхетһеҙлеккә дусар булыуын телгә алғайныҡ инде. Үҙ ҡаныңды, ҡан-ҡәрҙәштәреңде, килеп сығышыңды, ғөрөф-ғәҙәттәреңде, ҡаныңа ниндәй зат аң-белем, зиһен һалғанлығын белмәү, әлбиттә, бәхетһеҙлек.

Фәҡәт үҙ асылы, үҙ булмышы нигеҙендә тәрбиәләнгән кеше генә яҡты донъяла йәшәү осоронда бар һәләте менән асыла, ысын бәхет кисерә ала. Сөнки кешенең ысын бәхете тәмле ашау, матур кейенеү, ил гиҙеп йөрөү, мул йәшәү менән генә билдәләнмәй.

Ысын бәхет — ул тәбиғәт биргән һәләтеңде тулыһынса асып, илеңә, халҡыңа хеҙмәт итеп, үҙ юлыңды дауам итерлек балалар тәрбиәләп йәшәүҙә. Ҡыҫҡаһы, үҙ тамырыңдан һут алып, олоноңдо нығытып, емеш биреүҙә. Э бер ағас тамыры икенсе ағас тамырына һут бирә алмай, тимәк, фәҡәт үҙ асылың менән йәшәгәндә генә һин тәбиғи һәләтлегеңде тотош аса алаһың.

Ауылдарыбыҙҙың тарихын, шәжәрәһен белмәгәнлектән, байтаҡ милләттәштәребеҙ бөгөнгө көндә үҙ асылын белмәй. Ғалим Әнуэр Әсфәндиэров ағайығыҙҙың рус телендә «История сел и деревень Башкирской АССР» тигән белешмә-китаптары баҫылып сыҡты. Күптәр өсөн һуңлап сыҡты шул улар. Байтаҡ башҡорт ауылдарында бөгөнгө көндә татар мәктәптәре эшләй. Миңзәлә районы, Пермь өлкәһе, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттары ошо яҙмышҡа дусар.

Шуға күрә башҡорт ауылдарының тарихын белергә теләүселәр, үҙ ауылы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Әнуэр Әсфэндиэроө ағайығыҙҙың ошо белешмәләренән мәғлүмәт алығыҙ.

Ауылдарҙың атамалары уға нигеҙ һалыусы кеше йәки ырыу исеме менән ҡушылған. Төйәк иткән урындың үҙенсәлеге лә ауыл исемендә сағылыш тапҡан.

Ауыл йәки кеше йәшәгән башҡа урын атамаларын ойконимия тигән фән өйрәнә. Был бик тә кәрәкле фән. Сөнки ойконимия фәне аша беҙ халҡыбыҙ тарихына ҡараш ташлай алабыҙ.

Фирҙэуес Хисамитдинованың 1991 йылда «Башкирская ойконимия XVI — XIX вв.» тигән хеҙмәте баҫылып сыҡты. Үҙ ауылдарығыҙ хаҡында был китаптан да бай мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Ниндәй булған һуң башҡорт ауылдары? Ғалим С. И. Руденконың фекеренсә, башҡорттарҙың бер ҡалыплы ауылдары булмаған. Хужалыҡ төрө, күрше ырыуҙарҙың йоғонтоһо, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, шарттар тәьҫире булған ауылға. Әйтәйек, башҡорт өй тәҙрәһен көндөң сығышына ҡаратыр булған, йылға ярҙарына, әммә шул уҡ ваҡытта түңерәк (ҡалҡыу) урындарға өй һалған. Бер ырыу башҡорттарының өйө икенсе ырыуҙыҡыма оҡшамаған.

Яҙма мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорт ауылдары күп булған, әммә йыш урынлашмаған, сөнки мал аҫрап йәшәгән халыҡ өсөн ер күп кәрәк булған. Ә инде, азатлыҡ, ғәҙеллек яуларға баш күтәреүҙәр, ихтилалдарҙан һуң уларҙың күбеһе мәңгелеккә ер йөҙөнән юҡ ителгән, хатта ҡайтанан ауыл урынлашмаһын өсөн тибен, сәсеүлек, көтөүлектәр ҙә юҡҡа сығарылған. Мәҫәлән, Урал аръяғында ғына 1740 йылда 537 ауыл яндырылған.

Революция һәм граждандар һуғышы йылдарында байтаҡ ҡына ауылдар бәләкәйләнеп ҡала, ә инде 1921 йылғы аслыҡтан һуң тағы байтаҡ ауылдар юҡҡа сыға. Был ауылдарҙың халҡы йә астан ҡырыла, йә сит яҡтарға тырым-тырағай сығып китә.

1941—1945 йылғы Ватан һуғышында байтаҡ ҡына ирҙәр һәләк булып ҡалғанлыҡтан, башҡорт ауылдары күп йылдар буйы йүнләп аяҡҡа баҫып китә алмай. Хәл йыйып, рәтле генә донъя көтә башлаған халыҡты яңы афәт көтә — ауылдарҙы эреләтеү. Мал бағыу, иген сәсеү һәм өй тирәһендә баҡса тотоу менән шөғөлләнгән халыҡҡа, әлбиттә, бәләкәйерәк ауылдарға тупланыу ҡулайлыраҡ була.

Әммә «перспективаһыҙ» тигән мөһөр һалынып, бик күп матур-матур ауылдар, тарихи әһәмиәткә эйә булған, шулай уҡ ҙур-ҙур шәхестәр тыуған ауылдар юҡҡа сығарыла. Бәләкәй ауылдарҙа тупланып йәшәүсән халҡыоыҙ тамырына тағы балта сабыла, Ауылдар бөткәс, дөрөҫөрәге, бөтөрөлгәс, халыҡ таралыша. Башҡортостандан ситкә китеүселәр ҙә байтаҡҡа арта.

Күрәһегеҙ, ауыл яҙмышы — халыҡ яҙмышы.

Бөгөнгө ауыл

үҙгәртергә

Бөгөнгө ауылдарҙың йөҙө үҙгәрҙе. Өйҙәр һәйбәтләнде, ауылдар төҙөк, сит яҡтарҙан йәштәр ҡайта. Тик тағы бер хәүеф һағалай: сит-ят яҡтарҙан башҡа милләт, бүтән ғөрөф-ғәҙәт кешеләре тулып китеп, ауыл традицияларына, йолаларына, тәрбиәүи ҡанундарына зыян килтермәһәләр ярар ине. Сөнки академик В. И. Вернад-ский (1863 —1945) асҡан һәм ноосфера тип аталған ҡатламға һәр милләт үҙенә генә хас нур өҫтәп тормаһа, Кешелек донъяһының һәләкәткә килеүе лә ихтимал, Билдәле булыуынса, нәҡ ошо ҡатлам Кешелек донъяһы менән үтә лә тығыҙ бәйләнештә һәм ул Ер йөҙөнән алынған нурҙар иҫәбенә йәшәй.

'Ә үҙенсәлеген, телен, моңон юғалтҡан халыҡ ноосфераға үҙ нурын өҫтәй алырмы?'

Һорауҙар.

