Тормош һабаҡтары. 8 класс

Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары И.Д. Бураҡаев М.С. Буракаева М.Б. Юлмөхәмәтов

8 синыф өсөн дәреслек. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланды.ӨФӨ - 2004

Үткәндәрҙе ҡабатлау

үҙгәртергә

Етенсе синыфта беҙ матди һәм рухи байлыҡ тураһында белдек. Хәтергә төшөрәйек.

  1. Матди байлыҡ менән рухи байлыҡ нимә ул һәм уларҙың айырмаһы нимәлә?
  2. Матди байлыҡҡа ниндәй ҡиммәттәр инә? Рухи байлыҡты ниндәй ҡиммәттәр билдәләй?
  3. Кеше башҡа йән эйәләренән ни менән айырыла? Ниндәй сифаттар һәм ниндәй үҙенсәлектәр кешене башка йән эйәләренән өҫтөн итә?
  4. Милләттең үҙаңын, ҡеүәтен, үҫешен, йәшәү һәләтем ниндәй ҡиммәттәр билдәләй?

Ошо һорауҙар буйынса әңгәмә үткәрегеҙ.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт тураһында

үҙгәртергә

Халыҡтың барлыҡҡа килеүе лә, йәшәгән урыны ла, тарихы ла, донъяға ҡарашы ла мәҙәниәткә йоғонто яһай. Үҙенә генә хас мәҙәниәт, ҡабатланмаҫ ҡиммәттәр булдырыуға башҡорт халҡының элек-электән бөтөн шарты ла булған: донъяға фәлсәфәүи ҡарашы, матурлыҡты тойоу ҡеүәһе һәм уны матди сағылдыра белеүе, яҡшы кешене идеал итеп ҡуйған тәрбиәүи ҡанундары, тәбиғәттән айырылғыһыҙ рухи донъяһы, үҙенең тыуған ерен һәм рухи азатлығын һаҡларлыҡ сая яугирлығы, ижад маһирлығы, йыр-бейеүгә оҫталығы һәм иң мөһим сифаттарҙың береһе — тәбиғәтте аңлай белеүе һәм камиллыҡҡа ынтылыуы, күңел азатлығын, намыҫты бар нәмәнән иҫтән ҡуйыуы кеүек сифаттар уның ижадына тәрән йоғонто яһай, төп йүнәлеш бирә.

Сәнғәт — матурлыҡ сығанағы ғына түгел. Ул көнкүреш, йәшәйеш өсөн мөһим булған шарт. Шуның өсөн дә рухи байлыҡ менән матди байлыҡ бер-береһе менән тығыҙ үрелеп бара. Әйтәйек, башҡорттар, башҡа халыҡтар кеүек үк, көнкүрештәге бар нәмәһен дә: кейем-һалымын да, һауыт- һабаһын да, йорт-ҡаралтыһын да матурлап биҙәгән. Был биҙәктәр, йыр сәнғәте кеүек үк, йөкмәткеһе яғынан күп яҡлы.

Һеҙ "Башҡорт мәҙәниәте" дәреслектәренән, уҡытыусыларығыҙҙың аңлатыуҙарынан, дәрестәргә саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығыштарынан һәм тәҡдим ителгән өҫтәмә әҙәбиәттән бына ошолар хаҡында белдегеҙ.

ХАЛЫҠ АРАҺЫНАН СЫҠҠАН ОҪТА ЙЫРСЫЛАР, МУЗЫКАНТТАР ҺӘМ ҠОБАЙЫРСЫЛАР

үҙгәртергә

Бөтөн профессиональ тармаҡтар ҙа: сәнғәт төрҙәре лә, ғилем дә халыҡта булған ҡиммәттәрҙән башлана. Шуның өсөн профессиональ йырсылар, музыканттар тураһында һөйләр алдынан тәүҙә халыҡ йырсылары һәм музыканттары тураһында һүҙ алып барайыҡ.

Халыҡ йырсылары һәм музыканттары — милли музыкаль-поэтик мираҫ традицияларын һаҡлаусылар һәм дауам итеүселәр. Улар халыҡтың тарихи йырҙары һәм көйҙәре, көйләп башҡарыла торған мөнәжәттәр, бәйеттәр һәм ҡобайырҙар, Салауат Юлаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла, шулай уҡ исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ булған бихисап шағирҙарҙың әҫәрҙәренә йырҙар, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл ҡумыҙҙа, думбырала, скрипкала, дөңгөрҙә һәм дубылбаста, һорнайҙа һәм даңғырала ҡиммәтле хазинабыҙ булған һәр төрлө көйҙәрҙе башҡарыусылар.

Барлыҡ йыйындар, байрамдар йырсылар, сәсәндәр ҡатнашлығында үткән, бигерәк тә һабрау сәсән, Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡунҡас сәсән, Мәхмүт сәсән, Байыҡ Айҙар сәсәндәрҙең даны ныҡ таралған. Аҙаҡҡыраҡ осорҙа уларҙың традицияларын Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Сабирйән Мөхәмәтҡолов, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Вәлиулла Ҡоломбәтовтар дауам иткән.

1940—1950 йылдарҙа Мөхәмәтша Буранғолов, Фәррәх Дәүләтшин, Сәйет Исмәғилев ижады киң билдәле була. һуңғыларына "Башҡортостандың халыҡ сәсәне" тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ә күпме сәсәндәребеҙҙең исемдәре яҙма иҫтәлектәрҙә һаҡланып ҡалмаған! Халҡыбыҙ яҙмышы, уның азатлыҡ өсөн аяуһыҙ көрәше тураһында һәм батырҙарға арнап сығарылған дан йырҙары, һоҡландырғыс шиғри легендалар бик тиҙ тарала торған булған. Йырға маһир, хәтере шәп булған оҫталар рухи ҡиммәттәрҙе береһенән икенсеһе отоп алған, таратҡан, зиһендәрендә һаҡлаған. Тимәк, мосафир ижадсыларҙан һәм башҡарыусыларҙан тыш һәр төбәктең тиерлек үҙ сәсәндәре лә булған. Шуның өсөн халҡыбыҙ әлеге көндә лә бөтөн донъя кимәленә сығырлыҡ ижадҡа һәм таланттарға бай. Зирәк һәм отҡор сәсәндәребеҙ беҙгә боронғо ҡобайырҙарҙы ла, Алдар батыр, Ҡараһаҡал батыр, Күсем батыр, Килмәк батыр, Салауат батыр тураһында һәм башҡа бик күп тарихи легендалы йырҙарҙы ла быуаттар аша килтереп еткергән.

XX быуаттың 20—30-сы йылдарында Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов, Мәжит Буранғолов кеүек халыҡ йырсылары, музыканттары шөһрәт ҡаҙана. Башҡортостанда Урал аръяғында 30-сы йылдарға тиклем йыл һайын үткәрелгән йыйындарҙа ҡурайсылар бәйгеләре лә булған.

Ҡатнашыусылар өсөн традицион стилде һәм манераны теүәл үтәү оҫталығынан башҡа йырҙар һәм көйҙәрҙең килеп сығышы тураһындағы легендаларҙы белеү ҙә мотлаҡ шарт булып иҫәпләнгән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа художество үҙешмәкәрлек эшенең киңәйеүе менән бәйле рәүештә халыҡ йырсылары һәм музыканттары халыҡ фестивалдәрендә, смотр- конкурстарҙа, республика күләмендә үткәрелгән байрамдарҙа ҡатнашалар.

Башҡортостанда ҡурайсыларҙан Рәхмәтулла Бүләкәнов, Кәрим Дияров, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин, Нәжметдин Хәсәнов, йырсыларҙан Абдулла Солтанов, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Иншар Солтанбаев, Ғилман Сәфәрғәлин, Абрар Арғынбаев, Спартак Ильясов, Миңзәлә Түләбаева, Ташбулат Дәүләтшин, Розалиә Фәйезо- ва, ҡумыҙсы Мәфрүзә Күсемова, Сәхиә Сиражева кеүек оҫталар киң популярлыҡ ала.

Халыҡ таланттарын асыуҙа, уларҙы халыҡ менән таныштырыуҙа һәм сәхнәгә сығарыуҙа республикабыҙҙа ҙур эштәр башҡарыла. Нефтекамала үткәрелгән "Дуҫлыҡ йыры", Туймазыла "Оҙон көй", Өфөлә "Урал моңо", Сибайҙа "Ирәндек моңдары" тип аталған йыр бәйгеләре һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ярыштар бик ҙур роль уйнай.

Был конкурстарға республикабыҙҙан ғына түгел, ә Ырымбур, Пермь, Силәбе, Ҡурған, Төмән әлкәләренән, Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан тарафтарынан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан да киләләр. Ошондай бәйгеләрҙә еңеүсе йәштәр һәм балалар аҙаҡ профессиональ белем алыуға ынтылалар, махсус мәктәптәрҙә, училищеларҙа уҡыуҙарын дауам итәләр. Бөгөнгө көндә ҙур уңыштарға өлгәшкән байтаҡ йырсылар ҙа тәүге аҙымдарын ошондай бәйгеләрҙә һынап ҡарауҙан башлағандар. Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәл мөхәмәтов, Фәрүәз Урманшин, Сәғиҙулла Баййегетов, Гөлсөм Бикбулатова, Хәсән Усманов, Филүс Ҡал мурзин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә Тимерова һәм башҡа һәләтле йырсыларыбыҙҙың оло сәнғәт юлына алып сыҡҡан һуҡмаҡтары ошондай конкурстарҙа ҡатнашыуҙан башлана.

ЙЫРСЫЛАР

үҙгәртергә

Халыҡ араһынан, тәбиғәт ҡосағынан тыуған, үҙенең ғәжәп моңо, үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән бер-береһенән айырылып торған йырсылар бар. Уларҙың күптәренең исеме киң билдәле. Республикала ғына түгел, хатта сит ил сәхнәләрендә лә башҡарыуы, тауыштары, йөрәк моңо менән тамашасыларҙы таң ҡалдыралар.

Халҡыбыҙҙың маһир йырсыларынан Иншар Солтанбаевты (Ейәнсура районынан), Ғилман Сәфәрғәлинде (Бөрйән районынан), Миңзәлә Түләбаеваны (Ейәнсура районынан), Ришат Вәхитовты (Ырымбур әлкәһенән), Спартак Ильясовты (Учалы районынан) һәм тағы бик күптәрҙе әйтеп китергә, уларҙың боронғо йырҙарҙы башҡарыу оҫталығы хаҡында әллә күпме маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре яҙырға була. Халыҡ йырҙарының халыҡса башҡарыу серҙәрен тап шундайҙар һаҡлап ҡала ла инде.

("Йырсылар" Һәм "Ҡурайсылар" бүлектәрендә Р. Шәкүрҙең "Сыңрау торналар иле" китабындағы очерктар файҙаланылды).

Абдулла Солтанов (1928)

үҙгәртергә
Википедияла

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында Абдулла Солтанов — иң абруйлыһы. Олоһо ла, кесеһе лө уны хөрмәтләй, уның башҡарыу оҫталығын башҡорттоң быуындан быуынға күсә килгән йырсылыҡ маһирлығының һоҡланғыс та, ҡабатланмаҫ та бер күренеше итеп ҡабул итә.

Тыуған төйәге һәм туған халҡы Абдулла Солтановҡа сикһеҙ ҡиммәтле күңел байлыҡтары ла, саф алтындай тауыш та биргән. Уның профессиональ белеме юҡ, ғүмере буйы тыуған төйәгендә йырлай-йырлай мал көткән.

Ул — тәбиғи талант эйәһе. Бүтән халыҡ йырсылары һымаҡ, баштараҡ үҙ зауҡы өсөн йырлай, шуның менән йәшәүҙән йәм, тәм таба. Йырлай-йырлай ул даими камиллаша. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу үҙешмәкәр һәүәҫкәрҙәре менән бергә сәхнәләрҙә сығыш яһай. Уның тауышы Екатеринбург, Ьамар, Ульяновск, Мәскәү тамашасыларын да әсир итә.

Башҡорт йыры менән Болгарияның, Румынияның, Японияның ҙур залдарында сығыш яһай. Йырсының ижади эшсәнлеге, уңғанлығы һоҡландыра. Уның репертуарында 70-тән ашыу йыр иҫәпләнә. Барыһы ла башҡорт халҡының классик йырҙары. "Бейеш", "Азамат", "Таштуғай", "Әрме", "Илсе Ғайса", "Ғайса ахун", "Уйыл", "Абдрахман", "Ҡолой кантон", "Тәфтиләү", "Томан”, "Ғилмияза", "Ҡаһым түрә", "Шәүрә", "Сәлимәкәй", "Йәмәлекәй тауы" йырҙарын тик үҙе- нә генә хас тетрәткес хис-тойғо тәрәнлеге менән башҡара. Абдулла Солтановтың иң мөһим сифаты — уның оло мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы һәм киң мәғәнәлә ысын милли йырсы булып формалашыуында.

Башҡорт йырындағы милли тойғоно, милли аһәңде ул ғәжәйеп бер зирәклек, атай-олатайҙар аҡылына тоғролоҡ менән, милли һәм тарихи-фөлсөфөүи фекерләүгә нигеҙләнеп, башҡорт яҙмышын иң элек йәне-йөрәге аша үткәреп асып биреүгә өлгәшә. Шуның өсөн дә уның йырҙарында тетрәп торған тарихи һәм милли аңыбыҙ илаһи бер көс булып яңғырай, уның йыры башҡорт тигән мәңгелек бер рухи балҡышты донъя халыҡтарына еткереү миссияһын үтәй. Быға дәлил — уның йыр репертуары һәм башҡаларҙа булмағанса тауыш яңғырашы, ошо тауыштың башҡорт моңона һалынған йән тетрәткес серле тәрәнлектәренә үтеп инә алыу һәләте.

Йырсы йырының тәьҫир көсө тураһында уның яҡташы, үҙенсәлекле һәм һәләтле йырсы Нажиә Аллаярова шундай миҫал килтерә: "Учалы районының Ҡобағош менән Ҡаҙаҡҡол ауылдары, үҙ-ара йөрөшөп, байрамдарҙы һәр ваҡыт бергә уҙғарғандар. Бер ваҡыт ике ауылдың йәштәре, бәхәс сығып, һуғышып киткән. Шул саҡ Абдулла Солтанов сәхнәгә баҫып, йырлап ебәрә. Йәштәр, талаш-тартышты ташлап, барыһы ла йыр тыңларға килеп керә".

Ә инде йырсының халҡы йөрәгендә ни тиклем тәрән урын алғанлығын, уның ижады хаҡында һоҡланып яҙылған хаттар күрһәтә. 1992 йылда Абдулла Солтанов, халыҡ йырсыларынан беренсе булып, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премияһына тәҡдим ителә. Был факт үҙе генә лә ғәйәт әһәмиәтле. Әммә иң ҡиммәтлеһе — премияға тәҡдим ителеүселәр хаҡында матбуғатта иғлан ителгәс, киң ҡатлам йәмәғәтселектең, халҡыбыҙҙың Абдулла Солтанов кандидатураһын дәррәү хуп лау ы һәм яҡлауы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, арҙаҡлы әҙиптәребеҙ Ғәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбаевтар, уҡытыусылар һәм тотош коллективтар, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан бик күптәр хуплап хаттар яҙа.

Мәҫәлән, Саҡмағош ауылынан Дамира менән Фәнил Ҡазыхановтар: Бындай матур тауыш шишмә сылтырағанын да, киң даланы ла, Урал тауҙарын да хәтерләтә. Беҙ үҙебеҙ башҡорт моңона ысынлап ғашиҡбыҙ. Ә Абдулла ағай Солтанов башҡорт халҡының йырҙарын башҡарыусы булараҡ беҙгә бик яҡын. Сөнки һәр бер башҡорт халыҡ йыры — үҙе бер поэма бит ул", — тип яҙа.

Ә Зәйнәб Биишева былай тип баһалай: "Һәр кемгә билдәле — Абдулла Солтанов халыҡтың иң яратып, һоҡланып тыңлаған йырсыһы. Боронғоса әйткәндә, Алла тарафынан иҫ киткес моң, дәрт, дарман эйәһе итеп яратылған тиңдәшһеҙ талант эйәһе бит ул. Эйе, ысын мәғәнәһендә Урал һандуғасы, йыр, моң донъяһының Салауат батыры. Быйылғы Салауат премияһы, һис шикһеҙ, уға, халҡыбыҙҙың илаһи талант эйәһе булған Абдулла Солтановҡа, бирелергә тейеш, тигән ҡәтғи фекеремде һеҙгә етҡерергә үҙемде бурыслы тип һананым".

Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1992), республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт милли йыр сәнғәтенең бөйөк оҫтаһы Абдулла Афзал улы Солтанов 1930 йылда Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуа һәм ғүмере буйы тыуған төйәгендә йәшәй. Абдулла Солтанов — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың халыҡ артисы.

Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев (1924)

үҙгәртергә

Йырсы-сәсәндәребеҙ күп булған, йыйындарҙа урындары түрҙән булған, уларҙы йотлоғоп тыңлағандар, яңы йыр-ҡобайырҙарын отоп алғандар, тибеҙ. Ә бит йыр-моңға маһир кешеләргә бөгөнгө көндә лә оло хөрмәт, тәрән ихтирам һүнмәгән. Халҡыбыҙ күңелендә йыр-моңға һөйөү аҙ ғына ла кәмемәгән.

Ошондай оло һөйөү эсендә йәшәй атаҡлы йырсы-сәсән Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев. Ул 1924 йылда Хәйбулла районының һаҡмар Наҙарғоло ауылында тыуа. Тыуған ауылында шофер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Аҡмулла шиғырҙарын тотош яттан белгән, байтаҡ шиғырҙарын көйләп башҡарған, үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, "бөтөн башҡорт көйҙәрен дә", хатта бик һирәк кенә ишетелгән "Мәрғиә", "Ирмәк", "Наполеон Бонапарт" тигән йырҙарҙы һәм көйҙәрҙе лә белгән йырсы- сәсән ул. "Ирмәк" йыры халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидигә арнап сығарылған. Йырсы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев Аҡмулла шиғырҙарын да, мөнәжәттәрҙе лә көйгә һалып һамаҡлай. Ул шулай уҡ йыр легендаларын күп белә.

Боронғо йырҙарҙы башҡарыр алдынан легендаһын һөйлөй. Был маһирлыҡ уға быуын- быуындан күсә килә. Атаһы менән әсәһе, туғандары Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрелгәс, бәләкәй Мөхәмәтйәнде әсәһе яғынан олатаһы Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәров алып ҡала. Олатаһы шиғриәткә, халыҡ йырҙарына мөкиббән ғашиҡ кеше була. Халыҡ ижадын, йырҙарҙың легендаларын белә, оҫта йырлай. Әсәһе Шәмсибаһар ҙа, һөргөндән ҡайтҡас, башынан үткәндәрен "Йософ менән Зөләйха" көйөнә бәйет итеп сығара.

Борондан атай-олатайҙарҙан ҡала килгән рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлауҙы үҙҙәренә ҡанун итеп алған башҡорт ирҙәренең береһе ул оло йөрәкле халыҡ улы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев.

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЭШ.

  1. Абдулла Солтановтың йырын тыңлағыҙ. Уның башҡарыу оҫталығына иғтибар итегеҙ, алған тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.
  2. "Хазина" тапшырыуын даими ҡарайһығыҙмы? Был тапшырыуҙа һеҙҙең яҡтан оҫталар ҡатнашамы?

Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып та был тапшырыуҙа ҡатнашмаған яҡташтарығыҙ хаҡында "Хазина" тапшырыуына хәбәр итегеҙ йәки, мөмкинлек булһа, үҙегеҙ аудиокассетаға яҙып алып ебәрегеҙ.

КУРАЙСЫЛАР

үҙгәртергә

Быуаттар буйы ҡурай беҙҙең аңыбыҙҙа мөғжизәле бер моң ҡоралы, кешенең йәнен-йөрәген арбаусы тылсым, уй-тойғоларҙы күктәргә күтәргән, йәйғорҙай балҡытҡан, йәшәүгә, көрәшкә, еңеүгә өндәгән мәңгелек бер ауаз булып яңғырай.

1960 йылдарҙа республикала ҡурайсыларыбыҙҙа ҡурайҙың, бөтөн донъя мәҙәниәте ҡомартҡылары булырҙай оҙон көйҙәребеҙҙең киләсәге борсолоу тыуҙыра ине. Өлкән ҡурайсыларыбыҙ ҡурайҙы, ҡурайҙа уйнау серҙәрен һаҡлап алып ҡалыу өсөн бер ниндәй тотҡарлыҡтарға ҡарамайынса хеҙмәт иттеләр, ҡурайҙың данын һәм шөһрәтен арттырыуға ҙур өлөш индерҙеләр.

Шуның менән бергә үҙҙәре лә ысын мәғәнәһендә атаҡлы халыҡ музыканттары булып танылдылар, юғары исемдәр алыуға өлгәштеләр һәм, иң мөһиме, милләтебеҙ хәтерендә, республикабыҙҙың мәҙәниәт тарихында күренекле шәхестәр булып урын алдылар.

Был быуын ҡурайсыларыбыҙҙың тағы бер аҫыл сифаты — уларҙың үҙ оҫталыҡтарын, быуаттар төпкөлөнән килеп еткән хәтер ептәрен йәштәргә, яңы быуын ҡурайсыларына тапшырып ҡалдырыу ынтылышы.

Ғата Сөләймәнов та, Кәрим Дияров та, Ишмулла Дилмөхәмәтов та асылда һәр береһе үҙе бер мәктәп булды. Ә бөгөнгө көндөң өлкән ҡурайсылары Нәжметдин Хәсәнов, Әҙһәм Исҡужин, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Мөхәммәт Түләбаев, Сәйфулла Дилмөхәмәтов һәм башҡалар ҙа йәш ҡурайсыларҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙеләр. (Ҡурай сәнғәтенә тоғро хеҙмәт итеүсе энтузиастар был исемдәр менән генә сикләнмәй, әлбиттә.)

Әгәр ҙә бөгөнгө көндә Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Роберт Юлдашев, Айбулат Рәхмәтуллин, Ҡадир Әбүбәкиров, Рауил Хәсәнов, Рәсүл 'Карабулатов, Йәмил Иҫәнғәлин, Таһир Хәмитов, Илһам Байбулдин, Мәүлит Ямалетдинов һымаҡ оҫта ҡурайсыларыбыҙ үҫеп сыҡҡан икән, беҙ, әлбиттә, өлкән быуын оҫталарының фиҙакәрлегенә бурыслыбыҙ һәм уларҙың һәммәһенә лә рәхмәтлебеҙ. Сәхнәләрҙә хәҙер айырым- айырым да, ансамблдәргә ҡушылып та үлән ҡурай менән бергә Вәкил Шөғәйеповтың ағас ҡурайы яңғырай. Ул иһә ҡурайҙың мөмкинлектәрен бермә-бер арттырҙы ғына.

Йомабай Иҫәнбаев (1891—1943)

үҙгәртергә
Википедияла

Бик күп телдәрҙә йырлай белгән, төрлө халыҡтарҙың йырҙары менән ҡыҙыҡһынған, уларҙы йыйған һәм башҡарған данлыҡлы йырсы Ирма Петровна Яунзем "Человек идет за песней" (М. Молодая гвардия, 1968) тигән китабында мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев тураһында бик йылы итеп яҙа. Китапта хатта икеһе бергә төшкән фото ла урынлаштырылған.

Ирма Яунзем — данлыҡлы йырсыбыҙ Мәғфирә Ғәлиеваның да уҡытыусыһы. Мәғфирә Ғәлиева уҡытыусыһының һөйләгәндәрен былай тип иҫкә ала: Ирма Петровна Йомабай Иҫәнбаевтың ҡурайына ҡушылып йырлаған саҡта башҡорт кейеме кейгән, ҡап-ҡара толомдарын үреп алға төшөргән. Тамашасы "Абдрахман" йырын шул тиклем оҡшатҡан. Хатта сәхнәгә ҡабат-ҡабат саҡырып сығарған. Көслө алҡыштар тынмаған. Тамашасыларға ҡушылып Йомабай Иҫәнбаев үҙе лә ҡул саба башлаған. Атаҡлы ҡурайсыбыҙ башҡорт йырын шулай ҡаршылағанға, йырсының тамашасы яратырлыҡ кимәлдә башҡара алыуына ныҡ шатланған, күрәһең".

1925 йылда уҡ Европаның 22 ҡалаһында булып, биш айға һуҙылған оҙайлы гастролдәрҙә 54 концертта ҡатнашып, тамашасыларҙы таң ҡалдырып сығыш яһап йөрөгән атаҡлы ҡурайсының исем-шәрифе башҡорт халҡына яңыраҡ ҡына кире ҡайта. Был хәлдең нисек булыуы тураһында Рәшит Шәкүр "Бөйөктәрҙең бөйөгө" тигән мәҡәләһендә ("Сыңрау торналар иле". Өфө, "Китап". 1996) бик ентекле һәм тулы итеп яҙа.

Мәҡәләнән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. "1966 йылдың ноябрь башы. Минең "Совет Башҡортостаны" гәзите редакцияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләп ултырған ваҡыт. Журналист Ирек Арғынбаев ағай беҙҙең быуын йәштәре бөтөнләй ишетмәгән-белмәгән мәшһүр бер башҡорт тураһында мәҡәлә яҙып килтерҙе. Ҡулъяҙманы уҡып, ҡурайсының ҡурай тотоп төшкән фотоһын күргәс, ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы, күңелдә милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары тулышты. Бөйөк халыҡ музыканты, XX быуат башҡорт ҡурайсылары араһында атаҡлыларҙың да атаҡлыһы, исеме үҙе тере саҡта ук легендаға әйләнгән һоҡланғыс талант эйәһе Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған мәҡәлә ине ул. (Үкенесле, әлбиттә: ошондай һис ҡасан онотолмаҫҡа тейешле шәхестәребеҙҙең дә исемдәрен онотторған дәүерҙә үҫкәнбеҙ икән шул беҙ.)

Тиҙҙән 1966 йылдың 18 ноябрендә "Донъяны таң ҡалдырған ҡурайсы" тигән исем аҫтында әлеге мәҡәлә гәзиттә баҫылып та сыҡты. Шул ваҡыттан башлап мин башҡорт ҡурайының һәм башҡорт ҡурайсыларының донъя халыҡтары рухиятында ысын-ысындан да илаһи һәм ғәжәйеп бер күренеш булып урын алғанлығына инандым, беҙҙең рухыбыҙҙы, көс-ҡеүәтебеҙҙе быуаттарҙан быуаттарға бөтөнөһөнән дә бигерәк ҡурай моңон, ҡурай моңона йырланған йырҙарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалғанын аңланым. Шуның өсөн дә ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу, ҡурайға булған һөйөү-табыныуҙың иге лә, сиге лә юҡ башҡорттоң йөрәгендә. Ҡурай һәм оҫта ҡурайсыларҙың һәр береһе халҡыбыҙҙың күңел түрендә йәшәй. Ә инде Йомабай Иҫәнбаев кеүек аҫыл заттар һәр ваҡыт Башҡорт иленең иң ҡәҙерле исемдәре, иң бөйөк шәхестәре йондоҙлоғонда торасаҡ”.

Рәшит Шәкүр Йомабай Иҫәнбаевтың улы Сәлихйән менән танышып һөйләшә. Ул атаһын былай тип һүрәтләй: "Атайым ауырлыҡҡа 145 килограмм, йәғни 9 бот ярым, буйы 2 метрлы бәһлеүән кәүҙәле уҙаман ине, мин уның яурынынан ғына була торғайным... Атайым бөтөн башҡорт көйҙәрен дә, уларҙың тарихын да белә торғайны".

Ирма Яунземдың тағы бер мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ғата Сөләймәновҡа яҙған хатынан өҙөктәр килтерәйек: ’Йомабай Иҫәнбаев матур кеше ине, оҙон буйлы, ҡарағусҡыл мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы. Мин уның менән 1927 йылда Германияға Беренсе Халыҡ-ара Бөтөн донъя музыка күргәҙмәһенә барыр алдынан таныштым. Беҙҙең концерттар Майндағы Франкфурттың Ҙур опера театрында барҙы — Йомабай ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны. Һәм ул иҫ киткес булды! Ғәжәп саф, яңы һәм һоҡландырғыс! Уның башҡарыуында Башҡорт моңо икһеҙ-сикһеҙ даланы ла, һабан турғайы моңон да, ҡыҙыу ҡояшты ла хәтерләтеп, ҡолаҡты наҙланы... Был гүзәллектән айырылыу мөмкин дә түгел ине.

...Туп-тулы зал сит ил тамашасыларының ошо һоҡланғыс һәм илаһи рәссамға арнаған алҡыштарын, уның оло уңыштарын яҡшы хәтерләйем. Минең үҙемә лә Йомабай менән бергә сығыш яһау бәхете тейҙе. Ана шул концерттарҙа башҡорт халҡының ике йырын ятлап йырлағайным. Улар "Курай" һәм "Абдрахман" йыры, уны Иҫәнбаев юғары оҫталыҡ менән музыкаль яҡтан биҙәне.

Ул саҡта Йомабай Иҫәнбаев менән сығыш яһау минең өсөн ысын музыка байрамына әйләнә ине. Ошо тойғо тамашасыға ла күсә, ул беҙҙе өҙлөкһөҙ алҡыштарға күмә. Дәртле, талантлы рәссам, ҡурайсы-музыкант Йомабай Иҫәнбаев менән булған концертты мин яҡты музыка байрамы итеп күңелдә һаҡлайым. Уны онотоу мөмкин түгел" (Ҡ. Аралбай. Мәшһүр ҡурайсы. — Совет Башҡортостаны. 1991, 14 июнь).

Йомабай Иҫәнбаев 1891 йылда Хәйбулла районының Үрге Ысмаҡ ауылында тыуа. 1940 йылда, Зәки Вәлиди менән бәйләнештә булыуына һылтап, алып китәләр. 1943 йылда фронтта һәләк була. Уға 1991 йылда (үлгәндән һуң) БАССР-ҙың халыҡ артисы тигән исем бирелә.

Кәрим Дияров (1910—1986)

үҙгәртергә
Википедияла

Ҡурай моңо менән йөрәктәрҙе тетрәтерлек оҫталарҙың береһе — Урал аръяғы, Ирәндек буйы ҡурайсыларының быуаттар төпкөлөнән быуындан быуынға килгән һоҡланғыс ижад тәжрибәһен, үҙенең күңелендә һәм зиһенендә һаҡлап, беҙҙең көндәргәсә килтереп еткергән атаҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров. Уның тыуған ауылы Басайҙа (Баймаҡ районы) Абдрахман Басаев тигән ҡурайсы була. Кәрим Дияров ҡурайға иң элек унан өйрәнә.

"Яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың ағаһы Аһыл Өмөтбаев бик шәп ҡурайсы ине. Ҡурай уйнағанда уның күкрәге зыңлап тора торғайны. Шул ағай менән дә бер нисә тапҡыр осраштым", — тип һөйләр ине Кәрим Дияров.

Темәстә Кәрим Дияров тарихсы һәм ҡурайсы Әбүбәкер Хөсәйенов менән таныша. Унан күп нәмә отоп ала. 1929 йылда бер төркөм ярлы балаларын Темәстән Өфөгә юғары уҡыу йортона инеү өсөн әҙерлек курсына ебәрәләр. Өфөлә ул Башҡортостандың халыҡ артисы, атаҡлы ҡурайсы, бейеүсе Ғиниәт Ушанов менән таныша, унан да күп йыр һәм көйҙәр өйрәнә.

Композитор Хәбибулла Ибраһимов Кәрим Дияровты Башҡортостан радиоһына саҡыра. Ҡурайсы радио аша йыш ҡына сығыштар яһай. Радио тыңлаусылар уның ҡурайҙа үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығын шунда уҡ тойоп ала һәм уйнауын һорап хаттар яҙа.

Кәрим Дияровтың тыуған яғы башҡорт халҡының ҡурайсы, йыраусы традицияларының, йыр-моңдоң тотороҡло һаҡланған төйәге ул. Ул ауылындағы оҫталарҙан да бик күп йырҙар һәм башҡарыу оҫталығына өйрәнә. Ә инде Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға килгәс, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Солтан Кәбәши, Александр Ключарев, Мөсәлим Вәлиевтәр уның үленән йырҙар һәм көйҙәр яҙып алалар. 1937 йылда студенттарҙың йәйге каникулында Ғәзиз Әлмөхәмәтов Кәрим Дияровты үҙе менән гастролдәргә алып китә.

Кәрим Дияров иң оҫта ҡурайсыларҙың башҡарыу оҫталығын — күкрәккә һалып уйнау маһирлығын отоп ала һөм үҙенән йәшерәк ҡурайсыларға мираҫ итеп ҡалдыра. Бынан тыш, Кәрим Дияров бик күп башҡорт йырҙарын һәм көйҙәрен беҙҙең көндәргәсә һаҡлап ҡалдырған музыкант. Мәктәптә эшләй башлағанда иң тәүге ынтылыштарының береһе — балаларҙы ҡурайға өйрәтеү була.

Курай һәм ҡурайсылар һирәк ҡала башлаған саҡта ла Кәрим Дияров бик күптәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Ул Iмна ла түгел, үҙенең башҡарыуында 120 көй яҙҙырып, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына тапшыра. Шағир һәм галим Рәшит Шәкүр менән музыка белгесе Фәрит Камаев уның мираҫынан (йырҙар, көйҙәр һәм риүәйәттәрҙән торған) "Сал Уралдың моңдары" тигән йыйынтыҡ туплай.

Башҡорт халҡының йыр-моңо, һис һүҙһеҙ, тарихи легендаһы, риүәйәте менән ҡуша йәшәй. Ҡурайсылар, йырсылар теге йәки был көйҙө башҡарыр алдынан, аҙылмаған ҡағиҙә ҡанундарына буйһоноп, уның тарихын тасуирлап һөйләп бирер булған.

Кәрим Дияров та, боронғоларҙан ҡалған ошо йоланы ҡыуып, ҡурайҙа уйнар йә йырлар алдынан уның тарихын тасуирлап һөйләп бирер булған. "Һәр осрашҡанда, ниндәй генә көй-йырҙы һорап яҙҙырып алыу теләген әйтмә, ул иң элек күтәренке рух менән уның риүәйәт, легендаһын һөйләр һәм тора-бара, шул ваҡиғалар эсендә үҙе лә йәшәгән һымаҡ, образға инеп китер ине. Уның хисләнеп һөйләгәнен тыңлап, үҙеңде лә ошо ваҡиғалар шаһиты итеп хис итә башлайһың. Ул һөйләп барыр, кәрәк урында ҡурайын алып уйнап йә йырлап күрһәтер, хатта һөйләгәндәрендә һейеү һүрәтләнһә, төшөп бейеп тә китер ине", —тип яҙа 1*өшит Шәкүр атаҡлы ҡурайсы тураһында.

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен башҡарыуҙа маһирлығына, ғәйәт күп йыр-көйҙөң риүәйәт, легендаларын хәтерендә тотоп, уларҙы тасуирлап башҡара алыуына ҡарап, Кәрим Дияровта сәсәнлек һәләтенең ярылып ятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә була. Тимәк, ул — ижады танылыулы ҡурайсы, йырсы ғына түгел, ә һүҙ оҫтаһы ла, йәғни боронғо поэтик традицияларҙы үҙләштергән сәсән дә. Был күренеш — уның күп яҡлы ижади һәләтенең бер сағылышы.

"Кәрим Дияров — борон-борондан ата-бабаларҙан килгән традицияларҙан һис тайпылмай, уларҙы һаҡлап, үҫтереп, байытып килгән оло шәхес. Был йәһәттән ул үҙенән алда килгән арҙаҡлы, мәшһүр Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев кеүек һәм уның шәкерте Ғәбит сәсән Арғынбаев һымаҡ ҡурайсы ла, йырсы ла, тапҡыр һүҙ оҫтаһы ла, көйҙәрҙең тарихи легендаларын һәм кемдән тапшырыла килгәнен белеүсе лә, үҙенән алда килгән оҫталарҙың мәшһүр таланттарын өйрәнеп, киләһе быуын ҡурайсыларына еткереүсе лә, халыҡ хазинаһын үҙенә генә хас импровизацияла һәм дә үҙ интерпретацияһында халыҡҡа ҡайтарыусы ла”, — тип яҙа Ришат Рәхимов.* Кәрим Мөхәмәҙи улы Дияровҡа 1983 йылда БАССР- ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исем бирелә.

ҠОБАЙЫР ӘЙТЕҮСЕЛӘР

үҙгәртергә

Рәсәй илендә демократик елдәр иҫеп, халыҡ иркен һулыш алып, үҙ мәҙәниәтен бер ниндәй ҡыҫымһыҙ, ҡалыпһыҙ, юғарынан бирелгән күрһәтмәһеҙ күтәреү хоҡуғына эйә булғас, фәҡәт архивтарҙа йәки тарихи китаптарҙа ғына ҡалыуға дусар булған байтаҡ ижад төрҙәребеҙ яңынан ҡалҡып сыға башлай. Онотолоу кимәленә еткән думбыра ла аяҡҡа баҫтырыла. 1980 йылдарҙа Вәкил Шөғәйепов думбыраны аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотонғас, талантлы музыкант Сабир Әбхәли- мов, рәссам Ансар Галин, билдәле фольклорсы, йырсы Риф Сөләймәнов, үҙешмәкәр композитор Мөхәррәм Сәли- мовтар беренселәрҙән булып думбыра сиртә башлай, һәм, радио, телевидение аша ла, сәхнәләрҙә лә боронғо сәнғәтебеҙ ауазы булып, думбыра ҡылдарынан моң ағыла.

Эпостарҙы ла, башҡа ҡобайырҙарҙы ла, әйтештәрҙе лә думбыра сиртеп, думбыраға ҡушылып башҡарыр булғандар. Әммә һәр ихтилалдан, баш күтәреүҙәрҙән Һуң иң элек азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәүсе сәсәндәрҙе юҡ иткәндәр, уларҙың думбыраларын һындырып утҡа ырғытҡандар. Думбыра сиртеү тыйылған. Думбыра менән бергә ҡобайыр әйтеүселәр ҙә тынып ҡалған. Ә шулай ҙа халҡыбыҙ араһында сәсәнлек оҫталығы һаҡланған.

1991 йылда Өфөнөң Нефтселәр һарайында үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһе бының шулай булыуын раҫлай. Унда халыҡ оҫталары: музыканттар, йырсылар, бейеүселәр һәм сәсәндәр ҡатнаша. Тамашасылар, нигеҙҙә, баш ҡала интеллигенция вәкилдәре, Бөрйәндән Фәйләрә Баязитованы, Баймаҡтан Шакирйән Рәхимов- ты, Әбйәлилдән Хәнифә Әбүбәкирова менән Гөлнур Мәмлиеваны, Хәйбулланан Әсмә Усманованы, Сибайҙан Абрар Арғынбаевты бик ихлас ҡаршылай.

Башҡорт йыраусылары һәм сәсәндәре "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Заятүләк менән һыуһылыу" кеүек бөйөк (Башҡорт фольклоры, II сығарылыш. Өфө, 1995).


Ошо йылдарҙан башлап башҡорт халҡының бик күп музыка ҡоралдары, шул иҫәптән думбыра, яңынан ҡай- ' тарыла. Думбыра менән бергә сәсәнлек маһирлығы ла йөнләнә. Был ижад төрөн беренселәрҙән булып профессиональ сәхнәгә фольклорсы ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева сығара.

Розалия Солтангәрәева

үҙгәртергә

Р. Солтангәрәева Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында 1955 йылда тыуа. Филология фәндәре докторы. Халыҡ йолаларын йыйыу, йола фольклорын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Үҙе ижад иткән ҡобайырҙарҙы башҡарыу менән киң танылыу ала. Мифтахетдин Аҡмул- лаға, Зәки Вәлидигә, Зәйнәб Биишеваға, БР-ҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа, Ишмулла Дилмөхә- мәтовҡа, Рәми Ғариповҡа арналған ҡобайырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә. Ул, Алматыла Халыҡ-ара аҡындар һәм сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, юғары баһаға лайыҡ була — лауреат исеме ала, Смоленск ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтөн Рәсәй һәм шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары лауреаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты.

Р. Солтангәрәева йырсы, бейеүсе булараҡ та, ҡумыҙҙа оҫта сиртеүсе булыу йәһәтенән дә киң танылыу ала. Уның репертуарында 30-ҙан ашыу бер ҡайҙа ла ишетелмәгән йәки һирәк ишетелә торған йыр бар.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса "Башҡорт туйы” спектаклен ҡуйғанда, Розалия Солтангәрәева Халыҡ рухы — сәсән образын башҡара. Уның ҡатнашыуы спектаклдең тәьҫир көсөн арттыра, халыҡ бик яратып ҡаршы ала. Башҡортостан телевидениеһында төшөрөлгән "һабантуй" һәм "Арҡайым йондоҙлоғо аҫтында" фильмдарында уйнай.

— Минең фәнем — оло быуын кешеләренең хәтере, уларҙың халыҡ сәнғәте аша быуаттарҙан быуаттарға күсә килгән ҡайғы-хәсрәте, уйҙары, шатлыҡтары һәм ғазаптары, атай-олатайҙарҙың мираҫы менән рухи бәйләнеш ул, —ти йырсы-ҡобайырсы Р. Солтангәрәева. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева — БАССР- ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы — ҡурайҙы һаҡлап алып ҡалыусы, ҡурай сәнғәтен артабан үҫтереүсе атаҡлы ҡурайсыларыбыҙ хаҡында ниҙәр белдегеҙ?
  2. Ауылығыҙҙа ҡурайсылар бармы? Мәктәбегеҙҙә ҡурай түңәрәге эшләйме?
  3. Розалия Солтангәрәеваның берәй ҡобайырын өйрәнегеҙ.

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ ЭШЛӘҮСЕЛӘР

үҙгәртергә

Ҡурай эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов ағас ҡурай уйлап сығарған осорҙа байтаҡ ҡына һөнәрмәндәр башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарын аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Өфө сәнғәт институты эргәһендә "Моң" оҫтаханаһы ойошторолоп, Әнсәр Йәнғужин, Рәшит Аллаяров, Рәшит Ғәлимов, Азамат Байрамғоловтар думбыраны тергеҙә башлай. Фольклорсы ғалим Риф Сөләймәнов таүҙенсәлекле думбыра өлгөһө яһай. Күмертауҙан Зыя Хәлилов, Белорет районы Шығай ауылынан Ханнан Үҙәнбаев, Өфөнән Айрат Ғафаров, Салауат ҡалаһынан Миңнулла Дәүләтбаевтар ҡумыҙ яһай, Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан Ғәлим Ҡобағошов думбыра, дөңгөр, даңра тигән һуҡма музыка ҡоралдарын тергеҙеү хыялы менән йәшәй. Батыр Иҫәнсурин, Өлфәт Ҡоба- гошов башҡорт музыка ҡоралдарын аяҡҡа баҫтырыу хәстәрлеген күрә. Батыр Иҫәнсурин хатта һорнай тигән музыка ҡоралын да эшләй.

Шулай итеп, демократик елдәр иҫеп, ижад итеү мөмкинлектәренә киң юл асылғас, халыҡ булмышында йәшеренеп ятҡан, онотолмаған оһоллоҡ яңынан уяна башлай. Телгә алынған һөнәрмәндәр исемлеге республика кимәлендә билдәле булғандары ғына, ул һис кенә лә тулы түгел.

Ҡурай эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов (1936)

үҙгәртергә
Википедияла

Ҡурай, ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамбле, тип һөйләү хәҙер ғәҙәти бер күренеш кеүек. 1960—1975 йылдарҙа был хыял ғына ине. Ул саҡта һабантуйҙарҙа ҡурай моңо һирәгерәк ишетелә, ҡурайсылар конкурстары үткәрелмәй башлағайны. Был хәл халыҡты, бигерәк тә оло быуынды, борсоуға һалды. Ҡурай менән бергә халыҡтың оҙон көйҙәре, легендалары ла онотолоуы ихтимал ине.

Халыҡтың алдынғы ҡарашлы вәкилдәре борсолоп ҡына ҡалмай, ә ниҙер эшләргә тырыша. Шуларҙың береһе атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәнов ныҡышмалы юллауҙар менән Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай бүлеге астырыуға өлгәшә. Э урындағы ҡурайсылар Кәрим Дияров, Нәжметдин Хәсәнов, Әхмәтсәлим Яҡупов, Хәйерзаман Бикбаев, Әҙһәм Исҡужин, Сәйфулла Дилмөхәмәтов һәм башҡа байтаҡ оҫталар үҫмер малайҙарҙы ҡурай уйнау серҙәренә өйрәтергә тырышалар. Әммә ҡурай үләйенең кәмеүе хафаға һала.

"Саф күңелле бәндәләренә Тәңре ярҙам итә", — тигән хәҡиҡәт бар. 1970 йылдарҙа Алматы художество училищеһын тамамлаған рәссам Вәкил Шөғәйепов ғаиләһе менән Өфөгә ҡайтып төшә.

Салауат батырҙың яҡташы — Салауат районы егете Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен, эпос батырҙарын һүрәттәрендә һынландырыу тигән хыял менән ҡайта тыуған яғына. Ошо уй-ниәттәр менән йөрөгәндә, бер һүрәт эшләргә заказ бирәләр. Фанера менән эш итергә кәрәк булғанлыҡтан, фанераның төҫөн үҙгәртеү өсөн ҡайнатып алырға уйлай рәссам. Шул саҡ көтөлмәгән хәл килеп сыға. Шпон төрөлә, ҡурай формаһы ала. Вәкил Шөғәйепов был хәлгә ғәжәпкә ҡала, әммә: "Ҡурай эшләп булмаҫмы?" — тигән хыял менән ҡыуана башлай.

Артабанғы ваҡиғаларҙың шаһиты Мәрйәм Бураҡаева былай тип иҫкә ала: "1976 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзите редакцияһына халыҡ йырҙарын иҫ китмәле оҫта башҡарыусы, ҡурайсы Айрат Ғафаров (йырсы-музыканттар Алмас менән Илдар Ғафаровтарҙың атаһы) менән Вәкил Шөғәйепов килеп инделәр. Ошо хәл тураһында һөйләнеләр. Был ярымасыш ҡыуаныслы булһа ла, Вәкил Шөғәйеповтың хәле маҡтанырлыҡ түгел. Ул, бөтөн эшен ташлап, ағас ҡурай уйлап сығарыуға тотонған. Шпондың төрөлөүе менән генә ҡурай килеп сыҡмай. Уны тоташтырыу өсөн елем (келәй) яһау, елемдең кеше организмы өсөн зыянһыҙ булыуы, ҡурай тембрын көйләү һәм башҡаларҙы уйлап табырға, тәжрибә үткәрергә...

Ә тәжрибәләр үткәреү өсөн оҫтахана, эш хаҡы кәрәк. Байтаҡ ҡына түрәләргә ингәндәр, ярҙам итеүсе табылмаған. Редакцияға ошо йомош менән килеп ингәйнеләр был егеттәр.

Ҡурай эшләп ҡарар өсөн оҫтахана юллауға өс йылға яҡын ваҡыт үтте. Ошо ваҡыт эсендә бер тин эш хаҡы ла алмай, эҙләнеү эшен дауам итте оҫта. Ул саҡта яңы эш башлаған йәш журналист Гөлсирә Ғиззәтуллина был мәсьәләне гәзит биттәрендә күтәреп сыҡты. Унан һуң яҙыусы Тайфур Сәғитов был хаҡта "Правда" гәзитенә яҙҙы.

Башҡорт АССР-ы хөкүмәтенең юғары вазифа биләгән һәм ошо эште яйға һалыуҙы хәл итә алған "ағайҙар" ҡолағына ишетелде был тауыш һәм, ниһайәт, Вәкил Шөғәйеповҡа оҫтахана итеп ике бүлмәле фатир бирелде. Ә эше яйға һалынып киткәнгә тиклем матди яҡтан Өфөләге дуҫтары ярҙам күрһәтте.

Бына шундай ҡатмарлы, фәҡәт Вәкил Шөғәйеповтың үтә лә ныҡышмалы, сыҙамлы, үҙ эшенә бирелгәнлеге һәм фиҙәкәрлеге һөҙөмтәһендә донъяға ағас ҡурайҙар бар булды. Бөйөк итальян оҫтаһы Страдивари ғәжәйеп скрипкалар эшләгән кеүек, Вәкил Шөғәйепов та тиңдәше булмаған ҡурайҙар уйлап таба.

1976 йылда беренсе ҡурайын Ғата Сөләймәновҡа күрһәтеп, 1979 йылда илебеҙҙең уйлап табыу һәм асыштар буйынса Дәүләт комитетының авторлыҡ таныҡлысы һәм СССР Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары Күргәҙмәһенең бронза миҙалы алғанға тиклем Вәкил Шөғәйе- повтың башынан үткән ныҡышмалылыҡҡа, әрһеҙлеккә, эшсәнлеккә һәм алдына алған маҡсатына ирешеү өсөн фиҙакәр булыуына ғәжәпкә ҡалырлыҡ...

Башҡорт ҡурайы бүтән музыка ҡоралдары менән бергә, оркестр составында ла яңғырай. Ҡурайсы Рбберт Юлдашевтың, Рәмил Ғәйзуллиндең оркестрға ҡушылып уйнауын Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә лә, шулай уҡ сит ил сәхнәләрендә лә тамашасылар йотлоғоп тыңлай. Егеттәребеҙ музыка 'коралдары ярыштарында ҡурайҙары менән еңеп ҡайта. Байрамдарҙа иллешәр, йөҙәр ҡурайсынан торған ансамблдәр сығыш яһай.

Вәкил Шөғәйепов ҡурайы ҡурай үләненән яһалған музыка ҡоралынан һис кенә лә ҡалышмай. Тик, оҫталарҙың әйтеүенсә, тәбиғи ҡурайҙың тауышы йомшағы- раҡ, моңлораҡ, сөнки үлән һырҙары үҙенсәлекле тауыш бирә, ә Шөғәйепов ҡурайының ансамбль өсөн мөмкинлектәре ҙур.

Шуныһы иғтибарға лайыҡлы, Вәкил Шөғәйепов, рәссамлығын ташлағанлығы, күңелендә йөрөткән хыялдарының тормошҡа ашмағаны өсөн һыҙланып-һыҙла- нып ҡуя, әммә үкенмәй. "Үкенмәйем, — ти ул. — Был эште минән башҡа кем эшләр ине? Барыбер бер юлы ике эште лә башҡара алмаҫ инем. Ә минең, эпос геройҙарын төшөрөү, легендаларға әйләнгән шәхестәребеҙҙе һынландырыу, тигән хыялымды тормошҡа ашырыусы рәссамдар тыуыр әле. Иманым камил. Халҡыбыҙ ижадҡа маһир ул. Ә ҡурайҙы, хатта ошо асышҡа килгән саҡта ла тиҙ генә эшләп булмаҫ ине. Әлеге мәлдә уны мин генә эшләй ала инем.

Сөнки мин уның бик күп серҙәренә төшөнгәйнем. Шуға күрә һис кенә лә үкенесем юҡ. Ә үҙем йән өргән һәр ағас ҡурайҙың моңландырып-һығылдырып башҡорт моңо тара- тыуына ҡыуанысым иҫ китмәле ҙур. Хатта сағыштырып әйтерлек нәмә лә тапмайым", — ти оҫта.

Ысынлап та, был ҡыуанысты бер ни менән сағыш- тырырлыҡ түгел. Ҡурай икенсе һулыш алды. Бөгөнгө көндә ул дәүләт символында сағылышын тапты. Уның туплаусы, рухландырыусы, өмөт уятыусы һәм илһамландырыусы көсө бар. ҺОРАУҘАР.

  1. Һеҙҙең яҡта оҫта гармунсылар, скрипкасылар бармы? Мандолина һаҡланғанмы?
  2. Башҡорт халҡының борондан булған, әммә бөгөнгө көндә онотолған музыка ҡоралы тураһында белеүселәр бармы? Өлкән- дәрҙән һорашығыҙ, белһәләр, шул музыка ҡоралының төҙөлөшөн яҙып алығыҙ. Бәлки арағыҙҙа башҡорт музыка ҡоралдарының бығаса ишетелмәгән төрҙәрен яңынан аяҡҡа баҫтырыусы оҫталар табылыр.

БАШҠОРТОСТАНДА ПРОФЕССИОНАЛЬ МУЗЫКА

үҙгәртергә

Октябрь социалистик революцияһынан һуң 1920 йылдарҙа халыҡ сәнғәте йәнләнә башлай. Күп кеше ҡатнашҡан митингылармы, йыйылыштармы, — ни генә ойошторолмаһын, аҙаҡтан концерттар ҡуйыла. Бындай концерттарҙа халыҡ араһынан сыҡҡан таланттар ғына түгел, хатта уға тиклем төрлө түңәрәктәрҙә, төркөмдәрҙә сығыш яһап йөрөгән, ҡайҙалыр белем алған профессиональ артистар ҙа әүҙем сығыш яһай башлай. Бындай сығыштар ваҡытында халыҡ араһында йырға-бейеүгә маһир һәләттәр табыла, улар профессиональ төркөмдәргә эшкә алына. Халыҡ сәнғәтен өйрәнеү, йыйыу-туплау, тәртипкә килтереү, ғилми күҙлектән тикшереү өсөн Башҡортостандың көнкүреш, тарих һәм мәҙәниәтте өйрәнеү йәмғиәте эргәһендә сәнғәтте өйрәнеү секцияһы ойошторола. Унда музыка белгестәре һәм композиторҙар И. Салтыков, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Солтан Ғәбәши, Александр Ключаревтар инә. Улар башҡорт музыкаль фольклорын ойрәнеүҙә һәм профессиональ музыкаға нигеҙ һалыуҙа ҙур өлөш индерә.

1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт дәүләт драма театры эргәһендә оркестр ойошторола. Был оркестр менән һәүәҫкәр композитор Хәбибулла Ибраһимов етәкселек итә. Спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү, музыканы ноталарға күсереү кеүек профессиональ әҙерлек талап иткән эшмәкәрлек башлана. Шуға ла, профессиональ музыканың формалашыу ына ошо бәләкәй генә оркестр ҙур йоғонто яһаған, тиһәк, һис кенә лә яңылыш булмаҫ. Әлбиттә, музыкаль яҡтан биҙәү өсөн халыҡ йырҙары, бейеү көйҙәре ныҡ файҙаланыла. Мәҫәлән, Хәбибулла Ибраһимовтың, Мөхәмәтша Буранғоловтың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр халыҡ йырҙарына нигеҙләнә.

1929 йылда йәш композитор Камил Рәхимов "Башҡорт туйы"на яңылыҡ өҫтәй, әҫәрҙең йөкмәткеһен нығыраҡ асыу, образдарҙы баҙыҡландырыу маҡсатында спектакль өсөн махсус ижад иткән музыкаль әҫәрҙәр индерә.

1919 йылда Өфөлә — музыка мәктәбе, 1921 йылда музыка училищеһы асыла. 1926 йылда сәнғәт техникумы эшләй башлай, һәм 1932 йылда ул музыка училищеһына әйләнә. Унда театр һәм художество бүлектәре була. Был бүлектәргә йәштәрҙе республиканың райондарынан эҙләп йөрөп йыялар, улар үҙҙәре лә килә. һәләтле тип табылғандарҙы һис бер ҡаршылыҡһыҙ алыр булғандар һәм яңылышмағандар, сөнки артабан улар үҙҙәрен ысын талант эйәһе итеп күрһәтеп, профессиональ музыканы үҫтереүгә тос өлөш индерәләр.

1928 йылда Өфөлә Башҡорт радиокомитеты ойошторола. Халыҡтың аң-белемен күтәреүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Ауылдарҙа, ғәҙәттә, бер нисә кешелә генә була торған радиоалғыстар янына тотош ауыл халҡы йыйылып, Өфө тапшырыуҙарын тыңлай, һәр яңы йыр, һәр яңы көй шунда уҡ отоп алыныр һәм халыҡ араһында таралыр булған. Радиокомитетта фонотека булдырыла һәм унда яҙмалар туплана башлай.

Бөгөнгө көндәге иҫ китмәле бай фонотеканы туплауҙа радиокомитеттың оҙаҡ йылдар эшләгән тәүге музыка редакторҙарынан Александр Ключарев, Камил Рәхимов, Шәүкәт Мәсәғүтов менән Мәрйәм Ғабдрахманованың, Фәниә Хәлитова-Сөләймәнованың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ғөмүмән, радиокомитеттың туплау, ойоштороу йәһәтенән роле иҫ китмәле була. Комитет эргәһендә республикала беренсе ижади коллективтар туплана: инструменталь һәм вокал коллективтар, Анатолий Тихомиров етәкселегендә йырсылар хоры, А. Спиваковский етәкселегендә симфоник оркестр ҙа эшләп ала. Ошо коллективтар өсөн тәүге әҫәрҙәр яҙыла, башҡорт халыҡ йырҙары ноталарға һалына. Башҡорт автономиялы республикаһының 10 йыллығына композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов "Тантаналы марш" ижад итә, симфоник оркестр өсөн "Сыңрау торна", "Каруанһарай" йырҙары эшкәртелә.

Башҡорт композиторҙары Мәсәлим Вәлиев, Хәбибулла Ибраһимов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Солтан Ғәбәши, Камил Рәхимовтар 1920 йылдарҙа уҡ көй яҙа, башҡорт халыҡ көйҙәрен йыйып өйрәнә башлай. Тап ошо композиторҙар башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һала ла инде.

1932 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә башҡорт милли студияһы асыла. Был студияға уҡыусыларҙы ошоғаса билдәле булған һәүәҫкәрҙәр араһынан да, шулай уҡ райондарҙан да эҙләп йыялар. Баныу Вәлиева, Ғабдрахман Хәбибуллин, Хәбир Ғәлимов, Зәйтүнә Илбаева, Шәһиҙә Вәлиәхмәтова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Вәли Галкин, Маһира Мәҡсүтова һәм Ольга Сыртлановалар булалар улар. Артабан был студияны Мәғәфүр Хисмәтуллин, Эсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтова, Хөсәйен Ҡудашев, Ғата Сөләймәнов, Мәҙхиә Әхмәтйәнова, Сәлих Хөснияров, Хөсәйен Мәжитов, Миҙхәт Ғәлиевтар тамамлай.

1936 йылда ошо уҡ Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә композиторҙар бүлеге асыла һәм уны Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Халиҡ Займов, Нариман Сабитов, Рафиҡ Сәлмәнов, Шамил Ҡолбарисов, Шамил Ибраһимовтар тамамлап ҡайта. 1938 йылдың 14 декабрендә Башҡорт опера һәм балет театры үҙенең тәүге эшен күрһәтә. Итальян композиторы Джованни Паизиеллоның "Тирмәнсе һылыуҡай"

("Прекрасная мельничиха") тигән операһы башҡорт телендә ҡуйыла. Башҡортсаға уны Сәғит Мифтахов тәржемә итә. Театрҙың художество етәксеһе булып Мәскәү дирижеры Петр Михайлович Славинский эшләй. 1939 йылда Башҡорт АССР-ының Композиторҙар союзы асыла, уның беренсе рәйесе Мәсәлим Вәлиев була. Опера театры асылғас, милли опералар ижад итеү мәсьәләһе килеп баҫа.

