Тормош һабаҡтары. 9 класс

Тормош һабаҡтары.Башҡорт мәҙәниәте.9 класс

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ СӘНҒӘТЕ ТУРАҺЫНДА

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәте тураһында һүҙ алып барғанда, нигеҙҙә, иң элек төрлө-төрлө биҙәкле көнкүреш әйберҙәре күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланып ҡалған төп ҡиммәттәре — ауыҙ-тел ижады менән биҙәктәр. Баһалап бөткөһөҙ ошо байлыҡты һаҡлаусы зиһенле кешеләребеҙ башҡорт халҡының киләсәге өсөн рухи байлыҡ һәйкәле ҡойған.

Башҡорт халҡының этник тарихы, тимәк, сәнғәтенең формалашыу юлы ла ғәйәт ҡатмарлы. Уның ижадына илен арҡыры ла, буй ҙа үтеп китеүселәрҙең дә, баҫҡынсьң ларҙың да йоғонтоһо ҙур булған. Биҙәктәрҙә Себерҙә, Урта Азияла, Волга буйында ижад ителгән һыҙаттар ҙа, төрки, иран телле, фин, уғыр халыҡтарының традициялары ла төҫмөрләнә.

Һуңғы йылдарҙа иһә көнсығыш славян биҙәү сәнғәтенең дә йоғонтоһо тойола. Әммә башҡорт халҡының сәнғәте үҙенә генә хас төп сифаттарын һаҡлап ҡала алған. Халыҡ ижадының һәр төрөндә — фольклормы, туҡыу, сигеү, ағас семәрләү, ювелир-биҙәүме, күнгә һалынған биҙәктәрме — һәр береһендә үҙҙәренә генә хас орнаменттары һаҡланған.

Ә был биҙәктәр — үҙе бер донъя. Сәнғәт йәки ғилем юлынан китергә теләгән һәр кем халыҡ ижадын яҡшы белһә, иғтибар менән өйрәнһә, үҙе һайлаған һәнәр буйынса таянырлыҡ ҡиммәтле мәғлүмәттәр таба ала. Бөгөнгө көндә башҡорт архитектураһын, металға һәм күнгә биҙәк һалыу һәнәрен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың дауала- ныу-биҙәнеү әйберҙәре әҙерләү ысулдарын һәм башҡа шундай онотолоп барған ҡиммәтле оҫталыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырып була.

Боронғо сәнғәтте аяҡҡа баҫтырыу замандан артта ҡалыу түгел. Халыҡ үҙ ижадында иҫ китмәле юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Уларҙы өйрәнеү, заманға яраҡлаштырыу беҙҙең артабанғы үҫешебеҙ өсөн мәртәбә генә булыр.

ҮТЕЛГӘНДӘРҘЕ ҠАБАТЛАУ

үҙгәртергә

Беҙ 8-се синыфта «Башҡорт мәҙәниәте» предметы буйынса Башҡортостан Республикаһының сәнғәтенө, мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусылар һәм артабан үҫтереүселәр, Башҡорт драма театрын һәм филармонияһын ойоштороусылар тураһында белдек. Быйыл республикабыҙҙағы һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура менән таныша башлағанға тиклем үткәндәрҙе иҫкә төшөрәйек.

  1. Халыҡ музыкаһы һәм профессиональ музыка ни яҡтары менән айырыла?
  2. Халыҡ араһынан танылған йырсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
  3. Халыҡ йырҙарын башҡарыусы дан ҡаҙанған артистарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
  4. Сит ил сәхнәләрендә сығыш яһаусы беренсе ҡурайсыбыҙ кем?
  5. Профессиональ ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
  6. «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән исемгә кемдәр лайыҡ булған?
  7. Опера театрының беренсе «ҡарлуғастары» кемдәр?
  8. Беренсе башҡорт дирижеры кем?
  9. Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә кем нигеҙ һалған?
  10. Ансамбль етәкселәренән һәм бейеүселәрҙән кемдәр Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған?
  11. Тәүге эстрада ансамбленә кем нигеҙ һалған һәм иң беренсе эстрада йырсыһы кем?
  12. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына кем нигеҙ һала һәм башҡорт төркөмөнөң етәксеһе кем була?
  13. Милли симфоник оркестр менән халыҡ инструменттары оркестры нимә менән айырыла?
  14. Халыҡ инструменттары оркестрына кем нигеҙ һала? Уның составында ниндәй музыка ҡоралдары бар?

БАШҠОРТОСТАНДА КИНО

үҙгәртергә

(Байҡау яһау)

Башҡортостанда тәүге кинотаҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1909 йылда — «Урал күренештәре», 1910 йылда «Ырымбур», «Алтын приискыларын эшкәртеү» тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда «Ҡымыҙ» исемле фәнни-популяр фильм («Гомон» француз фирмаһының Мәскәү бүлексәһе), ә 1916 йылда — «Ҡылғанлы дала» (А. Ханжонков фирмаһы) донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк?» хикәйәһен экранлаштыра.

Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроникаль фильмдар һаҡланған. Артабан «Өфөлә 1 Май», «Һабантуй» (1925), «Ҡыҙыл Башҡортостан» (1929), «Азия сигендә», «Совет әкиәте», «Башҡорт ҡыҙы» (1930), «Данлы юбилей» (1939), «Икенсе Баку» (1940) тигән документаль фильмдар төшөрөлә. 1937 йылда «Ленфильм»дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда «Пугачев» фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. Салауат Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған «Салауат Юлаев» фильмын эшләй. 1959—1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы «Сыңрау торна» фильм-балетын экранлаштыра.

1959 йылдан башлап Башҡортостан телевидениеһы эшләп килә. Уның кино төркөмө байтаҡ фильмдар ижад итә. Улар араһында «Башҡорт балы» (сценарий авторы А. Филиппов), Заһир Исмәғилевтең кинопортреты булған «Тыуған моңдар» фильмы (режиссеры Ғ. Ҡудашев) иң уңышлы эштәрҙән һанала.

1990 йылда «Башҡортостан» дәүләт киностудияһы ойошторола. Уның директоры итеп билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов тәғәйенләнә. «Ишмулла», «Зәки Вәлиди Туған» (режиссеры Әмир Абдразаҡов), «Аксаков һәм Башҡортостан» (режиссеры Малик Яҡшымбәтов), «Инештәр», «Ғәскәров» (режиссеры Вил Кәримов), «Мин — Салауат» (режиссеры Г. Шеверов), «Азатлыҡ ҡапҡаһы» (режиссеры Малик Яҡшымбәтов) һәм башҡа байтаҡ фильмдар төшөрөлә.

Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса «Бөртөкләп йыйыла алтын» тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә. Тулы метражлы нәфис фильмдар төшөрөүҙә лә ярайһы уҡ уңыштар бар. Режиссер Булат Йосоповтоң «Быяла юлсы», «Ауыл өҫтөндә йәйғор», «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» исемле фильмдары экрандарға сыҡты.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында «Ай ҡыҙы» исемле телевизион күп сериялы фильм төшөрөлдө. Был — 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы. Режиссеры — Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтов. Сценарий авторы — драматург Флорид Бүләков. Төп ролдәрҙә драма театры артистары — Эльмира Юлдашева, Эльмира Саматова (Айһылыу), Азат Йыһаншин (Ғайсар), Ғаяз Алтыншин (Ғаяз), Эльвира Юнысова (Рәшиҙә), Сара Буранбаева (Ғәҙилә), Гүзәл Маликова (Йәмилә) уйнаны.

Ә. Ә. Нурмөхәмәтов оҙаҡ йылдар буйы Салауат башҡорт драма театрында баш режиссер булып эшләй. Унан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бер нисә спектакль ҡуя.

Башҡортостан телевидениеһы студияһында эшләү дәүерендә Әнүәр Әбүбәкер улы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса «Миҙал» нәфис фильмын, «Президент бүләге» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм, ике сериялы «Һарығолаҡ» нәфис фильмын (яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев әҫәре буйынса) төшөрә.

Һынлы сәнғәт

үҙгәртергә

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ, СКУЛЬПТУРА, АРХИТЕКТУРА

үҙгәртергә

Һынлы сәнғәт һәм рәссамдар

үҙгәртергә

Башҡорт милли сәнғәтендә һынлы сәнғәт (изобразительное искусство), төҫлө һүрәт (живопись) айырым бер әһәмиәтле урын тота. Сөнки был өлкәләге ҡаҙаныштар профессиональ оҫталарҙа ла һоҡланыу тыуҙыра. Уны өйрәнәләр, унан өйрәнәләр.

Ағас һырлау, күнгә биҙәк һалыу, биҙәнеү әйберҙәре кеүек нескә зауыҡ талап иткән әйберҙәр эшләү, сигеү-ҡайыу, нағышлау, ҡорама ҡорау, келәм-балаҫ һуғыу, селтәр һәм дебет шәлдәр бәйләү — былар бөтөнөһө лә күңел матурлығы, бик ентекләп, тәфсирләп эшләүҙе талап иткән оҫталыҡ.

Мәҙәниәттең бөтөн тармаҡтары кеүек үк, XIX быуаттың 20—30 йылдарында һынлы сәнғәт, төҫлө һүрәт, сәнғәт төрө булараҡ, ныҡлы үҫеш ала башлай. Илдәге революцион үҙгәрештәрҙән һуң был йүнәлеш ғилми нигеҙҙә алға китә. Һынлы, төҫлө һүрәт ғилеме үҫешенә, әлбиттә, халыҡтың фекерләүе һәм ғәмәли эштәре нигеҙ була.

Был йылдарҙа Өфөлә бик күп сәнғәт оҫтаханалары барлыҡҡа килә. Тимер юлсылар клубы эргәһендә — А.П. Лежнев ҡулы аҫтында, ә В.И. Ленин исемендәге клуб эргәһендә Ҡ.С. Дәүләткилдеев етәкселегендә изостудиялар эшләй башлай. Башҡорт һынлы сәнғәтенең формалашыуында рәссам Д.Д. Бурлюктың йоғонтоһо көслө була.

1919 йылда Пролетариат художество музейы (М.В. Нестеров исемендәге Художество музейы) асыла. Ундағы картиналарҙы башҡорт рәссамдары өсөн оҫталыҡ мәктәбе тип һанап та була. Башҡортостан рәссамдары 1927—1928 йылдарҙа Мәскәүҙә күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Улар шулай уҡ республиканың райондарына ижади командировкаларға сығалар. Командировкаларҙың халыҡ тормошон өйрәнеүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ була.

Драма, опера һәм балет театрҙары өсөн сәхнә биҙәү сәнғәте барлыҡҡа килә. Сәхнә биҙәү сәнғәте — айырым бер тармаҡ. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа театрҙар байтаҡ. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында театр өсөн махсус рәссамдар әҙерләнә. М.Н. Арыҫланов, Ғ.Ш. Имашева, С.Н. Яҡшыбаев,

Мөхәммәт Арыҫланов, С.И. Никандровтар тәүге театр рәссамдары була. Артабан улар сафына сәхнә биҙәү буйынса оҫталар Р. М. Арыҫланов, Н. Ғ. Байбурин, Т. Ғ. Еникеевтар өҫтәлә.

Мөхәммәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов (1910—2003)

үҙгәртергә

Мөхәммәт Арыҫланов башҡорт театр сәхнә биҙәү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә.

Ул Кушнаренко районының Мәмәк ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Өфө сәнғәт техникумын тамамлай ҙа үҙ тырышлығы менән Санкт-Петербургтың И. Е. Репин исемендәге живопись, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә.

1934—1936 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 1936—1944 йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында, 1938—1980 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрында баш рәссам булып эшләй. 200-ҙән ашыу спектаклде биҙәй ул. Бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында рәссамдар әҙерләү бүлегендә дәрестәр алып бара.

Ул сәхнәгә ҡуйыласаҡ әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен, идея йүнәлешен тәрән тойоп, күңеле менән һиҙеп ижад итә һәм әҫәр йөкмәткеһен асыуға тос өлөш индерә. Уның биҙәү оҫталығы бик юғары баһалана. Ул режиссерҙар менән һәр ваҡыт фекерҙәш булып эшләй. Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» (1955), «Шәүрә» (1963), Халиҡ Займов менән А. Б. Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр» (1965), Лев Степановтың «Сыңрау торна» (1953) милли музыкаль спектаклдәрен, А. П. Бородиндың «Кенәз Игорь», П. И. Чайковскийҙың «Мазепа», Дж. Вердиҙың «Аида» һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙе биҙәү эше юғары баһалана. Һәр эше миҙал менән билдәләнә.

Мөхәммәт Нуриәхмәт улы үҙ һәнәре тураһында былай тип яҙа: (Жизнь в искусстве. — «Ватандаш» журналы. 2001, № 11.144— 153-сө биттәр).

«1943 йылда Башҡортостан хөкүмәте опера театры фойеһын биҙәү бурысы йөкмәтте. Фойеның баҫҡыстарының өҫ яғында киң ҡоласлы панно төшөрөргә кәрәк булды.

Миңә бик ҙур оҫтахана бирҙеләр. Бөгөнгө көндә унда театр музейы урынлашҡан. Мин ең һыҙғанып эшләй башланым. Минең эргәмә эш араһында ваҡыт арттырып Арыҫлан Мөбәрәков ингеләп сыҡты. Мин Салауат Юлаев образын уға ҡарап ижад иттем. Булат Имашев, Хәләф Сафиуллин, Фәйзи Ғәскәров, Хажи Бохарскийҙар эшем менән ҡыҙыҡһынып, хуплап торҙолар.

Оҫтаханамда Александр Тюлькин менән Анатолий Лежневты һәр саҡ ихлас көтөп алдым. Улар ҙа мине илһамландырҙы, файҙалы кәңәштәр бирҙе. Скульптор Сосланбәк Тавасиев та йыш килде. Ул Салауат Юлаевҡа һәйкәл эшләү хыялы менән яна ине. Беҙ уның менән Художество академияһында танышҡайныҡ. Эштән һуң беҙ Өфө янындағы Сиған туғайы тип аталған аҡланға барып, Өфөгә һоҡлана һәм шул уҡ ваҡытта Салауат Юлаевҡа буласаҡ һәйкәлде урынлаштырыу өсөн урын һайлай торғайныҡ.

Беҙ сәнғәт тураһында ла, Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында ла туҡтауһыҙ әңгәмә алып бара инек. Мәскәүҙән эвакуацияланған рәссамдарҙан төҙөлгән ҡабул итеү комиссияһы эшемде яҡшы баһаланы. Паннола Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы менән Бөйөк Ватан һуғышы күренештәре аша башҡорт менән рус халыҡтарының тарихи яҙмыштарының айырылғыһыҙ булыуын сағылдырғайным...

...Миңә 90 йәш. Үткән юлыма ҡайырылып ҡарайым да, күңелемде ҡыуаныс тойғоһо солғап ала. Мин ысынлап та бәхетлемен. Ижадымдың яратҡан илемдең сәнғәтенә тос өлөш индереүе өсөн дә, улым менән ейәнсәремдең минең юлымдан китеп, сәнғәткә хеҙмәт итеүҙәренә лә, заман йәштәренең юғары сәнғәткә ынтылыуҙары, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙарына ла ҡыуанам. Тимәк, мине лә, минең ижадымды ла онотмаҫтар, иҫләрҙәр. Мин бөтөн булмышым менән сәнғәткә хеҙмәт иттем».

Мөхәммәт Арыҫланов — республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы.

Уның улы Рифҡәт тә атаһының юлын дауам итә һәм, Мәскәүҙә В.И. Суриков исемендәге Художество институтының театр биҙәү бүлеген тамамлағандан һуң, Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй.


Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева (1914—1995)

үҙгәртергә

Ғәлиә Имашева — башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам.

Ғ.Ш. Имашева Алтай крайы Камень ҡалаһында тыуа. Өфө сәнғәт техникумында Ҡ. С. Дәүләткилдеев һәм А. Э. Тюлькин класында уҡый. Ул бәләкәйҙән сәнғәт донъяһына ғашиҡ була.

Шуның өсөн дә техникум тамамлағас та Өфө художество музейында экскурсовод булып эшләй башлай. Музейҙа бер кем юҡ саҡта ла рәссамдарҙың һүрәттәре янына килеп оҙаҡ-оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора.

Музей директоры Ю. Блюменталь быға иғтибар итә һәм Ғәлиәгә сәнғәт белгесе булырға тәҡдим итә. Әммә йәш рәссам Ғәлиә сәхнә биҙәү хыялы менән яна. Шуның өсөн дә 1934 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә барырға тәҡдим иткәс, икеләнмәйенсә унда китә. Күп тә үтмәй уны баш ҡала театрына эшкә күсерәләр.

1936 йылдан башлап Башҡорт академия драма театрында эшләй. Ул биҙәгән әҫәрҙәрҙә осош, шиғриәт, юғарылыҡ тойола. Рәссам сәхнә әҫәрҙәренең йөкмәткеһенә, милли психологияһына, идея йүнәлешенә тәрән төшөнөп эш итә. Шуға күрә лә ул биҙәгән сәхнә әҫәр йөкмәткеһен асыуҙа, тамашасыға йоғонтололоғон көсәйтеүҙә әһәмиәтле роль уйнай.

X. Ибраһимовтың «Башмағым», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас», Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө», «Салауат» трагедиялары, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс», А. Чеховтың «Дядя Ваня», Вольтерҙың «Мөхәммәт» һәм башҡа тиҫтәләгән сәхнә әҫәрҙәрен биҙәү эштәре юғары баһалана.

Ул Башҡорт опера һәм балет театрында ла байтаҡ ҡына әҫәрҙәрҙе биҙәй, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн костюм эскиздары әҙерләй. «Ғәлиә Имашева кеше кисерештәрен яҡшы аңлай. Әҫәр геройҙарының кейемен, кейем төҫөн, улар йәшәгән мөхитте оҫта сағылдыра. Мин күп кенә геройҙарымдың образы өҫтөндә эшләгән саҡта, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым», — ти СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова.

Рәссамдың үҙ тормошон да тетрәнеүҙәр урап үтмәй. Учалы драма театрын башлап ебәреү өсөн эшкә ебәрелгән саҡта, ире, башҡорт сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған ҡүре- некле режиссер Булат Имашев, фажиғәле вафат була. Ғәлиә Имашева ике бәләкәй улы, ауырыу әсәһе менән япа- яңғыҙ тороп ҡала. «Юғалтыу ҡайғыһын баҫырға ижадым ярҙам итте», — ти ул. Ауыр ҡайғыны ижад менән еңерлек көс табыу — үҙе үк оло батырлыҡ.

Ижадта ла, шәхси тормошта ла рухи ныҡлыҡҡа, ихтыяр көсөнә эйә булған рәссам Ғәлиә Имашева илһам сығанағын халҡын һөйөүҙә һәм халҡының һөйөүендә таба. Ғәлиә Имашева — К.С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың һынлы сәнғәтендә байтаҡ үҙгәрештәр була. Күп кенә рәссамдар фронтҡа китә, башҡа яҡтарҙан эвакуацияланып байтаҡ рәссамдар, скульпторҙар килә.

Өфөлә шундай скульпторҙарҙан А.А. Шовкуненко, Л.По һәм бөгөнгө көндә киң билдәле С.Д. Тавасиев эшләй.

1941—1943 йылдарҙа Мәләүез районының Воскресенка ауылына Мәскәүҙең В.И. Суриков исемендәге дәүләт художество институты ҡарамағындағы Мәскәү художество урта мәктәбе эвакуациялана. Мәскәү рәссамдары башланғысы менән Воскресенка художество галереяһына нигеҙ һалына.

1922 йылда Өфөлә асылған Башҡорт музыка техникумы (1960 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы) 1926 йылда Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы тип үҙгәртелә. Әлбиттә, был уҡыу йортоноң исеме генә үҙгәрмәй, ә ул һынлы сәнғәт үҫешенә белгестәр әҙерләү буйынса тос өлөш индерә. Был техникум профессиональ рәссамдар әҙерләй.

Унда күренекле рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев, Александр Тюлькин дәрес бирә. Уларҙың класында байтаҡ һәләтле рәссамдар уҡып сыға.

Башҡорт һынлы сәнғәтен формалаштырыуҙа М.В. Нестеров, А.Э. Тюлькин, Ҡ.С. Дәүләткилдеев, М.Н. Елгаш- тина, А.П. Лежнев, В.С. Сыромятников, И.И. Урядов- тарҙың өлөшө тос була.

Рус рәссамы Михаил Васильевич Нестеров (1862— 1942)

үҙгәртергә

Башҡортостанда тыуа һәм шунда ижад юлын башлай. Мәскәү һынлы сәнғәт училищеһында белем алып ҡайтҡандан һуң, иң тәүге рәсемдәрен Өфөлә төшөрә. «Видение отроку Варфолемею» («Үҫмер Варфоломей алдында илаһи йәндең пәйҙә булыуы»), «Пустынник» («Сәхрә дәрүише»), «Чудо» («Мөғжизә»), «Зимой в скиту» («Ҡышҡыһын скитта»), «Родина Аксакова» («Аксаков- тың тыуған төйәге») тигән картиналары тыуған яҡҡа оло һөйөүе тураһында һөйләй. Ул тәбиғәтте һүрәтләү өсөн сағыу, асыҡ төҫтәр һайлай. Уның әҫәрҙәренән ихласлыҡ бөркөлә.

Давид Давидович Бурлюк (1882—1967)

үҙгәртергә

Башҡортостан һынлы сәнғәте өлкәһендә онотолмаҫ эҙ ҡалдыра. 1915—1918 йылдарҙа Иглин районында йәшәй. Ул Башҡортостанда оҙаҡ булмай. Ҡазан, Одесса художество мәктәптәрендә, Мәскәү живопись, скульптура һәм архитектура училищеһында, сит илдәрҙә, Мюнхен, Париж һәм Бавариялағы шәхси студияларҙа оҫталыҡҡа өйрәнеп килгән был һәләтле рәссамдың ҙур тәжрибәһе Өфө сәнғәт донъяһында әһәмиәтле роль уйнай. Ул 1910 йылдан алып Рәсәй һәм Европаның рәссамдар даирәһендә футуризм йүнәлешенең вәкиле булып таныла.

Башҡортостанда йәшәгән аҙ ғына осорҙа ла 150-гә яҡын картина төшөрә. Өфө рәссамдары А.Э. Тюлькин, П.М. Лебедев, Ҡ.С. Дәүләткилдеев менән таныша. Сит илдәргә сығып киткәс тә М.В. Нестеров исемендәге Художество музейы һәм рәссам Александр Тюлькин менән хат алышып тора. Музейҙа уның уникаль әҫәрҙәр коллекцияһы һаҡлана. «Йәш башҡорт портреты», «Ҡыҙыл төшлөк», «Татар ҡыҙы», «Нуңғы ҡар», «Көҙгө кис»,

«Татар ауылы» тигән әҫәрҙәренән, Башҡортостан тәбиғәте күренештәренән ул йәшәгән йылдар һулышы килгәндәй.

Василий Степанович Сыромятников (1885—1979)

үҙгәртергә

Миәкә районының Елдәр ауылында тыуа. Ҡазан художество мәктәбен тамамлай ҙа шул уҡ 1912 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмере буйы Өфөлә эшләй. Ҡ. Дәүләткилдеев, Л. Тюлькин, А. Храмов, Ю. Блюменталь менән бергә Башҡортостан буйынса бик күп экспедицияларға йөрөй, ерле халыҡ тормошон өйрәнә.

Экспедициянан һәр ваҡыт бик ҙур ижади хыялдар менән ҡайта. Башҡорт тормошон яратып өйрәнә. «Башкирка» («Башҡорт ҡатыны»), «Гости на женской половине» («Ҡатындар яғында ҡунаҡ һыйлау»), «Улица в кочевье» («Йәйләүҙәге урам») тигән һүрәттәре уның башҡорт халҡы тормошон ентекле өйрәнеүен һәм ихлас сағылдырыуын күрһәтә.

Милли кейемдәге башҡорт ҡатындарының һөйкөмлөлөгө, хәрәкәттәренең һығылмалылығы, үҙ-ара мөнәсәбәттәге йылылыҡ, өй йыйыштырыуҙағы ғәжәйеп оҫталыҡ, шаршауҙағы, кейем-һалымдағы һәр биҙәк, һәр нағыш, һуғылған балаҫтарҙағы орнаменттар тәрән һөйөү менән ентекле сағылдырылған. Юлий Юльевич Блюменталь (i870—1944) Ҡазанда тыуа. 1915—1935 йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Башҡорт дәүләт художество музейы директоры була. «Всадник-башкир» («Ьыбайлы башҡорт»), «За стрижкой овец» («Карыҡ ҡырҡҡанда»), «Вид башкирской кочевки» («Йәйләү күренеше»), «Шамсинур» («Шәмсинур»), «Тип башкира» («Башҡорт»), «Молодая баба-башкирка» («Йәш башҡорт ҡатыны»), «Башкирское крыльцо» («Башҡорт тупһаһы») һүрәттәре М.В. Нестеров исемендәге художество музейында һаҡлана.

Александр Эрастович Тюлькин (1888—1980)

үҙгәртергә

Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул Өфө ҡалаһында тыуа. Ҡазан художество мәктәбен тамамлағас, Өфөгә ҡайта. Уның ижадына Бур- люктың йоғонтоһо ҙур була.

20-се йылдарҙа Башҡортостан райондарында сәйәхәттә йөрөй. Ул үҙ тыуған яғына мөкиббән ғашиҡ рәссам. Тыуған Өфө ҡалаһы, Башҡортостан тәбиғәте, Уралтау образы — уның төп темаһы.

«Даналағы өй», «Башҡорт тыҡрығы», «Иҫке Өфө», «Гортензиялар», «Нестеровтың тыуған яғында», «Ағас мәсеттең эсе», «Яр ситендәге өйҙәр», «Пушкин башҡорттар араһында» тигән һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрен халыҡ йылы ҡаршы ала, хөкүмәт тарафынан да тейешле баһалана.

Ул — БАССР-ҙың халыҡ рәссамы. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Рәссам Иван Иванович Урядов (1893—1962)

үҙгәртергә

Үҙенең бөтөн ижади ғүмерен художество училищеһы менән бәйләй. Ҡазан художество мәктәбен тамамлағас, Сызрань, Куйбышев, Ульяновск ҡалаларының уҡыу йорттарында эшләй, 1929 йылда Өфөгә килә һәм художество училищеһы асыу эшен башлай.

400-гә яҡын рәсем яҙа. «Чапаев дивизияһының Ҡыҙыл яр эргәһендә Ағиҙелде кисеп сығыуы» тигән һүрәте менән генә лә исемен тарихҡа яҙыр киң ҡоласлы һәләтле рәссам ул. ҺОРАУҘАР.

  1. Нимә ул һынлы сәнғәт?
  2. Башҡорт профессиональ һынлы сәнғәте нисек формалаша?
  3. Башҡортостандың күренекле рәссамдарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?
  4. Театр сәхнә биҙәү сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар кемдәр? Уларҙың әҫәрҙәрен атағыҙ.
  5. Башҡортостан тәбиғәтен иң күп төшөрөүсе рәссам кем тип уйлайһығыҙ?

Яуаптарығыҙҙы миҫалдар менән дәлилләгеҙ.

Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдеев (1887—1947)

үҙгәртергә

Исеме легендаға әйләнгән рәссам Ҡ.С. Дәүләткилдеев Благовар районы Күгел (Марьино) ауылында тыуған. 1914 йылда Санкт-Петербургта В.И. Мухина исемендәге Юғары художество-промышленность училищеһын тамамлай. 1914—1916 йылдарҙа шунда уҡыта. 1916—1917 йылдарҙа Художество академияһының ирекле тыңлаусыһы. 1917 йылда Өфөгә ҡайта.

Ҡайтҡас, бер төркөм рәссамдар (Ю.Ю. Блюменталь, II.M. Лебедев, Б.А. Васильевтар) ойошторған Һынлы сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәтенә инә. Был осорҙа А.Э. Тюль- кин, М.Н. Елгаштина, Д.Д. Бурлюк кеүек билдәле шәхес булып китәһе рәссамдар ҙа Өфөгә килә. Улар сәнғәттең киләсәге тураһында әңгәмәләр алып баралар, күренекле рәссамдарҙың күргәҙмәләрен ойошторалар.

1919— 1921 йылдарҙа байтаҡ ҡына студиялар барлыҡҡа килә. Хәҙерге Авиация техникумы бинаһында Ҡасим Дәүләткилдеев художество студияһы аса. Ғ. Имашева, Г. Мостафин, Р. Ишбулатов, Р. Ғүмәров, Р. Усманов, В. Андреев кеүек оҫталарҙы уҡытып сығара. Рәсем төшөрөүгә өйрәткән саҡта Санкт-Петербургта алған белемен дә уҡыусыларына бирергә тырыша, бөйөк рәссамдар хаҡында һөйләй.

1924 йылда Башҡортостан Наркомпросы рәссамдар Ҡ.С. Дәүләткилдеев, А.П. Лежнев, И.Н. Самарин, А.Э. Тюлькин, Г.П. Черкашенинов төркөмөнән художест- во-техник студия ойоштороу тураһындағы үтенесте ыңғай хәл итә. Аҙаҡ был студия Башҡорт сәнғәт техникумының художество бүлегенә әйләнә һәм Ҡасим Дәүләткилдеев оҙаҡ йылдар унда уҡыта.

Башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма әйберҙәрен йыйыу өсөн бер нисә тапҡыр экспедицияға сыға. Баймаҡ, Бөрйән, Белорет райондары буйлап йөрөй. Был экспедицияларынан «Яңы Усман ауылы», «Түбә руднигы», «Баймаҡ заводының дөйөм күренеше», «Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе» һәм башҡа байтаҡ һүрәттәр төшөрөп алып ҡайта.

Республикабыҙ райондары буйлап йөрөгән мәлдәрендә, халыҡтың зауыҡлы итеп һуғылған балаҫтары, нағышланған һөлгө-таҫтамалдарының, алъяпҡыс итәктәренең, бәйләмдәрҙең һоҡланғыс биҙәктәрен өйрәнә, ҡашығаяҡтағы биҙәктәрҙе төшөрөп ала, күнгә һуғылған һыр-биҙәкте өйрәнә. Шуның өсөн дә уның һүрәттәрендә —

«Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы»ндамы, «Башҡорт Ибраһимы»ндамы, «Һунарсы башҡорт»тамы — һәр береһендә халыҡтың милли һулышы тойола.

1980 йылда Художество музейы хеҙмәткәрҙәре Ҡ. Дәүләткилдеев ҡатнашлығындасы 1928 йылғы экспедиция эҙҙәре буйлап йөрөп сыға. Шул саҡта улар Белорет районында «зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы» табалар. Ул Мәрйәм Йомағол ҡыҙы Мостафина булып сыға. «Усманғәли ауылында йәшәй инек. Беҙгә ике ағай килеп инде. Береһе ҡаҡса, оҙон буйлы. Икенсеһе — тәпәшәгерәк буйлыһы, башҡортса һөйләшә ине. Улар, һине һүрәткә төшөрәбеҙ тигәс, мин ҡаушап ҡалдым. Шунан ризалаштым да, ма- тур күлдәгемде кейеп ултырҙым. Бик тартынып ҡына, тик кенә ултырҙым. Бүрәттә лә шулай сыҡҡанмын», — тип һөйләй ул.

Ҡ. Дәүләткилдеев һәр матурлыҡҡа һиҙгер һәм бик һаҡ мөнәсәбәттә була. Уның һүрәттәрендә ябай башҡорт ауылы тормошона ысын ғашиҡ булыуы, тәрән һөйөүе күренә. «Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе» тигән һүрәткә генә иғтибар иткән саҡта ла рәссамдың һәр һыҙатҡа, һәр биҙәккә оло һөйөүе сағыла. Әйтерһең дә, елгә елпелдәп торған таҫтамалға ла, кәртәләрҙә элеүле балаҫҡа ла, юрғанға ла, ҡояшҡа ялтырап торған һауыт-һабаға ла эҫе ҡояш нурҙары менән бергә рәссамдың күңел йылылығы һирпелгән.

Әммә эшләргә шарт, рәсемдәрен һаҡларға урын булмағанлыҡтан, байтаҡ әҫәрҙәре юғала, ә үҙенең һуңғы ғүмер йылдары аяныслы тамамлана. Ғаиләһе булмай. М.Н. Елгаштина аҙаҡ былай тип яҙа. «Тағы бер һәйбәт кеше яҡты донъянан китте. Нескә күңелле, тәрән хисле кеше... Уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу, уны йәшәтеү өсөн бик аҙ, хатта бөтөнләй бер ни ҙә эшләмәгәнлеген уйлаһаң, күңелгә бик ауыр булып китә. Ьуңғы юлға оҙатҡан саҡта, халыҡ күп булды, рәссамдарҙың барыһы ла тиерлек бар ине. Ләкин уны оҙатыуға рәсми төҫ биреүсе бер кем дә булманы...»

1970 йылда башҡорттарҙан тәүге профессиональ рәссамдың беренсе шәхси күргәҙмәһе ойошторола. Уның хаҡында бик йылы итеп хәтергә алалар. Рәссам А.Э. Тюль- кин уға мотлаҡ рәүештә һәйкәл ҡуйырға кәрәклеге тураһында фекер әйтә. Билдәләп китергә кәрәк, Тюлькин менән Дәүләткилдеев яҡын фекерҙәш дуҫтар була. Улар бергәләшеп «Пушкин башҡорттар араһында» тигән бик ҙур эш башлайҙар. Әммә Ҡасим Сәлиғәскәр улының ауырыуы арҡаһында ул тамамланмай ҡала.

Ҡасим Дәүләткилдеевтең йәшәү һәм ижад итеү шарттары бик насар булғанлыҡтан, һүрәттәре лә, шәхси әйберҙәре лә һаҡланмаған. Тик, күңелдә үкенес тойғоһо ҡалдырырлыҡ, шул уҡ ваҡытта күренекле һәм талантлы рәссамдың тормошо хаҡында өҫтәмә дәлил булырлыҡ бер генө документ — уның үҙ ҡулдары менән яҙылған автобиографияһы һаҡланған. Был ҡомартҡы М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында һаҡлана.