  1. Ауылығыҙҙа нисә йорт һәм күпме кеше йәшәй?
  2. Мәктәбегеҙҙә ниндәй телдә уҡыйһығыҙ, уҡыусылар нисәү?
  • Был мәғлүмәттәрҙе яҙған дәфтәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Арағыҙҙа тарих, ойконимия, топонимика, этнография һәм башҡа фәндәр менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, әлеге йыйған мәғлүмәттәр, һис шикһеҙ, кәрәк буласаҡ.

ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ

үҙгәртергә

Хәҙер Шәжәрә байрамын ауыл, район кимәлендә үткәрә башланылар. Был бик яҡшы. Әммә уны синыф менән үткәреү ҙә кәрәк. Һәр уҡыусы үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөй. Төҙөлгәндәре булһа, яңы мәғлүмәттәр өҫтәй. Синыф бүлмәһенә был шәжәрәләр элеп ҡуйыла. Һәр уҡыусы үҙ шәжәрәһенән берәй данлы шәхес хаҡында һөйләй. Бынан тыш үҙ ғаиләһенә, үҙ шәжәҫә-нәҫеленә генә хас булған берәй бүләк әҙерләй. Йыр, бейеү, ҡул эше, көләмәс йәки иҫтәлекле тарих булырға тейеш ул. Бер генә дәрестә шәжәрә байрамы үткәреп булмай. Шуның өсөн ике дәресте бергә тап килтерергә кәрәк.

Шәжәрә байрамы — ата-олатайҙарыбыҙ алдында рухи яуаплылыҡ тойғоһон күтәреү ул.

Халыҡ тарихы

үҙгәртергә

Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә ырыу шәжәрәләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Быны үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ. Ә тарихсы ғалимдарыбыҙ ырыу шәжәрәләренән тыш ғаилә шәжәрәләрен дә файҙаланған, өйрәнгән, әһәмиәтле мәғлүмәттәр алған. Әйтәйек, бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған «Башҡортостан тарихы» тигән хеҙмәтендә «Күсем улдарының Башҡортостанда эшмәкәрлектә булғандарының шәжәрәһе»н ентекләп өйрәнә.

Былай тип яҙа ул:

«Башҡортостандың үҙаллылыҡ өсөн хәрәкәттәренә етәкселек иткән Күсем хан улдарының шәжәрәһе, Үтәмеш Хажи, хиуалы Бабажан Манғыт, Мунис, Агеһи күрһәтеүенсә, шулай уҡ ҡарағалпаҡ һәм башҡорт шәжәрәләренә ҡарағанда, урыҫтарҙың Себергә, ҡарағалпаҡтарға һәм нуғайҙарға бәйле архив мәғлүмәттәренә ярашлы рәүештә түбәндәгеләр булыр:

Күсем хан 1598 йылдың 4 авгусында вафат була. Улдарынан Ғәли хан, Ишем солтан һәм Сыуаҡ солтан билдәле. Ғәли хан 1616 йылда үлә. Улдары Арыҫлан солтан, Хансунер менән Жансувер, урыҫтар тарафынан әсир ителеп, Мәскәүгә ебәрелә һәм Ҡырымға күсерелә. Хансуверҙан мәшһүр Әхмәт Гәрәй солтан тыуған, ул Ҡырым, Хиуа, башҡорт һәм ҡарағалпаҡ дауҙарында ҡатнашҡан».

Иғтибар итеүегеҙсә, балалар, тарихсылар өсөн һәр нәмә мөһим.

БОРОНҒО ЯҘМАЛАРҘА ТАРИХ САҒЫЛЫШЫ=

үҙгәртергә

Беҙҙең эраның VIII быуатынан башлап илебеҙгә ғәрәп сәйәхәтселәре, ғалимдары килеп сығалар. Уларҙың юлъяҙмаларында, география карталарында, этнография буйынса тикшеренеүҙәрендә халҡыбыҙ тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр таба алабыҙ.

Грек, әрмән, фарсы ғалимдары ла булып киткән. Әммә уларҙың яҙмаларында башҡорттар төрлө атамалар менән телгә алынған. VII быуатта йәшәгән исеме билдәһеҙ әрмән географы «Әрмән географияһы» тигән хеҙмәтендә Иҙел йылғаһының урта ағымында бутка тигән халыҡ йәшәй тип яҙа. Аҙағыраҡ М. И. Артамонов тигән ҙур ғалим «Хазарҙар тарихы» тигән әҫәрендә бутка тигән халыҡтың башҡорт булыуын иҫбатлай.

IX быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләмәт-Тәржемэни Яйыҡ йылғаһы буйҙарында, Көньяҡ Уралда башҡорт ҡәбиләләре йәшәүе тураһында яҙып ҡалдырған.

Мөхәммәт Иҙриси исемле сәйәхәтсе ғалим «Донъя географияһы» тигән әҫәрендә: «Хазар тарханы янынан киткәс, 27 көн буйына башҡорт тоҡомо еренән үттек», — тип яҙа (Әхмәт Булатов мәҡәләһенән. — Авт). Ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Башҡорт тарихы» исемле хеҙмәтендә тағы ла тулыраҡ мәғлүмәттәр бирелә.

Көньяҡ Уралда йәшәгән тәүхалыҡтар кем тип аталғандыр. Әммә ошо ерҙәрҙә йәшәүсе олатайҙарыбыҙ тирәһенә төрлө яҡтан күсеп килгән ҡәбиләләр башҡорт халҡы булып тупланған. Шуға ла башҡорттар буй-һындары, төҫ-баштары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә төрлө. Шуға ла халҡыбыҙҙың сәнғәте, йыр-моңо, зауҡы иҫ китмәле бай һәм төрлө, донъяға ҡарашы киң, донъяны аңлауы тәрән.

Ҡаҙылма ҡомартҡылар ҙа тарих һөйләй

үҙгәртергә

Боронғо ҡалаларҙы, нығытмаларҙы, зыяраттарҙы ҡаҙып тикшереүсе ғалимдарҙы археологтар тип атайҙар.

Ҡаҙылған урындарҙа төрлө әйберҙәр табыла. Ҡорал, һауыт-һаба, биҙәнеү әйберҙәре...

Был табылған әйберҙәргә ҡарап теге йәки был халыҡтың биләмәһен, ҡайҙа йәшәгәнлеген, ҡайҙан күсеп килгәнлеген белеп була. Шуға ла ҡайһы бер ғалимдар «башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәңкәләре лә тарих һөйләй» ти. Был дөрөҫ. Сөнки тәңкәләргә ҡарап, халыҡтың кемдәр менән алыш-биреш, сауҙа иткәнлеген, был ерҙә ҡасан йәшәгәнлеген белеп була.

ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ ЛА ТАРИХМЫ?

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары фәнни телдә топонимика тип атала. Ғалим Рәшит Шакур уны хатта «ерҙең хәтер китабы» тип тә атай.

Ысынлап та шулаймы икәк? Исемдәрҙе былай ғына ҡушмайҙармы? Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа үҫеп сыҡҡан яңы ҡалаларға шулай ҡушалар бит. Салауат ҡалаһы, Ағиҙел ҡалаһы...

«Юҡ, — ти ғалим Рәшит Шәкүр. — Һәр атама — үҙе бер хәтер», — тип иҫбат итә. Бына, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының исеменә йүнәлтәйек иғтибарҙы.