1920 йылдарҙа Мәжит Ғафуриҙың "Эшсе" поэмаһы нигеҙендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Солтан Ғәбәши һәм Насилий Виноградов "Эшсе" операһы, 1931 йылда композитор А. А. Эйхенвальд менән Мөхәмәтша Буранғолов башҡорт фольклорына нигеҙләнгән "Мәргән" операһын ижад итәләр. Ә 1940 йылда "Ашҡаҙар" операһын яҙалар. Мәсәлим Вәлиев 1939 йылда Сәғит Мифтахов либреттоһына "Һаҡмар" операһын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында А. Спадавеккиа, II. Пейко, Н. Чемберджи, А. Эйхенвальд, Л. Степанов, 'һ. Козицкийҙар Башҡорт опера һәм балет театры өсөн репертуар булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 1941 йылда Л. Чемберджиның "Ҡарлуғас", 1942 йылда Халиҡ Займов менән А. Спадавеккианың "Аҡбуҙат", 1943 йылда М. Вәлиев менән Н. Пейконың "Айһылыу" опералары ҡуйыла.

Мәскәү консерваторияһының башҡорт студияһында уҡыған студенттарҙан Р. Ғәбитов, Р. Мортазин, X. Займов, Ш. Ҡол барисов, Ш. Ибраһимов, X. Әхмәтов, М. Башкиров, Атанова, К. Рәхимовтар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет Армияһы сафтарында була. Р. Ғәбитов һәләк була. Рәүеф Мортазин ауыр яраланып ҡайта. Яңы аяҡҡа баҫып килгән опера сәнғәте ҙур юғалтыу кисерә.

1943 йылда Ленинград хореографы Н. А. Анисимова менән сценарист Фәйзи Ғәскәров беренсе башҡорт балеты "Сыңрау торна"ны әҙерләйҙәр. Уның музыкаһын Лев Степанов менән Заһир Исмәғилев яҙа. 1944 йылдың 30 апрелендә премьера була. Шулай итеп, башҡорт балеты сәхнәгә сыға. 1940 йылдарҙа Б. Асафьевтың "Баҡсаһарай фонтаны", Нәжип Йыһановтың "Зөһрә", Петр Чайковскийҙың "Аҡҡош күле" лә ҡуйыла.

Профессиональ музыка үҫешендә Башҡорт дәүләт филармонияһының роле ғәйәт ҙур була. Филармония эргәһендә Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле, Ҡурайсылар ансамбле, тынлы оркестр, халыҡ инструменттары оркестры, эстрада коллективтары, фольклор төркөмдәре ойошторола.

1960 йылдарҙа Д. Д. Шостакович етәкселегендә РСФСР Композиторҙар Союзы Секретариатының күсмә ултырышы үткәрелә. Был Башҡортостандың музыкаль тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә була. Симфоник һәм камера әҫәрҙәре концерттарында Рәүеф Мортазин, Мәсәлим Вәлиев, Хөсәйен Әхмәтов, Светлана Шаһиәхмәтова, Николай Инякин, шулай уҡ йәш музыканттарҙың әҫәрҙәре яңғырай. 1968 йылда асылған Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Хор капеллаһы асылыуы музыка сәнғәте донъяһында ҙур әһәмиәткә эйә була. Был йылдарҙа Заһир Исмәғилевтең "Ағиҙел тулҡындары", Хөсәйен Әхмәтовтың "Замандаштар" операларының, Нариман Сабитовтың "Айгөл иле" балетының премьералары булыуы республикабыҙҙың музыкаль мәҙәниәтен үҫтереүҙә тос өлөш индерә.

1976 йылда Өфөлә Башҡортостан Композиторҙар союзының йәш композиторҙар ижадына арналған пленумы булып үтә. Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Морат Әхмәтов, Данил Хәсәншин, Абрар Ғабдрахманов, Е. Земцов, Ләйлә Исмәғилева, Светлана Шаһиәхмәтованың әҫәрҙәре һәм Морат Әхмәтовтың "Маугли" тигән балеты ҡарала. Башҡорт профессиональ музыкаһының йылдам үҫеше билдәләп үтелә. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт профессиональ музыкаһы ҡасан аяҡҡа баҫа башлай?
  2. Иң элек ҡайһы композиторҙар милли профессиональ музыка булдырыу эшенә тотона?
  3. Башҡорт профессиональ музыкаһының барлыҡҡа килеүен- дә тағы кемдәр ҙур роль уйнай?
  4. Башҡорт профессиональ музыка сәнғәтен бар итеүҙә башҡа милләт композиторҙары ниндәй роль уйнай?

БАШҠОРТ ОПЕРА СӘНҒӘТЕНЕҢ ТЫУЫУЫ ҺӘМ ҮҪЕҮЕ

үҙгәртергә

1938 йылдың 14 декабрендә Башҡорт дәүләт опера театры асыла. Опера театрының асылыуы башҡорт халҡы сәнғәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур тарихи ваҡиға була. Ул тәүге көндәрҙән башлап республика музыкаль мәҙәниәтенең үҙәгенә әйләнә. Республикабыҙҙың күп милләтле халҡы ошо театр аша рус һәм сит ил классикаһы өлгөләре менән таныша. Мәскәүҙең тәжрибәле белгестәре йәш башҡорт композиторҙарына баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәтә. Аҙ ғына ваҡыт эсендә башҡорт операһы киң популярлыҡ яулай.

"Башҡорт халҡының һәр боронғо көйөн операға нигеҙ итеп була. Опералар яҙырға кәрәк", — тип хыялланған үҙ заманында композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов. Сәжәйеп ҡатмарлы музыкаль әҫәр һаналған, әммә халыҡ-ара музыка донъяһында иң юғары үҫеш тип баһаланған опера яҙып, халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын донъя кимәленә сығарыу хыялы менән яна Ғәзиз Әлмөхәмәтов, һәм башҡорт композиторҙары араһында (мҙюнсе булып ошо эшкә тотона. Иң тәүге һынау эше булғанлыҡтан, татар композиторҙары менән бергәләшеп ипләйҙәр, һәм ике халыҡ өсөн уртаҡ булған "Сания” һәм "Эшсе" опералары тыуа.

Композитор Мәсәлим Вәлиевтең "һаҡмар" операһы (Сәғит Мифтахов либреттоһы) беренсе башҡорт операһы тип һанала. 1940 йылдың 8 февралендә был операның премьераһы була һәм ошо көн башҡорт милли операһының тыуыу көнө тип атала.

Мәсәлим Вәлиев операла, нигеҙҙә, халыҡ көйҙәрен файҙаланған. Операны йылы ҡаршылайҙар. Хатта хор оеөн яҙылған "Аҡ ҡайын" йыры аҙаҡ халыҡ араһында киң тарала һәм айырым йыр булып китә.

1943 йылда йәш шағир Мөхәмәтйәров Хәй (М. Хәй), Сәғит Мифтахов либреттоһын "Айһылыу" исеме менән үҙгәртә лә Мәскәү композиторы Н. Пейко ҡатнашлығында яңынан музыка яҙыла. 1953 йылда шағир Ғәйнан Әмири либреттоны яңыртып яҙа һәм музыкаһы ла үҙгәртелә.

"Ҡарлуғас" операһының либреттоһын Баязит Бикбай үҙ әҫәре нигеҙендә яҙа. Музыкаһы Н. Чемберджи- ныҡы. Премьераһы Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда, 1941 йылдың 20 сентябрендә була.

Композиторҙар Антонио Спадавеккиа менән Халиҡ Займов шағир Сәғит Мифтахов либреттоһына "Аҡбуҙат" операһы яҙалар. Халыҡ эпосы нигеҙендә яҙылған патриотик рухтағы был опера 1942 йылдың 7 ноябрендә ҡуйыла һәм йылы ҡаршы алына. Был операларҙың бөтөнөһөндә лә башҡорт халыҡ йырҙарының сағылышы ныҡ һиҙелә. Тимәк, башҡорт халҡының оҙон көйҙәре һәр береһе операға нигеҙ була ала, тигән фекерҙең дөрөҫлөгө иҫбатлана.

Башҡорт операһының артабанғы үҫешендә лә шулай уҡ халыҡ йырҙары ныҡ файҙаланыла. "Салауат Юлаев", "Аҡмулла", "Ҡаһым түрә", "Нәркәс" опералары, тәүге операларҙың хаталарын иҫәпкә алып, яңыса һулыш, заманса талаптар нигеҙендә уңышлы ижад ителә. Фольклор-этнографик күренештәр, йолалар, туй байрамдары, күмәк уйындар, сәхнәләштерелгән легендалар — барыһы ла профессиональ театр сәнғәтенең нигеҙен тәшкил итә. Шулай итеп, башҡорт операһы үҙенең формалашыуында халыҡтың музыкаль ижадына, рус классик музыкаль традицияларына һәм хәҙерге заман сәнғәт тәжрибәһенә таяна.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры III мең йыллыҡта юғары профессиональ күтәренкелек кисерә. Заһир Исмәғилевтең "Ҡаһым түрә" операһы уңыш менән бара. Салауат Низаметдиновтың "Мементо" операһын да тамашасылар яратып ҡабул итә. Йырсылар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың исеме киң танылыу таба. Талантлы балерина Гүзәл Сөләймәнова Будапештта үткән Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара конкурс дипломанты була, Гөлсинә Мәүлекасованың балеттағы уңышы республика тамашасыларын шатландыра. Балет артистарын сит илдәргә даими саҡырып торалар.

ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт операһының үҫеш юлдары ниндәй?
  2. Башҡорт профессиональ музыка сәнғәте үҫешенең төп күр- lumcece булған операның формалашыуына ниндәй жанр нигеҙ

була?

КОМПОЗИТОРҘАР

үҙгәртергә

Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895—1938)

үҙгәртергә
Википедияла

Йырсы, композитор, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал ауылында тыуа. Ғаиләлә алты ир бала үҫә. Улар төрлөһө төрлө тарафтарға сығып китеп ялланып эшләйҙәр. Өлкән ағаһы менән Ғәзиз дә Ташкентҡа юл ала. Ғәзиз тыуған яҡтарын бик һағына, һағышын йырға һала. Уның йырын урындағы халыҡ бик яратып тыңлай. 19 йәшендә тирә-яҡтарҙа оҫта йырсы булараҡ даны таралған профессиональ артисҡа әйләнә һәм гастролдәргә сыға башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә Урта Азиянан тыш та уны белә башлайҙар.

Себерҙә, Башҡортостанда, Татарстанда яратып тыңлайҙар, концерттар менән килергә саҡыралар. Йырсы Урта Азияла, Татарстанда, Башҡортостанда, Әзербайжанда һәм башҡа яҡтарҙа йөрөй. Бер үк ваҡытта ул халыҡ йырҙарын йыя һәм уларҙың легендалары менән дә таныша. "Шәүрә", "һаҡмар”, "Урал", "Ҡолой кантон", "Сибай" йырҙарын бик яратып башҡара.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов Ташкент ҡалаһында булғанда, татар йырсылары һәм музыканттары гастролгә килә. Сәлих Сәйҙәшев, Кәрим Тинчурин, Рабиға Борнашевалар була улар араһында. Улар менән бергә Әзербайжанға бара. Гастроль менән барған саҡта Әзербайжан опера һәм балет театрының музыкаль спектаклендә ҡатнаша һәм башҡорт операһын ижад итеү хыялы менән яна башлай. Шулай итеп, "Сания" операһы идеяһы тыуа. Уға Татарстан композиторҙары Солтан Ғәбәши менән Василий Виноградов ярҙам итә.

1925 йылда Ҡазан ҡалаһында "Сания" операһы ҡуйыла. Был опера беренсе башҡорт-татар операһы булып иҫәпләнә. Бынан һуң "Эшсе" операһы тыуа. Опера Мәжит Ғафуриҙың эшселәр темаһына яҙылған "Эшсе" поэмаһы нигеҙендә эшләнә (опера 1930 йылда Мәскәүҙә күрһәтелә). 1929 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов Өфөгә ҡайта һәм йыр йыйыу һәм өйрәнеү эшенә тотона. Уға беренсе булып "Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы" тигән исем бирелә.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ең һыҙғанып, илһамланып эшләй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһы астырыуҙы юллай башлай. Ул һәләтле балалар эҙләп райондарға сыға. Фольклор йыйыу буйынса ойошторған экспедицияларында бер юлы һәләттәр ҙә эҙләй. Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна Калинина- Сыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мөслимә Мусина, Сәлих Хөснийәров, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Рәүеф Мортазиндар — барыһы ла ул тапҡан таланттар.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов халыҡ йырҙары, классик романстар, ариялар башҡарыу менән бергә үҙе көйҙәр яҙа, ижад менән шөғөлләнә. "Маяковскийҙың үлеменә ҡарата" тигән үҙенсәлекле музыкаль әҫәр яҙа. "Шомло ел", "Сайҡалалар кәмәләр", "Йырҙар яҙам", "Ағиҙел буйҙарында", "Көтөүсе" тигән бик тә үҙенсәлекле йырҙары билдәле.

1933 йылда халыҡты музыкаль яҡтан тәрбиәләү проблемаһы буйынса китап нәшер итә. "Башҡорт совет музыкаһын тыуҙырыу өсөн көрәш юлында" тигән брошюраһы бик тиҙ танылыу ала. Башҡорт телендә яҙылған бик төплө хеҙмәт була был.

Йырсы халыҡты музыкаль яҡтан тәрбиәләү, уларға зауыҡлы әҫәрҙәр тыңлатыу хыялы менән йәшәй. 1936 йылда, йөк машинаһын сәхнә итеп йыһазлап, фортепиано ултыртып, ике ай буйы республика ауылдарында концерт менән йөрөйҙәр. Халыҡ өсөн күрелмәгән был музыка ҡоралында уйнаусы пианистка Вера Иваневская, ғәжәйеп оҫта мандолинасы татар егете Исмәғил Билалов, бейеүсе Заһиҙә Бәхтийәрова, йырсы Диана Нурмөхәмәтова һәм администратор Шәүкәт Мәсәғүтов була был концерт бригадаһында.

Пластинкалары һәм телдән телгә күскән даны аша халыҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтовты яҡшы белә. Шуға ла концерттарҙа халыҡ иҫ китмәле күп була. Ҙур ауылдарҙа сығыш яһаған саҡта тирә-яҡтарҙан да йыйылышып киләләр.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов туған халҡының йырҙарын бик иратып һәм ҙур ихласлыҡ менән башҡара. "Урал", Буранбай", "Сибай", "Таштуғай", "Зөлхизә", "Шәүрәкәй" йырҙары репертуарынан төшмәй. Киң диапазонлы, иҫ китмәле моңло тенор менән башҡара ул халыҡ йырҙарын.

Үҙе ижад иткән йырҙар ҙа халыҡ йырҙары Һымаҡ уҡ тиҙ арала отоп алына, күңелгә ятышлы була. Ул киләсәк өсөн йәшәй: опера театры репертуарын әҙерләргә тотона, Солтан Ғәбәшигә, Александр Ключаревҡа яңы операларға заказ бирә, итальян операларын тәржемә итә, үҙе "Ынйыҡай менән Юлдыҡай" тигән опера яҙа башлай.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың иң ҙур хыялы — опера театры асыу була. Әммә театр асылыр алдынан ғына Ғәзиз Әллмөхәмәтовты, халыҡ йырсыһын, "халыҡ дошманы" тип ҡулға алалар. 1938 йылда аталар.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорт халҡының, һис шикһеҙ, талантлы улы. Бөгөнгө көнгә тиклем яратылып башҡарылған "Сайҡалалар кәмәләр" йыры, опералары буйынса ғына ла уның ни тиклем сағыу композитор булғанлығын күҙалларға мөмкин.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 тулыу уңайы менән Мораптал ауылында музей асыла, ә Республика музыка-тәрбиә мәктәп-гимназияһына уның исеме бирелә. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары үткәрелә һәм лауреаттар билдәләнелә. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт профессиональ операһының үҫеше өсөн Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың индергән өлөшө ниндәй?
  2. Композитор Ғ. Әлмөхәмәтовтың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
  3. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй саралар күрелгән?
  4. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары лауреаттарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Әйтеп бирегеҙ.

Заһир Исмәғилев (1917—2003)

үҙгәртергә
Википедияла

Композитор Заһир Ғариф улы Исмәғилев башҡорт профессиональ музыкаһының артабанғы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ул профессиональ музыканың милли традицияһын булдыра. Мәшһүр "Салауат Юлаев" әҫәре менән башҡорт опера сәнғәтен бөтөн илгә таныта.

Заһир Исмәғилев Белорет районының Үрге Сермән ауылында тыуа. Атаһы урмансы булғанлыҡтан, тәбиғәт ҡосағында, шулай уҡ ҡурайсылар һәм йырсылар мөхитендә үҫә. Ағаһы Ҡаһир ҙа бәләкәйҙән ҡурай уйнай. Заһирға ла һигеҙ йәшенән өйрәтә. Ҡурайҙа уйнауҙы әллә ниндәй мәртәбәгә һанамай башҡорттар. Башҡалар уйнай икән, ихласлығың, кәлебең тарта икән, һин мотлаҡ уйнарға тейешһең. Шуның өсөн Заһирға ла әллә ниндәй киләсәк юрамайынса ғына уйнарға өйрәтәләр. Заһир үҙе лә байрамдарҙа, кисәләрҙә уйнап йөрөһә лә, оҫта уйнай, тигән даны таралһа ла, музыка юлы менән китермен, тип башына ла килтермәй. 14 йәшендә Инйәр урман-техник техникумына уҡырға инә, тамамлағас, Белорет леспромхозында хеҙмәт юлын башлай.

1934 йылда Белорет районына гастролгә Башҡорт драма театры килә. Улар "Ҡарағол" спектаклен ҡуйып йөрөйҙәр. Көтмәгәндә генә Ғиниәт Ушанов ауырып китә лә, театр ҡурайсыһыҙ ҡала. Ауылда оҫта ҡурайсылар бармы, тип һорашып йөрөгәндә, Заһир Исмәғилевте тәҡдим итәләр. Бер-ике ауылда сығыш яһай ул театр менән. Белорет ҡалаһына барырға кәрәк була. Артистар Заһирға бергә гастролдәрҙә йөрөргә һәм Өфөлә театр эргәһендәге театраль студияға уҡырға инергә тәҡдим итәләр. Егет тәүәккәлләй. Йыйына ла театр менән бергә сыға ла китә.

Театр студияһын ойоштороусы режиссер Булат Имашев үҙе үк студия менән етәкселек итә. Ҡурайсы егетте ихлас ҡаршылай. Заһирға ла оҡшай бында. Тәүге көндән үк тиерлек концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаша башлай. Шулай ҙа иң оҡшағаны — композитор Мәсәлим Iкишев алып барған музыка дәрестәре була. Өҫтәүенә, Көзиз Әлмөхәмәтов уны, композитор булырға кәрәк һиңә, тип дәртләндереп тә ебәрә. 20 йәшендә ҡулына ҡурайын тотоп, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт студияһына килә.

Консерваторияға ингәс тә нота грамотаһын өйрәнергә тотона. Тәүге йырҙарын яҙа, халыҡ йырҙарын нотаға һала.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған саҡта, Заһир Исмәғилев Өфөлә була. Композиторҙар союзының яуаплы сәркәтибе итеп һайлана, 1944 йылға тиклем эшләй. Фәҡәт 1944 йылда ғына башҡорт студияһы студенттары, уҡыуҙы дауам итеү өсөн, ҡайтанан Мәскәүгә юл ала. Был юлы буласаҡ композитор тос "йөк" менән килә.

Фронт һыҙыҡтарында, госпиталдәрҙә ҡурай уйнап, концерт ҡуйып йөрөгән саҡта байтаҡ йырҙар ижад итә һәм композиторлыҡ тәжрибәһе туплай. 1942 йылда 112-се Башҡорт дивизияһының командиры генерал Шайморатовҡа арналған "Шайморатов генерал" тигән йырын яҙа. Был йырҙы күренекле йырсы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡара, һәм йыр шунда уҡ халыҡҡа тарала. Егеттәр ошо йырҙы йырлап яуға китәләр. "Таһир Күсимов", "Майор Нафиҡов", "Байғужа" тигән йырҙарын яҙа ул. Яугирҙарҙың фронттан ҡайтыу шатлығы менән "Батырҙар йыры"н (Назар Нәжми һүҙҙәре) ижад итә.

"Котелогым" (Назар Нәжми һүҙҙәре) тигән шаян йырҙы халыҡ йылы ҡабул итә. Ә иң киң таралғаны — "Ел, ерәнем" (Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәре). Шулай итеп, композитор ижадында һуғыш, яугирҙар, батырлыҡ һәм батырҙарға дан темаһы ҙур урын ала.

1948 йылда, 31 йәшендә, башҡорт милли студияһын тамамлап, Мәскәү дәүләт консерваторияһының төп уҡыу курсына инә. Заһир Исмәғилев был йылдарҙа инде өлгөрөп еткән композитор була. Халыҡ уның йырҙарын башҡара. Мәктәптәрҙә уҡыусылар беренсе синыфтан уҡ "Шайморатов генерал"ды йырлай. Был йыр иҫ китмәле бәхетле яҙмышлы була. Әлегә саҡлы балалар баҡсаһындағы балалар ҙа башҡортса йырлауҙы ошо йырҙан башлайҙар, тиһәк тә яңылыш булмаҫ.

Заһир Исмәғилевтең консерваторияла уҡыған йылдары уның иң уңышлы ижад йылдарынан иҫәпләнә. Төрлө музыка инструменттарында башҡарыу өсөн әҫәрҙәр яҙа, шул уҡ ваҡытта күп уҡый, белемен арттыра һәм опера яҙыу хыялы менән яна. Крәҫтиәндәр һуғышы осоро хаҡында әҙәбиәт аҡтара. Уны батырыбыҙ Салауат образы ҡыҙыҡһындыра. Был образды музыкаль әҫәрҙә күрһәтеү хыялы тынғы бирмәй.

1954 йылда 37 йәшлек Заһир Исмәғилев, консерваторияны отличноға тамамлап, "Салауат Юлаев" (Баязит Бикбай либреттоһы) операһын тотоп, Өфөгә ҡайта һәм башҡорт музыкаль донъяһын шаулатып ебәрә. Иҫ китмәле ҙур уңыш килтерә был опера композиторға. Операның премьераһы 1955 йылдың 15 апрелендә була.

Артабан инде "Шәүрә" (Баязит Бикбай либреттоһы), "Ағиҙел тулҡындары” (Мостай Кәрим либреттоһы), "Аҡмулла", "Урал илселәре" (икеһе лә Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһы) тигән опералары, һуңғы йылдарҙа "Ҡаһым түрә" (Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһы) операһы башҡорт опера сәнғәтенең үҫешенә сағыштырғыһыҙ тос өлөш була. "Ҡоҙаса" (Баязит Бикбай либреттоһы) композиторҙың музыкаль комедия өлкәһендәге һис шикһеҙ ҡабатланмаҫ ҙур өлөшө.

Заһир Исмәғилев йырҙар яҙыуын да дауам итә. Уның һәр йырын халыҡ көтөп ала. Сөнки ул йырҙар киң тарала, халыҡ күңеленә урынлаша һәм республиканың иң төпкөл ауыл сәхнәләрендә лә башҡарыла башлай. Заһир Исмәғилев Салауат Юлаев һүҙҙәренә "Егеткә", "Зөләйха", "Уралым", "Һандуғас" тигән йырҙар яҙа. "Былбылым" (Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре), "Мин ҡайтырмын" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Еңеүселәргә дан!" (Рәшит Ниғмәти һүҙҙәре), "Котелок" (Назар Нәжми һүҙҙәре), "Мендем бейек Уралтау башына" (Назар Нәжми һүҙҙәре), "Йырлайым мин" (Зәйнәб Биишева һүҙҙәре) һәм башҡа лирик йырҙар, инструменталь әҫәрҙәр, камерный-вокаль циклдар, увертюралар һәм халыҡ яратып ҡабул итерлек башҡа әҫәрҙәр яҙа.

Заһир Исмәғилев йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем эшләй. Йәмәғәт эштәренең, әлбиттә, иң әһәмиәтлеһе — 1968 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер академия) ойоштороуы һәм 1988 йылға тиклем уның ректоры булып эшләүе. Республиканың үҙендә бындай юғары уҡыу йорто булыуы музыка сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур мәртәбә була.

Заһир Ғариф улы Исмәғилев СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, 1>ЛССР-ҙың халыҡ артисы һәм РСФСР-ҙың М. И. Глинка исемендәге Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты.

ҺОРАУҘАР.

  1. Заһир Исмәғилевтең ниндәй йырҙарын беләһегеҙ? Атап сығығыҙ һәм исемдәрен дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ. Белгән йырығыҙҙы бергә йырлағыҙ.
  2. Композиторҙың ниндәй операһын ҡарағанығыҙ бар? "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһын күргәнегеҙ бармы?
  3. Заһир Исмәғилевтең сәхнә әҫәрҙәре буйынса фекер алышығыҙ.

Хөсәйен Әхмәтов (1914—1993)

үҙгәртергә
Википедияла

Башҡорт музыка сәнғәтенең күренекле вәкиле, композитор, музыка эшмәкәре Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуа. Атаһы үлеп киткәс, алты бала менән тороп ҡалған әсәһенә ярҙам итеү өсөн, Хөсәйен хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Ун йәштән үк ҡыуғынсылар менән һал ағыҙыу эшендә эшләй. Ҡыуғынсылар араһында оҫта ҡурайсылар, йырсылар була.

Йылға буйлап һалда барған саҡта оҙон көйҙәр һуҙып ебәрәләр, ҡурайҙа һыҙҙыралар. Был моң бәләкәй Хөсәйендең күңеленә һеңә бара. Ул үҙе лә оҙон көйҙәр йырлауға маһир булып китә. Бәләкәй генә сағынан боронғо башҡорт көйҙәрен иҫ китмәле оҫталыҡ менән башҡара. Тыңлаусылар бәләкәй Хөсәйендең йыр бөгөлөштәрен дөрөҫ алыуына, бер тынала оҙон көйҙәрҙе башҡарыуына хайран була.

Ул Баймаҡ тау-промышленность мәктәбендә бер йыл уҡый ҙа Ҡазан музыка техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, йәш йырсыны Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә ойошторолған башҡорт студияһына уҡырға ебәрәләр. 1945 йылда был уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡас, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Сәнғәт идаралығы эргәһендәге фольклор кабинетына етәкселек итә һәм башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу, уларҙы нотаға һалыу кеүек ауыр һәм халҡыбыҙ өсөн ғәйәт ҡиммәтле эшкә тотона. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар буйы Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе вазифаһын башҡара.

Ул йырҙар, романстар, балладалар, хор, инструменталь һәм симфоник әҫәрҙәр, "Тау бөркөтө" балеты (Нариман Сабитов менән берлектә), "Замандаштар" (Баязит Бикбай либреттоһы) операһы яҙа һәм драма әҫәрҙәрен музыкаль яҡтан биҙәй.

Хөсәйен Әхмәтов 100-ҙән ашыу халыҡ йырын эшкәртеп, нотаға һала. Ул үҙе ғәжәп оҫта башҡарыусы һәм, халыҡ араһында ысын йыр оҫталарын тыңлап үҫкәнгә, йыр моңон тәрән тоя, шуның өсөн дә ул нотаға һалған оҙон көйҙәр моңон, һығылмалы наҙын һаҡлай. Ә. И. Харисов менән Л. Н. Лебединский ҡатнашлығында ул төҙөгән "Башҡорт халыҡ йырҙары" тигән йыйынтыҡ ҡиммәтле әсбап булып һанала. 1978 йылда "Советский композитор" нәшриәте уның "Башҡорт халҡының оҙон көйҙәре" исемле йыйынтығын баҫып сығара. Башҡорт милли музыка интонацияһын, мелодиканы, ритмиканы үҫтереү планында X. Ф. Әхмәтов мираҫы йәш композиторҙар өсөн үҙе бер мәктәп ул.

Хөсәйен Әхмәтов, үҙе йыр ижадсыһы һәм фольклорсы булараҡ, башҡорт йыр мәҙәниәтен үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индерә. Йырсы композитор булараҡ, халыҡсанлыҡ, нәҡ башҡортса милли моң тәрәнлеге йәһәтенән XX быуат башҡорт профессиональ музыка сәнғәтендә X. Ф. Әхмәтов — һирәк һәм ҡабатланмаҫ күренештәрҙең береһе. Уның үҙ һүҙҙәренә яҙылған "Тыуған ауылым" йыры ысын халыҡ йырына әйләнә. Рәғиҙә Янбулатова һүҙҙәренә яҙылған "Гүзәл Өфөм баш ҡалам" көйө Өфө куранттарында баш ҡалабыҙҙың музыкаль символы булып яңғырай. Шәйехзада Бабич һүҙҙәренә "Ал да нур сәс халҡыңа" романсын халыҡ яратып ҡабул итә.

Талантлы шағир Рәшит Назаров шиғырҙарына яҙылған "Мөхәббәт ул — утлы йәшен" тигән йырҙар шәлкеме вокаль музыка ижадында бер оло уңыш. Уның төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙған йырҙары 250-нән ашыу.

Улар араһында "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк" (Аҡмулла һүҙҙәре), "Өфө — Ҡазан, Ҡазан — Өфө дуҫлығы" (Әхмәт Ерикәй һүҙҙәре), "Бер егеткә күҙем төштө" (Мостай Кәрим һүҙҙәре), "Йырҙарым" (Зәйнәб Биишева һүҙҙәре), "Ниңә тартыла күңел" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Аҡсарлаҡтар" (Шакир Насыров һүҙҙәре), "Ғүмер" (Мостай Кәрим һүҙҙәре), "һиндер ул тип уйланым" (Рафаэль Сафин) һәм башҡалар яратып башҡарыла. Композиторҙың тыуған Уралға, Башҡортостанға арнап яҙған йырҙары айырыуса күп: "Төнгө Урал" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Тыуған Уралым" (Баязит Бикбай һүҙҙәре), "Уралға йыр" (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре), "Беҙ ҡунаҡсыл Баймаҡтан" (Нәжиб Иҙелбай) һәм башҡалар.

Хөсәйен Әхмәтов ижады — башҡорт музыка сәнғәте- нең ҡабатланмаҫ күренештәренең береһе, беҙҙең рухи донъябыҙҙың ысын мәғәнәһендә йәйғор балҡышы ул. Халҡыбыҙҙың бөйөк милли шағиры Шәйехзада Бабич һымаҡ уҡ, бар ғаләмгә яңғыратырлыҡ итеп: "Ал да нур сәс халҡыңа!" тип әйтергә уның да хаҡы бар, әлбиттә. Ғәзиз тыуған еребеҙгә, туған халҡыбыҙға, быуындарҙан быуындарға аҫыл аманат булып тапшырыла килгән йыр-моңдарыбыҙға олонан да оло мөхәббәт һаҡлап, шул мөхәббәт хаҡына арымай-талмай ижад итеп, донъяла һирәк була торған бай һәм ҡабатланмаҫ мираҫ ҡалдырҙы Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов. Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов — РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты.

Хәбибулла Ибраһимов (1894—1959)

үҙгәртергә

Профессиональ музыкаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Хәбибулла Ибраһимов. Ул Ырымбур ҡалаһында тыуа. Башҡорт композиторы, драматург, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1922—1926 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш халыҡтары институтының музыка факультетында уҡый.

1937—1939 йылдарҙа — Мәскәүҙә Үҙәк радиотапшырыуҙар комитетында музыкаль мөхәррир, 1940—1950 йылдарҙа — Өфөләге үҙешмәкәр хор коллективтары етәксеһе. Хәбибулла Ибраһимов — милли комедияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Киң билдәле "Башмағым", "Еҙнәкәй” музыкаль комедияларын яҙа ул.

"Башмағым" комедияһы әлегәсә сәхнәнән төшмәй, ул Башҡорт дәүләт драма театрының алтын фондына ингән. "Салауат маршы", "Күк Ирәндек буйында" — башҡорт профессиональ музыкаһының тәүге өлгөләре.

Хәбибулла Ибраһимовтың спектакль өсөн яҙған һәр йыры премьеранан һуң бик тиҙ таралып китер булған. "Ударниктар маршы" (Мөслим Марат һүҙҙәре), "Кабан турғайы" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Танып маршы" (Мөслим Марат һүҙҙәре), "Зәйтүнә" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Колхоз ҡыҙы Мәстүрә" (Сәйфи Ҡудаш һүҙҙәре), "һағындым" (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре) һәм башҡа йырҙарҙы яратып башҡаралар. Ә инде "Ураҡсы ҡыҙ" йыры шул тиклем киң таралған, хатта уны халыҡ йыры тип ҡабул иткәндәр. Композитор — Бөйөк Ватан һуғышы тураһында "Ватан өсөн" (Ф. Е. Козицкий менән берлектә) тигән операның авторы. Хәбибулла Кәлимулла улы Ибраһимов — БАССР- ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Мәсәлим Вәлиев (1888—1956)

үҙгәртергә

Мәсәлим Вәлиев — башҡорт композиторы, ғәжәйеп оҫта скрипкасы һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның артабанғы үҫешенә тос өлөш индереүсе. Ул Ырымбур ҡалаһында тыуа.

Мәсәлим Мөшәрәп улы бәләкәй сағынан уҡ скрипкала уйнай. Буласаҡ композитор был һәнәргә атаһынан өйрәнә. Ырымбурҙа музыка мәктәбендә уҡый һәм Ырымбур мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1921—1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡ, 1930—1932 йылдарҙа Ҡазан ҡалаларының драма театрҙарында скрипкасы булып эшләй, 1932 йылдан алып Өфөлә йәшәй, Башҡорт академия драма театрының музыка бүлегендә етәксе вазифаһын башҡара.

Мәсәлим Вәлиев — тәүге башҡорт профессиональ хор, симфоник һәм опера музыкаһы әҫәрҙәренең авторы. Уның "Һаҡмар" (аҙаҡ "Айһылыу") операһы, симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәре, "Башҡорт увертюраһы" һәм "Салауат" сюитаһы, ҡыллы квартет, скрипка, виолончель өсөн пьесалары, 50-нән ашыу хор йырҙары, спектаклдәр өсөн йырҙары бай ижади мираҫын тәшкил итә. Композиторҙың "Аҡ ҡайын", "Матур Өфө ҡалаһы" йырҙарын белмәгән уҡыусы юҡтыр. Мәсәлим Вәлиевтең спектакль өсөн яҙған йырҙары тиҙ үк отоп алыныр булған. "Тальян гармун" (Ғабдулла Әхмәтшин һүҙҙәре), "Салғысы егет" (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре), "Беҙҙең ауыл — Миңеште" (Назар Нәжми һүҙҙәре), "Тормош йыры" (Мирсәй Әмир һүҙҙәре), "Билдәһеҙ дуҫ" (Ибраһим Абдуллин һүҙҙәре), "Зәңгәр сәскәләр” (Ғабдулла Әхмәтшин һүҙҙәре), "Һайрамаҫы, һары һандуғас" (Сәғит Мифтахов һүҙҙәре), "Ҡара йөҙҙәр" спектакле өсөн яҙылған Ғәлимә йыры (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре) айырым йыр рәүешендә лә башҡарыла. Мәсәлим Вәлиевтең башҡорт профессиональ музыкаһының барлыҡҡа килеүендә, бигерәк тә профессиональ хорға нигеҙ һалыуҙағы өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Мәсәлим Мөшәрәп улы Вәлиев — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Халиҡ Заимов (1914—1977 )

үҙгәртергә

Халиҡ Шакир улы Займов башҡорт балет, хор һәм инструменталь музыка үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ул Силәбе әлкәһенең Сосновка (Һултай) ауылында тыуа. Өфө музыка училищеһын, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлай. Композитор А. Э. Спадавеккиа менән бергә "Аҡбуҙат", А. Г. Чугаев менән авторҙаш- лыҡта "Ҡара йөҙҙәр" балеты (М. Ғафури әҫәре буйынса), Баязит Бикбай шиғырына "Башҡортостан" кантатаһы һәм балалар өсөн байтак йырҙар яҙа.

Камил Рәхимов (1900—1978)

үҙгәртергә

Камил Йософ улы Рәхимов Севастополь ҡалаһында тыуа. 1929 йылда Башҡорт сәнғәт техникумының тынлы инструменттар бүлексәһен тамамлай. Башҡорт драма театрының музыка бүлеге мөдире, Башрадиоко- митетта музыкаль мөхәррир, Композиторҙар союзының яуаплы сәркәтибе булып эшләй. Камил Рәхимов башҡорт музыка сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерә. Ул, башҡорт халыҡ көйҙәре һәм бейеү көйҙәрен файҙаланып, М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы", Д. Юлтыйҙың "Ҡарағол", А. Таһировтың "Үрнәк" спектаклдәрен биҙәүҙә ҙур уңышҡа өлгәшә. К. Рәхимов халыҡ йырҙарын бик яҡшы белә, шуның өсөн дә оркестр, хор һәм оркестр, оркестрға ҡушылып йыр башҡарыу өсөн уларҙы оҫта эшкәртә.

Боронғо йырҙарҙың "Зөлхизә", "Бейеш", "Ьандуғас", "Ашҡаҙар", "Салауат" һәм "Перовский", "Башҡорт маршы" һәм башҡа көйҙәрҙең халыҡсан моңона хилаф килтермәй эшкәртә һәм нотаға һала. Ул 400-ҙән ашыу башҡорт һәм татар халыҡ йырын нотаға һала.

К. Й. Рәхимов (Ғ. Сөләймәнов менән берлектә) — дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн беренсе дәреслектәр авторы. Уның "Башҡортостан" (Зыя Күлбәков һүҙҙәре), "Тыуған илем" (Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре) һымаҡ тантаналы йырҙарын байрамдарҙа хор башҡарыуында һәр саҡ ишетәбеҙ. "Бригадир йыры" (Әхтәм Ихсан һүҙҙәре), "Көн дә киләм шишмәгә" (Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре), "Иәш төҙөүселәр йыры" (Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре), "Йәйге иртә" (Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәре) һәм халыҡ һүҙҙәренә яҙылған "Гөлғәйшә йыры" Камил Рәхимовҡа йырсы-композитор булараҡ та билдәлелек килтерә.

Камил Йософ улы Рәхимов — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Рәүеф Мортазин (1910—1994)

үҙгәртергә

Рәүеф Әхмәт улы Мортазин — башҡорт музыка мәҙәниәтенең күренекле вәкиле. Ул Башҡорт сәнғәт техникумының оркестр бүлексәһендә уҡый һәм бер үк ваҡытта Башҡорт драма театры оркестрында уйнай.

1947 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлай һәм Өфөгә эшкә ҡайта. 7 симфония, 2 опера, оркестр, камерный-инструменталь ансамбль, хор өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ бик күп йыр һәм |юманстар яҙа. Композиторҙың "Азат" (Баязит Бикбай либреттоһы) һәм "Дауыл" (Рәғиҙә Янбулатова либреттоһы, "Ырғыҙ" романы нигеҙендә) операларын тамашасылар йылы ҡабул итә. Р. Мортазин 250-гә яҡын башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртә, нотаға һала. Башҡорт һәм рус шағирҙары һүҙҙәренә 150-нән ашыу йыр яҙа. Йыр һөйөүселәр уның "Дан йыры" (Баязит Бикбай һүҙҙәре), Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше" (Ғәйнан Эмири), "Көт һин мине", "Юҡһыныу", "Таң атҡанда” (Шәриф Бикҡол һүҙҙәре), "Миңнурый" (Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре), "Тынмаһындар йырҙарым" (Баязит Бикбай һүҙҙәре) һәм башҡа йырҙарын яратып ҡабул итә.

Рәүеф Мортазин Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуа. Рәүеф Әхмәт улы Мортазин — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты.

Нариман Сабитов(1925—1971)

үҙгәртергә

Нариман Ғиләж улы Сабитов — талантлы һәм күп яҡлы композитор, йырҙар һәм романстар авторы булараҡ киң билдәле. Ул балладалар, вариациялар, фортепиано өсөн әҫәрҙәр, 120-нән ашыу йыр һәм романстары менән милли музыкаль-хореография сәнғәтен тематик яҡтан байыта. Башҡорт милли балетын үҫтереүҙә айырыуса ҙур роль уйнай. Ул алты балет партитураһы ижад итә.

Нариман Сабитов музыка ижад итеү менән бергә дирижер һәм музыкаль-йәмәғәт эшмәкәр булараҡ та танылыу ала. Нариман Ғиләж улы бәләкәйҙән музыкаль мөхиттә, музыка яратып үҫә. Атаһы ла, әсәһе лә, башҡа туғандары ла музыка өлкәһендә эшләйҙәр. Шуның өсөн дә Ҡа-

зандан Өфөгә күсеп килгәс тә бәләкәй Нариманды 1-се балалар музыка мәктәбенә уҡырға бирәләр. Уҡытыусылар малайҙың музыкаль һәләтен тиҙ тойоп алалар һәм артабан да мотлаҡ музыка йүнәлешендә уҡытырға кәңәш итәләр. Буласаҡ композитор 13 йәшендә музыка яҙа башлай.

Нариман Сабитов 1948 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһын, 1953 йылда консерваторияның композиция һәм хор дирижерлыҡ буйынса бүлеген тамамлай ҙа, Башҡорт опера һәм балет театрында эш башлай. Ул дирижерлыҡ эшен композиторлыҡ һәм концерт-ағартыу эшмәкәрлеге менән бергә бик әүҙем алып бара. Республика музыкаль-театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерә.

Нариман Сабитов күренекле башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтов менән берлектә "Тау бөркөтө" һәм шулай уҡ "Гөлнәзирә", "Яратам һине, тормош", "Айгөл иле" балеттарын ижад итә. Балалар өсөн "Мыйыҡһыҙ тылсым эйәһе", "Буратино", "Мурзилка-космонавт" әҫәрҙәре, шулай уҡ инструменталь пьесалар һәм хор йырҙары яҙа. Балалар бик йылы ҡаршылай уларҙы. Башҡорт шағирҙарының һүҙҙәренә бик күп романстар һәм йырҙар яҙа. Нариман Сабитовтың йырҙары ла романсҡа тартым күтәренкелек, романтик рух менән айырылып тора.

Улар араһында "Дуҫлыҡҡа дан", "Йырлай турғай" (Ғилемдар Рамазанов һүҙҙәре), "Ал яулыҡ", "Йәмле Әри буйҙары", "Яҙҙар булһа" (Әнғәм Атнабаев һүҙҙәре), "Ағиҙелдә аҡ томан”, "Ҡатындар ҡулына йыр" (Назар Нәжми һүҙҙәре), "Йөрәк менән йөрәк һөйләшә" (Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре), "Аҡ пароход алып китте һөйгәнемде" (Мостай Кәрим һүҙҙәре), "Шикләнмә, аҡҡошом" (Шәриф Бикҡол һүҙҙәре), "Бер генәм" (Хәниф Кәрим һүҙҙәре), "Әйт кенә" (Муса Ғәли һүҙҙәре), "Ҡыр ҡаҙҙары" (Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәре), "Йөрәк" (Рәшит Назаров һүҙҙәре) әҫәрҙәре вокаль лирика үрнәгенә әйләнде. Нариман Ғиләж улы Сабитов — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Рафиҡ Сәлмәнов (1917—2003)

үҙгәртергә

Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов балалар хоры өсөн әҫәрҙәр аҙыуы менән киң билдәле. Был әлкәлә унан да күберәк кос түккән композиторҙар юҡ кимәлендә. Уның балалар осон вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре музыка сәнғә- тендә айырым урын алып тора. "Йәш дуҫтар йырлай", Илемә сәскә бүләк итәм" тигән вокаль йыйынтыҡтары фәҡәт балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән. Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр осон яҙылған "Тышта ҡар яуа" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), 'Беҙҙең түтәлдәр" (Ғариф Ғүмәр һүҙҙәре), уҡыусылар осон "Хеҙмәт йыры" (Әхтәм Ихсан һүҙҙәре), "Игенселәр йыры" (Шәриф Бикҡол һүҙҙәре), "Ьалдат моңдары" (Бәйни Рафиҡов һүҙҙәре), "Әбйәлил" (Шакир Бикҡолов һүҙҙәре) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә иҙылған "Минең йондоҙом", "Юл йыры", "Дан һиңә, дан, Башҡортостан", "Именлек һәнәре", "Хушлашыу", Ҡадир Даян һүҙҙәренә яҙылған "Дуҫлыҡ йыры", "Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары", "Таң йыры", "Ҡарасәс", Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәренә "Сирень сәскәләре", Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә "Күңел һағына йәшлек эҙҙәрен", "Дилбәр", Ғилемдар Рамазанов һүҙҙәренә "Эҙләйем һине" йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла һәр кем белә. Бынан тыш Р. В. Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар квартеты өсөн "Турат тауы" тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн "Яҙғы вальс" әҫәре киң билдәле. Рафиҡ Сәлмәнов Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуа. Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында ала. Р. В. Сәлмәнов ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡатыны менән тыуған ауылы Асҡарға ҡайтып йәшәй. Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Таһир Кәримов (1912-1978)

үҙгәртергә

Таһир Шакир улы Кәримов хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһында "Нефтсе" клубында йыр һәм бейеү ансамбле- нең художество етәксеһе булып башлай. Уны Башҡорт дәүләт филармонияһына Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәренең музыка бүлеге мөдире итеп эшкә саҡыралар.

Өфөгә килгәс, ул Өфө музыка училищеһын тамамлай һәм Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире итеп күсерелә. Таһир Кәримов бик күп спек- таклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй. Уның спектаклдәргә яҙған йырҙары шул тиклем халыҡсан була, улар шунда уҡ киң таралып китә. Әйтәйек, Мостай Кәрим һүҙҙәренә "Айлы кис", "Ҡыйҙаш", "Мендем бейек тауҙарға", Әсғәт Мирзаһитов һүҙҙәренә "Боҙҙар аҡтарылғанда", Ибраһим Абдуллин һүҙҙәренә "Бажалар", "Зөлфиә" тигән спек- I такль өсөн яҙылған йырҙары киң танылыу таба. Бынан тыш "Башҡортостан икмәге" (Шәриф Бикҡол һүҙҙәре), "Көтөүсе йыры" (Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре) йырҙары радио тулҡындары аша хор башҡарыуында бик йыш тапшырыла. Композиторҙың Марат Кәримов һүҙҙәренә "Тау буйҙары", Ҡадир Даян һүҙҙәренә "Ьинең йырың", "Гөлсирәнең һөйгәне" йәки "Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал" йырҙарын халыҡ йыры тип тә йырлайҙар.

Рәғиҙә Янбулатова һүҙҙәренә "Йәшлегем", "Иҫтәлек", "Башҡортостан ҡыҙҙҙары" йырҙары бигерәк тә киң тарала. Таһир Кәримовтың "Вальс"ын, "Оҙатыу" әҫәрен халыҡ йылы ҡабул итә.

Таһир Кәримов Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыка бүлеге мөдире булып эшләгән осоронда бейеүҙәр өсөн көйҙәр эшкәртә. Бөгөнгө көндә "Гөлнәзирә", "Ете ҡыҙ", "Зарифа" һ. б. бейеүҙәрҙә ул эшкәрткән көйҙәр файҙаланыла. Таһир Кәримов Ауырғазы районының Әхмәр ауыллында тыуа. Таһир Шакир улы Кәримов — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Шамил Ҡолбарисов (1923)

үҙгәртергә

Шамил Зөфәр улы Өфө районы Нөрлө ауылында тыуып үҫә. 1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының вокал һәм композиция бүлеген тамамлай. 1952—1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була. Талантлы йырсы һәүбән (А. Э. Спадавеккиа һәм X. Ш. Займов, "Аҡбуҙат"), Ваһап (Н. С. Чемберджи, "Ҡарлуғас”), Охмәт (Н. И. Пейко һәм М. М. Вәлиев, "Айһылыу"), Пугачев һәм Сураман (3. Ғ. Исмәғилев, "Салауат Юлаев") партияларын башҡара.

Уның "Йәнбикә" (Рафаэль Сафин һүҙҙәре), "Беҙҙең яҡҡа килегеҙ", "Яратам, яратам" (Ибраһим Абдуллин һүҙҙәре), "Яҙ килә", "Атайҙарҙың һүнмәҫ даны", "Яҙҙар еткәс ҡайтырмын", "Ҡырҙағы йыр” (Шәриф Бикҡол һүҙҙәре), "Аҡ ҡайындар", "Зәңгәр ҡайындар" (Әнғәм Ат- набаев һүҙҙәре), "Тыуған яҡ киңлектәре", "Йәшермәҫе, иркәм", "Әсә һағышы", "Имән" (Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре), "Маҡтау йырла, шағир" (Зәйнәб Биишева һүҙҙәре), "Өфө вальсы" (Рәғиҙә Янбулатова һүҙҙәре), "Һалҡын шишмә", "Көҙгө юлдар" (Муса Ғәли һүҙҙәре) һәм башҡа йырҙары артистарҙың репертуарынан төшмәй һәм халыҡ араһында ла киң таралған. Ә инде "Һинең ниндәй мин улыңмын", "Үтте был матур көн" (Назар Нәжми һүҙҙәре), "Үҙән буйы" (Агиш Ғирфанов һүҙҙәре) уҡыусы балаларҙың иң яратҡан йырҙарына әйләнә. Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт профессиональ музыка сәнғәте үҫешенә нигеҙ һалыусы композиторҙар кемдәр?
  2. Уларҙың ниндәй әҫәрҙәре киң танылыу таба һәм әлегәсә репертуарҙан төшмәй?
  3. Операларға либретто яҙыусыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? Атап әйтегеҙ.

БАШҠОРТ ПРОФЕССИОНАЛЬ МУЗЫКАҺЫН АРТАБАН ҮҪТЕРЕҮСЕЛӘР

үҙгәртергә

Морат Хөсәйен улы Әхмәтов

үҙгәртергә

"Минең атайым башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм композитор ғына түгел, ә иҫ китмәле моңло йырсы ине. Уның тауышы ғәжәп яғымлы булды. Башҡорт халыҡ йырҙарын оло кинәнес менән яратып башҡарҙы. "Сибай”, "Буранбай", "Урал" йырҙарын баш- ҡарыуы йөрәгемә уйылып инеп ултырған. Шуның өсөн минең әҫәрҙәремдә халыҡ йырҙары тос урын биләй", — ти үҙ ижады хаҡында композитор Морат Әхмәтов.

Морат Әхмәтов Өфөнөң 1-се музыка мәктәбендә уҡый һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Артабан белемде хәҙерге Рәсәй музыка академияһында ала. Шунан һуң Өфө сәнғәт институтында һәм училищеһында уҡытыусы булып эшләй. Уның ҡулында композиторҙар Айрат Ҡобағошов, Айһылыу Сәлмәнова, Рөстәм Сабитов- тар белем ала. Ошо йылдарҙа ул "Маугли" (Киплинг буйынса), "Ай тотолған төндө" (Мостай Кәрим) балеттарын ижад итә. 1976 йылдан башлап Морат Әхмәтов Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, әммә Башҡортостан менән араны өҙмәй. Ул шулай уҡ "Төньяҡ амурҙары", "Торквемада" балеттары, "Варган-симфония", "Мәскәү көҙө", "Ленинград яҙы” әҫәрҙәре менән дә билдәле.

Морат Әхмәтов иҫ китмәле эшһөйәр, эшсән композитор.

"һуңғы йылдарҙа мин Көнсығышҡа мөрәжәғәт итәм. "Хайәм һәм Ҡөрьән" тигән рухи мосолман операһы яҙҙым. Көнсығыш сәнғәте миңә бик яҡын, — ти Морат Әхмәтов. — Атайым хөрмәтенә "Атайым иҫтәлеге" тигән симфония яҙҙым".

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнә әҫәрҙәренә музыкаль биҙәүҙе һорап йыш ҡына Морат Хөсәйен улы Әхмәтовҡа мөрәжәғәт итә. "Ҡыҙыл паша", "Яралы яҙмыш" (Н. Асанбаев), Ф. Бүләковтың "Бибинур, ах, Бибинур", Ж.-Б. Мольерҙың "Дон Жуан" һәм башҡа тиҫтәләрсә спектаклгә музыка яҙа. "Ҡыҙыл паша" өсөн яҙылған "Бик һағындым һине, Тыуған илем" йыры бик тиҙ танылыу таба.

Композитор "Урал-батыр" (Шамил Тереғолов либреттоһы) тигән балет музыкаһы яҙыу өҫтөндә.

Салауат Әхмәт улы Низаметдинов

үҙгәртергә

Салауат Әхмәт улы Низаметдинов — Учалы егете. Ете йәшендә уны Өфөгә күҙҙәре насар күргән балалар осөн интернат-мәктәпкә алып киләләр. Аҙаҡ 1-се һанлы балалар музыка мәктәбендә белем ала. Уның уҡытыусыһы Рига консерваторияһын тамамлаған музыка белгесе Николай Яковлевич Инякин була. Салауат Низаметдинов Өфө сәнғәт училищеһында ла ошо уҡ уҡытыусыла белем ала.

Училищела уҡыған сағында тәүге әҫәрҙәрен ижад итә башлай. Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙер академия) уҡыған йылдарында ла ул композиция менән шөғөлләнә. Романстар, инструменталь һәм хор әҫәрҙәре ижад итә.

Прага ҡалаһында һуҡыр композиторҙарҙың Халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша һәм ике тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ була. "Минең йәшәү маҡсатым да, йәшәү йәме лә музыкала", — ти композитор. Ысынлап та, Салауат Низаметдиновтың тормошо ныҡышмалы көрәштә. Әммә ул булмышы менән оптимист. Тормошҡа айныҡ ҡарап өйрәнгән кеше. Шулай булмаһа "Ҡара һыуҙар" (Мостай Кәрим әҫәре буйынса) кеүек ҙур операға тотонмаҫ та ине.

Был опера — башҡорт музыка сәнғәтендә беренсе камерный опера иҫәпләнә. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" әҫәре буйынса яҙған операһы ла тамашасыны вайымһыҙ ҡалдырмай. "Мементо" операһы композиторҙың ғына түгел, ғөмүмән, Башҡорт опера һәм балет театрының үҙенсәлекле эше тип баһалана. Башҡорт дәүләт филармонияһында "Мөхәббәт йондоҙо" тигән опера ла ҙур уңыш ҡаҙана. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә "Уйланыуҙар” хор циклы — үҙенсәлекле музыкаль әҫәр. Шағирҙың "Табыныу" поэмаһына ла музыка яҙа. "Салауат менән һөйләшеү" исемле вокаль симфонияһы илебеҙҙең төрлө ҡалаларында уйнала.

Композиторҙың йырҙарын халыҡ яратып көтөп ала. "Күҙ нурым", "Күҙҙәремә ҡара", "Бәүелсәк", "Яратам, тип йырлаһам" йырҙары киң билдәле. Композиторҙың Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә яҙған "Батырым" йыры үҫмерҙәр һәм балалар араһында тиҙ үк танылыу таба.

Салауат Низаметдиновтың баян өсөн яҙған пьесалар шәлкеме: "Оҙонкөй", "Ҡыҙҙар бейеүе", "Таҡмаҡ", "Егеттәр килә", "Күңелһеҙ сысҡан балаһы" Прага ҡалаһында үткән конкурста хуплау премияһы ала.

Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов ижади эш менән генә мәшғүл түгел. Ул Өфө сәнғәт академияһында композиция буйынса дәрес тә алып бара. Өфөлә "Салауат" исемле ижади үҙәк аса, унда һәләтле балалар шөғөлләнә, балалар хоры ойошторола. Композитор ҙур хыялдар, оло пландар менән йәшәй.

С. Ә. Низаметдинов — Рәсәйҙең һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Нур Әсғәт улы Дауытов

үҙгәртергә

Композитор 1956 йылда Бәләбәй районында тыуа. Музыканы бәләкәй саҡтан уҡ ярата. Йырлай, көйҙәрҙе тиҙ отоп алыуға һәләтле була. Шуға уны Өфө музыка мәктәп-интернатына уҡырға бирәләр (хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия). Артабан ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының (академияһының) композиция кафедраһында профессор Заһир Исмәғилев класын тамамлай. Диплом эше итеп Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса "Гөльямал" операһын яҙа. Әлеге көндә Нур Дауытов Өфө сәнғәт училищеһында композиция, музыка ҡоралдары, партитура буйынса уҡыта. Уның симфоник әҫәрҙәре, оркестр өсөн миниатюралары һәм "Байрам увертюраһы" музыка сәнғәтендә үҙенсәлекле әҫәр тип баһалана.

Йыр һөйөүселәр Рәми Ғарипов һүҙҙәренә "Бар ғүмерем" тигән йырҙы айырыуса яратып ҡаршылай. "Һары сәскә" (Вәлит Илембәтов), "Ҡоштар оҙатам" (Уран Кинйәбулатов), "Миләш" (Зәйнәб Биишева), "Ҡыр ҡаҙҙары", "һин онотма ерҙә мин барын" (Дилә Булгакова), "Ҡара муйыл сәскәһендәй" (Назар Нәжми), "Тыуған ерем, рәхмәт һиңә" (К. Кинйәбулатова), "Алда әле ғүмерҙәр" (Сафуан Әлибай һүҙҙәре), "Ямғыр теләү" (Мансур Әйүпов һүҙҙәре) йырҙары сәхнәнән төшмәй. Ә инде беренсе мөхәббәт тойғолары кисергән йәштәр өсөн "Мөхәббәт" йыры (Сафуан Әлибаев) тәүге һөйөүгә үҙенсәлекле гимнға әйләнә.

Композитор башҡорт халыҡ йырҙары нигеҙендә Халҡым йырҙары" тигән монументаль вокаль-симфоник цикл ижад итә. Ул алты өлөштән тора. "Буранбай", "Порт-Артур", "Ҡолой кантон", "Ҡаһым түрә", "Шәүрә", "Урал" тип атала был өлөштәр һәм нигеҙен халыҡ йырҙары тәшкил итә.

Абрар Абдулхаҡ улы Ғабдрахманов

үҙгәртергә

Абрар Абдулхаҡ улы Ғабдрахманов бөтөн ғүмерен халыҡ ижадын мәңгеләштереүгә һәм йырҙар ижад итеүгә арнай. Ул иллеләп халыҡ йырын нотаға һала. "Ҡарағай", "Томан", "Уйыл", "Шәүрә", "Сибай", "Көйөлдө" кеүек халыҡ йырҙарын хор капеллаһы өсөн эшкәртә.