1941 йылдың 23 февралендә яҙылған автобиографиянан өҙөк килтерәбеҙ. «...Башҡа рәссамдар менән бергә Америкала (Калифорния штаты, Сан-Диего ҡалаһы) күргәҙмәлә ҡатнаштым, Мәскәүҙә өс тапҡыр күргәҙмәлә булдым... Өфө художество музейында, Край һәм Революция музейҙарында , ябай ғына хеҙмәттәрем һаҡлана.

Йәш кадрҙар һәм рәссамдар әҙерләү буйынса эшләнем, башҡорт халыҡ сәнғәте әйберҙәре (көнкүреш-биҙәү әйберҙәре) йыйыу буйынса Наркомпрос һәм Художество • музейы тарафынан ойошторолған эштәрҙә ҡатнаштым.

Сәнғәт хаҡында лекциялар уҡыным һәм әңгәмәләр үткәрҙем.

Октябрь революцияһына тиклемге һәм Октябрь революцияһы йылдары осоронда башҡорттар һәм татарҙар араһында һынлы сәнғәт әлкәһендә профессиональ рәссамдарҙан беренселәрҙән булып иҫәпләнәм. (Ошо һөйләмдә башҡорттар менән татарҙар араһында тигән һүҙҙәр аҫтына рәссам үҙенең фекерен өҫтәп ҡуйған. «Ҙур әҫәрҙәр ижад итә алманым, шуның өсөн үҙ хеҙмәттәремә ҡарата әрнеткес ғазапланыу кисерәм».)

Ҡасим Дәүләткилдеев профессиональ һынлы сәнғәт үҫтереүгә сағыштырғыһыҙ ҙур өлөш индерә. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында эштәр башланды. Өфөләге Нынлы сәнғәт гимназияһы Ҡасим Дәүләткилдеев исемен йөрөтә, баш ҡалалағы бер урамға уның исеме бирелде. (Галлямова Л. Краски Башкирии. Уфа, «Китап». 1997).

СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин(1928)

үҙгәртергә

Әхмәт Лотфуллиндың ижады сағыу, ихлас. Уның һүрәттәренә бер генә күҙ ташлау менән тамырҙарының ҡайҙа барып тоташҡанлығын белеп була. Ысын-ысындан тәбиғәт балаһы булған рәссам ҡулына ҡәләм алыу менән кем һәм ни тураһында яҙырын белә.

Тәбиғәт, тыуған яҡ, уның тауҙары-урмандары, йәнтөйәгенең кешеләре, уларҙың көндәлек тормошо рәссамдың булмышына һеңгән, күңелендә йәшәй. Уның тураһында сәнғәт белгестәре былай ти: «Ябай ғына ауыл өйөнә барып инә лә башҡалар бөтөнләй иғтибар итмәгән нәмәләргә күҙ һала һәм шундай итеп йән өрөп ебәрә, аҙаҡ, ә мин нисек уға иғтибар итмәнем икән, тип, аптырап ҡалаһың. Ябайлыҡтан матурлыҡ табыу ошо өйҙәрҙә, ошо мөхиттә йәшәгән халыҡты тәрән һөйөүҙән, ихтирам итеүҙән киләлер».

Ул Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) архитектура- художество училищеһында, Өфө театр-художество училищеһында, Литва Дәүләт художество институтында белем ала.

Әхмәт Лотфуллин, башҡорт һынлы сәнғәте ҡолас ташлап үҫеш юлына баҫҡан мәлдә, 50-се йылдарҙа бер төркөм йәш рәссамдар Александр Пантелеев, Борис Домашников, Александр Бурзянцев, Алексей Кузнецов, Рәшит Нурмө- хәмәтовтар менән бергә ижад юлына аяҡ баҫа. Был рәссамдарҙың бөтөнөһө лә, шулай уҡ Әхмәт Лотфуллин да, үҙенсәлекле ҡәләм оҫталары булып камиллаша, башҡорт һынлы сәнғәтендә ҡабатланмаҫ нур булып балҡый

Рәссам үҙенең ижад ғүмерендә ҡәләмгә тотонған мәлендәге үҙенсәлеген юғалтмай, халыҡтың быуаттар буйы камиллаша, байый килгән традицияларын дауам итеү генә түгел, ишәйтеүгә лә тос өлөш индерә.

Әммә Әхмәт Лотфуллин ни тиклем милли рәссам булһа, шул тиклем үк киң ҡоласлы интернациональ ижадсы ла. Уның әҫәрҙәре, образдары һәр кешегә, һәр халыҡҡа аңлайышлы. Ул дөйөм кешелек донъяһы кимәлендә фекерләй, һәр милләттең күңелендә йөрөгән уй- фекерен, хыял-теләктәрен, ынтылышын үҙ халҡы образдары аша бирә ала. Ысын рәссамдың көсө тап ошонда ла инде.

Шуға ла рәссам 1989 йылда «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» тигән исемгә лайыҡ була. Әммә был юғары исем алғанға тиклем үк уны халыҡ үҙ рәссамы итеп ҡабул итә. Үҙе лә: «Мин рәсемдәремә халыҡ үҙ йырҙарын ижад иткән кеүек көс-ҡеүәт, моң, тантана һалғым килә. Улар бер сәғәтлек, бер көнлөк кенә тәьҫир ҡалдырмаһын ине», — ти һәм ошо фекеренә тоғро ҡала.

Рәссамдың үҙ эштәрен халыҡ йырҙарының классик бейеклегенә күтәрергә ынты- лыуы нигеҙһеҙ түгел. Халыҡ тормошондағы иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙы һүрәтләгән картиналарынан «Беренсе май», «Һабантуй» төшөрөлгәс, ваҡытлы матбуғатта: «Республикабыҙ һынлы сәнғәте тарихында иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе — сағыу, үҙенсәлекле милли рәссам Әхмәт Лотфуллиндың башҡорт халҡы тураһында картиналары», — тип яҙҙылар.

Нисек өлгәшкән ул бындай юғарылыҡҡа? Әлбиттә, уға һәләт тәбиғәтенән, булмышынан килә. Әммә кеше бәләкәйҙән үк ни тиклем генә һәләтле булмаһын, тырышлыҡ булмаһа, ҡара тирең аҡҡансы эшләп хеҙмәтең һалынмаһа, уңышҡа өлгәшеүе үтә лә ҡыйын. Әхмәт Лотфуллинға ла дан еңел бирелмәй.

Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуған. Уның бала сағы, үҫмер йылдары Асҡар, Абҙаҡ ауылдары менән бәйле. Был яҡтарҙа әле лә башҡорттоң боронғо сәнғәтенең эҙҙәре һаҡланған. Биҙәкләп баҫылған кейеҙ, сүпләп һуғылған балаҫ, сигеүле һөлгө-таҫтамал баштары, күҙ яуын алып торорлоҡ йөн келәмдәр, ҡушъяулыҡтар, иҫ китмәле зауыҡ менән тегелгән өҫ кейемдәре, йөҙәр йылдар элекке тәңкә аҡсалар тағылған яғалар, ҡашмауҙар, сәсмауҙар, күнгә һалынған биҙәктәр...

Бөтөнөһө лә Әхмәт Лотфуллиндың иғтибар үҙәгендә, бөтөнөһө лә уның күңеленә уйылған. Әммә тәбиғәттән һалынған һәләт, ғәҙәттә, бер яҡлы ғына булмай. Кеше күңеленә матурлыҡ ижад итеү тигән һәләт һалына икән, ул, ғәҙәттә, музыкаға ла, шиғриәткә лә, һынлы сәнғәткә лә маһир була. Әммә кеше ҡоласы уның һәр береһен дә иңләй алмай. Баштан уҡ бер йүнәлеште һайлай белергә, ә башҡа һәләттәр төп йүнәлешкә ярҙам итергә тейеш. Юғиһә кеше ни тиклем генә һәләтле булмаһын, үҙенең төрлө яҡлылығы арҡаһында юғалып ҡалыуы һәм тос ҡына уңышҡа өлгәшә алмауы ихтимал.

Әхмәт Лотфуллин да ғәжәп моңло тауышҡа әйә, мандолинала ла оҫта уйнай. Тәүҙә ул үҙен музыкант итеп күҙ алдына килтерә. Һуғыштан алда уны Башҡортостан дәүләт филармонияһына халыҡ инструменттары ансамбленә әшкә алалар, радио аша сығыштар яһай, Мәскәүҙә үтергә тейешле декадаға әҙерләнә башлай, тик һуғыш башланыу арҡаһында бара алмай ҡала.

Музыкаға һәләт уға нәҫелдән күсә. Атаһы башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, әсәһе әкиәт оҫтаһы булып дан ала, атаһы яғынан инәһе үҙе йырҙар ижад итә, ә Ғәйнулла исемле ағаһы Әхмәтте ҡурайҙа уйнарға өйрәтә, йырҙарҙың легендаларын һөйләй. Шуның өсөн балалыҡ йылдарының иң матур көндәрен хәтерләткән ҡурайы, эш араһында моңландырып сиртеп-сиртеп алған мандолинаһы бөйөк рәссамға төп илһам биреүсе булып ҡала. Улар аша ул моң тойорға, матурлыҡты аңларға өйрәнә һәм ошо хистәрен рәсемдәре аша халыҡҡа еткерә.

Тәбиғәт һәм яҡташтары, моң һәм күңел матурлығы — бына уның төп темалары. «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар», «Фронтҡа оҙатыу», «Һабантуй», «Өмөт. 1941 йыл». Бындай киң ҡоласлы һүрәттәрҙә тыуған яҡ менән кеше яҙмышы тығыҙ үрелеп бара. Ә ҡатын-ҡыҙҙар образы, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы — уның иң уңышлы темаларының береһе. «Әсәйем портреты», «Ишбикә апай», «Өс ҡатын», «Ҡыҙыл яулыҡлы башҡорт ҡатыны» — тотош бер серия тәшкил иткән инәйҙәр һүрәттәре. «Колхозсы Рәжәптең ғаиләһе», «Профессор Ҡоҙаяров», «Яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина портреты. 1958», «Зәйнәб Биишева», «Дирижер Ғ. Моталов портреты. 1959» һәм башҡа тиҫтәләрсә портреттарға рәссам, һис шикһеҙ, үҙенең эске кисерештәрен, уй-хыялын да ҡушҡан.

«Һүрәт тураһында һөйләмәйҙәр, уны ҡарайҙар, тоялар, уйланалар», — ти рәссам үҙе. Уйланалар. Ысынлап та, йөрәгендә тәрән моң йөрөткән рәссам ғына уйланыр- лыҡ һүрәттәр ижад итә алалыр. Әхмәт Лотфуллинды «уйсан рәссам», «моңсан рәссам», «кешелекле рәссам» тип тә атап булыр ине. Ул халыҡ күңелен, ундағы үҙгәрештәрҙе тәрән тоя, киҫкен боролошло ваҡиғаларҙы дөрөҫ һүрәтләй. Уның уҡытыусыларының береһе А. Тюлькин: «Һин башҡорт ауылын яҡшы беләһең. Ошо темаға тотош композиция эшләһәң, нисек булыр?» — тигән фекер-теләк белдерә.

Әхмәт Лотфуллиндың ижадын байҡаһаң, укытыусыһының фекеренә ҡолаҡ һалғанлығын күрәһең. Аҙаҡ ул портрет эшләүгә әүәҫләнә. «Мин бала сағымдан уҡ Башҡортостанда йәшәйем, башҡорттар менән аралашам, әммә уларҙы Әхмәт Лотфуллин кеүек күреү һәләтенә эйә түгелмен. Ул үҙ геройҙарының эске донъяһын тоя», — ти СССР-ҙың халыҡ рәссамы Борис Федорович Домашпиков.

Домашников Борис Федорович (1924—2003)

үҙгәртергә

Борис Федорович Домашниковҡа яратҡан уҡытыусыһы Александр Эрастович Тюлькин үҙе эшләгән һүрәтен бүләк итеп: «Яратҡан эшеңә арнаған ғүмер генә мәғәнәле була һәм кешене бәхетле итә ала», — тигән һүҙҙәр яҙа.

Б.Ф. Домашниковтың ғүмере мәғәнәле лә, бәхетле лә. Ул үҙенең бар ғүмерен күңеленә ятҡан эшкә арнай.

Борис Федорович Иваново өлкәһендә тыуа. Фәҡәт 26 йәшендә генә Өфө театр-художество училищеһын тамамлай. Уны рәссамлыҡҡа тәбиғәткә сикһеҙ һөйөүе килтерә.

Ул Башҡортостан, Рәсәй тәбиғәтенә мөкиббән ғашиҡ кеше. «Ҡала ситендәге ҡыш» һүрәте иң тәүге ҙур әҫәрҙәренән иҫәпләнә. Был һүрәт юғары баһалана һәм данлыҡлы Третьяков галереяһына алына. «Май айы. Ҡайынлыҡ», «Апрель ҡайынлығы» тигән һүрәттәре халыҡ күңелендә яҡты, нескә хистәр уятырлыҡ әҫәрҙәр. Б.Ф. Домашниковтың тағы бер яратҡан темаһы — рус архитектураһы ҡомартҡылары. «Новгород», «Псков. Троица соборы», «Псковщина», «Ҡыҙыл майҙанда» һәм башҡа һүрәттәр уның боронғо ҡомартҡыларға тәрән һөйөүенең сағылышы.

Күргәҙмәләрҙә һүрәт янынан халыҡ өҙөлмәй, иң юғары маҡтау һүҙҙәре әйтелә. Башҡортостан тәбиғәтенә мөкиббән ғашиҡ рәссам Наркомпрос һәм Художество музейы тарафынан ойошторолған экспедицияға оло ихласлыҡ менән сыға һәм Урал тәбиғәтенә арналған байтаҡ эскиздар алып ҡайта. «Ҡариҙел», «Тынлыҡ» һәм Өфө урамдарын сағылдырған картиналары рәссамдың тотош ижадында төп тема булып ҡала.

Рәшит Нурмөхәмәтов

үҙгәртергә

Уның һүрәттәрен ҡарағандан һуң, ул тиклем илһам кешегә ҡайҙан килә икән, тигән һорау тыуа. Был һорауға, рәссамдың эштәре, тыуған илемдән, тип яуап ҡайтарған кеүек.

Борис Домашниковҡа тәүге уҡытыусыһы П.М. Лебедев: «Һыҙыҡтарыңдың ҡайҙа бөгөлгәнен ҡара ла уларҙың моңон тыңла», — тип, ысын ижад серенә төшөндөрә. Училищела уҡыған саҡта, Борис Домашников үҙ эштәрен күрһәтергә тартына, уҡытыусылар күҙенән йәшеренеп кенә төшөрөргә ынтыла. Бер саҡ А.Э. Тюлькин уның төшөрә башлаған һүрәтенә иғтибар итә лә: «Һин һынлы сәнғәтте аңлайһың бит!» — тип ихлас ҡыуана. Ошо һүҙҙәр буласаҡ талантҡа ғүмерлек ышаныс өҫтәй.

Академик Б. Домашников 1982 йылда «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» тигән оло исемгә лайыҡ була. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов (1925—1986)

үҙгәртергә

БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов Өфөлә тыуып үҫә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Өфөлә йәшәй. Өфө художество училищеһын, Мәскәүҙең В.И. Суриков исемендәге Художество институтын тамамлай. Уның геройҙары — республикабыҙҙың билдәле, күренекле кешеләре, сәнғәт, әҙәбиәт әһелдәре: йырсы Баныу Вәлиева, яҙыусы Сәғит Агиш, композитор Заһир Исмәғилев, скульптор Мансур Яҡубов, балерина Зәйтүнә Насретдинова, шағир Мостай Кәрим һәм башҡалар.

Уларҙың портреттарын ҡарағандан һуң, авторҙың үҙ геройҙарының эске донъяһын, илһамлы ижадҡа маһир булмыштарын тәрән аңлап сағылдырғаны күренә. Уның «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса төшөрөлгән иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Шәриғәт ҡорбандары» картинаһында Ғәлимә һәм өнһөҙ халыҡ образы шул тиклем оҫта сағылдырылған, хатта әҫәр йөкмәткеһен белмәгән кешегә лә шул замандың һулышы

Әҙиә Ситдиҡова

үҙгәртергә

тойомлана һәм Ғәлимәнең яҡты күңел донъяһы аңлашыла. Тәбиғәткә арналған картиналарынан «Ҡариҙелдә эңер», «Уралда көҙ» киң билдәле. Рәссам тыуған Уралы тәбиғәтен, хеҙмәт кешеләрен яратып төшөрә. Картиналарының исемдәрен генә атап үтеү ҙә ошо хаҡта һөйләй. «Нефтле төбәктә», «Быраулаусы Ғәфүр», «Бауынсы Рыҫ- ҡолова», «Самауыр янында», «Етеш ҡартлыҡ», «Тәслимә»...

Халыҡ күңелендә урын алырлыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ әҫәр ижад итеү өсөн иң элек үҙеңдә халыҡҡа ҡарата оло һөйөү йөрөтөргә кәрәк. Рәссам Нурмөхәмәтовтың күргәҙмәләрендә булған бик күп кеше рәссамдың был сифатҡа тулыһынса эйә булыуы тураһында фекер әйтә.

Р.М. Нурмөхәмәтов иң беренселәрҙән Салауат Юлаев исемендәге Республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова (1913—2003)

үҙгәртергә

Эҙиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡованың ижад юлы ғәжәп үҙенсәлекле. Ул 45 йәшендә генә рәсем эшенә тотона. Сәнғәткә бик-бик ҡатмарлы юлдар аша килә. Ьуңлап булһа ла башланған ҡатмарлы ижад юлы рәссамды танылыу, данға күмелеү тантанаһына килтерә.

Ул Татарстандың Әгерже районы Мардва ауылында тыуған. 1934 йылда ире һәм бәләкәй улы менән Өфөгә күсеп килә лә художество оҫтаханаһында йыйыштырыусы булып эш башлай. Ошо оҫтаханала үҙ алдына һүрәт төшөрөп өйрәнә. Ә. Ситдиҡова натюрморт һәм интерьер оҫтаһы булып танылыу таба. Ул милли сигеү һәм туҡыу үҙенсәлектәренең нескәлеген тойоп, шуны үҙ сәнғәте менән тамашасыларына еткерҙе.

Әҙиә Хәбибулла ҡыҙының ижад мөхите — ғәжәп үҙенсәлекле, наҙ менән тулы бер донъя ул. «Алтын туй алдынан», «Төпкөлдәге башҡорт ауылы», «Батыр ҡоралы», «Сәк-сәк», «Башҡорт игенселәренә», «Башҡорт музыка ҡоралдары» кеүек әҫәрҙәре менән республикала, илдә генә түгел, байтаҡ ҡына сит ил күргәҙмәләрендә лә юғары баһа ала.

ҺОРАУҘАР.

  1. Ҡасим Дәүләткилдеев һынлы сәнғәт үҫешенә ниндәй өлөш индерә?
  2. Әхмәт Лотфуллиндың төп ижади темаһын билдәләгеҙ.
  3. Б. Домашниковтың иң яратҡан темаһы ниндәй булған?
  4. Р. Нурмөхәмәтовтың ниндәй әҫәре әҙәбиәт дәресендә файҙаланыла?
  5. Ә. Ситдиҡова ижадының үҙенсәлеге нимәлә?

Рәссамдарҙың төп картиналарын атағыҙ.

Башҡорт һынлы сәнғәтенең артабанғы үҫеше (Байҡау яһау )

үҙгәртергә

Сәнғәттең бөтөн тармаҡтары ла заман талаптарына яуап бирерлек итеп ижад итеүҙе талап итә. Донъя кимәлендә киң ҡоласлы аралашыу, сит илдәрҙәге ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү ижад кешеләренең фекерләү ҡеүәһен арттыра, яңы алымдар, яңы ағымдар барлыҡҡа килә. Шуның өсөн һуңғы йылдарҙа һынлы сәнғәттә классика менән бер рәттән реалистик булмаған ағымдарҙың да барлыҡҡа килеүе ғәжәп түгел.

1960 йылдарҙа А.Э. Тюлькин- дың оҫтаханаһы сәнғәттә яңы идеялар мәктәбенә әүерелә. 80-се йылдарҙа «Кары бейә» төркөмө барлыҡҡа килә. Уны ойоштороусылар — рәссамдар Михаил Назаров һәм Николай Пахомовтар. Был төркөмгә С.А. Лебедев, М. Дәүләтбаев, Д. Ишемғолов, Н. Латфуллин, И. Ғәзизуллиндар берләшә.

1993 йылда уларға бик үҙенсәлекле рәссам Фәрит Ерғәлиев ҡушыла һәм «Нары бейә»нең етәксеһе була. Ошо йылдарҙа авангардлыҡ йүнәлеше алған «Март», «Инйәр», «Артыш» төркөмдәре барлыҡҡа килә. 1990 йылда «Сыңғыҙхан» төркөмө ойоша. Ул да авангард төркөмдәрҙән һанала. Етәксеһе — Наил Латфуллин. Был төркөмгә Вәсил Ханнанов, Рәсих Эхмәтвәлиев һәм башҡалар инә. Улар төрки мәҙәниәте нигеҙендә заманса ижад итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Метафорик образлылыҡҡа мөрәжәғәт итеүсе рәссамдар ҙа бар.

Рәссамдарҙың «Артыш» ижади берекмәһе күргәҙмәләре Өфө, Магнитогорск, Сибай, Ҡазан, Яр Саллы ҡалаларында ҙур уңыш менән үтә. Улар боронғо һәм хәҙерге, үткән һәм бөгөнгө башҡорт донъяһына мөрәжәғәт итәләр. Был төркөмдә исемдәре билдәлелек яулай барған Рәшит Заһиҙуллин, Ринат Атауллин, Әмир Мәзитов, Хатип Фазылов, Рәсим Нәсибуллин, Йәлил Сөләймәнов, Дамир Ишемғолов, Рафаэль Бураҡанов, Муллаян Дәүләтйәровтар инә.

Һуңғы йылдарҙа Әхмәт Лотфуллин, Борис Домашниковтарҙан ҡала өсөнсө академик Сергей Красновтың исеме киң билдәлелек ала. «Осоп барған утрауға ода» («Ода взлетевшему острову») һүрәте киң танылыу таба. М. Спиридонов, С. Игнатенко, А. Буганиндарҙың ижадтары ла һынлы сәнғәт һөйөүселәрендә һөйөү яулай.

Бөгөнгө көндә башҡорт рәссамдарынан өлкән быуын вәкилдәре Әхмәт Лотфуллин, Ләбиб Мөхтәбәров, Рәшит Зәйнетдинов, Эрнст Сәйетовтар менән бер рәттән урта һәм йәш быуын рәссамдары Риф Абдуллин, Ринат Атауллин, Рифҡәт Арыҫланов, Айрат Баймөхәмәтов, Рафаэль Бураҡанов, Фәрит Ерғәлиев, Рәшит Заһиҙуллин, Фәйзрахман Исмәғилев, Дамир Ишемғолов, Зәйнулла Латфуллин, Урал Мәсәлимов, Рәсим Насибуллин, Ләйсән Рәхмәтуллина, Хатип Фазылов, Фәнил Шәймөхәмәтов, Тимерхан Сиражетдинов, Рафаэль Сәлимгәрәев, Азамат Байрамғолов, Ренат Вәлиуллин, Земфира Ғәлимова, Хаммат Исмәғилев, Таһир Иҙрисов, Әмир Мәзитов, Рафил Фәтихов, Рим Юнысов, Йәлил Сөләймәнов, Юлай Басареевтарҙы әйтеп китергә мөмкин.

СКУЛЬПТУРА

үҙгәртергә

Башҡортостанда скульптура сәнғәтенең үҫеүе С.Д. Тавасиев, Лина По, В.Г. Морозова, Т.П. Нечаева исемдәре менән бәйле. (Скульптура — рус теле аша килеп ингән латин һүҙе. Юныу, ҡырҡыу тигән мәғәнәне бирә.)

Республикала тәүге скульптура әҫәрҙәре 50-се йылдарҙа күренә башлай. 1945 йылда артист Ғ. Минһажев бюсы (гипс — авторы В.Г. Морозова), 1947 йылда С.Т. Аксаков бюсы (гипс — авторы Т.П. Нечаева) — иң тәүге скульптураларҙан иҫәпләнә. Бынан һуң тәүге ике монумент яһала: 1951 йылда революционер Иван Якутов һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәре (бронза, гранит — авторы Т. Нечаева).

Был өлкәлә Т. Нечаева менән Б. Фузеев айырыуса уңышлы эшләй. Тамара Нечаева генерал Шайморатов (гипс, тон — 1952), шағир Мостай Кәрим (мәрмәр — 1961), композитор Заһир Исмәғилев (ҡарайтылған алюминий — 1967) скульптураларын эшләй. Б. Фузеев «Хоҙайбирҙин бабай» (гранит — 1963), «Башҡорт ҡыҙы» (сүкелгән еҙ), «Ҡыҙыл башҡорт» (ағас — 1969) скульптураларын ижад итә.

Ишембайҙа башҡорт нефтен башлап асыуға арнап таштан яһалған һәйкәл ҡуйыла. Уның авторы — Лев Васильевич Хихлуха.

Өфөлә Матбуғат йорто алдында 1981 йылда күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙинға граниттан һәйкәл ҡуйыла. Уны ла билдәле скульптор Тамара Нечаева ижадташы скульптор Б.Д. Фузеев менән берлектә эшләй.

Артабан скульпторҙар һаны арта бара. Бөрө ҡалаһында Ғ. И. Мөхәмәтшиндың «Һәҙиә Дәүләтшина» (тональ гипс), Н.А. Калинушкиндың «М.В. Нестеров» (бронза) исемле әҫәрҙәре барлыҡҡа килә.

1960 йылдарҙа башҡорт скульптураһы Бөтөн Рәсәй күргәҙмәләрендә ныҡлы урын биләй. Яңы йәш көстәр өҫтәлә. Улар ижадтың был төрөнә яңы һулыш өрә.

Скульптор З.Ғ. Басиров героик тема өҫтөндә эшләй. Советтар Союзы Геройы X. Әхмәтғәлинга арнап бюст-һәйкәл (Учалы районы, Сәфәр ауылында), «Комдив Бәхтизин» һәм башҡаларҙы ижад итә. Ул шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар портреттарын эшләү буйынса ла үҙенсәлекле талант эйәһе. С.А. Шутовтың «Башҡорт кәләше» тигән (таштан эшләнгән) әҫәре айырыуса иғтибарға лайыҡ. Был — дөйөмләштерелгән милли образ.

Л.В. Кузнецов әҫәрҙәрендә тарихи-революцион тема киң яҡтыртыла. Уның «Һыбайлылар», «Ҡыҙыл башҡорт» тигән әҫәрҙәрен телгә алыу ҙа етер ине. Әммә революция һәм граждандар һуғышы геройҙарына арналған бронзанан эшләнгән һәйкәл был һәләтле скульпторҙың бөтөн ижадына йомғаҡлау яһаған кеүек. Ғәжәп был һәйкәл Өфө ҡалаһында Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлаштырылған. Тотош һәйкәлдең мөһабәтлеге, шул уҡ ваҡытта һәр образ характерының оҫта сағылдырылыуы Л. Кузнецовтың оло талант эйәһе икәнлеген билдәләй.

1980 йылдарҙағы ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр, әлбиттә, һәр ижад кешеһенең әҫәренә йоғонто яһамай ҡалманы. Ижади иреклек алып килде был йылдар. Ә ижад кешеһе өсөн иреклек — ул илһам сығанағы, ҡолас киңлеге, фекерләү осошо. Был скульпторҙарҙың композицион алымдарына яңылыҡ индерә, форма төрлөлөгөнә килтерә. 80-се йылдарҙа сәнғәттең был төрө айырыуса күтәрелеш кисерә. Ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә сәнғәт яңы һулыш ала.

Ҡала төҙөлөшөнөң үҫеше биналар һәм архитектура ансамблдәре биҙәү бурысын ҡуя. Монументаль һынлы сәнғәт үҫеш ала. Ул тәғәйен төҙөлөш эше өсөн ижад ителә. Институт биналары, спорт залдары, ял йорттары, санаторий корпустары, театр биналары өсөн панно, мозаика, биҙәкләү, витраждар һәм башҡа шундай эштәр башҡарыла.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты интерьеры өсөн, башҡорт халҡының рухи сығанаҡтарына таянып, «Мираҫ», «Ер рухы», «Ҡымыҙ» (1995 йыл) тигән триптих ижад ителә. Авторҙары — Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдинов һәм Георгий Ғиниәхмәтович Калитов. Ошо киң ҡоласлы, фәлсәфәүи йөкмәткеле эштәре өсөн авторҙар республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булды.

Хәҙерге скульптура сәнғәте матур традицияларҙы дауам итә һәм заман талаптарынан да артта ҡалмаҫҡа тырыша. Күп яҡлы талант эйәһе рәссам М.Ҡ. Яҡуповтың да скульптура өлкәһендә ҙур уңыштары бар. Уның әҫәрҙәре халыҡ ижады менән ауаздаш. «Ҡарт яугир», «Шүрәле» әҫәрҙәре башҡорт һынлы сәнғәте үҫешендә тос өлөш индерә.

Е.М. Цибульскийҙың «Рая» (ағас), «Йоҡо» (мәрмәр), Б. Фузеевтың «Нефтсе И. Ғәзиев» (суйын), 3. Басировтың «Раушания» (ағас). Ғ.И. Мөхәмәтшиндың башҡорт мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең портреттарынан «М. Ғафури» (тональ гипс), «Ь. Дәүләтшина» (тональ гипс), Р.Я. Сәфәргәлиева, Х.М. Хәбибрахманов, Е.А. Лукин, В.Г. Кузнецова һәм башҡа күп кенә һәләтле скульпторҙарҙың уңышлы эштәре был өлкәләге ижадтың үҫә барыуын күрһәтә. Н.А. Калинушкин тотош ижад мәктәбен барлыҡҡа килтерә.

Уның мәктәбен тамамлаған оҫталар Й.М. Әхмәтов, М.Р. Хәлилов, И.Ғ. Ғиләжев, В.Г. Лобанов, Ф.С. Нуриәхмәтовтар башҡорт скульптура сәнғәтенә үҙенсәлекле тос өлөш индерәләр.

Сосланбәк Дафаевич Тавасиев (1894—1974)

үҙгәртергә

Төньяҡ Осетияның Дигорский районында Фаснал тигән ауылда тыуа. Санкт-Петербургта Художество академияла уҡый. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөгә эвакуациялана. 1941 йылдан алып 1946 йылға тиклем Башҡортостанда йәшәй.

С. Тавасиев менән осрашыу (М. Бураҡаева иҫтәлегенән) Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторы Сосланбәк Тавасиевҡа әле батырыбыҙ торған урын ғәжәйеп һәйкәл тураһында хыял ярала башлаған саҡта уҡ оҡшай. Поезда барыусыларға ла, йылға буйлап пароходта йөҙөүселәргә лә, автобус менән килеүселәргә лә сәләм биреп торасаҡ,тип дәртләнеп, күңелендә был образды тыуҙыра башлай.

Әммә етәкселектә ҡаршы булыусылар табыла. Шәхси йорттарҙың күп булыуына, уларҙы күсереү, яңы квартиралар биреү үтә ҡиммәткә төшәсәк тип, һылтау табып, һәйкәлде Октябрь проспектына ҡуйыу өсөн эшләргә тәҡдим итәләр.

С. Тавасиев бирешмәй. Мәскәүҙә Өфө төҙөлөшөнөң генераль планы менән таныша. Өфөнөң киләсәкке архитектураһы буйынса был йорттарҙың күсереләсәген асыҡлай һәм дәртләнеп эшкә тотона.

Шулай ҙа Салауаттың әлеге урыны өсөн көрәш дауам итә. Өфөгә ҡабат-ҡабат килергә тура килә уға. Ошондай сәйәхәттәренең береһендә беҙ, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлегендә уҡыусы бишенсе курс студенттары, уны осрашыуға саҡырҙыҡ.

Осрашыу ихлас үтте. Бик күп һорауҙарға яуап алдыҡ. «Салауатҡа һәйкәл эшләүгә ике нәмә сәбәп булды. Беренсенән, — тине Сосланбәк Дафай улы, — мин һуғыш ваҡытында Башҡортостанда йәшәнем. Райондарҙың береһенә командировкаға килгән мәлдә, егеттәрҙе фронтҡа оҙатҡан саҡҡа тура килдем. «Салауат батыр улдары икәнлегегеҙҙе онотмағыҙ! Салауат йөҙөнә тап төшөрмәгеҙ! Салауат һымаҡ булығыҙ!» — тип оҙаталар ине улдарын атай-олатайҙар.

Мин эргәмдә торған бер ирҙән: «Кем ул Салауат?» — тип һорағайным, ул яуап бирмәне, тик шундай итеп ҡараны миңә: «Салауатты белмәгән кеше лә бармы ни донъяла?» — ти ине был ҡараш. Был ҡараштан һуң мин тағы кемдәндер был хаҡта һорашырға оялдым һәм Өфөгә ҡайтҡас, китапханаға инеп, Салауат тураһында әҫәр бирегеҙ әле, тип һораным.

Китапханасы шунда уҡ Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тигән романын бирҙе. Мин Салауаттың тормошон бик ентекләп өйрәндем. Халыҡҡа үҙ батырын үҙенә ҡайтарайым, тип уйланым. Эвакуацияла саҡта башҡорттарҙы бик яратып өлгөрҙөм. Быныһы — беренсе сәбәп.