Ғалим П. И. Рычковтың яҙыуынса, был ҡала элек Имәнҡала тип йөрөтөлгән. «Ә Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем бында Торатау тигән ҙур ғына ҡала булған», — тип яҙа ғалим.

Ә ни эшләп Өфө булып киткән һуң? Был хаҡта бәхәстәр һаман дауам итә. Рәшит Шәкүр, ғалимдар Т. М. Ғарипов һәм Н. К. Дмитриевтың фекерҙәренә таянып, «Уфа» һүҙенең «уба» тигән һүҙҙән килеп сығыуын әйтә.

Башҡорт телендә «таба» тигәнде «тава», «ҡибла» тигәнде «ҡивла», «бабай»ҙы «бавай» тип әйтеү бар. Ә инде «Өфө», бәлки, «Уфа»ның йомшаҡ формаһылыр.

Тағы ла тел ҡанундарына яраҡлашҡандыр. Асы — әсе, һалмаҡ — һәлмәк, хас — хәс, ауыш — әүеш кеүек. «Уба» тигән һүҙ тауҙы аңлата.

Армыт-армыт тауҙар башында урынлашҡан бит баш ҡалабыҙ. Профессор Жәлил Кейекбаев та ошо ҡарашта ине. Хәҙер инде топонимик атама менән археологик ҡаҙылмаларҙың ни һөйләгәнен белербеҙ. Ғалим-археолог Нияз Мәжитов яҙмаларына күҙ ташлайыҡ.

БОРОНҒО ӨФӨ

үҙгәртергә

Тәүге башҡорт ҡалаһы тураһында һөйләгәндә, боронғо Өфөнөң ҡайһылайыраҡ урынлашҡанын күҙ алдына килтерәйек. Боронғо Өфө хәҙерге Пушкин урамының түбәнге осонда булған. Ҡаланың тирә-яғы текә яр, ялан яҡтан ер стена һәм тәрән соҡор менән нығытылған. Соҡор менән стена урындары хәҙерге көнгәсә матур һаҡланған.

Ҡаласыҡ биләмәһендә төрлө төҙөлөш, биҙәү әйберҙәре дүрт метр ҡатлам булып ята. Бында халыҡтың күп быуаттар буйы йәшәгәнлеген әйтеп була. Ҡомартҡыларының байлығы һәм ҙурлығы яғынан Өфө ҡаласығы Көньяҡ Уралда әһәмиәтле урын ул. Табылған материалдарға ҡарағанда, Өфө ҡаласығының нигеҙен яңы эраға тиклемге IV — II быуаттарҙа (сама менән) йәшәгән ҡәбиләләр башлап һалған.

Әлбиттә, уларҙы сығышы яғынан боронғо башҡорттар тип әйтеп булмай хәҙергә, ләкин бына V — Х быуаттарҙа инде ҡаласыҡта ысын башҡорт ҡәбиләләре вәкилдәре йәшәгән тип әйтеп була.

Хәҙер Өфө ҡалаһы территорияһында V — VIII быуаттарҙа күмеп ҡалдырылған бик күп һәм бик бай ҡәберлектәр билдәле. Унда, һис шикһеҙ, боронғо ҡаласыҡта йәшәгән кешеләр ерләнгән. Ошондағы табыштар буйынса, бында боронғо башҡорттар йәшәгән, тип әйтеп була. Тимәк, Өфөнөң тарихы меңәр йыллап иҫәпләнә.

«Башҡорттар — күсмә халыҡ. Уларҙың ҡалалары ла, археологик ҡомартҡылары ла булмаған», — тигән ҡараш байтаҡ йәшәй килде. Хәҙер инде Арҡайым үҙе генә лә быны тулыһынса кире ҡаға, Ә Иҙрисиҙец 1154 йылда төшөргән картаһында башҡорттарҙың Ҡазира, Мазира, Ҡараҡыя, Минжан (Нимжан?) тигән ҡалалары төшөрөлһә, бик ҙур Башҡорт тигән ҡала барлығы ла әйтелгән ул заман сәйәхәтселәре яҙмаһында.

РИҮӘЙӘТТӘРҘӘ ТАРИХ САҒЫЛЫШЫ

үҙгәртергә

Кәҙҙең кеүек зирәк, ҡыҙыҡһыныусан балалар олатай-өләсәйҙәренән, атай-әсәйҙәренән халыҡ тарихы тураһында һорашҡандарҙыр. Өлкәндәр уларҙың һорауҙарына ҡул һелтәп ҡуймай, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡандырыу өсөн үҙҙәре белгән тиклем мәғлүмәттәрҙе ҡушып легендаға (ҡарһүҙ һымаҡ) һалып, бәйән иткәндәрҙер. Шулай итеп, халыҡ тарихы тураһында риүәйәттәр барлыҡҡа килгән. Ә риүәйәттәр халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыусан, сөнки күңелгә ятыш сюжет, яғымлы тел менән хикәйә ителә. Ундай легендалар быуындан быуынға, телдән телгә күсә, шымара, камиллаша, яңынан-яңы мәғлүмәттәр өҫтәлә. Ҡайһылары бөтөнләйе менән тарихи дөрөҫлөккә тап килеп тора.

Мәҫәлән, башҡорт һүҙенең килеп сығыуы тураһында риүәйәт.

«БАШҠОРТ» һүҙенең килеп сығышы тураһында фараздар

үҙгәртергә

«Башҡорт» һүҙенең килеп сығыуы тураһында 30-ға яҡын фараз бар. Әйтергә кәрәк, милләттең атамаһы тураһында бер төрлө генә фекергә килә алмау беҙҙең башҡорттарҙа ғына түгел, ә бәлки башҡа бик күп милләттәр ҙә үҙ этнонимының (атамаһының) барлыҡҡа килеүенең асығын белмәй. Мәҫәлән, ғәрәп ғалимы Абу Мансур әл-Азхари Х быуатта уҡ: «Ғәрәптәрҙе ни өсөн ғәрәп тип атауҙары тураһында кешеләрҙең фекерҙәре төрлөсә», — тип яҙған.

Үҙебеҙҙең этнонимыбыҙҙың иң киң таралған биш версияһын ҡарап үтәйек:

1.Башҡорт — баш бүре һүҙенән барлыҡҡа килгән. Баш — төп, юлбашсы һәм ҡорт ( «ҡорт» һүҙе боронғо төрки телендә «буре» тигәнде аңлатҡан).

Был ҡарашҡа халҡыбыҙҙың легендаһы ла тап килә. Әйҙәгеҙ, риүәйәткә күҙ ташлайыҡ.

БАШ БҮРЕ

үҙгәртергә

Борон-борон заманда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, өйөр-өйөр мал көтөп, һунар итеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгән, ти.

Бер ваҡыт улар, мал көтөүгә арыуыраҡ урын эҙләп, күсеп киткәндәр. Бик күп ер үткәс, былар бер көтөү бүрегә тап булғандар. Ошо көтөүҙе йөрөткән баш бүре көтөүенән айырылып сыҡҡан. Ул күсеп китеп барыусы каруан алдынан төшкән дә юл башлап алып киткән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, бүре артынан килә торғас, бик матур туғайлы йылғаларға, урманға, емеш-еләккә, йәйлеккә бай ергә килеп сыҡҡан. Бындағы тауҙар, күккә олғашып, күҙ яуын алып торалар икән.