Инструменталь музыка әлкәһендә лә әүҙем эшләй. Скрипка һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәр ижад итә. Ул Д. Н. Мамин-Сибиряктың "һоро муйын" әкиәте буйынса балалар өсөн опера яҙа. Әммә уның ижадының төп йүнәлеше — вокаль музыка. "Таңдағы йыр" (Рәми Ғарипов һүҙҙәре), "Гүзәлем" (Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре), "Болоттар" (Рәшит Шәкүр һүҙҙәре), "Еҙ ҡурай" (Мәхмүт Уразаев һүҙҙәре), "Бишек йыры", "Көнбағыш" (Уран Кинйәбулатов һүҙҙәре), "Урал ҡайындары" (Рәсих Ханнанов һүҙҙәре), "һин минең сафлығым" (Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре) һ. б. йырҙары киң билдәле.

Абрар Ғабдрахманов үҙе лә бик матур итеп йыр һүҙҙәре яҙа. Үҙ һүҙҙәренә "Төнгө серенада", "Әйтсе, иркәм", "Башҡортостан", "Әсәйемдең тыуған көнө" тигән йырҙарын халыҡ бик яратып башҡара. Композиторҙың кантаталары, романстары, вокаль циклдары ла байтаҡ. Уның "Тандағы йыр", "Төнгө серенада" исемле йыйынтыҡтары нәшер ителә.

Абрар Абдулхаҡ улы Ғабдрахманов — Башҡортостандың халыҡ артисы.

Мәжит Сәмиғулла улы Алкин

үҙгәртергә

Салауат районы Әлкә ауылында 1940 йылда тыуа. 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1971 йылда Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка педагогия институтын тамамлай. Институтта эштә ҡалдырыла һәм вокал буйынса уҡытыусы булып эшләй.

Башҡортостан радиоһында яҙмалары бик күп. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Байтаҡ китаптар авторы. "Тенор өсөн хрестоматия: Йырҙар, романстар, ариялар" тигән уҡыу әсбабы, "Башҡорттоң йөҙ йыры", "Башҡорт йыры" тигән китаптар нәшер итә. һуңғыһы башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар һәм уларҙы башҡарыу оҫталығы тураһында дәреслек сифатында сығарылһа ла, студенттар өсөн генә түгел, ә киң ҡатлам уҡыусыларға ла тәғәйенләнгән. Китапҡа төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың йырҙары алынған һәм башҡарыу үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән.

Мәжит Сәмиғулла улы Алкин — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов

үҙгәртергә

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов башҡорт йыр сәнғәтендә бик күп популяр йырҙары менән билдәле. Уның һәр яңы йырын халыҡ көтөп ала һәм шунда уҡ отоп алып, тарата ла. Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған спектаклдәргә яҙған йырҙары тиҙ арала таралып китә. "Тапшырылмаған хаттар" (А. Ҡотой), "Аҡ сирендәр" (Н. Асанбаев), "Ташлама утты, Прометей!", "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" (М. Кәрим), "Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш" (Т. Миңнуллин), "Ғәлиә" (Т. Таһиров), "Әсәләр көтәләр улдарын" (Ә. Мирзаһитов) спектаклдәрендәге йырҙар халыҡ араһында йырлана.

Рим Хәсәнов Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Салауат драма театрҙарында ҡуйылған байтаҡ спектаклдәргә лә музыка яҙа. Композитор бик күп шағирҙарҙың шиғырҙарына йыр ҡанаты ҡуя. Әммә Назар Нәжми менән айырыуса әүҙем эшләй. "Өфө йүкәләре", "Ҡышҡы романс", "Мине юлдар саҡыра", "һин ғүмер ағыштарым", "Һиңә барам", "Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер", "Йөрәктән булһа", "Бар әле, бар" һ. б., Рәсих Ханнанов һүҙҙәренә "Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә", "Саҡырмаһын мине ай ҡыҙы", "Онотмайым", "Минең әсәй гөл ярата ине", Ибраһим Абдуллин һүҙҙәренә "Үҙ яғыма ҡайтһам...", Әнғәм Атнабаев һүҙҙәренә "Дуҫтарыңды онотма", "Йәшлеккә ҡайтыу", үҙ һүҙҙәренә "Мәңгелек мөхәббәт", "Атай йорто", "Башҡортостан", "Тыуған ил саҡыра", Ғилман Иҙрисов һүҙҙәренә "Кисер мине, әсәй, ғәфү ит" йырҙары тиҙ арала халыҡ араһына таралып китә. Мостай Кәрим һүҙҙәренә "Уҡытыусыма", Ш. Ғәлиев һүҙҙәренә "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары" йырҙарын һәр уҡыусы белә.

Рим Хәсәнов — симфоник поэмалар, вокаль циклдар, балет өсөн яҙылған музыка авторы. Уның Зәйнәб Биишева повесы буйынса ижад ителгән "Мөхәббәт һәм нәфрәт" (либреттоһы ла Зәйнәб Биишеваныҡы) мюзиклы ла донъя күрә.

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов Благовар районының Языково ауылында 1947 йылда тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыкаль яҡтан биҙәү бүлеге мөдире булып башлай. Бик күп спектакл- дәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй. "Ҡурай тураһында легенда", "Телһеҙ" (М. Горькийҙың "Немой" әҫәре буйынса) балеттары, "Прометей", "Сибай" симфоник поэмалары, "Шәжәрә" ораторияһы, инструменталь әҫәрҙәре киң билдәле.

Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошов

үҙгәртергә

Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошов көйҙәр яҙыу менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ шөғөлләнә башлай. Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, композиция менән шөғөлләнә. Уҡыуын Өфө сәнғәт институтында Заһир Исмәғилев класында дауам итә.

Симфония, ҡыллы квартет, фортепиано өсөн соната, хор өсөн поэмалар һәм йырҙар яҙа. Айрат Ҡобағошов үҙ ижадында башҡорт фольклорының онотолған жанрҙарын, бигерәк тә ҡобайырҙарын, яңырта. М. Буранғоловтың "Шәүрәкәй" пьесаһы өсөн 5 ҡобайырға көй яҙа. Рәми Ғариповтың "Уйҙарым" шиғырына яҙылған көй халыҡ араһында бик тиҙ тарала. "Уралтау" ҡобайыры ла киң билдәле.

Тәү башлап Флүрә Килдейәрова башҡарған "Сәҙе буйы", "Сәңгелдәк йыры", "һаҡмар" йырҙарын Айрат Ҡобағошов эшкәртә. Башҡорт халыҡ инструменттары оркестры өсөн "Увертюра", "Ҡобайыр" тигән һәм башҡа музыкаль пьесалар яҙа.

Айрат Ҡобағошовтың "Шоңҡар" операһы яҙылған. Уның заман рухындағы йырҙары ла йәштәр араһында киң танылыу таба. "Һиндә урғый бәхет йырҙарым" (Я. Ҡолмой), "һин һаман да ун һигеҙҙә кеүек" һәм "Мөхәббәт" (Р. Ханнанов), "Мин ышанам һинең һөйөүеңә" (Р. Әхмәҙиев) тигән йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә Композитор иң бәләкәйҙәр өсөн дә йырҙар яҙа. Уның "Бишек йыры", "Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ" исемле йыйынтыҡтары нәшер ителә. Айрат Ҡобағошов Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында 1950 йылда тыуа. Атаһы ла, әсәһе лә йырға- моңға оҫта, әүәҫ кешеләр була. Атаһы оҙон көйҙәр башҡарыуға маһир, әсәһе халыҡ ижады ынйыларын — ҡобайырҙарҙы, әкиәттәрҙе, легендаларҙы яҡшы белә.

Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошов — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова

үҙгәртергә

Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһында 1937 йылда тыуа. Хеҙмәт юлын Өфөлә музыка уҡытыусыһы булып башлай. Башҡорт музыка үҫешенә, йыр сәнғәтенә ҙур өлөш индерә. Уның йырҙары үҙенсәлекле моң менән айырылып тора, шуның өсөн тиҙ арала халыҡ араһында киң популярлыҡ яулай. "Тамыр" студияһының музыкаль ҡушымтаһы "Йоҡларға, йоҡларға"нан (Муса Сиражи һүҙҙәре) башлап Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған "Аҡҡош йыры", "Ғүмер юлы", Рәми Ғарипов һүҙҙәренә "Ғүмер", "Кәкүк", Уран Кинйәбулатов һүҙҙәренә "Сейәле тау", "Мин — умырзая", "Мин ғашиҡ булдым", "һаумы, хеҙмәт!", "Яратам", Фәрит Ғабдрахимов һүҙҙәренә "Эй бурай буран" йырҙарына тиклем уның һәр йырын тиерлек беләләр. Ул Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбаев һүҙҙәренә, Әнисә Таһирова сонеттарына байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Роза Сәхәүетдинова иң популяр йырсы композиторҙарҙың береһе. Ул БР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы. ҺОРАУҘАР.

  1. Исемдәре атап үтелгән композиторҙарҙың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәрен атағыҙ.
  2. Йыр яҙыусы композиторҙарҙан Абдулла Хәлфетдиновтың, Тәлғәт Шәриповтың, Роберт Ғәзизовтың һәм тағы һуңғы йылдарҙа исемдәре киң таралған композиторҙарҙың ниндәй йырҙарын беләһегеҙ? Үҙегеҙгә оҡшаған берәй йырҙы өйрәнегеҙ.

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫНДА ОРКЕСТР

үҙгәртергә

1920—1930 йылдарҙа Башҡорт драма театры спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәү өсөн симфоник оркестр ойошторола. Уның етәксеһе композитор Хәбибулла Ибраһимов була. Спектакль өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе, халыҡ йырҙарын башҡара был оркестр. Махсус концерттар ҙа бирә. Ә инде 1938 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ойошторолғас, был оркестрҙың эшмәкәрлеге тағы ла киңерәк ҡолас йәйә. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының үҙ оркестры ойошторола. Ул Өфө музыка училищеһын тамамлаусыларҙан туплана.

БАШҠОРТТАР АРАҺЫНДА БЕРЕНСЕ ДИРИЖЕР

үҙгәртергә

Башҡорт милли сәнғәтенең күренекле эшмәкәрҙәре араһында дирижер Ғәйнетдин Моталов иң күренекле урындарҙың береһен биләй. Буласаҡ дирижер Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуып үҫә. Коллективлаштырыу осоронда атаһын кулак тип Себергә оҙаталар, әсәһен, өс туғанын, шул иҫәптән Ғәйнетдиндең үҙен дә, Иркутск әлкәһенең Черемхово ҡалаһына ебәрәләр. Шунда әсәһе вафат була. Атаһы, 1937 йылда төрмәнән сыҡҡас, ике балаһы һәм икенсе ҡатыны менән Бүребайға ҡайта. Был ваҡытта Бүребайҙа клубта драма түңәрәге эшләй, унда тынлы оркестр ҙа була. һәүәҫкәрҙәр үҙ көстәре менән вальстар, марштар, полькалар өйрәнәләр. Ғәйнетдин уларға ҡушылып китә. Йырлай ҙа. "һиңә уҡырға кәрәк, Ғәйнетдин. Свердловскиға бар", — тип тәҡдим итәләр бүребайҙар. Ауылдаштары уны, аҡса, аҙыҡ-түлек биреп, уҡырға оҙаталар.

Свердловск ҡалаһындағы музыка мәктәбендә уҡып йөрөгән сағында яҙмыш бик һәйбәт кешеләр менән осраштыра. Роялдәр көйләүсе, бөтөн ҡалаға билдәле Эфрос тигән кешенең үҙ балалары булмай. Ул Ғәйнетдинде үҙенә яҡынайта, бергә көйләүсе итеп йөрөтә һәм Свердловск филармонияһының дирижеры Марк Паверман тигән музыкант менән таныштырып, унда эшкә урынлаштыра. Симфоник оркестрҙа музыка ҡоралдарын көйләүҙәренә, уларҙың тауышына ғәжәпкә ҡалып, һоҡланып тыңлай Ғәйнетдин. Ғәйнетдиндең ағаһы фронттан ҡайтҡас, уны Өфөгә алып китә.

Симфоник оркестр уйнауына ғашиҡ булған Ғәйнетдин театрға ашыға. Театрҙа ул матур форма кейгән малайҙарҙы осрата ла ҡайҙан икәнлектәрен һораша. Улар — хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү республика мәктәп-гимназияһы, ул саҡтағы Совет Армияһы музыка мәктәбе, тәрбиәләнеүселәре була. Ғәйнетдин иртәгеһен үк был мәктәпкә барып, етәксе менән һөйләшә лә ҡабул ителә. Ул бик тырышып уҡый һәм ошо тырышлығы өсөн уны Мәскәү хәрби дирижерҙар институтына уҡырға ебәрәләр.

Институтта ул профессор Григорий Арнольдович Столяровҡа эләгә. Бөтә Союз радиоһының баш дирижеры була ул. Профессор Ғәйнетдиндең һәләтен тиҙ тоя һәм киләсәктә ябай оркестр менән генә түгел, ә опера, балет менән дирижерлыҡ итерлек мөмкинлеге барлығын әйтә.

Был ваҡытта республика етәкселеге Заһир Исмәғилев аша Моталов хаҡында белгән була. Уны Өфөгә ҡайтаралар. Өфөлә буласаҡ ҙур концерттарҙың береһендә Заһир Исмәғилев увертюраһын башҡарыусы оркестрға дирижерлыҡ итеүҙе уға ышанып тапшыралар. Увертюраны тамашасылар шул тиклем һәйбәт ҡаршы ала, дирижерҙы сәхнәгә ҡат-ҡат саҡырып сығаралар. Ошонан һуң республика етәкселеге уны Башҡорт опера һәм балет театрына дирижер итеп саҡыра.

Ошо көндән башлап Ғәйнетдин Моталовтың бала саҡтағы хыялы тормошҡа аша башлай. Ғәйнетдин Моталов яратҡан эшендә, туған театрында 44 йыл эшләй. 1970 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә, студенттарына үҙе өлгәшкән бар һәләтен һалып белем бирә. "Опера партияһын башҡарыу — бик ауыр хеҙмәт. Опера йырсыһы сәхнәгә дирижер менән режиссерҙың иғтибарлы, һәйбәт мөнәсәбәте, ҙур ярҙамы булғанда ғына сыға ала. Йырлауҙы ла, уйнауҙы ла бергә алып барыу бик ҡатмарлы. Беҙҙең, бала саҡта бәләкәйҙән үк нота грамотаһына өйрәнмәгәнлектән, ярым ас йәшәп, бөтөн хәстәрлегәбеҙ уҡыу гына булмағанлығын, фәҡәт ныҡышмалылыҡ арҡаһында ғына опера йырсылары булып китә алыуыбыҙҙы бик яҡшы аңлай ине ул. Ғәжәп әҙәпле, тыныс холоҡло һәм ярҙамсыл кеше булды Ғәйнетдин Моталов", — ТИп иҫкә ала данлыҡлы йырсы Нажиә Аллаярова.

Республикабыҙҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғәйнетдин Моталов, алыҫ Хәйбулла районында тыуған егет, бына ошолай итеп ярты быуат буйы алмаштырғыһыҙ дирижер кимәленә күтәрелә. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт опера һәм балет театры дирижерҙарынан тағы кемдәрҙе беләһегеҙ?
  2. Ғәйнетдин Моталов бәләкәй сағындағы хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй ныҡышмалыҡтар күрһәтә?

ОПЕРА СӘХНӘҺЕ ОҪТАЛАРЫ (1903—1969)

үҙгәртергә

Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллин

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң беренсе солистарының береһе — Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллин. Уны хаҡлы рәүештә республикала профессиональ вокал оҫталығына нигеҙ һалыусы тиҙәр. Башҡорт операһы солисы Хәбибуллин ошо театрға бөтөн ғүмерен арнай, оло ижади юл үтә.

Йырсы профессиональ сәнғәткә һәүәҫкәрлек аша килә. Мәскәүҙә татар драма театрында эшләй, концерттарҙа йырлай, бер үк ваҡытта актерлыҡ оҫталығына өйрәнә. Буласаҡ йырсы ул йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Александр Ключарев, Муса Йәлилдәр менән осраша. Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә башҡорт бүлеге асылғас, Ғабдрахман Хәбибуллин, Муса Йәлилдең тәҡдиме менән, уҡырға инә. Ьуңынан Муса Йәлил һәләтле йырсы, ғәжәйеп бас тауышлы Ғабдрахман Хәбибуллин тураһында мәҡәлә лә яҙа.

Талантлы йырсы уҡырға ингән саҡта өс ир бала атаһы була. Ҙур ғаиләне ҡарау еңел булмай. Ғәзиз Әлмөхәмәтов уға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша, стипендияһына өҫтәмә түләү юллай. Уҡыу йортон тамамлағас, Өфөгә эшкә килә. Юғары белемле йырсы 1938 йылда Өфөлә опера төркөмө ойоштора. Артабан был төркөм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының нигеҙен тәшкил итә.

Ғ. Хәбибуллин дебютында (беренсе сығышында) Дж. Паизиеллоның "Тирмәнсе һылыуҡай” операһында Кнолле партияһын башҡара. Уның яңғырауыҡлы асыҡ басын халыҡ тәүге сығышынан уҡ яратып ҡаршылай. Өҫтәүенә, ул актер булараҡ, бик оҫта уйнай. Башҡарған образын асыу өсөн ым-ишаралар, хәрәкәт өҫтөндә оҙаҡ һәм ентекле эшләүе, эшенә ғәҙәттән тыш яуаплы ҡарауы арҡаһында тиҙ арала уңышҡа өлгәшә. Ул етди образдарҙы ла, комик образдарҙы ла берҙәй оҫта башҡара. Был иһә артистың ҙур мөмкинлеге, киң планда эшләүгә һәләтлеге хаҡында һөйләй.

Ж. Бизеның "Кармен" операһында — Цунига, Дж. Россиниҙың "Севилья цирюль- нигын"да — Дон Базилио, Мәсәлим Вәлиевтең "һаҡмар" операһында — Серлебай һәм башҡа партияларҙы үҙе лә яратып башҡара, халыҡ та ихлас ҡабул итә.

Әммә иң иҫтә ҡалған һәм сағыу образы һәм партияһы — Заһир Исмәғилевтең "Салауат Юлаев" операһында Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин. Тамашасы ул тыуҙырған образды — Салауаттың атаһын хас Хәбибуллин кеүек ҡабул итә. Батша власының ғәҙеллегенә ышанған, аҙаҡ күңеле ҡайтҡан һәм улы Салауат менән бергә азатлыҡ яуына күтәрелгән Юлайҙың күңел кисерештәрен оҫта сағылдыра. Данлыҡлы бас тауышы менән башҡарған "Ҡаным, минең ҡаным..." тигән арияһы тәүге ауаздарынан уҡ йөрәктәргә үтеп тетрәндерә, бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмай.

Ниндәй генә партия булһа ла йырсы үҙ арияһын шул тиклем оҫта һәм ихлас йырлай, уны төп образдар кимәленә күтәрә. Ул 50-нән ашыу партия башҡара. А. П. Бородиндың "Кенәз Игорь" операһында — Кончак хан, П. И. Чайковскийҙың "Евгений Онегин"ында Гремин, Заһир Исмәғилевтең "Шәүрә" операһында Аяҙғол өлкән быуын тамашасылар күңелендә әлегәсә Хәби- буллиндең басы менән һаҡлана.

Яғымлы бас тауышлы йырсы 3. Исмәғилевтең йырҙарын да үҙенсәлекле йырлай. "Шайморатов генерал", "Ләлә" һәм Хөсәйен Әхмәтов балладаларын радио тыңлаусылар яратып тыңлай. Опера театрында уның тауышы ҡабатланмаҫ ҡиммәтле хазина була.

Ул халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ, Мәскәүҙә лә, Ҡазанда ла, Урал һәм Урта Азияның, Себерҙең һәм Волга буйҙары ҡалалары тамашасыларының яратып, көтөп алған йырсыһына әйләнә. Ул башҡорт халҡының "Азамат", "Ашҡаҙар", "Ирәндек", "Зөлхизә" һәм башҡа йырҙарын бик ярата. Ә композиторҙар хатта уның тауышы өсөн махсус йырҙар яҙа.

Мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев "Дан һиңә, Башҡортостан!", "Шайморатов генерал", "Ләлә" тигән йырҙарын уның тауышын күҙҙә тотоп яҙа һәм был йырҙар Ғабдрахман Хәбибуллин башҡарыуында халыҡ араһында тиҙ танылыу таба. Уның оҫталығы "Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы" тигән юғары исем менән баһалана.

Баныу Вәлиева (1914)

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң тәүге йырсыларының береһе Баныу Нурғәли ҡыҙы йырлы- моңло ғаиләлә үҫә. Уның ғаиләһендә барыһы ла йырлай. Баныу бәләкәйҙән оҙон көйҙәр башҡарырға ярата. Буласаҡ йырсы Татарстандың Апас районында Шәмбалыҡсы ауылында тыуа. Атаһы уны Ҡазан театр техникумына алып килә. Уға композитор Солтан Ғәбәши иғтибар итә һәм артабан уҡырға кәңәш бирә.

Баныу Вәлиева Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт студияһына уҡырға инә. Уның һирәк осрай торған бәрхәт кеүек йомшаҡ лирик сопраноһына ғына түгел, ғәҙәттән тыш тырышлығына тиҙ иғтибар итәләр. Ул Өфөгә килгәс тә тамашасының иң яратҡан йырсыларының береһенә әйләнә. Ниндәй генә партия башҡарһа ла уны көтөп алалар, сәхнәнән ебәрмәй оҙаҡ ҡул сабыуҙар менән оҙаталар. "Тирмәнсе һылыуҡай "ҙа — России, Н. А. Римский-Корсаковтың "Батша кәләше"ндә — Марфа, Ш. Гуноның "Ромео һәм Джульетта "һында Джульетта һәм башҡа операларҙа ла һәр ваҡыт төп партияларҙы башҡара.

Билдәләп үтергә кәрәк, 1940 йылда композитор Мәсәлим Вәлиевтең "һаҡмар" операһы ҡуйыла. Баныу Вәлиева Айһылыу партияһын йырлай. Башҡорт опера сәхнәһендә беренсе тапҡыр башҡорт операһы ҡуйыла һәм ошо операла уйнаусылар, шулай уҡ Баныу Вәлиева ла опера партияларын башҡорт телендә йырлай.

Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен оҫта башҡарыусы йырсы өсөн ариялар йырлау үтә ҡатмарлы булмай. Тамашасы уны ихлас ҡаршылай. Аҙаҡ Н. К. Чемберджиның "Ҡарлуғас"ында — Ҡарлуғасты, Халиҡ Займов менән А. Э. Спадавеккианың "Аҡбуҙат"ында — Айһылыу, Вердиҙың "Травиата'Ъында — Виолетта роле һәм "Риго- летто"ла — Джильда йырсыға айырыуса ҙур уңыш килтерә. Заһир Исмәғилевтең "Салауат Юлаев" операһында алмаштырғыһыҙ Әминә була. Ә инде ошо уҡ талантлы композиторҙың "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһындағы Назаһы менән халыҡ күңелендә тағы ла нығыраҡ һаҡлана.

Халыҡ йырҙары менән ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын: Ҡаҙандамы, Силәбеләме, Әстрхандамы йәки Ырымбурҙа- мы, Һиндостан, Бирма һәм Непал илдәре сәхнәләрендәме — һәр ерҙә уңыш яулай. Уның концерт репертуары бик бай була. Ул рус һәм сит ил классикаһын да оҫта башҡара. Тамашасылар уны яраталар ҙа, баһалайҙар ҙа, уның менән ғорурланалар ҙа.

1955 йылда Мәскәүҙә булып үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре декадаһындағы юғары уңыштары өсөн уға "РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы" тигән юғары исем бирелә. Һуңғы йылдарҙа талантлы артистка үҙ һәләтен йәштәргә ҡалдырыу маҡсаты менән уҡытыу эшенә күсә. Бөгөнгө көндә уның байтаҡ уҡыусылары оҫта опера йырсылары иҫәбендә.

Мәғәфүр Хисмәтуллин (1915)

үҙгәртергә

Республикабыҙ тамашасыларының һәм радио тыңлаусыларының ғына түгел, илебеҙҙә иң яратҡан йырсыларҙың береһе ул Мәғәфүр Хисмәтуллин. Уны актер, режиссер, уҡытыусы булараҡ та беләләр. Әммә халыҡ уны йырсы булараҡ айырыуса ярата.

Йырсы Иглин районы Яңы Ҡыбау ауылында 1915 йылда тыуа. Атаһы Хисмәтулла Беренсе донъя һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе өс бала менән яңғыҙ ҡала. Бөтөн ҡайғыһын, зарын, өмөтһөҙ көтөү ғазаптарын моңға һала ул. Улы Мәғәфүрҙе етәкләп яланға емеш- еләккә сыҡҡанда ла, баҫыуҙа эшләгәндә лә йырлай. Төндәрен, балаларын йоҡларға һалғас, ипле генә йөрөп эшләгән саҡта ла моңло йырҙар һуҙа. Бәләкәй Мәғәфүрҙең күңеленә һеңә бара был йырҙар. Шуға ла ул бәләкәй генә сағынан ҡулына гармун ала, йырлай ҙа, бейей ҙә.

Ун дүрт йәшендә тимер юлына эшкә килә. Бергә эшләгән өлкәнерәк ағайҙар был үҫмерҙең моңло тауышына иғтибар итәләр һәм уҡырға димләй башлайҙар. Мәғәфүр Хисмәтуллин Башҡорт театр техникумына уҡырға инә. Техникумды тамамлағас, Баймаҡ колхоз-совхоз театрына актер булып эшкә килә. Бында эшләгән осоро ысын ижади мәктәпкә әйләнә. Башҡорттоң боронғо йырҙары, оҫта йырсылары, ҡурайсылары төбәгендә ул башҡорт йырының халыҡсан башҡарылышын, моңон, матурлығын тоя.

Иҫ китмәле оҫта йырсы, оҙон көйҙәрҙе ғәжәп моңло итеп башҡарыусы Сөйөмбикә Кулибаеваға әйләнә. "Боронғо йырҙарҙың наҙын, моңон, нескәлектәрен, бөгөлөштәрен тойорға мин Сөйөмбикәнән өйрәндем. Халыҡ йырҙарының халыҡсанлығын да һаҡларға, классик башҡарыу кимәленә лә еткерергә тырыштым. һәр башҡарған йырымды иң элек Сөйөмбикә тыңлай ине. Уның башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын мин бик юғары баһалайым", — ти мәшһүр йырсы.

1936 йылдың йәй айҙарында Баймаҡҡа Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт бүлегенә йәш таланттар йыйыу буйынса комиссия килеп төшә. һынау ваҡытында уның йырлау һәләтен бик юғары баһалайҙар һәм бер һүҙһеҙ Мәскәүгә уҡырға алалар.

Йырсы тырышып уҡыу менән бер рәттән, Мәскәүҙә концерттарға ла йыш йөрөргә тырыша. Оҫта йырсыларҙан халыҡ йырҙарын башҡарыу нескәлектәренә өйрәнә, шуның өсөн дә уның башҡарыу оҫталығы ғәжәп үҙенсәлекле.

Мәғәфүр Хисмәтуллин сәхнәлә актер булараҡ та иҫ китмәле оҫта уйнай. Ул тыуҙырған образдар рус һәм сит ил классикаһында ла, башҡорт һәм башҡа туғандаш халыҡтар әҫәрҙәрендә лә онотолмаҫ бер күренешкә әйләнә.

Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһы башҡара. Уларҙың бер нисәһен генә әйтеп үтәйек: тәүге башҡорт операһы булған "Ьаҡмар"ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин, "Кенәз Игорь", Арлекин — Р. Леонкавалло, "Паяцы", Бомелий — Н. А. Римский- Корсаков, "Батша кәләше", Юламан — Н. Чемберджи, "Ҡарлуғас", Салауат Юлаев — Заһир Исмәғилев, "Салауат”, Ғәйнулла — 3. Исмәғилев, "Ағиҙел тулҡындары".

Әммә ошолар араһында опера сәхнәһендәге иң ҙур ҡаҙанышы, халыҡтың айырыуса яратып ҡабул иткәне, иң юғары артылышы — Салауат образы. Легендаға әйләнгән Салауат кино һәм драма театрында Арыҫлан Мөбәрәков йөҙөндә ҡайтһа, операла Мәғәфүр Хисмәтуллин образында халыҡ күңеленә урынлашты. Ҡыйыу, ярһыу йөрәкле, тәүәккәл Салауатты онотолмаҫлыҡ итеп уйнай актер. Операның "Хуш, Уралым" менән "һүндергәндәр минең күҙ нурымды" тигән өҙөктәре мәшһүр йырсы башҡарыуында тетрәндергес, тулҡынландырғыс!

Ә инде Заһир Исмәғилевтең "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһындағы мут, хәйләкәр, аҙ-маҙ эсеп күңел асырға яратҡан Яппар образы йырсыбыҙҙың актер булараҡ күп яҡлы талант эйәһе икәнен раҫлай. "Минең өсөн бәләкәй һәм ҙур ролдәр юҡ. Мин сәхнәлә үҙемә ышанып тапшырылған образды тәрән өйрәнеп, дөрөҫ һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарырға тейешмен", — ти артист.

Мәғәфүр Хисмәтуллин, режиссер булараҡ, ошо уҡ "Ҡоҙаса"ны, үзбәк композиторы С. Юдаковтың "Мәйсә- рәнең мутлыҡтары" исемле комик операһын, Заһир Исмәғилевтең "Шәүрә"һен, П. Чайковскийҙың "Пиковая дама'Ъын, Ж. Бизеның "Кармен"ын, А. Бородиндың "Кенәз Игорь", X. Әхмәтовтың "Замандаштар" операларын ҡуя.

1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡыта. Йырсы булараҡ, халыҡ йырҙары менән бер рәттән, композиторҙар әҫәрҙәрен дә башҡара. "Мин күңелемә ятҡан йырҙарҙы ғына йырлайым. Күңелгә ятмаһа, халыҡ күңеленә лә еткереп булмай", — ти йырсы үҙ репертуары хаҡында.

Йырсының хеҙмәте, ижади ҡаҙаныштары юғары баһалана. Ул Башҡортостандың (1953) һәм Рәсәй Федерацияһының (1965) халыҡ артисы.

Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова (1922)

үҙгәртергә

Үҙенсәлекле талант эйәһе Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова Башҡорт опера һәм балет театрына нигеҙ һалыусы актрисаларҙың береһе. Ул үҙенең тәбиғи һәләте, эшсәнлеге, тырышлығы арҡаһында театрҙың иң оҫта башҡарыусыһы булып таныла. Шуныһы ғәжәп, Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы махсус музыкаль белем алмаған.

Ул 1922 йылда Саҡмағош районының Ихсан ауылында тыуа. Ғаиләләре Өфөгә күсеп килгәс, буласаҡ йырсы төрлө түңәрәктәрҙә ҡатнаша, театр эргәһендәге хор студияһында йырлай. Хор етәксеһе уның көслө, саф, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм яғымлы тауышына иғтибар итә. Уны опера сәхнәләрендә бәләкәй ролдәрҙә йырлата башлайҙар.

Сәлиғәскәрова музыка училищеһында Римма Лазаревна Фишерҙа дәрес ала башлай. Башҡорт опера студияһында ла шөғөлләнә. Бер үк ваҡытта театрҙа ла эшләй. Оҙаҡ та үтмәй уға ҡәҙимге ҙур роль бирәләр. П. Чайковскийҙың "Евгений Онегин" операһында Ольга партияһын башҡара. Ошонан һуң инде бер-бер артлы төп партияларҙы йырлай башлай һәм уңыш артынан уңыш яулай.

Тамашасы уны Заһир Исмәғилевтең "Салауат Юлаев" операһындағы Салауаттың әсәһе Көнбикә роле өсөн айырыуса ярата. Аҡыллы, сыҙам һәм шул уҡ ваҡытта иле азатлығы өсөн көрәшкә иренә лә, улына ла фатиха биргән Ил инәһен бик оҫта уйнай. Театрҙа эшләгән дәүерендә алтмыштан ашыу опера партияһын башҡара. Улар араһында Көнбикәне, Карменды иң яратҡан героиняларынан һанай ул. Карменды, ысынлап та, бик оҫта башҡара.

Республикабыҙ тамашасылары ғына түгел, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙең талапсан һәм байтаҡ ҡына башҡа Кармендар менән сағыштырыу мөмкинлеге ҙур булған тамашасылары ла ул уйнаған Карменды юғары баһалай. 1947 йылда Бөтә Рәсәй театраль йәштәр күргәҙмәһендә Кармен образы өсөн беренсе урынды ала. М. Сәлиғәскәрова Прагалағы Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә башҡорт сәнғәтен сағылдырыусы булып сығыш яһай һәм лауреат исеменә лайыҡ була.

М. Сәлиғәскәрова Н. Римский-Корсаковтың "Батша кәләше"ндә Любашаны яратып һәм бик уңышлы башҡара. Әйтергә кәрәк, ул уйнаған героиняларҙың күбеһе драматик характерлы: Кармен да, Аксинья ла (И. Дзержинский, "Тымыҡ Дон" операһы), Ульяна Громова ла (Ю. Мейтус, "Йәш гвардия" операһы) һәм башҡалар. Әммә Мәғәфүрә башҡарыуында улар үҙ идеалдарына тоғро, яҡты киләсәккә ынтылған үлемһеҙ образдар булып тамашасы хәтерендә һаҡлана.

Мәғәфүрә Сәлиғәскәрованың таланты һәм маҡсатҡа ярашлы ынтылышы, тырышлығы һәм уңышы юғары баһалана. Ул БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ була. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт операһының иң тәүге йырсылары кемдәр?
  2. Операнан ариялар һәм башҡорт халыҡ йырҙарын берҙәй оҫта башҡарыусы артистарҙан кемдәрҙе атар инегеҙ?
  3. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында махсус әҙерлекһеҙ ариялар башҡарыусы артистка кем?

БАШҠОРТ ОПЕРА СӘНҒӘТЕН АРТАБАН ҮҪТЕРЕҮСЕ ОПЕРА ЙЫРСЫЛАРЫ

үҙгәртергә

Опера театрына нигеҙ һалыусы мәшһүр йырсыларҙы алмаштырып, улар оҫталығынан өйрәнеп урта быуын артистары килә. Нажиә Аллаярова, Сажиҙә Ғәлимова, Йыһания Рәхмәтуллина, М. Артемьев, Даһи Бакиров, Б. Кокурин, Сәлих Хөснийәров, Хөсәйен Мәжитов, Камил Вәлиев, Зәки Мәхмүтов, Флүрә Ноғоманова, Геннадий Родионов, Тәлғәт Сәғитов, Галина Халдеева, Зәйтүнә Ғәзизова, Зөлфирә Фәрхетдинова театрҙың артабанғы үҫешендә тос өлөш индерәләр.

Шуныһы иғтибарға лайыҡлы, улар бер үк ваҡытта үҙҙәрен йырҙар башҡарыу оҫтаһы ла, һәләтле педагог булараҡ та таныта.

Ә инде үткән быуаттың 90-сы йылдарында, демократик елдәр иҫеп, сит илдәр менән сәнғәт әлкәһендә аралашыу йылдам алға киткәс, беҙҙең йырсыларыбыҙ сит ил сәхнәләрендә лә йырлар өсөн киң мөмкинлек ала. Башҡорт сәхнә оҫталарының һәләтен сит ил белгестәре лә, тамашасылары ла юғары баһалай.

Радик Гәрәев, Нәзир Әбдиев, М. А. Артемьев, Салауат Асҡаров, Зөлфирә Фәрхетдинова, Л. Ғ. Әхмәтйәнова, Г. В. Халдеева, С. Г. Родионов, В. В. Белов, Флүрә Килдеяроваларҙың сығыштарын республикабыҙҙан ситтә лә яратып ҡабул итәләр.

Светлана Арғынбаеваның, Асҡар Абдра- заҡовтың, Рәйлә Аҙнаҡаеваның сығыштарын донъяның күп илдәрендә көтөп алалар.

Шулай итеп, 1938 йылда ғына асылған опера театры үҙенең йырсылары менән донъя кимәлендәге мәшһүр башҡарыусылар менән ярышҡа сығырлыҡ кимәлгә етә һәм танылыу таба.

Нажиә Аллаярова

үҙгәртергә

Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында 1936 йылда тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын, Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка педагогия институтын тамамлай. Ҡайтҡас та Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай, шунан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына саҡыралар.

Н. Аллаярова һәр ваҡыт тиерлек төп партияларҙа уйнай. Заһир Исмәғилевтең "Ағиҙел тулҡындары" операһында — Гөлзифа, "Шәүрә"лә — Шәүрә, "Салауат Юлаев"та — Әминә, "Травиата"ла (Дж. Верди) — Виолетта, Джильда, "Севилья цирюльнигьГ'нда (Дж. Россини) — Розина, Хөсәйен Әхмәтовтың "Замандаштар" операһында — Бибинур һәм башҡа байтаҡ ролдәр башҡара. Нажиә Аллаярова үҙенең наҙлы, яғымлы лирик сопраноһы менән башҡорт халыҡ йырҙарын ғәжәп оҫта башҡара. Уның башҡарыуында "Зөлхизә", "Шәүрә", "һары ла сәс" йырҙары ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле яңғырай.

Нажиә һибәт ҡыҙы Аллаярова — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Сажиҙә Ғәлимова

үҙгәртергә

Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы Ғәлимова Илеш районының Аҡкүҙ ауылында 1933 йылда тыуа. Ул Урал дәүләт консерваторияһын вокал класы буйынса тамамлай һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә килә.

Ул "Шәүрә" операһында Шәүрәне, "Аида"ла (Дж. Верди) — Аида, "Йоланта'ла — Иоланта, "Евгений Онегин'да(П. И. Чайковский) — Татьяна, "Салауат Юлаев"та — Әминә, "Ҡоҙаса"ла — Наза, "Урал илселәре"ндә — Ҡуйһылыу һәм башҡа ролдәрҙе оҫта башҡара.

Йырсы көслө тауышы, темпераментлы уйыны менән опера сәнғәте һөйөүселәрҙең күңелен тиҙ яулай.

Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы Ғәлимова — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Нәзир Әбдиев

үҙгәртергә

Нәзир Закир улы Әбдиев 1934 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Бүләкәй ауылында тыуа. 1965 йылда Урал консерваторияһын тамамлай һәм Башҡортостан радиоһы хорында йырлай башлай

Шул уҡ йылда уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына саҡыралар. Ул, Заһир Исмәғилевтең "Ағиҙел тулҡындары” операһында Зәйнулла партияһын йырлап, үҙен һәләтле йырсы-актер икәнлеген күрһәтә.

Артабан "Урал илселәре"ндә — Юлтый, "Дауыл"да — Айбулат (Рәүеф Мортазин), "Замандаштар"ҙа — Ильяс (X. Әхмәтов) партиялары менән халыҡ һөйөүен яулай. Йырсы алтмыштан ашыу партия, шул иҫәптән Хозе (Ж. Бизе, "Кармен"), Дон Карлос (Дж. Верди, "Дон Карлос"), Кенәз (А. С. Даргомыжский, "Русалка"), Аҡмырҙа (3. Исмәғилев, "Шәүрә") партияларын башҡара.

Мәғәфүр Хисмәтуллиндан һуң "Салауат Юлаев" операһында Салауат партияһын башҡара, данлыҡлы арияларҙы ла йырлай. Нәзир Әбдиев — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.

Йәмил Әбделмәнов

үҙгәртергә

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельск ҡасабаһында йәшәгән ете балалы ғаиләнең бөтөнөһө лә, хатта иң бәләкәй берҙән-бер ҡыҙ балаға тиклем гармунда, баянда уйнай, әсәләре халыҡ көйҙәрен иҫ китмәле оҫта башҡарыусы, атайҙары гармунсы була. Бөтә ғаилә менән үҙешмәкәр түңәрәктә сығыш яһайҙар. Йәмил һигеҙенсе класта уҡыған сағында радио аша опера ишетеп ҡала ла хайран була. Шунан йырсы булырға хыяллана башлай.

Урта мәктәпте тамамлағас, сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Миләүшә Ғәлиевна Мортазина менән Флүрә Ғәлимовна Ноғоманова класында уҡый һәм Өфө сәнғәт институтына инә. 1992 йылдан башлап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Иң төп партияларынан Аҡмулла (3. Исмәғилев, "Аҡмулла"), Онегин (П. Чайковский, "Евгений Онегин"), Валентин (Гуно, "Фауст"), Фигаро (Дж. Россини, "Севилья цирюльнигы"), Буранбай (3. Йсмәғилев, "Ҡаһым түрә") бик уңышлыларҙан иҫәпләнә.

Йәмил Әбделмәновтың баритон тауышы бик яғымлы. Ул башҡарған романстар тамашасы күңеленә хуш килә. Ул халыҡ йырҙарын да яратып башҡара. Ҡазанда үткәрелгән "Татар йыры" халыҡ-ара конкурсында лауреат була.

Вәхит Хызыров

үҙгәртергә

Йырсы Вәхит Хызыровты опера йырсылары рәтенән атап китһәк тә, филармония йырсыһы тиһәк тә урынлы булыр. Ғөмүмән, үҙенсәлекле тауышлы, үҙенсәлекле ижад кешеһе ул.

Заманса йырсы. Туған башҡорт телендә лә, рус һәм сит ил телдәрендә лә берҙәй үк оҫта башҡарыусы. Ундайҙар рәтенән 1960— 1980 йылдарҙа республикабыҙ һәм илебеҙ халыҡтарын һоҡландырып, алтмыш телдә йырлаған беренсе эстрада артисткаһы Мәғфирә Ғәлиеваны һәм 1990 йылдарҙан башлап донъя сәхнәләрендә сығыш яһаусы Светлана Арғынбаеваны, Рәйлә Аҙнаҡаеваны ғына телгә алырға мөмкин.

Вәхит Хызыров иһә операларҙан арияларҙы ғына түгел, ә романстарҙы ла, халыҡ йырҙарын да һәр халыҡтың үҙ телендә башҡара. Рус халҡы уны боронғо романстарҙы — "Осень, прозрачное утро”, "Отцвели уже давно...", "Ямщик, не гони лошадей" һәм Глинка, Чайковский романстарын "тап русса итеп" башҡарғаны өсөн үҙ итһә, татарҙар Рөстәм Яхин йырҙарын саф татарса йырлағаны өсөн ярата (Вәхит Хызыров татар телен ныҡлап өйрәнеү өсөн Башҡорт дәүләт университетының татар кафедраһында дәрестәр ала).

"Француз, немец, итальян телдәренең яңғырашын ныҡлап өйрәнгәндән һуң ғына сәхнәгә сығам. Тел — ул үҙе музыка. Уның яңғырашы саф булырға тейеш", — ти йырсы. Калининград ҡалаһында уҙғарылған "Янтарный соловей" халыҡ- ара конкурсында Вәзит Хызыров ете телдә йырлай.

Ә инде башҡорт халыҡ йырҙарына һәм композиторҙары әҫәрҙәренә килгәндә, бәрхәт тауышлы Вәхит Хызыров йырлаған йырҙар йөрәккә майҙай яғыла. "Халҡым йырҙары менән ҡуша үрелеп үҫтем мин. Бәләкәйҙән йырланым. Абзыйым гармунда уйнап, мин йырлап сығыш яһай торғайныҡ. Ҡартатайым да йырсы булды. "Буранбай", "Әрме”, "Ерән ҡашҡа”, "Һандуғас", "Шәүрә" һәм башҡа байтаҡ йырҙарҙы мин унан өйрәндем", — ти Вәхит Хызыров, Әбйәлил районының Таштимер ауылында тыуып-үҫкән йылдарын хәтерләп.

Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. Училищела уҡыған сағында 300-ҙән ашыу әҫәр өйрәнә. Шуберт, Шуман әҫәрҙәрен немец телендә йырлай. Программаны һәр ваҡыт арттырып үтәй. Артабан Өфө сәнғәт институтында уҡыған сағында ла тырышлығы менән айырылып тора.

Вәхит Хызыров репертуарында бөтөн башҡорт композиторҙарының йырҙары, вокал циклдары ла бар тиһәк тә хата булмаҫ. В. Хызыров органға ҡушылып та байтаҡ әҫәрҙәр башҡара, Флүрә Килдейәрова менән "Аве-Ма- рия"ла йырлай, Милли симфоник оркестрға ҡушылып концерттар бирә, Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып сығыш яһай. Италияла байтаҡ концерттар бирә. Әммә ҡайҙа ғына, ниндәй генә концертта сығыш яһамаһын, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡармай ҡалмай.

Өфө сәнғәт институты эргәһендә асылған аспирантураны тамамлай һәм бер үк ваҡытта ошо уҡ уҡыу йортонда вокал дәрестәре лә бирә. ҺОРАУҘАР.

  1. Ҡайһы көн Башҡорт опера театрының тыуған көнө тип атала?
  2. Башҡорт опера йырсыларынан кемдәрҙе операға нигеҙ һалыусы тип әйтеп була?
  3. Опера артистарынан халыҡ йырҙарын иң күп башҡарыусы кемдәрҙе айырып әйтә алаһығыҙ? Ул йырсы башҡарған ниндәй йырҙарҙы беләһегеҙ?
  4. Һуңғы йылдарҙа ниндәй яңы опералар ижад ителде? Авторҙары кемдәр?
  5. ЭШ.

1990 йылдарҙан һуңғы быуын йырсылары Флүрә Килдейәро- ва, Светлана Арғынбаева, Асҡар Абдразаҡов, Рәйлә Аҙнаҡаева, В. Беловтар үҙҙәренең башҡарыу оҫталыҡтары менән донъя кимәленә күтәреләләр һәм халыҡ-ара конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар, премияларға, юғары баһаларға лайыҡ булалар. Үҙегеҙ һайлап алып, артистарҙың береһенең ижади портретын яҙығыҙ.

БАШҠОРТ БАЛЕТЫ СӘНҒӘТЕНӘ НИГЕҘ ҺАЛЫУСЫЛАР

үҙгәртергә

1938 йылда асылған Башҡорт дәүләт опера театры 1941 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына әйләнә. Был театрҙа Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлеген тамамлаған артистарҙан балет труппаһы ойошторола. Улар араһында Зәйтүнә Насретдинова, Гүзәл Сөләймәнова, Тамара Хоҙайбирҙина, Нинель Юлтыева, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Ғәлиә Хафизова, Рәйсә Дербишева, Фәрит Йосоповтар була. Беренсе һәм бик көслө булған был төркөм тиҙ арала республика сиктәренән сыға һәм бөтөн илебеҙҙә танылыу ала.

Зәйтүнә Насретдинова (1923)

үҙгәртергә

Зәйтүнә Насретдинова 32 йәшендә илебеҙҙең иң юғары исемдәренең береһе — СССР-ҙың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ була. Ошонан һуң тағы ла ун йыл ул үҙенең һәләте, ҡабатланмаҫ оҫталығы менән халыҡты ҡыуандыра.

Әммә 1965 йылда Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙының алмаштырғыһыҙ партнеры, ире Хәләф Сафиуллин ҡапыл ғына вафат булғас, Зәйтүнә артистка булараҡ, сәхнәгә башҡа аяҡ баҫмай. Ул бар ғүмерен, белемен, оҫталығын, туплаған тәжрибәһен тамашасыға уҡыусылары аша еткерә.

1934 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына 14 уҡыусыны — бәләкәй генә ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы Фәйзи Ғәскәров үҙе һайлап алып бара.

Улар араһында тәбиғи һәләттәре менән генә түгел, ә балаларға бик үк хас булмаған ғәжәп тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш, алдарына ҡуйылған бурысты мотлаҡ үтәү өсөн ал-ял белмәй көс түгеү сифаттары яғынан Зәйтүнә Насретдинова менән Хәләф Сафиуллин айырылып тора.

Улар училищела уҡый башлағандан алып бергә бейей, бергә сығыш яһай. Үҙе һайлап алып килгән уҡыусыларының уҡыуҙары менән даими ҡыҙыҡһынып торған Фәйзи Ғәскәров, Зәйтүнә менән Хәләфтең киләсәгенең ҙур һәм өмөтлө булырын күҙаллап, ихлас ҡыуана.

Фәйзи Ғәскәров беренсе башҡорт балеты "Сыңрау торна" өсөн яҙған либреттоһында төп героиняһының холоҡ-фиғелен дә Зәйтүнәнән күсерә, ә балет музыкаһының авторы Лев Степанов, ун һигеҙ йәшлек Зәйтүнәнең балеттарҙа төп ролдәрҙе оҫта башҡарыуына һоҡланы- уын белдереп, героиняның исемен дә Зәйтүнгөл тип атарға тәҡдим итә.

Шулай итеп, башҡорт сәнғәтендә наҙлы һәм нәзәкәтле, кешелекле һәм баҫалҡы, яғымлы һәм һөйкөмлө, шул уҡ ваҡытта үҙ бәхете өсөн көрәшергә әҙер торған тәүәккәл һәм ғорур образ тыуа. Йомағолдо башҡарған Хәләф Сафиуллин менән улар башҡорт балетында ысын-ысындан йондоҙға әйләнә. "Сыңрау торналың сәхнәлә оҙаҡ йылдар ҙур уңыш ҡаҙаныуында был ике талант эйәһенең, һис шикһеҙ, өлөшө сағыштырғыһыҙ.

Зәйтүнә Насретдинова ижад иткән образдар республика тамашасыларын ғына түгел, ә бик күп сәхнә оҫталарын күргән сит ил тамашасыларын да һоҡландыра. Уның иң яратып башҡарған ролдәренән Сванильда — ("Копеллия", Л. Делиб), Эсмеральда — (Ч. Пуньи, "Эс- меральда"), Одетта-Одиллия — (П. И. Чайковский,"Аҡҡош күле"), Зарема — (Б. В. Асафьев, "Баҡсаһарай фонтаны"), Жизель — (А. Адан, "Жизель"), Зөһрә — (Н. Йыһанов, "Зөһрә"), Тао Хоа — (Р. М. Глиэр, "Ҡыҙыл мәк"), Зарифа — (А. Ключарев, "Тау хикәйәте"), Франциска — (И. Штраус, "Зәңгәр Дунай”), Китри — (Л. Минкус, "Дон Кихот") һәм башҡаларҙы атап китергә мөмкин.

Данлыҡлы балерина Галина Уланова менән бергә "Баҡсаһарай фонтаны "нда бейегәнен матур бер төш кеүек хәтеренә ала Зәйтүнә Насретдинова. Зәйтүнә — Зарема, Уланова — Мария ролдәрен башҡаралар.

Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы — беренсе башҡорт балеринаһы. Ул балет бейеүенең бөтөн оҫталығына, етеҙ, осҡор хәрәкәттәргә, маһирлыҡҡа эйә була. Ул бик күп оҫта балет артистары әҙерләй. Улар — Фирҙәүес Нафиҡова, Эмма Тимерғазина, Леонора Ҡыуатова, Радик Зарипов, Зөфәр Ғәлимов, Лилиә менән Эльдар Вәлиевтәр, Юлай Ушанов, Людмила Шапкина. 2000 йылдарҙа ғына балетҡа аяҡ баҫҡан йәш, әммә бик өмөтлө балерина Гөлсинә Мәүле- кәсова ла Зәйтүнә Насретдинованың аҡыллы кәңәштәренән мәхрүм түгел, "һәр спектаклдән һуң яныма килеп, маҡтар урынында маҡтап, дәрт өҫтәп, етешһеҙлектәрем булһа, әйтеп ебәрә", — ти Гөлсинә.

Бөтөн донъяға билдәле балет артисы Рудольф Нуриев үҙенең "Автобиография" тигән китабында былай тип яҙа: "Яңы йыл алдынан мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр балет спектакле ҡараным... Унда Өфөнөң милли театрында барған спектаклдә милли балерина Насретдинова уйнай ине. Йылдар үткәс, мин хәҙерге ҡарашым менән дә уның ғәжәп һәләтле бейеүсе булғанлығын әйтә алам. Ул "Сыңрау торна" тигән башҡорт балетында сығыш яһаны. Минең бала күңелемә был иң драматик һәм шиғри әҫәр булып һеңеп ҡалған. ...Ошо онотолмаҫ көндән башлап мин башҡаса бер ни тураһында ла уйлай алманым, мин балетҡа мөкиббән ғашиҡ булдым һәм фәҡәт балет бейеүсеһе булыу хаҡында ғына хыяллана башланым.”* (Р. Нуриевтың хәтерләүҙәре Алла Докучаеваның "Легендарная и земная Зайтуна" мәҡәләһенән алынды. — "Ватандаш” журналы, 2003 йыл, 8-се һан).

Үҙе иҫән сағында уҡ легендаға өйләнгән, даны бөтөн донъяға билдәле Зәйтүнә Насретдинова ғәжәп баҫалҡылығы, ярҙамсыллығы менән дә һоҡландыра. Уның исеме үҙ таланты, ижад иткән образдары менән генә түгел, ә йомарт, изге күңеле менән тәрбиәләгән уҡыусылары менән дә мәңгелек. Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова — СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы.

Хәләф Сафиуллин (1921—1965)

үҙгәртергә
Википедияла

X. Сафиуллин Шишмә районының Сәлих ауылында тыуа. Ленинград хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡандан һуң, ғүмере буйы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы. "Сыңрау торна" фильм-балетында Арыҫланбай ролен башҡара. А. С. Ключаревтың "Тау хикәйәте"ндә — Тимерғол, П. И. Чайковскийҙың "Аҡҡош күле"ндә — Зигфрид, И. Штраустың "Зәңгәр Дунай "ында — Франц һәм башҡа шундай киң даирәле образдар ижад итә ул.

Хәләф Ғата улын замандаштары, балет артисы булыу өсөн тыуған ул, тип әйтер булғандар. Сөнки ул һикереү, өйөрөлөү кеүек хәрәкәттәрҙе бик еңел һәм һығылмалы итеп башҡарған. Образдарының булмышын ым-ишаралар, хәрәкәттәр менән асыҡ, тәьҫирле итеп асыуға өлгәшкән.

Фәүзи Саттаров (1923-1996)

үҙгәртергә

Балет артисы, балетмейстер, педагог Фәүзи Саттаров Өфө ҡалаһында тыуып үҫә. Ленинградта хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡас, бөтөн ғүмерен балетҡа арнай.

Матур ҡиәфәтле, һөйкөмлө, теүәл һәм етеҙ хәрәкәтле, оһолло һәм һығылмалы кәүҙәле, шул уҡ ваҡытта үҙенең һәр хәрәкәтенә һәм образды асыуға йүнәлтелгән ым- ишараға ғәжәп һиҙгер артист Лев Степановтың "Сыңрау торна" балетында — Йомағол һәм Хөсәйен Әхмәтов менән Нариман Сабитовтың "Тау бөркөтө"ндә Салауат ролдәре менән халыҡ күңелендә урын ала. Тамашасы Фәүзи Саттаров башҡарыуында Ромео (С. Прокофьев, "Ромео һәм Джульетта”), Фрондосо (А. А. Крейн, "Лау- ренсия"), Вацлав (И. Штраус, "Зәңгәр Дунай") образдарын ихлас ҡаршы ала.

Ф. Саттаров образдарҙы үҙенсә, үҙе тойғанса уйнауы менән айырылып тора. һоҡландырғыс буй-һыны, тәбиғи күркәм йөҙө ул тыуҙырған образдарға өҫтәмә матур сифаттар бирә. Педагог Ф. Саттаров Опера һәм балет театры эргәһендә ойошторолған хореография студияһында классик бейеүҙәр уҡытыусыһы һәм шулай уҡ балетмей- стер-ҡуйыусы булып эшләгән сағында үҙ талаптарын ҡуя: ул классик әҫәрҙәрҙе заманса үҙгәртеүгә ҡаршы килә. Уларҙы классик стилдә башҡарыу яғында була һәм үҙе шуға ынтыла.

Ф. Саттаров "Тау бөркөтө" балетында байтаҡ йылдар Салауат партияһын башҡарыусы алмаштырғыһыҙ артист була. Фәүзи Миңлемулла улы Саттаров — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Гүзәл Сөләймәнова (1927—1969)

үҙгәртергә

Гүзәл Сөләймәнова менән Фәүзи Саттаров, Зәйтүнә Насретдинова менән Хәләф Сафиуллиндар һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара. Улар үҙ эшенә иң мөкиббән бирелеп, бөтөн йәшәү маҡсатын балет уңыштарына өлгәшеү өсөн арнауҙың юғары өлгөләрен күрһәтә.

Төп партияларҙы улар башҡарған саҡта башҡорт балетының даны бик ныҡ күтәрелә, сәнғәттең был төрө ныҡлап аяҡҡа баҫа. Гүзәл Сөләймәнова ҡаты ауырып киткәс, медиктар уның ғүмерен оҙайтыу хаҡында хәстәрлек күрһәтеп, уға эшенән китергә тәҡдим итәләр. Ләкин Гүзәл ғүмеренең һуңына тиклем сәхнәне ташламай. "Сәхнәнән китеү — ваҡытынан алда үлем", — тип ҡарай ул.

Сәнғәт белгестәренең һәм тамашасыларҙың фекеренсә, Гүзәл Сөләймәнова менән Фәүзи Саттаров башҡарған партиялар башҡорт балеты тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ. Айырыуса П. И. Чайковскийҙың "Аҡҡош күле"нән Одетта менән Зигфрид, Лев Степанов - тың "Сыңрау торна "һынан Зәйтүнгөл менән Йомағол партиялары.

Был актерҙарҙың башҡарыуында партиялар академик сафлыҡ, юғары техника һәм башҡарыу оҫталығынан тыш ихласлыҡ һәм күңел йылылығы менән айырылып тора. Гүзәл Ғәли ҡыҙы ижад иткән образдар ни тиклем генә төрлө булмаһын, әйтәйек, темпераментлы сиған ҡыҙы Эсмеральда, баш бирмәҫ Медора, баҫалҡы Эминә, уйсан Лауренсия һ. б. бөтөн героиняларын да ул берҙәй оҫталыҡ менән уйнай. Хореографик оҫталыҡҡа эйә булыу һәм актерлыҡ һәләте булған өсөн генә түгел, ә һәр образ өҫтөндә ентекле уйланыу, эшләү һөҙөмтәһендә ул камиллыҡҡа өлгәшә.

Гүзәл Сөләймәнова менән Фәүзи Саттаров дуэты сит илдәрҙә күп сығыш яһай. Ҡайҙа ғына бармаһындар, ниндәй сәхнәләрҙә генә сығыш яһамаһындар, улар мотлаҡ "Сыңрау торна" балетынан адажио башҡаралар. Гүзәл Ғәли ҡыҙы РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы. Ленинград хореография училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә килә һәм ғүмеренең аҙағына, 1969 йылға, тиклем шунда эшләй.