Салауат һәйкәле эшләүгә тотоноуымдың икенсе сәбәбе — кеше азатлығы, рух азатлығы өсөн көрәшсе образын аҙ һанлы осетин халҡы вәкиле булған мин эшләй аласаҡмын, сөнки ғүмере буйы рух азатлығы өсөн көрәш алып барыусы, азат күңелле, буйһонмаҫ йөрәкле башҡорт халҡының уй-хыялдарын, ошондай уҡ рухлы халыҡ вәкиле булараҡ, мин бик яҡшы аңлайым, тип уйланым», — тип һөйләне Тавасиев.

Беҙҙең ихласлыҡты күреп, ул шул тиклем ҡыуанды һәм: — Салауатҡа һәйкәл ҡуйылғас, һәр башҡорт өйөндә мине үҙ туғаны кеүек йылы ҡабул итеүҙәренә иманым камил, — тине.

Сосланбәк Тавасиев халҡыбыҙ традицияһын өйрәнгәндән һуң, ошондай һығымта яһаған: халыҡтың һәр айырым вәкиленең рухи көсөн берләштереп, ҡеүәтле көскә әйләндереүсе уртаҡ рухи байраҡ булыуы шарт. Бындай рухи байраҡ бөтөн халыҡтың рухи көсөн арттыра. Башҡорт халҡының рухи байрағы — Салауат Юлаев.

Сосланбәк Тавасиевҡа 1967 йылда Башҡорт АССР-ы- ның халыҡ рәссамы тигән исем бирелә.

Нечаева Тамара Павловна (1922—2003)

үҙгәртергә

Башҡортостандың халыҡ рәссамы Т.П. Нечаева Ленинград художество студияһын тамамлай һәм 1941 йылда Өфөгә килә, шунан бирле баш ҡалабыҙҙа йәшәй һәм ижад итә.

Тамара Павловна ижадының формалашыуына ағаһы Башҡортостан рәссамы А.П. Лежнев йоғонто яһай. Т. Нечаева күп яҡлы талант. Ул үҙ көсөн живопистә һынай башлай. Әммә үҙен скульптура сәнғәтендә таба. Республикала беренселәрҙән булып скульптурала психологик портреттар йүнәлешен үҫтерә. Төп эштәренән Салауат Юлаев һәйкәлдәре — Өфөлә (бронза, 1952), Эстония- ның Палдиски ҡалаһында (сүкелгән еҙ, гранит, 1989), Ш. Хоҙайбирҙин һәйкәле (гранит, 1981, Б. Фузеев ме.нән берлектә), С. Аксаков һәйкәле (бронза, 1959), А. Мөбәрәков һәйкәле (сүкелгән бронза, Белорет районы, Ассы ауылы), Мостай Кәрим (мәрмәр, 1961), 3. Исмәгилев (алюминий, 1967), «Өс туган бейеүе» (фарфор, 1955), «Башҡорт һылыуы» (фарфор, 1956) һәм башҡа бик күп ҡиммәтле скульптуралар. Байтағы М.В. Нестеров исемендәге Художество музейында һаҡлана.

Башҡортостанда монументаль скульптураға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нигеҙ һалына. Шул осорҙан башлап республикабыҙҙа байтаҡ һәйкәлдәр ҡуйыла. Ҡырмыҫҡалы районында Биштәкә ауылында Генерал Шайморатовҡа һәйкәл (суйын, мәрмәр — 1963, Б.Д. Фузеев), Дуҫлыҡ монументы (1965, М.Ф. Бабурин, Г.П. Левицкая, арх. Г.И. Гаврилов, Е.И. Кутырев), Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы янындағы комплекс (баҡыр — 1984, скульпторы Х.М. Хәбибрахманов).

Республика ҡалаларында биналар үҙенсәлекле итеп биҙәлә, тиҫтәләрсә йылдар буйы килгән бер төрлөлөккә, ижад талпыныуын ҡыҫыуға аҡрынлап сик ҡуйыла. Ҡала йөҙө күҙгә күренеп матурлана. Йәш белгестәр ҙә үҙ республикабыҙ вуздарында әҙерләнә башлай. Был йәһәттән уҡытыусы рәссам Н.А. Калинушкин әҙерләгән белгестәр үҙ йүнәлештәре, ижади ҡараштары менән айырылып тора.

Башҡортостанда графика Ҡ.С. Дәүләткилдеев, М.Н. Елгаштина, Ю.Ю. Блюменталь исемдәре менән бәйле. Графика — ул гравюра, литография, офорт һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алған, нескә зауыҡ талап иткән һынлы сәнғәт төрө. Башҡортостанда ул йылдам үҫеш ала һәм байтаҡ билдәле әҫәрҙәр ижад ителә. А.П. Лежневтың рәсемдәре, П.М. Лебедевтың акварель менән яҙылған тәбиғәт күренештәре һәм портреттары, Ш. Чанышевтың тәбиғәт күренештәре, А.Г. Королевскийҙың «Беренсе нефть. 1936» (пластикала гравюра), Э.М. Сәйетовтың «Ауыл осо» (1979, офорт), З.Ғ. Ғаяновтың «Көҙ һулышы» (1981, акварель), «Айғыр йылғаһы», «Ураҡ өҫтө», И. Ки- бальниктың «Ҡараяр ауылы» (лингравюра), Р. Агишев- тың башҡорт музыкаһына һәм театр сәнғәтенә бағышланған «Балериналар», «Башҡорт балеты» һәм башҡа шундай эштәре барлыҡҡа килә һәм башҡорт һынлы сәнғәте уңышын арттыра.

Китап графикаһы

үҙгәртергә

Китап биҙәү эше 40-сы йылдарҙа башлана. Был эшкә иң тәүгеләрҙән Р.Ғ. Ғүмәров тотона. «Ҡояш хазиналары» (1944, Пришвин буйынса), «Урман әкиәттәре», «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» тигән китаптарҙы зауыҡ менән биҙәй.

Аҙаҡ рәссамдар А.А. Астрханцев, В.Д. Дианов, Б.Б. Хәйбуллин, А.А. Штабель, У.Н. Ғәйфуллин, М. Королевский, И.С. Фәйрушин, М. Биишев, А.А. Костиндар был йүнәлештә уңышлы эшләй. Һуңғы йылдарҙа Азат Мөхтәруллин, Фазлетдин Ислаховтарҙың биҙәү эштәре иғтибарға лайыҡ. 2000 йылдарҙа аҡрынлап компьютерҙа һүрәт, коллаж төшөрөүгә күсә башланылар.

Архитектура

үҙгәртергә

Китап биҙәү айырым бер һәләт талап иткән яуаплы эш. Унда үҙ ижадың, үҙ фекерең генә түгел, ә биҙәгән әҫәр йөкмәткеһен уҡыусыға еткереү кеүек яуаплы бурысты ла үтәргә кәрәк. ҺОРАУҘАР.

  1. Скульптура нимә ул?
  2. Скульпторҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? Уларҙың эштәрен һанап үтегеҙ.
  3. Графика, китап графикаһы һәм китап биҙәүселәр тураһында өҫтәмә материал эҙләгеҙ. «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан китаптарҙың рәсемдәрен ҡарағыҙ һәм биҙәлеш буйынса үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ.

АРХИТЕКТУРА

үҙгәртергә

Архитектура — рус теле аша килеп ингән латин һүҙе. Йорттарҙы, биналарҙы, ҡоролмаларҙы проектлау, төҙөү, биҙәү сәнғәте тигәнде аңлата.

Башҡорттарҙың ҡала архитектураһы хаҡында һүҙ алып барыуы ауыр мәсьәлә. Археологтарҙың һәм тарихсыларыбыҙҙың фекеренсә, боронғо ҡалаларыбыҙ булған, әммә ҡыйратылған, ер йөҙөнән юҡ ителгән. Ҡаҙылма ҡалалар һәм көнкүреш әйберҙәре генә табыла. Башҡортостан ере ағасҡа бай булғанлыҡтан, йорт-ҡоролмаларҙың ағастан ғына төҙөлөүе һәм һаҡланмауы ихтимал. Шулай булғас, башҡорттарға ғына хас милли архитектура тураһында һүҙ алып барып булмай.

Ә шулай ҙа Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарай тарихи-архитектура комплексын халыҡ үҙ зауығына тура килгән ҡоролма тип ҡабул итә. Тимәк, архитектор А.П. Брюллов, халыҡтың һорауын иҫәпкә алып, ғәҙәти башҡорт ауылы күренешен һәм үҙенсәлектәрен сағылдыра алған. Башҡорт халҡының һынлы сәнғәте бик бай һәм уның өлгөләре әлегәсә һаҡланған. Һуңғы йылдарҙа ошо сәнғәтте, тирмә ҡоролошон һәм йыһазландырыу оҫталығын иҫәпкә алып проектланған биналар төҙөлә башланы.

Мәҫәлән, Салауат районы Малаяҙҙа Салауат Юлаевтың Мемориаль музейы (Х.М. Хәбибрахманов), Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында Зәйнәб Биишева музейы (авторҙары Рудоль Авса- хов, Наил Ғәлиев) тирмә формаһындараҡ, шул уҡ ваҡытта заманса зауыҡ менән төҙөлгән. Тимәк, башҡорт милли үҙенсәлектәрен яҡшы белгән, уларҙың мәғәнәһенә төшөнгән йәштәр үҫеп, архитекторлыҡ белеменә эйә булһалар, башҡорт архитектураһы сәнғәте артабан камиллашыр һәм заманса яңғыраш табыр.

Архитектор Барый Кэлимуллин (1907—1989)

үҙгәртергә

Башҡорт милли архитектураһын формалаштырыуға башланғыс һалған архитекторҙарҙан шәхестәребеҙ Барый Ғибат улы һәм Сәмиғулла Ғибат улы Кәлимуллиндарҙы билдәләп үтергә кәрәк. Ағалы-ҡустылы был архитекторҙар Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫәләр. Икеһе лә Новосибирск ҡалаһының В.В. Куйбышев исемендәге инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған.

Был өлкәлә Б.Ғ. Кэлимуллин айырыуса әүҙем эшләй. Уның инициативаһы менән Өфө нефть институтында «Архитектура» белгеслеге асыла, Башҡортостан Республикаһында Архитекторҙар Союзы ойошторола.

Сәнғәт өйрәнеү буйынса фән докторы, профессор Б.Ғ. Кәлимуллин башҡорт халыҡ төҙөлөш сәнғәтен ентекләп өйрәнә һәм беренсе башлап Каруанһарай тураһында ҙур хеҙмәтен нәшер итә. Ул 1966 йылда Мәскәү ҡалаһында «Сокровища зодчества народов СССР» тигән серияла «Караван-сарай в г. Оренбурге» тигән исемдә сығарыла. Башҡорт архитектураһы фәненә нигеҙ һалыусы Б.Ғ. Кәлимуллиндың «Стәрлетамаҡ», «Архитектурные памятники Башкирии», «Салават. Планировка и застройка города», «Башкирское народное зодчество», «Деревянная резьба в народной архитектуре Башкирии» тигән китаптары билдәле. (Каруанһарай тураһындағы китабы бик аҙ ғына данала һаҡланған. Бәхеткә күрә, ғалимдың улы Фуат Барый улы Кэлимуллин атаһының яҙмалары нигеҙендә киңәйтеп, тулыландырып «Караван-сарай» исемле китап баҫтырып сығарҙы.)

Барый Калимуллин Каруанһарайҙың төҙөлөшөн өйрәнеүгә айырыуса ныҡ иғтибар бүлә. Каруанһарайҙың барлыҡ ҡаралтылары, архитектура ҡоролмаһы булараҡ, бер бөтөндө тәшкил итә. Тәүҙә бында башҡорт балалары өсөн училище асыу күҙҙә тотола. Биналар ябай һәм оҫта итеп планлаштырыла. Эске ихата яғынан ун өс ишек эшләнә. Бер ҡараһаң, Каруанһарай йәйге ауылды хәтерләтә. Ул үҙенсәлекле тирмә кеүек, мәсеткә ҡарап торған төп бина ғәҙәттәге башҡорт ауылына оҡшаш. Каруанһарайҙың тура мөйөшлө эске ихатаһында мәсет бөтә яҡтан да һәйбәт күренә. Уға инеү менән, иркен зал һуҙылып китә. Көмбәҙ интерьеры мауыҡтырғыс итеп яһалған.

Орнаменттарҙың ҡоролошо, уларҙың урынлашыуы, ҙурлығы һәм өлөштәре архитектор Брюлловтың халыҡ ижады өлгөләрен ҙур оҫталыҡ менән сағылдыра алыуын күрһәтә. Б.Ғ. Кәлимуллин Каруанһарайҙың төҙөлөшөн өйрәнеп, Брюлловтың халыҡ ижадын, традицияларын оҫта файҙа- ланғанлығын асыҡлай һәм, халыҡ традицияһы нигеҙендә уның архитектура ҡомартҡыларын, архитектура ғилемен ҡайтарып була икән, тигән һығымта яһай. Ул үҙе лә ҡала төҙөлөшөнә байтаҡ ҡына үҙгәрештәр индерә.

Б.Ғ. Кәлимуллин Башҡортостандағы кәшәнәләрҙе лә тикшерә. Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы янындағы таш кәшәнәнең төҙөлөшөн, урынлашыуын ентекләп өйрәнә. Бында Оло кәшәнә һәм Кесе кәшәнә, шулай уҡ башҡа ҡоролмалар булыуын һәм уларҙың урынлашыуы ла башҡорттоң йәшәү урыны һайлау традицияларына тап килеүен асыҡлай.

Б.Ғ. Кәлимуллин — республикала ҡала төҙөлөшө, башҡорт халыҡ төҙөлөш сәнғәте, ауылдарҙы планлаштырыу өлкәһендәге ғилми тикшереүгә нигеҙ һалыусы. Башҡорт дәүләт университеты бинаһының төп корпусын һәм Өфө авиация техник университетының төп корпусын проектлауҙа, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Белорет, Ишембай ҡалаларының генераль планын эшләүҙә ҡатнаша. Иғтибар итһәгеҙ, был ҡалаларҙа кирбес йорттарҙың биҙәлешендә башҡорт биҙәү сәнғәте ҡулланылған.

Б.Ғ. Кәлимуллиндың хеҙмәттәренә ҡарағанда, башҡорттарҙың традицион төҙөлөш сәнғәте тип, байҡау яһар- лыҡ өлгөләр бар. Әйтәйек, ғәҙәттәге башҡорт өйө — дүрт мөйөшлө, соланлы булған. Солан яғынан төкәтмә итеп ҡуш йорт та һалынған. Бер яғы аш-һыу әҙерләү, көндәлек мәшәҡәттәр бүлмәһе булһа, икенсе яғы — ҡунаҡ яғы. Ул һәр ваҡыт йыйыштырылған, ҡунаҡ көткәндәге кеүек иң матур, затлы әйберҙәр менән биҙәлгән бүлмә.

Башҡорттар йәшәгән төбәк урман да, дала ла, таулы-ташлы ерҙәр ҙә. Йәшәү шартына ҡарап, төҙөлөш материалдары ла төрлөсә булған. Ағас өйҙәр, саман өйҙәр, мүкләп күтәрелгән йорттар, һылап-ағартылған йорттар. Әммә өйҙәр нисек кенә төҙөлмәһен, башҡорт халҡы төп төҙөлөш үҙенсәлеген ойотмаған — ишек-тәҙрә яҡтарын, кәрниздәрҙе семәрләп, матурлап ҡуйырға тырышҡан. Шулай итеп, биҙәү өлгөләре һәм традицияһы бөгөнгәсә һаҡлана килгән.

Буңғы йылдарҙа юлдарҙың яҡшырыуы, йөк ташыу мәсьәләһенең сағыштырмаса еңел хәл ителеүе йорттар һалыуға үҙгәреш индерҙе. Әммә халыҡтың традиция буйынса күсә килгән зауығы һаҡлана. Йорт хужалары милли орнамент, милли биҙәк һалырға тырыша. Хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә биҙәү эштәрендә үҙҙәренең ырыу тамғаһын файҙаланған оҫталар ҙа бар.

Архитектура ҡомартҡылары

үҙгәртергә

1990 йылда БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге булдырыла. Уның маҡсаты — архитектура ҡомартҡыһы булған йорттарҙы, биналарҙы һаҡлап алып алыу һәм тәү ҡиәфәтен ҡайтарыу өсөн реставрация эштәре үткәреү.

Верхотор баҡыр иретеү заводы

үҙгәртергә

1759 йылда Тор йылғаһы буйында (Нөгөш йылғаһының ҡушылдығы) Сембер сауҙагәрҙәре И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников һалдыра. Ерҙе Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ, Тамъян һәм Юрматы улустары башҡорттарынан һатып алғандар.

Был — Башҡортостан территорияһында иң тәүге заводтарҙың береһе. 1759 йылдарҙан башлап завод территорияһында завод корпустарынан тыш дамбалы быуа, тирмән, мәктәп, балалар йорто, кирбес фабрикаһы, тимерлек, кирбес яндырыу өсөн мейес һәм госпиталдән торған архитектура ансамбле төҙөлә. 1788 йылда алпауыт

А.И. Дурасова булышлығында таштан Ҡазан Илаһи Әсә сиркәүе һалына.

Дмитрий Солунский сиркәүе (Бәләбәй районы, Надеждино ауылы)

үҙгәртергә

Төҙөү ваҡыты 1776—1780 йылдар. Яҙыусы С.Т. Аксаковтарҙың нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән биләмәһендә һалынған. Сиркәү эргәһендә сиркәү-приход мәктәбе булған. 1991 йылда сиркәү реставрацияланды һәм эшләй башланы. Аксаковтар музейы асылды.

Николай сиркәүе (Краснокама районы, Николо-Березовка ауылы)

үҙгәртергә

Республикала иң бейек табыныу ҡоролмаһы. Сиркәү иғәнә иҫәбенә һалынған. 60 метр бейеклектәге күп ҡатлы колокольня тирә-яҡта ныҡ айырылып тора һәм күркәмлек бирә. Сиркәү 1930 йылда ябылған.

Сауҙа рәттәре

үҙгәртергә

Өфөнөң Үрге сауҙа майҙанында урынлашҡан. 1826—1836 йылдарҙа профессор А. И. Мельников проекты буйынса төҙөлгән. Куңғы йылдарҙа реставрацияланды. Килем һарайы (Бүздәк районы, Килем ауылы). Мәсет, Түбәнге һәм Үрге парктарҙан тора. Усадьба А. И. Тевкелев нәҫеле вәкилдәренеке булған. Хәҙерге ваҡытта урта мәктәп урынлашҡан.

  • Губернатор йорто (Өфө, Туҡай урамы, 23).XIX быуаттың 40—50-се йылдарында төҙөлгән. Проекттың авторы — А. А. Гопиус.
  • Дворяндар йыйылышы Депутаттар бинаһы (Өфө, Ленин урамы, 14, хәҙерге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы).1856 йылда төҙөлгән. Проект авторы — А. А. Гопиус.
  • Өфө шәхси хеҙмәткә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәте клубының бинаһы (Өфө, Социалистик урамы, 38).
  • Сауҙагәр П. А. Алексеев усадьбаһы (Өфө, Аксаков урамы, 56) 1878—1890 йылдарҙа төҙөлгән.
  • Ногарев йорттары. Өфө миллионеры төҙөткән. (Ленин урамы, 10 — «Метрополь» ҡунаҡханаһы, Пушкин урамы, 104 — ашнаҡсылар әҙерләү мәктәбе.)
  • Е. А. Поносова-Молло йорто (Өфө, К. Маркс урамы, 6). Хәҙер БР ФА президиумы бинаһы.
  • Сауҙагәр М. А. Лаптевтың айырым йорто (Гоголь урамы, 27). Хәҙер М. В. Нестеров исемендәге музей бинаһы.
  • Крәҫтиән ер банкыһы (Өфө, Совет урамы, 14). БР-ҙың милли музейы бинаһы.
  • Хәкимов мәсете (Өфө, Социалистик урамы, 11).
  • П. И. Костерин йорто (Пушкин урамы, 86). Малсылыҡ 1шм мал аҙығы етештереү институты бинаһы.
  • Покров сиркәүе (Көйөргәҙе районы, Ира ауылы).

ҺОРАУҘАР.

  1. Башҡорт архитектураһына нигеҙ һалыусы архитектор кем?
  2. Ниндәй бинаны башҡорт архитектураһы ҡомартҡыһы тип атап була?
  3. Боронғо архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауҙың ниндәй әһәмиәте бар?

ИЖАДИ СОЮЗДАР

үҙгәртергә

Ижад кешеләрен әш урындары, әйтәйек, редакция, театр, филармония һымаҡ урындар ғына түгел, ә һәр тармаҡ буйынса союздар ҙа берләштерә. Теге йәки был йүнәлештә ижад иткән әһелдәребеҙ союз ағзаһы булып торалар, уның эшендә әүҙем ҡатнашалар, заман талаптары, ижади пландар менән танышалар, фекер алышалар, үҙҙәренең уй-теләктәре менән уртаҡлашалар.

Союз үҙе иһә ағза булып торған ижади кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға, мөмкин тиклем ижад һәм көнкүреш шарттарын яҡшыртыу хәстәрлеге күрергә, уларҙың ялын ойоштороу, ижадын пропагандалау, исемен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләргә тейеш.

Башҡортостанда байтаҡ ҡына ижади союздар ойошторолған.

  • Яҙыусылар союзы

1920 йылда ойошторола. Рәйестәре — Афзал Таһиров, Төхфәт Йәнәби, Йософ Гәрәй, Нәжип Ҡәрип, Баязит Бикбай, Сәйфи Ҡудаш, Әхнәф Харисов, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Әсғәт Мирзаһитов, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев.

1937—1938 йылдарҙа Ғабдулла Амантай, Мөхәмәтша Буранғолов, Ғөбәй Дәүләтшин, Ьәҙиә Дәүләтшина, Булат Ишемғол, Имай Насыри, И. Недолин, Афзал Таһиров, Бәшәр Хәсән, Дауыт Юлтый, Төхфәт Йәнәби репрессияға эләгә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Сәғит Мифтахов, Мөхәмәтйәров Хәй, Мәлих Харис, Али Карнай, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Нәжип Ҡәрип һәләк була.

  • Рәссамдар союзы 1934 йыл ойошторола. Төрлө йылдарҙа М.Д. Усманов, А.П. Лежнев, К.И. Герасимов, В.П. Андреев, И.И. Урядов, А.Э. Тюлькин, Р.У. Ишбулатов, М.Н. Арыҫланов, Т.П. Нечаева, Ғ.Ш. Имашева, Б.Д. Фузеев, Р.М. Нурмөхәмәтов, З.Р. Басиров, И.И. Фартуков, А.А. Холопов, Н.А. Калинушкиндар эшләгән.
  • Архитекторҙар союзы

1935 йылда ойоштороу комитеты төҙөлә. Уның рәйестәре — Б.Ғ. Кәлимуллин, И.И. Мироненко, Ф.И. Рехмуков, Л.В. Хихлуха, И.Ф. Минкин, Р.Ш. Исламов, Р.Р. Әүсәхов, А.В. Клемент була.

  • Театр эшмәкәрҙәре союзы. 1938 йылда нигеҙ һалынған. Рәйеслек вазифаларын Г.С. Егиазаров, И.К. Глуша- рин, Ғ.С. Саттаров, Б.Ә. Йосопова, З.И. Бикбулатова, 0.3. Ханов, Ә. Әбүшахмановтар алып бара.
  • Композиторҙар союзы. 1940 йылда ойошторола. Беренсе рәйесе Мәсәлим Вәлиев була. Унан һуң Хөсәйен Әхмәтов, Халиҡ Займов, Заһир Исмәғилев, Роберт Ғәзизов, Р.Н. Сабитовтар союзды етәкләй.
  • Журналистар союзы. 1958 йыл ойошторола. Беренсе рәйесе шағир һәм ғалим Ғилемдар Рамазанов, унан һуңғы йылдарҙа Абдулла Исмәғилев, Римил Дашкин, Вилләр Дауытов, Тәлғәт Сәғитов, Динис Бүләков, Ризуан Хәжиев, Марсель Сәлимовтар.
  • Фоторәссамдар союзы. 1994 йылда булдырыла. Рәйесе — Р.И. Килмәмәтов.

РЕСПУБЛИКАНЫҢ САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ ЛАУРЕАТТАРЫ

үҙгәртергә

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн 1967 йылда БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы булдырыла. 1992 йылдан алып ул башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала.

Яҙыусылар

үҙгәртергә
  • Әҙәбиәт әлкәһендә лауреатлыҡҡа иң тәүгеләрҙән булып Көнсығыш ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһында беренсе роман яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина (үлгәндән һуң) («Ырғыҙ» романы өсөн).
  • Мостай Кәрим (Һайланма әҫәрҙәренең I томы өсөн) 1967 йылда лайыҡ була.
  • Икенсеһенә — Көнсығыш әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе трилогия авторы Зәйнәб Биишева («Кәмһетелгәндәр» һәм «Уяныу» романдары өсөн) 1968 йылда лайыҡ була.
  • 1970 йылда — Баязит Бикбай (Ьайланма әҫәрҙәренең I томы өсөн, үлгәндән һуң) менән Фәрит Иҫәнғолов («Арыш башағы» романы өсөн)
  • 1972 йылда — тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов («Әҙәбиәт теорияһы» исемендәге ҙур күләмле хеҙмәте өсөн) менән шағир Назар Нәжми («Ҡарҙар яуа» исемле шиғырҙар йыйынтығы өсөн)
  • 1973 йылда — шағир һәм прозаик Хәким Ғиләжев (Кайланма әҫәрҙәренең I томы өсөн),
  • 1974 йылда — балалар яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәев («Лебеди остаются на Урале», «Я не сулю тебя рая», «Прощайте, серебристые дожди!» тигән рус телендә Мәскәүҙә баҫылған әҫәрҙәре өсөн)
  • 1975 йылда — башҡорт әҙәбиәтендә тәүге роман авторы Сәғит Агиш (Һайланма әҫәрҙәр. Хикәйәләр, I том өсөн, үлгәндән һуң)
  • 1976 йылда «Әсәләр көтәләр улдарын» спектакле өсөн ижади төркөм, шул иҫәптән драматург Әсхәт Мирзаһитов; шулай уҡ яҙыусы, публицист Рәмил Хәкимов (Мәскәүҙә рус телендә сыҡҡан «На семи дорогах» исемле әҫәре өсөн)
  • 1978 йылда — яҙыусы прозаик Рәшит Солтангәрәев («Йылы ямғыр» һәм ошо уҡ әҫәрҙең Мәскәүҙә баҫылған рус телендәгеһе өсөн)
  • 1979 йылда — шағир Муса Ғәли («Өмөт йондоҙҙары» һәм Мәскәүҙә рус телендә «Липы цветут» әҫәрҙәре өсөн)
  • 1980 йылда — тәнҡитсе, ғалим Ғайса Хөсәйенов («Заман. Әҙәбиәт. Яҙыусы» исемле әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы буйынса яҙылған хеҙмәте өсөн)
  • 1982 йылда — шағир, тәнҡитсе Ғилемдар Рамазанов (Мәскәүҙә рус телендә нәшер ителгән «Мажит Гафури» һәм «Многоцветье» исемле хеҙмәттәре өсөн)
  • 1983 йылда — «Ҡыҙыл паша» спектакле өсөн ижади төркөм, шул иҫәптән драматург Нәжиб Асанбаев; шулай уҡ яҙыусы Ғәли Ибраһимов (башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән «Кинйә» романдары өсөн)
  • 1984 йылда Әхиәр Хәкимов («Ҡуштирәк» һәм «Һауыр ҡумта» романдары өсөн)
  • 1985 йылда — шағир Сәйфи Ҡудаш «Шиғырҙар һәм поэмалар» йыйынтығы өсөн)
  • 1987 йылда — «Башҡорт халыҡ ижады» томдары өсөн редколлегия ағзалары Әхнәф Харисов, Нур Зарипов, Лев Бараг, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов һәм тыуған төйәк тикшеренеүсеһе Юрий Узиков
  • 1988 йылда — Рәми Ғарипов (һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре өсөн, үлгәндән һуң)
  • 1989 йылда — шағир Рауил Бикбаев («Яҙмышым» китабы һәм «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ» поэмаһы өсөн)
  • 1990 йылда — Булат Рафиҡов («Ҡараһаҡал» романы өсөн)
  • 1991 йылда — шағир Абдулхаҡ Игебаев («Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар» шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн), яҙыусы Ноғман Мусин (Мәскәүҙә нәшер ителгән «Белый олень на Синь-rope» исемле романы һәм «Разговор по душам» китабы өсөн)
  • 1992 йылда — Ғәзим Шафиҡов («И совесть, и жертвы эпохи» китабы өсөн)
  • 1993 йылда — яҙыусы Динис Бүләков («Ғүмер бер генә» романы өсөн)
  • 1994 йылда — яҙыусы Яныбай Хамматов («Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Һары таш» романдарынан торған пенталогияһы өсөн)
  • 1995 йылда — шағирә Факиһа Туғыҙбаева («Фатихамды бирәм һиңә» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн), 1996 йылда — драматург һәм прозаик Ибраһим Абдуллин («Ҡояш байымай ҙа байымай» романы өсөн) менән шағир Ҡәҙим Аралбаев («Рух яҙыуы» исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн)
  • 1997 йылда — тәнҡитсе һәм прозаик Роберт Байымов («Сыбар шоңҡар» исемле романы өсөн)
  • 1998 йылда шағир Йосопов Тимербай Йосоп улы «Беште ер еләккәйҙәре» тигән шиғырҙар йыйынтығы өсөн
  • 2000 йылда шағир Хәсән Назарға «Асманға ашыу» тигән шиғырҙар йыйынтығы өсөн бирелде

Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған яҙыусылар һәм шағирҙар тураһында башҡорт әҙәбиәте дәреслектәренән уҡырһығыҙ. Сәнғәт, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендәге лауреаттар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр менән танышайыҡ.

Композиторҙар

үҙгәртергә
  • Был оло премияға композиторҙарҙан беренсе булып, 1967 йылда, Заһир Ғариф улы Исмәғилев лайыҡ булды. Иҫ китмәле опералар һәм йөрәккә үтеп инмәле халыҡсан йырҙар яҙған композиторҙың «Яңы йырҙар» йыйынтығы бик йылы ҡаршыланды.
  • Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов 1968 йылда Баязит Бикбай һүҙҙәренә «Уралым» һәм Ш. Бабич һүҙҙәренә «Халҡым өсөн» һәм башҡа әҫәрҙәре өсөн лайыҡ булды. Хөсәйен Әхмәтовтың Рәшит Назаров, Михаил Лермонтов, Сергей Есенин шиғырҙарына вокал циклдар яҙыуы композиторҙың үҙенең дә ошо шағирҙар кеүек романтик рухлы булыуын күрһәтә. X. Әхмәтовтың үҙ йырҙары ла, романстары ла матурлыҡҡа, аҡылға, юғары аңлылыҡҡа дан йырлауҙан тора.
  • Композитор Нариман Сабитов (үлгәндән һуң) «Айгөл иле» балеты һәм йырҙар, романстар йыйынтығы өсөн 1972 йылда лайыҡ булды. Композиторҙың ижады бик ҙур. Ул әҫәрҙәр ижад итеү менән бергә дирижерлыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Нариман Сабитовты Башҡортостанда фортепиано сәнғәте үҫешенә ==тос өлөш индереүсе композитор тип иҫәпләйҙәр.
  • 1990 йылда композитор Рәүеф Әхмәт улы Мортазин башҡорт симфоник музыкаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһына лайыҡ булды.

Бейеүселәр

үҙгәртергә
  • Бейеүселәр һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Республика йәмәғәтселеге 1967 йылда Башҡорт бейеү һәм йыр ансамбленә нигеҙ һалыусы Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровты Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеүҙе хуплап ҡаршы алды. Ул премияға «Төньяҡ амурҙары», «Дуҫтарҙа ҡунаҡта», «Яҙғы ташҡын» бейеүҙәре өсөн лайыҡ булды. Уның башҡорт бейеүҙәрен бөтөн донъяға сығарыуҙағы өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

  • Бейеүселәрҙән беренсе булып «ансамблдең йөҙөк ҡашы» тип йөрөтөлгән Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина 1974 йылда был оло премияға лайыҡ булды. Рәшиҙәгә бейеү оҫталығы тәбиғәттән һалынған, һәм ул ғәжәп эш һөйөүсән һәм үҙенә талапсан. Өҫтәүенә, ул бейеүҙәрҙе иҫ китмәле халыҡсан итеп башҡара. Бейеүсенең юғары про- фессионаллеккә эйә булыуы һәм халыҡсан башҡарыу оҫталығы юғары баһалана.

Башҡорт профессиональ хореографик сәнғәтен пропагандалағаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн, 1990 йылда Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Салауат Юлаев исемендәге юғары премияға лайыҡ була.

  • 1995 йылда был ансамблдең тағы бер маһир бейеүсеһе Риф Фәтих улы Ғәбитовҡа «Еҙ үксә», «Башҡорт краковя- гы», «Көтөүсе йыры» тигән бейеүҙәр һалғаны өсөн ошо оло премия бирелә.