Ошо ергә килеп еткәс, баш бүре туҡтаған. Ырыу ҡарттары бергә йыйылып: «Беҙ ошонан да матур ер тапмабыҙ, бындай ер донъяла юҡ, ошонда ғүмер итәйек», — тигәндәр. Ошо матурлыҡҡа, байлыҡҡа тиңе булмаған ерҙә тирмә ҡороп, мал үрсетеп, һунар итеп йәшәй башлағандар.

Шул ваҡыттан бирле ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен баш бүре артынан килгән кешеләр, йәғни «башҡорттар» тип йөрөтөр булғандар. Борон бүрене «ҡорт» тип йөрөткәндәр. "Баш ҡорт артынан килеүсе халыҡ» тип әйтеү — «баш бүре» улынан килеүсе тигәнгә тиң. «Башҡорт» һүҙе бына ошонан килеп сыҡҡан.

Был риүәйәттә башҡорттарҙың ҡайһы яҡтан килеүе тураһында мәғлүмәт булмаһа ла, уларҙың бай тәбиғәтле урынды һайлауҙары, Башҡортостан еренең, ысынлап та, башҡа яҡтар менән сағыштырғанда, матурыраҡ ер булыуы хаҡында әйтелә.

Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә башҡорттарҙың Төрөк яғынан килеп сығыуы тураһында ла әйтелә.

Алтай яғынан килгәндәр. Ҡорҡот исемле башлыҡтары булған», — тигән легендалар ҙа йөрөй.Ғәйнә ырыуы башҡорттарының Уралға боланға ултырып килеүе хаҡында ла һөйләй легендалар.

Башҡорттарҙың Алтай, Төркиә, Һиндостан һ ом башҡа әллә ҡайҙарҙан килеүҙәре тураһында риүәйәттәрҙең булыуы һис тә юҡҡа түгел. Сөнки башҡорт халҡының төп өлөшөн тәшкил иткән биләләр төрлө яҡтарҙа йәшәгән.

2.Башҡорт күк бүреһе һүҙенән барлыҡҡа килгән. Бос — күк, тсорт — бүре. Башҡорт фольклорында күк бүреһе образы йыш осрай. Боронғо торки халыҡтарында ла буре изге йән һаналған, ә күк һүҙенә килгәндә инде, төрки, монгол, япон, хатта ҡытай хандарының, батшаларының һәм императорҙарҙың күбеһе үҙҙәрен изгеләр сүрәтендә күрһәтеү өсөн, үҙҙәрен һауа улдары тип атағандар. Шулай итеп, был версия буйынса, башҡорт этнонимы күк бүреһенә табыныусы кешеләр тигәнде аңлатыуы ихтимал.

3.Баш — ҡорт — бал ҡорто. Был версияның нигеҙендә иһә, башҡорт — бал -ҡорто урсетеусе кешеләр, тигән төшөнсә ята. Тик был ҡараш менән ризалашыуы ауыр, сөнки беҙҙең атай-олатайҙар, солоҡсолоҡтан тыш, малсылыҡ, һунарсылыҡ, урмансылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек менән дә шөғәлләнгән. 4.Баш — төп, ҡор — кешеләр төркөмө, m — боронғо төрки һәм монгол телдәрендә күплек ялғауы, Башҡорт халҡы үҙен ете ырыу берләшмәһенән барлыҡҡа килгән тип канауын үткәргән саҡта тән иғтибар аҡһаҡалдарға, бейҙәргә, сәсәндәргә, ырыу батырҙарына булғанлығын иҫәпкә алғанда, был ҡараш менән дә килешергә мөмкин.

5.Башҡорт — берәй данлыҡлы бей йәки хан исеме. Милләт атамаһы уның исеменән башланған.

Тарихта тотош халыҡтың үҙ атамаһы итеп данлыҡлы, атаҡлы бей исемен алған осраҡтар бар. Быға миҫал итеп Үзбәк хамдың исемен милләт атамаһы итеп алған үзбәк халасын килтерергә мөмкин. Әммә хатта шулай булған осраҡта ла башҡорт милләтенә атама биргән бөйөк әһелде XII быуат башында йәшәгән ҡыпсаҡ ханы Башҡорт менән бутарға ярамай. Сөнки уға тиклем үк беҙҙең милләтебеҙҙең атамаһы башҡорт булған. Уныһын беләһегеҙ.

Ә тарихта тағы бер Башҡорт ханы билдәле. Был турала XI быуат авторы Гардзи яҙа. Ул Башджурт тигән кешене телгә ала, Ә Гардзи үҙ сиратында был мәғлүмәтте IX быуат авторҙары Ибн-Хордабек һәм Ал-Джейхани хеҙмәттәренән алған.

Башджурт дәрәжәле кеше булған, хазарҙарға буйһонған, 2000 кешенән торған ғәскәре булған.

Әйтергә кәрәк, хазарҙарҙың иң юғары хәрби дәрәжәләренең береһе — башгирд тип аталған. Хазарҙарҙың элек-электән төрки халыҡтары менән яҡынлашыуы, ә төрки хандарының үҙ ғәскәрҙәрендәге иң һәйбәт яугирҙарын бүреләр тип атауҙары тарихта билдәле. Шуға ла ғәскәр етәксеһенең баштҡорт йәки бүреләр етәксеһе тип аталыуы, йәғни бүреләр башлығы тип йөрөтөлөүе, аҙаҡтан тотош халыҡҡа күсеүе бик тә ихтимал.

Ҡәнифә юлы

үҙгәртергә

Ә хәҙер, балалар, ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында бер нисә легенда тәҡдим итәбеҙ. «Ҡәнифә юлы» исемле легенданы һеҙҙең өсөн ғалим-геолог Басир Мәһәҙиев ағайығыҙ яҙҙы.

Үҙебеҙҙең Урал тауҙарында Ҡәнифә юлы тигән бик оҙон бер юл бар, тиҙәр. Ул Урал һырттарының береһе буйлап алыҫтарҙан алыҫтарға һуҙылып ята, гел тау баштарынан ғына бара икән. Бик боронғо юл, тиҙәр уны.

Ҡәнифә юлы тураһындағы бындай хикәйәттәрҙе мин бәләкәйҙән үк олатайҙар ауыҙынан ишетә үҫтем. Бала саҡ фантазияһы был юлды әкиәттәге серле юлдар менән алып барып тоташтыра ине. Йәнәһе, бейектән дә бейек тау һырты, иге-сиге булмаған оҙон юл, тирә-яғы ҡоштар йырына сумған яҡты урман. Торғаны мөғжизә.

  • Әммә бында бөтәһе лә ябайыраҡ, ыҡсымыраҡ булып сыҡты.Беренсе тапҡыр Ҡәнифә юлына мине хәҙерге геолог юлдарым килтереп сығарҙы. Һаҡмар буйындағы атаҡлы Юлдыбай ауылы тирәһенә килеп еткәс, беҙгә көнъяҡҡа боролорға ла Һаҡмарҙың һул яғы буйлап артабан юлланырға кәрәк ине. «Киттек Ҡәнифә юлы буйлап!» — тимәһенме шул мәлдә машинала бергә килгән юлдашым.