Хашим Мостаев

үҙгәртергә

Хашим Фәтих улы Мостаев 1918 йылда Кушнаренко районының Ҡаҙарма ауылында тыуа. Ул байтаҡ ғүмерен Ленинградта, Киров исемендәге опера һәм балет театрында, үткәрә. Әммә Башҡортостан бейеү сәнғәтен үҫтереүҙә уның тос өлөшө бар. Балет артисы булараҡ, X. Мостаев хеҙмәт юлын Башҡорт опера һәм балет театрынан башлай. "Сыңрау торна"ла Арыҫланбайҙы, "Баҡсаһарай фонтаны "нда Хан Гәрәйҙе, "Зөһрә"лә Нурҙы уйнап, тамашасыларҙың һөйөүен яулай.

Унан һуң Ленинградта балет артисы булып та, балетмейстер булып та эшен дауам итә. 1970—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә "Бөрйән ҡыҙҙары", "Ҡумыҙ менән бейеү", "Ирәндек", "Азамат", "Алты егет" тигән бейеүҙәр һала. Ул Фәйзи Ғәскәров традицияларына тоғро ҡала.

Хашим Мостаевҡа БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән исем бирелә.

Тамара Хоҙайбирҙина (1923—2003)=== Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина — иң тәүге балет артистарының береһе. Ул 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап ҡайта һәм 1964 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында педагог була.

Тамара Хоҙайбирҙина Н. Ғ. Йыһановтың "Зөһрә", Н. А. Римский-Корсаковтың "Шәһрезада" балеттарында башҡорт сәхнәһендә беренсе булып төп партияларҙы башҡара. Артабан да "Сыңрау торна"ла, "Ҡыҙыл мәк"тә, "Лауренсия" (А. А. Крейн), "Эсмеральда'ла һәм башҡа бик күп балеттарҙа төп ролдәрҙә сығыш яһай. Әммә заманындағы тамашасыларҙы әсир иткәне — "Баҡсаһарай фонтаны "ндағы Зарема роле.

Тамара Хоҙайбирҙинаның, балет артисткаһы булараҡ, һығылмалы хәрәкәттәре, оҫта ым-ишараһы башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыуҙа үҙенсәлекле һыҙаттар өҫтәй. Уның башҡарыу ында "Мөғлифә", "һыу буйында", "Бүләк", "Дуҫлыҡ" бейеүҙәре башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүҙә тос өлөш иҫәпләнә. Тамара Хоҙайбирҙинаның оҫталығын "Сыңрау торна" фильм-балетында күрергә мөмкин.

Тамара Хоҙайбирҙина ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем педагоглыҡ эшен ташламай. Өфөлә атаһы — билдәле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейына экспонаттар туплауҙа, байытыуҙа даими ярҙам күрһәтә.

Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина — БР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт балетына нигеҙ һалыусы артистар кемдәр?
  2. Башҡорт халҡының легендаһына таянып ижад ителгән тәүге балет ниндәй?

БАШҠОРТ БАЛЕТ СӘНҒӘТЕН АРТАБАН ҮҪТЕРЕҮСЕ АРТИСТАР

үҙгәртергә

Рудольф Нуриев (1938—1993)

үҙгәртергә

Рудольф Хәмит улы Нуриев Иркутск әлкәһенең Раздольное станцияһы юлында поезда донъяға килә. Өфөлә йәшәйҙәр. Балет сәнғәте юлын Өфөлә башлай. 1953— 1955 йылдарҙа балет түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры студияһында (педагогтар Е. К. Войтович һәм 3. Н. Бәхтийәрова) шөғөлләнә. М. Глинканың "Иван Сусанин" операһында, Л. Степа- новтың "Сыңрау торна" балетында сәхнәгә сыға башлай. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә йомғаҡлау концертында башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡара.

Ленинград хореография училищеһында уҡый һәм тамамлағас, ул бөтөн классик репертуарҙа ла төп партияларҙы башҡара. 1958 йылдан башлап Ленинградта Киров исемендәге опера һәм балет театрында эшләй. 1959 йылда Йәштәрҙең һәм студенттарҙың Веналағы Бөтөн донъя фестивалендә 1-се премия һәм алтын миҙалға лайыҡ була.

1961 йылда гастроль ваҡытында Франция ла тороп ҡала. Парижда эшләй башлай һәм аҙ ғына ваҡыт эсендә даны шул тиклем киң тарала, хатта уны төрлө төркөмдәргә саҡыра башлайҙар, һәм ул 1970—1983 йылдарҙа донъяның 33 труппаһында балетмейстр һәм башҡарыусы була. Донъялағы иң данлыҡлы балериналар И. Шовире һәм М. Фонтейн уның партнерҙары була. Иҫ киткес тәбиғи һәләте һәм таң ҡалдырғыс нәфис бейеү оҫталығы, музыканы тойоу зирәклеге, һоҡланғыс дәрәжәлә эшһөйөүсәнлеге, сыҙам һәм тырышлығы уны балет сәнғәтенең генийы кимәленә күтәрә.

Ул С. С. Прокофьевтың "Ромео һәм Джульетта", "Золушка", П. И. Чайковскийҙың "Аҡҡош күле", "Йоҡоға талған һылыуҡай", Минкустың "Дон Кихот" һәм башҡа бик күп балеттарҙы Лондонда, Венала, Сиднейҙа, Ослола, Нью-Йоркта, Бирмингемда, Парижда сәхнәгә ҡуя. Байтаҡ ҡына симфоник оркестрҙарҙа дирижерлыҡ итә. Байтаҡ фильм-балеттарҙа киноларға төшә.

Рудольф Нуриев Өфөгә фәҡәт 1988 йылда ҡаты ауырыу әсәһе менән хушлашырға 72 сәғәткә генә рөхсәт алып, ҡайтыуға өлгәшә. Ошо ҡайтыуында ул беренсе тапҡыр "Сыңрау торна" балетын ҡарап хайран ҡалған, Зәйтүнә Насретдинованың уйнауын иҫе китеп һоҡланып ҡарап ултырған, аҙаҡ үҙе бейей башлаған Башҡорт опера һәм балет театры бинаһында булып китә.

Бөтөн донъяға билдәле балет артисы Рудольф Нуриевтың исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр эшләнә: 1993 йылдан бирле Өфөлә Рудольф Нуриев иҫтәлегенә йыл һайын балет сәнғәте фестивале уҙғарыла, Башҡорт опера һәм балет театры бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, Өфө хореография училищеһына Р. Нуриев исеме бирелә.

Нинель Юлтыева

үҙгәртергә

Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева Фәйзи Ғәскәров туплаған тәүге төркөм менән Ленинград хореография училищеһында уҡый. Аҙаҡ Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһының балетмейстер бүлексәһен тамамлай һәм Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрына эшкә китә.

Театрҙа ул төп партияларҙы башҡара. 1972 йылдан башлап Ҡазан сәнғәт һәм музыка институтының хореография кафедраһы мөдире, профессор. Уны, балетмейстр булараҡ, сит илдәргә лә саҡыралар, һәм ул 1981—1983 йылдарҙа Венесуэлала, 1988—1989 йылдарҙа Ҡаһирәлә эшләп ҡайта.

Нинель Юлтыева — күренекле башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы. 1926 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Нинель Юлтыева — БР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы.

Фирҙәүес Нафиҡова

үҙгәртергә

Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡова 1938 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. 1956 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлай һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә ҡайта. Иң тәүге ролдәренән үк ул һәләтле балерина икәнлеген күрһәтә һәм һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара.

Сая, ғорур тәбиғәтле актриса сәхнәлә лә үҙ холоҡ- фиғеленә тап килгән образдар тыуҙыра. Ж. Бизе — Р. К. Щедриндың "Кармен-сюита'Ъында — Кармен, Морат Әхмәтовтың "Ай тотолған төндө" балетында — Тәңкәбикә, Л. Ф. Минкустың "Дон Кихот "тында Китри һәм башҡа бик күп сағыу образдар тыуҙырып, тамашасы күңелендә йылы хәтирәләр ҡалдыра.

Фәйзи Ғәскәров Фирҙәүес Нафиҡова өсөн генә "Бишбармаҡ" бейеүе һала. Балерина был бейеүҙе иҫ китмәле нескә, етеҙ хәрәкәттәре менән тамашасыны хайран ҡалдырырлыҡ сығыш яһай. Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡова — РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы.

Майя Таһирова (1931—2003)

үҙгәртергә

Күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Афзал Таһировтың ҡыҙы Майя Өфөлә тыуа. Ленинград хореография училищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт опера һәм балет театрына эшкә ҡайта.

Тәбиғи еңел хәрәкәтле, сибек кәүҙәле актриса үҙенең тәүге ролдәренән үк тамашасы күңелен яулай һәм сәнғәт белгестәренең иғтибарын йәлеп итә, сөнки үҙе башҡарған Зәйтүнгөл ("Сыңрау торна"), Одетта-Одиллия ("Аҡҡош күле"), Жизель (А. Адан, "Жизель"), Джульетта (С. Прокофьев,"Ромео һәм Джульетта"), Гөлнәзирә (Н. Сабитов, "Гөлнәзирә"), Ғәлимә (X. Займов, А. Чугаев, "Ҡара йөҙҙәр") партияларына ул үҙенсәлекле наҙ һәм нескәлек, күңел йылылығы өҫтәй.

Майя Таһироваға алты йәш тулған саҡта "халыҡ дошманы ҡыҙы" тигән мөһөр һалына. Балалар йортона башҡа "халыҡ дошмандары" балалары менән бергә ебәрелә.

Пионерҙар һарайында ғәжәйеп иғтибарлы һәм һәләтле педагогҡа юлыға. Ленинград ҡалаһынан ире артынан Өфөгә ебәрелгән Елена Константиновна Войтович була ул.

Е. К. Войтович — Киров исемендәге Ленинград балет театрының солисткаһы. Ленинград хореография училищеһына һәләтле балалар йыйған саҡта, ул Майяны тәҡдим итә. Аҙаҡ инде Башҡортостандан ҡайһы берәүҙәр "халыҡ дошманының ҡыҙын" ни эшләп унда уҡытаһығыҙ, тигән хаттар яҙһалар ҙа, Майяның һәләтен күреп ҡалыусы уҡытыусылар хатҡа иғтибар итмәйҙәр.

М. Таһирова, 1949 йылда училище тамамлап, Өфөгә ҡайта. Зәйтүнә Насретдинова үҙе башҡарған төп ролдәргә Майяны әҙерләй. Жизель, Джульетта, Зәйтүнгөл һәм башҡалар. Майя Таһирова тәүге сығыштарынан уҡ юғары баһа ала. Матбуғат биттәрендә уның ролдәрен маҡтап яҙалар. Шул уҡ ваҡытта уның һәр ролде үҙенән алда башҡарыусы балериналарҙан айырмалы рәүештә үҙенсәлекле башҡарыуын да билдәләйҙәр.

"Минең башҡаларға оҡшарға теләмәүем һәр саҡ эҙләнергә, өйрәнергә мәжбүр итте. Мин Анна Шелестың, Галина Уланованың, Виктор Пяри һәм үҙебеҙҙең ғәжәп һәләтле Зәйтүнә Насретдинованың, Хәләф Сафиуллиндың, Гүзәл Сөләймәнова менән Фәүзи Саттаровтың һығылмалы хәрәкәттәренең "йырлауынан, һөйләүенән, һәр хәрәкәттең оло мәғәнәһенән" өйрәндем", — ти Майя Таһирова.

Майя Таһирова менән Илдус Хәбиров заманы ҡабатланмаҫ бер күренеш булды. Уларҙың "Яулыҡ тураһында поэма'Ъы, "Балет тураһында хикәйә" фильмы һәм артабан Ғәлимә ("Ҡара йөҙҙәр"), Гөлнәзирә ("Гөлнәзирә"), Айгөл ("Айгөл иле”) һәм башҡа ғәжәйеп образдар теҙелеп китә Майя Таһирова башҡарған ролдәр исемлегендә. Майя Таһирова сәхнәнән киткәс, Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә классик бейеүҙәр һала, 1975 йылда А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-тың театр ғилеме факультетын тамамлай.

Майя Афзал ҡыҙы Таһирова — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Илдус Хәбиров

үҙгәртергә

Илдус Хәйбулла улы 1935 йылда Миәкә районы Йәнәби-Урсай ауылында тыуа. Ленинград хореография училищеһын тамамлай һәм Башҡорт опера һәм балет театрына эшкә ҡайта. Ул киң даирәле актер.

Төрлө характерлы ролдәрҙе оҫталыҡ менән башҡара, шуның өсөн Майя Таһирова менән берлектә һәр саҡ төп ролдәрҙә сығыш яһай. Йомағол, Ромео, Альберт һәм башҡа образдарға ул үҙ партнершаһы менән яңы сифаттар өҫтәй.

Илдус Хәбиров балетмейстр оҫталығы менән дә тамашасы күңелен яулай. СССР-ҙың Ҙур театрында Ю. Н. Григоровичта балетмейстрлыҡ дәрестәре алып ҡайтҡас, Нариман Сабитов музыкаһына "Айгөл иле"н ҡуя. Шулай уҡ "Яулыҡ тураһында поэма", "Урман ҡыҙы", 3. Исмәғилевтең "Салауат", Р. В. Моратшиндың "Бөркөт һунары" әҫәрҙәре буйынса тамашалар ҡуя. Театрҙа баш балетмейстр, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә художество етәксе булып эшләй.

Илдус Хәйбулла улы Хәбиров — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Леонора Ҡыуатова — Шамил Тереғолов

үҙгәртергә

Башҡорт балет сәнғәтенең артабанғы үҫешенә тос өлөш индергән актерҙар. Улар 60-сы йылдар аҙағында театрҙа төп ролдәрҙе башҡаралар. Сит илдәрҙә: АҠШ-та, Германияла, Японияла гастролдәрҙә юғары баһа алып ҡайталар.

Артабан Л. Ҡыуатова менән Ш. Тереғолов икеһе лә балет театры өсөн алмаш әҙерләү буйынса арыу-талыу белмәй көс һала, Өфө хореография училищеһында классик бейеү буйынса уҡыталар. Улар уҡытҡан балет артистары шул тиклем юғары әҙерлекле булып сығалар, хатта сит илдәрҙә гастроль ваҡыттарында сит ил балетмейстрҙары иғтибарын йәлеп итеп, саҡырыу алалар. Ҡайһы берҙәре контракт менән эшкә лә ҡалалар. Башҡорт балеты донъяла киң танылды. Балет сәнғәте генийы Рудольф Нуриев иҫтәлегенә үткәрелгән Балет сәнғәте көндәрендә (ҡайһы ғына илдә үткәрелһә лә) башҡорт балеты иң юғары баһаға лайыҡ була.

Леонора Сафа ҡыҙы Ҡыуатова 1948 йылда Өфөлә тыуа. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы. Башҡарған ролдәре: "Айгөл иле" балетында — Айгөл, "Ай тотолған төндө" (М. Әхмәтов) балетында — Зөбәржәт, "Баҡсаһарай фонтаны'нда — Мария, X. Ш. Займов, А. Г. Чугаевтың "Ҡара йөҙҙәр"ендә — Ғәлимә, "Сыңрау торна "ла — Зәйтүнгөл, А. Адандың "Жизель" балетында — Жизель, С. С. Прокофьевтың "Золушка’Ъында — Золушка, П. И. Чайковскийҙың "Лебединое озеро'Ъында — Одетта-Одиллия һәм башҡалар. Ул үҙ ролдәрендә һомғоллоҡ, баҫалҡылыҡ һәм наҙ менән айырылып тора.

Шамил Әхмәт улы Тереғолов Өфө ҡалаһында тыуа. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ балет менән мауыға, дәрестәрҙән һуң балет студияһына ашыға. Урта мәктәпте һәм балет студияһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында кордебалетта бейей. Әммә артабан уҡыу, камиллашыу теләге менән яна һәм Пермь хореография училищеһына китә. Уны тамамлағас, Өфөгә эшкә ҡайта.

Тамашасы уны "Сыңрау торна"ла — Арыҫланбай, "Лебединое озеро" балетында — Яуыз гений ролдәрендә күрҙе. Әммә Шамил Тереғолов үҙен күберәк педагог итеп тоя һәм яңылышмай. Әлбиттә, һәйбәт балет артисы булмаһа, ғәжәп оҫта педагог та була алмаҫ ине. Ш. Тереғолов Рәсәй балетында иң көслө педагогтарҙан иҫәпләнә. Шуға ла уны Мәскәүгә лә, Ҡа- ҙағстанға ла, башҡа республикаларға ла әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү эшенә саҡыралар. Ш. Тереғолов ихлас ярҙам итә. Ошо эш араһында башҡорт балетын сит илдәргә алып сығыу өсөн әҙерләргә лә өлгөрә.

Леонора Ҡыуатова менән Шамил Тереғолов үҙҙәренең бөтөн тәжрибәһен, белемен, көсөн ал-ял белмәй башҡорт балет сәнғәтенең киләсәк быуынын үҫтереүгә бағышлайҙар. ҺОРАУҘАР.

  1. Бөгөнгө көндә ниндәй башҡорт балеттары ҡуйыла?
  2. Хеҙмәт юлын Башҡорт опера һәм балет театрында башлаған ҡайһы артистың исеме бөтөн донъяға билдәле?

Башҡорт балеты III мең йыллыҡ башында

үҙгәртергә

1970—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һәләтле артистар Зөһрә Ильясова, Юлай Ушанов, Людмила һәм Владимир Шапкиндар, РЬза Из- гина, Зөфәр Ғәлимов, Лилә һәм Эльдар Вәлиевтәр, Радик Зарипов уңышлы сығыш яһай. Театрҙа "Сыңрау торна", "Буратино”, "Йоҡоға талған һылыуҡай", "Жизель", "Зәңгәр Дунай" балеттары ҡуйыла.

Башҡорт балетының традициялары юғалмай. Балет артистарының Бөтөн Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәре, ил һәм донъя сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһауҙары, Рудольф Нуриев исемендәге конкурстарҙың Өфөлә үткәрелеүе балет мәктәбенең көслө булыуын раҫлай.

III мең йыллыҡ башында театрҙа эшләүсе йәш артистарҙың да исемдәре танылыу таба. Гүзәл Сөләймәнова, Гөлсинә Мәүлекәсова, Римма Закирова, Елена Фомина, Гөлнара Хәлитова, Әлиә Моратова, Аркадий Зинов, Руслан Мөхәмәтов, Ринат Абушахманов, Илдар Манаповтар башҡорт сәхнәһендәге тәүге балет йондоҙҙарының традицияларына тоғролар.

ТӘҮГЕ ТЕАТРҘАР

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының театр сәнғәтенә ихласлығын йолаларынан, туй күренештәренән, балалар уйындарынан күреп була. Сәсәндәр ҡобайыр әйткәндә, күҙ алдына килтерерлек итеп, төрлө интонациялар менән көйләгән, бейеү хәрәкәттәре кәрәк урында хатта бейеп тә ебәргән.

Бейеүҙәр сюжетлы булған, мәғәнәһеҙ хәрәкәттәрҙән генә тормаған. Ә ысын театрҙы фәҡәт ун һигеҙенсе быуаттың етмешенсе йылдарында Өфөгә һәм Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелгән поляктар ойоштора. Улар драма һәм музыкаль түңәрәктәр, йәмғиәттәр һәм бәләкәй театрҙар ойоштора башлай. Был яңылыҡты Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Бәләбәй ҡалаларында ла хуплап ҡаршылайҙар, ошондай уҡ түңәрәктәр асалар. 1905 йылда Ырымбур ҡалаһында И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарский тәүге милли театр төркөмдәре туплай.

1906 йылда Өфөлә А. Н. Островскийҙың "Ученье — свет, неученье — тьма, или В чужом пиру похмелье" тигән комедияһы буйынса яҙылған спектакль ҡуйыла. Бер йылдан һуң был спектакль Ырымбур ҡалаһында күрһәтелә һәм унда күренекле театр эшмәкәре Вәли Мортазин-Иманский беренсе тапҡыр уйнай. Ошо үҙешмәкәр төркөм нигеҙендә "Сәйяр" исемле беренсе профессиональ төркөм барлыҡҡа килә һәм уның етәксеһе Вәли Мортазин-Иманский була. Төркөмгә С. Ғиззәтуллина-Волжская, Ф. Шәймәрҙәнова, 3. Богдановалар инә.

1912 йылда "Сәйяр"ҙан "Нур" төркөмө бүленеп сыға. Уның етәксеһе С. Ғиззәтуллина-Волжская була. Вәли Мортазин-Иманский был ике төркөмдә лә эшләй һәм тағы "Ширҡәт" тигән төркөм ойоштора. Уларҙа Мәрфуға Мортазина-Иманская, Елизавета Шляхтина-Сыртлано- ва, Әмин Зөбәйеров, Мәкәрим Мәһәҙиевтәр уйнай.

1912—1915 йылдарҙа Фазыл Туйкин пьесаһы буйынса "Ватан ҡаһармандары" тигән спектакль ҡуйыла. Фазыл Туйкин был әҫәрен 1812—1814 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығы айҡанлы яҙа. Уның йөкмәткеһе башҡорт халҡының "Икенсе әрме" һәм "Ҡаһым түрә" тигән легендаларына тап килә. Фазыл Туйкин башҡорт һәм татар йырҙарын туплап йыйынтыҡ та сығара. Ул замандың алдынғы ҡарашлы шағиры була.

Вәли Мортазин-Иманский халыҡ йолаларын сәхнәләштергән театр ойоштороу тураһында хыяллана. Ул күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич, билдәле актер һәм режиссер Мөхтәр Мутин, иң тәүге драматургтарҙың береһе X. Ғәбитов, актерҙар Нури Сакаев, М. Мортазина һәм башҡа ялҡынлы йөрәкле йәштәр менән театр тураһында хыялын тормошҡа ашырыу эшенә тотона.

Ул хыялланған театр Башҡорт Автономия Совет Социалистик республикаһы менән бер йылда, 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килә. Ошо көндә "Мираж" кинотеатрында йәш коллектив концерт менән сығыш яһай. Шуға ла Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тыуған көнө тип ошо дата һанала. Театрҙың художество етәксеһе һәм директоры В. Ғ. Мортазин-Иманский була. Был театрҙа Бәҙәр Йосопова, Ғиниәт Ушанов, Ғәлимйән Ҡарамышев, Мәрфуға Мортазина, Фәхерниса Сәмитова, Исхаҡ Зәйни, Хәким Мансуровский, Рабиға һәм Зөбәйҙә Яҡуповалар, Ғәйшә Ғүмәрская, Мөслимә Ғәйнисламова, Хөснөтдин Сыңғыҙҙар, драматург һәм композитор Хәбибулла Ибраһимов, рәссам Сабит Яҡшыбаевтар эшләй.

Вәли Мортазин сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыуҙың маҡсатын бик юғары күҙаллай. Сәхнә — тамаша урыны ғына түгел. Сәхнә менән башҡорт халҡының дөйөм мәҙәниәтен күтәреүҙе күҙ уңында тота ул. Вәли Мортазин, Башнаркомпростың Художество бүлеге мөдире булараҡ, ошо идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн күсмә төркөм ойоштора һәм театр янында йәштәр өсөн әҙерлек курстары аса. Аҙ ғына һуңыраҡ театрға иҫ китмәле талантлы Мәкәрим Мәһәҙиев менән Әмин Зөбәйеров ҡушыла.

1920—1921 йылдарҙа Стәрлетамаҡта Ф. Сөләймәновтың (Ә. Инан) "Салауат батыр" һәм "Аҡшан батыр", Ф. Туйкиндың "Ватан ҡаһармандары", Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу", Г. Ниязбаевтың "Беренсе таң" драмалары менән Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол" трагедияһы ҡуйыла. Ошо йылдан башлап "Ҡарағол" әле лә сәхнәлә йәшәй. Унан һуң Вәли Мортазин Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым" комедияһын сәхнәләштерә.

1922 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы итеп Өфө билдәләнгәс, театр ҙа Өфөгә күсә. Театр йәш көстәр менән тулылана. Ғималетдин Минһажев, Хажи Бохарский, Таңһылыу Рәшитова, Дилә Дауытова, Мәхмүт Хәбибуллин, ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев һәм Хәмит Әхмәтов, бейеүсе Фәйзи Ғәскәров, йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтар була улар.

1926 йылда Сәнғәт техникумында театр бүлеге асыла. Театр тәүге йылдарҙа уҡ Островский, Гоголь, Шекспир, Мольер, Шиллер һәм шулай уҡ татар драматургтарынан Бурнаш, Тинчурин, Г. Камал, Ш. Камал, Ф. Әмирхан һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен ҡуя. Аҙаҡ театр репертуары Мәжит Ғафуриҙың "Ҡыҙыл йондоҙ" һәм Афзал Таһировтың "Алатау" әҫәрҙәре менән байытыла.

Театрҙа Вәли Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев, Хажи Бохарский, Ғиниәт Ушанов, Булат Имашев кеүек һәләтле режиссерҙар һәм Сәғит Мифтахов, Баязит Бикбай, Ғәлимов Сәләм, Ҡадир Даян һымаҡ ҡәләм оҫталарынан торған драматургтар туплана. 1930 йылдарҙа Мөхәмәтша Буранғоловтың "Гөлсәсәк", "Башҡорт туйы", Баязит Бикбайҙың "Ҡарлуғас"ы, Сәғит Мифтаховтың "Зимагорҙар"ы һәм Вәли Мортазин менән Ғәйнан Әмири инсценировкаһы буйынса "Ҡара йөҙҙәр" ҡуйыла башлай.

1929—1930 йылдарҙа театр Мәскәүгә бара, СССР халыҡтары сәнғәте олимпиадаһында ҡатнаша. Ошо ваҡыттан алып театр башҡорт әҙәби теленә күсә. 1931 йылдың 15 декабрендә "Башҡорт милли театрын үҫтереү тураһында резолюция" ҡабул ителә һәм театр сәнғәте үҫә башлай. Уның тәүге режиссерҙарынан М. Мортазин, Ш. Вәхитов-Шамильский, Вәли Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Булат Имашев, Вәли Ғәлимов, Рифҡәт Фәйзи, Мотиғулла Хәлимов, Ҡадир Бакировтар театрҙың академия исеме алыуында ҙур роль уйнай. 1935 йылда Башҡорт дәүләт драма театрына академия исеме бирелә.

Театрға бер аҙҙан йәш, талантлы артистар килә. Арыҫлан Мөбәрәков, Вәли Ғәлимов, Зәйтүнә Бикбулатова, Ғәзим Туҡаев, Рәғиҙә Янбулатова, Әҡлимә Садиҡова, Ғабдулла Шамуҡов, Рим Сыртланов, Тәлиғә Бикташева, Сәхи Сәйетов, Ғәмбәрә Мансурова, Ләйлә Әхтәмова, Зәйни Иғдәүләтов, Рәхимә Саубанова, Суфия Батыршина, Хәҙисә Йәһүҙина, Фәриҙә Камалетдинова, һәҙиә Бәширова, Насретдин Сыртланов, Зариф Кәримовтар һәм рәссамдарҙан Мөхәммәт Арыҫланов, Ренат Ибәтуллин, Ғәлиә Имашевалар менән тулылана театр.

Тик 1937—1938 һәм 1946—1948 йылдарҙа иң талантлы сәхнә оҫталары ғәйепһеҙгә хөкөм ителә. Театр Вәли Мортазинды, Мәкәрим Мәһәҙиевте, бер аҙҙан Булат Имашевты юғалта. Бик күп әҫәрҙәр, шул иҫәптән "Салауат Юлаев", "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл", "Иҙеүкәй менән Мораҙым", "Еҙнәкәй", "Ағиҙел ярында", "Бисәкәй", репертуарҙан алына.

1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы булып үтә. Башҡорт театры бик юғары баһа ала. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы эшмәкәрлеге, фронттарҙа булыуҙары, патриотик әҫәрҙәр ҡуйыуҙары маҡтап телгә алына.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа театр репертуары тағы ла байый. Яңы драматургтар өҫтәлә. Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Ҡадир Даян, Нәжиб Асанбаев, Назар Нәжми, Ғабдулла Әхмәтшин, Мөхәммәт Хәйҙәров, Әнүәр Бикчәнтәев, Әсғәт Мирзаһитов, Әнғәм Атнабаев, Илшат

Йомағоловтар үҙ пьесалары менән театрҙың бәҫен күтәрә. Был йылдарҙа Вәли Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Ғабдулла Ғиләжев, Лек Вәлиев кеүек һәләтле режиссерҙар килә. А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын, Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтын, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап ҡайтҡан сәхнә оҫталары Хөсәйен Ҡудашев, Ғата Сөләймәнов, Барый Ҡәнзәфәров, Фидан Ғәлимов һәм башҡа бик күптәр театрыбыҙҙың академия исеме алыуына ҙур өлөш индерҙеләр.

Зәкиә һәм Ғата Арыҫлановтар, Камал Ихсанова, Ғәзим Ғарипов, Мансур Лоҡманов, Әнисә менән Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, Кашаф Назиров, рәссам Сәмиғулла Кәлимуллин, композитор Таһир Кәримовтар һәм Мәскәү институтынан һуң бер төркөм бик тә һәләтле йәштәр Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Илшат Йомағолов һәм башҡаларға Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап Рифҡәт Исрафилов (аҙаҡ һәләтле режиссер булып китә), Фидан Ғафаров, Рәмзиә Хисамова, Нурия Ирсаева, Тәнзилә Хисамовалар, Әхтәм Абушахманов, Суфия Асылбаевалар ҡушыла.

1955—1985 йылдарҙа театр репертуары темаһы яғынан да, йөкмәткеһе буйынса ла бай һәм төрлө була. Был йылдарҙа режиссер Шәүрә Мортазина театрҙы художество үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән байтаҡ эшләй. Театрҙа яһалмалылыҡты бөтөрөү өсөн көрәшә ул. Ошо йылдарҙа "Ҡыҙ урлау”, "Айгөл иле", "Ай тотолған төндө", "Ташлама утты, Прометей!" (Мостай Кәрим), "Айһылыуҙың айлы кистәре", "Тиле йәшлек" (И. Абдуллин), "Зәйтүнгөл" (Н. Асанбаев), "Онотма мине, ҡояш" (Азат Абдуллин), "Әсә, Ер-әсә" (Сыңғыҙ Айытматов әҫәре буйынса), "Әсәләр көтәләр улдарын" (Ә. Мирзаһитов) һәм башҡа тиҫтәләгән сәхнә әҫәрҙәрен тамашасылар яратып ҡабул итә. Драматургтар сафын Флорид Бүләков, Наил Ғәйет- баев, Айһылыу Йәғәфәровалар тулыландыра. ҺОРАУҘАР.

  1. Беренсе Башҡорт дәүләт театры ҡайҙа һәм нисәнсе йылда ойошторола?
  2. Башҡорт дәүләт драма театрына нисәнсе йылда академия театры исеме бирелә?

ПРОФЕССИОНАЛЬ ТЕАТРҒА НИГЕҘ ҺАЛЫУСЫЛАР

үҙгәртергә

Вәли Мортазин-Иманский (1885—1938)

үҙгәртергә

Актер, режиссер, драматург һәм театр белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм администратор Вәли Мортазин башҡорт театрына нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт театры менән етәкселек итә.

Вәли Мортазин-Иманский Ырымбур әлкәһе Октябрь районының Иманғол ауылында тыуа. 1905 йылда ул И. Б. Ҡудашев-Ангкаҙарскийҙың театр труппаһында эш башлай, "Сәйяр" төркөмө менән сығыштар яһай. 1915 йылда үҙ төркөмөн ойоштора һәм "Ширҡәт" тип, бер аҙҙан "Мортазин-Иманский" тип исем бирә. Ырымбур ҡалаһында бик күп спектаклдәр ҡуя. 1919 йылдың көҙөндә уны Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡырып алалар һәм дәүләт театры ойоштороу эшен тапшыралар.

Вәли Мортазин-Иманский был эшкә ең һыҙғанып тотона. "Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы" тигән һүҙҙәр Вәли Мортазинға тулыһынса тап килә: ул артистар һайлап ала, студиялар булдыра, үҙе шунда уҡыта, декорацияларға заказдар бирә, пьесаларҙы үҙе эҙләп таба, башлап яҙған драматургтар менән әҫәрҙәре өҫтөндә эшләшә.

Хатта театр бинаһын төҙөүҙә лә ҡатнаша. Өлгө алып эшләрлек бер ни булмаһа ла, ул үҙ белдеге менән театрҙы ил кимәлендә танылыу табырлыҡ бейеклеккә күтәрә. Башҡортостан театрының артабанғы данын күтәреүҙә тос өлөш индергән бик күп режиссерҙар, артистар, драматургтар Вәли Мортазин һабағы аша үтә.

Актер булараҡ, ул 500-ҙән ашыу роль уйнай. Режиссер булараҡ, бик күп әҫәрҙәрҙе тәүләп сәхнәгә сығара. Ул Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу" мелодрамаһын үҙ редакцияһында сәхнәләштерә, Шәйехзада Бабичтың Ғазазил" поэмаһы буйынса үҙ инсценировкаһын ҡуя һәм Иблис ролен башҡара, Әбделҡадир Инан менән Дауыт Юлтыйҙың "Салауат батыр" пьесаһын ҡуя һәм үҙе Салауат Юлаев ролен башҡара. Шиллерҙың "Мәкер һәм мөхәббәт"ендә — Фердинанд, Н. Гоголдең "Ревизорында — Хлестаков, М. Буранғоловтың "Ашҡаҙа- р"ында — Йомағол һәм башҡа бик күп ролдәр башҡара.

1922 йылда уға БАССР-ҙың халыҡ артисы һәм 1935 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән юғары исем бирелә. Башҡорт драма театрын булдырған һәм уның артабанғы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән бөйөк артист, режиссер, йәмәғәт эшмәкәре, драматург, театр теоретигы, уҡытыусы Вәли Мортазин-Иманскийҙың ғүмере бик иртә өҙөлә: 1938 йылда Сталин репрессияһы ҡуласаһы аҫтында ҡала.

Ғиниәт Ушанов (1894—1947)

үҙгәртергә

Ғиниәт Ғабдулла улы Ушановтың сәхнә тормошо граждандар һуғышы йылдарында армия театр берләшмәләрендә башлана. Оҙаҡламай уның даны оҫта ҡурайсы, бейеүсе булараҡ тарала һәм ул Стәрлетамаҡҡа Башҡорт драма театрына эшкә алына.

Ғиниәт Ушанов һәр яҡлап бик тә һәләтле була. Образдарҙы ҡатмарлаштырмай, ябай, халыҡсан итеп уйнауы, комедияла айырыуса оҫталығы уны бик тиҙ популярлаштыра. Шул уҡ ваҡытта ул етди образдарҙы ла иҫтә ҡалырлыҡ, тамашасыны ышандырырлыҡ итеп ижад итә. Уның уйнауында Салауат, Ҡарағол, Хлопуша, Ғай- са-Ҡараһаҡал ҡабатланмаҫ образдар булып ҡала. Әммә ул саҡта яҙып алып ҡалыу техникаһының булмауы, ә Ушановтың замандаштарының иҫтәлектәр ҡалдырма- уы сәбәпле ғәжәйеп таланттарыбыҙ хаҡында иҫтәлектәр туплап булмай.

Талантлы артист Әбйәлил районының Шаҙығай ауылында 1894 йылда тыуа. Режиссер, актер, бейеүсе, ғәжәп оҫта ҡурайсы Ғиниәт Ушанов тураһында халыҡ араһында таралған иҫтәлектәрҙе туплаусылар табылһа, әлбиттә, һәйбәт булыр ине. Сөнки ул көлкөлө, комик образдарҙы шул тиклем оҫта, үҙенсәлекле башҡарған, ул уйнаған спектаклдәрҙе ҡабат-ҡабат ҡарарға килгәндәр. Ул бик күп концерттарҙа ҡатнашҡан һәм сәхнә әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәткән.

Халыҡ араһында Ғиниәт Ушанов, Ғималетдин Минһажев, Ғәлимйән Ҡарамышев, Шамил Рәхмәтуллиндар тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Улар комик ролдәрҙе оҫта башҡарыу ғына түгел, тормошта ла төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар уйлап сығарыусы йор һүҙле булғандар. Ғиниәт Ушанов — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.

Мәкәрим Мәһәҙиев (1901—1938)

үҙгәртергә

Мәкәрим Әҙһәм улы Мәһәҙиев Татарстандың Бөгөлмә районында түбәнге Аҡа ауылында тыуа. Замандаштары һәм театр белгестәре Мәкәрим Мәһәҙиевте "яңылыҡ өрөүсе", "эҙләнеүсән", "башҡорт сәхнәһе реформаторы" тип атайҙар.

"Сәйяр" төркөмөндә башланғыс һабаҡтар алған М. Мәһәҙиев үҙ оҫталығын армияла ҡуллана башлай, театраль төркөмдәр ойоштороп сығыштар яһай. 1922— 1926 йылдарҙа театр сәнғәтенең Үҙәк техникумында уҡый, бер үк ваҡытта Мәскәү татар эшселәр театрында эшләй.

Вәли Мортазин-Иманскийҙың саҡырыуы буйынса Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡытыусы булып килә. Техникумда уҡытҡан сағында ла, Башҡорт академия драма театрында эшләгән йылдарында ла (1930—1937) бөйөк К. С. Станиславский системаһын Башҡорт театрына индерергә тырыша. Театрҙа аҙ ғына эшләгән ваҡытында ул яҡты эҙ ҡалдыра. Отелло, Гамлет ролдәрен башҡара. Ә сәхнәгә "Ревизор", "Борис Годунов", "Юлбаҫарҙар", "Мәкер һәм мөхәббәт", шулай уҡ Афзал Таһировтың, Сәғит Мифтаховтың һәм башҡа башҡорт драматургтарының әҫәрҙәрен ҡуя.

Педагог булараҡ, ул бик күп таланттарға юл аса. Сәхнә алымдары, уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеге һәм театр теорияһы хаҡында бик күп мәҡәләләр яҙа. Теоретик яҡтан әҙерлекле, байтаҡ тәжрибә туплаған сәхнә маһиры, һәләтле режиссерҙың башҡорт сәнғәте өсөн илһамланып эшләп йөрөгән сағында 1938 йылда ғүмере өҙөлә.

Булат Имашев (1908—1946)

үҙгәртергә

Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев Бишбүләк районының Аҙнай ауылында тыуа. Ырымбур педагогия институтында уҡыған сағында уҡ ундағы драма театрының эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

Аҙаҡ Башҡорт драма театрына эшкә килә һәм А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-та ситтән тороп уҡый. Институтта уҡып йөрөгән сағында уҡ Мәкәрим Мәһәҙиев һәм Вәли Мортазиндар ҡуйған спектаклдәрҙә уйнай.

1929—1943 йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында актер һәм режиссер булып эшләй. 1939—1943 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрының баш режиссеры итеп билдәләнә.

1943 йылда уны Учалы ҡалаһына колхоз-совхоз театрының директоры һәм художество етәксеһе итеп ебәрәләр. Иҫ киткес тәбиғи һәләт, заман талаптарын яҡшы аңлау һәм классик алымдарҙы тәрән өйрәнеү уны сәхнәнең күренекле оҫталары рәтенә ҡуя. Ул һәр спектаклдә төп ролдәрҙе башҡара. Ирҙәрсә күркәм йөҙө, һомғол буйы, һәр роль өҫтөндә үтә лә талапсан эшләүе образдарҙы иҫтә ҡалырлыҡ сағыу итеп уйнауға мөмкинлек бирә.

Ул сәхнәгә ҡуйған һәр әҫәр — музыкаль комедия булһынмы, драматик әҫәрме, трагедиямы — һәр күренеше, һәр образ урын-еренә еткерелеп эшләнә. Б. Имашев ижад иткән ролдәр: һөйөндөк ("Ҡарағол"), Салауат ("Салауат"), Шатморат ("Ҡарлуғас"), Хәлил ("Ғәлиәбаныу"), Юлай (С. Мифтахов, "һаҡмар"), Гамлет (Шекспир, "Гамлет"), Незнамов (А. Н. Островский, "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр"), шаһ Йософ (М. Джанан, "Шаһнәмә") һәм башҡалар.

Аҙ ғына эшләү дәүерендә Башҡорт драма театрында Н. В. Гоголдең "Әйләнеү", Ф. Шиллерҙың "Мәкер һәм мөхәббәт", Т. Ғиззәттең "Ташҡындар", X. Ибра- һимовтың "Башмағым", Имай Насыриҙың "Сибай" пьесаларын сәхнәгә сығара. Ә Башҡорт опера һәм балет театрында "Һаҡмар" операһын, М. Буранғолов либреттолары буйынса "Мәргән", "Ашҡаҙар" (А. Эйхенвальд), Баязит Бикбай либреттоһы буйынса "Ҡарлуғас" (Н. Чемберджи), П. И. Чайковскийҙың "Евгений Онегин", У. Гаджибековтың "Аршин мал алан", X. Займов менән А. Спадавеккианың "Аҡбуҙат" әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуя. Һәр әҫәрҙә уның ҡулы, ҡарашы һәм оҫталығы сағыла.

Булат Имашев Учалы театрында эшләгән сағында командировкала ваҡытында 1946 йылда фажиғәле һәләк була. Замандаштарының фекере буйынса, Булат Имашев ун алты йыллыҡ сәхнә ғүмерендә ҡайһы берәүҙәр ғүмере буйы эшләй алмаҫлыҡ эш башҡара. Булат Ғөбәйҙулла улы Имашев — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Ғималетдин Минһажев (1889—1955)

үҙгәртергә

Ғималетдин Минһаж улы Минһажев Башҡортостан театр сәнғәтенең иң маһир актерҙарының береһе: актер ҙа, драматург та, театр теоретигы ла.

Ул Ҡыйғы районының Иҙрис ауылында тыуа. Театрға нигеҙ һалыусы башҡа артистар кеүек үк, уның ижад юлы ла һәүәҫкәрлек эшмәкәрлегенән башлана. Златоуст үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашып йөрөй ҙә, Красноярск татар драма һәм комедия театрында эшләй башлай.

Бер йыл унда эшләгәндән һуң, 1922— 1924 йылдарҙа Өфө ҡалаһына килә һәм төрлө һәүәҫкәр театрҙарҙа эшләп ала. Э инде 1924 йылда Башҡорт драма театрына эшкә күскәс, бөтөн ғүмерен ошо театр менән бәйләй.

Үҙ ғүмерендә 400-гә яҡын роль башҡара. "Салауат һәм Пугачев"та — Юлай Аҙналин, "Башҡорт туйында — Йәнгилде, Ҡадир Даяндың ”Таңсулпан"ын- да — Күсәрбай, Дауыт Юл тыйҙың "Ҡарағол "онда — Ишмырҙа, Ғабдулла Әхмәтшиндең "Тальян гармун "ында — Ғиззәтулла һәм башҡа бик күп ролдәрҙе уйнай.

Трагик ролдәрҙе лә, комик ролдәрҙе лә берҙәй үк оҫта башҡарған киң ижади диапазонлы актер булараҡ хәтерләйҙәр уны. Ғималетдин Минһаж улы Минһажев — БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы. Уның исеме мәңгеләштерелә. Өфөлә уның исемендә урам бар. Скульптор Т. Нечаева уны бюста һынландырған.

Әмин Зөбәйеров (1891—1963)

үҙгәртергә

Абдулла-Әмин Фәхри улы Ауырғазы районының Ишле ауылында тыуа. Өфөнөң "Ғосмания", "Ғәлиә" мәҙрәсәләрендә уҡый. Әммә "Сәйяр" төркөмө менән танышҡандан һуң, ул сәхнәгә тартыла башлай. Исемен Әмин Үҙәнский тип үҙгәртә лә был төркөмгә эшкә килә.

Революция һәм граждандар һуғышы йылдарында ул Өфөлә драма түңәрәктәре етәксеһе була һәм, 1920 йылда Башҡорт академия драма театрына килеп, ғүмеренең аҙағынаса ошонда эшләй.

Ул 50-нән ашыу роль уйнай. Театрға бөтөн көсөн, илһамын, дәртен, яҡты уй-хыялдарын һала. Ярты быуат театр уңыштарына һәм ошо уңыштарҙа үҙенең дә өлөшө барлығына ихлас ҡыуанып йәшәй.

Тормошта етди күренһә лә ул мут, шаян, шаталаҡ кешеләрҙе уйнарға ярата һәм уңышлы башҡара. Образдарын ул ябай халыҡсан ысулдар менән аса, әллә ни ҡатмарлаштырмай. Ошо ябайлыҡ аша оҫталыҡҡа һәм уңышҡа ирешә.

Уның замандаштары һәм ул уйнағанды күргән тамашасылар Хужа Насретдинды (Н. Иҫәнбәт, Ғ. Ғүмәр һәм Эльтон, "Хужа Насретдин"), Хәйрүш (X. Ибраһимов, "Башмағым"), Щукарь (М. Шо- лоховтың "Күтәрелгән сиҙәм" әҫәре буйынса), Бәҙри (М. Фәйзи, "Ғәлиәбаныу") образдарын Әмин Зөбәйеровса уйнаған артист булмаҫ, тиҙәр.

Шул уҡ ваҡытта артист трагик яҙмышлы геройҙарҙы ла оҫта башҡара. Тамашасылар режиссер Я. А. Протазановтың "Салауат Юлаев" фильмында Әмин Зөбәйеров башҡарыуында Айтуған ролен яратып ҡабул итә. Абдулла-Әмин Фәхри улы Зөбәйеров — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы.

Хажи Бохарский (1899—1974)

үҙгәртергә

Хажиәхмәт Ғирфанетдин Ғәлимов, псевдонимы Хажи Бохарский, Татарстан Республикаһының Бейектау районы Сатламыш ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын мәғариф системаһында эшләүҙән башлай. Златоуст ҡалаһында үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша.

Шул саҡта үҙендә режиссерлыҡ һәләте тоя. Башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килгәс, үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыу теләге менән, Мәскәү дәүләт театр уҡыу-производство комбинатының режиссер-педагогика факультетында уҡый. Был уҡыу йортон тамамлағас, Башҡорт сәнғәт техникумында дәрестәр алып бара. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Хажи Бохарский яңы ойошторола һәм йүнәлешен билдәләй башлаған театрға күп көс һала. "Мәкер һәм мөхәббәт", "Күтәрелгән сиҙәм", "Мылтыҡлы кеше", "Мәжит Ғафури" (С. Ҡудаш), "Бай һәм хеҙмәтсе" (Хәмзә), "Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт" (С. Мифтахов), "Фетнә" (Фурманов) һәм башҡа тиҫтәләгән спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуя. Режиссер тормошонда иң әһәмиәтле эштәрҙең береһе — Шекспирҙың "Отелло'Ъын сәхнәләштереү. Башҡорт сәхнәһенә беренсе башлап уны Хажи Бохарский ҡуя һәм шунан бирле был классик трагедия сәхнәнән төшмәй.

Хажи Бохарский БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Бәҙәр Йосопова (1901—1969)

үҙгәртергә

Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы Йосопова Орск ҡалаһында тыуа. Ун дүрт йәшендә генә уҡытыусылыҡ һәнәре ала. Беренсе тапҡыр 1916 йылда "Йәмғиәти хәйриә" идаралығына ҡараған Орск "Йәштәр союзы" эргәһендәге үҙешмәкәр театр сәхнәһендә И. Богданов пьесаһы буйынса "Юғалған ҡатын" драматик этюдында сығыш яһай.

1918 йылда Орск ҡалаһында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ауыл байрамы" тигән пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыла. Төп роль булған Мәғрүфкамалды Бәҙәр Йосопова башҡара. Әммә ун алты йәшлек ҡыҙ үҙ исемен йәшерә һәм үҙен "Люси” тип йөрөтә. Спектакль бик ҙур уңыш менән үтә. Төп героиняның уйнауын яратып ҡаршы алалар һәм автор үҙе лә ҡәнәғәт була. Оҙаҡламай "Ғәлиәбаныу" пьесаһын фәҡәт Бәҙәр Йосопованың уйнарын күҙҙә тотоп яҙа.

Спектакль бик уңышлы үтә. Уңыштарҙан ҡанатланған Бәҙәр, Ғиниәт Ушанов һәм башҡалар менән бергә үҙешмәкәр түңәрәктәр төҙөп, сығыштар яһай. Аҙаҡ инде Стәрлетамаҡтағы башҡорт театрына килеп ҡушылалар, 1926 йылдан башлап ғүмеренең аҙағына^ тиклем Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Бәҙәр Йосопова спектаклдәрҙә ҡатмарлы ролдәрҙе башҡара: Вәли Мортазин-Иманскийҙың "Салауат"ында — Эминә, Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол"онда — Елизавета, М. Бу- ранғоловтың "Ашҡаҙар"ында — Таңһылыу, Н. Гоголдең "Ревизор"ында — Анна Андреевна, Шекспирҙың "Отел- ло'Ъында — Эмилия һәм башҡалар. Ул концерттар менән дә сыға.

Ҡобайырҙар, поэмалар һөйләү оҫтаһы булып таныла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары янына барып, Рәшит Ниғмәтиҙең "һинең кәләшеңдең хаттары", "Үлтер, улым, фашисты!" тигән әҫәрҙәрен уҡый, йыр-бейеү менән сығыш яһай. Бәҙәр Йосопова БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Таңһылыу Рәшитова (1905—1988)

үҙгәртергә

1922 йылда Ырымбур ҡалаһында Башҡорт халыҡ мәғарифы институты Мөхәмәтша Буранғоловтың "Ашҡаҙар" исемле мелодрамаһын ҡуя. Спектакль башҡорт телендә бара.

Төп ролде йәш кенә студентка Сәғиҙә Рәшитова уйнай. Сәғиҙә шул тиклем оҫта уйнай, иртәгеһен институт уҡытыусылары Сәғиҙәне Таңһылыу тип йөрөтә башлайҙар. Ул саҡта институтта эшләгән татар актеры Исхаҡ Элмәшев Сәғиҙәгә, һеҙ арыу уҡытыусы булырһығыҙ, әммә актриса булып тыуғанһығыҙ бит, шул юл менән китегеҙ, тип кәңәш бирә.

1924 йылда Таңһылыу Рәшитова Өфөгә театрға эшкә килә һәм бөтөн ғүмерен, яҙмышын театр менән бәйләй, арыу-талыуһыҙ эшләй. Бик күп онотолмаҫ образдар тыуҙыра. Дездемона ("Отелло"), Таңсулпан ("Ҡарағол"), ә аҙаҡ инде Уңған- бикә ("Ҡыҙ урлау") һәм Шәмсинур ("Ул ҡайтты") һәм башҡа бик күп ҡатын-ҡыҙ образдарын үҙенсәлекле итеп уйнай. Т. Рәшитова Ишембай районының Көҙән ауылында тыуа. Таңһылыу Рәшитова (ысын исеме Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы) БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы.

Рим Сыртланов (1908-1979)

үҙгәртергә

Рим Сыртланов, ысын исеме Рәхмәтйән Солтәнгәрәй улы Бүздәк районының Сыртлан ауылында тыуа. 1930 йылда Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлексәһен тамамлай. Уҡыған сағында уҡ Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай.

1972 йылға тиклем ҡырҡ дүрт йыл буйы туған театрына хеҙмәт итә ул. 200-ҙән ашыу роль уйнай. Улар араһында Отелло һәм Ляпкин- Тяпкин (Н. В. Гоголь, "Ревизор") кеүек бер-береһенә аҙ ғына ла оҡшамаған образдарҙы ла, Чапаев, Закир, Фәруҡша (Э. Мирзаһитов, "Әсәләр көтәләр улдарын") кеүек ролдәрҙе лә оҫта уйнай.

Ә инде "Салауат Юлаев" фильмында Бохайыр образы менән ул талантлы артист булыуын раҫлай. Был образды ул шул тиклем ышандырырлыҡ итеп башҡара, хатта халыҡ араһында ике йөҙлө, һатлыҡ йәндәрҙе Бохайыр тип йөрөтә башлайҙар.

Рим Солтан улы Сыртланов — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Ғәлимйән Ҡарамышев (1903—1977 )

үҙгәртергә

Күренекле һәм ғәжәп оҫта был актерҙың исемен ишетеү менән, тамашасылар йылмая башлағандар. Шул тиклем оҫта комик булған. Уның уйнаған һәр роле халыҡ араһында танылып киткән һәм спектаклдәге әйтелгән фразалар оҙаҡ ваҡыт телдән төшмәгән.

Тап Ғәлимйән Ҡарамышев уйнаған өсөндөр ҙә (һәр хәлдә замандаш артистарының фекере шундай) Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол "ондағы Әпкәләй шул тиклем киң танылыу таба, ике йөҙлө, ярамһаҡланырға, ялағайланырға яратҡан кешеләрҙе әле лә Әпкәләй тиҙәр. Гастролдәрҙең береһендә ауыл егеттәре йыйылышып Әпкәләйҙе биргес- ләп алырға ла уйлағандар. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, Өфөлә хатта тондороп та киткәндәр, тиҙәр.

Ғәлимйән Харис улы Ҡарамышев Ишембай районының Маҡар ауылында тыуа. Маҡарҙа мәҙрәсә тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт кинематография техникумының актерҙар факультетында уҡый. Ул театрҙа тәүҙә эпизодик ролдәрҙә ҡатнаша. Һуңға табан уға төп ролдәрҙе бирә башлайҙар. Ғ. Ҡарамышевтың репертуары нигеҙҙә комик, көлкөлө ролдәрҙән тора. Кочкарев (Н. В. Гоголь, "Әйләнеү"), Вурм (Ф. Шиллер, "Мәкер һәм мөхәббәт"), Шмага (А. И. Островский "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр"), Серебряков (А. П. Чехов, "Ваня ағай"), Кокорышкин (Л. Леонов, "Ябырылыу"), Исмәғил (М. Фәйзи, "Ғәлиәбаныу"), Күсәрбай (Ҡ. Даян, "Таңсулпан") һәм башҡалар.

"Сыңрау торна" фильм-спектаклендә һыңар күҙле һунарсы ролендә уйнай. Әйтеп үтеүебеҙсә, ул башҡарған ролдәр шул тиклем иҫтә ҡала, хатта төп геройҙар менән бер рәттән телгә алына. Ғәлимйән Харис улы Ҡарамышев — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977 )

үҙгәртергә

Арыҫлан Мөбәрәков — иң ғәжәйеп таланттарҙың береһе. Милли театр сәнғәтендә ул — оҫталыҡ эталоны. Актер, режиссер, драматург. Арыҫлан Ҡотләхмәт улы Мөбәрәков 1908 йылда Белорет районының Ассы ауылында тыуа. Ауылдың матур тәбиғәте уның күңелендә яҡты хыял, матур хис- тойғолар тәрбиәләһә, шифалы шишмәләре мөһабәт буй-һын үҫтергән.

Ошо уҡ райондың Сермән ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Унан һуң Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумында ғәжәп талантлы педагогта — Вәли Мортазин-Иманский класында белем ала.

Техникумдан һуң хәҙерге Сибай театры, ул саҡта 2-се Башҡорт күсмә драма театры, менән етәкселек итә. Ҡыҙыл армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ғүмеренең һуңғы көндәренә саҡлы Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Ул театрға килгән йылдарҙа милли мәҙәниәтебеҙгә Станиславский системаһы индерелә башлаған мәл була. Арыҫлан Мөбәрәков тыуҙырған образдар был системаға тап килә — геройҙың эске донъяһына үтеп инеү, образдың психологияһын һәм характерын асып биреү.

Уның ижади биографияһы театр менән тығыҙ бәйләнештә бара. Ул Ф. Сөләймәновтың (Фәтхелҡадир Инан) "Аҡшан батыр"ында — Аҡшан батыр, М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы"нда — Буранбай һәм бөтөн драматургтарҙың да Салауат тураһындағы әҫәрҙәрендә Салауат образын уйнай. Я. А. Протазановтың "Салауат Юлаев" кинофильмы буйынса айырыуса ныҡ таныла.

Был фильм республикабыҙҙа ғына түгел, ул ваҡытта СССР тип аталған бик ҙур илебеҙҙең бөтөн кинотеатрҙарында ла күрһәтелә. Халыҡ ошо фильмдан һуң милли батырыбыҙ Салауатты Арыҫлан Мөбәрәков йөҙлө, шундай уҡ буй-һынлы, нескә хисле, шул уҡ ваҡытта көслө рухлы итеп күҙ алдына килтерә башлай.

Халыҡта ғына түгел, хатта сәнғәт әһелдәрендә лә шундай фекер тыуғандыр, сөнки скульптор Т. Нечаеваның Салауатында Арыҫлан Мөбәрәковты танып була. Был артистың талантынан килә. Ул үҙ геройҙарын дөйөмләштереп күрһәтеүгә, ябай ғына алымдар менән ҡатмарлы эске донъяһын асыуға өлгәшә. Артистың маҡсаты — сәхнәләге образдары аша камил кешене һүрәтләү, яңы заманда йәшәйәсәк заман кешеһе тәрбиәләү. Илдең киләсәге өсөн һәр беребеҙ яуаплы, беҙ ерҙә йәшәү бурысын яҡты хыялдарға үреп матур үтергә тейешбеҙ... — үҙе уйнаған тиҫтәләрсә геройҙары аша ошо фекерҙе еткерергә тырыша актер.

Ул ижад иткән образдарҙың бер нисәһен генә һанап үтһәк тә, бөйөк артистың ни тиклем киң планлы, киң ҡоласлы талант икәнлеген күрербеҙ: Борис Годунов (А. С. Пушкин, "Борис Годунов"), Комиссар Кошкин (К. Тренев, "Любовь Яровая"), Вершинин (В. Иванов, "Бронепоезд 14-69"), Салауат (Б. Бикбай, "Салауат"), Айсыуаҡ (Ҡ. Даян, "Таңсулпан"), Арыҫланбай (Ә. Атнабаев, "Шоңҡар"), Йәғәфәр Моратшин (М. Кәрим, "Айгөл иле"), Кинйәбай (С. Мифтахов, "Зимагорҙар"), Тимербулат (Э. Атнабаев, "Ул ҡайтты") һәм башҡалар.

Арыҫлан Мөбәрәков, режиссер булараҡ та, ике тиҫтәгә яҡын спектакль ҡуя.

А. Мөбәрәков байтаҡ ҡына сәхнә әҫәрҙәре ижад итә. "Бисәкәй", "Ялҡынлы йөрәктәр", "Икенсе йәшлек" пьесалары оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәй. Бөтөн булмышы менән сәхнә кешеһе, иҫ китмәле оҫта актер А. Мөбәрәков тиҫтәләрсә ролдәре һәм уны ысын- ысындан бөйөк актер яһаған Отелло өсөн СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. 1955 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында У. Шекспирҙың "Отелло'Ъында Отелло ролен башҡара.

Театр тәнҡитселәре СССР тигән ҙур ил кимәлендә ошо ролде иң оҫта башҡарыусылар менән тиңләйҙәр уны. Республикабыҙҙың мәҙәниәт тормошонда ҙур ваҡиға була был юғары баһа.