Йырсылар

үҙгәртергә
  • «Башҡортостан һандуғасы» тип йөрөтөлгән йырсы Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллинға был премия башҡарыу оҫталығы өсөн 1969 йылда бирелә. Иҫ китмәле моң, ҡабатланмаҫ тәбиғи һәләт эйәһе Мәғәфүр Хисмәтуллин — халыҡтың яратҡан йырсыларының береһе.
  • Башҡорт опера һәм балет театры йырсыларының тағы бер ғәжәйеп моңло йырсыһы һәм оҫта башҡарыусыһы Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова йырсыларҙан икенсе булып 1985 йылда был юғары баһаға лайыҡ була. Был йырсыларҙың икеһенә лә башҡорт йырҙарын белеп кенә түгел, ә тойоп, күңелдәре аша үткәреп башҡарыу хас. Флүрә Килдейәроваға ла башҡарыу оҫталығы һәм халыҡ йырҙарын пропагандалауы өсөн бирелде был премия. Ул халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе. Йырсы үҙенең иң бөйөк уҡытыусыһы тип халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановты һанай.
  • Тәбиғәт улы, тәбиғәт йырсыһы Абдулла Солтанов та 1992 йылда профессиональ йырсы Салауат Асҡаров менән бергә ошо уҡ юғары баһаға лайыҡ булды.
  • 1994 йылда башҡарыу оҫталығы өсөн йырсы Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадырова ла республикабыҙҙың юғары наградаһына лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙан иң үҙенсәлекле йырсы тип баһалайҙар уны. Эстрада сәнғәтенә Рим Хәсәновтың «Мандолина» йыры менән килеп ингән йәш йырсы бөгөнгө көндә лә йәштәрсә ижад итә, яңынан-яңы йырҙар башҡара. Уның һәр сығышы тамашасы өсөн оло бер байрам.
  • Башҡорт йырын пропагандалауҙа иҫ киткес ҙур өлөшө булған, «Йәдкәр» ансамблен ойоштороуға иң тос өлөш индергән йырсы Ғәли Ғаббас улы Хәмзиндең эшмәкәрлеге был юғары премия менән 1997 йылда билдәләнә. Ул етәкселек иткән «Йәдкәр» ансамбле халыҡтың иң яратҡан коллективтарының береһенә әйләнде. Был ансамбль республикабыҙҙың һәр ауылында тип әйтерлек сығыш яһаны. Уны республикабыҙҙан тыш башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә лә һағынып ҡаршылайҙар.
  • 1997—1998 йылдарҙағы концерт программаһы өсөн йырсы Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев 1998 йылда республикабыҙҙың юғары наградаһына лайыҡ булды. Уның репертуары бик бай. Башҡорт халыҡ йырҙарын да, татар халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй үк яратып, ихлас күңелдән башҡара.

Ҡурайсылар һәм музыканттар

үҙгәртергә

Башҡарыу оҫталығы өсөн генә түгел, ә ҡурайҙы пропагандалағаны өсөн иң мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ Ғата Сөләймәнов (1971 йылда) менән Ишмулла Дилмөхәмәтов (1974 йылда) Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары булды. Үҙ халҡын бөтөн булмыштары менән һөйгән, ҡурайҙың киләсәге өсөн борсолған был ике ғәжәйеп талант эйәһе ошо премияға лайыҡлыларҙың да лайыҡлылары булды. Тап уларҙың исем-шәрифтәре алдынан Салауат исеме килеүе был таланттар өсөн ысын- ысындан мәртәбә. Уларҙың хәстәрлеге, уларҙың ныҡышмалылығы арҡаһында ҡурай үҙенең икенсе һулышын алды һәм мәңгелек ғүмерен дауам итте.

  • 1991 йылда башҡорт музыка сәнғәтенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, үҙенең оҫталығы менән тамашасыларҙы хайран иткән баянсы Миңнеәхмәт Ғәйнетдиновҡа Салауат Юлаев исемендәге премия бирелеүе бөтөнөһөн дә шатландырҙы. «Уның бармаҡтары гына уйнамай, ул бар булмышы менән моңға сума», — тиҙәр уның тураһында. Ул илебеҙ күләмендә үткәрелгән Салауат Юлаев премияһы лауреаттары.

байтаҡ ҡына конкурстарҙа ла еңеп ҡайта. Уның иң юғары ҡаҙаныштарының береһе — ҡурай менән ҡушылып уйнауы. Мәшһүр ҡурайсылар Юлай Ғәйнетдинов, Ришат Рәхимов, Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәковтар менән ғәжәп матур дуэт булдырҙы ул.

  • Халҡыбыҙ сәнғәтен бәләкәй генә музыка ҡоралы менән күҙ күреме етмәҫ киң донъяға алып сығыусы, донъяла иң оҫта ҡумыҙсы исеменә лайыҡ булыусы Роберт Заһретдиновтың сәнғәткә һалған тос өлөшө лә юғары баһаланды — 1993 йылда республикабыҙҙың Салауат Юлаев премияһы тапшырылды. Роберт Абдрахман улы башҡарыу оҫталығынан тыш бик күп уҡыусыларын да өйрәтә. Үҙе лә туҡтауһыҙ камиллаша. 1992 йылда Тувала «Хоомей-92» Халыҡ-ара өзләүселәр фестивалендә өзләү оҫтаһы тип баһаланды һәм лауреат исеме алды. Оҫта ҡумыҙсы симфоник оркестрға ҡушылып та уйнай.
  • Ҡурай моңона донъя халҡын таң ҡалдырыусылар традицияһын лайыҡлы дауам иткән Азат Миңлеғәли улы Айытҡолов башҡарыу оҫталығы һәм һуңғы йылдарҙағы репертуар байлығы өсөн 2000 йылғы премияға лайыҡ булды.
  • «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының «Хазина» ижади берекмәһе етәксеһе Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдиновтың республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына тәҡдим ителеүен дә йәмәғәтселек ихлас хупланы һәм 2002 йылда уға был оло исем бирелде.

Рәссамдар

үҙгәртергә

Рәссамдарҙың бер нисәһе менән танышҡайныҡ. Рәшит Нурмөхәмәтовтың (1969 йылда), Мөхәммәт Арыҫланов- тың (1973 йылда), Александр Тюлькиндың (1975 йылда), Борис Домашниковтың (1977 йылда), Әхмәт Лотфуллиндың (1982 йылда) ижадтары һәм күрһәтелгән йылдарҙа Салауат Юлаев премияһы лауреаттары булыуҙары хаҡында һөйләгәйнек.

Ә бына ошо юғары исемгә лайыҡ булған рәссам Лев Кузнецов, Ильис Ямалетдинов, Александр Бурзянцев, Әҙиә Ситдиҡова, Рәшит Зәйнетдинов менән Георгий Ка- литовтар менән аҙыраҡ таныштырып үтергә кәрәк булыр.

  • Лев Владимирович Кузнецов сәнғәттә граждандар һуғышы темаһын яҡтыртыу тураһында хыяллана. Әммә Бөйөк Ватан һуғышында контузия алып ҡайта, Репин исемендәге Ленинград живопись, скульптура һәм архитектура институтына инеп ҡарай — инә алмай. Бик һуңлап ҡына тормошҡа аша уның хыялдары, институтҡа инә һәм ҡырҡ йәше тирәһендә генә тамамлай. Институттан һуң Өфөгә килеп бик ҙур ауырлыҡтар менән булһа ла үҙ хыялын тормошҡа ашыра башлай. «Ҡыҙыл башҡорт», «Һыбайлылар» һәм башҡа эштәре граждандар һуғышы темаһына арналған. Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә арналған композицияһы өсөн 1978 йылда Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була.
  • Ильис Миңнеәхмәт улы Ямалетдиновҡа был юғары исем Халыҡтар дуҫлығы орденлы Башҡортостан «Ағиҙел» художество промыслалары производство берекмәһендә етештерелгән сәнғәт әйберҙәре өсөн бирелде.

Билдәле булыуынса, «Ағиҙел» берекмәһе һынлы сәнғәт әйберҙәре, туҡыманы биҙәкләү, ҡайып тегеү, келәм һуғыу, һөлгө баштары сигеү кеүек зауыҡлы эштәр менән шөғөлләнә. Был берекмә етештергән әйберҙәр, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, бик югары баһалар ала. Ильис Ямалетдинов уның баш рәссамы булып эшләне.

1985 йылда Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Ағиҙел» художество берекмәһендә уның етәкселегендә етештерелгән халыҡ һынлы сәнгәте әйберҙәре өсөн баш рәссам Ильис Ямалетдинов республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була.

  • Александр Данилович Бурзянцев матур тәбиғәтле Йылайыр районында тыуған. Бәләкәйҙән тәбиғәт матурлығына һоҡланып үҫкән рәссам тыуған төйәген, гүзәл Башҡортостанды сағылдырған байтаҡ һүрәттәр ижад итә. Тәбиғәткә дан йырлаған картиналары өсөн 1986 йылда юғары исемгә лайыҡ була.
  • Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова — натюрморт һәм интерьер оҫтаһы. Милли сигеү һәм туҡыу нескәлеген оҫта биреүсе рәссам. Ошо йүнәлештә үҙ художество алымын барлыҡҡа килтерә. Сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашып, юғары баһа алып ҡайта. Ул төҫтәрҙе оҫта һайлай. Нигеҙҙә, сағыу төҫтәр менән эш итә. Уның көнкүреште сағылдырған ябай ғына эштәрендә иҫ китмәле нескә зауыҡ менән халыҡ традицияларына дан йырлана. Рәссамдың хеҙмәте юғары баһалана. 1989 йылда Салауат Юлаев премияһы лауреаты була.
  • Скульптор Тамара Павловна Нечаева ижады менән танышһығыҙ. Салауат Юлаев исемендәге премия уға 1991 йылда батырыбыҙ скульптураһы өсөн бирелә. Скульптура Эстонияның Палдиски ҡалаһында ҡуйылды.
  • 1993 йылда рәссам Владимир Павлович Пустарнаков республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булды. Уның «1942 йыл» тип аталған киң ҡоласлы триптихында Ҡыҙыл майҙандағы парад сағылдырылған. Һуғыш емеректәре, ҡыйралыш ваҡытында илдең генә түгел, ә афәттең бөтөн ауырлығын үҙ өҫтөнә алып, донъяның таянысына әйләнгән баш ҡалабыҙ Мәскәү янындағы һуғыш ғәрәсәте һәм парад ышандырырлыҡ оҫта һүрәтләнгән. Рәссам тәбиғәт күренештәрен дә ғәйәт матур тасуирлай.
  • Салауат Юлаев исемендәге премияға 1995 йылда рәссамдар Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдинов менән Георгий Ғәйниәхмәт улы Калитовтар «Аманат», «Ер рухы», «Ҡымыҙ» тигән картиналар серияһы өсөн лайыҡ булдылар.
  • Рәшит Зәйнетдинов та, Георгий Калитов та портреттар оҫтаһы булып танылыу алған рәссамдар. Шуның өсөн дә премияға лайыҡ булған был сериялағы картиналарҙа шәхестәребеҙҙең эске рухи донъяһы оҫта сағылдырыла. Улар һәр береһе үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта бөтөнөһөн дә бер рух берләштерә. «Ерҙән алған рух — киләсәктәргә ҡалырға тейеш, ә беҙ үткәндәр һәм киләсәкте тоташтырыусы ныҡлы рух ҡалдырабыҙ», — тигәндәй улар.
  • 1997 йылда был оло премия рәссамдар Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллинға һәм Рафаэль Рәшит улы Ҡадировҡа «Юрматы ере» исемле полиптихтары өсөн бирелде.

Балет артистары

үҙгәртергә
  • Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бөтөн донъяға билдәле. Унда ҡуйылған балеттарҙы республикабыҙ һәм сит ил тамашасылары яратып ҡаршы ала. Шуның өсөн дә иң оҫта, нескә зауыҡлы балериналарҙың береһе Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡованың Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булыуы (1977 йылда) республика халҡында хуплау тапты. Ул «Кармен-сюита»лағы ғорур Кармен образын үҙенә генә хас алымдар менән ҡабатланмаҫ итеп сәхнәгә сығарҙы.
  • Шулай уҡ балет артистары Леонора Ҡыуатова менән Радик Зарипов та (1988 йылда) башҡорт балеты традицияларын лайыҡлы дауам иткәндәре һәм сағыу образдар ижад иткәндәре өсөн ошо премияны алдылар.

Скульпторҙар һәм архитекторҙар

үҙгәртергә
  • Мәжит Ғафуриҙың скульптур фигураһы өсөн Лев Ефимович Кербель менән Лев Васильевич Хихлуха — 1979 йылда;
  • Салауат районы Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы бинаһы өсөн — Александр Васильевич Клемент, Михаил Гаврилович Старцев һәм Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахмановтар — 1992 йылда;
  • «Ләлә-Тюльпан» мәсете өсөн архитектор Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы 1998 йылда;

архитекторҙар Сергей Анатольевич Голдобин, Светлана Борисовна Голдобина, Андрей Владимирович Давиденколар 2000 йылда «Ҡунаҡһарай» комплексы өсөн республикабыҙҙың юғары премияһына лайыҡ булдылар.

Сәхнә оҫталары

үҙгәртергә
  • Башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡорт ҡурсаҡ театры артисткаһы Венера Тимерхан ҡыҙы Рәхимова оло премияға лайыҡ булды. С. Айытматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Малай, «Ҡара йөҙҙәр»ҙә — Ғәлимә, «Буратино мажаралары »нда — Буратино образдарын тыуҙырғаны өсөн уға 1984 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия тапшырылды. Ҡурсаҡ театрында кем генә, нимә генә булып уйнамаһын, ҡошмо, әтәсме, хайуанмы — Венера Рәхимова берҙәй килештерә. Ул бәләкәй тамашасыларҙың иң яратҡан артистарының береһенә әйләнде.
  • Башҡорт дәүләт циркы артистары ирле-ҡатынлы Гүзәл менән Юнир Ғәзизовтар 1986 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булалар. Уларҙың юғары оҫталығы Латин Америкаһы, Ҡытай, Япония, Египет, Польша, Монголия, Голландия һәм Бельгия тамашасыларын таң ҡалдыра. Таң ҡалдырыу

ғына түгел, 1997 йылда уларҙы Италияға контракт буйынса эшкә саҡырҙылар. Әлеге көндә улар Мәскәү ҡалаһында эшләйҙәр.

  • Мәшһүр артисыбыҙ Арыҫлан Ҡотләхмәт улы Мөбәрәков 1989 йылда (үлгәндән һуң) Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды. Кинофильмда ла, театр сәхнәләрендә лә Салауат образын ҡабатланмаҫ итеп тыуҙырған атаҡлы артистың был премияға лайыҡ булыуы халҡыбыҙҙа тәрән ҡәнәғәтлек һәм хуплау тыуҙырҙы.
  • Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев «Шайморатов генерал» спектаклендә (Флорид Бүләков) — Шайморатов, «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» спектаклендә (Н.Д. Абдыҡадиров) — Темуджин, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһында — Сынтимер, «Минең ҡатынымдың исеме Морис» комедияһында (Раффи Шарт) — Труабаль образдарын тыуҙырғаны өсөн 2002 йылда Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты булды.

Премияға лайыҡ булған коллективтар

үҙгәртергә
  • Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры.

Драматург Әсхәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектакле өсөн 1976 йылда драматург Әсғәт Мирзаһитовҡа, режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа, Бибисара ролен башҡарғаны өсөн артистка Зәйтүнә Бикбулатоваға һәм Хафаса роле өсөн артистка Гөлли Мөбәрәковаға Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы бирелде.

  • 1981 йылда театрҙың тағы бер эше юғары награда менән билдәләнде. Уны «Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ» спектакле өсөн артистар Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичева, Заһир Вәлитов, Олег Ханов һәм Фидан Ғафаровтар алды.
  • 1983 йылда был оло исем Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» спектакле өсөн режиссер Лек Вәлиевҡа һәм төп ролде — Кәрим Хәкимовты башҡарыусы Әхтәм Абушах- мановҡа бирелде.
  • Ошондай уҡ юғары баһалауға Стәрлетамаҡ театрының башҡорт бүлеге лә лайыҡ булды. Был коллективтың «Онотолған доға» спектакле өсөн 1994 йылда авторы Флорид Бүләков, режиссеры Гөлдәр Ильясова һәм бейеүҙәр менән биҙәүсе Ирина Филиппова алды.
  • Коллектив менән лауреат булыу бәхете 1990 йылда Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбле өлөшөнә тейҙе. Был ансамбль республикабыҙҙа гына түгел, ә донъяның бик күп илдәрендә башҡарыу оҫталығы һәм репертуарының байлығы менән дан алды.
  • 1994 йылда тағы бер коллективҡа оло премия тапшырылды. Улар — башҡорт телендә «Ҡөрьән Кәрим» әҙерләп нәшер итеүгә тапшырыусылар. 1896 йылда тыуған Дан

Кинельский бөтөн ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ғәрәп теленән башҡортсаға «Ҡөрьән Кәрим»де тәржемә итә. Әммә дин тотоу тыйылған саҡтарҙа, был оло хеҙмәткә донъя күреү насип булмай. Илдә демократик елдәр иҫеп, халыҡҡа дин яңынан ҡайтарылғас, Дан Кинельскийҙың ҡыҙы Ләлә Кинель- ская «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенә ошо тәржемә хаҡында хәбәр итә. 1991 йылдан башлап был эшкә ғалим Фәнил Нафиҡ улы Баишев, журналист Дәүләткирәй Дәүләтбай улы Мәһәҙиев, Нурмөхәмәт Әлибай улы Нөйәрғоловтар тотона һәм эште еренә еткереп тамамлап ҡуялар. 1993 йылда «Ҡөрьән Кәрим» нәшер ителә. Бер төркөм зыялыларҙың был ғәйәт оло хеҙмәте лайыҡлы баһалана, 1994 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә.

Кино сәнғәте өлкәһендә

үҙгәртергә
  • «Мосфильм» киностудияһы режиссеры Василий Никитич Журавлев башҡорт легендалары нигеҙендә һәм башлыса башҡорт артистары ҡатнашлығында «Алтын атлы һыбайлы» исемле фильм төшөрҙө. Фильмды тамашасылар бик яратып ҡабул итте. Был фильмда башҡорт халҡының көнкүреше бик дөрөҫ яҡтыртылған, халыҡтың рухи матурлығы, рухи көсө дөрөҫ сағылдырылған. Режиссерҙың был оло хеҙмәте юғары баһалана, 1981 йылда фильм республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы менән билдәләнә.

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ОБРАЗЫ ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТТӘ ҺӘМ МУЗЫКАЛА

үҙгәртергә

Салауат Юлаев образы бик күп сәнғәт әһелдәрендә ҡыҙыҡһыныу уята. Уның исеме менән Башҡортостанды өйрәнгән тарихсылар ҙа, халыҡ ижады йыйыусылар ҙа, сәйәхәтселәр ҙә ҡыҙыҡһына. Салауат Юлаев бюсын беренсе булып Фрих-Хар тигән скульптор ағастан юнып эшләгән. Был скульптура Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Художество музейында һаҡлана.

Фрих-Хар Мәскәү эргәһендәге бер ауыл мәктәбендә һынлы сәнғәттән уҡыта һәм халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелгән тарихи шәхестәрҙең скульптураларын эшләй. Беренсе эше Салауат Юлаев бюсы, артабан Е. Пугачев, С. Разин, С. Халтурин һәм башҡалар. Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге аша Салауат Юлаев бюсы 1926 йылда Өфөгә алына.

Башҡортостанда рәссам Анатолий Петрович Лежнев (1888—1956) милли-азатлыҡ көрәшкә арналған һүрәттәр төшөрә. Уның «Штурм Уфы пугачевцами» (1928), «Бой Салавата с авангардом Михельсона», «Князь Чики Зарубина» (1930 йылдар) тигән һүрәттәре Башҡортостан төҫлө һүрәтендә яңы, тарихи жанрға башланғыс була. Улар араһында иң уңышлыһы — «Поимка Салавата» («Салауатты ҡулға алыу») тигән һүрәт. Салауат яңғыҙ. Дошмандар берәм-һәрәм урман, тау араларынан килеп сыҡҡан. Әммә Салауатҡа ҡышын да йәшеллеген юғалтмаған төп- төҙ шыршылар, түбәһен ҡар ҡаплай алмаған тауҙар көс- ҡеүәт бирә. Улар — халыҡ ҡеүәтен сағылдыра.

1955 йылда йәмәғәтселек Алексей Александрович Кузнецовтың «Салауаттан һорау алыу» тигән һүрәтен йылы ҡаршы алды. Салауаттан һорау алыу Өфө ҡалаһының Троицк сиркәүендә лә бара. Троицк сиркәүе хәҙер юҡ, уның урынында Дуҫлыҡ монументы ҡалҡып сыҡты.

Һүрәттә ҡаҡшамаҫ рухлы, үҙ эштәренең хаҡлы булыуын аңлаған, Крәҫтиән һуғышының баҫтырылыуы халыҡтың рухи еңелеүе түгеллеген тойған Салауат образы сағылдырылған. А. Кузнецов Салауат образы өҫтөндә бик ентекле эшләй.

Иң элек Степан Злобиндың романын уҡып сығып, Салауатты ихлас ярата. Шунан һуң Салауат менән Пугачев тураһындағы тарихи материалдарҙы өйрәнә башлай. Салауаттың эске тойғоларын, рухи көсөн күҙ алдына баҫтырыу өсөн Петропавловск крепосының бер камераһында бикләнеп ултыра. Ошондай эҙләнеүҙәр аша тыуғанға ла был һүрәтте халыҡ бик яратып ҡаршы ала. Салауаттың ғорур ҡиәфәте, ҡыйыу ҡарашы аша ғына түгел, ә батша чиновниктарының ығы-зығыһы, батырҙың булмышы алдында аптыранып ҡалыуҙары, төҫтәрҙең оҫта һайланыуы ла Салауаттың рухи батырлығын көсәйтә.

1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы көндәрендә был һүрәт бик юғары баһалана һәм «Почет билдәһе» ордены менән наградлана.

1959 йылда рәссам Алексей Кузнецов Салауат темаһына тағы әйләнеп ҡайта. Степан Злобин романында Салауаттың үҫмер сағы бик матур һүрәтләнгән. Шул матурлыҡты, Салауаттың үҫмер сағын сағылдырыу хыялы тынғы бирмәй рәссамға.

«Легенда о курае» («Ҡурай тураһында легенда») һүрәте менән ошо теманы яҡтырта. Ғәжәп бай Урал тәбиғәте, яҙғы ҡояшлы көн, ҡулына ҡурай тотҡан үҫмер егет. Шағир, ҡурайсы Салауаттың күңел байлығы формалашыуын шулай кәүҙәләндерә рәссам.

Рәссам Әмир Солтан улы Арыҫланов 1959 йылда «Салауат Юлаев» тигән һүрәт ижад итә. Ул халыҡ батырын күк юртаҡҡа атландырған.

Скульптор Т.П. Нечаева Салауат образын скульптураларҙа һынландыра. Был темаға ул 1945 йылдарҙан башлап тотона. 1952 йылда батырға беренсе һәйкәл-бюст эшләнә һәм Салауат районында батырҙың тыуған төйәгенә ҡуйыла. Ҡаҡшамаҫ рухлы, ғорур һынлы, мәңгелеккә төбәлгән ҡарашлы Салауат мөһабәт артисыбыҙ Арыҫлан Мөбәрәковты хәтерләтә. Сөнки тап ошо йылдарҙа «Салауат Юлаев» фильмы ҙур уңыш менән бара.

Билдәле булыуынса, 1940 йылда режиссер Яков Протазанов Степан Злобин романы буйынса «Салауат Юлаев» фильмы төшөрә һәм унда Салауат ролен Арыҫлан Мөбәрәков уйнай. Бынан тыш Башҡорт драма театры сәхнәһендә лә Арыҫлан Мөбәрәков алмаштырғыһыҙ Салауат була. Скульптор Тамара Нечаева башҡорт халҡының милли батырын тап А. Мөбәрәков һынлы һәм йөҙлө итеп күҙ алдына килтергәндер.

1989 йылда Эстонияның Палдиски ҡалаһында ҡуйылған бюстың авторы ла Т. Нечаева. Әйтергә кәрәк, Т. Нечаева тыуҙырған Салауат образдары ҡыйыу, бөркөт ҡарашлы яугир генә түгел, ә күңеле хис- тойғолар менән тулы шағир ҙа. М.В. Нестеров исемендәге Художество музейына ҡуйылған фарфор статуэткалағы Салауат, «Пугачев менән Салауат» тигән керамик паннолағы Салауат батырҙың яугирлығын ғына түгел, шағирлығын да асыҡ сағылдыра.

Кеше азатлығы өсөн яуға күтәрелгән халыҡ батыры образын скульптор С.Д. Тавасиев мөһабәт һәйкәл итеп халыҡҡа ҡайтара.

Рәссамдар Салауат образын асыу өсөн тәбиғәт күренештәре һәм төрлө төҫтәр һайлаһа, С. Тавасиев Салауатты Урал тәбиғәтенең иң күркәм ерендә — тәбиғи шарттарҙа, тәбиғәттең төрлө күренештәрендә, төрлө миҙгелдә һәм көндәрҙең төрлө мәлдәрендә күрһәтеүгә өлгәшә.

Салауат темаһын Г. Мостафин «Салауат», Р. Ишбулатов «Буйһонмаҫ ихтыяр», Ф. Ерғәлиев «Салауат йорто» тигән картиналарында яҡтырта.

Салауат батыр тураһында риүәйәттәр, легендалар халыҡ араһында киң таралған. Иң ныҡ таралғаны, әлбиттә, йырҙар һәм ҡобайырҙар. Батша хөкүмәте уның тураһында йырҙар башҡарыу түгел, исемен телгә алырға һәм хатта балаларына ҡушырға тыйһа ла, янаһа ла, халыҡ күңелендә Салауат һаҡлана. Төрлө-төрлө йыр булып һаҡлана батыр халыҡ күңелендә. Ә Октябрь революцияһынан һуң башҡорт халҡы профессиональ сәнғәт юлына аяҡ баҫҡас, Салауат темаһы һынландырыла, яҡтыртыла башлай һәм, әлбиттә, халыҡтың быуаттар буйы һаҡлап алып килгән изге хазинаһы файҙаланыла.

Композитор Александр Ключарев «Салауат» симфоник поэмаһында, Заһир Исмәғилев «Салауат Юлаев» операһында һәм симфоник увертюраһында, Нариман Сабитов симфоник поэмаһында, Арам Хачатурян «Салауат Юлаев» кинофильмына яҙған музыкаһында, Хөсәйен Әхмәтов яҙыусы Баязит Бикбайҙың «Салауат» пьесаһына яҙған көйөндә, Хәбибулла Ибраһимов «Салауат маршы»нда ошо йырҙарҙы файҙаланалар.

Салауат Юлаев бик һирәк тыуа торған шәхестәрҙең береһе. Уның менән ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Иҫ китмәле әҫәрҙәр тыуырына, яратҡан, һоҡланған һәм рухи көс алған Салауатыбыҙҙың сәнғәт әҫәрҙәрендә ҡабат- ҡабат ҡайтыуына ышаныс ҙур.

  • А. Кузнецовтың «Салауаттан һорау алыу» тигән һүрәте буйынса үҙегеҙҙең уй-тойголарығыҙҙы сағылдырып инша яҙығыҙ

ИҪТӘЛЕКЛЕ ДАТАЛАР, ЮБИЛЕЙҘАР

үҙгәртергә

Юбилей — латин һүҙе. Башҡорт теленә рус теле аша ингән. Берәй ваҡиғаның, кеше ғүмеренең, уның эшмәкәрлегенең, учреждениеның, ҡаланың, райондың һәм ауылдың йәшәүенең түңәрәк һан менән иҫәпләнгән йыллығы. Ғәҙәттә 10, 50, 100, 250 һәм башҡа түңәрәк һандарға, шулай уҡ 75, 85, 95, 125 кеүек, 5-кә тамамланған һандар менән иҫәпләнгәндәрен билдәләйҙәр.

Тотош донъя күләмендә әһәмиәтле ваҡиғалар була. Әйтәйек,

  • Халыҡ-ара Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө — 24 октябрь;
  • Фашизм ҡорбандарын халыҡ-ара иҫкә алыу көнө — 13 сентябрь;
  • Ядро ҡоралын тыйыу өсөн халыҡ-ара хәрәкәт көнө — 6 август;
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө — 1 июнь;
  • Бөтөн донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө — 5 июнь;
  • Бөтөн донъя Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай көнө — 8 май;
  • Бөтөн донъя сәләмәтлек көнө — 7 апрель;
  • Фашистик концлагерҙар тотҡондарын халыҡ- ара азат итеү көнө — 11 апрель;
  • Авиация һәм космонавтика көнө — 12 апрель;
  • Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө — 30 октябрь һәм башҡа даталар билдәләнә.

Әгәр һеҙ мәктәптә уҡыған саҡта ошондай юбилейҙарҙың берәйһенә тура килһәгеҙ, уны ойоштороу буйынса яуаплылыҡты үҙ синыфығыҙға алығыҙ. Айырым ваҡиғаларға арналған юбилейҙарҙы үткәреү өсөн уҡыусылар араһынан махсус докладсылар билдәләнә. Улар бер нисә тема буйынса сығыш әҙерләй.

Бөгөнгө көндә информациялар табыу ауыр түгел. Хатта иң төпкөл тип йөрөтөлгән ауылдарҙа ла гәзит-журналдар алдыралар, ул ғына түгел, заманыбыҙҙың иң һуңғы ҡаҙаныштарынан һаналған компьютерҙар бар һәм уның аша интернетҡа сығып, төрлө илдәр менән бәйләнешкә инеүселәр ҙә бихисап. Әммә заман тиҙлеге етеҙ. Уның артынан ҡыуа барыуы еңелдән түгел. Шуның өсөн, күмәкләшеп бер булып, төрлө информациялар алышыу һеҙҙе мәғлүмәтле заман йәштәре итеп үҫтереүгә ярҙам итәсәк.

Уҡыусылар! Ниндәй генә ваҡиғаға ҡарата сығыш әҙерләһәгеҙ ҙә алдан туплана барған мәғлүмәттәр бик файҙалы булыр. Бөгөнгө менән генә йәшәргә ярамай. Көнө менән иҫтә ҡалыр кеүек ваҡиғалар ҙа ваҡыт үтеү менән онотола. Э туплана барған мәғлүмәттәр — ҡиммәтле хазина ул. Кәрәк саҡта, тормош һабаҡтары кабинетына инеп, альбомды ғына асып ҡарайһың да — бөтөнөһө лә хәтергә килә. Бик бай мәғлүмәттәр туплаған мәктәптәр бар. Шуның өсөн тәүге көндән һәр төрлө мәғлүмәт туплай барығыҙ.

Илебеҙ эсендә билдәләнгән юбилейҙар

үҙгәртергә

Тотош илебеҙ халҡы өсөн әһәмиәтле ваҡиғалар ҙа күп. Әйтәйек,

  • Белем көнө — 1 сентябрь;
  • Уҡытыусылар көнө — октябрь айының тәүге йәкшәмбеһе;
  • Әсә көнө — 30 ноябрь;
  • Ватанды һаҡлаусылар көнө — 23 февраль;
  • Ил сиге һаҡсылары көнө — 28 май;
  • Рәсәй флагы көнө — 22 август;
  • Бородино яланындағы алышҡа,
  • Парижға инеү көнөнә арналған,
  • Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө,
  • шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әһәмиәтле еңеүҙәрҙән Мәскәү эргәһендәге, Сталинград, Орел-Курск дуғаһындағы еңеү,
  • Ленинград блокадаһын йырып сығыу һәм башҡа шундай ваҡиғаларҙың йыллыҡтары билдәләнә.
  • Рәсәй көнө, Рәсәй Конституцияһы һәм башҡа шундай даталар бар.

Бынан тыш ил кимәлендә әһәмиәтле ҡалаларға нигеҙ һалынған көндәр, бөйөк зыялыларҙың, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, композиторҙар, артистар, рәссамдар һәм башҡа шундай ижад кешеләренең юбилейҙары ил күләмендә үткәрелә.

Республика эсендә билдәләнгән юбилейҙар

үҙгәртергә

Юбилейҙарға күренекле шәхестәрҙең, әйтәйек, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Таһир Күсимов, Муса Мортазин, Муса Гәрәев, Даян Мурзин һәм ил, республика күләмендә билдәле шәхестәрҙең, яҙыусыларҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, артистарҙың, рәссамдарҙың һәм башҡа күренекле әһелдәрҙең түңәрәк йәштәре тулыу көнөн билдәләү инә.

Яҡташ шәхестәрҙең юбилейҙары

үҙгәртергә

Республика күләмендә билдәләнгән юбилейҙарҙан тыш яҡташ-шәхестәрҙең һәм шулай уҡ район, ауыл йәки хатта үҙ мәктәбең кимәлендә лә абруйлы шәхестәрҙең юбилейҙарын билдәләү — бик изге, маҡтауға лайыҡлы сара.

Әйтәйек, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан ордендары кавалерҙары, ижад әлкәһендә билдәле булған рәссам, композитор, яҙыусы, артист яҡташтарҙан тыш, абруйлы, ихтирамлы уҡытыусы, ауылдаш, хатта мәктәптәштең юбилейын билдәләү ҙә мөһим.

Бер мәктәптә ҡасандыр ошо мәктәп уҡыусыһы булған һәм оҙаҡ йылдар колхозда эшләгән, иң ауыр йылдарҙа ауылдаштарына ихтирамлы, ярҙамсыл кешенең, өлкән йәштәге колхозсы ағайҙың юбилейын билдәләнеләр. Матур әҙерләнгәйнеләр.

Ағайҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, тыныс тормош ваҡытында ауылдағы фиҙакәр эшмәкәрлеге яҡтыртылған гәзит сығарғандар. Уның тураһында иҫтәлектәр, төрлө фәһемле ваҡиғалар, шулай уҡ тормошонан мәҙәктәр йыйылған.

Йәш саҡтағы фотоларын матурлап теҙеп элгәндәр, ғаилә ағзаларының бөтөнөһөн дә ҡунаҡҡа саҡырғандар. Ауылдаштары араһынан теләгән береһе сығып уның хаҡында матур иҫтәлектәр һөйләне, ихлас ҡотланылар.