Мин аптырап ҡалдым. Бына ҡайҙа икән ул, атаҡлы Ҡәнифә юлы!

  • Әкиәттәрҙәге кеүек күккә ашҡан тауҙар, ҡуйы урмандар юҡ бында. Бер-береһенә ҡушыла яҙып теҙелеп киткән ҡалҡыулыҡтар. Уларҙың өҫтөнән алыҫтарға тура юл үтә. Юл буйында бәләкәй ҡайынлыҡтар, ҡыуаҡлыҡтар һөрөнтө ерҙәр менән аралаш килә. Ялан урындар күберәк тә хатта.

Матур яҡтар шулай ҙа. Йәйге ҡояшлы көндө Ҡәнифә юлын хәҙер машинала елдереп үтеү — үҙе бер ғүмер.

  • Борон бында урмандар күберәк булғандыр. Асыҡ урындарҙа, күпереп, тулҡын-тулҡын булып елгә бәүелеп, ап-аҡ ҡылған үҫкәндер.Юл борон ҡайҙан башланғандыр ҙа ҡайҙа осланғандыр — уны хәҙер кем әйтһен инде? Аңлашыла: гел ҡалҡыу урындар аша үткән был юл бигерәк тә яҙғы-көҙгө бысраҡтарҙа күсенеп йөрөү, мал ҡыуыу, алыҫ сәфәрҙәргә барып ҡайтыу өсөн бик ҡулайлы булғандыр. Тау башҡорттарын көньяҡ далаларҙа йәшәгән ҡәрҙәштәре менән дә тоташтырып торғандыр был юл.

Ваҡытында был яҡтарҙың иң оло юлы булған ул, тиҙәр. Ҡараһаҡалдың, Салауаттың уҡ-һаҙаҡ-лы егеттәре лә, Перовскийҙың Урта Азия походтарында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ла, Ырымбурға оҙатылған бығаулы Буранбайҙар ҙа ошо юлдан үтер булған, тимәк.

Шулайҙыр ҙа. Тик нишләп һуң ул Ҡәнифә юлы тип аталып киткән әле? Кем булған ул Ҡәнифә? Юлға үҙ исемен ҡалдырып, халҡыбыҙҙың мәңгелек хәтеренә нисек инеп ҡалған ул, Ҡәнифә тигәндәре?

  • Бына бер риүәйәт.

Башҡорттарҙың йәмле бер йәйләүенә йәшеренеп кенә ҡаҙаҡтар килә лә Ҡәнифә исемле бер һылыу ҡыҙҙы урлап алып ҡаса. йәйләү эргәһендә йөрөгән йылҡы өйөрөн дә ҡыуып алып китә улар. Алыҫтағы далаларына алып ҡайтып, ҡаҙаҡтар Ҡәнифәне үҙҙәренең бер батырына көсләп кейәүгә бирә. Әммә Ҡәнифә унда ерһенмәй, тыуған илен һағына, ҡасып ҡайтыу яғын уйлай. Ҡаҙаҡ далаларына килеп сыҡҡан бер башҡорт ҡарты уға ҡайтырға юл өйрәтә, гел Тимерҡаҙыҡ йондоҙона табан барырға ҡуша. Бер ҡыш үтеп, яҙғы ташҡындар ҡайта төшкәс, Ҡәнифә юлға сыға. Үҙҙәренең йәйләүенән килгән йылҡыларҙы ла ул үҙе менән ҡыуып алып китә.

Йә һыбайлап, йә йәйәүләп төньяҡҡа табан ҡаса-боҫа, күп көндәр, күп төндәр барырға тура килә уға. Тыуған яҡтарына яҡынлаша башлағас, тауҙар һыртына сығып ала Ҡәнифә. Тау юлы бик уңайлы булып сыға. Бында ҡорораҡ та, йәшел үлән дә күпереп шыта башлаған, йәшеренергә урмандар ҙа бар. Тауҙар һыртынан туп-тураға юл ярып, Ҡәнифә, малдарын ҡыуа-ҡыуа, үҙ ырыуы йәшәгән төбәккә килеп етә. Ана шунан ҡалған инде Ҡәнифә юлы.

  • Был ябай ғына хикәйәт сәсәндәр телендә мең төрлө биҙәктәр менән байытыла. Ҡәнифәне йә ҡаҙаҡтар баҫтыра. Йә ул, ат өҫтөндә сабып килеп, киң даръяға ташлана һәм уны йөҙөп сыға. Йәки бына уны бүреләр уратып ала. Үҙенең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән ул бындай бөтә ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыға.

Бына Ҡәнифә, тыуған еренә аяҡ баҫҡас, яҙҙың тәүге сәскәләрен күреп, илап та, йырлап та ебәрә... Бар тәбиғәт Ҡәнифәгә мәрхәмәтлек күрһәтә, үҙ иленең шишмәләре уға ҡеүәт бирә.

  • Ҡәнифәнең тарихын халыҡта бөтөнләй башҡаса, төрлөсә итеп һөйләгәндәрен дә ишетергә мөмкин. Бына ундай хәбәрҙәр:

—Ҡәнифә тигәндәре Сура батырҙың ҡыҙы булған. Уны бәләкәй сағыйда уҡ, башҡорттарҙың бер болаһы ваҡытында, атаһы ҡаҙаҡтар араһында ҡалдырып китергә мәжбүр булған. Ҡәнифә, балиғ булғас, бер ҡаҙаҡ егетенә кейәүгә сығырға теләмәйенсә, Уралына ошо юлдан ҡасып ҡайтҡан.

—Юҡ, улай түгел. Ялан башҡорттарының Ҡәнифә тигән бер ҡыҙын тау башҡорттарына килен итеп биргәндәр. Ҡәнифә ата-әсәләре яғына ошо юлдан ҡунаҡҡа ҡайтҡылап йөрөр булған.

—Юҡ, яңылышаһығыҙ. Ҡәнифә исемле сая ҡыҙ — ғәскәр башлығы булған бит ул. Был юлды ул, һыбайлы яугирҙарын эйәртеп, елдерә сабып үтеп йөрөгән.

—Уныһы ла дөрөҫ түгел. Ҡәнифә юлы — Ҡуңыр буға юлы була инде ул. Ҡәнифә ҡуңыр буғаһын тап бына ошо юлдан ҡыуып үткән.

  • Был риүәйәттәрҙең ҡайһыһына ышанырға? Дөрөҫлөк бармы уларҙа?

Ҡәнифә исеме менән бәйле хәбәрҙәр, нисек кенә буталсыҡ, ҡапма-ҡаршылыҡлы булмаһын, уларҙың төбөндә ниндәйҙер бер хәҡиҡәт, ысынбарлыҡ яталыр, тип уйларға кәрәк.

  • Улай ғына түгел, шикләнмәй әйтеп була: ҡасандыр был фани донъяға килеп, ер йөҙөндә күпмелер йәшәп киткән ул — халҡыбыҙҙың Ҡәнифә исемле бер ҡыҙы!