Декадала ике бөйөк шәхесебеҙ — Арыҫлан Мөбәрәков һәм балерина Зәйтүнә Насретдинова лайыҡ була бындай иң юғары исемгә. Декада ваҡытында Осетин театрынан СССР-ҙың халыҡ артисы Хапсаев Мөбәрәков Отеллоһы тураһында: "Уның Отеллоһы сәхнәлә үҙенсә йәшәй. Мөбәрәков үҙенең Отеллоһына үзбәк артисы һиҙиәтовтың темпераментын, Мордвиновтың киҫкен хәрәкәттәрен, Остужевтың тәрән аҡылын ҡушып, Мөбәрәков Отеллоһы тыуҙырған. Мин унан бик күп яңы сифаттар алдым", — ти. Арыҫлан Ҡотләхмәт улы Мөбәрәков — СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

А. Ҡ. Мөбәрәков тураһында иҫтәлектәр

үҙгәртергә

Файзи Ғаскәров ДУҪ ТУРАҺЫНДА

Башҡорт ауылдарынан бәхет һынарға Өфөгә килгәндәр араһында Мөбәрәков үҙенең олпат һәм оҙон кәүҙәһе, киң һәм асыҡ йөҙө менән айырылып тора ине. Ул башҡаларҙан аша ҡарап тора ине. Мин шунда уҡ уның етеҙ, ут сәсеп торған сөм-ҡара күҙҙәренә иғтибар иттем. Ғөмүмән, уның бик үк килбәтле лә булмаған мөһабәт фигураһынан ниндәйҙер халыҡсанлыҡ бөркөлә ине. Әйтерһең дә, егет батырҙар тураһындағы әкиәт биттәренән килеп төшкән.

Кейгән кейеме — әрмәк, киндер. Бигерәк тә аяҡ кейеменә минең күҙ төштө: егет аяғына сукно һәм күндән тегелгән сарыҡ кейгәйне. (Сарыҡ — башҡорттар кейә торған бик боронғо аяҡ кейеме.) Ҡулында — киндер артмаҡ (арҡаға таға торған тоҡ).

Буласаҡ СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковты мин беренсе тапҡыр ошолай итеп күрҙем.

Мин уның эргәһенә барҙым. Йырсы булырға хыялланыуын белдем. Мин ул саҡта техникумдың студенты инем. Беҙ һөйләшеп торған арала ишектән: — Мөбәрәков! — тип ҡысҡырҙылар. Егет "һ-мм" тине лә, тоғон миңә тоттороп инеп китте. Әммә янып торған күҙҙәре һүнеп ҡалғандай ҡиәфәттә килеп сыҡты. Уны ҡабул итмәгәйнеләр.

Беҙ урамға сыҡтыҡ. Уның Белорет төбәгенән икәнлеген дә, урман ҡырҡыусы булғанлығын да, һал ағыҙғанлығын да белдем. Өфөгә ул нимәгәлер ултырып түгел, ә ун көнө буйы һал менән төшкән. — Башҡа юл юҡ инеме ни? — тип аптыраным мин. — Юҡ, — тине егет, — беҙҙә беләһеңме, ниндәй яҡтар?! Юл булһа ла — аҡсаһы ҡайҙа һуң? Мин йәнә уның мыҡты кәүҙәһенә күҙ ташланым. Миңә нисектер ҡыйын булып китте. Хәҙер нисек кире ҡайта инде? Был бит театр сәхнәһендә геройҙар уйнай торған кеше! — Бына нимә, туған, беҙ директорға инеп ҡарайыҡ. Көрәшергә кәрәк, белдеңме? Алма беш — ауыҙыма төш, тип кенә булмай.

Техникум директоры Иван Васильевич Салтыков беҙҙе һалҡын ғына ҡаршыланы. Мин Арыҫланды туғаным тип таныштырҙым. — Туғаның булһа, ни була? Беҙгә туғандар түгел, таланттар кәрәк, — тине директор. Шунан Арыҫланға күҙ ташлап алды ла, — һеҙ Мортазинға инеп ҡарағыҙ. Минеңсә, был бәһлеүән уға килешле, — тине.

Беҙ билдәле актер һәм режиссер, башҡорт профессиональ театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Вәлиулла ағай Мортазинға киттек. Вәлиулла Мортазин техникумдың театр бүлегенә етәкселек итә ине. Ул Арыҫланға шиғыр һөйләргә ҡушты. Ләкин ул бер генә шиғырҙы ла аҙағынаса белмәй ине.

— Ни өсөн кире ҡайтып китә алмай, тинең әле һин? — тип, ҡапыл миңә өндәште Мортазин. — Кеҫәһендә һуҡыр тин аҡсаһы ла юҡ. Бында һалда ағып килгән. Мортазин Мөбәрәковҡа баштан-аяҡ ҡарап сыҡты, көлөмһөрәп ҡуйҙы ла: — Ярай, улайһа. Мин уны шарт менән алам. Әгәр аҡламаһа, вәссәләм. Хушлашырға тура килер, — тине. Арыҫлан Мөбәрәков бына шулай техникум студенты булып китте. Заһир Исмэғилев. УЛ КЕШЕ ИНЕ Йәйҙең гүзәл сағы... Беҙҙең Белорет яҡтарында булған кешеләр беләләрҙер, моғайын, ул тарафтың сәхрәлеген. Килеп-килептереп ҡуйы урман. (Ул йылдарҙа бигерәк тә.) Унда — ылыҫлы ағастар ғына түгел, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, тирәк... Ә емешлеләре һуң?! Муйыл, балан, ҡарағат... Түңәрәк аҡландарына барып сыҡһаң, кейеҙ һымаҡ түшәлеп ятҡан еләк... Ҡыуаҡтарҙа — бөрлөгән, тау итәктәрендә — сейә. Ана шул урман хужалығына бирелеп, мин лесник булып йөрөйөм. Йәйҙең гүзәл сағы... 1935 йыл...

Шулай бер көн урмандан ҡайтып инһәм, беҙҙә — ҡунаҡтар. Өфөнән артистар килгән. Минең уларҙы тәүләп күреүем. Араларында берәүһе — мөһабәт кәүҙәле, тулҡынланып торған ҡара сәсле, яғымлы күҙле, кеселекле. Танышыу менән ул мине арбап алғандай булды. Ул — Арыҫлан Мөбәрәков ине.

Ҡояш ауып бара. Ауыл геү килә. Кискә спектакль ҡуясаҡтар. Ауылдаштарымдың бик күбеһенең быға тиклем ундай тамаша күргәндәре юҡ. Инде эңер төшөргә лә күп ҡалмағайны. Бер ваҡыт Арыҫлан ағай Мөбәрәков өйгә кире ҡайтып инде лә мине саҡырып алды. — Ҡурайсыбыҙ ҡапыл ауырып китте бит әле, ҡустым, — тәүге һүҙе шул булды. Мин нимә әйтәйем инде. Ҡарап торған булам. — Һин уйнай алмаҫһыңмы икән? Баҡһаң, ул атайымдан минең ҡурай уйнағанымды ишеткән икән. — Әлләсе, — тигән булдым был юлы. Ризалашһам да, ҡурҡа-ҡурҡа ғына инде. Спектаклдә ҡатнашып уйнау түгел, уның ни икәнен дә белмәгән саҡ. Тәүҙә өйрәттеләр, репетиция яһаныҡ. Уйнаным. Оҡшаттылар. Шунда уҡ мине режиссер Булат Имашев менән дә таныштырҙылар. Иртәгеһен театрға эйәреп киттем дә барҙым.

Сәнғәт донъяһына тәү аяҡ баҫыуым шулай булды. Арыҫлан Мөбәрәков етәкләп тигәндәй алып китте ул юлдан. Өфөгә килеү менән, үҙ бүлмәһенә алып ҡайтты. Туғыҙ квадрат метрлы ғына бүлмә — квартирҙа тора икән. Театрҙа студия эшләй икән. Мине шунда урынлаштырып ебәрҙе. Был — минең өсөн бик ҙур ярҙам булды. Ашау-эсеү бергә. Арыҫлан ағай тапҡан-таянғанын йәлләмәне. Унан Мәскәүгә консерваторияға уҡырға димләп ебәрҙе. — Һин уҡы, Заһир ҡустым, — тине.

Ә бер ваҡыт, 1939 йылда, шатлыҡтарыбыҙ араһынан тағы бик ҙуры килеп сыҡты — Арыҫлан Мөбәрәков "Салауат Юлаев” кинофильмында Салауатты уйнаясаҡ! Беҙ икәүҙең түбәһе күккә тейҙе. Фильм төшөргән саҡта Мәскәүгә лә килеп сыҡтылар. Мин уҡып йөрөйөм. Бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. — Һин, Заһир, йырҙар яҙа башлағанһың икән. Шәп эш. Тырыш. Композитор — ул ҙур һәнәр. Халҡыбыҙҙың гәүһәр моңдарын артабан дауам итеү ул, — тине...

Мин диплом эше итеп ’’Салауат" операһын алдым. Опера яҙылды. Тыңлайбыҙ. Тыңлап бөтөрөү менән, Арыҫлан Мөбәрәков мине ҡосаҡлап алды. Ихлас, эскерһеҙ. Ҡотланы ла былай тине: — Дүртенсе акттағы арияны Моталлап түгел, Салауат йырларға тейеш. Кешенең бөйөклөгөн күрегеҙ әле — шуны һиҙергә кәрәк бит. Әле ул Салауат арияһы булып яңғырай һәм шөһрәт ҡаҙанды. Моталлап арияһы булһа, ул тиклем шөһрәт ҡаҙанмаҫ ине.

Минең һәр эшемә ҡыуаныр ине. Сәнғәт институты асылып, мине ректор итеп ҡуйғас шатланыуы!.. — Илебеҙгә сәнғәт белгестәрен — музыканттар, артистарҙы төплө итеп сығарырға тырыш, Заһир. Халҡыбыҙға шулай хеҙмәт ит, — тип ҡотланы. Ордендар менән наградланды. Юғары вазифалар башҡарҙы. СССР-ҙың халыҡ артисы булды. Ә маһайманы. Ул шул уҡ Арыҫлан Мөбәрәков булып ҡалды.

Зәйтүнә Бикбулатова (1908—1992)

үҙгәртергә

Башҡорт драма театры артистарынан йәмғеһе өс артист СССР-ҙың халыҡ артисы тигән оло исем йөрөтә. Уларҙың береһе — классик актриса Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова.

Көслө, тормоштоң ығы-зығыларынан өҫтөн, үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына ирешеү өсөн бер ниҙе лә аямаған ҡаҡшамаҫ рухлы ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡарҙы ул сәхнәлә. Ул уйнаған героиняларҙың исемдәрен атап китеү генә лә артистканың ниндәй образдар тыуҙырғанын һәм ниндәй кимәлдәге актриса икәнлеген күҙ алдына килтереп була. Анна Каренина, Любовь Шевцова, Мария Александровна Ульянова, Дездемона, Лауренсия, Тулғанай, Тәңкәбикә, Зөлхәбирә, Бибисара, Екатерина II...

Был көслө рухлы, шул уҡ ваҡытта трагик образдарҙы уйнау үтә лә ҡатмарлы. Күпселек героинялары уның күңелдәрендә бер төрлө уй-тойғо йөрөтөп тә икенсе төрлө күренергә һәм йәшәргә мәжбүр, мөхәббәт һәм нәфрәт, ут һәм ялҡын араһынан береһен һайларға, ғәҙеллек менән ялғанлыҡ араһында ғазапланырға тейешлеләр. Бындай ролдәрҙе уйнау еңел түгел.

Ә Зәйтүнә Бикбулатова уларҙы ышандырырлыҡ, тамашасылар зиһененә барып етерлек итеп уйнай. Арыҫлан Мөбәрәков кеүек үк ҡабатланмаҫ сәхнә оҫтаһы ул. Уға Әсғәт Мир- заһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" драмаһындағы Бибисара роле өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә. Зәйтүнә Бикбулатова Шишмә районының Сафар ауылында тыуа. Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлексәһендә В. Мортазин-Иманский һәм Мәкәрим Мәһәҙиев класында уҡый. Уҡыған сағында уҡ спектаклдәрҙә ҡатнаша башлай. 1930 йылда техникумды тамамлағас, Башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем театрҙа эшләй. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова — СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

ҺОРАУҘАР.

  1. Арыҫлан Мөбәрәковҡа ҡасан һәм ниндәй роле өсөн СССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә?
  2. Зәйтүнә Бикбулатова ниндәй роле өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була?

Рәғиҙә Янбулатова (1915—1997)

үҙгәртергә

РӘғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова — Башҡортостан тамашасыларының ҡайнар ихтирамын ҡаҙанған талантлы актриса. Кушнаренко районының Баҡай ауылында тыуып- үҫкән күренекле ижадсы Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова менән райондаштары хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Өфөлә театр училищеһын тамамлағандан һуң, Рәғиҙә Янбулатованың ҡырҡ йылға яҡын ижад ғүмере Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында гөрләп-күкрәп уҙа. Ул үҙенең бөтә тәбиғәте, тормошо, ижади яҙмышы менән милли театрыбыҙ донъяһына ғүмергә тамырлана.

Рәғиҙә Янбулатова ижад иткән образдар Ғәлиәбаныу ("Ғәлиәбаныу"), Сәрүәр ("Башмағым"), Сажиҙә ("Еҙнәкәй"), Ғәлимә ("Ҡара йөҙҙәр"), Ҡарлуғас ("Ҡарлуғас") һәм башҡалар тамашасы күңелендә түрҙән урын ала. Ә иң үҙенсәлекле һәм онотолмаҫ Шәфәҡ менән Дездемонаны Янбулатова ҡабатланмаҫ итеп башҡара.

Башҡорт сәхнәһенең күрке була Рәғиҙә Янбулатова.

Рәғиҙә Янбулатованың шиғриәте лә ғәжәп наҙ, нескә тойғолар менән тулы. Уның "Гүзәл Өфөм — баш ҡалам" тигән йырын (Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы) белмәгән бер генә кеше лә юҡтыр. Ә "Аҡ сәскә атҡас балан" тигән һүҙҙәренә яҙылған йыр иң популяр йырҙар иҫәбендә.

Шағирә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн дә шиғырҙар яҙа, тәржемә әлкәһендә лә эшләй. "Ырғыҙ" романы буйынса "Дауыл" операһына либретто яҙа. Киң билдәле "Әминбәк" әкиәте буйынса радиопьеса эшләй. Уның "Байрамбикә" исемле трагедияһы ла, "Таштуғай" исемле музыкаль драмаһы ла билдәле.

Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Хөсәйен Ҡудашев (1913—1986)

үҙгәртергә

Ғәжәп үҙенсәлекле артист Хөсәйен Ҡудашев тамашасылар күңелендә оло бер донъя булып тороп ҡала. Ғөмүмән, театр сәнғәтендә ул йылдарҙа сәхнә күрке булырлыҡ, ауыҙ тултырып маҡтарлыҡ, һәр сәхнә образын бер байрамға өйләндереп ебәрерлек артистарыбыҙ күп булған. Шуларҙың береһе — Хөсәйен Илдархан улы Ҡудашев.

Ул Бүздәк районының Бүздәк ауылында эшсе ғаиләһендә тыуа. 1928 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында слесарь булып эш башлай. Әммә уҡыған сағында ла, эшләү осоронда ла уның йырға, гармунға оҫта булыуына, һомғол буйына, күркәм йөҙөнә ҡарап, артислыҡҡа барырға өндәйҙәр. Ул үҙе лә Башҡорт дәүләт драма театрының бер спектаклен дә ҡалдырмай. Хатта Мәхмүт Хәбибуллин тигән артист егет менән танышып та ала.

Мәхмүт Хәбибуллин Хөсәйендең уй- теләген белгәс, эшсе йәштәр театрында ҡатнашырға саҡыра. Йәштәр театрының режиссеры Вәли Ғәлимов бик талапсан була. Бер саҡ йәштәр театры сығышын ҡарарға данлыҡлы режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев килә. Ул Хөсәйен Ҡудашевҡа иғтибар итә һәм Башҡорт драма театрына саҡыра.

X. Ҡудашев, Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы"нда беренсе башлап уйнау бәхетенә ирешә. Күп тә үтмәй уны Мәскәүҙә асылған башҡорт төркөмөнә уҡырға ебәрәләр. Хөсәйен Ҡудашев йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хәбир Ғәлимов, Баныу Вәлиева, Сәлих Хөснийәров, Мәҙхиә Әхмәтйәновалар менән бергә Мәскәүҙә уҡый һәм Башҡорт опера һәм балет театрына эшкә ҡайта.

Әммә уны, гармунсы һәм йырсы булғанлыҡтан, драма театрына ла даими саҡыралар, роль бирәләр. Ул саҡта драма театрында музыкаль спектаклдәр күп ҡуйыла. Уларҙың күбеһендә "Тальян гармун "да (Ғ. Әхмәтшин) — гармунсы һәм йырсы Илдар, "Яҙғы йыр"ҙа (Назар Нәжми) — йырсы Айҙар, "Бажалар"ҙа (И. Абдуллин) — йырсы Бәкер һәм башҡа шундай ролдәрҙә уйнай.

Хөсәйен Ҡудашев байтаҡ ҡына операларҙа ҡатмарлы партиялар башҡарып танылыу табып өлгөрһә лә, үҙ һәләтен драма артисы булараҡ нығыраҡ асырын аңлай һәм тулыһынса театрға күсә.

А. Островскийҙың "Һуңғы ҡорбан"ында — Дульчин, А. Чеховтың "Аҡсарлаҡ" пьесаһында — Тригорин, Мостай Кәримдең "Яңғыҙ ҡайын "ында — Гәрәй һәм башҡа образдар ижад итә. Әммә уның иң уңышлы образдарынан "Ташлама утты, ПрометейГҙан Зевс менән Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша'Ъынан Имам Йәғәфәровты атап китергә кәрәк.

1986 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры Сүриәлә Дәмәшк ҡалаһында X Халыҡ-ара театр фестиваленә "Ҡыҙыл паша" әҫәрен алып бара. Тамашасыларҙы хайран итә был әҫәр. Башҡорт мәҙәни донъяһына ҙур ҡаҙаныш килтерә ул. Әммә юғалтыу ҙа оло була: Хөсәйен Ҡудашев ошо ҡала сәхнәһендә һуңғы тапҡыр уйнай.

Беҙ мәшһүр артист менән "Алтын атлы һыбайлы", "Волга-Волга", "һуңғы төн" нәфис фильмдарында ла осраша алабыҙ. Хөсәйен Ҡудашев — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Хөсәйен Ҡудашевтың ҡатыны, ошо театрҙың күренекле актрисаһы Фәриҙә Камалетдинова үҙенең бөтөн ғүмерен театрға арнай һәм бик күп онотолмаҫ образдар тыуҙыра.

Әнғәм Атнабаевтың "Ул ҡайтты" спектаклендә — Мәрзиә, Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәйемдең сал сәстә- ре"ндә — Диана, Мостай Кәримдең "Айгөл иле"ндә Зөлхәбирә, Н. Гоголдең "Өйләнеү"ендә — Агафья Тихоновна һәм башҡа 150-гә яҡын роль башҡара ул. Ф. Камалетдинова — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Зәкиә Арыҫланова менән Ғата Арыҫланов

үҙгәртергә

Ғата Арыҫланов Өфө сәнғәт техникумын тамамлағас, Мәскәү консерваторияһында вокал буйынса уҡып ҡайта һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында оҙаҡ йылдар йырсы булып эшләй. 1940 йылдан башлап Башҡорт дәүләт академия театрына күсә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем театрға тоғро булып ҡала. Ғата Арыҫланов башҡарған ролдәр: "Бажалар" (И. Абдуллин), Илдар ("Тальян гармун", Ғ. Әхмәтшин), Закир ("Ҡара йөҙҙәр"), Ғәлимйән ("Башмағым", X. Ибраһимов), Монтано менән Кассио ("Отелло") һәм башҡалар.

Уның ҡатыны Зәкиә Арыҫланова ла тәүҙә филармонияла эшләй һәм театрға күсә. Төп ролдәрҙе башҡармаһа ла, ул уйнаған, ул ижад иткән образдар, төп ролдәр кеүек үк, хәтерҙә ҡалырлыҡтар. Икеһе лә бик һәләтле актер булыу өҫтәүенә, матур, һоҡланғыс ғаилә ҡоралар.

ПРОФЕССИОНАЛЬ ТЕАТРҘЫ АРТАБАН ҮҪТЕРЕҮСЕ АКТЕРҘАР

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һирәгәйеп ҡалған сафтарҙы йәштәр тулыландыра. Кашшаф Нәзиров, Ғөбәйҙә Әбд ел мөьминова, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Дәриғә Фәйзуллина, Әнисә Дилмөхәмәтова, Асия Нафиҡова кеүек талантлы артистар килә. Ишмулла Дилмөхәмәтовты һәр ваҡыт йырларға, ҡурай уйнарға кәрәк булған ролдәрҙә уйнаталар. Ул саҡта спектаклдәр, нигеҙҙә, йырлы-уйынлы була.

Дәриғә Фәйзуллина

үҙгәртергә

Дәриғә Закир ҡыҙы Фәйзуллина-Ғәлимова Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында 1932 йылда тыуа. Өфө театр-художество училищеһын тамамлағас, Башҡорт академия драма театрында эшләй. 1995 йылдан Өфө "Нур" татар театрына күсә.

Д. Фәйзуллина киң планлы актриса. Ул комик ролдәрҙе лә, трагиктарын да оҫта башҡара. Тамашасылар уның башҡарыуында леди Макбет (Шекспир, "Макбет"), леди Мильфорд (Ф. Шиллер, "Мәкер һәм мөхәббәт), королева Мария (В. Гюго, "Мария Тюдор"), крәҫтиән ҡыҙы Анисья (Л. Н. Толстой, "Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә") ролдәрен бик йылы ҡабул итә. "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендәге Ғәлимә образын тамашасылар бик оҡшата. Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған спектаклдәрҙә тиҫтәләгән башҡа ролдәрҙе лә онотолмаҫлыҡ итеп оҫта башҡара. Дәриғә Закир ҡыҙы Фәйзуллина — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы.

Асия Нафиҡова (1932—1995)

үҙгәртергә

Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова Шишмә районы Уразбахты ауылында тыуа. Өфө театр-художество училищеһының театр бүлексәһен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Шунан уны Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡыралар. Бик күп образдар ижад итә. Тамашасының яратҡан актрисаларының береһе була ул.

Төп геройҙарҙы уйнамаған осраҡта ла уның геройҙары һәр саҡ иҫтә ҡалырлыҡ һәм аҙаҡ, һоҡланып, телгә алып һөйләрлек тәьҫир ҡалдыра. Мостай Кәрим әҫәрҙәренән "Йырланмаған йыр"ҙа — Мәстүрә, "Ҡыҙ урлау"ҙа — Туҡтабикә, "Айгөл иле"ндә — Миңлекәй, "Киске табын"да —- Ҡорбанбикә, Ибраһим Абдуллиндың "Айһылыуҙың айлы кистәре"ндә — Марфа, Нәжиб Асанбаевтың "Миләш- Миләүшә"һендә — Хәтимә һәм башҡа тиҫтәләгән образдарҙы А. Нафиҡова, ул уйнаһын өсөн генә тәғәйен яҙылған кеүек, тормошсан, ышандырырлыҡ итеп оҫта башҡара. Асия Нафиҡова Башҡорт академия драма театры үҫешенә ҙур өлөш индерә.

Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

1959 ЙЫЛДА ГИТИС ТАМАМЛАП ҠАЙТЫУСЫ АРТИСТАР

үҙгәртергә

Гөлли Мөбәрәкова (1936)

үҙгәртергә

Башҡорт академия драма театрының өс артисы иң юғары исемгә — СССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Уларҙың өсөнсөһө — актриса, педагог, режиссер Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова.

Гөлли үҙенең атаһын — Арыҫлан Мөбәрәковты иң бөйөк уҡытыусыһы тип иҫәпләй. Әсәһе — БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рәғиҙә Янбулатова. А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС эргәһендәге студияны тамамлап, бер төркөм йәштәр ҡайта: Илшат Йомағолов, Гөлли Мөбәрәкова, Роза Кәримова, Шамил Рәхмәтуллин, Зинира Атнабаева, Хәмит Яруллин, Марат Солтанов, Хәкимйән Сәғитов, Гүзәл Сәғитова, Әмир Абдразаҡов, Муллаян Ьөйәрғоловтар.

Был артистар барыһы ла әҙерлекле, сәхнә тормошона ғашиҡ йәштәр була. Улар ҡайтҡанға тиклем театрҙа йәштәр ролдәрен дә өлкән йәштәге артистар уйнаһа, бер төркөм йәштәр көслө бер яңы ағым булып килеп инә. Театрҙа үҙенсәлекле тамаша ойошторола. Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым" комедияһын үҙенсәлекле сәхнәләштереп, өлкәндәр үҙ ролдәрен тантаналы рәүештә йәштәргә тапшыра.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы бөтөн спектаклдәрҙә лә төп ролдәрҙе башҡара һәм һәр образы менән тамашасы күңелендә онотолмаҫлыҡ булып урынлаша. Ул, образға тотош инеп, онотолоп, шул тиклем бирелеп уйнай, тамашасы күп кенә героиняларҙы уның үҙе һымаҡ күреп ҡабул итә.

— "Ай тотолған төндө" трагедияһында Тәңкәбикәне уйнағандан һуң, бер нисә тамашасы яныма килеп сәскә бүләк итте. Мин уларға рәхмәт әйттем, эштәрендә уңыш теләнем. Күрәм, былар миңә аптырап ҡарап тик торалар. Шунан береһе: "һеҙҙең үҙ тауышығыҙ ниндәй йомшаҡ, ниндәй наҙлы. Э Тәңкәбикәнең тауышы ҡайҙан сыҡты ул?" — тип, аптырауҙарының сәбәбен әйттеләр, — тип хәтерләй актриса.

Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" драмаһындағы Хафаса-Сибәр инәй ролен уйнау өсөн, Гөлли атаһының тыуған ауылы Ассыға барып, өлкән инәйҙәр менән һөйләшеп, уларҙы күҙәтеп, ғәҙәттәрен, кәлеп- холоҡтарын, хәрәкәттәрен өйрәнә.

Шуның өсөн дә, үҙе башҡарған ролдән күпкә йәшерәк актриса (ул саҡта Гөлли Арыҫлан ҡыҙына 32 йәш була) ышандырырлыҡ образ тыуҙыра. Хафасаны тамашасы бик ярата, уның менән бергә ҡыуана, бергә ҡайғыра, сәхнәгә сығып, нурлы йөҙө менән күңелдәрҙе яҡтыртып ебәреүен көтөп ултыра.

Ауыр ҡайғы килгән саҡта ла донъяның шатлығын күберәк күреп, уға өҫтөнлөк биреп, кешеләр менән бергә йәшәп кенә ҡайғы таратып булғанлығын Хафаса инәй роле аша ышандырырлыҡ итеп аңлата актриса.

Гөлли Мөбәрәкова, ғөмүмән, үҙе башҡарған героинялары аша донъяла яҡты, нурлы бәхет барлығына ышандырып, кешеләрҙе уға ышанырға, ынтылырға өндәй, күңел матурлығына өҫтөнлөк бирергә өйрәтә.

Ул уйнаған героиняларҙы һанап үтеү генә лә актрисаның ниндәй киң ҡоласлы оҫта икәнлеген күреп була. Вольтерҙың "Мөхәммәт" трагедияһында — Пальмира, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһында — Шәфәҡ, И. Йомағоловтың "Нәркәс" трагедияһында — Нәркәс, С. Айытматовтың "Әсә — Ер-әсә" повесы буйынса эшләнгән спектаклдә — Ал иман, "Ай тотолған төндө" кинофильмында (режиссер Б. Халзанов) — Тәңкәбикә, Ғәзим Шафиҡовтың "һәҙиә" исемле әҫәрендә Һәҙиә һәм башҡа ролдәре менән ул ҡабатланмаҫ актриса булыуын күрһәтә.

Гөлли Мөбәрәкова Өфө дәүләт сәнғәт академияһында актерҙар әҙерләү буйынса ла күп көс һала. Байтаҡ йәштәр сәхнә оҫталығына унан өйрәнә. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова — СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Актер, драматург, педагог Илшат Йомағолов (1932)

үҙгәртергә

Илшат Йомағолов — ҙур талант эйәһе, сәхнә сәнғәте әлкәһе ҡаҙаныштары һәм башҡорт драматургияһы үҫешенә берәгәйле һәм тос өлөш индергән шәхес. "Минең һушымды алып һоҡландырған беренсе бөйөк зат Арыҫлан Мөбәрәков булһа, икенсеһе — Илшат Йомағолов, — тип яҙа Аҫылғужа Баһуманов. — Ысын талант эйәһе Илшат Йомағолов ярты быуат буйы башҡорт сәхнәһенең күрке була, халҡыбыҙҙың күңел түрен биләп, биҙәп-яҡтыртып тора, үҙе лә милләтебеҙҙең күңел күркенә, оло ҡаҙанышына әүерелә. Бөгөнгө көндә Илшат Йомағолов — башҡорт театрының сағыу бер бите, сағыу күренеше".

Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылда Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһында Хажи Бохарский класында уҡый, шунан һуң бер төркөм башҡорт йәштәре менән Мәскәүгә ГИТИС-ҡа китә. Юғары белемле актер Өфөгә Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә ҡайта һәм ғүмере буйы театрҙан айырылмай.

50-нән ашыу образ тыуҙыра. Уларҙың бөтөнөһө лә төп ролдәр. Бер төрлө генә түгел, төрлө-төрлө характерлы геройҙар. Бер күренештә генә әллә нисә төрлө сифатҡа инә торған геройҙар. Ундайҙарҙы уйнау өсөн оло талант кәрәк, әлбиттә.

Шекспирҙың "Макбет"ында — Макбет, Л. Толстойҙың "Тере мәйет"ендә — Протасов, А. Чеховтың "Аҡсарлаҡ" әҫәрендә — Треплев, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"ендә — Закир, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһында — Аҡйегет, "Ташлама утты, Прометей "ҙа — Прометей, Назим Хикмәттең "Онотолған әҙәм "ендә — Доктор һәм башҡалар.

Илшат Йомағолов — БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, әммә халыҡ күптән инде уны халыҡ артисы тип ҡабул иткән.

Сәхнәлә тыуҙырған халыҡсан образдары өсөн генә түгел, ә "Нәркәс" трагедияһында башҡорт халҡының милләт булараҡ формалаша башлаған осоро сағылдырылғанға, халыҡ күңеленә яҡын булған мәңгелек ҡиммәттәрҙең намыҫ, бурыс, мөхәббәт, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрҙең төп идея итеп күтәрелгәне өсөн уны халыҡ үтә лә яҡын итеп ҡабул итә.

Бынан тыш И. Йомағолов "Ебәк ҡороҡ", "Семәрле тәхет", "Сәсәндәр" тигән һәм башҡа тиҫтәләгән сәхнә әҫәрҙәре авторы. "Нәркәс" трагедияһының сәхнә ғүмере оҙон. Ул башҡорт театры сәхнәһендә генә түгел, республикабыҙҙың Рус театрында һәм шулай уҡ илебеҙҙең башҡа бик күп сәхнәләрендә төрлө телдәрҙә ҡуйыла.

Илшат Хәлил улы Йомағолов оҙаҡ йылдар Өфө сәнғәт училищеһында, унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтында дәрестәр алып бара, йәштәрҙе сәхнә оҫталығына өйрәтә. Театрҙа иһә башҡорт теленең сафлығы, дөрөҫ әйтелеше, матур тел өсөн көрәшә.

Стәрлетамаҡта башҡорт театры асыу өсөн байтаҡ көс һала. Илшат Хәлил улы Йомағолов — РСФСР-ҙың, БАССР- ҙың атҡаҙанған артисы.

Зинира Атнабаева (1934)

үҙгәртергә

Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева Тәтешле районының Күрҙем ауылында 1934 йылда тыуа. Ғаиләлә береһенән- береһе бәләкәйерәк ете бала үҫә. Әлбиттә, туйғансы икмәк ашамаған көндәре лә, өҫтөнә кейер кейеме булмаған саҡтары ла байтаҡ булғандыр. Әммә улары онотолған. Ә бына кистәрен буйҙан-буйға ҡыҙыл буҫтауҙан һуғылған шаршау эленгән оҙон һикенең (урындыҡтың) сәхнәгә әйләнеүе... Былары инде иҫтән сығырлыҡ түгел. Ьөнәр күрһәтергә күрше балалары ла килә. Зинира үҙе йырлай, үҙе бейей. Әсәһе уға, күҙ теймәһен өсөн, ҡырҡ төрлө ҡораманан сәхнә күлдәге тегеп бирә. Ошо күлдәге арҡаһында ҡыҙыҡайға "Мәскәү ҡыҙы” тигән ҡушамат тағыла.

Зинира артистка булырға хыяллана. Уның хыялы тормошҡа аша. Ул Луначарский исемендәге Мәскәү Дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Диплом спектакле — Карпенко-Карыйҙың "Бәхетһеҙ мөхәббәт"ендә уйнаған София роле уға ҙур уңыш килтерә һәм был әҫәр егерме йыл сәхнәнән төшмәй, егерме йыл буйы Зинира алмаштырғыһыҙ София була. А. Чеховтың "Ивановтың фажиғәһе"ндә — Сарра, И. Юзеевтың "Көйгәнемдең тыуған көнө"ндә — Баныу, Ә. Мирзаһитовтың "Әсәйемдең сал сәстәре"ндә — Йәмилә, Сәхиб Ямалдың "Упҡын"ында — Несрин һәм башҡа тиҫтәләгән образдар тыуҙыра ул.

Бер туған ағаһы — танылған шағир һәм драматург Әнғәм Атнабаевтың "Ул ҡайтты", "Балаҡай- ҙарым”, "Законлы никах менән", "Шоңҡар", "Игеҙәктәр", "Ут" һәм башҡа драмаларында һәм комедияларында төп ролдәрҙе башҡара Зинира Ҡасим ҡыҙы.

Зинира үҙен бәхетле һанай. Тамашасылар ярата уны. Артистканың үҙе һөйләгән бер ваҡиға аша уның тамашасы һөйөүен генә түгел, ә уны ышандыра алыу көсөнә эйә булыуын да аңларға мөмкин:

— Ауылдарҙа гастролдә йөрөгән саҡта, төрлө шарттарҙа уйнарға тура килә. Бәләкәй ауыл халҡын да урап үтке килмәй. Ялан ерҙә таҡта түшәп уйнаған саҡтар ҙа йыш була ине. Шундай осраҡтарҙың береһе — ҡола яланда таҡта өҫтөндә "Бәхетһеҙ мөхәббәт "те ҡуябыҙ. Кейем алмаштырыу, артистарға сығып тороу өсөн машина ҡулайлаштырғанбыҙ. "Бәхетһеҙ мөхәббәт"те уйнайбыҙ. Илшат Йомағолов — Гнат, мин — София. Бына Гнат Софияны үлтерә лә күтәреп алып сыға. Уны ергә һалып, һуңғы һүҙҙәрен әйтергә тейеш. Мине ергә һалыуы булды, ҡойоп ямғыр яуып ебәрҙе. Йоҡа ғына күлдәк кейгәнмен, ерҙә ятам. Халыҡ тын да алмай Гнаттың үкенеү-ғазап монологын тыңлай, ҡымшанмай ҙа. Ямғырға иғтибар ҙа итмәй. Бына шундай донъя ығы-зығыларын онотторорлоҡ оҫта актриса ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева.

Шамил Рәхмәтуллин (1930-2002)

үҙгәртергә

Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин Томск әлкәһенең Каргасок районының Пашня ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт музыка училищеһының театр бүлексәһен, унан һуң ГИТИС тамамлап, Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә. Шунан һуң Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡырыла.

Башҡорт милли театр комедияһының иң яҡшы традицияларын дауам итеүселәрҙең иң сағыу вәкилдәренең береһе. Хужа Насретдин (Н. Иҫәнбәт, "Хужа Насретдин"), Низами (X. Ибраһимов, "Еҙнәкәй"), Әбләй Эүәлбаев (И. Абдуллин, "Бажалар"), Талип (Мостай Кәрим, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!") ролдәрен Шамил Рәхмәтуллин үҙенсә генә алымдар менән иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡара.

Ә инде Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһындағы Диуана образын классик кимәлдә уйнай, һәм Диуана ул саҡтағы тамашасы хәтерендә фәҡәт Шамил Рәхмәтуллин уйнауында ғына ҡалғандыр. Ғөмүмән, Шамил Рәхмәтуллин үҙе уйнаған геройҙарының эске донъяһын асыуға ҙур көс һала, һәр һүҙ, фраза өҫтөндә ентекле эшләй торған артист. Бергә эшләгән артистарҙың әйтеүенә ҡарағанда, спектаклдә уйнай торған көндә ул артыҡ күп һөйләшмәгән, иғтибарын ситкә йүнәлтмәгән. Бер нисә көн фәҡәт үҙе уйнаясаҡ образында йәшәгән.

Ул үҙе байтаҡ спектаклдәрҙе сәхнәләштерә һәм драма әҫәрҙәре яҙа. "Әжәл алдынан”, "Түгелмә, шатлығым", "Алмағастар сәскә атҡан саҡта", "Уйындан уймаҡ" әҫәрҙәренең авторы. Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин — РФ-тың һәм БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Хәмит Яруллин (1935)

үҙгәртергә

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин Салауат районының Ахун ауылында 1935 йылда тыуа. ГИТИС тамамлап, Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта һәм бөтөн ижади ғүмерен ошо театрға бағышлай. X. Яруллин сәхнәлә һәр саҡ төп йәки спектаклдә әһәмиәтле урында торған ролдәрҙе уйнай. Уның уйнауы тәбиғилеге менән айырылып тора. Ниндәй генә роль булмаһын, ул әллә ни көс һалмай ғына, үҙен генә уйнап сыҡҡан һымаҡ тойғо ҡалдыра. Әммә образдарҙы шул тиклем оҫта аса, тамашасы уға шул тиклем ышана, башҡа ҡуйылышта дублер уйнауын ҡабул итә алмай.

Уның репертуары бик бай: Гнат (И. Карпенко-Карый, "Бәхетһеҙ мөхәббәт"), Фердинанд (Ф. Шиллер, "Мәкер һәм мөхәббәт"), Закир (Мәжит Ғафури, "Ҡара йөҙҙәр"), Тибальд (Шекспир, "Ромео һәм Джульетта"), Джильберт (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Язалаусы (М. Кәрим, "Салауат. Өн аралаш ете төш"), Сергей Чекмарев (Азат Абдуллин, "Онотма мине, ҡояш"), Бабаев (А. Н. Островский, "Бәлә кеше башынан йөрөй"), Нәжиб Асанбаев әҫәрҙәрендә Айбулат ("Зәйтүнгөл"), Әбүбәкер ("Ҡыҙыл паша").

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Роза Кәримова (1935)

үҙгәртергә

Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова Нуриман районының Иҫке күл ауылында 1935 йылда тыуа. ГИТИС тамамлағас, Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм бөтөн ижади ғүмерен ошо театрға бағышлай.

Театрҙа ул 80-дән ашыу ролдә уйнай. Улар араһында төп ролдәр ҙә, икенсел ролдәр ҙә бар. Ниндәй генә роль бирелмәһен, Роза Кәримованың үҙ бурысын оло ихласлыҡ менән үтәгәне күренә. Ул уйнаған ролдәр исемлегендә Мирандолина (К. Гольдони, "Ҡунаҡхана хужабикәһе"), Джульетта (Шекспир, "Ромео һәм Джульетта"), Нина Заречная (А. П. Чехов, "Аҡсарлаҡ"), Джен (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Мария ("Салауат. Өн аралаш ете төш"), Рәсимә (Ә. Атнабаев, "Игеҙәктәр"), Маруся (С. Мифтахов, "Зимагорҙар") һәм башҡалар.

Роза Шәйхетдин ҡыҙы — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Башҡорт академия драма театрының иң тәүге йылдарҙағы традицияһын лайыҡлы дауам итеүсе артистарҙан Марат Солтановты, Хәкимйән Сәғитовты, Гүзәл Сәғитованы, Физа Латипованы, Муллаян Һөйәрғоловтарҙы әйтеп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Сибай театрынан саҡырылған талантлы артист Заһир Вәлитов театр мәртәбәһен күтәреүҙә ҙур өлөш индерә.

  1. ЭШ. Уҡыусылар! Үҙ яҡташығыҙ булған артистарға айырым альбом башлағыҙ. Улар тураһында ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан яҙмалар менән тулыландыра барығыҙ. Яҡташығыҙға хөрмәт күрһәтеү ҙә, үҙегеҙ өсөн өлгө лә булыр.

Режиссер Әмир Абдразаҡов

үҙгәртергә

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылда Ырымбур әлкәһенең Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында тыуа. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-та Башҡорт студияһын тамамлап, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта.

"Бәхетһеҙ мөхәббәт"тә (Карпенко-Карый) — Степан, "Ул ҡайтты"ла (Ә. Атнабаев) — Тимербулат, Хәйернас (Н. Нәжми, "Егет егетлеген итә") һәм башҡа байтаҡ ҡына ролдәр башҡарып, тамашасы күңелен яулай.

1962 йылда БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Радио тапшырыуҙары һәм телевидение комитетына режиссер булып эшкә күсә.

50-гә яҡын телевизион фильм төшөрә. "Халҡым һағышы", "Туй", "Күңел ҡанаттары", "Кәләш әйттергәндә", "Заһир Исмәғилев", "Халыҡ шағиры", "Кинйә" (Ғәли Ибраһимов әҫәре буйынса, сценарий авторы Фуат Биишев), "Бөртөкләп йыйыла алтын" (сценарий авторы Фуат Биишев), "Өмөт" (сценарий авторы Ғата Имаев); "Каумы, шаңдау!", "Беҙ ышанабыҙ!", "Белорет — Шишмә" тимер юлы" тигән документаль фильмдары бар. Артабан "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның тәүге директоры була.

Әмир Абдразаҡов — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ БӨГӨНГӨҺӨ

үҙгәртергә

Башҡорт академия драма театрының хәҙерге өлкән быуынын тәшкил иткән быуын, нигеҙҙә, 1960 йылдар аҙаҡтарында Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап килә.

Яҡшы әҙерлекле, көслө, һәләтле йәштәр була улар. Рифҡәт Исрафилов, Фәтих Ихсанов, Ғайса Хәсәнов, Сафура Аҫылбаева, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Фидан Ғафаров, Хәнә Минһажева, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Ринат Миңнебаевтар килеүҙәре менән иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙыра, төп ролдәрҙә уйнай.

Тамашасылар "Айгөл иле"ндә Айгөл булып уйнаған Хәнә Минһажеваны, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" трагедияһында иң беренсе булып ғорур Нәркәс, "Ай тотолған төндө" трагедияһында Зөбәржәт образдарын тыуҙырған Рәмзиә Хисамованы бик йылы ҡаршылай.

Рәмзиә Хисамова театрҙа байтаҡ үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Оҫта, ихлас уйнауы, тел яңғырашына үтә лә иғтибарлы булыуы, тел моңон тойоу ы менән тамашасы күңелен яулай.

Таңсулпан Бабичева (1953)

үҙгәртергә

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичеваны республикала ғына түгел, ә илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә белмәгән кеше юҡтыр. Ул үҙенең илаһи матурлығы, ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһының тәрәнлеген, серлелеген асыусы, эҙләнеүсән, үҙенсәлекле шәхес булыуы менән ихтирам һәм абруй ҡаҙанған.

Сәхнәлә ул тыуҙырған Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М. Кәрим, "Ай тотолған төндө"), Айһылыу (И. Абдуллин, "Айһылыуҙың айлы кистәре"), Илона Альгрен (X. Вуолийки, "Ят йондоҙ"), Аҡйондоҙ (М. Кәрим, Р. Исрафилов, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар"), Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ. Шафиҡов, "һәҙиә") һәм башҡа ҡатын- ҡыҙ образдары. "Мин тамашасыларға үҙем тыуҙырған образдар менән үҙҙәрен сағыштырып, яҡшы яҡтарынан үрнәк алып, тағы ла матурыраҡ булырға, уңыштарын баһаларға мөмкинлек бирергә тырышам. Үҙҙәренә оҡшамаған сифаттарҙан арынырға тырышһындар ине.

"Айгөл иле"ндә Зөлхәбирәне Зәйтүнә Бикбулатова уйнағайны. Зөлхәбирәне йәшәтеүсе төп көс — ул донъяла ҡыҙының барлығы һәм уның саҡырыуы. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың төп йәшәү көсө — мөхәббәттә. Иленә, ғаиләһенә, иренә, балаһына, ҡыҫҡаһы, тотош донъяға булған һөйөү хисендә", — ти актриса үҙ маҡсаты тураһында.

Таңсулпан бәләкәй саҡтан бейергә яратҡан. Балерина булырға хыялланған. Әммә балет артисы булыу өсөн күнекмәләрҙе бик иртә башларға кәрәк. Ә ул урта мәктәпте тамамлағас ҡына килә, һуңлай. Шунан сәнғәт институтына уҡырға инә.

"Күп кенә бөйөк таланттар үҙҙәренән һуң алмаш әҙерләмәүҙәре менән ижад ғүмерҙәрен ҡыҫҡарталар. Мин ошо хатаны иҫәпкә алып, үҙ тәжрибәмде килер быуынға, йәштәргә тапшырыу ниәте, хыялы менән янам. Бына-бына сәхнә түрен яулар йәштәрҙе сәхнә оҫталығына ғына түгел, ә ижад кешеһе өсөн ҡурҡыныс булған яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалау, уларҙы сәхнәгә яҡтылыҡ алып килеүсе остазлыҡ юлына йүнәлтеү минең маҡсатым , — ти сәнғәт институтында сәхнә оҫталығы дәрестәре алып барған артистка...

Теоретик белем генә түгел, ә ғәмәли яҡтан да тәрән белем бирә алырлыҡ актриса ул Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева. Уның ижад иткән образдары, уға һоҡланған тамашасыларҙың фекерҙәре лә ошо хаҡта һөйләй. Мәскәүҙә гастролдәрҙә ваҡытта сәхнә оҫталығына үтә лә талапсан баш ҡала тамашасыһы ла уның юғары оҫталығына хайран ҡала. Ә был оҫталыҡ тәбиғәттән генә түгел, ә туҡтауһыҙ, арыу-талыу белмәй түккән хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Нурия Ирсаева (1942)

үҙгәртергә

"...Әйтерһең, Мостай ағай Әсхәтте минең бала сағымдан күсереп алған. Ситтән генә ҡарап торған да күсереп яҙған төҫлө. Әллә бөтәһенең дә бала сағы бер-береһенә оҡшаш буламы икән? Мин үҙем Миәкә районының Ҡанбәк ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып тыуғанмын. Әсәйем һөйләүенсә, ауылдың йәш балаға танһыҡҡай апайҙары мине сиратлап үҙҙәренә ҡунырға йөрөткән. Шулай итеп, бөтә ауылға йыуаныс булғанмын.

Атайым һуғыштан, Дахау концлагеры тамуҡтарын үтеп, әйләнеп ҡайтты һәм тағы ла ике ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер бирҙе. Балалыҡ йылдарымды иҫкә алһам, өй эсе тулы бала-саға күҙ алдына килә. Беребеҙ рәсем төшөрә, икенсебеҙ уҡый, өсөнсөбөҙ ойоҡ бәйләй, мин иһә, өләсәйемдең камзулын кейеп, Заһира апайымдың таҡмағына бейейем," — тип хәтерләй бала сағын Нурия Ирсаева.

һәнәр һайлар саҡ еткәс, бәләкәйҙән йыр-бейеүгә оҫта Нурия туп-тура Өфөгә сәнғәт училищеһына килә.

Күренекле драматург Нәжиб Асанбаев уның тураһында былай тип һөйләй: — Алтмышынсы йылдар башында, мин театрҙа директор булып эшләй башлаған осорҙа, академия театрының ауыр мәле булғандыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, труппалағы илле артистың күбеһе олоғайып бара, шуға режиссер Шәүрә Мортазина менән һөйләшеп, был турала Бәҙәр Йосоповаға ла әйттек. Бәҙәр Йосопова театр коллективын йәшәртеү тураһындағы фекерҙе хупланы һәм үҙенең тәҡдимен дә әйтте: — Минең бер шартым бар. Бер бик талантлы ҡыҙҙы алһағыҙ ине... Быйыл училище тамамлай. — Нурия Ирсаеваны әйтәһегеҙме? — тине Шәүрә Мортазина. — Эйе, эйе, тап үҙе. Училищеға күптән ундай таланттар килгәне юҡ ине. Уның һәр күҙәнәгендә — театр! Тауышында ла, йөрөшөндә лә, күҙ ҡараштарында ла — театр! Хоҙайым, биргән бит кешегә шул тиклем оло байлыҡ!

Бына шулай итеп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына яңы талант килә. Нурия Ирсаева өлкән коллегаларының ышанысын аҡлай. Уға бер аҙҙан төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Ул башҡарған йәш лирик героинялар театр тарихында үҙе бер сағыу битте тәшкил итә. Партнерҙарынан да уңа актриса. Әхтәм Абушахманов, Рәфил Нәбиуллин, Олег Ханов. Ә "Ғәлиәбаныу" (Мирхәйҙәр Фәйзи), "Ғәлиә" (Т. Таһиров) кеүек спектаклдәрҙәге йырлы ролдәрҙә алмаштырғыһыҙ партнеры Фидан Ғафаров була.

Нурия Исхаҡ ҡыҙы — Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.

Фидан Ғафаров (1947)

үҙгәртергә

"Театр — минең тормошом, йәшәү рәүешем, мөхәббәтем", — ти Фидан Ғафаров. "Нәркәс"тә (И. Йомағолов) — көслө рухлы, ҡаты ихтыярлы Тимерханды һәм был образға ҡапма-ҡаршы тиерлек роль — А. Островскийҙың "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр "ендә мөхәббәт уйыны уйнарға яратҡан Миловзоров. Ошондай ролдәрҙе берҙәй оҫта башҡара.

Фидан Ғафаров 1947 йылда Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуа. Мәктәптә уҡыған сағында ояла-ояла ғына сәхнәгә сығып, гармунда уйнаған. Шунан спектаклдәргә лә ылыҡтыра башлайҙар.

1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлексәһенә уҡырға инә. Тамамлағас та, Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Уға тәүҙән үк төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар.

Әнғәм Атнабаевтың "Мөхәббәт тураһында йыр" драмаһында Илһам булып уйнай. Оҡшаталар. Бынан һуң Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" спектаклендә Зөлҡәрнәй ролен башҡара. Ул шундай оҫта уйнай, хатта урамда осраған тамашасылар уны Зелҡәрнәйҙең үҙе тип уйлайҙар.

Бынан һуң режиссер Шәүрә Муса ҡыҙы уға У. Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта "һында РЬмеоны ышанып тапшыра. Рәфҡәт Исрафилов иһә уға "Ғәлиәбаныу "ҙағы Хәлилде тәҡдим итә. Ғәлиәбаныу булып Нурия Ирсаева уйнай. Ошо спектаклдән һуң улар тамашасыларҙың иң яратҡан актерҙарына әйләнәләр һәм егерме ике йыл буйы бергә уйнайҙар.

"Спектаклдең премьераһы алдынан мин фәҡәт үҙ ролем менән генә йәшәйем. Башҡа бер ни тураһында ла уйламаҫҡа, һөйләшмәҫкә тырышам. Сөнки сәхнәлә хатта бер ни әйтмәгән саҡта ла һин булмышың, торошоң, ым-ишараң менән "ниҙер әйтеп" торорға тейешһең", — ти Фидан оҫта уйнау серҙәренең береһен асып.

Театрҙа эшләгән йылдарында ул 40-тан ашыу роль уйнаған. Фабиано (В. Гюго, "Мария Тюдор"), Илдар (Ғ. Әхмәтшин, "Тальян гармун"), Ҡотләхмәт (М. Кәрим, "Ҡыҙ урлау"), Ырыҫҡол (М. Кәрим, "Ай тотолған төндө"), Шайморатов генерал (Ф. Бүләков, "Шайморатов генерал"), Булат (К. Тинчурин, "Зәңгәр шәл"), Рәхмәт (Э. Атнабаев, "Игеҙәктәр"), Тимербәк (Ә. Мирзаһитов, "Ғүмер ике килмәй"), Заһир (Т. Таһиров, "Ғәлиә") һәм башҡалар.

Фидан Сафа улы Ғафаров — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстандың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

===Хөрмәтулла Үтәшев== (1959)

Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев Хәйбулла районының Таштуғай ауылында тыуа. Уҡытыусы булырға хыяллана. Армиянан ҡайтҡас, Магнитогорск педагогия институтының әҙерлек курстарына инә. Шул уҡ ваҡытта бейеү-йыр түңәрәктәренә лә ихлас йөрөй.

Тауышы һәйбәт, ҡурайға оҫта, буй-һыны килешле егеткә дуҫтары артислыҡҡа барырға кәңәш итәләр. Үҙенең дә күңеле йыр-музыкаға тартыла. Урау-урау юлдар үтеп, Өфө сәнғәт институтына килеп инә һәм бик тырышып уҡый башлай.

Күп яҡлы талант эйәһе Хөрмәтулла Үтәшевте Башҡорт академия драма театрына эшкә алалар һәм, нигеҙҙә, төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Ҡарағол (Д. Юлтый, "Ҡарағол"), Рифат (Э. Атнабаев, "Балаҡайҙарым"), Шатморат (Баязит Бикбай, "Ҡарлуғас"), Малик (Ф. Богданов, "Төнгө ҡунаҡ"), Фән Ғәлимов (Ҡол-Дәүләт, "Шартлап китһен донъяһы!"), Тимербулат (Э. Атнабаев, "Ул ҡайтты") Ж. -Б. Мольер «Һаран» - Гарпагон,  О. Жанайдаров «Джут. Һуңғы йәйләү» - Ербол,  Г. Яхина, Я. Пулинович инсц. «Зөләйха күҙҙәрен аса» - Мортаза Вәлиев,  Башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» - Самрау,  С. Айытматов, Е. Баранчикова «Сыңғыҙхандың аҡ болото» - Сыңғыҙхан

М.Кәрим «Ҡыҙ урлау» - Дәүләтбай

Т.Ғиниәтуллин «Шәмсетдин һәм Шәмсура» - Ғәлимйән Н. Асанбаев «Ҡыҙыл паша»- Имам Әбдель әзиз һәм башҡа күп төрлө, төрлө мөхиттә йәшәгән, төрлө холоҡ-ғәҙәтле образдарҙы оҫта асыуға һәләтле.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы,С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Әхтәм Абушахманов (1948)

үҙгәртергә

Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуа. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ихлас ҡатнаша, ауыл сәхнәләрендә уйнай. Ғәжәп тауышы, буй-һыны, уйнау оҫталығы, ҡыҫҡаһы, тәбиғәттән килгән актерлыҡ булмышы Өфө белгестәренең иғтибарын йәлеп итә һәм уны Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға саҡыралар.

Ул театр бүлегенең 2-се курсында уҡый башлай. 1970 йылда училище тамамлағас, Башҡорт академия драма театрына эшкә алына һәм спектаклдәрҙә иң яуаплы төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар. Мостай Кәримдең "Салауат. Өн аралаш ете төш" әҫәрендә — Салауат, "Ташлама утты, ПрометейГҙа — Көс, "Ай тотолған төндө"лә — Аҡъегет, Дауыт Юл- тыйҙың "Ҡарағол"онда — Ҡарағол, Азат Абдуллиндың "Ун өсөнсө председатель" спектаклендә — Саҙрый, У. Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта "һында — Парис һәм башҡалар.

Иң ҙур дан килтергәне — Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша'Ъында Кәрим Хәкимов роле. Ул тормошта реаль йәшәгән был күренекле шәхесте шул тиклем оҫта башҡара, хатта Кәрим Хәкимовтың ҡыҙы ғәжәпкә ҡала. Әхтәм Абушахмановты Йәштәр театрына ла, Стәрлетамаҡ башҡорт театрына ла, телевизион фильмдарҙа уйнарға ла саҡыралар. Ул — Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе.

Әхтәм Әхәт улы Абушахманов — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы.

ТЕАТР РЕЖИССЕРҘАРЫ

үҙгәртергә

Театрҙың йөҙө режиссерҙан тора, тиҙәр. Ысынлап та, бер үк әҫәрҙе лә хатта төрлө режиссер төрлөсә ҡуя. Әҫәрҙең йөкмәткеһен бирә алыу, актерҙар менән эшләү, образды асыу, художник менән кәңәшләшеп, декорация һәм костюмдар һайлау, музыкаль яҡтан биҙәүҙә үҙ фекереңде булдырыу — бөтөнөһө лә режиссерҙың әҙерлегенә, оҫталығына, тәжрибәһенә бәйләнгән.

Башҡорт драма театрын академик кимәлгә күтәреүҙә режиссерҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Вәли Мортазин-Иманский, Ғиниәт Ушанов, Хажи Бохарский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәли Ғәлимов, Булат Имашев, Рәфғәт Фәйзи, Шәүрә Мортазина, Фәйез Вәхитов, Ғабдулла Ғиләжев, Рифҡәт Исрафилов, Вәзих Сәйфуллин, Ҡадир Бакиров, Лек Вәлиев кеүек ғәжәп оҫта режиссерҙары булды театрҙың. Ҡайһы бер актерҙар, мәҫәлән, Ғәлләм Саттаров, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Садыҡов, Сәхи Сәйетовтар актерлыҡ менән бергә режиссерлыҡта ла үҙҙәрен һынап ҡарайҙар.

Вәли Ғәлимов

үҙгәртергә

1908 йылда Татарстандың Бейектау районы Сатламыш ауылында тыуа. 1930 йылда Өфө сәнғәт техникумын тамамлай һәм хеҙмәт юлын драма артисы булып башлай.

1956 йылдан 1971 йылға тиклем режиссерлыҡ эшен алып бара һәм ул эшләгән йылдарҙа театр бик ҙур уңыштарға өлгәшә, Иманский-Мәһәҙиев- Имашевтар башлаған традиция дауам итә. Бер үк ваҡытта башҡорт яҙыусыларының байтаҡ ҡына әҫәрҙәре буйынса пьесалар яҙа.

Ул сәхнәгә ҡуйған әҫәрҙәрҙән "Ҡара йөҙҙәр", "Иҙеүкәй менән Мораҙым”, "Салауат Юлаев" һәм "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл" (Баязит Бикбай әҫәрҙәре), "Мария Тюдор" (В. Гюго) һәм башҡалар. Үҙе ижад иткән ролдәрҙең трагиктарын да, комиктарын да бик оҫта уйнай.

Рәфғәт Фәйзи

үҙгәртергә

1904 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуа. Илебеҙҙең бик күп театрҙарында эшләй. Ҙур тәжрибә туплаған актер һәм режиссер Рәфғәт Фәйзи 1934 йылда Башҡорт академия драма театрына эшкә килә һәм өс тиҫтә йылға яҡын актерлыҡ һәм режиссерлыҡ эшен алып бара. Халыҡ күңелендә Ягоны ("Отелло") оҫта уйнауы менән айырыуса ныҡ иҫтә ҡала.