Кисәнән алда мәктәп уҡыусыларының көсө менән хужалыҡ бүлгән аҡсаға ул ағайҙың йорт-ҡураһын ипкә

килтереп ҡуйғандар. Бик тә ихтирамлы өлкән кешене шулай ҙурланылар. Ул күҙҙәрендәге йәш бөртөктәрен һөртә- һөртә: «Мин һуғыш ваҡытында Еңеү көнөндә бер иланым. Һуғыштан һуң, тыуған ауылым тупрағына аяҡ баҫҡас, иланым. Эле һеҙ ҡыуаныстан илатаһығыҙ, балалар. Ошо шатлыҡ йәштәрем һеҙгә рәхмәтем булһын!» — тине был юбилейҙы әҙерләгән, ойошторған уҡыусыларға. Бик тулҡынландырғыс, ихласлыҡ һәм йылылыҡ бөркөлөп торған фәһемле кисә булды был. Юбилейҙар билдәләгән саҡта, шәхестәрҙең уңыштарын һанап сығыу менән генә сикләнмәгеҙ, ә уның көрәш юлдары хаҡында күберәк мәғлүмәт йыйығыҙ. Иҫәндәрҙең тантанаһын билдәләгән саҡта, үҙенән дә шул хаҡта һөйләтегеҙ. Юбилейҙар шуныһы менән әһәмиәтле.

  • Дәрестә берәй юбилейға арнап кисә үткәрегеҙ. Сценарий төҙөгөҙ. Ҡотлау һүҙе яҙығыҙ. Юбиляр хаҡында мәғлүмәт туплағыҙ. Ҡанатлы һүҙҙәр, мәҡәлдәр яҙып әлегеҙ.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Алтынға тут төшмәй.
  • Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан улға етер.
  • Кешенең хөрмәте үҙ ҡулында.

БАШҠОРТТАРҘА КҮҘӘТЕҮСӘНЛЕК ҺӘМ ҒИЛЕМ

үҙгәртергә

Башҡортостан ғәжәйеп үҙенсәлекле ерҙәрҙе биләй. Республикабыҙ көньяҡтан алып төньяҡҡа тиклем 550 километр оҙонлоҡҡа һуҙылһа, көнбайыш менән көнсығыш сиктәрен тоташтырһаң, 400 километр була. Ошо араларҙың майҙаны 1430600 кв. км-ҙы тәшкил итә. Майҙан уртаһынан 2 мең километрға һуҙылған Урал тауҙары үтә. Беҙҙең даныбыҙ, ғорурлығыбыҙ булған был тау бик олпат, боронғо. Ошо тау Европа менән Азияны тоташтыра.

Донъяның ике ҡитғаһы араһында торған Уралтауҙың тәбиғәте, йәнлектәр донъяһы ғәжәйеп үҙенсәлекле. Башҡорттарҙың милли һыҙаттарынан, әйтәйек, сәнғәтенең, йыр-моңоноң, ижадының байлығы, халыҡтың йор һүҙле, шаян, шуҡ булыуы, ҡунаҡсыллығы тәбиғәтебеҙҙең байлығына, һоҡланғыс матур төбәктәрҙең күплегенә, ерҙең уңдырышлы булыуына бәйле.

Башҡортостан ере яу менән килгәндәрҙең дә, донъяның бер тарафынан икенсе тарафына үтеүселәрҙең дә юлында ята. Халҡыбыҙҙың ижади тормошон байытыуҙа уларҙың да йоғонтоһо булмай ҡалмай, әлбиттә. Зирәк аҡыллы, һәр гүзәллеккә иғтибарлы һәм отҡор башҡорт халҡы үҙ ере аша үткән ят кешеләрҙән төрлө һәнәрҙәргә өйрәнеп ҡалыр булған.

Һундар ҙа, оғуздар ҙа, болғарҙар ҙа, себер һәм нуғай хандары ла, монгол төмәндәре лә йоғонто яһамай ҡалмаған башҡорттарға. Шуға халҡыбыҙҙың тарихы ла, мәҙәниәте лә, донъяға ҡарашы ла, фәлсәфәһе лә күп яҡлы, фәһемле. Төрлө фәндәргә, ғилемгә ынтылышлы ла, маһир булыуы ла аралашыу ҡоласының киңлегенә бәйләнгән.

Үкенескә ҡаршы, фәндең төрлө өлкәһендә эшләгән ғалимдарыбыҙҙың күбеһе, туған телен белмәгәнлектән, үҙ халҡының ғилеменә иғтибар итмәй.

Был йәһәттән геолог- ғалимдар Миңнеәхмәт Моталов менән Диҡҡәт Бураҡаев һәм медик-ғалим Вәрис Ғүмәров, философ Дамир Вәлиев, биолог Сәфәр Йәнтүрин ғына бер аҙ байҡау яһаған.

Бәлки һеҙ, уҡыусылар, үҙ халҡыбыҙ ғилемен ныҡлап тикшерерһегеҙ. Ундай хеҙмәттең башҡорт халҡы өсөн генә түгел, ә кешелек донъяһы өсөн дә файҙалы яҡтарын табып, донъя кимәленә күтәрерһегеҙ.

Әле был дәреслектә башҡорт халҡының күҙәтеүсәнлеге һәм ғилеме хаҡында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәттәр бирәбеҙ. Тәрән мәғлүмәттәр өсөн белгес булырға һәм махсус уның менән шөғөлләнергә кәрәк. Был мәғлүмәттәребеҙ һеҙҙең иғтибарығыҙҙы йәлеп итеү һәм башлап йүнәлеш биреү өсөн килтерелә.

Йолаларҙа ғилми фекерләү сағылышы

үҙгәртергә

Ҡайһы бер ғалимдар, йолалар тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөктән килеп сыҡҡан, тип фараз итәләр. Беҙҙең фекеребеҙсә, киреһенсә булырға тейеш. Әгәр халыҡ үҙенең йолалары менән тәбиғәт күренешенә үҙгәреш индерергә, бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырға ысулдар таба икән — ни эшләп ул үҙен тәбиғәт алдында көсһөҙ тойһон? Киреһенсә, тәбиғәт серҙәрен аңлап, уның менән элемтәгә инмәйме икән?

  • Мәҫәлән, «Ямғыр теләү» йолаһы.

Был йола ярайһы уҡ ҡатмарлы башҡарыла. Оҙаҡ ваҡыт әҙерлек талап ителә. Ололарҙың раҫлауынса, ысынлап та, ошондай йоланан һуң ямғыр яуыр булған. 1993 йылда Ейәнсура районында «Тормош һабаҡтары» предметын уҡытыу буйынса конференция үткәрелде. Сирғол урта мәктәбе уҡыусылары яланға сығып, сағыштырмаса ябай ғына итеп Ямғыр теләү йолаһы башҡарҙы. Шул ваҡытта, ысынлап та, ямғыр яуып ебәрҙе.

Ямғыр теләү йолаһы, ғәҙәттә, йылдың ҡоро килгән саҡтарында, оҙаҡ ваҡыттар ямғыр яумай, ер һыуға сарсап, мал-тыуар, ҡош-ҡорт йонсоп, кешеләр интегеп киткән саҡтарҙа, аҡһаҡалдарҙың хәл итеүе буйынса үткәрелгән. Ямғыр теләү йолаһына сығыр алда, әҙерлек осоронда сабыйҙарҙы имеҙеүҙән ташлатыу, быҙауҙарҙы, бәрәстәрҙе инәһенән айырыу сараларын шул көнгә тура килтерәләр. Ауылда усаҡ-мейестәрҙең утын һүндерәләр. Мөрйәләрҙе тығалар.

Ҡырға бөтөн ауыл сыға. Мал салалар, ҡанын ергә һибә-һибә:

Ямғыр булып ҡайт!

Ямғыр булып ҡайт!

Ямғыр булып ҡайт! —тип һамаҡлайҙар.

Бабайҙар, әбейҙәр намаҙ уҡый. Тәңренән, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорайҙар. Ҡорбан ите ашағас, һөйәктәрен, эт теше теймәҫ элек, ергә күмәләр. Йәштәр, үҫмерҙәр итәк-итәк таш килтереп һыуға ырғыталар ҙа былай тиҙәр:

Ямғыр, яу, яу;

Беҙгә аслыҡ килмәһен,

Астан халыҡ үлмәһен,

Ваба кеүек сирҙәрҙе Халыҡ һис бер күрмәһен!

Яу, яу, ямғырым!

Ташып сыҡһын ярҙарҙан Юлаҡ аҡһын юлдарҙан,

Ямғыр, яу, яу!

Был ваҡытта малайҙар әсе итеп һыҙғырып, һамаҡлауҙы дауам итә: Яу, яу, ямғырым,

Балыҡ башы бирермен.

Балыҡ башы алмаһаң,

Тәкә башы бирермен.

Тәкә башы алмаһаң,

Тана башы бирермен.

Һыу буйындағыларҙың бөтөнөһө лә йылғанан һыу һибешәләр, ҡысҡырышалар, көлөшәләр йәки күмәкләшеп һамаҡлайҙар.

Күҙ алдына килтерәйек әле. Бабайҙар, әбейҙәр намаҙ уҡый. Имеүҙәрен ташлатҡан сабыйҙар илай. Инәләренән айырған бәрәстәр, быҙауҙар баҡырыша. Һөйәктән мәхрүм ҡалған эттәр, ҡан еҫен тойоп, сыйнай. Үҫмерҙәр, йәштәр, һыу һибешеп, ҡысҡырышалар. Малайҙар әсе итеп һыҙғыра. Ошо ғәҙәти булмаған тауыш, бәлки, ысынлап та, йолалар тәбиғәткә тәьҫир итәлер. Был йола, бәлки, ысынлап та, тәбиғәттең берәй серен белгәнгә башҡарылалыр һәм болот тартыу, ямғыр яуҙырыу көсөнә эйәлер? Юғиһә, ул йола киң таралмаҫ һәм әлегәсә башҡарылмаҫ ине.

  • Өй туйлаусыға алғыш. Кеше күңелендәге ихласлыҡ, яҡшы теләк, күңелгә ятышлы татлы һүҙҙәр ыңғай тәьҫир итә.

Оло быуын кешеләренең раҫлауынса: «Кеше күңелендәге ихласлыҡ, изге нур булып, кешенең булмышынан, бигерәк тә күҙҙәренән, һирпелеп, бөркөлөп торор, ти. Ул күҙгә күренмәҫ, әммә йылылығы тойолор нур булып тирә- йүнгә таралыр, ти.

Күңел яҡтылығы менән тулған ерҙәрҙән ҡара нурҙар ҡурҡып ҡасыр, ти». Шуның өсөн һәр яңы нәмәне ҡотлатырға тип, изге күңелле кешеләрҙе саҡырып алыр булғандар. Яңы йорт һалып сыҡҡас та ошо йола башҡарылған.

Йорт хужаһы ҡунаҡтарҙың ихласлығынан һуң үҙе лә тыныслана, ҡәнәғәт була, йортонда яҡты нурҙар балҡып торорона инана. Ә кеше йәшәйеше һәм сәләмәтлеге өсөн күңел тыныслығынан да ҡиммәтерәк шифа юҡ.

Ҡотло булһын йортоғоҙ,

Баллы булһын ҡортоғоҙ,

Бөтмәҫ булһын балығыҙ,

Үрсеп торһон малығыҙ.

Имен донъя көтөгөҙ,

Ипле тормош көтөгөҙ,

Һау-сәләмәт булығыҙ,

Бала-саға, көллөгөҙ!

Халыҡ өй урыны һайлауға айырым иғтибар бүлгән. Әйтәйек, буласаҡ өй нигеҙенә бесәй ебәреп ҡарағандар, йә булмаһа ат етәкләп үткәндәр унан. Ҡотһоҙ урындан бесәй урап үткән, ат та ул яҡҡа ыңғайламаған.

  • Ҡот ҡойоу. Кеше берәй нәмәнән ныҡ ҡурҡһа, ҡаты ҡайғы баҫһа, һағынһа, яуапһыҙ мөхәббәт утында янһа, «йөрәге тая» тигәндәр боронғолар. «Тайған йөрәкте» урынына кире ҡайтармаһаң, кешенең ауырыуға һабышып китеүе ихтимал. Шуның өсөн, мотлаҡ ҡот ҡойоп, ҡот ҡайтарырға кәрәк тигәндәр.

Ҡот ҡойоу тәртибен тотош шартына килтергәндәр. Ә тәртип былай булған:

Өйҙәге тишек-тошоҡ урындарҙы тотош ҡаплағандар, мейес йүшкәһен тыҡҡандар, тәҙрә ҡормаларын ҡорғандар. Ҡот ҡойғанда, кеше инеп ҡамасаулап йөрөмәһен һәм ҡото осҡан кешенең иғтибары ситкә йүнәлмәһен, тауыш- фәлән ишетелмәһен өсөн, шундай саралар күрелгән.

Ауырыуҙың өҫтөнә, тотош кәүҙәһен ҡапларлыҡ итеп, аҡ сепрәк бөркәгәндәр. Калҡын һыу һалынған һауытҡа табала иретелгән аҡ ҡурғашты уттан алған көйө генә ҡойоп ебәрәләр. Шомло тынлыҡта ниҙер көтөп ултырған ауырыу шыж-ж-ж иткән тауышҡа ҡапыл тертләп китә. Сөнки ҡот ҡойоусы уны көтөлмәгәндә башҡара. Шыжлау тауышының ҡасан ишетелерен ауырыу белмәй ҡалһын өсөн, ҡот ҡойоусы былай тип һамаҡлап тора:

Бисмиллаһи-рахмани-рахим.

Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Илдән осһаң, илдән кил!

Эттән осһаң, эттән кил!

Малдан осһаң, малдан кил!

Ҡоштан осһаң, ҡоштан кил!

Быуҙан осһаң, һыуҙан кил!

Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Ағын һыуҙай ағып кил!

Аҡ балыҡтай йөҙөп кил!

Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Айғыр булып кешнәп кил,

Ҡолон булып сыңрап кил,

Үгеҙ булып үкереп кил!

Һыйыр булып мөңрәп кил!

Ҡарға булып ҡарҡылдап,

Сәүкә булып сәркелдәп,

Ҡоҙғон булып ҡорҡолдап

Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Ағын һыуҙы йөҙөп сыҡ,

Бөтәһен дә уҙып сыҡ!

Ишектән дә кил, ҡотом!

Тишектән дә кил, ҡотом,

Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Был дауалау юлы элек-электән файҙаланылған. Ҡурҡыуҙы яңынан тертләтеү юлы менән дауалау ыңғай һөҙөмтә биргән. Инаныу, ышаныс, әлбиттә, сирҙе еңергә ярҙам иткән.

Ауылығыҙҙағы йәки яҡын-тирәләге халыҡ табибынан берәй дауалау ысулы ҡарағыҙ. Үҙегеҙҙең арала мейе төшөрткән, быуын ултырттырған кешеләр бармы? Халыҡ табиптары булһа, ундай оҫталыҡтың кемдән мираҫ булып ҡалғанын һорашығыҙ.

  • Арбауын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай.

Башҡорт халыҡ медицинаһы

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ медицинаһына халыҡ традицияһын өйрәнеүсе ғалимдар ҙа, тарихсылар ҙа, Башҡортостан ерендә тыуып-үҫкән йәки уны өйрәнгән яҙыусылар ҙа иғтибар иткән. Башҡорт халыҡ медицинаһы тураһында тәүге мәғлүмәттәр П.С. Паллас (1773), И.Г. Георги (1779), И.И. Лепехин (1802) хеҙмәттәрендә бар.

Табиплыҡ менән, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнгән. Халыҡ араһында дауалау хеҙмәтен быуын ултыртыусылар, үлән менән дауалаусылар, имсе-бағымсылар, сөннәткә ултыртыусылар, кендек әбейҙәре күрһәткән.

Улар үҙҙәренең белемен, тәжрибәһен быуындан быуынға тапшырған. Күп ауырыуҙарҙың сәбәбе дөрөҫ туҡланмау, һыуыҡ тейҙереү, көс төшөү, кеше башына төшкән ҡайғы- хәсрәт арҡаһында килеп сыға, тип аңлатылған.

Нәҫелдән килгән һәм төрлө йоғошло ауырыуҙар тураһында ла халыҡҡа билдәле булған. Халыҡ медицинаһы менән дөрөҫ дауалау өсөн ауырыу кешене тәрбиәләүгә (туҡлыҡлы аш ашатыуға, торлаҡтың йылы булыуына, йылы мөнәсәбәткә) ҙур әһәмиәт бирелгән.

Ауырыу кеше янына, бигерәк тә сабый бала эргәһенә ят кешене ебәрмәгәндәр, күҙ тейеүҙән һаҡлағандар. Дауалау төрөнә инандырыу, ышандырыу, өшкөрөү, доға уҡытыу, ырымлау һәм башҡалар ингән.

Шифалы үҫемлектәрҙе (100-гә яҡын төрө булған) файҙаланғандар. Андыҙ, мәтрүшкә, ирәүән, кейәү үләне һәм башҡалар киң таралған.

Ҡымыҙ, ҡорот, бал, һары май, йылҡы ите, ҡаҙ майҙары, бурһыҡ ите һәм майы ҡулланылған. Баш әйләнеү, ҡолаҡ шаулау, баш ауыртыу кеүек оҙайлы ауырыуҙарҙы дауалау өсөн һөлөк ҡулланғандар.

Халыҡ медицинаһында аҡ һәм ҡыҙыл балсыҡ, әсеүташ, күк таш, аҡбур, кальцит, ләм, нефть, көкөрт һәм башҡа нәмәләр файҙаланылған.

Май-июнь айҙарында үлән төнәтмәһенә ултырыу, йылы ҡомға күмелеү киң таралған. Ошолар менән бер рәттән тән һылау (массаж) башҡарылған. Янғантау, Красноусол, Ассы шифаларын халыҡ элек-электән белгән, файҙаланған. Киптереп онталған кейәү үләне, мәтрүшкә, имән ҡайыры, яңы өҙөлгән юл япрағы, йод үләне менән яра-йәрәхәтте эшкәрткәндәр.

Аш-һыу менән дауалау

үҙгәртергә

Башҡорт халҡы тәбиғи ысул менән дауаланған. Бындай дауалау ысулына аш-һыу ҙа инә.

  • Йылҡы ите — башҡорт халҡының иң яратҡан ите. Әйтеп үтеүебеҙсә, башҡорт халыҡ медицинаһын медик- ғалим Вәрис Ғүмәров өйрәнә. Ул, мәҫәлән, былай тип яҙа: «Аҡһаҡалдарҙың фекеренсә, һимеҙ йылҡы ите менән дауамлы туҡланған кеше һыуыҡ тейеүгә бирешеп бармай, өшөмәй. Һуңғы йылдарҙа үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: йылҡы итендә һәм майында май кислоталары башҡа хайуан майҙарынан ныҡ айырыла, улар тиҙерәк үҙләштерелә.

Тимәк, йылылыҡ та, энергия ла күберәк бүленә. Ошо хәл кешене һыуыҡҡа сыҙамлыраҡ итәлер ҙә. Әлбиттә, халыҡтың был күҙәтеүен тәрәнерәк өйрәнеү кәрәктер. «Әгәр иҫбат ителә ҡалһа, йылҡысылыҡты арттырып, илебеҙҙең үтә һалҡын региондарында эшләүселәрҙе йылҡы ите менән тәьмин итеү тураһында уйларға мөмкин булыр ине».

Медицина фәндәре кандидаты Вәрис Ғүмәровтың «Башҡорт халыҡ медицинаһы»* тигән хеҙмәтендәге ҡиммәтле фекерҙәргә иғтибар итерҙәрме-юҡмы, әммә халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше йылҡы итенең был үҙенсәлеген күптән иҫбат иткән. Ҡан баҫымы юғары булһа, йылҡы ите ашатҡандар, йылҡы һурпаһы эсергәндәр. Баланың буйға үҫеүе тотҡарланһа, йылҡы итенең елек майын ашатҡандар.

Әммә үтә һимеҙ итте лә хупламағандар, күҙ күреүенә кире тәьҫир итә тигәндәр.

Йылҡы ите яҡшы үҙләштерелһен өсөн, һурпаны мотлаҡ ҡоротлап эскәндәр.

  • Ҡымыҙ. Был ғәжәп эсемлектең файҙаһы тураһында тиҫтәләрсә хеҙмәт баҫылып сыҡты. Уны һаман өйрәнәләр. Күренекле ғалим, яҙыусы һәм врач Владимир Даль: «Ҡымыҙҙы алмаштырырлыҡ башҡа бер ниндәй ҙә эсемлек тә, ашамлыҡ та табыу мөмкин түгел», — тип яҙа. Бөйөк рус яҙыусылары Л.Н. Толстой, В. Даль һәм башҡа бик күптәр үҙҙәренең һаулыҡтары менән ҡымыҙға бурыслылар, тип әйтеү һис тә яңылыш булмаҫ.
  • Кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙ ҙа файҙалы. Ғалимдарҙың фекеренсә, әсә һөтөнә иң яҡыны — бейә һөтө менән кәзә һөтө.
  • Һары май. Бары май менән дауалау ысулы ла халҡы- быҙҙа борон-борондан килә. Әйтәйек, күҙ йәшкәҙәй башлаһа, уймаҡҡа иретелгән май һалып лепкә тапҡырына ҡаплағандар. Йүткергән саҡта, иртән ас ҡарындан иретеп май бирер булғандар. Тән боҙолһа, май иретеп, йылылай ғына һөрткәндәр. Эс ҡатҡанда йәки газ-колика йонсотҡанда ла, эсәктәрҙә паразит селәүсәндәр килеп сыҡҡанда ла һары май менән дауалағандар.
  • Ҡороттоң файҙаһы ныҡлап тикшерелмәгән. Башҡорттар уны бик киң ҡулланған. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йәки ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла, ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Һыуыҡ тейгәндә һурпаға йәки ҡайнар һыуға ҡорот татытып әсеүҙән дә яҡшыраҡ дарыу булмаған. Тамаҡҡа аш бармағанда, имеҙеүсе әсәнең һөтө кәмеһә лә ҡорот һыулап биргәндәр.
  • Күбекмай. Ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә, йәш балаға күбекмай ашатҡандар. Күбекмайҙың дауалау үҙенсәлеге бөтөнләй тикшерелмәгән.
  • Яңы һауылған һөт. Яңы һауылған һөт эсереп дауалау ҙа киң таралған. Ныҡ ябыҡҡанда, берәй төрлө ауырыуға бирешкән осраҡта, дауамлы сире булғанда, үҙәк көйгәндә, ағыуланғанда, буйға үҫеү тотҡарланғанда, һөт эсергәндәр. Һалҡын тейгән осраҡта бал ҡушып һөт эсергәндәр.
  • Ҡатыҡ ашҡаҙанды таҙарта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла. Аҙ ғына әсеңкерәгән ҡатыҡтан айран яһап эсеү һыуһынды ла ҡандыра, туҡлыҡлы ла була.
  • Эркет һыуы (ҡорот һарҡытҡандан һуң ҡалған ҡатыҡ һыуы) менән баш йыуыу файҙалы. Борон башҡорттарҙың сәстәре бик ҡуйы, ә ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы оҙон булған. Эркет шулай уҡ ашҡаҙан ауырыуын да дауалай. Ашауҙан яҙған кешеләргә лә аҙлап ҡына эркет эсереп дауалағандар. Эркет һыуының файҙаһы ҙур, әммә тикшерелмәгән.

Был ашамлыҡтарҙың бөтөнөһөн дә фәнни күҙлектән ныҡлап тикшерергә һәм халыҡҡа еткерергә кәрәк.

Вәрис Ғүмәров үҙенең китабында түбәндәге ашамлыҡтар хаҡында ла яҙа: «Йүткереү йонсотҡанда, йылҡы, һарыҡ, ҡаҙ майы иретеп эскәндәр, ә дауамлы үпкә ауырыуы йонсотҡанда, бурһыҡ һәм айыу майы ла ҡулланылған. Тын юлдары, үпкә ауырыуында ошо майҙың береһен күкрәк тирәһенә һөртөп, массаж да яһағандар. Баш ауырыуы ныҡ йонсотҡанда, лепкә тапҡырына тауыҡтың эс майын ҡаплап яулыҡ бәйләгәндәр. Күк йүтәл менән йонсоған балаға күгәрсен ите ашатҡандар. Үт ташы ауырыуы йә гастрит булғанда, тауыҡ ашҡаҙанындағы лайлалы тиресәһен киптереп, онтап ашағандар. Һары ауырыуынан һауығыу өсөн йомортҡа һарыһы, һарғылт төҫтәге табан балығы ашарға кәңәш иткәндәр.(Ғумәров В. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991).

  • Ыумас.Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә ыумас эсергә кәңәш иткәндәр. Ыумасты ҡоротлап эсеү айырыуса файҙалы. Аш үтмәй ауырыған кешегә лә шулай ашарға кәңәш ителгән.

Аш-Һыу менән дауалау иң дөрөҫ дауалау юлдарынан һаналған. Сөнки һәр халыҡтың үҙ милли ашы була. Кеше организмы быуаттар буйы уға өйрәнә, күнегә. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы сынығыу ҙа шул ризыҡтан алынған файҙалы матдәләр аша бара. Кеше үҙ мөхите ризығынан йәшәү сығанағы ала.

  • Билдәле булыуынса, Кавказ халҡы оҙон ғүмерле. Шул уҡ Кавказда бер ауылда өсөнсө быуын рустар йәшәй. Кавказ халҡы кеүек туҡланалар, улар йәшәгән шарттарҙа йәшәйҙәр. Әммә ғүмерҙәренең оҙонлоғо 60—70-тән артмай. Сөнки был йәшәү, ашау, мөхит уларҙың борондан килгән булмышына хас түгел.
  • Икенсе миҫал. Илебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә йәшәгән халыҡтар араһына рустар күпләп күсә башлағас, интернаттар, балалар баҡсалары асылып, ненец, чукча, яҡут һәм башҡа милләт балалары ла рус балалары менән бергә ошо балалар учреждениеларына йөрөй башлай. Уларҙы балалар баҡсаһы балалары өсөн төҙөлгән ғәҙәттәге меню буйынса ашаталар. Әммә рус балаһы һап- һау, ә ерле халыҡ балалары бик йыш ауырый башлай. Уларға ят ризыҡ килешмәй.

Күренекле ғалим-врач, халыҡ медицинаһын өйрәнеүсе Д.С. Джарвис (АҠШ, Вермонт) «...халыҡ медицинаһының төп дауалау принцибы — һәр кеше үҙенең милли үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып туҡланырға тейеш, тип иҫәпләй», — тип яҙа үҙенең хеҙмәтендә.

Тимәк, башҡорт халҡы ауырыуҙарҙы үҙ ризығы менән дауалау юлын дөрөҫ уйлап тапҡан, тип әйтергә була.

Башҡорт халҡының дауалау төрҙәренең ҡайһы берҙәрен профессиональ медицина терминдары менән атағанда түбәндәгесә булыр ине:

  • көнкүреш физиотерапияһы — ыуыу, һылау (массаж), йылытыу, ҡыҙыныу, ләм, шифалы батҡаҡ, тирләтеү, бил тапатыу, үлән мунсаһы;
  • хирургик ярҙам — мейе ултыртыу, һөйәк һыныуын уңалтыу, быуын ултыртыу, тән бешеүҙән дауалау;
  • гинекологик ярҙам — бала тапҡан саҡта ярҙам күрһәтеү, бала тапҡанда, бала тапҡандан һуң ярҙам күрһәтеү, балаға уҙа алмаған ҡатындарға ярҙам итеү;
  • фитотерапия — шифалы үҫемлектәр менән дауалау;
  • психотерапия — өшкөрөү, ышандырыу, инандырыу.

Быларҙан тыш, иң мөһиме — башҡорт халҡы балаларын бәләкәйҙән төрлө күнекмәләр менән сыныҡтырыу яйын ҡараған.

Ырымбур губернияһындағы йәшәгән халыҡтарҙың көнкүрешен яҡшылап өйрәнгән ғалим Василий Макарович Черемшанский (1821 —1869) башҡорттар тураһында былай тип яҙа: «Башҡорттар мыҡты кәүҙәле, эре һөйәкле, күбеһе киң яурынлы һәм иң ауыр шарттарҙы ла еңеп сығыуға һәләтле: киң таралып киткән ауырыуҙарҙы еңел үткәрәләр; был яҡтарҙа йәшәгән башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда, мәҫәлән, тапма йәки шундай рус халҡы араһында ғәҙәттәге күренешкә әйләнгән һыуыҡ тейеүҙән башланған ауырыуҙарға бирешмәйҙәр. Был, күрәһең, уларҙың ауыр шарттарҙа йәшәүҙәренән киләлер, улар тәбиғәттең аяуһыҙлығын еңел үткәреп өйрәнгәндәрҙер».

Бик күп авторҙар башҡорттарҙың сыҙамлылығы, оҫталығы төрлө күнекмәләргә бәләкәйҙән өйрәнеүҙән, халыҡ медицинаһын оҫта файҙалана белеүҙән киләлер, тигән фекер әйтәләр.

Ит әҙерләү тәртибе

үҙгәртергә

Башҡорт халҡы малды мөмкин тиклем тертләтмәй, үҙенә һиҙҙермәй, мал күҙенә ҡарамай салған. Салыу ҡанын ағыҙған. Шул саҡта ит йомшаҡ, татлы була.

Иттән талаҡ һәм лимфатик төйөрҙәр алып ташланған. Был дөрөҫ, сөнки улар һаҡлағыс (барьер) функцияһын үтәй һәм уларҙа микробтар, башҡа зарарлы матдәләр тупланыусан. Малдың арҡа мейеһен һәм тауыҡ мейеһен ашамағандар. Бының да үҙ ғилләһе барҙыр. Эгәр ауылығыҙҙа был хаҡта берәйһе белһә, ни өсөн икәнлеген яҙып ебәрегеҙ.

Көнкүреш тәрбиәһе

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының тормошона ҡағылған яҙмаларҙа уларҙың таҙа, бөхтә йәшәүе тураһында фекерҙәрҙе йыш ҡына осратырға мөмкин. Яҙыусы Лев Толстой оҙаҡ ваҡыттар башҡорттар араһында йәшәгеләп, дауаланып алған, М.В. Авдеев ҡымыҙ эсергә килгеләгән. Улар ҙа, башҡалар ҙа башҡорттарҙың йорт-ҡураһының, ишек алдарын, түшәнер-яҫтаныр ҡаралтыһын таҙа тотоуҙары тураһында яҙып ҡалдырғандар. Сүпте бер ваҡытта ла урамға ташламағандар, киреһенсә, йорт тапҡырын таҙартып, һепереп алғандар. Кер һыуын, йыуынты һыуҙы яҡын-тирәгә, асыҡ урынға түкмәгәндәр. Йылғала әйбер йыумағандар. Йылға буйында һыуҙы ситкә алып ҡына йыуыр булғандар.

Ғалим Вәрис Ғүмәровтың «Башҡорт халыҡ медицинаһы» тигән хеҙмәтендә «Халыҡ гигиенаһы» тигән махсус бүлек бар. Һеҙгә был мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ. Торлаҡ гигиенаһы. Башҡорттар йәшәр өсөн урынды, елдәр йүнәлешен иҫәпкә алып, ҡалҡыуыраҡ ерҙән һайлаған. Ундай урын йышыраҡ бейек яры булған йылға буйҙарына тура килә.

Бындай һайлауҙа гигиеник мәғәнә булғанлығына шик юҡ. Сөнки яҡшы микроклимат тәьмин ителгән: һауа дымлы булмаған, тимәк, тапма биҙгәге (малярия) кеүек ауырыуҙар һирәк күҙәтелгән.

Йәшәр өсөн урын һайлағанда, эстетик яҡ та иҫәпкә алынған. Л.Н. Толстой, Д.Н. Мамин-Сибиряк, башҡорттар йәшәү өсөн тәбиғәттең матур урынын һайлай, тип яҙғандар. Башҡорт халҡы тормошон яҡшы өйрәнгән күренекле музыка белгесе С.Г. Рыбаков: «Башҡорт рухы менән ҙур шағир», — тигән. Йәшәр өсөн тәбиғәттең иң гүзәл урынын һайлауы, йәйләү алдарында тау итәге йәйелеп китеүен дә билдәләп үтә ул.

Йәшәү урыны һайлағанда, ғәмәли яҡты ла күҙҙән ысҡындырмағандар. Ҡалҡыуыраҡ ерҙән тирә-яҡта туйынып йөрөгән малды күҙәтеүе уңайлыраҡ булған. Башҡорт халҡында торлаҡтың ике (даими һәм ваҡытлы) төрө билдәле. Ваҡытлы торлаҡ йылы миҙгелдә йәйләүҙә төҙөлгән. Тирмә, япмалы арба, ҡыуыш йәйләүҙә ваҡытлы торлаҡ булған. Мал инмәһен өсөн, торлаҡ кәртә менән уратып алынған.

Ә ҡышҡы өйҙәр төҙөү өсөн материал булып — ағас, ә урманға ярлы ерҙә саман һәм тупраҡ хеҙмәт иткән. Элек башҡорт халҡының торлағы бүлмәләргә бүленмәгән. Боронғолар фекеренсә, торлаҡ иркен булырға тейеш. Өйҙө ҡойма менән уратыу һәм бейек ҡапҡа ҡуйыу ҙа һирәк булған. Бында халҡыбыҙҙың быуаттар буйы бер ни менән дә сикләнмәгән күсмә тормошта йәшәүенең сағылышы барҙыр.

Башҡорт ауылдарында элек ағас үҫтермәгәндәр. Быны аңлап була. Йылдың байтаҡ өлөшөн — яҙ менән йәйҙе йәйләүҙәрҙә, бай тәбиғәт ҡосағында үткәргән, шуға ла ауылда ағас ултыртып тормаған. Йылы миҙгелдә йәйләүҙә йәшәүҙең тағы бер ыңғай яғы бар: был осорҙа башҡорт ауылдары биологик яҡтан таҙарыу кисергән.

Йәйге кухняны ишек алдына төҙөгәндәр. Гигиеник яҡтан ҡарағанда, был, әлбиттә, ыңғай күренеш булған, өйҙә таҙалыҡ һаҡлауға ярҙам иткән, себен-тараҡан үрсеүгә сик ҡуйылған.

Халыҡ зиһене һикене (урындыҡты) өҫтөн күргән, үҙенә күрә рациональ яҡтарҙы тапҡан. Аҡһаҡалдар фекеренсә, һике бөгөлөп-һығылып тормай, шуға күрә унда йоҡлауы уңайлыраҡ — бил талмай. Быны балалар өсөн дә уңайлы тип иҫәпләгәндәр, сөнки умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүенә юл ҡуйылмай.