Атҡан йондоҙ булып балҡып ҡалған уның ғүмеренең бер мәле.

Улай булмаһа, был исемде кем уйлап табыр ине лә ниндәйҙер бер#юлға уны кем тағыр ине?

Эйе, булған, йәшәгән Ҡәнифә. Уның ҡыйыулығы, батырлығы заманында ырыуҙаштарын таң ҡалдырғандыр. Далалар, тауҙар аша юл ярып, уның тыуған иленә ҡайтып төшөүе тураһындағы хәбәрҙәр, имеш-мимештәр менән сырмалып, башҡа ырыу-ҡәбиләләргә лә барып еткәндер.

  • Ҡәнифә менән бәйле хәтирәләр тора-бара риүәйәттәргә әүерелгән, ә Ҡәнифә һалған һуҡмаҡ тора-бара оло юлға әйләнгән. Юлдың исеме лә халыҡ күңелендә тәрән тамырлы булып сыҡҡан, быуаттар аша ул беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Был юл буйлап елдереп үткән һайын уйлап ҡуям мин: Ҡәнифәнең юлы мәңге таҡыр ҡалыр ҙа бит, тик Ҡәнифә тураһындағы хәтирәләрҙе, иҫтәлектәрҙе, Ҡәнифәнең исемен ниндәй яҙмыш көтә?

Халыҡ әгәр үҙенең хәтер һандығын һанға һуҡмай башлаһа, быуаттар буйы тупланып килгән күңел хазиналарынан айырылһа,тауҙарына, ҡаяларына үрелеп үҫкән моңдарынан, йырҙарынан баш тартһа, ахыр сиктә тарихын, телен онотһа — ул саҡта Ҡәнифәнең дә бер кемгә лә кәрәге ҡалмаясаҡ.

Халыҡ күңелендә һис ҡасан да әҙең өҙөлмәһен ине, мәңге йәшә, сая Ҡәнифә!

(Халыҡ араһында таралған легенда)

Ырымбур ҡалаһынан бер генерал-майор биш башҡорт уҡсыһын саҡырған. Генерал быларҙың мәргәнлектәрен һынамаҡсы булған икән. Атып, сәпкә тейҙерергә ҡушҡан. Сәп итеп урман эргәһендәге ҡайынды һайлаған. Башҡорттар ҡайында билдәләнгән ергә атҡандар. Быларҙың мәргәнлегенә ышанғас, майор:

— Һеҙҙең уҡтарығыҙ егерме биш кешене үтәнән-үтә ата ала. Шуның өсөн башҡорттар араһында уҡ башы эшләй торған тимерселәр булмаҫҡа тейеш, — тигән.

Үҙенең фарманын башҡорт ауылдарына таратҡан. Ошонан һуң башҡорттар уҡ баштарын бик йәшереп кенә эшләй башлағандар. Ырымбур яғында Яманһары тигән ауылдан туғыҙ тимерсе йылға буйындағы әҙәм аяғы баҫмаған урында утыҙ меңдән ашыу уҡ башы яһай. Хәҙер ул йылғаны Туғыҙтимер тип атайҙар.

Шул уҡ ваҡытта Ғәбделнасир менән Ишмәкәй тигән ике кеше йәшерен йыйын йыя. Улар генералдың фарманына ҡаршы баш күтәрмәксе булалар. Был турала Түбәнге Троидкиҙан генерал Килмәков ишетеп ҡала, Ырымбур генералы алдында ярамһаҡланып, ялыу хаты ебәрә.

Бер аҙҙан полицейскийҙар килеп, был серҙе асалар. 120 башҡортто ҡулға алып, Мәләүезгә килтерәләр. Ер аҫтындағы төрмәгә ябып та ҡуялар. Ғәбделнасир менән Ишмәкәй: «Беҙҙең арҡала ғәйепһеҙҙәр ҙә ҡулға алынды. Уларҙы ҡотҡарыр кәрәк ине», — тип һөйләшкәндәр.

Ғәбделнасир, рөхсәт алып, Ырымбурға китә. Барһа, иғлан күреп ҡала: «Әгәр башҡорттар беҙҙең атаманға оҡшарлыҡ йүгерек ат тапһа, ҡулға алынғандарҙы ҡотҡарабыҙ», — тип яҙылған була унда. Ғәбделнасир был хаҡта Ишмәкәйгә әйтә. Ишмәкәй:

—Дуҫтар хаҡына Ҡаратты йәлләмәйем инде, — тигән. »

Атаманға Ҡаратты алып баралар. Тегенеһе эс тырнап көлә, ти:

—Әйҙә инде, ярыштырып ҡарағыҙ. Минең ике йүгерегем бар. Эгәр түңәрәк майҙанды ун өс тапҡыр уратып, алға сыға алһа, дуҫтарығыҙҙы ҡотҡарабыҙ.

Ярыш башланған. Сабыштың дүртенсе түңәрәгенә сыҡҡас, Ҡарат артта тороп ҡала. Атаман яҡлылар ҡысҡырыша-ҡыуана башлаған. Башҡорттар ҙа ҡарап ултырған был сабышты. Араларында сәсән дә бар икән.

Алға ынтыл, һай, ҡара атым,

Елберләтеп ялбыр ял осон.

Аяма ла йәнең, һай, Ҡаратым,

Йөҙ егерме башҡорт ҡаны өсөн.

Алдан ғына саба, алды бирмәй,

Начальник та майор аттары.

Күҙҙәрен дә тегәп Ҡара атҡа,

Әжәл көтә башҡорт ҡарттары.

Аяғыңды, Ҡарат, ер тотамы?

Әйҙә, ынтыл, бирмә алдарҙы.

Йөҙ егерме башҡорт күҙ йәш түгә

Ағыҙма, тип, беҙҙең ҡандарҙы.

Һуңғы түңәрәкте әйләнгән саҡта, Ҡарат ҡапыл алға ынтыла һәм генерал аттарын артта ҡалдыра. Баштары иҫән ҡалған башҡорттар ҡыуаныстарынан Ҡаратты ҡосаҡлап илайҙар.

Ғәйрәт теләй башҡорт Ҡаратҡа,

Ҡан-йәш түгә йәше-ҡарттары.

Ҡанатлы ҡош кеүек Ҡарат саба,

Артта ҡала майор аттары.

Әйтер һүҙҙәремде әйтә алманым,

йәштәр тулғанға.

Һырттарыңдан һыйпап үҫтергәндәр

Йүгерерҙәй һының булғанға.

Ҡараттың уҙып китеү шатлығы шул тиклем оло була, Ишмәкәй дуҫтарының ҡотолоу шатлығынан ни эшләргә белмәй. Тик атаман атты алырға килгәс, ҡапыл бөтә шатлыҡ һыпырып алғандай юҡ була. «Ысынлап та, Ҡарат бит хәҙер уныҡы!» тигән бошонҡо уй зиһенен ярып үтә уның. Бер атына ҡарай, бер дуҫтарына. Дуҫтары, үҙҙәрен ғәйепле тойғандай, баштарын түбән эйэ. «Был тиклем ҙур ҡыуаныс өҫтөнә ҡара һөрәм һирпмәйем әле», — тип уйлай ҙа Ишмәкәй, ҡиәфәтенә, йөҙөнә көрлөк сығарып, атының артынан һөйөп: «Мин һине барыбер ҡотҡарам!» — тип шыбырлай ҙа теҙгенде атаманға тоттора.