Шәүрә Мортазина

үҙгәртергә

Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты тамамлай ҙа 1948 йылда Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Ул 100-ҙән ашыу спектакль ҡуя. Әҙерлекле, талантлы режиссер классик әҫәрҙәрҙе лә ҡыйыу рәүештә сәхнәләштерә һәм бик уңышлы эшләй.

Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол", Баязит Бикбайҙың "Салауат Юлаев" һәм "Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл", Ә. Мирзаһитовтың "Утлы өйөрмә", Азат Абдуллиндың "Онотма мине, ҡояш", Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" әҫәрҙәре менән бер рәттән донъя классиктары У. Шекспир, Ф. Вольтер, П. Кальдерон, А. Н. Островский, А. П. Чехов, Дж. Лондон, Б. Шоу әҫәрҙәрен дә берҙәй үк оҫталыҡ менән ҡуя.

Ш. Мортазина һәр саҡ эҙләнә, әҫәр йөкмәткеһен аңлайышлы һәм асыҡ итеү, ҡатмарлы образдарҙы ла классик кимәлдә, әммә шул уҡ ваҡытта ябай һыҙаттар менән дә асыу өсөн саралар эҙләй һәм таба. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында ла ул ҡуйған спектаклдәргә халыҡ күпләп йөрөй. Ябай халыҡ классик әҫәрҙәрҙе аңлап етмәй, тигән фекерҙе Ш. Мортазина юҡҡа сығара.

Шәүрә Муса ҡыҙы Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө сәнғәт институтында педагогик эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә. Ул күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың ҡыҙы. 1925 йылда Мәскәү ҡалаһында тыуа. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәү ҡалаһында үткәрә.

Ҡадир Бакиров

үҙгәртергә

Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһын асыуға өлгәшкәс, Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡорт ауылдары буйлап һәләтле йәштәр эҙләүҙе ойоштора. Ул төркөмдә Ҡадир Бакиров та була. һәм байтаҡ ҡына һәләтле йәштәрҙе, шул иҫәптән йырсы Сөләймән Абуллинды, Мәғфирә Ғәлиеваны ла оло юлға ул сығара.

Ҡадир һаҙый улы Бакиров 1905 йылда Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуа. 1931 йылда Ленинград дәүләт академия драма театры эргәһендәге режиссура лабораторияһын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Баймаҡ колхоз-совхоз театрында башлай.

А. Таһировтың "Алатау", Дауыт Юлтыйҙың "Ҡарағол", Н. Гоголдең "Әйләнеү", С. Мифтаховтың "Һаҡмар", "Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт" әҫәрҙәрен сәхнәләштерә.

1935 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театры Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй смотрында "Ҡарағол" менән "Алатау" спектаклдәрен күрһәтә һәм юғары баһа ала. Ғәзиз Әлмөхәмәтов тырышлығы менән П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында башҡорт студияһы асылғас, Ҡадир Бакиров бында уҡытырға килә.

А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында ла уҡытыусылыҡ эше алып бара. Аҙаҡ Өфө сәнғәт техникумында уҡыта. Өфө сәнғәт техникумында уҡытҡан йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында режиссерлыҡ эшен дә алып бара. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, һуғыштан һуң Башҡорт академия драма театрында, Сибай театрында режиссерлыҡ эше алып бара. Ҡадир һаҙый улы Бакиров — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Вәзих Кашап улы Сәйфуллин

үҙгәртергә

Шишмә районының Әмин ауылында 1929 йылда тыуа. Өфө театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Ауырғазы колхоз- совхоз театрында актер булып эш башлай.

Был театрҙа (1956 йылдан башлап Салауат драма театры) дүрт тиҫтәгә яҡын роль башҡара. Улар, нигеҙҙә, төп геройҙар була. Әммә Вәзих Кашап улы үҙендә режиссерлыҡ һәләте тоя һәм Ленинград дәүләт театрының музыка һәм кинематография институтының режиссерлыҡ факультетын тамамлай ҙа Салауат драма театрында баш режиссер, бер аҙҙан Башҡорт академия драма театры директоры һәм баш режиссер булып эшләй.

Ул бик күп әҫәрҙәрҙе сәхнәгә ҡуя. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө", Ә. Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын”, "Ғүмер ике килмәй", Шамил Рәхмәтуллиндың "Әжәл алдынан", Л. Н. Толстойҙың "Тере мәйет", Нәжиб Асанбаевтың "Миләш-Миләүшә", Ғәзим Шафиҡовтың "һуңғы алыш", "Бында минең төйәгем", Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй", Әнғәм Атнабаевтың "Балаҡайҙарым" һәм башҡа спектаклдәр ҙур уңыш менән бара.

Вәзих Сәйфуллин заман талабына яуап бирерлек, сәнғәттең юғары өлгөһө булырлыҡ әҫәрҙәр ҡуйырға тырыша, күберәк әхлаҡ проблемалары күтәрелгән пьесаларҙы үҙ итә. Вәзих Кашап улы Сәйфуллин — БАССР-ҙың, РФ-тың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Лек Вәли улы Вәлиев

үҙгәртергә

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында 1935 йылда тыуа. Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын (1965 йыл) тамамлай һәм режиссер булараҡ эште Салауат драма театрында башлай.

Аҙаҡ Башҡорт академия драма театрында, Сибай драма театрҙарында эшләй, һәләтле режиссер бик күп классик әҫәрҙәр менән бер рәттән тәүге әҫәрҙәрен алып килгән авторҙарҙың пьесаларын да сәхнәләштерә. Яңы авторҙар менән бергәләп эшләй, кәңәштәре менән ярҙам итә.

Лек Вәли улы Вәлиев — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.


Башҡорт академия драма театрында һәм Йәштәр театрында танылған режиссер Азат Нәҙерғолов, Мәскәүҙән режиссерлыҡҡа уҡып ҡайтҡан Айрат Абушахманов, Илнур Муллабаев, Рөстәм Хәкимовтар данлыҡлы режиссерҙарыбыҙҙың традицияһын заманса яңғыраш менән дауам итәләр.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең элекке традицияларын уңышлы дауам итә. Ҡыҙыҡлы асыштар һәм матур ҡаҙаныштар үҙәге ул. Күренекле актерҙар ғына түгел, режиссерҙар ҙа бында сынығыу ала, оло һынау үтә.

Театр сит республикаларҙан, Мәскәүҙән дә режиссерҙар саҡыра, уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Йәш режиссерҙар, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар", "Нәркәс", "Айгөл иле" әҫәрҙәрен яңы ҡуйылышта сәхнәгә сығаралар. Был спектаклдәрҙә талантлы артистар, Башҡорт академия драма театрының традицияһын лайыҡлы дауам итеүселәр Азат Йыһаншин, Азамат Ғафаров, Алмас Әмиров, Сәғиҙулла Баййегетов, Сара Буранбаева, Хәким Мортазин, Айһылыу Йомағоловалар уйнай.

НУР" ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

"Нур" Өфө дәүләт татар театры ошо уҡ исемдәге театр студияһы нигеҙендә төҙөлә. 1992 йылда тәүге сезонын аса. Директоры — М. Т. Мөҙәрисов, баш режиссеры — Б. Н. Ибраһимов. Тәүге артистар Башҡорт драма театрынан күсә һәм театрҙың төп нигеҙен тәшкил итә. Р. Ғән- дәлипова-Еникеева, Р. Ф. Латипова, Р. Ғәйфуллина, С. Сираева, Д. Фәйзуллина-Ғәлимова, Р. Мырҙабулатова, М. Исхаков, И. Кәлимуллин, А. Шәйхетдиновтар төп йөктө күтәрәләр.

1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты татар бүлеген тамамлаусыларҙы сығара һәм улар театрға өҫтәмә көс булып килә. Яңы театр үткән быуат башында тирә-яҡта дан алған һәм бик популяр булған "Нур" театрының нигеҙ һалыусыһы беренсе татар һәм башҡорт артисткаһы С. Ғ. Ғиззәтуллина-Волжская традицияларын ҡайтанан ҡайтарыу һәм заманса үҫтереү маҡсаты менән эшләй.

У. Шекспирҙың "Ромео менән Джульетта "һын, Ғаяз Исхаҡи әҫәре буйынса эшләнгән "Зөләйха" һәм "Көҙ" драмаларын ҡуя. Мирхәйҙәр Фәйзи, Ф. Сәйфи-Ҡаҙанлы, Кәрим Тинчурин, Хәй Вәхит әҫәрҙәре уңышлы бара. Татар театрын Татарстан тамашасылары ла яратып һәм көтөп ала.

"Нур" Өфө татар дәүләт театры татар мәҙәниәтенең үҙенсәлекле үҙәге. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан мәҙәниәт усаҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. "Нур"ҙа Салауат Нурисламов, Эльмир Ғәзизуллин, Резеда Зарипова, Айһылыу Ғүмәрова кеүек һәләтле актерҙар тамашасыларҙы үҙ оҫталыҡтары менән һөйөндөрә.

Байрас Надим улы Ибраһимов

үҙгәртергә

Тәтешле районының Күрҙем ауылында 1953 йылда тыуа. Атаһы ла, әсәһе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр була, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашалар. Шуға ла Байрас бәләкәйҙән артист булыу тураһында хыялланып үҫә. Армиянан ҡайтҡас, Өфөгә килеп, сәнғәт институтына уҡырға инә.

Хеҙмәт юлын Салауат драма театрында актер булараҡ башлай. Шунан Мәскәүҙәге Юғары режиссерлыҡ курстарын тамамлай. Б. Ибраһимов кешенең эске кисерештәрен, ҡатмарлы образдарҙы асыуҙа оҫта алымдар таба һәм маҡсатына ирешә. Режиссерға ваҡиғалар ағышына ҡарағанда кешенең үҙе, уның тәбиғәте, булмышы ҡы- ҙығыраҡ. Артистарҙың тәбиғи уйнауына ынтыла.

Байрас Ибраһимов ҡуйған спектаклдәр: М. Фәйзи, "Аҡ ҡалфаҡ"; Зәйнәб Биишева, "Мөхәббәт һәм нәфрәт"; Фәтих Әмирхан, "Тиң түгелдәр"; Илдар Юзеев, "Кейек ҡаҙҙар артынан" һ. б.

РЕСПУБЛИКА РУС ДРАМА ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

Республика рус академия драма театры Башҡортостанда иң боронғо театрҙарҙан һанала. 1861 йылда Өфөлә беренсе театр бинаһы барлыҡҡа килгәс тә, рус драма сәнғәте тыуа. Ә 1919 йылда ул С. Т. Аксаков Халыҡ йортонда "Өфө дәүләт үрнәк театры" булараҡ ойошторола һәм иң тәүҙә Р. Лотарҙың трагикомедияһы буйынса "Король Арлекин, йәки Тәхеттәге диуана" спектаклдәре менән асыла.

1922—1930 йылдарҙа уның бинаһында килешеү буйынса Мәскәү, Пермь, Әстрхан, Ростовтың театр труппалары уйнай. Рус драма театры, ныҡлы төркөм йыйып алып, 1930 йылдың 5 ноябрендә В. Вишневскийҙың "Первая Конная” тигән спектаклдең премьераһын ҡуя. Режиссер Д. Касьянов етәкселегендә ҡуйылған ошо спектакль менән Рус драма театры үҙенең эшмәкәрлеген башлай һәм был көн театрҙың тыуған көнө тип иҫәпләнә.

1939 йылда театр Гоголь урамында филармония бинаһынан урын ала һәм 1982 йылда махсус бина һалынғанға тиклем шунда эшләй.

Рус академия драма театры үҙенең иң тәүге принциптарына тоғро. Театр тарихы халыҡ тарихынан айырылғыһыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бик күп һәләтле артистар, 80-дән ашыу кеше, үҙ теләктәре менән фронтҡа китә, театр тормошо бер аҙ һүрәнләнә биреп ҡала. Был йылдарҙа патриотик рухлы спектаклдәр сәхнәләштерелә. А. Корнейчуктың "Фронт", Л. Леоновтың "Нашествие", К. Симоновтың "Русские люди" тигән пьесалары буйынса эшләнгән спектаклдәр ҡуйыла. Артистар фронттарҙа ла, хәрби госпиталдәрҙә лә сығыш яһайҙар.

Республика рус академия драма театрында классик әҫәрҙәр ҙә, фольклор ҙа, хәҙерге драматургияның иң яҡшы өлгөләре лә ҡуйыла. Рус театры үҙ тамашасыларын башҡорт әҫәрҙәре менән шатландыра.

Иң тәүге башҡорт пьесаһы — Афзал Таһировтың "Алатау" драмаһы уйнала. Баязит Бикбайҙың "Салауат"ы, Ҡадир Даяндың "Таңсулпан"ы, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"е, Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" менән "Айгөл иле" рус тамашасыларына бик оҡшай.

2000 йылдарҙа театр Ғәзим Шафиҡовтың әҫәрен сәхнәләштерә.

Театр бәләкәй балаларҙы ла онотмай. Улар өсөн әкиәттәр буйынса спектаклдәр ҡуйыла.

1982 йылда яңы бинала яңыса эш башлай театр. Уға киңерәк ҡолас менән эшләргә мөмкинлек тыуа. Театрҙың Ҙур һәм Бәләкәй залдары бар. Театрҙың художество етәксеһе, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Исаакович Рабинович үҙ йүнәлешен тормошҡа ашыра.

Ә уның төп йүнәлеше — үткәндәргә һөйөү, бөгөнгөгә — ышаныс, киләсәккә — өмөт, сәхнәлә ҡуйылған әҫәр геройҙарының эске донъяһын асыу аша тамашасыларға ошо фекерҙе һалыу. А. Казанцевтың, Ж.-Б. Мольерҙың, А. Козловскийҙың, М. Рощиндың, У. Шекспирҙың һәм башҡа бик күп авторҙарҙың әҫәрҙәре менән Башҡортостан һәм илебеҙҙең башҡа тарафтарындағы театр сәхнәләрендә сығыш яһап, маһирлыҡтарын күрһәтеп, һәр саҡ маҡталып ҡайта был театр. Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә гастролдәрҙә була һәм Ялталағы театр фестивалендә лә ҡатнаша.

Рус драма театры һуңғы йылдарҙа айырыуса әүҙем эшләй. Гуманистик яңғырашлы тормошсан темалы спектаклдәр ҡуйыла. Н. В. Гоголдең "Әйләнеү", А. Н. Ос- тровскийҙың "Банкрот", А. П. Чеховтың "Ваня ағай" һәм башҡа шундай пьесалар бар репертуарҙа.

СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТ ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

1990 йылда Стәрлетамаҡ театр-мәҙәниәт берекмәһе ойошторола һәм 1991 йылда был берекмә үҙгәртеп ҡоролоп, рус театры, башҡорт драма театры һәм Бейеү театрҙарын берләштерә. Рус театры иһә 1946 йылда уҡ асыла. Стәрлетамаҡ халҡына был театр бик яҡын. Бында донъя классикаһы ла, рус классик әҫәрҙәре лә, башҡорт драматургтарының пьесалары ла ҡуйыла.

1991 йылда Башҡорт театры ойошторола. Уның художество етәксеһе һәләтле режиссер Гөлдәр Ильясова була. Был төркөм туплана башлағас, Башҡорт академия драма театрҙарынан байтаҡ артистар унда күсә һәм тәүге йылдары бик ҙур ярҙам күрһәтә. Бигерәк тә Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Әхәт Хөсәйеновтарҙың ярҙамы ҙур була.

Хәлил Ишбирҙин етәкселегендәге Бейеү театры ла 1991 йылда ойошторола. Был театрҙың репертуары үҙенсәлекле. Ул бәләкәй күләмле балет спектаклдәре ингән бейеү-сәхнә тамашаһы, хореографик миниатюралар, башҡорт фольклорына нигеҙләнгән бейеү композицияларын сәхнәләштерә. Бик күп бейеүҙәр һала. Ул һалған иң тәүге бейеүҙәрҙең береһе — "Аҡ яурын сал бөркөт".

Унан һуң "Ҡара тауыҡ", "Порт-Артур", "Баш бүре", "Шәғәли Шаҡман" һәм башҡа бейеүҙәр тотош бер театр- лаштырылған күренеш. Коллектив башҡорт халҡының тарихын, яҙмышын яҡтыртҡан, шулай уҡ бөгөнгө көн, заман геройы хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итә.

САЛАУАТ ДРАМА ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

Салауат ҡалаһы — Башҡортостандың иң йәш ҡалаларының береһе. Әммә уның даны ҙур нефтехимия үҙәге булараҡ ҡына түгел, ә сәнғәт үҙәге булараҡ та билдәле.

Киң билдәле Ауырғазы колхоз-совхоз театры 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсеп килә. Салауат ҡалаһына күсеп килеп, яңыса һулыш алһа ла, театр 1933 йылдан башлап туплай килгән тәжрибәһен, педагог һәм режиссер, театрға профессиональ нигеҙ һалыусы Е. А. Шляхтина-Сыртланованың һәм режиссер А. С. Садиҡовтың сәхнә оҫталығы буйынса традицияларын дауам итә.

Был театрҙа байтаҡ шәхестәр, сәхнә оҫталары ҡанат нығыта һәм артабан күтәрелә. Лек Вәлиев, Хәмит Усманов, Фәтхелислам Ғәләүетдинов, Вәзих Сәйфуллин, Ким Нәҙершин, Әнүәр Нурмөхәмәтов, Гөлдәр Ильясова кеүек исемдәре республикала ғына түгел, хәҙер инде ил күләмендә билдәле режиссерҙар үҫеп сыға.

Салауат театрында байтаҡ артистар халыҡ артистары тигән юғары исемдәр йөрөтә. Улар — Рәйсә Сәйфуллина, Илшат Вәлиев, Ғәзизә Насирова, Рим Баянов, Фәйзи Бәхтийәров, Рафаэль Сәлихов, Рим Әминев, Риф Мозаһитов, Флүрә Ниғмәтуллиналар. Театрҙың киләсәге лә ышаныслы йәштәр ҡулында.

Салауат театры үҙ исеменә есеме тура килһен өсөн Мостай Кәримдең "Салауат" трагедияһын сәхнәләштерә һәм ҙур уңышҡа өлгәшә. Хәҙер нисә йылдар инде был әҫәр сәхнәнән төшмәй. Шулай уҡ Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу "ы ла театрҙың "үҙ әҫәре"нә әйләнә, репертуарҙан алынмай. Театрҙа Э. Атнабаевтың "Ул ҡайтты", Флорид Бүләковтың "Әбейҙәргә ни етмәй", "Таштуғай", Л. Станкованың "Аҡ йәйҙәрем үтте инде" һәм Наил Ғәйетбайҙың байтаҡ әҫәрҙәре уңышлы бара.

Театрҙа спектаклдәрҙең ҙур уңыш менән барыуы, залдың һәр ваҡыт тамашасылар менән тулы булыуы- ның сере бар — актерҙарҙың байтағы оҫта уйнау ғына түгел, ғәжәп матур йырлайҙар ҙа. Рафаэль Сәлихов, Флүрә Ниғмәтуллина, Венера Хәсәнова, Гөлсәсәк Шәрипова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Рйза Мәһәҙиев, Фәтих Ҡолһариндар бынамын тигән йырсылар ҙа. Режиссерҙар спектакль һайлағанда, артистарҙың был оҫталығын да, тамашасы зауығын да күҙҙә тота. Ә башҡорт халҡы йыр ярата. Йырлы-моңло спектаклдәргә бик әүәҫ йөрөй.

Йыл һайын март айында Театр көнөндә "Йылдың иң яҡшы актеры" тигән исемгә лайыҡ булыусы билдәләнә. Был сара ла актерҙарҙың тырышып уйнауына, үҙ тырышлыҡтарының баһаһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалмауына ышаныс тыуҙыра, маҡсатлы, ынтылышлы эшләүгә этәргес булып тора. Театрға йәш актерҙар Өфө дәүләт сәнғәт академияһында әҙерләнә.

1990 йылдарҙа художество етәксеһе итеп В. Сәйфуллин билдәләнә.

СИБАЙ ДРАМА ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

Сибай драма театрының даны иң халыҡсан телле, халыҡсан уйнаусы театр тип таралған. Театрға нигеҙ 1931 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында күсмә театр булараҡ һалына.

Баш режиссеры Арыҫлан Мөбәрәков була. Шуның өсөн дә Сибай театры ошо атаҡлы артистың исемен йөрөтә. Тәүге спектаклде сәхнәгә Мәкәрим Мәһәҙиев ҡуя. Был театрҙан киң билдәле Э. Абыҙгилдин, Ғ. Абыҙгилдина, И. Эбитаева, X. Әхмәтов, Ә. Ҡурсаев, X. Ҡурсаевтар үҫеп сыға.

Баймаҡ театры тип йөрөтөлгән данлыҡлы театрҙа сәхнә биҙәү рәссамдары М. Арыҫланов, Ғ. Имашевалар, композитор Рәүеф Мортазин, йырсылар һәм ҡурайсылар Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, йырсы Рамаҙан Йәнбәковтар үҙҙәренең ижади эшмәкәрлеген башлай.

Өфө дәүләт сәнғәт институтынан һәләтле йәштәр килә.

ТУЙМАЗЫ ТАТАР ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

Туймазы татар театры 1991 йылда асыла. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты махсус сығарылыш әҙерләй һәм коллективҡа һәләтле йәштәр ебәрә. Бөгөнгө көндә театр үҙ йөҙөн, үҙ тамашасыларын тапҡан билдәле театрға әйләнә бара.

Нәләтле етәксе Ильяс Гәрәев Туймазы татар драма театрының үҙ йөҙөн булдырыу өсөн тырыша.

МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

Йәш тамашасылар театры исеме менән иң элек 1935 йылда Рус драма коллективы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән был театрҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Фәҡәт 1989 йылда ғына башҡорт һәм рус төркөмдәренән торған Милли йәштәр театры барлыҡҡа килә. Аҙағыраҡ татар төркөмө асыла. Театрҙың тәүге аҙымдарында Башҡорт дәүләт академия драма театрының ярҙамы ҙур була.

Художество етәксеһе итеп Олег Хановтың билдәләнеүе театрҙың рухи күтәренкелек менән эшләүенә йүнәлеш бирә. һәләтле режиссер Азат Нәҙерғолов О. Ханов башлаған йүнәлеште уңышлы дауам итә.

БАШҠОРТ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ

үҙгәртергә

Мостай Кәрим Башҡорт ҡурсаҡ театрының эш башлауы тураһында былай тип яҙа: "1940 йылда Ҡурсаҡ театры өсөн пьеса яҙҙым. Режиссер Н. Мусина Яҙыусылар союзына килеп инде, мин унда әҙәби консультант булып эшләй инем.

Ул Ҡурсаҡ театры өсөн репертуар булдырыу тураһында яҙыусылар менән кәңәшләшмәксе икән. Был хаҡта бик ихлас һөйләне. Ошо һөйләшеүҙә өс-дүрт яҙыусы ҡатнашты. Улар нисектер, ә мин уйға ҡалдым. Үҙемдең фатир хужабикәһенән ҡыйыу әтәс тураһында әкиәт ишеткәйнем. Бер нисә көн эсендә шиғыр менән бәләкәй генә пьеса яҙып, Мусинаға алып барҙым. Оҡшатты.

Музыканы күренекле композитор, үлемһеҙ "Башмағым" комедияһы авторы Хәбибулла Ибраһимов ижад итте. Премьера опера һәм балет театрының подвалындағы бинала үтте. Республиканың Башҡорт ҡурсаҡ театры элек ошонда урынлашҡайны.

Уңыштан дәртләнеп китеп, 1941 йылда Леонид Соло- вьевтың "Маҙаға тейеүсе" ("Возмутитель спокойствия") романы мотивтары буйынса "Хужа Насретдин" тигән пьеса яҙҙым. Театр уны ҡуйырға әҙерләнгәйне, үкенескә ҡаршы, һуғыш башланды. Мин фронтҡа киттем. Пьесаның артабанғы яҙмышын белмәйем, үҙемдә ҡулъяҙмаһы ҡалмаған, архивта ла һаҡланмаған.

Тап 40 йылдан һуң Октябрь проспектындағы бынамын тигән театрҙа талантлы Павел Мельниченко "Әтәс тирмәне"н ҡуйҙы. Шуныһы ла аптыратты: бөйөк тылсым эйәһе Владимир Штейн минең ололар өсөн яҙған "Ташлама утты, Прометей!" һәм "Диктаторға ат бирегеҙ!" тигән әҫәрем менән ҡыҙыҡһынды ла, мин шикләнеберәк ҡараһам да, сәхнәләштерҙе һәм уны балалар ҙа, ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡараны. Был мөғжизәгә бик ҡыуандым.

Һуңыраҡ ошо уҡ театрҙа ”Өс таған", "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" повестары ның персонаждары тыуҙы. Ҡурсаҡ театры минең өсөн тормошомдоң ябай бер эпизоды ғына түгел, яҡты бер өлөшө.

Был театрҙа башҡа авторҙарҙың да һоҡланғыс спек- талдәрен ҡарарға тура килде. Барыһы ла бала сағыма алып ҡайта, мин ололар күҙе һәм сабый күңеле менән ҡабул итәм. һәр ваҡыт тылсымға, хыялдың ысынбарлыҡҡа әүерел еү енә һоҡланам, хайран ҡалам. Был тойғо һәр саҡ оҙата килә. Сәхнәләге ҡурсаҡтарҙы яратам. Уларҙа автор һалған һәм актер тарафынан асып бирелгән фекер һәм күңел яҡтылығы нурлана. Араларында ҡара йәнлеләр ҙә бар, әммә улар һәр ваҡыт еңелә. Яҡтылыҡ еңә".

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры М. Н. Елгаштина менән О. М. Штейнкопф етәкселек иткән үҙешмәкәр театрҙан башланып китә.

1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының беренсе спектакле ҡуйыла. "Репка" тип атала ул.

Театрҙа спектаклдәр тәүҙә рус телендә генә бара. М. Н. Елгаштина был эшкә Башҡорт драма театры артисткаһы Ғәмбәрә Мансурованы ылыҡтыра. Ул башҡорт төркөмө ойоштора һәм уның етәксеһе була.

Театр тәүге көндәрҙән үк төрлө халыҡ әкиәттәренә мөрәжәғәт итә. Рус, башҡорт, Кавказ һәм Балтика буйы, Урта Азия, Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының әкиәттәрен сәхнәләштерә.

1980 йылда театр Мәскәүгә ижади отчет менән бара, ә 1988 йылда Һиндостанға фестивалгә бара һәм "һинд легендаһы" тигән спектакль өсөн Дж. Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.

Мария Николаевна Елгаштина 1873 йылда Барнаул ҡалаһында тыуа. Рәссам, график, театр рәссамы.

1913 йылда уҡ рәссамдар А. Э. Тюлькин һәм А. П. Лежневтар менән бергә Башҡортостан рәссамдарының тәүге ижади берләшмәһен барлыҡҡа килтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостанда М. В. Нестеров исемендәге Художество музейҙы ойоштороуҙа һәм музей китапханаһын туплауҙа ҙур өлөш индерә.

1932 йылда Ҡурсаҡ театрына нигеҙ һала. Тәүге әҫәрҙәрҙе үҙе яҙа, үҙе сәхнәләштерә. Уны "ҡурсаҡтарҙың өләсәһе" тип атайҙар.

Шулай итеп, Ҡурсаҡ театры А. С. Пушкин, Ш. Перро, ағалы-ҡустылы Гриммдар, В. Гауф, Э. Гоффман, М. Ю. Лермонтов, П. П. Ершов, С. Т. Аксаков, П. П. Бажов, М. М. Пришвин, Е. Л. Шварц, Саломея Нерис һәм башҡаларҙың әкиәттәрен сәхнәләштерә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был театр тимер юл станцияларында, эшелондарҙа, госпиталдәрҙә хәрбиҙәр алдында сығыш яһай. Махсус антифашистик программа менән Карелия фронтында ла була.

Башҡорт төркөмө тәүҙә тәржемә әҫәрҙәр генә ҡуйһа, тора-бара үҙенең авторҙары барлыҡҡа килә башлай, һуғыштан һуң Мостай Кәрим, Ә. Бикчәнтәев, С. Волков- Кривуша, Э. Фәтҡуллин, Ҡадир Даян, И. Ниғмәтуллин, Ш. Насыров, А. Игебаев, Ф. Иҫәнғолов, И. Абдуллин һәм башҡалар ҡурсаҡ театры өсөн әҫәрҙәр яҙа башлай,

һуңғы йылдарҙа Ғәзим Шафиҡов, Сафуан Әлибаев, Сәрүәр Сурина әүҙем эшләй. Ҡурсаҡ театрының эшен яҡшыртыу йәһәтенән директоры А. Р. Сәйетов һәм баш рәссамы менән баш режиссеры Н. Ғ. Байбурин, башҡорт төркөмө режиссеры Гөлнара Вәлитова ла күп көс һала.

Геройҙар ҡурсаҡ театры сәхнәләренән балаларҙы әле батырлыҡтары, әле шуҡлыҡтары, әле тылсымдары менән ҡыуандыра, уйландыра. "Суртан әмере буйынса", "Ал сәскә", "Шүрәле", "Дюймовочка" спектаклдәрендә сарафан кейгән хәйләкәр төлкө лә, һеперткегә атланған кәкре танаулы Баба Яга ла, атлас күлдәк кейгән Петрушка ла һәм, һис уйламағандан, тамашасыларҙы хайран итеп, ошо уҡ ҡурсаҡтар башҡарыуында Сыңғыҙ Айытматовтың "Аҡ пароход"ы, Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей!", Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр", И. Штоктың "Божественная комедия", Ғәзим Шафиҡовтың "Урал батыр"ы, А. Толстойҙың "Буратино мажаралары" ҡуйыла.

Ҡурсаҡ театры артистарына образға инеү өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк. Хайуандарҙың холоҡтарын хәрәкәттәре аша ғына түгел, ә тауыш аша биреү өсөн генә лә күпме өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта милли үҙенсәлек тә онотолорға тейеш түгел. Рус төркөмөндәге Әтәс башҡорт төркөмөндәге Әтәстән айырылып тора. Йәки башҡа милли әҫәрҙәрҙән татарҙарҙың ”Шүрәле"һе менән литва халҡының "Эгле — йыландар королеваһы "н уйнаған саҡта, әлбиттә, милли характерҙы өйрәнеү, уларҙы ошо әҫәр геройҙары аша дөрөҫ сағылдырыу мотлаҡ. Бала күңеле һәр яңылышлыҡҡа үтә лә һиҙгер.

Артистарҙан түбәндәге исемдәрҙе атап китергә кәрәк, сөнки улар хәҙер инде тәжрибәле, стажлы һәм киң танылған артистар: Айрат Әхмәтшин, Ләлә Булатова, Гүзәл Сәмиғуллина, Светлана Курепина, Миңлеғаян Сафина, Альбина Шумячер, Виталий Щербаков, Әнүзә Имаметдинова, Рәсүл Лоғманов, Ольга Дудка, Гөлсәсәк Мөхәмәтшина, Виктория Щербакова, Фәнис Имаметдинов, Венера Даянова, Антонина Дмитриева, Юрий Заяң, Ольга Шәрәфетдинова, Рәмилә Ҡобағошова, Фәтих Дәүләтбаев.

Бына ошо артистарҙың береһе тураһында театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе Фәрҙиә Әлибаева былай тип яҙа: "Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ҡобағошова Рәмиләне башҡаларҙан айырып торған сифаттары ниндәй тиһәләр, мин әҙәп, йомшаҡ тауыш, һөйкөмлө йылмайыу һәм иҫ китмәле аҡыл һәм эш һөйөүсәнлек, тиер инем".

Рәмилә Сөләймән ҡыҙының үҙенән дә былай тип һорай ҡалдым: — Рәмилә, ҡурсаҡ театры актеры булып эшләү иҫ китмәле ауыр хеҙмәт. Бында бит тойғолар көсөнән тыш, физик көс тә байтаҡ сарыф ителә. Бындай көс-ҡеүәтте ҡайҙан алаһығыҙ? Күңел байлығы ҡайҙан һеҙҙә?

— Тыуған еремдән. Бала-саҡта мине уратып алған мөхиттән. Минең тыуған төйәгем, унда йәшәгән кешеләр күңелдәре менән иҫ китмәле матурҙар һәм һәләтлеләр. Бына, әйтәйек, Көйөргәҙе еренән сыҡҡан Кинйә Арыҫланов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Баязит Бикбай, Илшат Йомағолов, Диҡҡәт Бураҡаев, Марат Аҙнабаев һәм башҡалар... — Тәүге ролдәрегеҙҙе хәтерләйһегеҙҙер?

— Улары — хәтерҙә иң ныҡ һаҡланғандары инде. "Бөркөттәр ҡанат ҡаҡҡанда" (А. Фәтҡуллин) — Зөләйха, "Алад- диндың тылсымлы шәме" (Н. Г. Арнет) — Зәйнәп, "Ғәлимә" ("Кара йөҙҙәр" повесы буйынса) — Ғәли ролдәре. Ул саҡтағы режиссер В. Штейнға рәхмәтлемен. Ул миңә ышанып шундай яуаплы ролдәр тапшырҙы.

— Һеҙгә төрлө режиссерҙар менән эшләргә тура килде. Уларҙың кемдәрен үҙегеҙҙең уҡытыусығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ?

— К. Ғәҙелшин, П. Мельниченко, Р. Хәлилов, Л. Вәлиев, Г. Вәлитова, Н. Байбурин. Уларҙың һәр береһенән үҙ һәнәремә кәрәкле бик күп оҫталыҡҡа өйрәндем. Улар мине һәнәремде яратыу ғына түгел, ә эштең төп уңыштарының береһе — тамашасыны яратырға өйрәттеләр".

Венера Рәхимова

үҙгәртергә

Ҡурсаҡ театры артисткаһы, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Венера Тимерхан ҡыҙы Рәхимова Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт ҡурсаҡ театрына эшкә килә һәм үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, башҡорт һәм рус төркөмдәрендә уйнай. Ул һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡурсаҡ театрының үҙенсәлеген ул тиҙ үҙләштерә.

Башҡа театрҙар менән сағыштырғанда, ҡурсаҡ театры күпкә ҡатмарлы. Бында хайуандар булып уйнарға, тауыш менән уларҙың холҡон-ғәҙәтен сағылдырырға кәрәк. Шулай уҡ кешеләрҙе уйнарға ла тура килгеләй.

Венера Рәхимова тураһында: "Буратино булып уйнаһа, Буратино тип ҡабул итәһең, ә Агазия йәки Ғәлимә ролдәрен башҡара икән, ысынлап та, Буратиноны уйнаған Рәхимовамы был, тип аптырайһың. Тәбиғәттән артислыҡ һалынған кеше генә шулай үҙен танытмау кимәленә тиклем үҙгәрә алалыр", — тиҙәр. В. Рәхимова Башҡорт ҡурсаҡ театрында бик күп образдар тыуҙыра. ЬОРАУҘАР.

  1. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына кем нигеҙ һалған?
  2. Ҡурсаҡ театрында ниндәй трагедиялар һәм комедиялар ҡуйыла?

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯНЫ

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт филармонияһы 1939 йылдың 20 ғинуарында асыла. Башҡорт дәүләт бейеүҙәре ансамблен, бер нисә хорҙы, ҡурайсылар ансамблен, тынлы оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын, эстрада бригадаларын, күсмә оперетта коллективтарын берләштерә.

Тәүге мәлдә филармония коллективы Башҡорт музыка техникумының театр бүлеген тамамлаусы йәштәрҙән, шулай уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән килгән оҫталарҙан туплана.

1941 йылда әҙәби-музыкаль лекторий ойошторола. Был лекторийҙарҙа М. Кугушева, Л. Лебединский, Л. Троицкая, М. Черданцева, А. Либерман кеүек исемдәре киң билдәле сәнғәт әһелдәре әүҙем ҡатнаша. Тәүге концерттарҙа Башҡорт драма һәм опера театры артистары А. Мөбәрәков, 3. Бикбулатова, Ғ. Ҡарамышев, Ғ. Туҡаевтар, йырсыларҙан Б. Вәлиева, Ғ. Хәбибуллин, А. Сутягин, Д. Нурмөхәмәтова, X. Ғәлимовтар ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронттарҙа 17 бригада эшләй. Улар 1789 концерт бирә.

һуғыштан һуң республикала мәҙәни тормош йәйләнә. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Эсмә Шайморатова, Петр Кукотовтарҙың даны республикала ғына түгел, ә башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән тирә-яҡ республика, әлкәләрҙә лә киң билдәле була.

Артистар булған тәжрибәләренән тыш яңыса эшләү, сәхнәгә ниндәйҙер яңылыҡ килтереү тигән уй-теләк менән яна башлайҙар. Шулай итеп, 1950 йылдарҙа тәүге инструменталь ансамблдәр барлыҡҡа килә. Етәкселәре — Бәхти Ғайсин һәм Николай Голов (сәхнә псевдонимы Наил Ғәлиев).

Бәхти Ғайсин менән Фәриҙә Ҡудашева, Николай Голов менән Мәғфирә Ғәлиеваларҙың был яңылығы һәм, өҫтәүенә, таланттары киң популярлыҡ килтерә. Ошо уҡ ансамблдәр нигеҙендә Илфак Смаков, Нәзифә Ҡадырова, Шамил Хәмәҙинуров, Вәкил Мурзиндар үҫеп сыға.

Башҡорт филармонияһының үҙенсәлеге тағы шунда, ул халыҡ араһынан үҫеп сыҡҡан һәләттәргә үтә лә һаҡсыл, иғтибарлы ҡарай һәм фольклор нигеҙендә сәнғәтте үҫтереүгә куп көс һала. Әйтәйек, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Иәнбәков, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙы атап китергә мөмкин. Ишмулла Дилмөхәмәтов ҡурайсыға һәм ҡурайға ҡарата иғтибарҙы һәм данды бермә-бер арттырған маһир ижадсы була.

1969 йылда Хор капеллаһы ойошторола. Уны ойоштороусыларҙың береһе, аҙаҡ етәксеһе — Таһир Сәйфуллин. Хор башҡорт классикаһын да, рус һәм сит ил классикаһын да башҡара.

1987 йылда филармонияның Бәләкәй залында немец фирмаһы эшләгән орган урынлаштырыла. Ошонан һуң баш ҡаланың һәм республиканың музыка сәнғәте һөйөүселәре өсөн даими орган музыкаһы тыңлау бәхете асыла. Башҡортостанға беренсе органист Вячеслав Мортазин уҡып ҡайта.

Төрлө фольклор төркөмдәре: "Йәдкәр" ансамбле, "Каруанһарай" эстрада-фольклор төркөмө. Сәнғәт оҫталарының юбилей кисәләре, авторлыҡ кисәләре ойошторола. Филармонияның 700 һәм 400 урынлыҡ ике залы бар. Бәләкәй залда орган урынлаштырылған. ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡасаи асыла?
  2. Филармонияла ниндәй тармаҡтар эшләй?

Филормонияның тәүге йырсылары

үҙгәртергә

Хәбир Ғәлимов (1905—1996)

үҙгәртергә

Хәбир Латип улы Ғәлимов Салауат районы Лағыр ауылында тыуа. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт студияһын тамамлай.

Профессиональ операға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Д. Чимарозаның "Йәшерен никах"ында — Паолино, Дж. Паизиеллоның "Тирмәнсе һылыуҡай" операһында — Барон Коллоандр, Мәсәлим Вәлиевтең "һаҡмар"ында — Юлай, У. Гаджибековтың "Аршин мал алан" операһында — Аскер, Заһир Исмәғилевтең "Салауат Юлаев" операһында — Салауат, ҡыҫҡаһы, филармонияға эшкә күскәнгә тиклем операларҙа һәм һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара.

1955 йылдан — филармония солисы. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын ғәжәп үҙенсәлекле моң, аһәң менән башҡарыусы йырсы. Уның йырҙары яҙылған патефон пластинкаларын тыңлау өсөн ауыл-ауыл йыйылышып ултырыр булғандар. Бик күп йәш йырсылар унан башҡарыу оҫталығына өйрәнә. Хәбибулла Ибраһимов, Камил Рәхимов, Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримовтарҙың йырҙарын тәү башлап халыҡҡа сығарыусы йырсы була ул үҙ заманында. Әле лә радио аша уның башҡарыуында "Ғайса", "һанаҡа" һәм башҡа тиҫтәләгән башҡорт халыҡ йырҙарының фәҡәт Хәбир Ғәлимовса ғына яңғырауын тойоп була. Ул ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле йырсы. Башҡорт филармонияһының нығынып, үҫеп китеүенә ҙур өлөш индергән оҫта.

Хәбир Латип улы Ғәлимов — РСФСР-ҙың, БАССР- ҙың атҡаҙанған артисы.

Сөләймән Абдуллин (1928—2002)

үҙгәртергә

Бөтөн ижад ғүмерен башҡорт йыр сәнғәтенә арнаған, халыҡ йырҙарын ихлас яратҡан һәм киләсәк быуын өсөн ҡалдырырға тырышҡан йырсыларыбыҙҙың береһе — Сөләймән Абдуллин.

Ул Ейәнсура районының Үтәғол ауылында 1928 йылда тыуа. Бәләкәй сағынан йырға әүәҫ була.

"Йыр — миңә быуындан быуынға тапшырыла килгән аманат, — ти йырсы. — Беҙҙең яҡтың тәбиғәте ғәжәп бит ул. Тау башына артылып бер һуҙып йырлап ебәрһәң, тотош тирә-йүн һине тығңшп, һине дәртләндереп, ҡеүәтләп ебәргәндәй була”.

Сөләймән Абдуллин мәктәп смотрҙарында, һабантуйҙарҙа ҡатнаша, өлкәндәрҙең йырҙарын отоп ала. Беренсе тапҡыр район үҙәге Иҫәнғолда смотрҙа ҡатнашҡан саҡта, уға һигеҙ генә йәш була. "Атайым һуғышҡа киткәндә: "Их, улым, Өфөгә барып бер генә тапҡыр булһа ла радионан йырлап, халыҡҡа ишеттерһәң ине”, — тигән теләген әйтеп ҡалдырҙы.

1948 йылда атайымдың теләге тормошҡа ашты. Радио аша уның "Ҡаҫмарт буйы" тигән йырын башҡарҙым. Халҡымдың моңо, үткән аһ-зары йөрәгемә һеңгән. Йырлаған саҡта йырҙа барған ваҡиғаны, ундағы кешеләрҙе күҙ алдыма килтерәм. Беҙҙең йырҙар тотош тарих бит ул. Йырлап торам, йырҙа һөйләнгән ваҡиғалар берәм-берәм күҙ алдымдан үтә.

”3өлхизә"не хатта яҡын ғына һылыуымдың зар йыры һымаҡ итеп башҡарам. Күҙҙәремә йәш алмай йырлағаным юҡ. Ниҫә тапҡыр йырлайым, шул тиклем йәш тула.

"Илсе Ғайса”ны йырлаған саҡта, атайым күҙ алдына килеп баҫа. "Ергәйеш” йырын башлаһам, ошо йылға туғайында емеш йыйып йөрөгән әсәйем күҙ алдыма килә лә баҫа.

Бер йылы беҙгә Дауыт Юлтый килгәйне. Сәй эстеләр, мине йырлаттылар. Дауыт олатай арҡамдан һөйөп, ҙур сәхнәлә йырларға яҙһын һиңә, тине. Шунан күп тә үтмәй, уны ҡулға алғандар икән, халыҡ дошманы булған икән, тигән хәбәр килеп етте. Хәбәр ҙә килеп етте, атайымды ла ҡулға алдылар. Бер аҙҙан ҡайтарҙылар. Ныҡ имгәткәйнеләр. Шулай булһа ла һуғышҡа китте. Тыуған ерен бигерәк яратты ул.

Йырға һөйөү атайымдан башланды. Бөгөнгөләй хәтеремдә, яңы сабылған бесән һалынған арбала күккә ҡарап салҡан ятҡанмын. Эргәмдә — атайым, дилбегәһен бушаҡ ҡына тотоп, атты үҙ яйына һалған да "Уйыл"ды йырлай. Күк йөҙөнөң дә, атайым моңоноң да иге-сиге юҡ һымаҡ.

Йырлай-йырлай ҙа йырҙың тарихын һөйләй башлай. ”Ә быныһы, улым, "Хисам” көйө. Үҙебеҙҙең яҡ кешеһе — Хисам ҡарт сығарған. Улы һәләк булғас, йөрәккенәләре яныуҙан ни эшләргә белмәй моңланғандыр инде ҡартың. Өҫкәлек буйҙарында, тау битләүҙәрендә йырлай-йырлай йөрөй, тип һөйләй торғайнылар Урта Муйнаҡ кешеләре", — тип һөйләгәне хәтеремдә. (Хисам ҡарт — йырсы Мәғфирә Ғәлиеваның ҡартатаһы. — М. Б.).

Әсәйем Зарыубикә лә йыраусы булды. Ауыҙын асыр-асмаҫ ҡына моң менән генә һыҙыр ине боронғо йырҙарҙы. Һүҙҙәре лә ап-асыҡ ишетелер ине, моңо ла юғалмаҫ ине. Эй, йырлай беләләр ине боронғолар! Ауылдарҙа ла боронғоса башҡарыу оҫталығы һаҡланған. Ана бит ҡалай һыҙҙыралар!" — тип Һоҡлана торғайны боронғо башҡарыу оҫталығына Сөләймән Абдуллин.

Йырсы Сөләймән Абдуллинды Башҡорт дәүләт филармонияһына йәш йырсыларҙы боронғо йырҙарҙы башҡарыу оҫталығына өйрәтергә саҡыралар. Бик ихлас башҡара был эште.

Уның тауышы ла, башҡарыу оҫталығы ла башҡаларҙан айырыла. Ул йырҙы тойоп, йөрәге аша үткәреп, йырҙың тарихына-йөкмәткеһенә инеп йырлай. Йырсы башҡарыуында "Урал", "Әрме", "Зөлхизә", "Мәҙинәкәй", "Быр", "Буранбай", "Бейеш", "Зәлифәкәй", "Кәмәлек", "Ҡаҫмарт буйы", "Төйәләҫ", "Хисам", "Ҡара Сурай", "Саҡырмаҫы, кәкүк” һәм башҡа тиҫтәләрсә йырҙар ҡабатланмаҫ талант эйәһенең иң ҡиммәтле ҡомартҡылары ул.

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин — БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм БР-ҙың халыҡ артисы.

(Ейәнсура районында мәшһүр яҡташтары: йырсылар Сөләймән Абдуллин призына — ир-егеттәр, Мәғфирә Ғәлиева призына — ҡатын-ҡыҙ йырсылар һәм Нәжметдин Хәсәнов призына ҡурайсылар араһында ярыштар үткәрелә. Ейәнсура башҡорт гимназияһында директор булып эшләгән саҡта, жюри ағзаһы булып ҡатнаша инем. Сөләймән Абдуллин менән йыр хаҡында әңгәмәбеҙ шул ваҡытта булды. — М. Б.)

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫНЫҢ ДАНЛЫ ТРАДИЦИЯҺЫН ДАУАМ ИТЕҮСЕЛӘР

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт филармонияһының бөгөнгө көндә оҫта йырсылары, Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеү ансамбле, Хор капеллаһы, Ҡурайсылар ансамбле, Тынлы оркестры, Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, күсмә төркөмдәре, эстрада коллективтары, "Йәдкәр" фольклор ансамбле, Орган залы менән бөтөн илебеҙҙә генә түгел, сит илдәргә лә даны таралды.

Өлкәндәрҙе алмаштырып, һәләтле урта быуын йырсылары, йәштәр өҫтәлә. Эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙан Ғүмәр Әбделмәнов, Фәрит Бикбулатов менән рәттән Райман Ишбаев, Фәдис Ғәниев, Филүс Ҡалмурҙин һәм башҡалар кеүек халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да башҡарыусылар әленән-әле коллективты тулыландырып торалар.

Сибай филармонияһы ла һәләтле йырсылар үҫтерә. Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле моң менән башҡарған Азамат Тимеров менән Нәсимә Тимерова ларҙы баш ҡала тамашасылары көтөп ала.

Рамаҙан Йәнбәков мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша. Республиканың 1-се һанлы интернат-мәктәбен тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Әммә йырҙы ташламай. Сәхнәһеҙ, йырһыҙ йәшәмәй ул. Башҡорт халыҡ йырҙарын яратыу бәләкәйҙән килһә лә, уны тойоп, аңлап, йөкмәткеһенә төшөнөп йырлау оҫталығына ул яҡташы, иҫ китмәле йырсы, ҡурайсы һәм композитор Хөсәйен Әхмәтовтан өйрәнә.

"Хөсәйен ағай минең йырҙарымды оҡшата ине. Хатта "Тыуған ауылым" йырын минең тауышым өсөн яҙҙы. Мин халыҡ йырҙарынан тыш композиторҙарҙың йырҙарын да башҡарам. Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Шамил Ҡол барисов, Мәсәлим Вәлиев йырҙарын бик яратам", — ти йырсы.

Рамаҙан Йәнбәков — халыҡ араһында йөрөгән, әммә бығаса сәхнә түренә сығарылмаған "Абдрахман", "Юлғотло" һымаҡ йырҙарҙы ла башлап башҡарыусыларҙың береһе. Йырсының репертуары бай. Ул бик күп халыҡ йырҙарын "("Сибай", "Уйыл", "Түрә- кәй", "Ильяс", "Азамат", "Төйәләҫ") яратып, тойоп, үҙ йөрәге аша үткәреп башҡара.

Йырсыны республикабыҙҙа ғына түгел, күрше әлкәләрҙә лә, яҡын сит илдәрҙә лә яраталар. "Йырсыға йыр тарихын белеү мотлаҡ. Тарихын белмәй тороп нисек йырламаҡ кәрәк? Йырлаған ваҡиға күҙ алдына килеп тетрәндереп торорға тейеш бит ул! Башҡорт халыҡ йырҙары тормошсан күренештәргә бай, тәрән кисерешле.

Йырсы үҙенең башҡарыу оҫталығы менән йырҙың йөкмәткеһен еткерә белергә һәм рухи кинәнес уятырға тейеш”, — тип иҫәпләй Рамаҙан Йәнбәков.

Рамаҙан Йәнбәков 1934 йылда Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуа.

Рамаҙан Фәтхулла улы Йәнбәков — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.

Зәки Мәхмүтов

үҙгәртергә

Зәки Мәхмүтов Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, ситтән тороп Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булған саҡта байтаҡ ҡына партиялар башҡара.

Әммә йырсы халыҡ йырҙары башҡарыуға әүәҫерәк булыуын тоя. Бәм, ысынлап та, Зәки Мәхмүтовтың үҙенсәлекле бас менән башҡарған йырҙарын халыҡ яратып ҡаршы ала.

Уның концерт репертуары бай: башҡорт халыҡ йырҙары һәм композиторҙары әҫәрҙәренән тора.

Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов Ғафури районының Үтәк ауылында 1934 йылда тыуа. БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Ғәлиә Солтанова

үҙгәртергә

Шағир Рәми Ғарипов яҡташы Ғәлиә Солтанованың йырына һоҡланып былай тип яҙа:

Йырла, әйҙә, йырла, әйҙә,

Йырла, әйҙә, Ғәлиә, һинең моңло тауышыңа Һандуғас башын эйә,

Гөлдәр ҙә башын эйә.

Шағирҙар данлаған, йырсылар маҡтап йырлап туймаған гүзәл Әй буйында тыуып-үҫкән Ғәлиә Солтанова. Уның тыуған ауылы Лаҡлы тәбиғәттең иҫ китмәле гүзәл мөйөшөндә урынлашҡан.

Әсәһе Маһира апай ғүмере буйы халыҡ йырҙарын йырлай, атаһы Кәлимулланың боронғо йырҙарын ауыл халҡы йотлоғоп тыңлай. Ғәлиә 10-сы класта уҡыған сағында спектаклдә ҡатнашып, йырлы роль башҡара.

Тамашасы уның уйнауын һәм йырлауын яратып ҡаршылай. Ғәлиә илһамланып китә, артистка булырға ҡарар итә. Ул П. И. Чайковский исемендәге Свердловск музыка училищеһын тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә ҡайта.

"Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм Сөләймән Абдуллин менән бергә эшләү мине халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа оло һабаҡ булды", — ти йырсы Ғәлиә Солтанова. Ул Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтында (хәҙерге академия) уҡырға китә һәм Нажиә Аллаярова, Марат Хисмәтуллин, Рима Мусина лар менән бергә уҡый, концерттарҙа ҡатнаша.

Ғәлиә Солтанованың "Таштуғай"ы ҡабатланмаҫ оҫталыҡ. Халыҡ йырҙарынан тыш йырсы композиторҙарҙың әҫәрҙәрен дә яратып башҡара. "Мин яратам һине" (Заһир Исмәғилев), "Минең йондоҙом" (Рафиҡ Сәлмәнов), "Тыуған ауылым”, "Һеҙҙең өсөн" (Хөсәйен Әхмәтов), "Кейек ҡаҙҙар" (Марс Макаров) һәм башҡа йырҙар тап Ғәлиә Солтанова башҡарған өсөн тиҙ арала халыҡ араһына тарала.

Уны Монголия, Урта Азия илдәре, Финляндия тамашасылары ла яратып ҡабул итә.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһының 2-се музыкаль-педагогик колледжында уҡытыусы булып эшләй.

"Йыр сәнғәте әлкәһендә эшләгән уҡытыусы ювелирлыҡ оҫтаһы кеүек. Тауышы матур, һәләтле йәш кешене ваҡытында күреп, шул тауышты асыуҙа, шымартыуҙа, сәхнәгә, халыҡ алдына сығырлыҡ кимәлгә еткереүҙә тейешле ярҙам күрһәтеп, дөрөҫ йүнәлеш бирәһең икән, тағы бер талант астым тигән һүҙ, — ти ул уҡытыусылыҡ эшенең яуаплылығы тураһында. — Йәштәргә халыҡ йырҙарын нота буйынса ғына түгел, халыҡсан итеп йырларға ла өйрәтәм. Халыҡ йырҙарының барлыҡ моңон, бөгөлөштәрен, наҙын нотаға һыйҙырып бөтөрлөк түгел бит уның. Йырлаған йырҙарыңдың асылын үҙең төшөнгәс кенә уларҙы халыҡҡа алып сығыу зарур. Тап шул саҡта тамашасы һине ихлас ҡабул итә."

Мәүлетбай Ғәйнетдинов

үҙгәртергә

Халыҡ йырҙарын тойоп, моңло итеп йырлаусыларҙың береһе — Мәүлетбай Ғәйнетдинов. Ул оҙаҡ йылдар буйы төрлө эштәрҙә йөрөй һәм бик һуңлап ҡына Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм хаҡлы ялға киткәнсе шунда эшләй.

Баянсы Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов һәм режиссер Фәтих Ихсанов башланғысы менән 1981 йыл "Йәдкәр" фольклор ансамбле ойошторола һәм Мәүлетбай Сөләймән улы шунда эшкә саҡырыла.

Үҙенсәлекле һәм бай репертуарлы был ансамблдең арҡа һөйәге булған йырсы Мәүлетбай Ғәйнетдинов башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен дә, һамаҡлауҙарҙы ла, таҡмаҡтарҙы ла берҙәй үк оҫталыҡ менән башҡара. Уның башҡарыуында "Буранбай", "Урал", "Сибай", "Бейеш", "Аҡһаҡ ҡола" һәм шулай уҡ композиторҙарҙың йырҙары үҙенсәлекле яңғыраш ала.

"Йыр минең күңелемдән үҙенән-үҙе сыға. Йырлай башлаһам, йырға шул тиклем бирелеп китәм, мин уларҙың оҙон көй икәнлеген дә тоймайым. Мин йыр эсендә йәшәйем", — ти йырсы үҙе.

Мәүлетбай Сөләймән улы Ғәйнетдинов 1938 йылда Ишембай районы Этҡол ауылында тыуа. БАССР-ҙың халыҡ артисы.

Флүрә Килдейәрова

үҙгәртергә

Флүрә Килдейәрова Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башлай. Әминә ("Салауат Юлаев"), һарысәс ("Урал илселәре"), Ҡатын (С. Низаметдинов, "Ҡара һыуҙар"), Марфа (Н. А. Римский-Корсаков, "Батша кәләше") кеүек төп партияларҙы башҡара.

Әммә Флүрәгә халыҡ йырҙарын башҡарыу, бигерәк тә оҙон көйлө боронғо йырҙар менән сәхнәгә сығыу, нығыраҡ оҡшай, һәм ул Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күсә.

Флүрә Килдейәрова — халыҡ йырҙарын иң юғары оҫталыҡта башҡарыусыларҙың береһе. Йырҙарҙы белеп кенә түгел, тойоп башҡарыуы, ундағы ваҡиғаларҙы, образды тәрән аңлауы һәм үҙ йөрәге аша үткәреүе, кисе- реүе тәбиғи талантына мәртәбә өҫтәй.

"Бәләкәйҙән йырлайым, — ти йырсы. — Минең туғандарымдың һәр береһе тиерлек йырсы, уйынсы. Шуның өсөн дә "Азамат", "Иҫке Урал", "Томан", "Көйөлдө", "Байсауыл", "Буранбай", "Ғилмияза" кеүек йырҙарҙы мин көн һайын тиерлек ишетә һәм күңелемә һеңдерә бара торғайным. Ул йырҙар менән үрелеп, шул йыр моңонда солғанып үҫтем мин. Бер генә хыял менән йәшәнем — үҫкәс, йырсы булам. Әммә Өфө сәнғәт училищеһына килеп, өсөнсө турҙан үтә алманым. Уҡырға тигән теләгем шул тиклем көслө булғандыр, ныҡышлығымды, ынтылышымды күреп, хор-дирижерлыҡ бүлегенә инергә тәҡдим иттеләр.

Училищены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор-дирижерлыҡ факультетында уҡыуымды дауам иттем. Әммә йырсы булыу теләге көсәйгәндән-көсәйә барҙы һәм, ниһайәт, вокал бүлегенә ҡабул ителдем".

Институтта уҡыған йылдарында уҡ Флүрә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, башҡарыу оҫталығы һәм моңо менән жюри ағзаларының иғтибарын йәлеп итә, тамашасыларҙың көтөп алған яратҡан йырсыһына әйләнә.

Әммә йырсы был уңыштары менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Төп маҡсатына ынтыла. Ә уның маҡсаты — халҡыбыҙҙың бығаса ишетелмәгән йәки һирәк ишетелгән көй-моңон классика кимәлендә илебеҙ халыҡтарына ишеттереү, киләһе быуынға ҡалдырыу. "Турат сағылы", "Алтын Урҙа", "Баяс", "Йәмәлекәй тауы", "Өйҙөрәкәй буйы", "Төхфәт кантон", "Сәңгелдәк йыры" һәм башҡа бик күп йырҙар Флүрә Килдейәрова башҡарыуында беренсе тапҡыр профессиональ сәхнәлә яңғырай. Ул йырға ҡарата бик һаҡсыл. Был халыҡҡа, уның рухи донъяһына, ижадына ҡарата сикһеҙ һөйөүенән килә.