Йәнә шул иҫәпкә алынған: белеүебеҙсә, һалҡын һауа аҫтан иҙән буйлап йөрөй. Ә һикелә аяҡтарҙы бөкләп ултырғанлыҡтан, табандан һыуыҡ теймәй. Ашағанда был бигерәк тә файҙалы. Сөнки ашағанда тән йылына, һыуыҡ тейҙереү ҡурҡынысы арта. Ә аяҡ бөкләп ултырғанда, был хәүеф юҡ.

Нәҡ ошо сәбәпле Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында һәм ҡайһы бер бүтән райондарҙа оло йәштәгеләр заманса торлаҡтарында ла һике менән хушлашырға теләмәй.

Һикенән башҡа тағы ла бер ятыу урыны — мейес артында һәндерә яһағандар. Ул үҙенә күрә дауалау урыны ла булған. Унда һыуыҡ тейгәндә, сирләберәк торғанда менеп ятҡандар. Элек башҡорт өйөндә, ғәҙәттә, форточка булмаған, кәрәк саҡта торлаҡты ишек асып йәки мейес аша елләткәндәр. Форточканы, һалҡын миҙгелдә йылы әрәм булмаһын өсөн, эшләмәгәндәр.

Башҡорт халҡында торлаҡ эсендә эт тотоу ғәҙәте булмаған, сөнки уны йоғошло ауырыу сығанағы тип иҫәпләгәндәр. Бик дөрөҫ ҡараш. Ысынлап та, эт-бесәй аша кешеләргә тиҫтәләрсә йоғошло һәм паразит ауырыуҙарҙың (ҡотороу сире, ҡырҡылсан тимерәү, ҡорсаңғы һ. б.) йоғоуы ихтимал.

Торлаҡтағы һауаны яҡшыртыу маҡсатында халыҡ үҙенсәлекле таҙартыу юлы тапҡан: артыш ботағы, кейәү үләне, мәтрүшкә төтәткәндәр. Ғаиләнең берәй ағзаһы ҡаты сирләгәндән йәки вафат булғандан һуң, бындай сафландырыу мотлаҡ булған. Был осраҡта һике, стеналар, иҙән һабынлап йыуылған, керҙе һелтелә ҡайнатып алғандар, кейем-һалымды яҡшылап елләтеп, ҡаҡҡандар.

Башҡорт халыҡ санитарияһында ла йорт бөжәктәре менән көрәшеү ысулдары булған. Себен булмаһын өсөн, тәҙрәләргә пәрҙә элеп, торлаҡты ҡараңғылағандар. Унан, үрҙә әйтелгәнсә, йәй аш ишек алдындағы аласыҡта, ә йәйләүҙәрҙә асыҡ һауала әҙерләнгән.

Тараҡанды бөтөрөү өсөн, уны ҡышҡы һыуыҡтарҙа ҡатырғандар, йәғни бер-ике көн күршеләрҙә йәки туғандарҙа йәшәп тороп, өйгә яҡмағандар.

Ҡандала юҡ итеү маҡсатында торлаҡты аҡ әрем яндырып төтәткәндәр. Унан йоҡлай торған ҡаралты тирәһенә аҡ әрем түшәгәндәр. Өй аҡлағанда, эзбизгә кәрәсин өҫтәлгән. Ҡандала ныҡ эйәләгән урынға кәрәсин менән аш тоҙонан эшләнгән «бутҡа» һөрткәндәр. Уны әҙерләү өсөн бер стакан кәрәсингә шул сама тоҙ һалынған.

Түбәндәге ысул иғтибарға лайыҡ: йәйләүгә сығыр алдынан торлаҡтың бер мөйөшөнә ҡырмыҫҡа иләүе һалынған. Йәйге осорҙа ҡырмыҫҡа ҡандалаларҙы ашап бөтөргән.

Йыландан һаҡланыу сараһы ла иғтибарға лайыҡ. Ҡыр-урманда ҡунырға тура килгәндә, ятыр урынды уратып ҡамыт, йүгән, дилбегә һалынған. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, йылан ат тире еҫенән ҡаса һәм йоҡлаған кеше эргәһенә килмәй. Халыҡтың ошо тәжрибәһенән сығып, ат тире еҫенә оҡшаш парфюмер шыйыҡса әҙерләү кәрәктер. Уның менән геологтар, ауыл хужалығы эшсәндәре, туристар ҡырҙа ҡунғанда файҙаланыр ине.

Тән гигиенаһы

үҙгәртергә

Башҡорт халҡында тән гигиенаһына иғтибар ҙур булған. Йыуынғыстар һирәк ғаиләлә булған, ә күпселек халыҡ ҡомған файҙаланған. Байҙар баҙарҙан һатып алған һабындарҙы ҡулланғандар. Ә күпселек халыҡ һабынды үҙе әҙерләгән, малдың туңмайын ағас көлө һелтеһенә һалып ҡайнатҡан. Һабын өсөн ҡарағас һәм уҫаҡ көлө һелтеһе яҡшыраҡ тип иҫәпләнгән.

Аҙнаға бер тапҡыр мунса инергә тырышҡандар. Ҡәҙерле ҡунаҡ килгәндә, мунса яғыу ғәҙәте булған. Нигеҙҙә, ҡара мунса төҙөгәндәр. Аҡһаҡалдар фекеренсә, аҡ мунсаға ҡарағанда ҡара мунсала башҡа еҫ тейеү ихтималлығы аҙыраҡ.

Йәйләүҙәрҙә дөйөм йыуыныу өсөн кейеҙ менән ҡапланған ҡыуыштан файҙаланғандар. Йылға, күлдәрҙә һыу инеү ҙә ниндәйҙер кимәлдә тән гигиенаһын һаҡларға ярҙам иткән.

Ҡатын-ҡыҙҙар башты йыуыр өсөн һәр саҡ йомшаҡ һыуҙан — ҡар йәки ямғыр һыуынан файҙаланған. Сөнки, боронғолар фекеренсә, йомшаҡ һыу ҡулланғанда, сәс яҡшыраҡ һәм ҡуйыраҡ булып үҫә, ҡысытыу, ҡауаҡланыу һымаҡ күренештәр күҙәтелмәй. Хәҙерге медицина фәне лә быны раҫлай.

Башты йыуыр өсөн һабын түгел, ә нигеҙҙә, һелте, ҡатыҡ йәки ҡорот һыуы — эркет ҡулланылған. Уларҙан файҙаланыу ҙа сәсте таҙартыуға һәм сәс үҫеүгә ярҙам иткән.

Һелтене шулай ҡулланғандар: сәс һәм сәс төбөн һелте менән ныҡлап сылатҡандар, шунан бер нисә тапҡыр һелте менән йыуғандар.

Әсе ҡатыҡ файҙаланыуҙың да үҙенсәлеге булған. Башта шулай уҡ сәс һәм сәс төбөнә ҡатыҡ һөрткәндәр, шунан 15—20 минутҡа башҡа яулыҡ бәйләгәндәр. Шунан тәүҙә йылымыс һыу менән, артабан эҫелеге арттырыла барылған һыу менән йыуып алғандар.

Эркет файҙаланыу ҙа шулай уҡ башҡарылған. Аҡһаҡалдарҙың әйтеүенсә, ошондай тәрбиә арҡаһында, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сәстәре оҙон һәм ҡуйы булған. Ирҙәр сәстәрен оҙон итеп үҫтермәгән, ҡырып торғандар. Ҡыҫҡа сәсте тәрбиәләү ҙә еңелерәк, эшләгән саҡта ҡамасауламай ҙа, ҡырып алып торған сәс ҡуйыраҡ та була, тигәндәр.

Төшкән, ҡойолған сәсте ташламағандар, яндырғандар. Шулай итмәгәндә, кеше баш ауырыуы менән яфалана, тип аңлатҡандар. Еткән тырнаҡ ҡайсы менән түгел, махсус үткер бәке-бысаҡ менән ҡырҡылған.

Һалҡын көндәрҙә юлға сығыр алда, биткә ҡаҙ йәки йылҡы майы һөрткәндәр. Был туңыуҙан, елһенеүҙән һаҡлаған. Оҙаҡ ваҡыт физик эш менән шөғөлләнгәндә, тән ҡатып китә. Был осраҡта мунса ингәндәр, йыуыныр алда тәнгә һары май йәки йылҡы майы һөрткәндәр. Шунан тирләп сабынып алғандан һуң, һабынлап йыуынғандар. Был гигиеник саранан һуң тән йомшара, һығылмалы була.

Ауыҙ тәрбиәләү шунан ғибәрәт: ашағас, йоҡонан торғас, яҡшылап сайҡау, тештәрҙе онталған ағас күмере менән йәки ваҡ аш тоҙо менән таҙартыуҙан торған.

Ҡайһы бер урындарҙа тештәр сөпрә (әсетке) менән таҙартылған. Тештәрҙе таҙартыу өсөн терпәкәй үләне тамыры менән ышҡығандар. Ауыҙҙан еҫ сыҡмаһын өсөн, мәтрүшкә ҡайнатмаһы менән сайҡағандар.

Элек ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға араһында һағыҙ сәйнәү ғәҙәте ныҡ таралған. Һағыҙҙы ылыҫлы ағас сайырынан йәки ҡайын туҙынан ҡайнатҡандар. И. И. Лепехин яҙыуынса (1802), башҡорттар ҡарағас сайырынан әҙерләнгән һағыҙҙы сәйнәүҙе файҙалы тип иҫәпләй: теш ҡаҙнаһы нығый, тештәр бер аҙ ағара. Унан тештәр ауырыуға бирешеп бармай, ауыҙ эсе таҙарып ҡала, еҫ килмәй.

Билдәле булыуынса, сайыр төрлө актив биологик матдәләргә, шул иҫәптән, микробтарға ҡаршы тора алғандарына, бик бай. Шуға ла уны сәйнәү файҙалы булған. Тик ҡайын туҙынан әҙерләгәнен оҙайлы ваҡыт сәйнәргә ярамай. Сөнки бындай һағыҙҙа аҙ миҡдарҙа булһа ла канцероген (яман шеш барлыҡҡа килтереүсе) матдәләр бар.

Һағыҙ әҙерләү түбәндәгесә булған: йәш ҡайын туҙын һыҙырып бик ваҡ ҡына итеп бүлгеләйҙәр ҙә яҡшылап майлайҙар. Майланған туҙҙы ҡалай кәнсиргә йәки суйынға тултыралар һәм талғын утта ҡайнаталар. Ҡара төҫкә ингән ҡатнашманы эҫе көйө һалҡын һыуға һалалар. Ҡатҡан һағыҙ ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнә. (Һағыҙ ҡайнатыу ысулы «Ҡыңғырау» студияһы төшөргән 4-се видеокассетала бар — авт.)

Һуңғы йылдарҙа йәштәр резинка сәйнәү менән мауыға. Ул синтетик компоненттарҙан әҙерләнә. Уның зыяны бик ҙур.

Башҡорттар теш араһын таҙартыу өсөн артыш йәки селек һабағынан ҡулайлама яһағандар.

Башҡорт халыҡ медицинаһында косметик саралар ҙа билдәле.

Битте һипкел ҡаплаһа, кисен ятыр алдынан 10—15 минутҡа әсе ҡатыҡ һөрткәндәр, шунан йылы һыу менән йыуып алғандар. Быны бер нисә көн ҡабатлау ыңғай һөҙөмтә бирә. Керпек менән ҡашты ағас күмере менән буяғандар.

Тырнаҡтарға ҡына гөлөнән әҙерләнгән алһыу төҫлө буяу һалынған йәки төнгөлөккә гөл тажы һалынған. Гөлдөң япрағы менән сәскәһен, дегәнәк япрағына төрөп, төнгөлөккә әсетергә һалып ҡуйып та ҡулланғандар. <!— — >

Туҡланыу гигиенаһы

үҙгәртергә
  • Элек башҡорттарҙа аш әҙерләү өсөн шишмә һыуы иң яҡшы һыу тип иҫәпләнгән. Ул булмағанда, иртән иртүк алынған йылға һыуы ҡулланылған. Ҡышҡы осорҙа ҡар һыуынан файҙаланыу ҙа билдәле. Аҙыҡ әҙерләүгә тотонолған һыуға ҡарата төп талап — уның таҙа булыуы, ят тәм-еҫтең юҡлығы. Билдәле булыуынса, йылҡы малы теләһә ниндәй һыу әсмәй. Малдың ошондай ғәҙәтен белгәнгә күрә, ат эсмәгән һыуҙы кешеләр ҙә файҙаланмаҫҡа тырышҡан. Сәй ҡайнатыр өсөн йомшаҡ һыу ҡулланылған. Боронғолар фекеренсә, үтә татырлы һыу ашҡаҙан өсөн зарарлы. Татыр ашҡаҙан тиресәһенә ултыра, ауырыуға килтерә. Йомшаҡ һыуҙан ҡайнатылған сәй тәмлерәк була.
  • Халыҡ ағым һыуҙың үҙенән-үҙе таҙарыу һәләтен, йылға тамағындағы һыуҙың таҙалығы шикле булыуын яҡшы белгән — эсәр һыуҙы йылға тамағынан алмаған.

Башҡорт борон-борондан балаларҙа һыуға ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләгән. Һыу бысратыу иң ҙур әҙәпһеҙлек һаналған.

  • Йәй көнө ашарға яраҡлы төрлө ҡыр йәшелсәһе — балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, һарына менән туҡланғандар. Уларҙың балтырғандан башҡаларын сей килеш ашағандар. Өлгөргәс, төрлө ҡыр еләк-емеше: ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, сейә, муйыл, балан, ер һәм ҡайын еләге, ҡурай еләге һәм башҡалар ҡулланылған. Бына шулай тәбиғәт байлығынан мул файҙаланыу арҡаһында оҙон ҡышҡы миҙгелдә организмда витаминдар, ферменттар, микроэлементтар һәм башҡа биологик актив матдәләр етешмәү күҙәтелмәгән.
  • Көҙгө-ҡышҡы осорҙа гиповитаминоздан һаҡланыуҙа ниндәйҙер кимәлдә ит, һөт ашамлыҡтары һәм үҙенсәлекле консерваланған үҫемлек аҙыҡтары ярҙам иткән. Бөтә ошо әйткәндәрҙән ерле халыҡта зәңге (цинга) ауырыуының ни өсөн таралмағанлығы аңлашылып тора.

Ошо урында өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, башҡорт халҡы ризыҡты айырым-айырым ашаған. Бергә һалып бутамаған. Бер ризыҡтың икенсеһенә зыян итеүе ихтимал тигәндәр. Әйтәйек, ит менән сөсө һөт аҙыҡтарын ҡатнаштырмағандар. Ит, һурпа булғанда, фәҡәт әсе ҡорот йә ҡатыҡ файҙаланғандар. Бөгөнгө көндә төрлө салаттар яһарға әүәҫләнеп киттеләр. Әммә бик күп салаттар ризыҡтарҙың тап килмәүе арҡаһында ашҡаҙанға зыян. Ҡайһы аҙыҡ ҡайһыныһы менән яраша — был хаҡта яҡшы белергә кәрәк. Ә иң яҡшыһы — ризыҡты бутамау.

Туҡланыу тәртибе

үҙгәртергә

Тәүлек рацион өс ашауҙан торған. Ашағанда яҡшы сәйнәргә, ашыҡмаҫҡа, сама белергә кәңәш ителгән. Сама белмәү, талымһыҙлыҡ (ни булһа ла ашау) ныҡ тәнҡитләнгән. Аҡһаҡалдар фекеренсә, күп кенә ауырыуҙар шул арҡала барлыҡҡа килә.

Кимеҙ ит ашау күҙгә, күреү һәләтенә зыян итә тигәндәр. Был да фәнни яҡтан өйрәнелмәгән.

Аш-Һыу әҙерләгәндә тәртип-таҙалыҡ талап ителгән. Аш-Һыу эргәһенә ҡатын-ҡыҙ алъяпҡыс һалып, башына яулыҡ бәйләп кенә ингән.

Башҡорт халҡында, ғәҙәт буйынса, аш-һыу ҙа, һауыт- һаба ла һәр саҡ ябыҡ тотолған. Кауыт-һаба ябылмаһа, ҡаплап (түңкәреп) йәки элеп ҡуйылған.

Иҫегеҙҙә тотогоҙ.

Башҡорт халҡы икмәкте иң оло аҙыҡ тип һанаған. Уның өҫтөнә әйбер ҡуйыу ҡәтғи тыйылған. Ҡунаҡтарҙы ул эсемлек — ҡымыҙ, буҙа, айран менән ҡаршылаған. Һуңғы йылдарҙа ҡунаҡтарҙы икмәк өҫтөнә тоҙ ҡуйып ҡаршы алыу киң таралды. Был — халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһына ҡаршы килеу.

Мәктәп кабинеттарында, бәләкәй музейҙарҙа йәки балалар баҡсаларында «Башҡорт тирмәһе» йәки «Башҡорт мөйөшө» яһайбыҙ тип, арҡыс-торҡос ағастан тирмә яһайҙар йәки һике (урындыҡ) урынына таҡта һалып, һәлендереп балаҫ ябып ҡуялар. Башҡорт тирмәһенең формаһына оҡшамаһа, әҙәм көлдөрөп, ары-бире эшләргә ярамай. Ә урындыҡҡа балаҫ ҡаплап йәйеү башҡорт ғәҙәтендә булмаған. Башҡорттар урындыҡтың йөҙлөгөн һырлап-семәрләп яһағандар ҙа балаҫты йәки кейеҙҙе шул йөҙлөк күренеп ятырлыҡ итеп йәйгәндәр. Йөҙлөгөн көл менән һап-һары итеп йыуа торған булғандар. Ә һике аҫтына бер ни ҙә ҡуймағандар. Борон мейес тә, һандыҡ та, түшәк-ҡаралты йыйып ҡуя торған урын да тояҡлы итеп эшләнгән, семәрләп-һырлап яһалған, йәш килендәр, ҡыҙҙар уларҙы көлләп тап таҙа итеп йыуып тотҡан. Курәһегеҙ, башҡорт халҡы таҙалыҡҡа ныҡ иғтибар иткән. ЭШ.Уҡыусылар!

  1. «Көнкүреш тәрбиәһе» тигән бүлектән ғилемгә ҡагылган, әммә ғилми күҙлектән өйрәнелмәгән фекерҙәрҙе яҙып алығыҙ.
  2. Ауылығыҙҙа боронғо башҡорт дауалау ысулын — үлән мунсаһы йәки ҡомға күмелеп ятыу ысулын белгән кеше булһа, оҫталығын ҡарағыҙ. Йәки үҙен саҡырып һөйләтегеҙ.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Итте аҙ ашаһаң — дарыу, күп ашаһаң — ағыу.
  • Аш ашау менән түгел, аш булып үтеүе менән.
  • Самалы ашаған һау булыр.
  • Тән сырхауы — күп ашау.
  • Тыныс йәшәргә теләһәң, телеңде тый, оҙаҡ йәшәргә теләһәң, ауыҙыңды тый.
  • Эсең ауыртһа, ауыҙыңды тый, күҙең ауыртһа, ҡулыңды тый.
  • Аҡ ашаған — арымаҫ.
  • Аҙ аша — йыш аша.
  • Ит — иткә, майы — елеккә, һурпаһы — биткә.
  • Май ашағандың йөрәге талмай.
  • Татыу аш татлы булыр.
  • Сәләмәт тәндә — яҡшы аҡыл.
  • Күп йоҡо йөҙҙө һарғайтыр.
  • Теше һауҙың — тәне һау.

Шифалы үҫемлектәр=

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының ҡиммәтле эпостарының береһе «Ҡуңыр буға»ла былай тип яҙылған: «Таңдысаның атаһы Өлкәр ун ике йәштән алып утыҙ йәшкә тиклем ятлап һабаҡ алған. Таһранда (Тегеран) табиблыҡҡа уҡып ҡайтҡан ғилемле кеше. Уралдағы төрлө үләндәрҙән дауа эшләп, халыҡты дауалап, ауырыуҙарҙы йүнәлтер, һауыҡтырыр ине.

Таңдыса: «Барып етһәм, ярылған табанымды, һыҙырылған балтыр, йөҙлөктәремде атайым дауалар, ярама яр (юл. — авт.) япрағы һалып, йөнтәҫ япраҡтың (йодалы үлән) ҡыҙыл-көрән һутын һығып алып дауалар ине», — тип уйлай. Үҙе йырлап та ала:

Ирәүән барҙа ир үлмәҫ, андыҙ барҙа ат үлмәҫ.

Һыҙланыуҙан бер дауа — ҡырмыҫҡаның майы».

Шифалы үләндәр менән дауаланыу халҡыбыҙҙа киң таралған. Был хаҡта ғалим Вәрис Ғүмәров та яҙа. Уның яҙыуынса, халҡыбыҙ йөҙ төрлөгә яҡын үлән ҡулланған. Әйтеп үтергә кәрәк, хәҙерге медицинаның билдәләүе буйынса, организмда йод етешмәүе байтаҡ ауырыуҙарға килтерә һәм ул тәбиғи йоданың яҡшыраҡ үҙләштерелеүен дә әйтә. Тәбиғәттә йодлы үлән аҙайғандан-аҙая. Уны һаҡлауға алып, күп итеп үҫтереү яҡшы булыр ине.

Ҡырмыҫҡа майы йәки ҡырмыҫҡа һуты менән дауаланыу халыҡта айырыуса ныҡ таралған. Ҡырмыҫҡа иләүен файҙаланып, бик файҙалы битмай яһай белгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Уны һөрткәндән һуң бит йомшаҡ ҡына булып, төрлө һытҡы-сабыртҡылар бөткән.

Һауа сафландырып тау биттәрен ҡаплап үҫкән артышы ла, күҙ ҡамаштырырлыҡ ҡара ҡарағаты ла, әлмороно ла, бөрлөгәне лә, ҡайын еләге лә, япраҡ аҫтарына боҫоп ҡына үҫкән ер еләктәре лә, аспириндарыңдан артыҡ мәтрүшкәһе, шалфейе, ҡан баҫымын түбәнәйтеү өсөн ҡулланылған ҡара миләш (мышар), баланы, еҫ тейеүен «һә» тигәнсе ала торған ҡыҙыл миләше, быуын һыҙлауҙарына шифа булыр тау йыуаһы һәм тағы һанап бөткөһөҙ шифалы үҫемлектәре күп Уралдың. Уралды үҙ төйәге иткән башҡорт халҡы уны файҙалана белгән. Бөгөнгө көндә утыҙар-иллешәр төр үләндән яһалған бальзам киң танылыу тапты.

Ғәҙәттә иғтибар итмәгән бер-нисә үҫемлектең шифаһы хаҡында телгә алып үтәбеҙ.

Кесерткән. Был үҫемлекте белмәгән кеше юҡтыр. Белмәгән кешене лә, белергә теләмәгәнен дә сәнскеле уҫал япраҡтары ярҙамында ул үҙен генә танырға мәжбүр итә. Баҡсаларҙа, ташландыҡ урындарҙа, бигерәк тә органик ашламаларға бай тупраҡта, үҫергә ярата ул кесерткән.


Кесерткәнде (крапива двухдомная) бер ҡарамаҡҡа сүп үләне тип иҫәпләргә мөмкин. Уға тик һуңғы йылдарҙа ғына ауыл хужңлығы белгестәре баһа бирә башланы. Был белгестәр кесерткәндең витаминға бик бай булыуын билдәләйҙәр.

Башҡорт халҡы, һәр кеше бер йылда кәмендә өс тапҡыр кесерткән ашы ашарға тейеш, тип һанаған. Кесерткән С витаминына ифрат бай. Уны аш бешеп сыҡҡас ҡына һалалар.

Ҡайын еләге урманда, ҡыуаҡтар араһында, ағас ҡырҡылған ерҙә үҫә. Уның емеше формаһы менән йомортҡаға оҡшаған. Еләк эргәһендәге япрағы өҫкә ҡайырылып тора. Емеше ҡыҙыл төҫтә. Ул тәмле һәм хуш еҫ бөркөп тора.

Ер еләге яланда, асыҡ тау битендә, урман аҡланында үҫә. Емеше йәшкелт-ҡыҙыл төҫтә. Емештәре бик файҙалы. Әммә япраҡтарында файҙалы матдәләр күберәк, шуның өсөн халыҡ уны сәй итеп файҙаланған. Ҡан баҫымын төшөрөү, бауыр ауыртыуын баҫыу, эҫе һуҡҡанда ярҙам итеү өсөн ҡайын еләгенең емешен дә, япраҡ сәйен дә файҙаланғандар. Косметикала ла уңышлы ҡулланыла. Һытҡыларҙы бөтөрөү һәм пигмент таптарын юҡ итеү өсөн ҡайын еләге һутын файҙаланалар.

Ашай торған үҫемлектәр

үҙгәртергә

Ҡурай еләге, балан, ҡарағат, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағат, миләш (мышар), муйыл, ҡара бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән, еҙәй (йөҙәй, энәлек), ер еләге, ҡайын еләге, сейә, әлморон, көртмәле, артыш тубырсығы һәм башҡалар. Ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡуян тубығы, балтырған, әтмәкәй, тау йыуаһы, кесерткән, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ат ҡолағы, дегәнәк тамыры һ. б.

Буяу өсөн файҙаланылған үҫемлектәр

үҙгәртергә

Башҡорттар борон-борондан буяу өсөн тәбиғи үҫемлектәрҙе файҙаланған. Киндер, йөн,ағас буяған.

  • Ҡыҙыл төҫ — мәтрүшкә үл эненән,
  • ҡуйы ҡыҙыл төҫ — әлморондан, сөйәл үл эненән,
  • һары буяу — өйәңке ҡайыры, артыш орлоғо, аҡ тирәк ҡайыры, эт муйылы ҡайыры, кесерткән, дегәнәктән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡарға күҙе тигән үлән бар. Һары буяуҙы ошо үләндән дә алалар.
  • Ҡуйы к үк төҫ — көртмәле, андыҙ тамыры, күк сәскәнән.
  • Ҡара буяу — һарына, ирәмәл, йылан тамыры, мәтрүшкә һабағынан алына.

Бындай буяуҙар яһалма буяуҙан күпкә сифатлы, уңмай. Йөндән һуғылған балаҫ, сүпләп һуғылған келәмдәр, сепрәк буяп һуғылған буй балаҫтар өсөн ифрат та яҡшы буяу улар.

Үлән сәйҙәре

үҙгәртергә

Үлән сәйен халҡыбыҙ элек-электән файҙаланған. Мәтрүшкә, еләк һабағы, еләк япраҡтары, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары, ҡара бөрлөгән япрағы, йүкә сәскәһе, һары мәтрүшкә, шалфей үләне, ҡыр бөтнөгө (мята), йод үләне — йөнтәҫ үлән, медуница, болан күҙе (ромашка), сейә тамыры иҫ китмәле файҙалы һәм хуш еҫле сәй үләндәре.

Өйҙәге насар еҫте бөтөрөү, бүлмә сафландырыу өсөн артыш төтәткәндәр, еҫле гөл үҫтергәндәр, кейәү үләне ыуып һипкәндәр, йүкә сәскәләре, еләк тәлгәштәре йыйып элеп ҡуйғандар. Иҙәнде әрем һепертке менән һепергәндәр, мунса япраҡтарына мәтрүшкә йәки башҡа төрлө еҫле үлән, йүкә сәскәһе ҡушып бәйләгәндәр. Бал менән дауалау. Налҡын тейеүҙән йүткергән саҡта май йәки ҡайнаған һөткә бал ҡушып эсеү һәйбәт. Булһа, аҙ ғына лимон һуты ла тамыҙаһың. Тик балды һөт менән ҡуша ҡайнатырға ярамай. Көттө ҡайнатып, яңы һауған һөт йылылығындай булғас ҡына балды татытаһың. 60 градустан эҫерәк шарттарҙа балдағы файҙалы матдәләр юҡҡа сыға (сама менән 150 грамм һөт, 1 аш ҡалағы бал, 30 грамм аҡ май, бер нисә тамсы лимон һуты). Тын юлдары зарарланғанда кәрәҙле бал ашау һәм кәрәҙен һағыҙ һымаҡ сәйнәү файҙалы. Һалҡын тейгәндә бал менән ҡорот ҡатнашмаһы ғәжәп файҙалы. Ашҡаҙан-эсәк ауыртҡанда, ашҡаҙанда язва ауырыуы булғанда ла ҡайнаған йылы һыуға татытып бал эсергә кәрәк. Иң яҡшыһы — иртәнге аш алдынан сәғәт ярым элек йәки киске аштан һуң 3 сәғәт үткәс эсеү. Оҙаҡ ваҡыт ауырыған кешеләргә лә иң һәйбәте — бал менән дауаланыу. Сөнки бындай осраҡта ҡанға глюкоза кәрәк була. Э укол аша ҡабул ителгән глюкоза бауырҙың эшмәкәрлеген кәметә, бал аша алынған глюкозаның зыяны юҡ. 83 Башҡорттарҙа күҙәтеүсәнлек һәм ғилем Туберкулез менән ауырығандар балды бурһыҡ майы, иретелгән һары май, ҡаҙ майы менән ҡатнаштырып эскәндәр. Йөрәк ауыртыуынан да бал менән дауаланыу яҡшы. Халыҡ медицинаһында тән боҙолғанда ла бал ҡулланғандар. Тән тиреһе янғанда бал һөртөү ыңғай һөҙөмтә бирә. Яра тиҙ уңала. Башҡорт ҡыҙҙары балды биттәренә һөрткәндәр. Йомортҡа һарыһы менән ҡатнаштырып, биткә һөртөп 10— 15 минуттан һуң йыуып алһаң, йөҙ алһыуланып китә, биттәге һытҡылар бөтә, һырҙар ҙа баҫмай. Ҡайнатылған йылымыс һыуға бал татытып битте һөртөп алырға ла мөмкин. Бал ҡортоноң ағыуы менән дауаланыу ҙа киң таралған. Тик ҡорттан саҡтырып дауаланыу өсөн тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Сөнки ҡорт сағыу бөтөн кешегә лә килешмәй. Тән боҙолоп, тире ярһып китеү осраҡтары ла булғылай. Күптәр ҡорттан ҡайһы урынды саҡтырырға ла белмәй. Ләкин һәр нәмәлә сама кәрәк. Халыҡта әйтем бар: сама белеп ҡулланмаһаң, хатта бал да бүктерә. Бүгеү генә түгел, артыҡ ҡулланыуҙан зыяны тейеү ҙә ихтимал. Бал ҡатнаштырып дауаланыу өсөн рецептар:

  1. Ярты литр ҡымыҙ, 4 аш ҡалағы бал, 2 балғалаҡ сүпрәне 4—5 көн әсетеп эсергә. Үтә ныҡ һалҡын тейгән, аш үтмәгән кешеләргә тәҡдим иткәндәр.
  2. 400 грамм балды бер йомортҡа менән ныҡ ҡына туҡып ҡатнаштырырға, 120 грамм һөт ҡойорға һәм марля аша һөҙөп эсергә.
  3. Бер стакан һөт, 20 грамм ҡурай еләге һуты һәм бер балғалаҡ балды ҡатнаштырып ашау ҙа һалҡын тейеүҙән дә, аҙ ҡанлылыҡтан да файҙалы.
  4. Бер литр һөт өҫтөнә бер стакан бал ҡатнаштырып, бәләкәй генә ҡағыҙ стакандарға һалып туңдырып ашау ҙа яҡшы.

Әлбиттә, тамаҡтарына һалҡын ризыҡ яраған кешеләр өсөн тәҡдим ителә.

  1. Урман сәтләүеге менән бал ҡатнашмаһын буйға үҫеүе тотҡарланған балаларға ашатҡандар.
  2. Эремсеккә бал һалып ашарға ла мөмкин. Ашҡаҙанды таҙарта.
  3. Әлморон төнәтмәһенә бал ҡатнаштырып ас ҡарындан эсеү ҡанда тимерҙе арттыра, ҡанды таҙарта.
  4. Бүрттерелгән дөгө менән бал ашарға мөмкин. Көйәккә тоҙ ултырыуҙан һаҡлай.
  5. Кишер менән сәтләүеккә бал өҫтәп ашау тотош организмды профилактик дауалау өсөн иҫ китмәле сара.
  6. 300 грамм яңы йыйылған йәки 50 грамм киптерелгән андыҙ тамырын 20 минут ҡайнатып, һөҙөп, һыуытып, бал менән мүк еләге (клюква) йәки ҡурай еләге һуты ҡушып ғәжәп файҙалы эсемлек яһағандар.
  7. Мәтрүшкә, шалфей (йылан тамыры) сәйенә бал болғатып та һалҡын тейеүҙе дауалап була. Әммә мәтрүшкәне йыш ҡүлланырга ярамай. Ныуыҡ тейгән саҡтарҙа ғына файҙаланыу ыңғай һөҙөмтә бирә.
  8. Балан һыуына бал ҡушып файҙалы эсемлек яһағандар.

Балан ҡан баҫымын бик тиҙ төшөрә. Уны иҫтә тоторға кәрәк. Иҫкәрмә. Бал ҡатнаштырылған ризыҡ ҡулланғандан һуң 1 сәғәт самаһы һалҡынға, елгә сыҡмаҫҡа кәрәк. Сөнки ҡан шыйыҡланған саҡта, һалҡын тиҙ тейеүсән. Ниндәй генә ауырыуҙы дауалайым тиһәң дә, әлбиттә, иң элек табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк. ЭШ.«Етмеш төрлө ауырыуға ерҙең етмеш төрлө дауаһы бар», — тигән мәҡәлде исем итеп инша яҙығыҙ.

һаулыҡ һаҡлау һағында

үҙгәртергә

ХУШ быуатҡа тиклем Көньяҡ Урал территорияһында дауалау учреждениелары булмай. Ауырыған кешеләр халыҡ табиптары ярҙамы менән файҙалана. XVIII быуат урталарында Өфөлә тәүге госпиталдәр (1791), ә Стәрлетамаҡта (1821) дауаханалар һәм дарыуханалар (аптекалар) асыла. Һәр өйәҙҙә врач вазифаһы булдырыла.