Ғәбдел насир менән икәүһе, һүҙ ҡуйышып, бер ҡара төндө атты барып урлайҙар ҙа Әбйәлил яҡтарына оҙаталар. Аттың юғалыуын белгәс тә, атаман Ишмәкәйгә кеше ебәрә. Тентейҙәр, тирә-яҡ ауылдарҙан эҙләп сығалар, хәйлә менән бәйге ойошторалар... Әммә Ҡарат эҙһеҙ ғәйеп була.

Ул ваҡиға онотолоп, донъя әҙерәк һил булғас, Ишмәкәйҙең Ҡаратта һыбай йөрөгәнен күрәләр.

Ә йөҙ егерме башҡорттоң яҙмышы хәл ителеп, аттарҙы сабыштырған яланды хәҙер Ҡарат яланы тип йөрөтәләр.

  • Иғтибар итегеҙ әле, балалар, был бит Ҡарат яланының атамаһы тураһында ғына легенда түгел. Ә тотош халыҡ тарихы. Халҡыбыҙҙың тимерселек менән шөғөлләнеүе тураһында ла белдек, башҡорт ирҙәренең сикһеҙ дуҫлығы ла, бер-бе реһен һатмауҙары ла, ат йәнле булыуҙары ла сағылыш таба был легендала.
                                                                          * * *

Ейәнсура районы Сирғол ауылынан Әбделғәлим Сәйфуллин ағайығыҙ яҙып алған «Сура батыр» легендаһын тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙең Ейәнсура ерҙәре Сура батыр исеме менән туранан-тура бәйле булырға тейеш. Сөнки, Йәйләүҙәренә ҡарағанда, Ейәнсура районының Буранғол ауылы — Түбәнге Сура, Бикбирҙе ауылы — Үрге Сура тигән исемдә булған заманында.

Уралда Сура тигән

Бер батыр булған икән.

Хан-бейҙәрҙең әмеренә

Буйһонмаҫ булған икән, —

тип әйтелгән икән эпоста, беҙҙең ерҙәрҙә ҡалған исем ошо батыр менән бәйлелер тигән фекер бар.

Тау-таштар араһынан талғын ғына боролоп-боролоп аҡҡан һыулы Кесе Һүрәмгә уң яҡлап Яусапҡан исемле бәләкәй генә йылға ҡушыла. Был йылға Үрге Бикбирҙе ауылының Әсеташ юлында ята. Ошо ауылда йәшәүсе ҡарттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, был исем бик күптәнге ваҡиғаға бәйле. - ~ •

«Аҙаҡлы йылғаһын үткәс, һул яҡлап үҙәктәрҙең береһендә Сура тигән кеше үҙенең ырыуы менән тирмә ҡороп йәшәй. Был урындар урманлы, таулы, ләкин мал көтөү өсөн типһәнле урындары күп. Бында йәшәүселәрҙең төп кәсебе малсылыҡ булһа, йылҡылдап йөрөгән йылҡы малдары ырыуҙың ғорурлығы һаналған. Ҡара урмандар, үҙәктәр йыш ҡабатланып торған сапҡындарҙан һаҡланыу өсөн уңайлы. Сапҡындар ваҡытын белгәс, Сура яҡын-тирәләге иң бейек тауҙың башына ҡарауылсылар ҡуя торған булған. Ул тауҙан Кесе Һүрәм буйҙары әллә ҡайҙан күренеп тора. Бер ваҡыт Сураның ҡыҙы менән кейәүенә яу килеүен күҙәтеү сираты етә. Улар, яу күренеү менән, йәйләүҙәгеләргә хәбәр итергә тейеш булалар. Йәштәр икеһе лә һыбай йөрөүгә оҫта, уҡтан атыуға мәргән, ә кейәү кеше оло һунарҙарҙа ла йыш ҡатнаша.

Яу Оло Һүрәм менән Кесе Һүрәм ҡушылған ергә килеп етә лә төнөн ҡуна. Был урында хәҙер Таҙлар тигән ауыл урынлашҡан. Яу ғәҙәттәге юл буйлап, Кесе Һүрәм яғынан уҙып, Ҡарауыл тауы яғынан бармай, бөтөнләй көтөлмәгән ерҙән, Ҡарһаҡлы йылғаһы буйлап китеп, Әсмән бейеге тигән тау аҫтынан ғына Кесе Һүрәмгә ынтыла. Шулай итеп, йәштәр һағалап торған Ҡарауыл тауын урап үтәләр ҙә ҙур булмаған һырт аша Суҡ ҡарағай тигән ергә килеп сығалар. Мал өйөрөп йөрөүселәр, яу килгәнен күреп, ашығыс рәүештә Сураға сапҡын ебәрәләр.

Сура көтөлмәгән һөжүмгә аптырап, бәлйерәп төшмәй, тиҙ генә иҫ йыя һалып, ҡаршы көс туплай. Ҙур ҡорбандар менән кире ҡағыла яу. Ошо яуҙан һуң уның даны тағы ла күтәрелә. Уға «батыр» тигән исем бирелә. Шул көндән башлап Сура батыр тип хөрмәтләп өндәшкәндәр уға.

Сура батыр ҡыҙы менән кейәүенә ныҡ асыуланған һәм: «Һеҙ әллә имән ҡарауыллап тор-ҙоғоҙмо?» — тигән. Шунан бирле ул урын Имән ҡарауылы тип, ә ошо яу менән бәйле башҡа урындар Кешеғырылған туғайы, Яусапҡан йылғаһы тип йөрөтөлә башлай. Ул атамалар хәҙер ҙә һаҡлана.

Һорау.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Бер нисө легенда менән таныштығыҙ. Хәҙер ошо һорауға яуап бирегеҙ: ни өсөн Рәшит Шәкүр «Топонимия — ерҙең хәтер китабы» тигән?

Өйгә эш.

Үҙегеҙ йәшәгән ауылығыҙҙа ошондай матур, фәһемле легендалар һаҡлаған берәй төбәк тураһында һорашығыҙ. Яҙып алығыҙ һәм мәктәпкә бүләк итегеҙ. Ул — һеҙҙең бүләгегеҙ булыр, Уҡытыусығыҙ менән кәңәшләшеп, гәзит й э журнал редакцияһына ебәрергә мөмкин.'

Уйланыу өсөн һорау.

һуңғы ваҡыттарҙа Ағиҙелде — Белая, Шүлгөнташ мәмерйәһен — Капова пещера, Яҡтыкүлде — Банное, Ҡарағайлыны — Борожеич күле һәм башҡалар тип атай башланылар. Башҡорт олатайҙарыбыҙ ҡушҡан матур исемдәрҙе бөгөн үҙгәртеп ебәреүҙең халҡыбыҙ тарихы өсөн зыянлы яғы бармы? Башҡортса исемдәре онотолһа, был ерҙәрҙә ҡасандыр башҡорттар йәшәгән тип иҫбат итеп булырмы?