Флүрә Килдейәрова "Ьаҡмар”, "Алты егет", "Таштуғай" һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарын беренсе тапҡыр органға ҡушылып башҡара. Мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов менән бергә концерт әҙерләп, республика райондары буйлап сығыш яһай. Был үҙенсәлекле концерт өлкән быуын моң эйәһенең киләсәккә аманаты кеүек булһа, Ф. Килдейәрованың халыҡ йырсыһына, уның ижадына оло ихтирам йөрөтөүенең өлгөһө кеүек ҡабул ителә.

Флүрә Килдейәрова бик күп композиторҙарҙың йырҙарына ла "ҡанат ҡуйып, киң донъяға осороп ебәрә". Уның репертуарында классик романстар ҙа, башҡорт композиторҙары йырҙары ла күп.

Йырсы Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова Учалы районының Илсеғол ауылында 1952 йылда тыуа. РФ-тың һәм БАССР-ҙың халыҡ, РФ-тың атҡаҙанған артисткаһы.

Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин

үҙгәртергә

Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин 1950 йылда Белорет районының Әхмәр ауылында тыуа. Урау-урау юлдар менән үҙенең маҡсатына ирешә — 1981 йылда Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлай һәм "Йәдкәр" фольклор төркөмөндә эшләй башлай.

Йырсы үҙенсәлекле, бәрхәт кеүек йомшаҡ тауышы менән халыҡ араһында тиҙ танылыу таба. Уның башҡарыуында "Сибай", "Ҡурайсы егет", "Тәфтиләү", "Ирәндек", "Любизар", "Хәйрүләкәй" һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙары баш- ҡарылышы менән айырылып тора. Ғ. Хәмзин композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов йырҙарын да яратып башҡара.

Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.

Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова

үҙгәртергә

Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова — башҡорт эстрадаһы йырсыһы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ һәм композиторҙарының йырҙары.

Ул "Элмәлек”, "Шәл бәйләнем", "Кәкүк" йырҙарын үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара. Сәхнәлә тотошо, хәрәкәттәре, ым-ишараһы менән йырҙың йөкмәткеһен тамашасыға еткереүгә өлгәшә. "Сейәле ( тау", "Оло юлдың туҙаны" һәм композиторҙар Рим Хәсәнов, Рәшит Йыһанов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова, яратҡан татар композиторҙарынан Рөстәм Яхин, Сара Садыҡова һәм башҡаларҙың йырҙарын ҡабатланмаҫ оҫталыҡ менән йырлай.

1979 йылда Үҙәк телевидение үткәргән "С песней по жизни" конкурсында ҡатнаша һәм дипломант була. Нәзифә Ҡадирова илебеҙҙең байтаҡ төбәктәрендә, шулай уҡ Урта Азия, Балтика буйы илдәрендә, Украи- нала һәм тиҫтәләгән сит ил сәхнәләрендә сығыш яһап, үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән тамашасы һөйөүен яулай.

Салауат Низаметдиновтың "Мөхәббәт йондоҙо" тигән рок-операһында Әсә ролен башҡарып, үҙенең күп яҡлы талант эйәһе икәнлеген күрһәтте. Н. Ж. Ҡадирова — БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, БАССР-ҙың, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты.

Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев

үҙгәртергә

1997—1998 йылдарҙағы концерт программаһы өсөн йырсы Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев 1998 йылда республикабыҙҙың юғары наградаһына лайыҡ булды. Уның репертуары бик бай. Башҡорт халыҡ йырҙарын да, татар халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй үк яратып, ихлас күңелдән башҡара.

Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева

үҙгәртергә

"Үҙемде белә башлағандан бирле йырлайым", — ти халҡыбыҙҙың иң яратҡан йырсыларының береһе Тәнзилә Үҙәнбаева. Ул бәләкәйҙән мәктәп сәхнәләрендә, ауыл клубтарында сығыш яһай һәм Өфө сәнғәт училищеһына, унан һуң Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә.

Институтты тамамлағас та Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм 1981 йылда ойошторолған "Йәдкәр" төркөмөндә йырсылар Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәмзин, баянсы Миңлеәхмәт Ғәйнетдиновтар менән бергә төп йөк тарта.

Уның репертуары иҫ китмәле бай һәм, нигеҙҙә, халҡыбыҙ ижадынан тора. Ул халыҡ күңелендә ынйы бөртөгөләй ҡәҙерләп һаҡланған бай мираҫты түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға еткерергә тырыша. Бығаса билдәле булмаған йәки аҙ билдәле халыҡ йырҙарын отоп ала, оло сәхнәгә сығара. "Зөлхизә", "Хисам", "Ашҡаҙар", "Баяс" кеүек киң билдәле йырҙар араһында "Ирәмәл", "Бөҙрә тал", "Ғәфифә", "һаҡмар буйы", "Дала", "Кәмәлек", "Кә- рәлек" кеүек йырҙар ҙа, "Урал бәйете", "Ҡурай бәйете" лә бар. Т. Үҙәнбаева ижадына республика тамашасылары ғына түгел, ә күрше республикаларҙа һәм сит илдәрҙә лә һоҡланып алҡышлайҙар.

БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева Мәләүез районының Түләк ауылында тыуа.

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮ КОЛЛЕКТИВТАРЫ

үҙгәртергә

Бейеү ансамбле барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк халҡыбыҙҙың сюжетлы бейеүҙәре булған. Туйҙарҙа, уйындарҙа, йыйындарҙа башҡарылған улар. Тимәк, башҡорт бейеү ансамбленең барлыҡҡа килеүе һәм донъя кимәленә сығыуы тиктәҫтән түгел.

Башҡорт халҡы йырға һәм музыка ҡоралдарында башҡарыу оҫталығына ғына маһир булмаған, ул бейеү менән дә дан ҡаҙанған. Бала муйынын тота башлағас та таҡмаҡлап усҡа ултыртып һикертеүҙән башланған бейеү хәрәкәттәре уның бөтөн ғүмере буйы оҙата килгән. Тәүтормош замандарында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр әлеге быуынға тиклем килеп еткәндер, моғайын. Сөнки был замандарҙа халыҡ үҙенең ижтимағи көнкүрешен, хеҙмәтен, төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын бейеүгә һалған.

Һунар һәм тәбиғәтте үҙләштереү, ҡул эштәре, мал һәм ҡош, күбәләк хәрәкәттәре, атта йөрөү, уҡ атыу, һыу тулҡынланыуы, ағас япраҡтары һелкенеүе хәрәкәттәрен сағылдырыу — былар бөтөнөһө лә борон-борондан күсә килгән бейеүҙәр.

Туйға арналған бейеүҙәр күп һаҡланған. Ьамаҡлап бер-береңә ҡаршы әйтешеп бейеүҙәрҙән "Тирәккәйем", "Кәкүк", (үкенес, әммә бейеүҙәрҙең был төрө ни өсөндөр сәхнәгә күтәрелә алмай), күмәкләшеп таҡмаҡлап бейеүҙәрҙән "Наза", "Бүҙәнә", "Сыңрау торна" йәки яугирҙарҙың батырлығын һынландырған "Байыҡ”, "Перовский", "Циолковский" бейеүҙәре, таҡмаҡлы уйындарҙан "Түңәрәк", "Үткес", "Кем етеҙ?" һ. б. бөгөнгәсә килеп еткән.

Сюжетлы, ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бейеүҙәр, әйтәйек, "Бүҙәнә", "Өс бүкән", "Өс таған" уйындары И. И. Лепехин, П. С. Паллас, С. Г. Рыбаков, С. И. Руденко хеҙмәттәрендә телгә алына, шулай уҡ башҡорт халыҡ ижад өлгөләрендә лә осрай. Ырымбурҙа "Хөсәйениә”, Өфөлә "Ғосмания" һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәләре эргәһендә эшләп килгән үҙешмәкәр түңәрәктәр үҙҙәренең ижад нигеҙенә халыҡ йырҙары, бейеүҙәрен һәм музыка ҡоралдарында башҡарылған әҫәрҙәрҙе ала. Аҙаҡ 1912 йылдарҙа "Нур", 1915 йылда "Ширҡәт" театрҙарында профессиональ бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килә.

Башҡорт бейеүҙәрен киң тамашасы алдына беренсе тапҡыр Вәли Мортазин-Иманский театр труппаһының фольклор программаһында күрһәтә.

1938 йылда балетмейстр Фәйзи Ғәскәров башланғысы менән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалына. 1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡта Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин етәкселегендә Бейеү театры, ошо уҡ йылда Нефтекама ҡалаһында Р. М. Саттаров етәкселегендә "Сәфәр" йыр һәм бейеү ансамбле, Өфө ҡалаһында Г. В. Анищенко етәкселегендә "Мираҫ" халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре барлыҡҡа килә.

Бөгөнгө көндә 200-ҙән ашыу бейеү ансамблдәре бар. Шулар араһында 40-тан ашыуы "Халыҡ ансамбле" тигән исемгә лайыҡ булған. Республикала ғына түгел, илебеҙҙә һәм хатта сит илдәрҙә танылыу тапҡан "Ирәндек" (Баймаҡ), "Ләйсән" (Учалы), "Эрвел" (Мишкә районы), "Ағиҙел" (Салауат ҡалаһы), "Сөмбөл” (Дүртөйлө ҡалаһы), "Дуҫлыҡ" (Нефтекама ҡалаһы), "Гөлдәр" (Сибай ҡалаһы), "Йәшлек" (Әбйәлил районы) бейеү ансамблдәре бар.

Халыҡ араһында һоҡланғыс бейеү оҫталары бар. Улар боронғо бейеүҙәрҙе лә һаҡлайҙар, халыҡ традицияһына хилафлыҡ килтермәйенсә генә, милли ерлектә үҙҙәре лә бейеү һалалар. Фәйзи Ғәскәров республикабыҙ буйлап сәйәхәттә йөрөгән саҡтарында тап шундай оҫталарҙан бейеү хәрәкәттәре өйрәнгән дә инде.

Халыҡ араһындағы бейеү оҫталары тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, 1960—1970 йылдарҙа бейеү оҫтаһы булараҡ легендаға әйләнгән Йәнғәле Вәхитов тураһында яҙып үтергә кәрәк.

Йәнғәле Арыҫлан улы Вәхитов һалған бейеүҙәр шул тиклем киң таралған, хатта уларҙың авторы кем икәнлеген дә онотҡандар. Уртаҡ исем менән генә атала — халыҡ бейеүе. Ул ғына ла түгел, үҙе һалған бейеүҙәргә сығарған көйҙәре лә халыҡтыҡы булып китә. Әйтәйек, "Бөрйән егеттәре" йырын бер кем дә Йәнғәле Вәхитов- тыҡы тимәй.

Радиояҙмаларҙа ла "халыҡ йыры" булып ингән, йырҙар китабында ла "Уран Кинйәбулатов һүҙҙәре, халыҡ йыры" тип яҙылған. Ул үҙе был хәлгә күнгән һәм: "Халыҡ ижады шулай тыуа инде, минең өсөн иң мөһиме — ижадым юғалмаһын, халыҡта йәшәһен. Мин көйҙәрҙе лә, бейеүҙәрҙе лә халыҡта йөрөгән хазинанан алып ижад итәм дә халыҡҡа кире ҡайтарам”, — ти.

Уның "Бейе, егет", "Кәкүк", "Кантон", "Йәш Байыҡ", "Таңсулпан", "Бөрйән ҡыҙҙары", "Ҡара тауыҡ", "Форт Перовский", "Шоңҡар" һәм башҡа күп бейеүҙәре халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.

Ижадсы яҙмышы

үҙгәртергә

(Бейеусе Әнуэр Әхмәҙиев тураһында)

"Мин 1914 йылдың 3 ғинуарында Дыуан районы Арый ауылында тыуғанмын. Атайым крәҫтиән ине, шулай ҙа ҡара наҙан түгел, мәҙрәсәлә уҡыған... Күмәк ғаиләле булдыҡ. Ике һыйырыбыҙ менән ике атыбыҙ бар ине. Аяныс, фажиғәле йылдар. Үсле кешеләр, күкрәк киреп, үҙе күрә алмағандарҙы "кулак" яһаны. Үҙҙәренең күбеһе ауылдың ата ялҡауы булыр ине. 1930 йылда әсәйем тифтан үлде. Ике һеңлем гүр эйәһе булды. Шул йылда театр техникумына уҡырға индем. 1931 йылда, Вәхитов Ғәзиздең ошағы буйынса, кулак балаһы, тип уҡыуҙан ҡыуҙылар.

...Тағы индем уҡыуға. Техникумды тамамлағас, Башҡорт театрында эшләй башланым. Театрҙы ойоштороусы башҡорт егете Вәли Мортазин булды. Ул бик актив рәүештә ауылдағыларҙы театрға ылыҡтырҙы. 1937 йылда уны, "халыҡ дошманы" яһап, аттылар. Бар ине рәхимһеҙ, ҡанлы йылдар. Театрҙың етәксеһе Мәкәрим Мәһәҙиев менән БашЦИК рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Афзал Таһиров һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов та дәһшәтле заманда ғәйепһеҙгә атылды. Ә Мөслим Марат ултырып ҡайтты. Ул Афзал Таһировтың яҙыусылар эше буйынса секретары ине. 1956 йылда Магадандан ҡайтҡас осраштыҡ та бик сиселеп һөйләшеп киттек.

— Нисек эләктең? — тинем.

— Беҙҙең өҫтән С. Ҡ. донос яҙған, — ти Мөслим Марат. — Уның нахағы хаҡында ҡайҙа ғына, кемгә генә һөйләһәм дә уны яҡлайҙар...

Бакиров Ҡадир ағай миңә ысын башҡорт бейеүе әҙерләргә ҡушты. Мин элек-электән башҡорт бейеүҙәренең хәрәкәтенә күҙ һала йөрөй инем. Ҡурайсылар Ибраһимов Солтан, Сөләймәнов Ғата, Әхмәтов Хәмит, Ушанов Ғиниәт- тәр һәр береһе көй тәҡдим итә. Ә мин иркенлек, аһәңлек, олпатлыҡ, һомғоллоҡ бирерлек, киң диапазонлы "Перовский” көйөн һайланым.

"Перовский" бейеүе башҡорт халҡында быуындан быуынға күсә килгән бейеүҙәр ерлегендә, кейек һәм ҡош хәрәкәтенә, яу күренештәренә оҡшатырға тырышыу нигеҙендә сәхнәләштерелде.

Мәҫәлән, бер ҡулды күтәреп, бер аяҡты алға баҫыу — хәрби аҙымды аңлата. Башҡорт — бик яугир халыҡ. Башҡорт үҙ илен генә түгел, Рәсәйҙе лә сит ил илбаҫарҙарынан ҡотҡарыуҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Баш өҫтөнә ҡул ҡуйып тирә-яҡты ҡарау — икһеҙ-сикһеҙ һуғыш яланын күҙәтеүҙе һәм уның ҙурлығын аңлата.

Ә кейемде үҙем тектергәйнем. 1948 йылда Мәскәүгә барғанда, минең костюмыма һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Итәк осо ҡамалы елән, дан билбау, төлкө бүрек, ҡайыулы итектәр кейгәнмен. Артистарға милли кейемдә йөрөргә ҡуштылар. Ниндәйҙер халыҡ-ара конгресс булған, сит ил ҡунаҡтары күп ине. Шулай, китеп барам, урамдағы халыҡтың күҙе миндә. Миндә тип, кейемдә инде. Башҡорт бына нисек эффектлы, матур кейенгән, тип танауҙы күтәреберәк, елән салғыйын елпелдәтә биреп атлайым. Их, ул саҡтар!”

Әнүәр Хәким улы Әхмәҙиев — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Әнүәр Әхмәҙиев ҡуйған "Перовский"ҙы аҙаҡ Ф. Ғәскәров, М. Иҙрисов, М. Шәмсетдинов, X. Зөбәйҙуллиндар бейей.

Мөхәммәт Иҙрисов

үҙгәртергә

Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов 1920 йылда Хәйбулла районы 2-се Мырҙа ауылында тыуа. 1939 йылда Баймаҡ районына рудникка эшкә килә. Ошонда эшләгән сағында үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, сығыш яһай. 1941 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерлек башланған осорҙа, Фәйзи Ғәскәров уны ла исемлеккә индерә һәм Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыра.

Мөхәммәт Иҙрисов башҡорт сәхнә бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индерә, бейеүҙәрҙе халыҡсан башҡарыуы менән айырылып тора. "Өс таған", "һыу буйында", "Бүләк", бигерәк тә бейеүсенең репертуарында төп урынды алып торған "Байыҡ" бейеүе менән Мөхәммәт Иҙрисовтың исеме айырылғыһыҙ бәйләнгән. Уның ым-ишараһы, хәрәкәте, мут йылмайыуы, таҡмаҡлап бейеүе ҡабатланмаҫ оҫталыҡ ул.

"СССР халыҡтары бейеүҙәре" программаһы менән ил буйлап йөрөгәндә лә, сит ил сәхнәләрендә лә "Байыҡ" менән сәхнәгә сығыуы була, тамашасылар геү итеп ҡала. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған мәшһүр бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов халыҡ бейеүҙәрен профессиональ кимәлгә күтәрә, ә профессионаллеккә иҫ китмәле халыҡсанлыҡ өҫтәй.

(Бейеүсе һөйләгәндәрен яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова яҙып алған).

Бейеүсе иҫтәлегенән

үҙгәртергә

Башҡорт кавалерия дивизияһына концерт менән килгәнбеҙ. Бәҙәр Йосопова Рәшит Ниғмәтиҙең "Һинең кәләшеңдең хаттары" әҫәрен уҡый.

Һалдаттарҙың йөҙҙәре балҡып, күҙҙәре нурланып китә хатта. Бына бит шағир һүҙе! Бына бит тасуири уҡыу! Үҙемдең дә күңел тулыша.

Ә һалдаттар шул тиклем ҡәнәғәт, шат. Иң яҡын туғандары менән осрашалармы ни! Курайсыларҙы ла, йырсыларҙы ла йотлоғоп тыңлайҙар. Әл дә килгәнбеҙ, тип уйлайым. Ә миңә бейергә... Бейей башлаһам, онотолоп китәм-китеүен. Ә башлап ебәргәнсе оялам, уңайһыҙланам.

"Улар йөрөй илебеҙ өсөн ҡан ҡойоп, ә мин — әзмәүерҙәй ир, тыныс ерҙә бейеп йөрөйөм", — тигән уй мейене быраулай. Юҡ, тип уйлайым, мин дә фронтта ҡалам.

Шунан полк командиры Таһир Күсимовҡа үҙемдең ниәтемде әйттем. Кусимов ҡарап торҙо ла: "Мөхәммәт, Гитлерҙы һинһеҙ ҙә еңербеҙ, ә бына бейеү оҫтаһы көн һайын тыуып тормай. Әйҙә, бейе генә! Һинең бейеүең һалдаттарҙа дәрт, дошманға нәфрәт уята", — ти. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына тыңланым һүҙҙәрен.

Ә ниәтемдән һүрелмәнем — барыбер фронтта ҡалам, тигән ҡарарға килдем. Шул көнө кис яралылар янында сығыш яһаныҡ. Баштары, аяҡтары, ҡулдары бинт менән уралған, ыңғырашыуҙарын саҡ тыйып яталар. Ә мин бейергә килгәнмен. Әсемдә ут яна, оялам. Тартына-тартына ғына "Байыҡ"ты бейей башлағайным, бер саҡ ни күрәм: уларҙың күҙҙәрендә осҡон һирпелгәндәй булды, баштарын ҡалҡыта, йылмая башланылар.

Хатта береһе яралы ҡулдарын күтәреп, һау бармаҡтарын көй ыңғайына хәрәкәтләндереп, минең кеүек итеп бармаҡ шартлатып маташа. Мин онотолоп китеп бейей башланым. Уның һайын яралы яугирҙарҙа дәрт арта, хатта торобораҡ ултырып ҡул сапҡандары ла, ҡурайға ҡушылып һамаҡлап ебәргәндәре лә булды.

Аҙаҡ Таһир Кусимов: "Күрәһеңме, күпме дәрт уяттың һин уларҙа! Йәшәүгә өмөт, еңеүгә ышаныс өҫтәнең. Ә был бит бик мөһим! Һалдат иң элек үҙ көсөнә ышанырға тейеш!" — тине. Ошо ваҡиғанан һуң мин дә бейеүҙең, ғөмүмән, сәнғәттең ҡөҙрәтле көсөнә ныҡлап ышандым. (М. Иҙрисов.)

  • ҺОРАУ."Перовский” бейеүе нисек барлыҡҡа килгән, ул ниндәй тарихҡа бәйле?

Фәйзи Ғәскәров (1912—1984)

үҙгәртергә

Туған тәбиғәт гүзәллеге — башҡорт сәнғәте өсөн бөтмәҫ илһам сығанағы ул; халҡыбыҙ бейеүендә уның холҡо, ғөрөф-ғәҙәте, тарихы сағыла. Күсмә халыҡтың хәрби традициялары, шулай уҡ башҡорттарҙың колониаль һәм феодаль иҙеүгә ҡаршы көрәше халыҡ бейеүҙәрендә сағылыш тапҡан: яугирлыҡ, етеҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр, асыҡ һәм етди ритм. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бейеүҙәренә һығылмалы хәрәкәт, тыныс һәм ипле йөрөү хас.

Башҡорттарҙың яңы бейеүҙәре боронғо бейеү традициялары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Уларҙа ла үҙ-үҙеңә ышаныс, ҡыйыулыҡ һалынған. Был сифаттар азатлыҡ һөйөүсе башҡорт халҡына хас.

Башҡорт бейеүҙәре тураһында һөйләгән саҡта, әлбиттә, тәүге башҡорт хореографы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровты телгә алырға кәрәк. Ул профессиональ фольклор коллективы туплау хыялы менән ҡайта Мәскәүҙән.

Фәйзи Ғәскәровтың шәхси тормошо ҡатмарлы һәм серле лә. Ул үҙе тураһында: Мин атай-әсәйемде хәтерләмәйем. Милләтем буйынса кем икәнлегемде лә белмәйем — башҡортмо мин, татармы әллә тунгусмы. Әммә ошо башҡорт ерендә үҙемде кеше, унан һуң ижадсы итеп тоя башлағандан алып сәнғәтте яраттым, уның йырҙарын, легендаларын, әкиәттәрен һәм иң мөһиме — бейеүҙәрен яраттым. Мин ғүмерем буйы ошо сәнғәткә хеҙмәт иттем, башҡорт бейеүҙәренең боронғо йөҙөн һаҡларға тырыштым һәм шуның өсөн үҙемде башҡортмон тип һанайым һәм һанаясаҡмын", — ти торғайны. (Яҙыусы Ф. Ғөбәйҙуллина мәҡәләһенән). Ул үҙ тормошо тураһында әллә ни һөйләргә яратманы. Ил буйлап тегендә-бында йөрөүен дә, әле бер, әле икенсе балалар йортонда тәрбиәләнеүен дә, ҡайһы берҙә- ренән ҡасып киткәнлеген, ҡайһыларынан ҡыуып сығарғандарын... Бер уйлаһаң, ундай шарттарҙа үҫкән малайҙан тәрбиәһеҙ кеше үҫеүе лә ихтимал ине.

Ә ғәжәп һәләтле артист, режиссер, халыҡ бейеүенең серҙәрен төшөнөүсе һәм уның өсөн бөйөк бейеүсе йәки балетмейстер булырлыҡ оҫталығын ҡорбан итеүсе Кеше үҫкән.

Фәйзи Ғәскәров башҡорт халҡының легендаларын, риүәйәттәрен, йола йырҙарын, ырымдарын, ноҡот бүлеү, ҡот ҡойоу кеүек башҡа һәләттәрен дә оҡшатты.

Халыҡ ижадының был төрҙәре менән танышыу уға фантазия өсөн киң мөмкинлек асты, уның зиһенен һәм күңелен байытты. Ул ҡурай тураһында бик күп легендаларҙы тулҡынланып уҡый һәм әллә күпме сюжеттар уйлап сығарыр ине.

"Башҡорт бейеүҙәрендә башҡа бер халыҡта ла булмағанса тәбиғәтте аллалаштырыу, уны тере йән итеп күреү көслө. Был бейеүҙәрҙә боронғо мәжүсилекте танып белеү ҡыйын түгел. Мәжүсиҙәр тәбиғәтте тере йән итеп ҡабул иткән һәм ундағы тере йәндәрҙе үҙенә тиң йәки хатта үҙенән юғарыраҡ та ҡуйып аллалаштырған. Мәҫәлән, торнаны, аҡҡошто... Башҡорт бейеүҙәрендә беҙ ҡош хәрәкәттәрен дә, башҡа йәнлек холоҡтарын да күрә алабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәренә иғтибар итегеҙ әле: ҡоштар наҙы, ҡыр йәнлектәре холҡо сағылмаймы ни! Шул уҡ изге торна һыны сағылмаймы уларҙа? Ҡатын-ҡыҙ бейеүе ирҙәр бейеүенән боронғораҡ булыуына икеләнмәйем”, — ти торғайны Фәйзи Ғәскәров.

"...Тәрән тарихи нигеҙе йәки халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте һалынмаған бер генә бейеүҙе лә заман ҡабул итмәне. Бейеүҙе бармаҡтан һурғандай итеп уйлап сығарып булмай, уны тормоштан эҙләргә кәрәк, яҙмыш менән сағыштырырға, халыҡ традицияларына яраҡлаштырырға, уны фәлсәфәүи күҙлектән үткәрергә кәрәк.

Ни эшләптер минең бер бейеүемде "Өс туған" тип исемләп алды ла киттеләр. Ул "Өс таған" тип аталырға тейеш ине. Таған — ул өс яҡлы. Кешелек донъяһы өс тағанға таянған. Үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге. Был өс быуындың һәр береһе үҙ йәшәйеш нигеҙе менән көн күрә: аҡыл, ҡеүәт һәм дәрт", — ти Ф. Ғәскәров.

Халыҡҡа, уның ғөрөф-ғәҙәтенә, легендаларына, бай тарихына булған мөхәббәт бейеүсе Ғәскәровты һәр ваҡыт тартып тора. Ул этнографик экспедиция менән бергә Башҡортостандың алыҫ райондарына бара, халыҡ хәтере һаҡлаған хазинаны өйрәнә, йыя... Бындай сәйәхәттәр ижад кешеһенә ныҡ ярҙам итә, ул бейеү хәрәкәттәренең үҙенсәлектәрен күрә. Халыҡ тарихын, уның легендаһын, ижадын, холҡон, бар булмышын белмәһә, "Ете ҡыҙ" бейеүе ижад ителер инеме?

"Ете ҡыҙ" бейеүендә башҡорт ҡыҙҙары бер генә тапҡыр халыҡҡа күтәрелеп ҡарай. Һәм ошо хәрәкәт бейеүҙең, легенданың тотош йөкмәткеһен һөйләп бирә лә инде. Концерт биргән ваҡытта тамашасылар ошо бәләкәй генә деталгә иғтибар итәләр. Иғтибар итеү генә түгел, бер ваҡыт Чехословакияла хатта көслө ҡул сабыуҙар менән алҡышлайҙар.

Фәйзи Ғәскәров тәбиғәттең дә, тәбиғәт менән шул тиклем тығыҙ бәйле башҡорт халҡының да холҡондағы иң матур яҡтарҙы, бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарындағы әҙәп һәм аҡыллылыҡты күрә һәм бейеүҙәрҙә сағылдыра ала.

Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров — РСФСР-ҙың һәм БАССР- ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Республика йәмәғәтселеге 1967 йылда Башҡорт бейеү һәм йыр ансамбленә нигеҙ һалыусы Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровты Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеүҙе хуплап ҡаршы ала. Ф. Ғәскәров премияға "Төньяҡ амурҙары", "Дуҫтарҙа ҡунаҡта", "Яҙғы ташҡын" бейеүҙәре өсөн лайыҡ була.

ҺОРАУҘАР.

  1. Фәйзи Ғәскәров ниндәй бейеүҙәрҙең авторы?
  2. Фәйзи Ғәскәровҡа Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы ҡасан бирелә?

ФӘЙЗИ ҒӘСКӘРОВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ АКАДЕМИЯ БЕЙЕҮ АНСАМБЛЕ

үҙгәртергә

1936—1938 йылдарҙа БАССР Берләшкән театрҙарының Концерт-эстрада бюроһы эргәһендә бейеү коллективы ойошторола. Етәксеһе К. В. Матсон була. 1938 йылдың 20 майында был коллектив тәүге концертын бирә. Коллектив ошо уҡ йылда яңы төҙөлә башлаған филармония янына күсерелә һәм Башҡортостан йыр, бейеү һәм халыҡ музыкаһы ансамбле итеп үҙгәртелә.

1939 йылда был коллективтың етәксеһе итеп Фәйзи Ғәскәров тәғәйенләнә һәм өр-яңыса эш башлана. Ансамбль Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамбле тип атала һәм шул йүнәлештә эш башлай. Коллективтың нығыныуында, аяҡҡа баҫыуында Башҡорт драма театры артистары Бәҙәр Йосопова, Таңһылыу Рәшитова, Ғиниәт Ушанов, композитор Таһир Кәримов һәм башҡа сәнғәт әһелдәренең ярҙамы бик ҙур була.

Фәйзи Ғәскәров тәүге көндән үк халыҡтың боронғо сәнғәтен түкмәй-сәсмәй һаҡлап, фәҡәт камиллаштырып, сәнғәт юғарылығына күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сәхнәгә тәүге бейеүҙәр күтәрелә һәм бейеү менән бергә бейеүсеһе данға күмелә башлай.

Хазина Мағазова башҡарыуында "Мөғлифә", күмәк башҡарыуҙа "Зарифа" һәм "Гөлнәзирә", Мөхәммәт Иҙрисов башҡарыуында "Байыҡ", артабан "Дуҫлыҡ", "Ете ҡыҙ", "Өс таған”, "Шаян ҡыҙҙар", "Төньяҡ амурҙары", Рәшиҙә Туйсинаның "Заһиҙә"һе, Рәүилә Хажиева, Рим Бакиров, Әнүәр Фәхретдинов, Ратмир Бәҙретдинов, Екатерина Варламова, 3. Әюпова, Мөхәммәт Шәмсетдинов, Хисбулла Зөбәйҙуллин, Әнүәр Ишбирҙин, Рим Әбделмәнов, Марс Сафиуллин һәм башҡа тиҫтәләгән данлыҡлы бейеүселәр илебеҙҙең генә түгел, ә донъя тамашасыларын таң ҡалдырҙылар, һәм ансамбль әле лә ошо данды төшөрмәй.

һуңғы йылдарҙа ансамбль йәшәрә бара. Тағы яңынан-яңы исемдәр, яңынан-яңы бейеүҙәр өҫтәлә. Әммә Фәйзи Ғәскәров һалған бейеүҙәр аҙағыраҡ һалынған "Еҙ үксә", "Бөркөтстан", "Бөрйән ҡыҙҙары бейеүе", "Ҡумыҙ менән бейеү", "Сәскә атҡан төйәк" кеүек бейеүҙәр менән йәнәш йәшәүен дауам итә.

1988 йылда Халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Фәйзи Ғәскәров исеме, 1996 йылда академия ансамбле исеме бирелә. '

Рәүилә Хажиева (1930)

үҙгәртергә

Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы Хажиева Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында тыуа. Өфө театр-худо- жество училищеһын тамамлай ҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә килә. Ул тәүҙән үк һығылмалылығы, ышаныслы, тәүәккәл хәрәкәттәре менән айырылып тора.

Фәйзи Ғәскәров уның өсөн генә айырым бейеүҙәр ҡуя. "Зарифа", "һыу буйында", "Биҙрә менән бейеү", "Дуҫлыҡ", "Заһиҙә"ләге ҡыҙҙар Рәүилә башҡарыуында баҫалҡы ла, шаян да, ғорур ҙа, наҙлы ла.

Рәүилә Хажиева шулай уҡ һинд, корея, лаос ҡыҙҙары бейеүҙәрен дә берҙәй үк оҫталыҡ менән башҡара һәм ул халыҡтарҙың милли сифаттарын биреүгә өлгәшә.

Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы Хажиева — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы.

Хисбулла Зөбәйҙуллин

үҙгәртергә

Хисбулла Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин 1929 йылда хәҙерге Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында тыуа.

1946 йылда Өфө моторҙар эшләү заводына эшкә килә лә художество үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша һәм сығыштар яһай. Фәйзи Ғәскәров уны Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыра. Уның буй- һыны, үткер ҡарашы ирҙәрсә ҡыйыу, сая, оһолло, темпераментлы образдар тыуҙырыуҙа ныҡ ярҙам итә. X. Зөбәйҙуллин башҡарыуында "һунарсы" бейеүен халыҡ айырыуса йылы ҡаршылай. "Перовский", "Төньяҡ амурҙары" кеүек бейеүҙәргә үҙенең хәрбиҙәрсә буй-һыны, теүәл хәрәкәттәре менән һомғоллоҡ өҫтәй.

Хисбулла Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин — БАССР-ҙың халыҡ артисы.

Рәшиҙә Туйсина

үҙгәртергә

Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсинаның исемен телгә алыу менән, иҫ китмәле һығылмалы, наҙлы хистәр менән тулы, нәзәкәтле "Заһиҙә" йәки шаян да, етеҙ хәрәкәтле лә "Бишбармаҡ" бейеүҙәре һәм тәбиғәттән ғәжәп һылыу, нескә билле, зифа кәүҙәле бейеүсе үҙе күҙ алдына баҫа.

Рәшиҙә Туйсина — ысын-ысындан бейеү сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булып инде башҡорт бейеүҙәре тарихына. 1968 йылда Болгарияның баш ҡалаһы Софияла булып үткән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың бөтөн донъя фестивалендә Алтын миҙалға лайыҡ була. "Гөлнәзирә", "Шаян ҡыҙҙар", "Зарифа" кеүек күмәк бейеүҙәрҙә лә ул һығылмалы хәрәкәттәре менән айырылып тора.

Рәшиҙә Туйсина 1942 йылда Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас та Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә килә һәм өс тиҫтә йылға яҡын унда эшләй.

Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы.

Рәшиҙә Туйсинаның улы Хәлил Ишберҙин да ата- әсәһе юлынан китеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бейеү театры ойоштороп, уның художество етәксеһе була.

Риф Ғәбитов

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитов 1952 йылда Белорет районының Аҙналы ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Егерме ике йәшенән башлап Фәйзи Ғәскәров ансамблендә бейей.

Риф Ғәбитов башҡарған бейеүҙәр юғары рух, алға ынтылыш, ҡолас киңлеге, бөркөттәр саялығы менән айырылып тора. Уның үҙенсәлекле тыпырлауы ла тамашасы иғтибарынан ситтә ҡалмай. Риф Ғәбитов йөрәгендәге ташып торған дәртте, тынғы бирмәгән яңы хәрәкәттәрен үҙе уйлап сығарған бейеүҙәргә һала.

Ул легендар Фәйзи Ғәскәровтың бейеүҙәргә һалған уй-хыялын артабан үҫтерә. Бөйөк бейеү оҫтаһы Ф. Ғәскәров ансамбль бейеүҙәрендә халыҡтың боронғо үҙенсәлеген, ынйы бөртөгөләй йыйып алған хәрәкәттәрен, ым-ишараһын профессиональ кимәлгә еткереп, шуларҙы ҡәҙерләп һаҡлап бейеүгә һалһа, артабанғы етәксе Хашим Мостаев Ф. Ғәскәров традицияларын дауам итһә, Риф Ғәбитов был традицияларға яңы һулыш өрә: ҡыйыу рәүештә драматургик һәм композицион үҙгәрештәр, тыпырлауҙар, киҫкенерәк хәрәкәттәр, осоштар индерә. Шул уҡ ваҡытта Фәйзи Ғәскәров традицияларын да бик тә ҡәҙерле мираҫ итеп һаҡлай.

Һәр бала үҙ һәләте менән тыуа. Тик уны ваҡытында күреп-һиҙеп ҡалырға һәм дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. Риф Ғәбитовтың атаһы ғәжәп оҫта бейеүсе була. Өлкән ағаһы Фәрит тә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта бейеү ансамбленә йөрөй. Ошо ағаһы Риф ҡустыһының да бейеүгә һәләте барлығын тойоп ҡала ла Өфөгә, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһына алып килә.

Риф Ғәбитов өсөн яңы донъя асыла. Бында ҡурайсылар, бейеүселәр түңәрәктәре эшләй, ауылдарҙан һәләтле балалар йыйылған. Уҡыуҙан һуң шөғөлләнергә тулы мөмкинлек бар.

Унан һуң Башҡорт дәүләт университетының Е. Н. Варламова етәкселегендәге бейеү ансамблендә ихлас ҡатнаша. Фәрит ағаһы уны һаман да күҙ уңынан ысҡындырмай, филармонияға бейеүселәр йыя башлағас, унда алып бара. Әммә сәхнә тәбиғи һәләттән тыш ныҡышмалы хеҙмәт талап итә торған урын.

Риф Ғәбитов үҙ өҫтөндә бик ныҡ эшләй, һәләтле бейеүселәрҙән өйрәнә, уларҙың кәңәштәрен тыңлай. Аҙаҡ инде гастролдәргә йөрөй башлағас, ниндәй генә ауылға барһа ла боронғо бейеүҙәр, халыҡ араһында даны таралған бейеүселәр менән ҡыҙыҡһына, уларҙың бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә.

Шулай итеп, ул "Көтөүсе йыры" тигән беренсе бейеүе менән сығыш яһай һәм тамашасыларҙың ихтирамын, һөйөүен, ышанысын яулай. Ә "Еҙ үксә" бейеүе Риф Ғәбитовты тағы ла юғарыраҡ күтәрә. Был бейеү шунда уҡ халыҡ араһында таралып китә. "Бөркөтстан" тигән киң ҡоласлы бейеүе, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Ҡоралай", "Башҡорт краковягы", башҡорт мифологияһы буйынса ҡуйылған "Бисура” тип аталған шаян бейеү һәм башҡалар Ғәбитовтың ижад емештәре. ҺОРАУҘАР.

  1. Хисбулла Зөбәйҙуллин башҡарыуында ниндәй хәрби һәм һунар бейеүҙәрен беләһегеҙ?
  2. Риф Ғәбитов һалған бейеүҙәрҙе һанап үтегеҙ.

ПРОФЕССИОНАЛЬ ҠУРАЙСЫЛАР

үҙгәртергә

Ғата Сөләймәнов (1912—1988)

үҙгәртергә

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов Баймаҡ районының 1-се Төрөкмән ауылында тыуа. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт бүлеген тамамлай.

Ғата ете йәшендә ҡулына ҡурай ала. 1927 йылда айырылмаҫ ҡурайын тотоп, Өфөгә килә. Театр техникумына уҡырға инә. Данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев, Европа илдәрен шаулатып йөрөп ҡайтҡандан һуң концерттар менән сығыш яһаған саҡта, Өфө театр техникумын да урап үтмәй. Унда ла килә. Ошо концертта йәш кенә Ғата Сөләймәновты ла сәхнәгә сығаралар. Халыҡ уға ихлас ҡул саба. Сәхнә артында уны Йомабай Иҫәнбаев ҡосаҡлап ала һәм тәрән тулҡынланып: — Бына, алмашсы булды, — ти.

Шунан атаҡлы ҡурайсылар Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов, Йомабай Иҫәнбаев кеүек бөйөк ҡурайсылар менән бергә сәхнәгә сығып уйнай ун биш йәшлек Ғата Сөләймәнов.

Ошо көндән һуң уның бөтөн тормошо йыр, ҡурай менән бәйле була. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, уны көтөп алалар. Ғата Сөләймәнов, концерт ҡуйыу менән бер рәттән, халыҡ ижады ла йыя. Бөрйән һәм Илеш башҡорттарының, Ағиҙел һәм Яйыҡ, Ашҡаҙар һәм Танып, Йүрүҙән һәм Миәс, Эҫем һәм Дим буйҙарының музыка мираҫы Ғата Сөләймәнов ҡурайының моң ташҡынына яңынан-яңы нур-биҙәктәр булып өҫтәлә. Ырымбур тарафтарынан "Маһисәрүәр", Ырғыҙ буйынан көслө, ҡеүәтле "Бүгәс маршы”, Арғаяш башҡорттары араһынан "Арғужа", "Киҙәгәс" көйҙәре һәм башҡа бик күп йыр шишмәләре килеп ҡушыла.

Ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың ҡурайға ҡушылып йырлаған йырҙары, шул йырҙар хаҡындағы тиҫтәләрсә легендалар ҙа беҙҙең рухи байлыҡтарыбыҙҙың бер балҡышы. Ғата Сөләймәнов композитор Камил Рәхимов менән берлектә башҡорт мәктәптәренең 1-се класы өсөн "Йыр һәм музыка дәрестәре” тигән методик ҡулланма әҙерләй.

Был китап өс тапҡыр донъя күрһә лә, тиҙ арала таралып бөтә. "Ҡурай" тигән китап иһә был музыка ҡоралының тарихында өр-яңы баҫҡыс була. Ул китапты йәмәғәтселек юғары баһалай. Ғата Сөләймәнов иң беренсе булып ҡурайҙа уйнау теорияһын, өйрәнеү методикаһын эшләй. Уның был фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостандың иң юғары бүләге — Салауат Юлаев исемендәге премия менән билдәләнә.

Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы Ғата Сөләймәновтың тырышлығы, фиҙакәрлеге һәм ныҡышмалылығы арҡаһында асыла.

Ғата Сөләймәнов эшмәкәрлегенең бик мөһим тармағы — уның актерлыҡ ижады. Уның бөтөн ижади биографияһы башҡорт театр сәнғәте менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.

Өфө театр техникумына уҡырға ингәс тә студенттар менән Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы "н сәхнәләштерәләр. Ҡурайсы Сөләймән ролен Ғата Сөләймәнов башҡара. Ошонан һуң уны театрға саҡыралар һәм ул уҡыу менән бергә театрҙа ла уйнай башлай.

Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләгән сағында Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт бүлегендә уҡырға тип һайлап алалар. Ул Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәрхиә Сенәкәева, Ғәйшә Фәррәховалар менән бергә уҡый. Унан һуң опера театрында эшләй. Әммә уны драма театры нығыраҡ тарта, һәм ул Башҡорт дәүләт драма театрына күсеп, 1972 йылға тиклем шунда эшләй. Ошо ваҡыт эсендә туҡһанға яҡын образдар тыуҙыра.

Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы астырыуға өлгәшкәс, уҡытырға күсә. Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов — БАССР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, РСФСРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Ишмулла Дилмөхәмәтов(1928—1984)

үҙгәртергә

Ҡурайсы, йырсы, өзләүсе Ишмулла Дилмөхәмәтов- тың сығышы ғәжәп үҙенсәлекле ине. Ул үҙенең ҡурайға ла, йырға ла, өзләүгә лә маһирлығын сәхнәгә килеп сығыу оҫталығы аша бер юлы күрһәтә алған. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың Урал, Ҡурай, Салауат тигән символдарының ниндәй рухи көскә эйә булыуын да сағылдырған.

Был сығыш шунан ғибәрәт: ул мөһабәт кәүҙәһенә ыҡсым итеп тегелгән башҡорт кейеме кейеп, ҡулына ҡурайын тотоп, Салауат Юлаев һүҙҙәренә үҙе ижад иткән "Уралым" йырын йырлап килеп сығыр ҙа башҡорттоң гимнына әүерелгән "Урал" башҡорт халыҡ йырын ҡурайында уйнап ебәрер булған.

Сал тарихтан халҡыбыҙҙың юлдашы булып килгән өзләүен ҡушып ебәрер. Өзләү иһә бөгөнгө көн башҡорттарына боронғо атай- олатайҙарыбыҙҙың аманатын еткереү кеүек ишетелә. Ишмулла Дилмөхәмәтов өзләгәндә лә, йырлағанда ла, ҡурайҙа уйнағанда ла артислыҡ оҫталығы аша боронғо менән бөгөнгөнөң рухи бәйләнешен, берҙәмлеген, бер төптән икәнлеген, шулай булған, бар һәм буласаҡ тигән идея һалынғанлығын һынландыра алған. Үҙен тотошо, сәхнәлә ғорур баҫып тороуы Урал тауҙарын, бигерәк тә мөһабәт ҡаяны, кәүҙәләндергән кеүек тойолған.

Уның ошондай импровизацияһын республикабыҙҙа ғына түгел, ә Италия, Франция, ГДР, Польша, Швеция, Япония, Венгрия, Швейцария, Пакистан, Афғанстан тамашасылары ла хайран ҡалып ҡараған. Сит илдәргә сыҡҡан саҡта, Ишмулла Ишҡәле улы таҡыя баш ҡурайҙы тамыры-тупрағы менән алып барыр ҙа шунда уҡ тишектәр уйып уйнап ебәрер булған. Уның ҡурай сәнғәте бик юғары баһалана.

Халҡын, уның сәнғәтен, тарихын яратҡан, уның киләсәге өсөн тәрән борсолған кеше генә сәхнә өсөн шул тиклем ҡатмарлы ла, бай йөкмәткеле лә сығыш уйлап таба алалыр.

Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡарған "Сыңрау торна", "Буранбай", "Ғилмияза", "Зөлхизә", "Таштуғай" һәм башҡа ғәжәп көйҙәр һәм йырҙар үҙенең үҙенсәлекле яңғырашы менән айырылып торһа, шағир Төхфәт Морат һүҙҙәренә үҙе яҙған "Байра әйҙә, һары һандуғасым" йыры халыҡ күңелендә онотолмаҫ һәм ҡабатланмаҫ булып уйылып ҡала. Әммә Ишмулла Дилмөхәмәтовтың опера өсөн яҙылған либреттолары ла уның исемен мәңгелек итәсәк. Заһир Исмәғилевтең "Урал илселәре", "Аҡмулла", "Ҡаһым түрә" опералары Ишмулла Ишҡәле улы либреттоларына яҙылған.

Ишмулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов 1928 йылда Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында тыуа. Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт академия драма театрында, унан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.

Ул Рәсәй делегацияһы составында Франция, Италия, Швеция, Швейцария, ГДР, Польша, Венгрия, Афғанстан, Пакистан, Бирма, Иран, Япония илдәре сәхнәләрендә сығыш яһай.

Башҡорт йырҙарын пропагандалағаны өсөн виртуоз ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов 1974 йылда республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Ул БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Азат Айытҡолов

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының боронғо көйҙәрен ҡурайҙа башҡарыуҙың классик традицияларын дауам итеүсе ҡурайсыларҙың береһе. Уның репертуарында йөҙҙән ашыу халыҡ көйө бар. Азия, Америка, Европаның бик күп илдәрендә булып, сит ил тамашасыларын ҡурай моңона таң ҡалдырып, һоҡландырып, донъяла башҡорт тигән моң эйәһе халыҡ барлығын танытып ҡайтҡан маһир ҡурайсы ул.

Азат Миңлеғәли улы Айытҡолов 1956 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуа. 1977 йылда Өфө сәнғәт училищеһының Ғата Сөләймәнов етәкселегендәге ҡурай бүлеген тамамлай. 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы- солисы.

Азат Айытҡолов ҡурай уйнау серҙәре менән йомарт уртаҡлаша. Райондарға йыш йөрөй һәм уҡыусыларҙан ҡурай төркөмдәре ойоштора. Ҡурайҙың ни икәнен дә белмәгән балалар аҙаҡ ҡурай менән ҡыҙыҡһынып китә һәм был ябай, әммә иҫ киткес моңло музыка ҡоралынан айырылмаҫ булалар.

Азат Миңлеғәли улы Айытҡолов — БАССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, РФ-ның атҡаҙанған артисы.

Ришат Рәхимов

үҙгәртергә

Үҙенсәлекле моң эйәһе Ришат Рәшит улы 1953 йылда Баймаҡ районының II Этҡол ауылында тыуа. Ҡурай уйнау серҙәрен мәшһүр ҡурайсы Кәрим Дияровтан өйрәнә башлай һәм уның тәҡдиме менән уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын, БДУ-ның филология факультетын тамамлай.

Ул тәбиғәттән һалынған һәләтен, арыу-талыу белмәй туплаған белемен уҡытыусыһы Ғата Сөләймәновтың васыятын үтәүгә арнай — атай- олатайҙарыбыҙҙан ҡалған изге аманатты, ҡурай серҙәрен киләһе быуындарға ҡалдырыу, ҡурайҙың бәҫен арттырыу бурысын атҡара.

Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа һәм башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәрҙә ҡурайсылар һаны ишәйгән икән, донъя сәхнәләрендә ҡурай моңо әле лә яңғырай икән, бында ҡурайсы һәм уҡытыусы Ришат Рәхимовтың өлөшө бик тос. Ул уҡыусылары күңеленә Ғата Сөләймәновтың тағы бер маҡсат-ынтылышын һалырға тырыша: ул да булһа халыҡ ижадына үтә лә һаҡсыл ҡараш, уны теүәл, үҙгәрешһеҙ һаҡлау, үҙгәртеүҙәргә юл ҡуймау.

Шуға ла уның уҡыусыларынан Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Айбулат Рәхмәтуллин, Ҡадир Әбүбәкеров, Сәғиҙулла Баййегетов, Таһир Хәмитов һәм башҡа бик күптәр халыҡ йырҙарын ҡурайҙа оҫта башҡарыусылар иҫәбендәләр.

Йырсы, оҫта ҡурайсы Ришат Рәхимов 1976 йылдан алып Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы буйынса уҡыта, бер уҡ ваҡытта Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ҡурайсылар ансамблен етәкләй.

Уҡытыусыһы һалған һуҡмаҡты дауам итеп, "Ҡурай" тип аталған уҡыу әсбабы яҙа. Халыҡ ҡурайсыһы Кәрим Дияров тураһында — "Күңелдәре тулы моң уның", милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған "Оран" видеофильмдарын эшләүҙә ҡатнаша.

Сәнғәт училищеһы эргәһендә башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле ойоштора. Ҡурайҙа күмәкләп уйнау традицияларын тергеҙә. Быларҙан тыш, халҡыбыҙ өсөн ғәжәп ҡиммәтле эш башҡара: фольклор әҫәрҙәрен йыя, һирәк башҡарыла торған халыҡ йыр-көйҙәрен тарата. Байтаҡ сит илдәрҙә булып, үҙ оҫталығы менән тамашасыларҙы хайран итә, ҡурай моңона һөйөү уята.

Ҡурайҙың һәм ҡурайсыларҙың киләсәге өсөн янып- ярһып эшләгән, йәшәгән ир уҙаманы Ришат Рәшит улы Рәхимов — БР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

Юлай Ғәйнетдинов

үҙгәртергә

Халыҡ таланттарына, халҡыбыҙҙың хазиналай ижадына бөтөн булмышы менән мөкиббән киткән, бар йөрәге менән ғашиҡ булған кеше Юлай Ғәйнетдинов. Уны республикабыҙҙа ғына түгел, тотош башҡорт донъяһында яҡшы беләләр.

Юлай Ишбулды улы иҫ китмәле оҫта ҡурайсы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының "Хазина" ижади берекмәһе етәксеһе. Был берекмә аша халҡыбыҙҙың бик күп таланттары киң донъяға сыға, күп таланттар сит ил сәхнәләрендә сығыш яһап, үҙ һәләтен күрһәтеү бәхетенә ирешә.

Юлай Ғәйнетдинов 1984 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге махсус урта музыка мәктәбе уҡыусыларынан "Һорнай" тигән ансамбль төҙөп, беренсе башлап һорнай тигән музыка ҡоралын сәхнәгә сығара.

Ҡурайсы булараҡ, Юлай Ғәйнетдинов һирәк ишетелгән көйҙәрҙе радио һәм телевидение фонотекаһы өсөн яҙҙыра. "Ҡараһаҡал маршы", "Әйүкә", "Батырша", "Ҡалмантай”, "Наполеон Бонапарт", "Башҡорт краковя- гы" кеүек аҙ билдәле көйҙәр улар.

Юлай Ишбулды улы Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында 1954 йылда тыуа. Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлай. Әммә ҡурайға булған һөйөүе уны сәнғәт юлына алып килә.

Ҡурай бәйгеләрендә, Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат исемдәренә лайыҡ була. 1991 йылдан алып әлеге эшендә ең һыҙғанып эшләй, халыҡ күңелендәге хазинаны һаҡлау, ишәйтеү, таратыу өсөн арыу-талыу белмәй хеҙмәт итә.

Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Уға Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.

Япон ғалимы башҡорт йыры тураһында

үҙгәртергә

Юлай Ғәйнетдинов 2003 йылда Японияла үткәрелгән "Ойвакэ халыҡ-ара фестивале"ндә өсөнсө тапҡыр башҡорт йыры һәм башҡорт ҡурайы менән ҡатнаша.

Исеме бар донъяға билдәле арҙаҡлы ғалим, музыка белгесе, этнограф Кадзуюки Танймото Японияла үткәрелгән йыр сәнғәте сараларына башҡорт йырсыларын, ҡурайсыларын саҡыра.

Күренекле композитор этнография менән шөғөлләнә. 1980 йылдар аҙағында япон халҡының традицион йыр сәнғәтен тәшкил иткән ойвакэ (тәржемәһе — йөк артмаҡлаған атты ҡыуыусының йыры) көйөнөң тамырҙарын юлларға тотона. Шул маҡсат менән Корея, Монголия, Каҙағстан һәм Венгрия илдәрендә була. Венгр ғалимдары уға: "Һеҙ эҙләгән ойвакэға тиң байлыҡ Уралда башҡорт халҡында бар”, — тип кәңәш-йүнәлтмә бирә.

1990 йылда Японияла ғалим Танймото инициативаһы менән "Ойвакэ халыҡ-ара фестивале" үткәрелә. Унда Юлай Ғәйнетдинов менән йырсы Ғилман Сәфәрғәлин ҡатнаша.

Был сығыштан хайран ҡалған Танймото 1998 йылда Башҡортостанға үҙе килә. Абдулла Солтановты, Мөхәммәт Түләбаевты, Мөхәмәтйән Хаҙаҡбаевты бик яратып тыңлай.

"Оҙон көй — ул Евразия халыҡтары традицион музыкаһының иң бөйөк ҡаҙанышы. Һәм был мөғжизәнең эпицентры тап башҡорт халҡында. Шуға иғтибар иттем: башҡорт оҙон көй йырлағанда, үҙе йырламай, күңеле йырлай. Һәр башҡорт оҙон көйҙө башҡарһа, тарихы юғалмаясаҡ, киләсәге лә буласаҡ", — ти Танймото. "Башҡорт халыҡ сәнғәте менән Япония кеүек алға киткән ил ғалимдары ҡыҙыҡһына икән, тимәк, сәнғәтебеҙҙе киңерәк офоҡҡа сығарырға кәрәк”, — ти Юлай Ғәйнетдинов ("Киске Өфө". № 3, 2004 йыл). .

Башҡорт ҡурайы экзотика түгел

үҙгәртергә

"Ҡурайҙың мөмкинлектәре сикһеҙ. Элек сит ил тамашасылары ҡурайҙы экзотика булараҡ ҡабул иткән. Ә мин 2003 йылда Испанияла ваҡытта Милли симфоник оркестрға ҡушылып уйнағас, уны башҡа музыка ҡоралдары кимәлендәге музыка ҡоралы, әммә мөмкинлеге, үҙенсәлеге, һығылмалылығы, моңо, музыкаллеге яғынан байтаҡҡа юғарыраҡ икәнен танынылар. Был — сәхнәгә ҡурай менән сығыуым- дың маҡсаты. Ҡурай — ул экзотика ғына түгел.

Ҡурай ул иң камил музыка ҡоралдарының береһе һәм үҙенең ябайлығы менән бөйөк. Ошоноң менән мин башҡорттоң өсөнсө мең йыллыҡта ла иң камил, һығылмалы, ниндәй шарттарҙа ла үҙ яңғырашын юғалтмаясаҡ, ниндәй музыка ҡоралдарына ҡушылып уйнаһа ла үҙенсәлеген һаҡлаясаҡ уйын ҡоралы — ҡурайҙы әлегәсә ҡәҙерләп һаҡлап, айырылмаҫ юлдашы иткән халыҡ булыуын иҫбат иттем. Ошоно аңланылар.

АҠШ буйлап концерттар менән сығыш яһап йөрөгән "Парк Горького" роктөркөмдөң данлыҡлы йырсыһы Николай Носков 1993 йылда Американан ҡайта ла үҙ аллы карьера башлай һәм этнорок альбомы сығарыу тураһында хыяллана. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу өсөн үҙенсәлекле тауышлы музыка ҡоралы эҙләүгә тотона. Һинд, ҡытай, бүрәт, ҡаҙаҡ, хакас, ҡалмыҡ һәм башҡа бик күп халыҡтарҙың милли музыка ҡоралдарын тыңлап ҡарағандан һуң, башҡорт ҡурайын һайлай. Ҡурайҙы ул "көслө энергетикалы һәм үҙенсәлекле тембрлы музыка ҡоралы" тип атай. (Ҡурайсы Роберт Юлдашев һөйләгәндәрҙән.)

ҠУМЫҘСЫЛАР

үҙгәртергә

Ҡумыҙ — башҡорт халҡының борондан уҡ билдәле уйын ҡоралы. Ҡумыҙға ҡәрҙәш музыка ҡоралдары тағы әллә байтаҡ халыҡта билдәле. Европа, Азия, хатта Латин Америкаһы илдәрендә лә бар.

Рустарҙа — варган, украиндарҙа — дрымба, үзбәктәрҙә — тимер-саң, ҡырғыҙҙа — ҡомуз, ҡумыҡта — кумуз, хаҡаста — ҡомыс, яҡутта — хомус, ҡаҙаҡта, татарҙа, ҡарағалпаҡта — ҡобыз, ҡу быз тип атала.

Ә башҡорттарҙа элек-электән ағас ҡумыҙ, һөйәк ҡумыҙ, тимер ҡумыҙҙар булыуы билдәле. Улар араһынан иң киң таралғаны һәм әлегәсә һаҡланғаны — тимер ҡумыҙ.

Иҫ китмәле оҫта сиртеүселәр бар был ҡумыҙҙа. Шағирә Кәтибә Кинйәбулатова үҙ тыуған яҡтарының ҡумыҙсылары традицияһын дауам итеп, ғәжәп оҫта уйнай.

Моңландырып-моңландырып боронғо оҙон көйҙәрҙе лә башҡара. Ауылдарҙа ла, хәҙер ҡала ерҙәрендә лә ҡумыҙ уйнаусылар һаны ишәйә. Был йәһәттән ҡумыҙ эшләүсе оҫталарҙың хеҙмәте айырыуса маҡтауға лайыҡ.