XIX быуаттың 50-се йылдарында Ҡазан университетында башҡорт һәм мишәрҙәрҙән 20 врач әҙерләнә. Улар араһында Арыҫлан Собханғолов, Мөхәммәт Батыршин, Садиҡ Ниғ- мәтуллин, Әхмәт Әбдиев һәм башҡалар була. Әхмәт Әбдиев Санкт-Петербургтың медицина хирургияһы академияһына ебәрелә һәм унда медицина докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Ырымбур фельдшерҙар әҙерләү мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан байтаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре уҡып сыға.

1919 йылда — сабыртмалы тиф, 1921—1922 йылдарҙа аслыҡ арҡаһында йоғошло ауырыуҙар тарала. Шул арҡала Бәләкәй Башҡортостан менән Өфө губернияһы территорияһында 22 процент халыҡ кәмей.

Совет власы тарафынан халыҡ һаулығын һаҡлауға ныҡ иғтибар бүленә. Иң тәүге бурыс итеп туберкулез, сифилис, трахома һәм башҡа ауырыуҙар менән етди көрәш ҡуйыла.

1920 йылда тире-венерология, 1921 йылда туберкулезға ҡаршы диспансер асыла. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға иғтибар көсәйтелә, курорт төбәктәрен үҙләштереү башлана. Тиҙ тарала торған ауырыуҙарға ҡаршы көрәш маҡсатынан прививкалар эшләү йәйелдерелә.

1930 йылдарҙа ваба, сәсәк ауырыуҙарын кәметеүгә өлгәшелә. Кадрҙар проблемаһын хәл итеү уңышлы алып барыла. 1932 йылда Башҡортостан медицина институты һәм бер нисә медицина училищеһы асыла.

Бөйөк Ватан һуғышы был эшкә ныҡ тотҡарлыҡ яһай. Шуның өсөн байтаҡ ауырыуҙар менән көрәш (мәҫәлән, трахома) оҙаҡҡа һуҙыла, ул 1962 йылда ғына бөтөрөлә. Бөгөн һаулыҡ һаҡлау буйынса Рәсәй региондары араһында Башҡортостан Республикаһы алдынғы урындарҙың береһен биләй. Байтаҡ йоғошло ауырыуҙар бөтөрөлдө. Тыуым арта бара. Ҡайһы ғына төбәктә булһа ла медицина хеҙмәте күрһәтелә. Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлауға иғтибар бик ҙур.

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы(1883—1946)

үҙгәртергә

1919 йылда Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов етәкселегендә республика һаулыҡ һаҡлау буйынса Халыҡ комиссариаты төҙөлә.

Ғ. Ғ. Ҡыуатов Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуған. 1917 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлап, хирург белгесе булып ҡайта.

Республикала дауалау-профилактика эше ойоштора. Сабыртма менән тиф, ваба ауырыуҙарына ҡаршы көрәштә уның хеҙмәттәре айырыуса ҙур. Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1930 йылда аспирантураға уҡырға инә һәм 1932— 1941 йылдарҙа Бөтөн Союз эксперименталь медицина институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә әлкә физиотерапия дауаханаһында баш врач вазифаһын башҡара. 1946 йылда Мәскәү ҡалаһында үлә. Өфөлә Республика клиник дауаханаһы уның исемен йөрөтә.

(Әйтергә кәрәк, Ғүмәр Ҡыуатов данлыҡлы башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән. Нәҫел башы — Ҡыуат Кинйәғолов. Был нәҫелдән сыҡҡан Ҡыуатовтар башҡорт балаларын иң яҡшы мәҙрәсәләргә уҡырға ебәрә, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларына байтаҡ егеттәрҙе уҡырға алып баралар, донъяуи милли мәктәптәр асыуҙа ярҙам итәләр.)

«Урал батыр» эпосында ғилем (Байҡау өсөн)

үҙгәртергә

Халҡыбыҙҙың ғилеме лә, фәлсәфәүи фекере лә айырым өйрәнелеп, яҙып алынмаған, ә «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ менән Күсәк» кеүек эпик әҫәрҙәрҙә, мифтарҙа, риүәйәттәрҙә, шәжәрәләрҙә һәм башҡа ауыҙ-тел ижадында улар төплө сағылыш таба.

Донъя һәм кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе, ер өҫтөнөң, йылға-күлдәрҙең бар булыуы, халыҡтарҙың таралыуы, Яҡшылыҡ менән Яманлыҡтың мәңгелек көрәше тураһында фекерҙәр әйтелә был ҡомартҡыларҙа.

Ғалимдарыбыҙ, айырып әйткәндә Дамир Жәүәт улы Вәлиев (Валиев Д. Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989.) башҡорт халыҡ ижадына таянып,уның фәлсәфәһен өйрәнеүгә күп көс һалды. Әммә халыҡ ижадын, ғилемдең башҡа тармаҡтарына иғтибар биреп, өйрәнеүсе ғалимдар юҡ кимәлендә.

Ғалим геолог Диҡҡәт Бураҡаев башҡорт ғилеме тураһында материалдар йыя һәм мәҡәләләр яҙа торғайны. Мәҫәлән, уның бер мәҡәләһендә шулай тип яҙылғайны: «Урал батыр» эпосында фәнни яҡтан дөрөҫ фекерҙәр байтаҡ. Эпоста, мәҫәлән, хәҙерге Урал тауҙары ятҡан ерҙә элек диңгеҙ булған, тип әйтелә. Был һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә геолог булырға, тауҙарҙа осраған диңгеҙ ҡабырсаҡтарын күреп танырға кәрәк булған. Бындай фекерҙәр хатта боронғо ғалимдарҙың әҫәрендә лә юҡ тиерлек. Хәҙерге күп тауҙарҙың урынында әүәле диңгеҙ булыуы хаҡында боронғо ике бөйөк ғалимдың китаптарында ғына яҙылған. Был ғалимдар — Урта Азия энциклопедистары Әбүғәлисина менән Бируни».

Д. Бураҡаев, геолог булараҡ, эпостың геология өлөшөнә нығыраҡ иғтибар иткән, әлбиттә. Ә күпме ҡиммәтле мәғлүмәттәр өйрәнелмәгән! 1960 йылдарҙа республикала уҡытыу рус теленә күсерелә башлағанлыҡтан, байтаҡ ҡына ғалимдарыбыҙ тыуған телдә уҡыманы. Шул сәбәпле халҡыбыҙ ижадына ла иғтибар итмәнеләр.

Миҫал өсөн эпостан халыҡтың донъяға фәнни ҡарашын сағылдырған өҙөктәр ҡарап үтәйек:

  • Донъяла астрономия тигән ғилем барлыҡҡа килгәс, ғалимдар күк есемдәрен өйрәнеп, Айҙың Ҡояштан нур алыуын асалар. Ә башҡорт халҡы был асышҡа борондан уҡ үҙе килгән:

Үҙ нурына һуғарған

Барығыҙға билдәле

Ҡояш тигән әсәм бар.

Самрау тигән батшаның

Һомай тигән ҡыҙымын.

Алтын сәсем тарҡаһам,

Нурға илде күмәмен.

Көндөҙ ергә нур һибәм,

Кисен айға нур бирәм.

  • Астрономия әлкәһендә фекер йөрөтөүсе ата-бабаларыбыҙ «Етегән» йондоҙлоғоноң Тимер ҡаҙыҡ (Поляр) йондоҙо тирәһендә әйләнеп йөрөгәнен күҙәткән.

Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы йондоҙҙар өйрәнеүҙе һәр саҡ төп шөғөлдәрҙең береһе тип һанаған:

— Аҡбуҙатты алырға,

Уға эйәр һалырға.

Йә булмаһа, ул атты

Был донъянан юйырға

Ете дейеү ебәрҙем.

Күктә торған буҙ аттың

Урынын үҙем күргәҙҙем.

Улар барып баҫтырҙы

Тота алмағас, яҡшылап,

Ат уларға килмәне.

  • Куҙылып киткән Урал тауын арҡырыға бер йылға ла ағып сыҡмай. Был хаҡта ла эпоста әйтелгән:

Һыҙылып килгән тауыңа

Гүрең ҡаҙып күмәйем.

Изге теләк теләйем.

Үҙең сапҡан ҙур юлың

Билең һис һыу ҡырҡа алмаҫ.

  • Донъяла биш материк барлығы ла билдәле булғандыр. Сөнки Урал батырҙың бындай һүҙҙәре лә бар:

Үҙем йәп-йәш булһам да,

Биш ил барын белдем мин:

Береһендә үҙем тыуҙым.

Икеһен йөрөп күрҙем мин,

Ҡалған тағы икәүһен

Күрергә тип килдем мин.

  • Урал батыр менән Һомайҙың аралашыуында ла ғиллә барҙыр. Ерҙә йәшәгән Урал батырҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе Һомай шунда уҡ һиҙә һәм ярҙамға ашыға. Ғалимдарҙың фекеренсә, Ерҙәге, ер аҫтындағы үҙгәрештәр тотош Йыһан менән бәйле, улар бер-береһенә тәьҫирһеҙ ҡалмай.


ӨЙГӘ эш.

  • «Урал батыр» эпосында медицинаға ҡағылған фекерҙәр ҙә байтаҡ.
  • «Ҡуңыр буға» эпосында шифалы үҫемлектәр тураһында мәғлүмәттәр табып була.
  • Халыҡ ижадынан үҙегеҙ теләгән әҫәрҙе һайлап алып, тәрбиә ҡанундарына, фәлсәфәгә йәки ғилемгә ҡағылған өлөштәрен яҙып алығыҙ. Бер-ике генә миҫал тапһағыҙ ҙа бик хуп. Был иһә һеҙҙең фекерләй һәм һығымта яһай белеүегеҙҙе сағылдырасаҡ.

БОРОНҒО БАШҠОРТТАРҘА ҠОРАЛ ЯҺАУ

үҙгәртергә

(Диҡҡәт Бураҡаевтың «Боронғо башҡорттарҙа дары яһау» мәҡәләһенән. Бураҡаев Д. Н. Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт. Өфө, 1983. 215—231-се биттәр. )*

...Уралдың көньяҡ итәгенән ағып сыҡҡан Ләмәҙ йылғаһын белмәгән кеше һирәктер. Был тау йылғаһы Ҡаръяҙы һырты янындағы шишмәләрҙән башланғыс ала, шунан көнбайышҡа табан ҡаялы тауҙарҙы киҫеп үтә, артабан юлын төньяҡ-көнбайышҡа табан үҙгәртә һәм, убалы тигеҙлектәр аша барып, үҙенең көмөштәй саф һыуҙарын Эҫемгә ҡоя. Башҡортостандың хәҙерге Архангель районы ерҙәрендә был йылғаның өс ҡушылдығы ла «Ҡурғашлы» тигән бер үк исем йөрөтә. Был исем ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Тыуған яғыбыҙҙың күренекле тикшеренеүсеһе профессор Георгий Васильевич Вахрушев, бындағы ҡарттарҙың риүәйәттәренә таянып, борон башҡорттар, батша хөкүмәтенән йәшереп, ошо йылға буйҙарында ҡурғаш иреткән һәм пуля ҡойған, тип һөйләгәйне. Был хаҡта уның республика гәзиттәрендә баҫылған топонимик яҙмаларында ла бер нисә тапҡыр әйтеп үтелде.

Ниндәй мылтыҡтар өсөн пуля ҡойған башҡорттар? Күренекле этнограф С. И. Руденконың китабында (Руденко С. И. Башкиры. Л., 1925. 88-се бит.былай тип яҙылған:) «...Башҡорттар рустарға буйһонғанға тиклем бик күп йылдар элек һөңгө һәм уҡтарының тимер башаҡтарын да, бысаҡ һәм башҡа нәмәләрҙе лә, ә аҙаҡ мылтыҡтарҙы ла үҙҙәре эшләгән».

Ләкин миңә, үҙем уҡып сыҡҡан тарихи материалдарҙа, урында мылтыҡ эшләү хаҡында мәғлүмәттәр осратырға тура килмәне. Боронғо башҡорттарҙа был эш үтә йәшерен сер итеп һаҡланған, күрәһең. Шуға күрә рәсми документтарҙа ул хаҡта мәғлүмәттәр осрамай. Ҡоралдарҙы йәшерен яһау батша власының башҡорттарҙа тимерселекте тыйыуы арҡаһында килеп сыҡҡан.

XYI быуат аҙаҡтарында уҡ Рәсәйҙең яһаҡ түләй торған халҡына тимерлек тотоу, ә шулай уҡ уларға панцирҙар, шлем һәм ҡылыстар һатыу тыйыла (Из истории Башкирии. Өфө, 1968. 39-сы бит).

Был халыҡтар иҫәбенә башҡорттар ҙа ингән. 1675 йылдың 14 мартында батша раҫлаған Грамотала ҡалмыҡтарға, башҡорттарға һәм рус булмаған башҡа халыҡтарға дары, ҡурғаш, пищаль һәм башҡа ҡоралдар һатыу һәм алмаштырып биреүҙе тыйыу тураһында әйтелә. Был тыйыу 1702 йылдың 4 март указында ҡабатлана.

1736 йылдың 11 февраль указы (Полное собрание законов Российской империи. 1736 йыл, 11 февраль. 6887-се закон. 738-се бит) тағы ла ҡатыраҡ була.

Унда былай тип әйтелә: «Өфө әйәҙендә һәм башҡорт ауылдарында тимерсе һәм тимерлектәр тотмаҫҡа һәм ҡалаларҙан тимерсе һәм тимер оҫталары ебәрмәҫкә, ә уларҙы фәҡәт ҡалаларҙа ғына, фәҡәт кәрәк тиклем генә тоторға; ә кемгә төрән, салғы, ат сбруйы кәрәк, улар ҡаланан һатып алынырға йәки ҡалала яһатылырға тейеш. Бынан элек сығарылған указдар ҙа үҙ көсөндә ҡала, башҡа өйәҙҙәрҙән мылтыҡ йә дары, ҡурғаш, панцирь, ҡылыс, йәйә, һөңгө һәм уҡ-һаҙаҡтар индереү, һатыу, алмаштырыу ҡәтғи тыйыла. Быны бигерәк тә воеводалар ныҡ ҡарарға һәм ғәйеплеләргә указ буйынса штраф һалырға тейеш».

В. Пистоленко архив материалдарына таянып яҙған «Из прошлого Оренбургского края» тигән китабында (Пистоленко В. Из прошлого Оренбургского края. Чкалов, 1989. 75-се бит) 1740 йылғы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан Һуң булған хәлдәрҙе һүрәтләп, былай тип яҙа: «...башҡорттар утлы ҡорал тоторға тейеш булмаған, әгәр инде берәйһендә ул табыла ҡалһа, ғәйепленең аттары ошаҡлаусы файҙаһына тартып алынған». Был инде башҡорттарҙа мылтыҡ булыуы хаҡында һөйләй. Әгәр башҡорттарҙың утлы ҡоралдарын тартып алыу өсөн ошаҡсыларға дәртләндереү саралары ҡулланылған икән, тимәк, уларҙан тартып алыр нәмә булған. Боронғо башҡорттарҙың дары яһау факты ла ошоно раҫлай...

Мәҡәлә буйынса эш

үҙгәртергә

Мәҡәләнең был өлөшөндә боронғо башҡорттарҙың үҙҙәре мылтыҡ, һөңгө башы, хәнйәр һәм башҡа ҡоралдар яһауға оҫта булыуҙары хаҡында һөйләнелә. Хәҙер бер нисә һорауға яуап эҙләйек.

  1. Мылтыҡ яһау өсөн ниндәй металл кәрәк?
  2. Ул металды нисек эшкәртәләр?
  3. Ер ҡуйынында йәшеренгән металды танып-белеү, уны эшкәртеү һәм мылтыҡ яһау оҫталығына өлгәшеү өсөн, бөгөнгө терминдар менән әйткән саҡта, ниндәй фәндәрҙе белергә кәрәк? Шул фән тармаҡтарын атап сығығыҙ — башҡорттарҙың ниндәй фән тармаҡтарына эйө булғанлығын аңларһығыҙ.

Мәҡәләнең дауамы

үҙгәртергә

...XVIII быуатта башҡорттар селитра сығарғандар һәм уны йәшерен рәүештә дары яһау өсөн ҡулланғандар

үҙгәртергә

Был хаҡта күренекле академик Петро-Симон Палластың китабында (* Паллас П.-С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. I—Шч. Санкт-Петербург, 1773—1788) мәғлүмәттәр бар.

Ошо яҙмаларҙан күренеүенсә, П.-С. Паллас экспедицияһы 1770 йылдың 30 майында көнсығышҡа табан барып, Урал тауҙарының түбәһенә артыла һәм төнгө юлға туҡтала. Иртәгеһен отряд Урал һыртының көнсығышына юл ала. Арыған аттарҙы алмаштырырға уйлағас, был эштә ҡатмарлыҡтар килеп тыуа, сөнки башҡорттар йәйләүгә күсеп киткән була.

Башҡорттарҙың ҡайҙалығын улар ат утлап йөрөгән ергә ҡарап таба. «...Мурҙаҡ һәм Япар ауылдарынан килеп урынлашҡан тирмәләрҙән үҙебеҙгә кәрәк-яраҡ табып килтерергә ҡуштым. Һуңғы ауылдың башлығы беҙҙе оҙатып ҡуйыу өсөн бер төркөм ҡораллы башҡорттар менән сабып килеп етте, ләкин беҙ уларҙы үҙебеҙ менән алыуҙан баш тарттыҡ, сөнки ҡырғыҙҙар сигендә хәлдәр хәүефле ине. Уралдың был яҡ итәгендә йәшәгән бөтә башҡорттарға ла ҡоралланырға, һөңгөләрен, уҡ-һаҙаҡтарын әҙер тоторға ҡушылғайны».

Паллас былай тип өҫтәй: «Уларға утлы ҡорал тоторға рөхсәт ителмәй». (Путешествие ..., 95-се бит.) Был тыйыу батша власының башҡорттарға ла ышанмауын күрһәтә, әлбиттә.

Ә быға тиклем, 1770 йылдың 27 майында, Паллас «Шихан йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған тигән башҡорт ауылына яҡын ғына ерҙән үткән» (шунда уҡ, 80-се бит) һәм йоҡларға «урта ҙурлыҡтағы Йосоп ауылына туҡтаған».

«Бында мин шуны белдем, — тип яҙа Паллас, — Әй янындағы Оло ер ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә миңә был ерҙе күрһәтергә теләмәне; ә миңә селитралы ер алыуҙары хаҡында әйтелгән кешеләр беҙҙән алда ҡайҙалыр китеп йәшеренгәйне, уларҙы эҙләп табыу мөмкин дә түгел ине» (91-се бит).

Күрәһең, Биктуған ауылының дары оҫталары хөкүмәт вәкилдәренең, йәғни Паллас экспедицияһының, килеүе хаҡында алдан иҫкәртелгәндәрҙер. Палластың «уларҙы эҙләп табыу мөмкин дә түгел ине» тигән һүҙҙәрен ошоноң менән аңлатырға кәрәк.

Ул заманда Азия һәм Европаның айырым илдәрендә билдәле булған ҡара дарының ғына етештерелеүе ихтимал. Башҡорттар селитраны ҡайҙан алған? Ҡара дарының төп компоненты селитра бит.

Беренсе сиратта, П.-С. Паллас яҙғанса, тупраҡ ҡатламынан — «селитралы ерҙән», әлбиттә.

Калий селитраһы — төҫһөҙ минерал. Ул ер ҡатламдарында һәм тау тоҡомдарында туплана. Был минерал сүс һымаҡ матди йәки йоҡа ҡабыҡҡа оҡшаш ваҡ тупланмалар булып ята. Селитра һыуҙа ирей, тупраҡтан дым алып торған үҫемлектәр уны бик тиҙ үҙләштерә. Шуға күрә был минерал тупланып та, шул уҡ ваҡытта тарҡалып та тора. Әммә үҫемлектәр юҡ ерҙә улар туплана ала. Ә ҡайһы саҡта, селитраның үтә күп булыуы сәбәпле, үҫемлек үҙе ҡороп юҡҡа сыға. Ошондай осраҡтарҙа һирәкләп селитра тупланмалары барлыҡҡа килә.

Селитра ятҡылыҡтары Һиндостанда күп. Уҙған быуатта (йәғни XIX быуатта — авт.) калий селитраһын сит илдәргә сығарыусы төп ил ул була. Уның тупланмаларының барлыҡҡа килеүен фәнни тикшеренеү был илдә әле лә дауам итә.

Ошо хаҡта «Индиан Майне» (1977, 1-се һан) журналында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Баҡһаң, Һиндо- стандың ҡайһы бер штаттарында селитра тупраҡ ҡатламы өҫтөндә «үҫеп сыға» икән. Селитра ҡабығының дүрт миллиметр ҡалынлыҡҡа еткән осраҡтары ла була, ти.

Бындай хәлдәр көндәр үтә эҫе торған осорҙа ташландыҡ ауыл урындарында осрай икән. Селитраны ипле генә итеп һыҙырып алыуҙары була, шул уҡ урында ул 8—10 көндән һуң тағы барлыҡҡа килә һәм шунда уҡ тиерлек шул уҡ ҡалынлыҡҡа етә. Бер үк урында селитра сезонына 7— 8 тапҡыр алына. Шулай итеп, уның «уңышы» ҡайтанан яңырып тора.

Тупраҡ ҡатламында селитра төньяҡ киңлектәрендә, шул иҫәптән һирәк-һаяҡ Башҡортостанда ла, табылғылай. Боронғо башҡорттар шундай селитраны йыйғандар ҙа инде. Бынан тыш, улар дары яһау өсөн мәмерйә селитраһын да файҙаланғандар.

Мәмерйә селитраһы ҡыр йәнлектәре һәм мал ҡалдыҡтарының тарҡалыуынан барлыҡҡа килә. Ул мәмерйәнең иҙәнендә ҡабыҡ йәки төҫө уңған тау тоҡомо һымаҡ булып туплана. Г. А. Максимовичтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, селитра урта Азия мәмерйәләрендә осрай ( Основы карстоведения. 1 том. Пермь, 1963. 257-се бит).

Себерҙәге Белый Июсь йылғаһы буйында Селитра исемле мәмерйә бар. Унда селитра боронғо замандарҙа уҡ йыйып алынған.

Ул АҠШ-тың мәмерйәләрендә лә билдәле. Мәҫәлән, Индиана штатындағы Вайндотт мәмерйәһен алайыҡ. Ул үткән быуат башында (XIX быуат. — авт.) Селитра мәмерйәһе тип аталған. Унда дары эшләү өсөн селитра сығарылған.

Башҡорт дәүләт университеты доценты Ә. 3. Әсфәндиәров Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында Кикеяҙҙың Әйгә ҡойған урынында селитраның элекке ятҡылығы булыуы хаҡында әйтә.

1740 йылда Шайтан-Көҙөй волосы старшинаһы Шығанай Борсаҡов ошо ятҡылыҡты батша власы вәкилдәренә күрһәтеп биргән («Ағиҙел» журналы. 1980 йыл, 11-се һан. 105-се бит). Был мәмерйә П.-С. Паллас телгә алған Биктуған ауылынан Әй буйлап бер нисә тиҫтә километр үрҙәрәк урынлашҡан. Башҡорттар селитраны ошо һәм башҡа мәмерйәләрҙән сығарған булыуы ла ихтимал.

Дарының икенсе мөһим компонентының көкөрт икәнен әйтеп үткәйнек инде.

XV—XVIII быуаттарҙа Рәсәй өсөн көкөрт бик һирәк осраусы кәрәкле ҡаҙылма һаналған һәм ул бында сит илдәрҙән килтерелгән.

Шуның өсөн дә XVIII быуаттағы экспедицияларға көкөрт ятҡылыҡтары табыу бурысы ла йөкмәтелгән. Көкөрт Урал-Волга ерҙәрендә табылған. Мәҫәлән, экспедицияларҙың икенсе етәксеһе академик И. И. Лепехин Башҡортостанда Биктуған һәм Усман ауылдары эргәһендә, Сурғуш йылғаһына яҡын ерҙә, Екатеринбург губернаһында Ключи ауылына яҡын урында һәм башҡа ҡайһы бер ерҙәрҙә көкөрт табылыуы хаҡында яҙа (И. И. Лепехин. Дневные записки путешествия по разным провинциям Российского государства. 1-се бүлек. СПб., 1795; 2-се бүлек. СПб., 1802).

П.-С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булырҙай. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә.

П.-С. Паллас яҙмаларындасы башҡорттарҙың дары эшләүе хаҡында килтерелгән мәғлүмәттәр «Документы ставки Е. И. Пугачева, повстанческих властей и учреждений» тигән китапта мәғлүмәттәргә иғтибарҙы тупларға мәжбүр итә ( Документы ставки Е. И. Пугачева, повстанческих властей и учреждений. М., Наука. 1975).

Унда Өфө әйәҙе башҡорто — дары яһау оҫтаһы Изге Әйүпов тураһында мәғлүмәттәр бар. Ул баш күтәреүселәр ғәскәрендә хеҙмәт иткән.

Шулай итеп, XVIII быуаттың 70-се йылдарында башҡорттарҙың дары эшләүе ғилми яҙмалар һәм документтар менән раҫлана. Ә уға тиклем дары яһалғанмы башҡорттарҙа? Тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ.

  • Билдәләп үтелеүенсә, 1740 йылда старшина Шығанай Борсаҡов батша власы вәкилдәренә селитра булған мәмерйәне күрһәткән. Был нимә тураһында һөйләй?
  • Ул ваҡыттарҙа селитраның фәҡәт ике генә маҡсатта ҡулланылыуы ихтимал: ер ашлау һәм дары яһау.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә

Яҙмаларҙың был өлөшөнән күренеүенсә, башҡорттар араһында дары яһаусылар булған.

  1. Дары яһау өсөн ниндәй ҡатнашмалар кәрәк? Ундай ҡаҙылма байлыҡтарҙы (бөгөнгө термин менән әйткәндә) ниндәй профессия кешеләре, кем тип аталған белгестәр эҙләп таба? Яҙығыҙ һәм һығымта яһағыҙ: боронғо атай-олатайҙарыбыҙ араһында ниндәй белгестәр булған?
  2. Дары яһау өсөн кәрәкле ҡатнашмалар составын белеү һәм уларҙың нисбәтен иҫәпләп сығарыу өсөн, бөгөнгө көн термины менән әйткәндә, ниндәй фәнгә эйә булырға кәрәк?
  3. Ниндәй һығымта яһап була? Яҙып ҡуйығыҙ.

Мәҡәләнең дауамы

үҙгәртергә

XVIII быуаттың икенсе яртыһында иген игеү башҡорттар хужалығында үҫешкән тармаҡ булыуы хаҡында тарихи мәғлүмәттәр бар

үҙгәртергә

Мәҫәлән, 1675 йылда башҡорт волостарына ебәрелгән хеҙмәткәр кешеләр шулай хәбәр итә. «.. .ул Нуғай юлында бөтә башҡорттар үҙҙәренең элекке ҡышлауҙарында ер һөрәләр, иген сәсәләр һәм күп бүлмәле ҙур йорттар (хоромдар) төҙөйҙәр»(Материалы по истории Башкирской АССР. 1936. 204-се бит). Өршәк йылғаһы бассейнындағы Байымбәт ауылында 1700 йылда йәшәгән башҡорттарҙың яланда урылмаған игене, элекке йылдарҙа һуғылған ашлығы һәм соҡорҙарҙа күмеп һаҡланған запас ашлығы була (шунда уҡ, 101-се бит). «Башҡорт халҡы ихтилалдарының баҫтырылыуы, хужалыҡтарҙың емерелеүе урман-дала башҡорттарында игенселек эшен туҡтатты, ә урыны менән уны кире яҡҡа йүнәлтте. XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы сығанаҡтарҙа уларҙың игенселеккә ҡарағанда күберәк малсылыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында йышыраҡ ишетелә», — тип яҙа С. В. Кириков (Человек и природа Восточно-Европейской лесостепи в X — вначале XIX в. М., «Наука». 1979. 124-се бит.).

Завод һалдырыусылар башҡорттарҙың ерҙәрен тартып ала башлағас, малсылыҡ өсөн — ер, солоҡсолоҡ өсөн урман наҡыҫ ҡалған, был саҡта инде игенселек элеккесә киң ҡоласлы булмаған. Әлбиттә, башҡорттарҙа бик борондан килгән ер эшкәртеү системаһы йәшәгән. Улар, сәсеүлектәренең уңдырышлылығы кәмей башлағас та, яңы сиҙәм ерҙәр эшкәрткән. Уныһын бер нисә йыл файҙаланғас, яңынан сиҙәм ерҙәр үҙләштергән. Ә шунан элекке «ял иткән» ерҙәргә кире ҡайтҡандар. Шуға күрә башҡорттар ер ашлау өсөн селитралы ерҙәр ҙә, мал тиҙәге лә файҙаланмаған, тип уйларға нигеҙ бар.

Шулай итеп, Кикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булыуы мөмкин түгел. Бында дарыны 1736— 1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал.

Әйтеп үтелгәндәрҙән шундай һығымта яһарға мөмкин: баш күтәреүселәр 1662 йылда туптарҙы (пушкаларҙы) фәҡәт үҙҙәре Башҡортостанда етештергән дары нигеҙендә генә ҡуллана алғандар. Ошо логик фараздарҙан сығып, башҡорттарҙың дары етештерә башлауын беҙ XVII быуат урталарына ҡайтарып ҡалдырабыҙ.

Мәҡәләнең был өҙөгөндә яҙылғандарҙан ниндәй һығымта яһап була? Тимәк, халҡыбыҙ йәйләүҙән йәйләүгә күсеп, бары тик ит ашап, ҡымыҙ эсеп йырлап-бейеп кенә йөрөмәгән. Ә фән нигеҙҙәре менән дә шөғөлләнгән. Ғилем йәһәтенән килгәндә, ул йәшәйеш өсөн үҙенә кәрәк мәғлүмәттәрҙе белгән.

Д. Бураҡаевтың архив материалдарынан

үҙгәртергә

Башҡорттоң булат ҡылысы тураһында «Урал батыр» эпосынан башлап, башҡа күп кенә ижад ҡомартҡыларында телгә алына. Әммә эпоста әйтелгәнсә, «утҡа ҡаршы — ут булыр, һыуға ҡаршы — һыу булыр, йөҙөн тут алмаҫ, үткерлеге кәмемәҫ» булаттың ҡайһы халыҡ уйлап сығарыуы һәм нисек эшләнеүе хаҡында байтаҡ ваҡыт бәхәс бара. Ҡайһы халыҡҡа гына ҡайтарып ҡалдырмайҙар уны. Тик башҡорттар тураһында ғына телгә алмайҙар.

Ниһайәт, Златоуст ҡалаһында Амосов фамилиялы ябай рус инженеры булат ҡылыстың углеродтың билдәле бер температурала иретелеп, яңынан һыуытылғанын асҡан. Ә бит графит менән алмас та шул уҡ углеродтан барлыҡҡа килгән. Тимәк, яһалма алмас яһау ысулына ла яҡын торған башҡорт ирҙәре.

Башҡорт халҡының «Заятүләк менән һыуһылыу» эпосында Тауҙы тауға оҡшатып,

Тимер менән ҡоршатып, —

тигән юлдарҙы уҡығандан һуң, тимер хаҡында ла белгәндәр, тигән фекер ҡала.

«Наука и жизнь» журналында (1973 йыл, 6-сы һан.) А. Лакермандың «Рус алтынының сере» тигән мәҡәләһендә былай тип яҙылған: «Петр борон заманда алтын һәм көмөштө ҡайҙан алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды.

Архивта монах Лоттың батшаға аңлатмаһы һаҡланған. Ул башҡорттарҙың Өфө, Яйыҡ, Исет йылғалары буйында алтын рудаһы барлығын белеүе һәм унда ҡаҙылған соҡорҙар, иретергә ҡулайлаштырылған мейестәр күреүе хаҡында яҙа».

Академиктар Лепехин, Рычков, Паллас һәм башҡаларҙың Көньяҡ Уралда тау эшенең бик борондан башланыуы хаҡындағы мәғлүмәттәре лә бар. Ғалимдар А. А. Берс менән П. А. Дмитриев фекеренсә, был тирәлә тау эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең башҡорттар булыуы ихтимал, сөнки ғалим Г. Ф. Денбецтың антропологик өйрәнеүҙәренән шундай һығымта яһала: тикшерелгән баш һөйәктәре беҙҙең эраның III—V быуаттарына ҡарай һәм хәҙерге башҡорттарға оҡшай.

Тимәк, Көньяҡ Уралда алтын, көмөш, баҡыр табып эшкәртеүселәрҙең беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ булыуы бик тә ихтимал.

Д. Бураҡаевтың архив материалдарында боронғо башҡорттарҙың ҡоралдары һәм ҡорал эшләү оҫталыҡтары тураһында ла, башҡорт уғының, йәйәнең һәм йәйә эшләү өсөн елемдең (келәйҙең) нисек эшләнеүе хаҡында ла мәғлүмәттәр бар. Был мәғлүмәттәр буйынса, башҡорттар елемде кәзә һөтөнән дә, балыҡ ыуылдырығынан да яһағандар.

ХАЛЫҠ МӘҒАРИФЫ ҮҪЕШЕ

үҙгәртергә

Тәрбиә тигән төшөнсә кешелек донъяһы менән бергә бар булған. Һәр быуын үҙен алмаштыраһы быуын хаҡында хәстәрлек күргән: кешелек донъяһы алға барһын, киләсәк быуын аҡыллыраҡ, зиһенлерәк, белемлерәк, һәр яҡлап камилыраҡ, сәләмәтерәк үҫһен, тәрбиәләнһен өсөн тырышҡан, бар көсөн һалған. Шулай булмаһа, беҙҙең быуын бөгөнгө көндә Йыһанды өйрәнә башламаҫ, йәки компьютер аша ғына ҡитғаның төрлө төбәктәре менән хәбәрләшә алмаҫ ине. Заманға ҡарап, тәрбиә алымдары ла үҙгәрә бара.