ҺАНДАРҘА ЛА ТАРИХ ҺАҠЛАНА

үҙгәртергә

Беҙҙең илдә милләттәр төрлөлөгө «үҙгәреп» торҙо. 1926 йылда илебеҙҙә 176-милләт йәшәй тип яҙылһа, 1936 йылда И. В. Сталин докладында милләттәр һаны 60 самаһы тип әйтелә. 1959 йылда йән иҫәбен алыуҙа 129 төр милләт йәшәй тип танылһа, 1979 йылда — 101, 1989 — 128, аҙаҡ тағы 40 милләт индерелә, ә Фәндәр академияһының Этнография институты мәғлүмәттәре буйынса, 1989 йылда милләттәр һаны — 824.

Башҡортостанда йәшәүсе милләт вәкилдәренең һаны йөҙҙән ашыу. Бынан 400 йылдан ашыу ваҡыт элек, башҡорттар урыҫ дәүләтенә ҡушылған саҡта, Башҡортостан ерендә йәшәүсе башҡорт халҡы 90 проценттан ашыу булган, бөгөн иһә 22 процент тирәһе генә.

  • 1923 йылда 29,3 процентты тәшкил иткәнбеҙ. Ул саҡта рустар 39,6, ә татарҙар 5,8 процент булған.
  • 1989 йылда башҡорттар — 21,9, рустар — 39,3, татарҙар 28,4 процент.
  • Өҫтәүенә, бына тағы бер эс бошорғос мәғлүмәт! Ошо күрһәтелғән иҫәп эсенән фәҡәт 74,4 процент башҡорт ҡыка башҡорт телен үҙенең туған теле тип иҫәпләй.

Туған телен үҙ теле тип һанамаусыларҙың милләтебеҙгә кире йоғонтоһо бармы һуң? Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә йәки уйлауынса, ниндәй телдә һөйләшһәң дә барыбер түгелме?

Мәғлүмәт. 1923 йылда йән иҫәбен алған саҡта Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың 5,9 процентын типтәрҙәр, 5,8 процентын татарҙар, 4,4 процентын мишәрҙәр тәшкил иткән. Хәҙерге көндә Башҡортостанда татарҙарҙың һаны 28 процент тәшкил итә, ә типтәр, мишәр тигән халыҡ бөтөнләй телгә лә алынмай. Тимәк, улар үҙҙәренең милли үҙенсәлеген юғалтҡан да татарлашҡан. Был халыҡтар хәҙер фәҡәт үҙенә генә хас булған мәҙәниәт ҡаҙанышы менән донъя мәҙәниәтен байыта алмай. Улар әҙәби әҫәрҙәр ҙә, йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә, башҡа төр сәнғәт әҫәрҙәре лә ижад итә алмай. Ижад иткән саҡта ла башҡа халыҡ исеменән генә сығыш яһаясаҡтар. Ниндәй аяныс! Тимәк, улар фәҡәт үҙҙәрен йотҡан халыҡ ижадын ғына байыта һәм үҫтерә. Әгәр ошо халыҡтарҙың балалары үҙ тарихтарын, үҙ традицияларын өйрәнһә, үҙ телдәрендә уҡыһалар, донъя матурлығынан улар биҙәп торған төҫ юғалмаҫ ине.

Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, урыҫтар, япондар, ҡытайҙар, бенгалдар йөҙ миллиондан ашыу иҫәпләнә. Уларҙан ҡала күп Һанлы халыҡтар иҫәбенә немецтар, француздар, итальяндар инә. Үҙ телен, үҙ шөғөлөн, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлаған бик аҙ ғына һанлы халыҡтар ҙа бар.

Мәҫәлән, Филиппин утрауҙарында тасадай тип аталған бер ҡәбилә йәшәй. Улар тау мәмерйәләрен төйәк иткән, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә, шифалы үҫемлектәр йыя. Бөтәһе 50-гә яҡын ғына кеше. Әммә үҙҙәренең теле булғас, айырым халыҡ сифатында йәшәйҙәр. Телдәрен юғалтһа, күберәк һанлы икенсе халыҡтан йотолорҙар ине. Унан инде тасадай халҡының үҙенә генә хас йыры, бейеүе, традициялары, биҙәү-төҙәү оҫталыҡтары, һәр төр һәнәре, аш-һыуы, кейеме һәм башҡа әллә күпме милли үҙенсәлектәре йотҡан халыҡтыҡы булып китә йәки бөтөнләй юғала.

Һорау.

Телен белмәгән кеше үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһынырмы? Туған телендә һөйләшмәгән кеше үҙ халҡының моңон үҙ итерме? Үҙ халҡының тарихын белмәгән, моңон тоймаған, туган телендә һөйләшмәгән, тимәк, халҡы менән аралашмаған кеше үҙ милләтенең хис-тойғоларын аңлармы? (Һорауҙарға яуапты атай-әсәйегеҙ менән эҙләгеҙ.)

НИМӘ УЛ милләт?

үҙгәртергә

Милләт (ғәрәп һүҙе) — теле, ере, иҡтисади тормошо, психология үҙенсәлектәре, мәҙәниәте һәм көнкүреш уртаҡлығы менән билдәләнгән, етештереү ысулдары нигеҙендә тарихи яҡтан бер бөтөн булып ойошҡан халыҡ.

Ошондай аңлатма бирелә һүҙлектәрҙә милләт һүҙенә. Аңлатма һүҙлектә әйтелгәнсә, һәр милләттең үҙенә генә хас бик күп сифаттары бар. Беҙ уны бер аҙ үттек тә инде. Хәҙер шул үтелгәндәрҙән сығып үҙебеҙ «Халыҡтың милли йөҙөн нимә билдәләй?» тигән һорауға яуап эҙләйек әле. Иң элек башҡа милләт әһелдәренең халҡыбыҙ хаҡындағы фекерҙәре менән танышайыҡ.

«Ниндәй гүзәл халыҡ был!» — тип яҙа Петр Иванович Добротворский (1839 — 1908) үҙ яҙмаларында.

«Башҡорт йырҙарының күбеһе моңло һәм һағышлы; башҡорттарҙа композиторҙар көнлә-шерлек ғәжәп көйҙәр бик күп», — тигән һығымтаға килә халҡыбыҙ йырҙарын яратып тыңлаған Руф Гаврилович Игнатьев (1818—1886).

«Ниндәй оһолло, сос, зирәк халыҡ был!» — тип һоҡлана Михаил Василъевич Авдеев (1821—1876) башҡорттар араһында йәшәгән саҡта. Ошо уҡ яҙыусы башҡорттарҙың мәргәнлегенә ғәжәп ҡала. «Башҡорттар бер ваҡытта ла яҙа атмай», — ти ул.

Декабрист шағир Петр Михайлович Кудряшев (1797 — 1827) «Абдрахман» тигән поэмаһында

ББК 74.00 Б 83

Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б.

Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): VI синыф өсөн дәреслек. — Өфө, «Китап», 2000. — 192 бит.

ТП —121

||ISBN 5-295-02688-4^

© Бураҡаев И., Бураҡаева М., Юлмөхәмәтов М., 1995

© Үҙгәрешле. Бураҡаев Я.,

Бураҡаева М., Юлмөхәмәтов М., 2000