Салауат ҡалаһынан Миңнулла Дәүләтбаев, Күмертау ҡалаһынан Зыя Хәлиловтың, Белорет районы Шығай ауылынан Ханнан Үҙәнбаевтың, Баймаҡтан Айрат Ғафаровтың боронғо атай-олатайҙарыбыҙ оҫталығын дауам итеүҙәре билдәле. Ә инде Роберт Заһретдиновтың был музыка ҡоралын камиллаштырып, күпләп етештереү технологияһын уйлап сығарыуы — айырыуса шатлыҡлы хәл.

Роберт Заһретдинов

үҙгәртергә

Атаҡлы ҡумыҙсы Роберт Абдрахман улы Заһретдинов 1932 йылда Мәсетле районының Әзекәй ауылында тыуа. Свердловск педагогия институтының музыка факультетын тамамлағас, Өфө педагогия училищеһында баян буйынса уҡыта. Ошонда эшләгән йылдарҙа башҡорт халҡының ҡумыҙ музыка ҡоралын тергеҙә һәм үҙе виртуоз тигән кимәлгә күтәрелгәнсе өйрәнә.

Усҡа һыймалы бәләкәй генә был музыка ҡоралының ниндәй ҙур мөмкинлектәргә эйә булғанын Роберт Заһретдиновты тыңлағандан һуң белергә була. Ҡош һайрауын да, кәкүк саҡырыуын да, ат тояҡтары тыпырҙауын да, йылға шаулауын да, шишмә сылтырау ын да... һанап бөткөһөҙ күп өн-ауаздар сағылдырып була икән ҡумыҙҙа!

Башҡорт көйҙәре башҡарыу оҫталығы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ! "Ел, ерәнем", "Шайморатов генерал", "Ҡарабай", "Хәтирә", "Сыңрау торна" һәм башҡа тиҫтәләгән башҡорт көйҙәре, әйтерһең, фәҡәт ҡумыҙ өсөн генә ижад ителгәндәй яңғыраш ала. Роберт Заһретдинов иң юғары оҫталыҡҡа өлгәшә — ҡумыҙ уйнаған саҡта бер юлы йырлай ҙа ала. Эгәр йыр һүҙҙәрендә иренләшкән тартынҡы өндәр (б, п, м) булмаһа һәм ҡумыҙсы оҫта булһа, йырлап була икән.

Роберт Заһретдинов ҡумыҙ менән бәләкәй сағынан уҡ ҡыҙыҡһына. Ауыл тимерсеһенән ҡумыҙ эшләтеп алып, көтөү көткән саҡтарында уйнай ҡумыҙын. Шунан үҙе лә һөйәктән матур ғына итеп ҡумыҙ эшләй. Тиҙҙән ауыл малайҙары араһында иң оҫта ҡумыҙсы булып даны тарала. Аҙаҡ инде һораған кешеләргә лә ҡумыҙ эшләп бирә башлай.

Өфө педагогия училищеһында эшләгән саҡта ул ҡумыҙҙың яңынан-яңы төрҙәрен уйлап таба, уның мөмкинлектәрен киңәйтә. Бер юлы бер нисә тауыш сығарып, тондарҙы үҙгәртеп була торған тромбон ҡумыҙ уйлап таба. 17 төрлө тауыш сығарып була был ҡумыҙҙа. Уның өсөн Роберт Заһретдиновҡа СССР Уйлап табыусыларының авторлыҡ танытмаһы һәм патент бирелә.

1991 йылда Яҡутстанда үткән II Халыҡ-ара фестивалдең I Бөтә донъя виртуоз варгансылар конкурсында "Донъяның Беренсе виртуоз ҡумыҙсыһы" тигән дипломға һәм платина ҡумыҙға лайыҡ була.

Роберт Заһретдиновтың 150-гә яҡын музыкаль яҙмаһы бар. Уның яҙмаларын документаль фильмдарҙа ла ("Сәскә ат, Башҡортостан", "Шаяндар", "Ҡараһаҡал"), нәфис фильмдарҙа ла ("Ай тотолған төндө", "Алтын атлы һыбайлы") һәм башҡа тапшырыуҙарҙа йыш файҙаланалар, бигерәк тә һабантуй күренештәрен музыкаль яҡтан биҙәгәндә ҡулланалар.

1993 йылда Роберт Заһретдиновҡа Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелә.

Ул Өфө педагогия училищеһында баян һәнәренә уҡыта, әммә һәр ваҡыт ҡумыҙ уйнауға маһир уҡыусыларын өҫтәмә һәнәргә лә өйрәтә. 2002 йылда Норвегияның Ролан ҡалаһында ҡумыҙ оҫталарының IV Халыҡ-ара фестивале үткәрелә. Унда 36 илдән килгән ҡумыҙсылар ҡатнаша. Роберт Заһретдинов үҙ уҡыусыларын ошо фестивалгә алып бара. Ҡумыҙсылар бик уңышлы сығыш яһай.

Шулай итеп, Роберт Заһретдинов башҡорт ҡумыҙын өр-яңы бейеклектәргә күтәрә. Европа һәм Азияның башҡорт ҡумыҙына оҡшаған бик күп музыка ҡоралдары араһында Ҡумыҙ тип аталған инструменттың еңеү яулауы, лайыҡлы урын алыуы башҡорт халҡы өсөн ҙур мәртәбә.

  • ҺОРАУҘАР.Роберт Заһретдинов "Донъяның Беренсе виртуоз ҡумыҙсыһы" тигән дипломға ҡасан һәм ҡайҙа лайыҡ була? Уның ҡумыҙҙа уйнау үҙенсәлеге ниҙә?

БАЯНСЫЛАР

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт филармонияһы асылыуҙың тәүге көндәренән үк музыка бүлеген оҙаҡ йылдар концертмейстер-баянсы Таһир Кәримов етәкләй. Махсус музыкаль белеме булмаһа ла иҫ китмәле оҫта баянсы Әлфәрит Мөхәмәт улы Солтанов (Дүртөйлө районы, Иҫке Уртай ауылынан) оҙаҡ йылдар баянсы-концертмейстер була.

Наил Ғәлиев та эстрада төркөмө ойошторғанға тиклем концертмейстер-баянсы булып эшләй. Баянсыларҙан Ю. Осипов, Ф. Сәйфуллиндар йыр сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индерә. Уларҙан һуң Р. Фәсхетдинов һәм М. Ғәйнетдинов килә.

Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов

үҙгәртергә

Балаҡатай районы Миҙәт ауылында 1943 йылда тыуа. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Педагогик эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә, 1981—1983 йылдарҙа Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры, 1989 йылдан педагоглыҡ эшендә.

Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов баянсыларҙан беренсе булып ҡурайға ҡушылып уйнай. Улар атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов менән бик күп сығыштарын театрлаштыралар. Мәҫәлән, "Ҡурайсы егеткә" тигән йыр бик матур бәләкәй спектакль кеүек башҡарыла.

Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов менән Ишмулла Дилмөхәмәтов бергәләшеп боронғо башҡорт көйҙәрен әҙерләгән саҡта, ҡурайсы Ишмулла уға мотлаҡ йыр тарихын йә легендаһын һөйләй.

Шуғалыр ҙа М. Ғәйнетдинов үҙе башҡарған көйҙәрҙе бөтөн булмышы менән тойоп уйнай. Ул Абдулла Хәлфетдинов, Юлай Ғәйнетдинов, Ришат Рәхимов, Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков ҡурайҙарына ҡушылып та уйнай, байтаҡ көйҙәр яҙҙыра.

М. Ғәйнетдинов йыр-көйгә генә маһир түгел, ул бейеү нескәлектәрен дә тәрән аңлаусы баянсы. Шуның өсөн дә бейеүсе Йәнғәле Вәхитов "Ҡара тауыҡ", "Игеҙәков", "Бейе, егет", "Олатай" тигән бейеүҙәрҙе ижад иткән саҡта, М. Ғәйнетдинов яҡын кәңәшсеһе була.

Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов коллегаһы Рәжәп Шәйхетдинов менән бергә "Башҡорт халыҡ көйҙәре", "Башҡорт халыҡ көйҙәренең 11 эшкәртеүе" тигән баян өсөн йыйынтыҡтар төҙөй.

Миңлеәхмәт Ишмөхәмәт улы Ғәйнетдинов — БАССР- ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. Уға Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә.

Ридик Фәсхетдинов

үҙгәртергә

Ридик Фәсхетдинов бәләкәйҙән музыкаға ғашиҡ булып үҫә. Гармунда уйнай. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә.

Ридик Фәсхетдинов импровизацияға оҫта. Халыҡ көйҙәрен башҡарған саҡта төрлө биҙәктәр менән байыта. Уның баяны тотош бер ансамблдәге инструменттарҙан торған һымаҡ тәьҫир ҡалдыра. Ошо үҙенсәлеге уға эстрада төркөмдәрендә уңышлы эшләргә ярҙам итә лә инде.

Р. Фәсхетдинов 1940 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуа. Ул — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

  • ЬОРАУ.Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов ниндәй фольклор ансамбле төҙөүҙә ҡатнаша?

НӘФИС ҺҮҘ ОҪТАЛАРЫ

үҙгәртергә

1952 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында "Кәтүк менән Бағанай" дуэты ойошторола. Уларҙың репертуары ҡыҙыҡ-мәҙәктәр, төртмә таҡмаҡтар, юмор һәм сатиранан тора.

Унда Кәтүк — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Әхәт Сәлих улы Уразмәтов була. Ә Бағанай — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғ. Латипов. Башҡорт эстрадаһының талантлы артисы Ә. Уразмәтов Ҡ. Даян, М. Кәрим, Ш. Бикҡол һәм башҡаларҙың миниатюралары менән сығыш яһай. Уразмәтов — Латипов дуэты бик популяр була.

Нәфис һүҙ оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина, Әнисә Яхина, Юнир Салауатов, Вәлит Илембәтовтарҙың ҡыҙыҡлы сығыштарын да халыҡ йылы ҡабул итә.

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ ХОРЫ

үҙгәртергә

Шамил Ибраһимов

үҙгәртергә

Шамил Ибраһимов (1922—1993) хор йырҙары яҙыусы композитор булараҡ киң танылыу ала. Ш. Ибраһимов 1922 йылда Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһының хор дирижерлыҡ бүлексәһен тамамлап, Өфөгә ҡайта һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Ул яҙған "Уралым", "Димем минең, Димгенәм", "Тыуған яҡтарым", "Яҙ еле", "Ғашиҡ булдым" (Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре), "Дилә", "Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары", "Йәмле Ағиҙел буйҙары", "Бер матур ҡыҙ димләгеҙ", "Көттөм һине", "Ике йәш йөрәк", "Миләүшә" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Сәскәйҙәрең толом-толом" (Ғ. Байбурин), "Уралым ҡайындары" (Р. Сафин һүҙҙәре), "Күмертау кешеләре” (Ғ. Рамаҙанов) халыҡ араһында тиҙ хуплау тапты. Шәриф Бикҡол һүҙҙәренә "Төшөрәм иҫтәремә" йыры иң популяр йырҙар иҫәбендә.

Шамил Шамил улы Ибраһимов — БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ХОР КАПЕЛЛАҺЫ

үҙгәртергә

Хор капеллаһы 1969 йылда ойошторола. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе, шулай уҡ баш дирижеры Т. С. Сәйфуллин була. Таһир Сергей улы Сәйфуллин Һарытау консерваторияһын тамамлай. Һарытауҙа эшләгән сағында Башҡортостанға саҡыралар. Ул ризалаша һәм Башҡорт хор капеллаһының художество етәксеһе һәм дирижеры булып эш башлай. Ул республиканың хор сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерә. Хор капеллаһы бик тиҙ арала киң танылыу таба. Классик әҫәрҙәр менән бер рәттән халыҡ йырҙарын да башҡара. Бах, Моцарт, Верди, Д. Д. Шостакович, Т. Н. Хренников, башҡорт композиторҙары 3. Ғ. Ис- мәғилев, X. Ф. Әхмәтов, Р. Ә. Мортазин, Ш. Ш. Ибраһимов, Р. М. Хәсәнов, Д. Д. Хәсәншин, С. Ә. Низаметдинов, Л. 3. Исмәғилева, Р. В. Сәлмәнов әҫәрҙәрен башҡара. Хор капеллаһы репертуарында 600-ҙән ашыу әҫәр бар. Т. С. Сәйфуллин — БР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ ОРКЕСТРЫ

үҙгәртергә

2002 йылда бөтөн башҡорт халҡы өсөн оло ҡыуаныс була — Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ойошторола. Оркестр составында ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, ҡумыҙ бар. Оркестрҙы ойоштороусы, нигеҙ һалыусы данлыҡлы ҡурайсы Рәмил Мәүлит улы Ғәйзуллин. Оркестрҙың дирижерҙары Дамир Әбүбәкиров менән Фәрүәз Мөхәмәтшин. Тәүге уйынсылары — ҡурайсылар Таһир Хәмитов, Руслан Рахманғолов, Рөстәм Шәрипов, думбырасылар Әлфиә Ҡушҡарова, Гөлниса Билалова, Гүзәл Үмәрғәлина, Зөлфиә Дилмөхәмәтова, ҡыл ҡумыҙҙа Альбина Вәлиева һәм башҡалар.

Оркестрҙа Морат Әхмәтов, Илдар Хисаметдинов, Салауат Низаметдинов, Айрат Кәримов, Айрат Ҡобағо- шовтарҙың әҫәрҙәрен һәм халыҡ көйҙәрен башҡаралар. Халыҡ Салауат Низаметдиновтың "Башҡортостан увертюраһын", Морат Әхмәтовтың "Варган-симфония"һын, Илдар Хисаметдиновтың "Вальс"ын, Анатолий Кукуба- евтың "Дәртле егеттәр" әҫәрҙәрен яратып ҡаршылай.

Йәш оркестр Мәскәүҙең М. Осипов исемендәге, ҡаҙаҡтарҙың "Ҡорманғазы" оркестры менән хеҙмәттәшлек итә. Оркестрҙар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, бергәләшеп уртаҡ көйҙәр башҡара.

Оркестрҙы ойоштороусы Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Мәүлит улы Ғөйзуллин Белорет районының Татлы ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө сәнғәт академияһын тамамлай.

ТӘҮГЕ БАШҠОРТ ЭСТРАДА КОЛЛЕКТИВТАРЫ

үҙгәртергә

1920—1930 йылдарҙа композиторҙар Хәбибулла Ибраһимов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәсәлим Вәлиев үҙ ижадтарында эстрада музыкаһына мөрәжәғәт итә. һуңыраҡ Рәүеф Мортазин, Камил Рәхимов, Таһир Кәримов, Хөсәйен Әхмәтов, Халиҡ Займов, Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Нариман Сабитовтар ҙа эстрада музыкаһы яҙалар. Әммә фәҡәт ошо йүнәлештә генә эшләгән композиторҙар ҙа, эстрада йырҙарын ғына башҡарыусы махсус коллективтар ҙа булмай әле.

Эстрада йырҙары башҡарыусы артистар ҙа була башлай, әммә махсус ансамбль һәм ансамблдәге һәр инструмент өсөн махсус ноталар яҙып, уға партиялар бүлеп шөғөлләнеүсе композиторҙар булмай.

Эстрада йырҙарын башлап башҡарыусыларҙың береһе — данлыҡлы йырсыбыҙ, үҙе иҫән саҡта уҡ легендаға әйләнгән Фәриҙә Ҡудашева.

Фәриҙә Ҡудашева — Бәхтиғәни Ғайсин

үҙгәртергә

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 1920 йылда Шишмә районы Келәш ауылында тыуа. Өфө театр-художество училищеһының театр бүләксәһен тамамлағас, Дүртөйлө колхоз-совхоз театрына эшкә китә, шунан һуң Башҡорт академия драма театрына ҡайта.

1948—1951 йылдарҙа Башҡортостан радиокомитетында диктор һәм йырсы булып эшләй, 1956 йылда Башҡорт филармонияһына эшкә күсә һәм бөтөн ғүмере буйы шунда эшләй.

Тәбиғәттән уға йомшаҡ, наҙлы моң бирелә. Йырсы үҙ-үҙенә бик талапсан. Тәбиғи һәләте буйынса ниндәй йырҙар башҡарыуға маһир икәнен белә. Шуның өсөн бөтөн тәбиғи мөмкинлеген асырлыҡ, йөрәгендәге моңон халыҡҡа еткерерлек, үҙ сығыштарынан халыҡ ҡына түгел, хатта үҙе лә ҡәнәғәт булырлыҡ ҡына репертуар һайлай. "Мин башҡарған йырҙарҙан халыҡ ялҡырға тейеш түгел", — тигән маҡсат ҡуя ул.

Филармонияла эшләгән осоронда композиторҙар Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов һәм Бәхти Ғайсиндың эстрада йырҙарын башҡара. Репертуарының иң төп өлөшөн халыҡ йырҙары алып тора. Филармонияла сағыу талантлы аккордеонист Бәхти Ғайсин оҙаҡ йылдар буйы Фәриҙә Ҡудашеваның эстрада төркөмө менән етәкселек итә.

Бәхтиғәни Миңлейәр улы Ғайсин 1930 йылда Ауырғазы районының Кешәнне ауылында тыуа. Өфө музыка училищеһының халыҡ инструменттары бүлексәһен тамамлай һәм Башҡорт академия драма театрына эшкә саҡырыла.

Аҙаҡ уны Башҡорт дәүләт филармонияһына саҡыралар. Бәхти Ғайсинды халыҡ берҙән-бер аккордеонсы итеп кенә түгел, ә композитор итеп тә яҡшы белә. Уның "Һөйләгәндәр һөйләһендәр", "һуңғы мөхәббәт" (Э. Баян һүҙҙәре), "Һуңлама, кил инде", "Зөһрә йыры" (Р. Янбулатова һүҙҙәре), "Бөгөлә ҡайын", "Ниңә, иркәм", "Төнгө Өфө", "Гел генә" (Ш. Бикҡол һүҙҙәре), "Ник килмәнең?" (3. Арыҫланова һүҙҙәре), "Ҡара мыйыҡ" (Ғ. Афзал), "Ике аҡҡош", "һаубуллашыу йыры" (Э. Атнабаев һүҙҙәре), "Ҡайтырһың шикелле" (X. Туфан һүҙҙәре) йырҙарын халыҡ йылы ҡабул итә, һәм улар тиҙ арала популяр йырҙар иҫәбенә инә.

Наил Ғәлиев

үҙгәртергә

Башҡортостанда иң тәүге эстрада коллективын ойоштороусы Наил Ғәлиев (Николай Голов) үҙе был хаҡта былай тип һөйләй: "Һәр нәмә иң элек хыялда ярала. Бер саҡ мин Таһир Кәримовтың "Айлы кис" йырын тыңлап ултырам. Айлы төнлө ауыл, өләсәйем, туғандарым, бала сағым, ҙур мейесле өйөбөҙ күҙ алдыма килде. Хатта яңы һауылған һөт, мейестән сығарылған яңы бешкән икмәк еҫе танауҙы ҡытыҡлағандай булды. Баянда шулай оҫта уйнай ине Таһир Кәримов. Оҫта уйынсы башҡарғанда, тыңлаусы көйҙө ишетеү генә түгел, тоя. Көйҙөң бөтөн матурлығын биреү өсөн тағы ниндәй мөмкинлектәр бар икән, тип уйлана башланым. Шунан китте хыял... Инструменталь ансамбль. Ниндәй инструменттар ҡушырға? Һәм башҡа, һәм башҡалар. Ул хыялдарым менән Мәғфирәнең теңкәһенә тейеп бөтә инем... Баян, кларнет, саксафон, гитара, ударник. Ошо состав менән халыҡ моңоноң аң етмәҫ бөгөлөштәрен, нескәлектәрен, наҙын бирә алырбыҙ, тип уйлайым. Тәүге сығышҡа әҙерләнәбеҙ. Көндөҙ ансамблдең һуңғы репетицияһы бара, ә кис сығыш яһарға тейешбеҙ. Шул саҡ ишектән атылып Мәғфирә килеп инә! Был ни хәл?! Репетиция ваҡытында бер кем дә ҡамасауларға тейеш түгел! Тимәк, ниндәйҙер көтөлмәгән ваҡиға!

— Ҡотлайым! Бөтөнөгөҙҙө лә ҡотлайым, — ти ул шатлығын йәшерә алмай. — Космоста — Юрий Гагарин!!!

...1961 йылдың 12 апреле ине. Кис концертҡа бик күп халыҡ йыйылды. Беҙ үҙебеҙҙе имтиханда кеүек хис итәбеҙ. Йыһанға осор алдынан булған тойғонан кәм тулҡынланмайбыҙҙыр. Башҡортостанда беренсе эстрада ансамбле бит! Беренсе тапҡыр ансамбль өсөн эшкәртелгән көйҙәр яңғырай. Минең эшкәртеүемдә. Халыҡ нисек ҡабул итер?

Концерт тамам. Бер ваҡыт сәхнәгә тамашасылар тулып китте. Ҡотлайҙар, ҡулды ҡыҫалар. Ҡыуанысым оло, әммә ҡолаҡта йыһан ауаздары ишетелгән һымаҡ. Ошо кистә "Спутник” музыкаль картинаһы ижад ителде. Был көй бер ваҡытта ла ансамбль репертуарынан төшмәне. Уны һәр ерҙә ишетергә була. Самолетта ла, поезда да, пароходта ла. Өфө, хатта республика ҡапҡаларын асыусы тылсымлы кей һымаҡ ул".

Наил Ғәлиев үҙенең инструменталь ансамбле өсөн бик күп башҡорт көйҙәрен эшкәртә. Халыҡ бик яратып, ихлас ҡабул итте был яңылыҡты. Әммә күптәр авторҙың рус кешеһе икәнлеген дә белмәгәндер әле ул саҡта. Наил Ғәлиев — композиторҙың сәхнә псевдонимы. Ысын исем-шәрифе Николай Афанасьевич Голов.

Наил Ғәлиевтең инструменталь квартеты тора-бара квинтетҡа әйләнә. Аҙаҡ электрогитара, бас-гитара тауыштары ла ҡушыла. Ансамбль башҡарыуында халыҡ көйҙәренә яҙылған композицияны ла, Таһир Кәримовтың "Айлы кис"ен дә халыҡ бик яратып ҡабул итә.

Республикабыҙҙа беренсе эстрада ансамбле шулай тыуа.

Николай Афанасьевич Голов 1928 йылда Федоровка районы Юрковка ауылында тыуа. 1948 йылда Чкалов (хәҙерге Ырымбур) музыка училищеһын тамамлай. Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм "Өфө уттары" тип аталған беренсе инструменталь ансамбль ойоштора һәм уның етәксеһе була. Ул оҫта баянсы һәм композитор. Уның шағир Шәриф Бикҡол менән дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлегенең емеше уңышлы була. "Оҙата кил", "Өс егет йөрөй артымдан", "Башҡортостан", "Яраттым мин рус егетен", "Әгәр белгән булһам" тигән һәм башҡа бик күп йырҙар ижад итәләр.

Мәғфирә Ғәлиева

үҙгәртергә

Мәғфирә Ғәлиева — беренсе эстрада артисткаһы. "Йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн яттан белеү менән генә, тамашасыға еткереп булмай. Һинең сәхнәлә тотошоң, йыр йөкмәткеһен ым-ишараң, хәрәкәт-ҡыланышың менән тулыландырыуың, күҙ ҡарашың, тамашасыны яратыуың мотлаҡ", — тип өйрәткән Мәғфирә Ғәлиеваның уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Ирма Яунзем. Ирма Яунзем үҙе ярты быуат ғүмерен йырға арнаған, бик күп халыҡ йырҙарын белгән.

Ер шарының ҡайһы ғына илендә булмаһын, Мәғфирә Ғәлиева буш ҡул ҡайтмай. Шул илдең төп милләтенең йырын отоп алып ҡайта бара. Аҡрынлап-аҡрынлап төрлө телдә йырланған йырҙар 60-тан да ашыу булып китә.

Йырсы сәхнәлә һәр халыҡтың үҙ милли кейемен кейеп, уның холоҡ-фиғеленә яраҡлаштырылған хәрәкәттәр менән башҡара. Әйтәйек, ҡаҙаҡса "Күҙемдең ҡараһы" тигән йырҙы башҡарған саҡта, дала иркенлеге, сәскәле болон нәфислеге сағылһа, мари шаян йырҙарында шаянлыҡ, күңел күтәренкелеге бөркөлөп тора, йырсы хатта данлыҡлы мари тыпырлауын да ҡушып ебәрә.

Ошолай итеп, эстрада йырҙары башҡарыуға әҙер булған оҫта йырсы эстрада ансамбле өсөн халыҡ араһынан үҙенсәлекле йырҙар отоп ала. Ул бығаса ишетелмәгән башҡорт халыҡ йырҙарын да йыя, өйрәнә. "Тәнәкәй", "Ете егет", "Орсоҡ"... Әйтерһең, йор күңелле башҡорт Ғәлиевтәрҙең эстрада ансамбле өсөн йырҙар ижад итеп әҙерләп ҡуйған! Наил Ғәлиев был йырҙарҙы ансамбль өсөн бик оҫта эшкәртә.

Ә Мәғфирә Ғәлиева төрлө милләт йырҙарын башҡарған саҡта, йыр һүҙҙәрен генә түгел, шул милләттең милли үҙенсәлеген дә оҫта үҙләштереп, хәрәкәттәре менән байытып ебәрә. "Ниндәй телдә йырлаһам да, тамашасы мине үҙенеке итеп ҡабул иткәндер, сөнки сәхнәгә сығып, үҙ телдәрендә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, сәскә бирәләр ине — тип һөйләй йырсы. — Ә мин бит йыр һүҙҙәрен генә ятлап алам. Уларҙың ни әйткәндәрен аңламайым. Шулай ҙа тоям: йылмайыуҙың тәржемәһе кәрәкмәй. Йылмаям да эйәк ҡағам".

Мәғфирә Ильяс ҡыҙы 1928 йылда Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында тыуа. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһын тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә ҡайта.

Эстрада төркөмдәре. Башҡортостанда иң тәүге эстрада төркөмдәренең береһе "Аманат". Илдар, Алмас Ғафаровтарҙан һәм Урал Иҙелбаевтан тора ул. 1991 йылда

Алмас Ғафаров менән Рәмил Ихсанов "Ант" төркөмө булып айырыла. 1994 йылда республикала үткәрелгән "Эхо-шоу" фестивалендә беренсе урынды яулайҙар.

1997 йылда Красноярск ҡалаһында үткәрелгән Бөтөн Рәсәй үҙешмәкәр коллективтар һәм башҡарыусылар конкурсында Гран-при яулайҙар.

1997 йылда Ш. Бабич премияһы лауреаттары булалар. Төп үҙенсәлектәре — боронғо халыҡ йырҙарын заманса башҡарып, йәштәр күңелендә халыҡ моңона ҡыҙыҡһыныу уятыу, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү.

ҺОРАУҘАР.

  1. Бәхти Ғайсин ниндәй музыка ҡоралында уйнай?
  2. Халыҡ йырына әйләнеп киткән "Оҙата кил" йырының авторы кем, һәм ул ниндәй милләт кешеһе?

ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА ДАН ҠАҘАНҒАН ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛДӘРЕ

үҙгәртергә

1972 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә "Ҡобайыр" исемле үҙенсәлекле ансамбль ойошторола. Уның етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, тарих фәндәре кандидаты Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева була.

Лидия Нагаева бөтөн ғүмерен башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеүгә арнай. Ул үҙе оҫта бейей, башҡорт бейеүҙәренең төбәк үҙенсәлектәрен дә һәйбәт белә. Шуның өсөн дә ансамблдең уңышы ҙур була.

Был ансамлдең уңышы ла, үҙенсәлеге лә шунда — ул фәҡәт ғилем эйәләренән генә тора. Ансамблдең йырсыһы Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржа- нова иҫ китмәле моңло тауышы менән хайран итә. Ул үҙе — филология фәндәре докторы.

Филология фәндәре докторы Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ҡурайҙа ғәжәп үҙенсәлекле уйнауы менән танылыу таба. Филология фәндәре докторы Эрнст Ишбирҙин ҡумыҙсы, филология фәндәре кандидаттары Нәсимә Суфиянова — ҡумыҙҙа, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Берйән Байымов — баянда, Урал Нәҙерғолов, Гәүһәр Зәйнуллина, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова — мандолина, филология фәндәре кандидаттары Миңдейәр Дилмөхәмәтов, Миңһылыу Усманова — ҡумыҙҙа, биология фәндәре кандидаты Ьәүбән Хәйретдинов йырсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева — йырсы һәм бейеүсе, ҡобайырсы, Риф Сөләймәнов — думбырасы һәм баянсы был ансамблдең әүҙем ағзалары була.

Төрлө йылдарҙа Ғәшүрә Гәрәева, Венера Төхвәтуллина, Әлифә Хажиева, Нәфисә Тулыбаева, Таңһылыу Ҡарамышева, Ғиниәт Ҡунафин, Әхәт Вилданов, Ринат Йосопов, Урия Яруллина, Сәфәрғәли Йәнтүриндар ҡатнаша. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғына түгел, биология, археология бүлектәрендәге башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары ла был ансамблдең әүҙем һәм һәләтле ағзаһы булып китә.

Ансамблдең сығышын һәр ерҙә көтөп алалар һәм һоҡланып ҡалалар. Ансамбль ойошторолоуҙың тәүге көндәренән алып әүҙем ҡатнашҡан ҡумыҙсы Ынйыҡай Ҡобағошова: "Ҡайҙа барһаҡ та кейемдәре- беҙҙең үҙенсәлекле булыуына һоҡланып, уйнаусыларыбыҙҙың профессиональ артист булмауына аптырап ҡала торғайнылар. Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә бер иш кейенмәй инек. һәр беребеҙ үҙ яғыбыҙ башҡорттарының кейем үҙенсәлеген күрһәтергә тырыша инек. Шуғалыр ҙа инде "Башҡорт халыҡ кейемдәре" күргәҙмәһендә концерттар бирергә саҡырылғас, Ленинградта булған сит ил кешеләре эргәбеҙҙән китмәйҙәр. Германиянан килгән ҡунаҡтар әллә нисә тапҡыр фотоға төшөрөп алдылар", — тип һөйләй.

Был — асылда ғилми мәғрифәтселек йүнәлештә эш алып барған ансамбль була. Йола фольклорын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡобайырсылар башҡорт халҡының йыр-моңдарын, бейеү сәнғәтен, музыка ҡоралдарының өлгөләрен, йола күренештәрен пропагандалау буйынса баһалап бөткөһөҙ эш алып бара. "Ҡобайыр" — ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурсы лауреаты. Уға халыҡ ансамбле исеме бирелә.

Ансамблдең ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүендә бейеүсе, ғалимә һәм халыҡ фольклорын бик һәйбәт белгән Лидия Нагаеваның роле бик ҙур.

Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева 1938 йылда Асҡын районының Асҡын ауылында тыуа. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Ул "Шаян ҡыҙҙар”, "Бүләк", "Йылға буйында", "Ете ҡыҙ" һәм башҡа бейеүҙәрҙә башҡорт ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлыҡ, нәфислек сифаттарын бирә. Лидия Нагаева Көнсығыш халыҡтары бейеүҙәрен дә берҙәй оҫта башҡара. Әммә Л. Нагаеваның күңеле ғилемгә тартыла. Башҡорт бейеүҙәрен ғилми яҡтан тикшереү хыялы тынғылыҡ бирмәй, һәм ул ең һыҙғанып этнохореография буйынса тикшеренеү эштәре башлай.

Этнохореограф Лидия Нагаева үҙе ойошторған "Ҡобайыр" ансамбле өсөн бик күп вокаль-хореографик әҫәрҙәр ижад итә, байтаҡ бейеүҙәр һала. "Тимербайҙың улдары", "Ҡарғатуй", "Батмустар сыңы", "Ҡабырсаҡ", "Йөҙгә-йөҙ, "Аҡ торна", "Киндер", "Ьалдатка", "Дим буйында", "Дим башҡорттары бейеүе" һәм башҡалар. Үҙенсәлекле сығыштары менән "Ҡобайыр" тиҙ арала танылыу таба, уңыштарға өлгәшә.

Л. Нагаева "Көнсығыш башҡорттары бейеүҙәре", "Өс башҡорт бейеүе", "Башҡорт халыҡ хореографияһы” тигән хеҙмәттәрҙең авторы. Башҡорт дәүләт филармонияһында "Йәдкәр” фольклор төркөмө ойошторола. Етәкселәре — М. И. Ғәйнетдинов, Ғ. Ғ. Хәмзин. Уның составында Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Ишморат Илбәков, Хима Йәнбирҙина, бейеүселәр Мәүсилә Ғәйнетдинова, Миңнур Килмөхәмәтовалар була.

Был төркөмдөң репертуарында башҡорт халҡының йолалары күрһәтелә һәм ошо йолалар нигеҙендә боронғо бейеүҙәр һәм йырҙар башҡарыла. Ансамблдең йырсыһы Мәүлетбай Ғәйнетдинов менән Миңнур Килмөхәмәтова башҡарған "Дим буйында" тигән хореографик картинаны (авторы Л. Нагаева), баянсы Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов һәм уның ҡатыны бейеүсе Мәүсилә Ғәйнетдиновалар өсөн махсус һалынған "Шаян килен" тигән бәләкәй спектакль рәүешендәге бейеүҙе (авторы Ф. Ғәскәров), бөтөн коллектив башҡарыуында "Туй йолаһы"н халыҡ айырыуса ярата.

Розалия Солтангәрәева Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй фестивалдәре лауреаты "Йәдкәр" фольклор ансамбленә йолалар һәм бейеүҙәр һалыша, мөнәжәттәр өйрәтә, йола күренештәренә сценарийҙар яҙа.

"Йәдкәр" фольклор төркөмө даими тулыланып тора. Ғәжәп моңло тауышлы, боронғо халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыусы Венера Рәхмәтуллина менән ҡурайсы Рушан Биктимеровтар был төркөмдөң данын тағы ла ишәйтә.

“Каруанһарай”

үҙгәртергә

Өфө сәнғәт институтының бер төркөм студенттары: Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, Артур Туҡтағолов, Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатовтар райондар буйлап гастролдәрҙә йөрөгән саҡта, сығыштарҙы тағы ла йоғонтолораҡ, тәьҫирлерәк, башҡорт йырҙарының моңон да, дәртен дә сағыуыраҡ итер өсөн ансамбль ойошторорға кәрәк, тигән хыял менән яна башлайҙар.

Был хыялдары һәм хатта буласаҡ ансамблгә уйлап тапҡан "Каруанһарай" исеме тураһында кәңәшләшергә үҙҙәре уҡыған институт ректоры Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлинға инәләр. Ректор идеяны хуплай һәм музыкаль инструменттар алырға ярҙам итә. Егеттәр концерт ҡуйып йыйған аҡсаларын да ҡушып тейешле инструменттар алалар.

1990 йылдың 8 мартында Нефтселәр һарайында тәүге ҙур концерттары була. Халыҡ башҡорт фольклор-эстрада төркөмөнөң барлыҡҡа килеүен бик ихлас яратып ҡаршылай. Төркөмдөң иң тәүге репертуары ла фәҡәт патриотик, көслө рухлы йырҙарҙан тора. "Ҡайтығыҙ, башҡорттарым!", "Ҡараһаҡал", "Шағәли Шаҡман быуындары" һәм башҡалар. "Каруанһарай" төркөмө егеттәренең маҡсаты ла репертуарҙы рухлы халыҡ йырҙарынан төҙөү була.

Талантлы һәм рухлы егеттәрҙән торған "Каруанһарай" төркөмө тәүге йылдарҙан уҡ ҙур уңыштарға өлгәшә. 1991 йылда Гудермес ҡалаһында "Йәшлектең гумс-парады" Бөтә Рәсәй конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ була, 1992 йылда Алматыла үткәрелгән "Азия тауышы" фестивалендә дипломант исемен яулай, Төркиәлә студенттарҙың Бөтә донъя төрки телле йәштәр фестивалендә ҡатнаша.

Ансамбль ағзалары 1995 йылдан башлап Башҡортостан дәүләт филармонияһында эшләйҙәр. "Каруанһарай" төркөмөнөң репертуары һирәк ишетелгән халыҡ йырҙары иҫәбенә лә, егеттәрҙең үҙ авторлығындағы йырҙар менән дә байый бара. Аҙаҡтан Артур Туҡтағолов менән Миңзифа Исҡужина "Далан" тигән яңы төркөм ойоштора.

Әммә "Каруанһарай" тарҡалмай. Йәш таланттар иҫәбенә тулыланып тора. Яңы ағзалар өҫтәлә, әммә ҙур сығыштарҙа нигеҙ һалған тәүге төркөм тотош йыйыла. Тәү башлап нигеҙ һалыусы егеттәр үҙ аллы концерттар менән сығыштар яһай, сит илдәргә сығалар. Ҡурайсы, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев йөрөгән юлдар буйлап сәйәхәт итеп ҡайта. Франция, Германия, Польша, Бельгия, Голландия сәхнәләрендә тамашасыларҙы ҡурай моңо менән әсир итә.

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР

үҙгәртергә

ОРГАН ҺӘМ ОРГАНСЫЛАР

үҙгәртергә

Өфөлә 1992 йылда яңы оркестр тыуа. Халыҡтың күптәнге хыялы тормошҡа аша. Милли симфоник оркестрҙы ойоштороуҙа Таһир Камаловтың роле ҙур була.

Таһир Тәүзәхович Камалов бик бәләкәй сағынан уҡ дирижер булырға хыяллана. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Баян класы буйынса уҡый. Шунан Рәсәй музыка академияһында белем алыуын дауам итә. Әммә дирижер булыу хыялын ташламай һәм Ҡазан консерваторияһына опера-симфоник дирижерлыҡҡа уҡырға инә.

Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында дирижер булып эш башлай. Әммә үҙ оркестрын булдырыу хыялы тынғы бирмәй. Ниһайәт, ул Милли симфоник оркестр ойоштороуға өлгәшә һәм уның дирижеры була. Был бик юғары профессиональ оркестр. Уның һәр сығышын халыҡ көтөп ала.

Рәсәй, сит ил музыканттары килеп был оркестрҙа уйнау мөмкинлеге алалар. Әйтәйек, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы профессор Рауил Мартынов, АҠШ-тың Теннесси штатынан симфоник оркестрҙың баш дирижеры Джон Додсон, Амстердамдан (Нидерландтар) Александр Вакульский һәм шулай уҡ Ҡазан, Мәскәү ҡалаларынан байтаҡ ҡына музыканттар килеп уйнай. Килгән береһе оркестрҙа уйнаусыларҙы һәм бигерәк тә Таһир Камаловтың оҫталығына һоҡланыуҙарын әйтәләр.

Оркестр башҡорт, рус, сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара. Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы һәр ваҡыт халыҡ менән тулы була. Бөгөнгө көндә был оркестр Рәсәй күләмендә иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Ул тәүге көндәрҙән үк зауыҡлы музыка пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя һәм шуға өлгәшә. Таһир Камалов "Башҡорт симфоник музыкаһы антологияһы "ның авторы.

Илебеҙҙәге башҡа симфоник оркестрҙар менән сағыштырғанда яңы ойошторолоу ына ҡарамаҫтан, йәшәүе дәүерендә был оркестр тыңлаусыларҙың һөйөүен яулай һәм баш ҡалала иң популяр оркестрға әйләнә.

Орган һәм органсылар. Клавишалы-тынлы музыка инструменты ул орган. Уны 1987 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында "Зауэр" немец фирмаһы ҡороп ҡуя. Беренсе башҡарыусылар сит илдәрҙән саҡырыла. 1988 йылда республикабыҙҙың үҙ органсыһы — Вячеслав Мортазин махсус белем алып ҡайта.

РЕСПУБЛИКА КҮЛӘМЕНДӘ ҮТКӘРЕЛГӘН КОНКУРСТАР

үҙгәртергә

"һылыуҡай" конкурсы, "Урал моңо", "Йәшлек-шоу", "Гәлсәр һандуғас" фестиваль-конкурстарҙың режиссеры Линара Таһирова.

Линара Таһирова Республика халыҡ ижады үҙәгендә режиссер вазифаһы башҡара. 1976 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Линара мәктәптә уҡыған сағында уҡ бәләкәй генә театр яһап, ҡурсаҡтарын уйната. Пьесалар, шиғырҙар, әкиәттәр яҙа. Театр тураһындағы хыялы шул тиклем көслө була, ул БДПИ-ның икенсе курсында уҡып йөрөгән еренән сәнғәт институтына инә. Линара аҙ ғына ваҡыт эсендә үҙен һәләтле режиссер итеп күрһәтә.

"Алтын ай"

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан "Алтын ай” республика премияһы булдырыла.

Республикала Арыҫлан Мөбәрәков, Бәҙәр Йосопова исемендәге премиялар ҙа бар. Әммә улар актерҙар оҫталығы өсөн генә бирелә ине.

"Алтын ай" республикалағы бөтөн театр эшмәкәрҙәренең оҫталығы, айырыуса ҙур ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Премия беренсе тапҡыр 2003 йылда тапшырыла. Уға беренсе булып "Иң яҡшы рәссам эше" өсөн Таң Еникеев ("Нәркәс", "Ҡатынымдың исеме Морис" спектаклдәрен биҙәгән өсөн), "Ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы" — Галина Мидзяева (Республика рус драма театры актрисаһы), "Ир-егет ролен иң яҡшы башҡарыусы" — Нәғим Нурғәлин (Милли йәштәр театрының актеры) лайыҡ була.

АҢЛАТМАЛЫ ҺҮҘЛЕК

үҙгәртергә

Адажио — һалмаҡ, талғын башҡарылған әҫәр йәки музыкаль әҫәрҙең бер өлөшө.

Академия — грек теленән ингән, өлгөлө дәүләт театрҙарына бирелә торған исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры башҡа театрҙарға өлгө тигән һүҙ. Аккорд — итальян теленән ингән. Бер нисә музыкаль тауыштың гармоник ҡушылышы.

Ансамбль — башҡорт теленә рус теле аша ингән француз һүҙе. 1. Музыкаль, драматик һәм башҡа әҫәрҙәрҙең башҡары- лышындағы төҙөклөк, килешлелек, гармониялылыҡ. 2. Бер ижади коллектив булып сығыш яһаған артистар төркөмө. 3. Төҙөк, килешле бер бәйләнешкә килгән берҙәмлек. Архитектура ансамбле.

Ария — итальян һүҙе. Операла, ораторияла бер генә кеше башҡара торған әҫәр.

Балет — француз телендә "бейейем" тигән һүҙ. Театраль танса сәнғәте. Балет артистары махсус аяҡ кейеме кейеп бейейҙәр. Пуанте тип атала ул. Француз телендә "аяҡ осо" тигәнде аңлата. Пуантеның баш яғы ҡаты итеп эшләнә. Шуға күрә балет артистары аяҡ остарында тора ала.

Балетмейстер — немец теленән ингән, "бейеү оҫтаһы" тигәнде аңлата. Опера һәм опереттала балет, танса, хореография номерҙарының авторы һәм ҡуйыусыһы.

Баллада — хикәйәт йәки әкиәткә нигеҙләнеп яҙылған бәләкәй шиғри әҫәр.

Декорация — француз теленән ингән һүҙ. Сәхнәлә ҡуйыла торған әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып төшөрөлгән яһалма күренеш.

'Дирижер — француз һүҙе. Оркестр, хор, опера һәм балет спектаклдәренә етәкселек иткән кеше.

Драма — грек һүҙе. Сәхнәлә башҡарыу өсөн диалог формаһында яҙылған әҙәби әҫәр төрө.

Ижади портрет — сәнғәт әһеленең ижады тураһында ҡыҫҡаса яҙма.

Камерный — яңғыҙ музыкант йәки айырым ансамбль башҡарыуы өсөн тәғәйенләнгән әҫәр йәки ошондай әҫәрҙе башҡарыусы.

Капелла — латин һүҙе. Йырсылар һәм музыканттар ансамбле, хор.

Квартет — итальян һүҙе. Дүрт музыканттан йәки йырсынан торған ансамбль.

Комедия — шаян йәки сатирик йөкмәткеле драматик әҫәр.

Композитор — латин һүҙе. Музыкаль әҫәр ижад иткән кеше.

Композиция — латин һүҙе. Музыкаль әҫәр яҙыу теорияһы.

Конкурс — ҡатнашыусылар араһынан иң лайыҡлыһын һайлап ала торған ярыш.

Консерватория — музыка йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорто.

Көй эшкэртеү — композиторҙар тарафынан көйҙө нотаға һалыу.

Лауреат — латин һүҙе. Фән, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендәге ҙур хеҙмәт өсөн бирелә торған дәрәжә һәм шул дәрәжәне алған кеше.

Либретто — ҙур күләмле музыкаль сәхнә әҫәренең (опера, оперетта) әҙәби тексы.

Лиризм — итальян һүҙе. Сәнғәт әҫәренең хис-тойғо менән һуғарылышы, ихласлыҡ.

Миниатюра — итальян һүҙе. Бик бәләкәй күләмле әҙәби йәки музыкаль әҫәр.

Нота — музыкаль өндөң график һүрәтләнеше.

Опера — итальян теленән алынған һүҙ. Инструменталь һәм вокаль музыканы берләштереп, театрҙа башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыкаль драма әҫәре. Опера — ул музыкаль спектакль. Унда драма ла, музыка ла, хореография ла, һынлы сәнғәт тә, хәрәкәттәр ҙә бар. Тик драматик пьесаларҙан айырмалы рәүештә, операла һөйләшмәйҙәр, ә йырлайҙар. Опера ла, драма әҫәрҙәре кеүек, айырым бүлектәрҙән тора. Операла геройҙар башҡара торған өлөштәр партия тип атала. Э бөтә партияларҙың бергә теҙеп яҙылғаны — партитура тип атала. Һәм уның менән дирижер етәкселек итә. Композитор көй яҙған саҡта, партияларҙы дөрөҫ тауыштарға бүлергә тейеш. Тауыштарҙың да үҙ атамалары була.

Сопрано — ҡатын-ҡыҙҙар тауышы, сопраноның бер нисә төрө була. Тенор, бас, баритон — ирҙәр тауышы.

Операла айырым — ария, ариозо (ҙур булмаған ария) башҡарыуҙан тыш, ҡапма- ҡаршы йырлау — дуэт, өс кеше — терцет, дүрт кеше — квартет һәм башҡа сәхнәләр була.

Ә инде иң мөһим шарттарҙың береһе — хор.

Хор башҡарыуы — ул халыҡ, халыҡ фекере, тигәнде аңлата. Ирҙәр хоры, ҡатын-ҡыҙҙар хоры, ҡатнаш хорҙар була.

Оратория — итальян һүҙе. Хор, йырсы, солист һәм оркестр өсөн драматик сюжетта концертҡа тәғәйенләп яҙылған ҙур музыкаль әҫәр.

Оркестр — грек һәм француз һүҙе. Музыкаль әҫәрҙе бергә башҡарған төрлө музыка ҡоралы. Төрлө музыка ҡоралында бер музыкаль әҫәр башҡарған коллектив. Ҡыллы, тынлы инструменттар оркестры, симфоник оркестр, халыҡ инструменттары оркестры, камерный оркестр һәм башҡалар була.

Партнер — берәй эштә, уйында бергәләшкән иптәш.

Премьера — кинофильмдың, пьесаның, балеттың, операның йәки башҡа берәй әҫәрҙең тәүге тамашаһы.

'Профессионал — берәй эште үҙ һәнәре, профессияһы итеп алған кеше.

Профессиональ — профессияһы йүнәлешендә бар булған ғәҙәт, оҫталыҡ һ. б.

Режиссер — француз теленән ингән. Спектаклдең, кинофильмдың, радио тапшырыуҙарының һ. б. художество етәксеһе, сәхнәгә ҡуйыусы.

Репертуар — француз теленән ингән. Театрҙа ҡуйыла торған әҫәрҙәр йәки айырым кеше башҡара торған ролдәр, музыкаль әҫәрҙәр йыйылмаһы.

Романс — француз һүҙе. Фортепианоға йәки башҡа музыка ҡоралына ҡушылып йырлар өсөн яҙылған лирик йөкмәткеле йыр.

Секстет — алты кешенән торған ансамбль.

Симфония — грек һүҙе. Төрлө тауыш, төҫ йәки тондарҙың гармоник ҡушылыуы.

Симфоник әҫәр — оркестр өсөн яҙылған ҙур музыкаль әҫәр.

Солист — итальян һүҙе. Яңғыҙ йырлаусы, уйнаусы йәки бейеүсе.

Студия — итальян һүҙе. 1. Рәссам йәки скульптор шөғөлләнгән оҫтахана. 2. Киноға, фотоға төшөрөү йәки телевидение һәм радио тапшырыу эштәрен башҡарған ойошма.

Сценарий — фильм өсөн яҙылған әҙәби драматик әҫәр. Унда персонаждарҙың (ҡатнашыусыларҙың ни эшләргә тейешлеге, телмәре ентекләп яҙыла), шулай уҡ берәй байрамдың, пьесаның планы.

Сценарист — сценарий яҙыусы кеше.

Театр — грек һүҙе, тамаша өсөн урын тигәнде аңлата. Беренсе профессиональ театр Яңырыу (Эпоха Возрождения) осоронда Европала нигеҙләнә. 16—17 быуаттарҙа битлектәр (маскалар) кейгән халыҡ комедияһы була ул.

Трагедия — грек һүҙе. Нигеҙендә ҙур конфликт ятҡан һәм күп осраҡта геройҙың һәләкәте менән тамамланған драматик әҫәр.

Трио — итальян һүҙе. Өс башҡарыусынан торған ансамбль.

Увертюра — операның, балеттың, кинофильмдың һ. б. музыкаль инеш өлөшө.

Үҙешмәкәрлек — сәнғәт әлкәһендә профессиональ булмаған ижади эшмәкәрлек.

Филармония — грек теленән ингән. Концерт биреү, музыкаль сәнғәтте пропагандалау эшен башҡарған ойошма йәки учреждение. Хореография — грек телендә бейеүҙе яҙам тигәнде аңлата. Бейеү сәнғәте. Һәүәҫкәр — берәй әлкәлә махсус әҙерлеге булмаған көйө үҙ теләге, ихласлығы менән шөғөлләнеүсе. Эстрада — француз һүҙе. Сәнғәттең төрлө концерт номерҙарынан торған бәләкәй төрө.

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә
  • Үткәндәрҙе -ҡабатлау..........................................................................................3
  • Мәҙәниәт һәм сәнғәт тураһында...................................................................3
  • Халыҡ араһынан сыҡҡан оҫта йырсылар, музыканттар һәм ҡобайырсылар.........................................................................................................4
  • Йырсылар ......................................................................................................6
  • Абдулла Солтанов..........................................................................................7
  • Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев .............................................................................9
  • Ҡурайсылар.................................................................................................10
  • Йомабай Иҫәнбаев.......................................................................................11
  • Кәрим Дияров...............................................................................................14
  • Ҡобайыр әйтеүселәр ................................................................................16
  • Розалия Солтангәрөева.............................................................................17
  • Халыҡ музыка ҡоралдары эшләуселәр.......................................................18
  • Ҡурай эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов.............................................19
  • Башҡортостанда профессиональ музыка..................................................22
  • Башҡорт опера сәнғәтенең тыуыуы һәм уҫеуе .....................................27
  • Композиторҙар.....................................................................................................29
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов .....................................................................................29
  • Заһир Исмәғилев .......................................................................................32
  • Хөсәйен Әхмәтов..........................................................................................35
  • Хәбибулла Ибраһимов .............................................................................37
  • Мәсәлим Вәлиев ..........................................................................................38
  • Халиҡ Займов...............................................................................................39
  • Камил Рәхимов...................... 40
  • Рәүеф Мортазин ..........................................................................................40
  • Нариман Сабитов .......................................................................................41
  • Рафиҡ Сәлмәнов..........................................................................................43
  • Таһир Кәримов............................................................................................44
  • Шамил Ҡолбарисов ..................................................................................45
  • Башҡорт профессиональ музыкаһын артабан уҫтереуселәр .... 46
  • Башҡорт дәуләт опера һәм балет театрында оркестр...................53
  • Башҡорттар араһында беренсе дирижер..................................................53
  • Опера сәхнәһе оҫталары.....................................................................................55
  • Ғабдрахман Хәбибуллин ........................................................................55
  • Баныу Вәлиева............................................................................................57
  • Мәғәфүр Хисмәтуллин................................................................... 59
  • Мәғөфүрә Сөлиғәскәрова...........................................................................61
  • Башҡорт опера сәнғәтен артабан уҫтереусе опера йырсылары . . 62

Башҡорт балеты сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар.....................................67

  • Зәйтүнә Насретдинова .............................................................................67
  • Хәләф Сафиуллин............................... 70
  • Фәүзи Саттаров............................................................................................70
  • Гүзәл Сөләймәнова .....................................................................................71
  • Хашим Мостаев ..........................................................................................72
  • Тамара Хоҙайбирҙина................................................................................73
  • Башҡорт балет сәнғәтен артабан уҫтереусе артистар .................74
  • Рудольф Нуриев ..........................................................................................74
  • Нинель Юлтыева .......................................................................................75
  • Фирҙәүес Нафиҡова ..................................................................................76
  • Майя Таһирова............................................................................................76
  • Илдус Хәбиров ............................................................................................78
  • Леонора Ҡыуатова — Шамил Тереғолов ..........................................78
  • Тәүге театрҙар............................................... 80
  • Профессиональ театрға нигеҙ һалыусылар ............................................85
  • Вәли Мортазин-Иманский ......................................................................85
  • Ғиниәт Ушанов........................... 86
  • Мәкәрим Мәһәҙиев .....................................................................................87
  • Булат Имашев ............................................................................................88
  • Ғималетдин Минһажев ...........................................................................89
  • Әмин Зөбәйеров............................................................................................90
  • Хажи Бохарский..........................................................................................90
  • Бәҙәр Йосопова ............................................................................................91
  • Таңһылыу Рәшитова ................................................................................92
  • Рим Сыртланов............................................................................................93
  • Ғәлимйән Ҡарамышев.............................................................................93
  • Арыҫлан Мөбәрәков ..................................................................................94
  • Зәйтүнә Бикбулатова .............................................................................100
  • Рәғиҙә Янбулатова ..................................................................................101
  • Хөсәйен Ҡудашев.....................................................................................102
  • Зәкиә Арыҫланова менән Ғата Арыҫланов.....................................103
  • Профессиональ театрҙы артабан уҫтереусе актерҙар ....................104
  • Дәриғә Фәйзуллина ................................................................................104
  • Асия Нафиҡова ........................................................................................105
  • 1959 йылда ГИТИС тамамлап ҡайтыусы артистар ....................105
  • Гөлли Мөбәрәкова.....................................................................................105
  • Актер, драматург, педагог Илшат Йомағолов ..............................107
  • Зинира Атнабаева...................................................................................
  • Шамил Рәхмәтуллин ............................................................................
  • Хәмит Яруллин ......................................................................................
  • Роза Кәримова...........................................................................................
  • Режиссер Әмир Абдразаҡов ...............................................................
  • Башҡорт академия драма театрының бөгөнгөһө............................
  • Таңсулпан Бабичева..............................................................................
  • Нурия Ирсаева........................................................................................
  • Фидан Ғафаров........................................................................................
  • Хөрмәт Үтәшев........................................................................................
  • Әхтәм Абушахманов..............................................................................
  • Театр режиссерҙары ......................................................................................
  • "Нур" татар драма театры ....................................................................
  • Республика рус драма театры.................................................................
  • Стәрлетамаҡ башҡорт театры.............................................................
  • Салауат драма театры...............................................................................
  • Сибай драма театры ...................................................................................
  • Туймазы татар театры ............................................................................
  • Милли йәштәр театры ..............................................................................
  • Башҡорт ҡурсаҡ театры .........................................................................
  • Венера Рәхимова......................................................................................
  • Башҡорт дәуләт филармонияһы .............................................................
  • Филармонияның тәуге йырсылары..........................................................
  • Хәбир Ғәлимов ........................................................................................
  • Сөләймән Абдуллин ..............................................................................
  • Башҡорт дәуләт филармонияһының данлы традицияһын дауам

итеуселәр............................................................................................................

  • Рамаҙан Йәнбәков...................................................................................
  • Зәки Мәхмүтов ........................................................................................
  • Ғәлиә Солтанова ......................................................................................
  • Мәүлетбай Ғәйнетдинов ......................................................................
  • Флүрә Килдейәрова................................................................................
  • Ғәли Хәмзин.............................................................................................
  • Нәзифә Ҡадирова...................................................................................
  • Иҙрис Ғәзиев.............................................................................................
  • Тәнзилә Үҙәнбаева .................................................................................
  • Халыҡ бейеу коллективтары .................................................................
  • Ижадсы яҙмышы...................................................................................
  • Мөхәммәт Иҙрисов .................................................................................
  • Фәйзи Ғәскәров........................................................................................
  • Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәуләт академия

бейеу ансамбле..................................................................................................

  • Рәүилә Хәжиева ......................................................................................
  • Хисбулла Зөбөйҙуллин.........................................................................
  • Рәшиҙә Туйсина ......................................................................................
  • Риф Ғәбитов .............................................................................................
  • Профессиональ -курайсылар...........................................................................158
  • Ғата Сөләймәнов.......................................................................................158
  • Ишмулла Дилмөхәмәтов ......................................................................159
  • Азат Айытҡолов .....................................................................................161
  • Ришат Рәхимов..........................................................................................161
  • Юлай Ғәйнетдинов..................................................................................163
  • Ҡумыҙсылар .......................................................................................................165
  • Роберт Заһретдинов..................................................................................166
  • Баянсылар...........................................................................................................167
  • Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов.............................. 168
  • Ридик Фәсхетдинов..................................................................................168
  • Нәфис һуҙ оҫталары.......................................................................................169
  • Башҡорт дәуләт филармонияһы хоры.....................................................169
  • Шамил Ибраһимов..................................................................................169
  • Башҡортостан Республикаһының хор капеллаһы ...........................170
  • Башҡорт халык музыка -коралдары оркестры...................................171
  • Тәүге башҡорт эстрадаһы, коллективтары,..........................................171
  • Фәриҙә Ҡудашева — Бәхтиғәни Ғайсин ........................................172
  • Наил Ғәлиев...............................................................................................173
  • Мәғфирә Ғәлиева — беренсе эстрада артисткаһы ......................174
  • Халыҡ араһында дан ҡаҙанған фольклор ансамблдәре....................176
  • Милли симфоник оркестр. Орган һәм органсылар ..............................180
  • Республика күләмендә үткәрелгән конкурстар.....................................181
  • Аңлатмалы һүҙлек..........................................................................................183

БАШКИРСКАЯ КУЛЬТУРА (Уроки жизни) учебник для VIII класса (на башкирском языке) Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмэтов М. Б. Б 83 Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): 8 синыф өсөн дәреслек. — Өфө: Китап, 2004. — 192 бит. ISBN 5-295-03409-7