Әммә һәр халыҡтың үҙенә генә хас тәрбиә алымдары булған һәм ул, замандар үҙгәреүенә ҡарамай, төп нигеҙ булып килә. Бына шуның өсөн дә һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының тәрбиә ҡанундарын өйрәнеүсе ғалимдарыбыҙ ҙа арта бара.

Был — заман талабы. Был йүнәлештә эшләйһе эшебеҙ хәтһеҙ. Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары ижадыбыҙҙа, йолаларыбыҙҙа, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙә, уйындарҙа, балалар уйындарында һаҡланған. Беҙ был хаҡта байтаҡ белдек.

Халыҡ, үҙ фекерен үҙгәрттермәй генә, һәр ҡиммәтле аманатын ҡәҙерләп киләһе быуынға еткерер өсөн, бик күп эпостарын шиғри ҡалыпҡа һалып ижад иткән.

Һуңғы йылдарҙа ҡобайырҙарыбыҙға, бигерәк тә «Урал батыр» эпосына, иғтибарҙың артыуы — ҡыуаныслы хәл. Мәғрифәтселәребеҙ халыҡтың тәрбиәүи ҡанундары менән элек-электән ҡыҙыҡһына килгәндәр. Әммә халыҡтың тәрбиә мәктәбе әлегәсә ныҡлап өйрәнелмәгән.

Әйтәйек, Башҡортостанда белем биреү мәктәптәренең тәү башлап асылыуын ислам диненең инеүе һәм мәсеттәр эргәһендә тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларының барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр. Әммә халыҡ мәктәптәр булмаған осорҙа ла киләһе быуынды тәрбиәләү, уға үҙ белгәндәрҙе өйрәтеү, ғилемле, уҡымышлы абыздарҙан белем алыу тураһында хәстәрлек күргән.

Башҡорт халҡының тарихы ислам дине ингәс кенә башланмаған. Ә халыҡ милләт булып ойошҡан икән, уның тәрбиә ҡанундары ла барлыҡҡа килгән тигән һүҙ. Тик ниндәй булған халҡыбыҙҙың белем биреү усаҡтары? Был йәһәттән дә тикшерәһе, өйрәнәһе, халыҡҡа еткерәһе асыштар байтаҡ әле.

Мәсеттәр төҙөлөү менән бергә ғәрәп яҙмаһы, Ҡөрьән һәм шәриғәт нигеҙҙәрен өйрәтеү өсөн мәктәптәр ҙә асыла. Башҡорттар араһынан үҙ уҡымышлылары үҫә башлай. Алдынғы мәҙрәсәләр барлыҡҡа килә. Стәрлебаш, Ҡарғалы ауыл мәҙрәсәләре иң ҙур һәм тирә-яҡта дан алған мәҙрәсәләрҙән һанала.

1865 йылда Көньяҡ Уралда башҡорт һәм татар ауылдарында 600 мәктәп һәм мәҙрәсә асыла, ә уҡыусылар һаны 20 меңдән ашыу була. XVIII быуаттың 20-се йылдарында рус телле уҡыу йорттары, өйәҙ училищелары асыла башлай, китапханалар ойошторола, китаптар күсереп яҙыу эше йәйелдерелә.

XIX быуат баштарында ҡатнаш мәктәптәр: рус-башҡорт, рус-татар, рус-сыуаш мәктәптәре асыла һәм мәҙрәсәләрҙә донъяуи дисциплиналар (бөгөнгө беҙ өйрәнгән фәндәр) индерелә башлай.

Бөтөн мосолман ижтимағи-сәйәси тормошонда билдәле булған дин әһеле, яҙыусы, публицист, ғалим-мәғри- фәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың, мәғрифәтсе-шағир, ғалим, башҡорттарҙан беренсе булып илде өйрәнеүсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың, врач-мәғрифәтсе, башҡорт филологы Мстислав (Мөхәммәтхан) Ҡулаевтың, Әлмөхәмәт Ҡыуатовтың һәм башҡа зыялыларҙың был йәһәттән байтаҡ хеҙмәттәре билдәле. Улар үҙ заманында мәғрифәтселек менән ихлас шөғөлләнгәндәр.

Мәғрифәтселек идеяларын Әлмөхәмәт Ҡыуатов әүҙем күтәреп сыға. Ул үҙе 1827 йылда Ҡазан университетының философия факультетының тел бүлексәһен тамамлай. Донъяуи милли мәктәптәр асырға булышлыҡ итә. Ырымбур генерал- губернатор канцелярияһында тәржемәсе булып эшләй.

1867 йылда генерал-губернатор Н. А. Крыжановскийға «Башҡорт халҡының фәҡирлеккә төшөү сәбәптәре» тигән яҙма тапшыра. Төп сәбәптәрҙең береһен ул наҙанлыҡта күрә һәм донъяуи фәндәр уҡытылған мәктәптәрҙе арттырыу тураһында ла фекерен әйтә.

1917 йылда инде мәғариф системаһында бик ҙур үҙгәрештәр башлана. Мәктәп менән сиркәү айырыла. 1921 йылда грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү, мәжбүри уҡытыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ликбез (ликвидация безграмотности) пункттары асыла, ауылдарға уҡытыусылар ебәрелә. Был бик оҙайлы эш була.

Ошо осорҙа йәҙитселек тәғлимәттәре тарала башлай. Йәҙитселәр дини фанатиктарҙы тәнҡитләйҙәр. Фән менән мәҙәниәтте үҫтереү өсөн көрәшәләр, гәзиттәрҙе туған телдә сығарыу, мәҙәни-ағартыу учреждениелары асыу мәсьәләһен күтәрәләр.

1890 йылдарҙа Хөсәйениә, Ғосманиә, Рәсүлиә мәҙрәсәләрендә донъяуи фәндәр уҡытыла һәм профессиональ уҡытыусылар әҙерләү эше башлана. 1920 йылдарҙа ғәрәп графикаһынан латинға (яңы әлиф) күсеү башлана.

1939 йылда инде БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән кириллицаға күсеү башлана. Күсеү осоро бер юлы ғына, береһен юҡ итеп, икенсеһен таратыу юлы менән бармай. Гәзиттәр ике графика нигеҙендә баҫыла. Мәктәптәрҙә лә шулай уҡ уҡытыу ике графика нигеҙендә алып барыла. (Кириллица графикаһы нигеҙендә белем алыусы башҡорттар ғәрәп һәм латин графикаһы менән яҙылған ҡомартҡыларҙан, тарихыбыҙҙан айырыла.)

1930 йылдарҙа уҡытыусылар әҙерләү өсөн педтехникумдар асыла башлай. 1920 йылда төҙөлгән Халыҡ мәғарифы практик институты 1929 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына үҙгәртелә (бөгөн ул Башҡорт дәүләт университеты).

1933 йылда Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институты ойошторола.

Һығымта яһайыҡ

үҙгәртергә
  • Башҡорттар уҙ йәшәйештәрендә мөһим булған бар нәмәне лә тиерлек уҙ ҡулдары менән эшләгән. Киндер ебенән, кәзә дебетенән, һарыҡ йөнөнән, тиренән кейем- һалым етештереүҙән башлап, яу өсөн ҡоралды ла, дарыны ла үҙҙәре эшләгән.
  • Үҙенсәлеген белмәгән үләне булмаған, ризыҡ менән дауаланыу бик юғары кимәлдә торған. Металл эшкәртә алғандар, булат ҡойғандар.
  • Бынамын тигән уңмаҫ буяу ҡайнатҡандар.
  • Музыка ҡоралдары яһағандар.
  • Уҡымышлы кешеләр ҙә байтаҡ булған.
  • Халыҡ ижадын йыйыу менән шөғөлләнгәндәр.
  • Тарих өйрәнгәндәр, шәжәрә алып барғандар.

XVIII быуатта башҡорт Исмәғил Тасимов Санкт-Петербургта Тау академияһына нигеҙ һала, аталы-уллы Уразмәтовтар нефтте фәнни нигеҙҙә өйрәнеү тураһында мәсьәлә күтәреп сығалар. Данлыҡлы дворян Ҡыуатовтар башҡорт егеттәрен уҡытыу хәстәрлеген үҙ өҫтәренә алалар.

Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының ғилемгә, белем алыуға, төрлө фәндәрҙе өйрәнеүгә ынтылышы элек-электән көслө булған.

БАШҠОРТОСТАН ФӘНДӘР АКАДЕМИЯНЫ

үҙгәртергә

Башҡортостан ғалимдары

үҙгәртергә

Башҡортостанда 1930 йылдарҙа фән эре аҙымдар менән алға китә.

Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла, ә 1931—1932 йылдарҙа бер нисә ғилми үҙәк: Башҡортостан ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороу ғилми-тикшеренеү институты, Тупраҡ-ботаник институт, Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты, Марксистик-ленинсы педагогика институты, Промышленность ғилми-тикшеренеү институттары барлыҡҡа килә.

1951 йылда СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы булдырыла. Ул Тау-геология институтын, Биология институтын, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын, Органик химия һәм экономик тикшеренеүҙәр институттарын берләштерә.

Башҡортостан ғалимдары ер аҫты байлыҡтары тикшереү, тупраҡ өйрәнеү, нефть, газ һәм руда ятҡылыҡтарын тикшереү, юғары уңдырышлы иген культуралары булдырыу, үҫемлек биологияһын өйрәнеү һәм шулай уҡ гуманитар фәндәр өлкәһендәге эҙләнеүҙәре, тикшеренеүҙәре менән байтаҡ алға киттеләр.

Башҡорт халҡы фәндең төрлө тармаҡтары буйынса бик күп һәләтле ғалимдар үҫтерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзалары

үҙгәртергә
  • Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы. Теоретик һәм клиник медицина өлкәһендә белгес. 1995 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Вәхитов Венер Абсатар улы. Молекуляр биология өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы. Клиник медицина өлкәһендә белгес. 1995 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Ғимаев Рәғиб Насретдин улы. Техник химия өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Ғосманов Үзбәк Ғосман улы.Иктисад өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы. Механика өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Имашев Урал Булат улы. Химия өлкәһендә белгес. 1995 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Йәмилев Өҫәйен Мәмәт улы (Джемилев Усеин Мәмәт улы). Нефть химияһы һәм катализ өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Казанцева Тамара Тимофеевна. Теоретик геология өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Кайбышев Оскар Әкрәм улы. Машиналар эшләү өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы. Геология өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Кузеев Раил Ғүмәр улы. Тарих өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Мағазов Риза Шәйехйән улы.Микробиология өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Минскер Карл Самойлович. Техник химия өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы. Иктисад, философия, хоҡуҡ өлкәһендә белгес. 1995 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Напалков Валентин Васильевич. Математика өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы. Органик химия өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы. Лингвистика өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
  • Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы. Философия һәм социология өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

һәм социология

  • Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы. Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы өлкәһендә белгес. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы

үҙгәртергә

Күҙ ауырыуҙары буйынса иң атаҡлы белгестәребеҙҙең береһе — врач-офтальмолог, медицина фәндәре докторы, профессор Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев. Ул етәкселек иткән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институты — Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу базаһы.

Бында М. Т. Аҙнабаевтың фәнни мәктәбе эшләй. Институт балалар офтальмологияһының ; фәнни нигеҙҙәрен өйрә- нә, күреү органы зарарланған кешеләрҙе комплекслы дауалау һәм һауыҡтырыуҙы ғәмәлгә ашыра.

Ил күләмендә беренселәрҙән булып тыумыштан ҡара ҡылау (катаракта) менән ауырыған сабый балаларға, тыуғандың тәүге көндәренән үк микрохирургик операция яһауҙың эффектлылығы һәм операциянан һуң 6—7 көнгә йомшаҡ контактлы линзалар ҡулланыу мөмкинлеге иҫбатланды.

Ғалим М. Т. Аҙнабаев офтальмохирургия өсөн микроинструменттар эшләүгә, балалар офтальмологтарының ғилми мәктәбенә нигеҙ һала. Ғалим үҙ инициативаһы менән илебеҙҙең Урал һәм Көнбайыш Себер төбәктәрен хеҙмәтләндереүсе Өфө өлкә-ара күҙ микрохирургияһы үҙәгенә етәкселек итә.

Республикабыҙҙың иң алыҫ райондарына, республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәтә. Ул Бөтөн донъяға данлыҡлы күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү Бараккер институтының (Барселона ҡалаһы) почетлы ағзаһы. <!— — >

Башҡортостан һәм башҡорттарҙы өйрәнеүсе Рәсәй һәм сит ил һәм рус ғалимдары, яҙыусылары, илселәре

үҙгәртергә
  • Алтон Стюарт Донелли. Уның «Завоевание Башкирии Россией в 1552—1740 гг.» исемле китабы 1968 йылда АҠШ-та нәшер ителә.
  • П. И. Рычков, П. С. Даллас, И. И. Лепехин, С. Т. Аксаков, Р. Г. Игнатьев, С. И. Руденко, И. Н. Георги, И. П. Фальк, Н. П. Рычков, В. И. Даль, В. И. Филоненко, С. Р. Минцлов, И. М. Гвоздикова, С. Шитова, Е. В. Кучеров һәм башҡа бик күптәр башҡорт иле һәм башҡорт халҡы менән ҡыҙыҡһынып, төрлөһө төрлө өлкәлә тикшеренеүҙәр алып барған, үтә лә ҡиммәтле мәғлүмәттәр ҡалдырған. Уларға беҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Юғиһә, үҙ тарихыбыҙҙы ла ныҡлап белмәҫ көйө һәм «башҡорттоң яҙмаһы ла, ғилеме лә булмаған» тигән фекергә ышанып, үҙебеҙҙе үҙебеҙ кәмһетеп йәшәр инек.
  • Сит ил архивтарында һәм китапханаларында бик күп мәғлүмәттәр һаҡланыуы билдәле. Бер нисә сит тел белгән йәш тарихсы ғалим Салауат Ғәлләмов шул материалдарҙы өйрәнеү мөмкинлеге табып, байтаҡ ҡына фәнни хеҙмәт баҫып сығарҙы.

Беҙҙең арағыҙҙан телдәр өйрәнеүгә маһир ғалимдарыбыҙ үҫеп сығып, үҙ халҡыбыҙ хаҡында өҫтәмә мәғлүмәттәр табып, бөгөнгө ғилеме- беҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе донъя кимәленә алып сығырлыҡ асыштар яһаһа, халҡыбыҙҙың ҙур мәҙәниәтле, ғилемле, һәнәрле булыуын иҫбат итеп, мәртәбәһен арттырыр ине.

Башҡорт ғалимдарының бөтөнөһө лә тиерлек ғилми хеҙмәттәренән тыш фәнни-популяр әҫәрҙәр яҙыуға маһирҙар. Уларҙың хеҙмәттәре айырым китап булып та нәшер ителде, гәзит-журналдарҙа ла баҫыла.

  • Ҡадир Тимерғазин, Миңнеәхмәт Моталов, Диҡҡәт Бураҡаев — геология, Вәрис Ғүмәров, Марат Аҙнабаев, Марат Мырҙанов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Вәсилә Ваһапова, Мәхмүзә Ғәйнуллина — медицина, Мазһар Иҫәнбаев — иҡтисад, Әнүәр Әсфәндиәров, Марат Ҡолшәрипов, Рим Йәнгужин, Ирек Аҡманов, Роза Буканова, Диас Йәнтурин — тарих, Нәжип Вәлитов — химия, Дамир Вәлиев, Зөһрә Рәхмәтуллина — философия, Наил Бикбулатов — этнография, Зиннур Ураҡсин — лингвистика, Рәшит Шәкүр — топонимика, Әхмәт Сөләймәнов, Салауат Галин — фольклористика, Нияз Мәжитов, Әлфиә Солтанова, Ринат Йосопов — археология, Барый Кәлимуллин — архитектура, Өлфәт Ҡобағошов — скульптура, Вадим Сафин, Гөлшат Үҙбәкова — психология, Рим Вәлиәхмәтов — социология, Лидия Нагаева, Әлмира Йәнбухтина һәм башҡаларҙың сәнғәт тураһында яҙылған популяр хеҙмәттәре халыҡтың төрлө әлкәлә мәғлүмәтен күтәреүҙә, мәғрифәтселек эшендә ныҡ ярҙам итә.
  1. Һанап үтелгән ғалимдарҙың береһенең, һайлап алып, фәнни-популяр әҫәрен өйрәнегеҙ. Әҙәби әҫәр менән фәнни- популяр әҫәрҙең һәм фәнни-популяр әҫәр менән фәнни әҫәрҙең айырмаһын әйтегеҙ.
  2. Фәнни-популяр мәҡәләләр яҙыуҙың ниндәй әһәмиәте бар?

УҠЫУ ЙОРТТАРЫ

үҙгәртергә
  • Башҡорт дәүләт медицина университеты. Өфөлә был уҡыу йорто 1932 йылда эшләй башлай. 1995 йылға тиклем институт, шунан университет итеп үҙгәртелә. Юғары уҡыу йортонда 5 факультет бар: педиатрия, юғары белемле шәфҡәт туташтары әҙерләү, дауалау, стоматология, фармацевтика.
  • Башҡорт дәүләт педагогия университеты. 1967 йылда асыла. Филология, физика-математика, сит ил телдәре, тарих, тәбиғәт-география, художество-графика, педагогика һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар психологияһы, физкультура, башҡорт филологияһы факультеттары эшләй. Университет составына Сибайҙағы филиал, социология лаборатор иҫәпләү үҙәге, агробиостанция инә.
  • Башҡорт дәүләт университеты. 1929 йылда Өфөлә К. А. Тимирязев исемендә Башҡорт дәүләт педагогия институты асыла. 1957 йылда ошо институт ерлегендә Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты ойошторола һәм Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһенә әйләнә. Университетта 12 факультет бар: математика, физика, химия, биология, география, иҡтисад, тарих, юридик, дөйөм техник, филология, башҡорт филологияһы һәм журналистика, роман-герман филологияһы.
  • Башҡортостан дәүләт аграр университеты. 1930 йылда институт булараҡ асыла. 7 факультет эшләй: иҡтисад, урман хужалығы, тәбиғәтте төҙөкләндереү, ауыл хужалығын механизациялау, агорономия, зооинженерия, ветеринария. Уҡыу-тәжрибә хужалығы, урман хужалығы, тәжрибә баҫыуы, уҡыу-өйрәнеү умарталығы һәм машиналар паркы бар. Белгестәр 10 йүнәлештә әҙерләнә. Агрономия, зоотехния, ветеринария, ауыл хужалығын механизациялау, бухгалтер иҫәп-хисабы һәм аудит, иҡтисад һәм аграр производствоға идара итеү, территория тәбиғәтен һаҡлау һәм төҙөкләндереү, урман һәм урман паркы хужалығы, ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу, мелиорация, рекультивация һәм ерҙе һаҡлау.
  • Өфө дәүләт авиация техник университеты. Был юғары уҡыу йорто Рыбинскиҙа авиация институты була һәм, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Өфөгә күсерелә. 1942 йылдан Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты тип йөрөтөлә. Көндөҙгө бүлектә 7 факультет эшләй. Авиация двигателдәре, авиация технологияһы, авиация приборҙары эшләү системалары, иҡтисад, информатика һәм робот техникаһы, гуманитар белем биреү, дөйөм ғилем кафедраһы факультеттары, ә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы эргәһендәге киске бүлексәләрҙә 3 факультет эшләй.
  • Өфө дәүләт нефть техник университеты. 1941 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты филиалы эвакуациялана. 1948 йылда ошо филиал базаһында айырым институт ойошторола. 1993 йылдан башлап Өфө дәүләт нефть техник университеты итеп үҙгәртелә. 6 факультеты бар: тау-нефть, технология, үткәргес торба транспорты, иҡтисад һәм производствоны автоматлаштырыу, геология-геофизика, төҙөлөш-архитектура. Салауат, Стәрлетамак, Октябрьский ҡалаларында 3 филиалы эшләй.
  • Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. 1968 йылда асыла. 2003 йылда академия исеме бирелә. Бөгөнгө көндә институтты ойоштороусы һәм тәүге ректоры композитор Заһир Исмәғилев исемен йөрөтә. 3 факультет эшләй. Музыка, театр һәм художество. Академия башҡарыусы музыканттар, композиторҙар, йырсылар, актерҙар, театр һәм кино режиссерҙары, педагогтар, методистар, ижади тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе белгестәр, рәссамдар, дизайнерҙар, сәхнә биҙәү рәссамдары әҙерләй.
  • Өфө технология сервис институты. 1971 йылда Мәскәү технология институтының Өфө филиалы асыла. 1994 йылдан башлап ул Өфө технология сервис институтына әйләнә. 7 факультеты бар. Механик-технология, кейем технологияһы һәм дизайны, финанс, химик-технология, хеҙмәт күрһәтеү сфераһы иҡтисады, киске һәм ситтән тороп уҡыу, белгестәрҙе әҙерләү буйынса махсус факультет бар.
  • Өфө юридик институты. Был институт Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығына ҡарай. 1971 йылда Өфө махсус урта мәктәбе асыла. 1992 йылда РФ МВД-һының Өфө юғары мәктәбе итеп үҙгәртелә, 1996 йылдан алып хәҙерге исем менән атала. Холоҡ төҙәтеү органдары системаһында эшләү, енәйәтселек менән көрәшеү өсөн белгестәр әҙерләй.
  • Өфө сәнғәт училищеһы. Башҡортостан сәнгәтен үҫтереүҙә Өфө сәнғәт училищеһының роле бик ҙур. Сәнғәт йүнәлешендә юғары уҡыу йорто асылмаған саҡта уҡ, беҙҙең данлыҡлы рәссамдарыбыҙ, музыка әһелдәре, йырсыларыбыҙ, музыканттарыбыҙ, хатта композиторҙарыбыҙ ҙа ошо училищела белем алған.
  • 1922 йылда Башҡорт музыка техникумы итеп асыла. 1926 йылда Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы итеп үҙгәртелә. 1960 йылдан башлап Өфө сәнғәт училищеһына әйләнә. Училищеның музыка һәм художество бүлексәләре бар. Белгеслек бүлеге 10: фортепиано, вокал, ҡыллы, тынлы, халыҡ музыка инструменттары, хор-дирижер, музыка теорияһы, башҡорт халыҡ инструменттары, эстрада музыка сәнғәте, художество. 600 урынлыҡ концерт залы бар. Училищены тамамлаусыларға балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, хор, ансамбль, оркестр артисы, ижади коллектив етәксеһе, концертмейстер, рәссам, скульптор, дизайнер, декоратив-ғәмәли сәнғәт рәссамы, театр һәм кино рәссамы, рәссам-бутафор квалификациялары бирелә.
  • Хореография училищеһы. Был училище Өфөлә 1986 йылда асыла һәм аҙ ғына ваҡыт эсендә бик юғары уңыштарға өлгәшә. Классик һәм халыҡ бейеүҙәре бүлексәләрен тамамлаған йәштәр илебеҙҙең төрлө сәхнәләрендә сығыш яһайҙар. Уларҙы хатта сит илдәргә лә саҡыралар. Училищела республикабыҙҙың күренекле балет артистары Л. Ҡыуатова, Ф. Нафиҡова, Р. Абсатарова, В. Ғәлимова, Ш. Тереғолов, Ю. Ушанов, Л. Шапкиналар йәш һәләттәр әҙерләүгә үҙ оҫталыҡтарын, маһирлыҡтарын йәлләмәй, йөрәк йылыһы биреп эшләйҙәр.
  • Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты. 1954 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты нигеҙендә ойошторола. Филология, физика-математика, тарих, технология-иҡтисад, педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеттары эшләй.

Бөрө дәүләт педагогия институты. 1952 йылда Бөрө уҡытыусылар институты (1939) нигеҙендә барлыҡҡа килә. Институтта 6 факультет эшләй: физика һәм математика, рус теле һәм әҙәбиәте, биология һәм химия, сит ил телдәре, мәктәпкәсә йәштәге балалар педагогикаһы һәм психологияһы, педагогика һәм башланғыс класс уҡытыу методикаһы.

  • Быларҙан тыш бик күп училище, техникумдар, Мәскәү юғары уҡыу йорттарының филиалдары, Өфөләге юғары уҡыу йорттарының башҡа ҡалаларҙағы филиалдары эшләй.

М. Н. Арыҫланов (1910-2003) В.Э. Меос (1940) А.Д- Бурзянцев (1928-2003) Ҡ.С. Дәүләткилдеев (1887- 1947) Б. Ф. Домашников (1924-2003) Ғ. Ш. Имашева (1914- 1995) А.А. Кузнецов (1920- 1990) А.П. Лежнев (1885- 1956) Ә.Ф. Лотфуллин (1928) Р. М. Нурмөхәмәтов (1925- 1986) М. В. Нестеров. Автопортрет М.В. Нестеров. Наташа Нестерова (баҡсала) Ҡ.С. Дәүләткилдеев. Башҡорт өйө күтәрмәһе Ә.Х. Ситдикова. Башҡорт балы

В.С. Сыромятников. Ҡатындар яғында ҡунаҡ һыйлау. 1930 Б. Ф. Домашников. Ҡоштар китте. 1969 Р.Г. Ғүмәров. «Мәрхәмәтле ҡуян» В.Д. Дианов. Йыр. I өлөш. 1968. Монотипия окиәтенә иллюстрация. 1967 В.Д. Дианов. Йыр. II өлөш. 1968. Монотипия А.А. Кузнецов. Салауаттан һорау алыу. 1955 Р. Нурмөхәмәтов. Алжир төнө. Ә. Лотфуллин. Башҡорт өйө. һике. r А.П. Шутов. Башҡорт килене. 1969 Б.Д. Фузеев. Ш. Хоҙайбирҙин портреты. 1964

Ю. С. Грушевский Айыу алыу. 1969 М. Якубов. Быуат. 1968 Г.Г. Пронин. Панно. «Сәнғәт». 1969 М.Н. Арыҫланов. Биҙенең «Кармен» операһына декорация эскизы. 1968 Ғ.Ш. Имашева. М. Кәримдең «Ай тотолған төндө» спектакленә декорация эскизы Хөсәйен Әхмәтов (1914- 1993) Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895- 1939) Заһир Исмәғилев (1917-2003) Таһир Кәримов (1912- 1978) ■ Рәүеф Мортазин Камил Рәхимов (1910- 1994) (1900- 1978) Нариман Сабитов (1925- 1971) Халиҡ Займов (1914- 1977)

БАШҠОРТОСТАН МАТБУҒАТЫ

үҙгәртергә

Өфөлә 1838 йылда тәүге рәсми аҙналыҡ баҫылып сыға. Ырымбур менән Өфө бер губерна булғанлыҡтан, гәзит «Оренбургские губернские ведомости» тип атала.

1865 йылда губерналар бүленгәс, ул гәзит «Уфимские губернские ведомости» тип исемләнә башлай. «Уфимский листок объявлений» тигән хосуси гәзит тә сығарыла.

1879 йылдан башлап «Уфимские епархиальные ведомости» тигән журнал нәшер ителә башлай ҙа 1917 йылда туҡтатыла. (1991 йылдан башлап ошо исемдә гәзит яңынан тергеҙелә.)

Октябрь революцияһынан һуң партия гәзиттәре өҫтәлә. 1920 йылдан башлап Крәҫтиән депутаттарының губерна Советы рус телендә «Крестьянский депутат», ә төрки телендә «Ауыл халҡы» тигән гәзит сығара.

Ошо йылдарҙа милли матбуғат тыуа. Өфөлә һәм Ырымбурҙа төрки телендә 10 гәзит һәм журнал сығарыла. Ырымбурҙа сатирик гәзиттәр, 1908 йылда «Шура», 1915—1917 йылдарҙа «Ҡармаҡ» һәм башҡа сатирик журналдар нәшер ителә.

Троицк ҡалаһында Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә «Аҡмулла» тип аталған һүрәтле юмористик журнал нәшер ителә башлай. Шәйехзада Бабич үҙенең тәүге шиғырын ошо журналда баҫтыра.

Ырымбурҙа — «Ваҡыт» (1906—1908), Троицкиҙа — «Сибирия» (1912), Өфөлә — «Тормош» (1913—1918), Ырымбурҙа «Урал» гәзиттәре нәшер ителә һәм киң тарала, «Урал» гәзитенең тиражы хатта 4 меңгә етә, 1905— 1907 йылғы революция еңелгәндән һуң ябыла һәм фәҡәт 1917 йылдан һуң ғына Ырымбур ҡалаһында «Яңы ваҡыт» гәзите сыға башлай.

1917 йылда «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» нәшер ителә һәм июль айында «Башҡорт» тип үҙгәртелә. Ырымбур һәм Силәбе ҡалаларында сығарылған был гәзит башҡорттарҙың тәүге баҫма органы була һәм берҙәмлек идеяһын пропагандалай.

1918 йылда Башҡортостандың ваҡытлы революцион Советы органы булған «Башҡортостан» гәзите сығарыла, Бәләбәйҙә — «Ярлы тауышы», Ырымбурҙа «Башҡорт тауышы» тигән һәм башҡа бик күп большевистик гәзиттәр ҙә, революцияны яҡлаусы һәм уға ҡаршы фекерҙә булғандары ла баҫыла. Ҡыҫҡаһы, 1917—1918 йылдарҙа 40-ҡа яҡын төрлө гәзит һәм журнал донъя күрә.

1919 йылдан башлап Өфө һәм Бәләкәй Башҡортостандағы ваҡытлы матбуғат партия һәм хөкүмәт органдарына күсә. Өфөлә 1919 йылда «Красный стрелок», «Большевик», «Ҡыҙыл юл», һуңынан «Шәреҡ ярлылары», «Урал» гәзиттәре сыға.

Башҡорт хөкүмәте Совет яғына күскәндән һуң «Башҡортостан хәрби инҡилабы комитетының мөхбире», 1919 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Ҡыҙыл батыр», «Ҡыҙыл һабансы», «Ҡыҙыл ҡурай», 1921 йылдан — «Мәғариф эштәре» журналы сыға башлай.

Петроградта Башҡортостандың сәйәси бүлеге «Салауат» гәзитен нәшер итә (1919—1920), 1921 йылда тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башҡорт телендә «Азат ҡатын», йәштәр өсөн «Йәш йөрәк» һәм «Ҡыҙыл Урал» (Темәстә) гәзиттәре баҫыла.

Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң, гәзиттәр берләштерелә. 1922 йылда «Башҡортостан» гәзите, «Бабич» журналы, 1923 йылда «Яңы юл» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналы, йәштәр өсөн төрки телендә «Йәш юҡһыл», 1925 йылдан «Ьәнәк», «Кабан», республика тарихы, этнографияһы, географияһы буйынса материалдар баҫыусы «Башҡорт аймағы» гәзите (1929 йылға тиклем), йәштәр өсөн башҡорт телендә «Башҡортостан йәштәре» (1929—1941) гәзите сыға.

1929 йылда ҡатын- ҡыҙҙар өсөн журнал сығарыу аяҡҡа баҫтырыла («Яңы юлда» тип атала), балалар өсөн «Керпе», аҙаҡ «Пионер» һәм «Аманат» журналы сығарыла.

1930 йылдарҙа райондар ойошторола башлағас, район гәзиттәре сығарыла башлай. Башҡорт телендә — 9, рус телендә — 8, татарса — 8, башҡа телдәрҙә — 2, ә инде 1933 йылдарҙа сыуаш, мари, удмурт телдәрендә лә гәзиттәр нәшер ителә башлай.

Бөгөнгө көндә 270-кә яҡын ваҡытлы матбуғат баҫмалары сығарыла.

Башҡорт телендә нәшер ителгән журналдар һәм гәзиттәр

үҙгәртергә
  • «Ағиҙел» журналының беренсе һаны 1923 йылдың мартында «Яңы юл» исеме менән сығарыла ла артабан бер нисә тапҡыр үҙгәртелә: 1927 йылдан — «Сәсән», 1930 — «Октябрь», 1949 — «Әҙәби Башҡортостан», 1961 йылдан «Ағиҙел» исемендә сыға.
  • «Аманат» — мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публи- цистик журнал. 1929 йылдың мартынан «Керпе» исеме менән сыға башлай. 1936 йылдан — «Пионер» һәм 1991 йылдан — «Аманат» тип атала. Ойоштороуҙы башлаусы һәм тәүге мөхәррире — шағир М. Хәй.
  • «Һәнәк» журналы. Айына ике тапҡыр баҫыла торған сатирик-юмористик журнал. 1925 йылдан алып нәшер ителә. 1937 йылда ябыла ла 1956 йылда яңынан сыға башлай.
  • «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы. Ай һайын сыға торған ғилми-педагогик һәм методик журнал.
  • 1920 йылда — «Мәғариф эштәре» исеме менән баҫыла башлай ҙа 1924 йылда «Белем», 1931 йылдан — «Культура революцияһы», 1936 йылдан башлап «Башҡортостан уҡытыусыһы» булып сыға.
  • 1968 йылдан башлап ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» әҙәби-нәфис журналы сығарыла башланы.
  • «Аҡбуҙат» — мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн башҡорт телендә 1991 йылдан башлап сығарылған журнал.
  • «Шоңҡар» — йәштәр өсөн беренсе ижтимағи-сәйәси журнал. 1993 йылдан алып ике айға бер тапҡыр сығарыла.
  • «Ватандаш» — ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис айлыҡ журнал. 1996 йылдан башлап сыға.
  • «Тамаша» — 1995 йылдан башлап нәшер ителә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы.
  • «Башҡортостан» гәзите. Көн һайын сыға торған ижтимағи-сәйәси гәзит. 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башҡортостан хәбәрҙәре» булып сығып килгән гәзит 1922 йылдан башлап башҡорт һәм татар телдәрендә «Башҡортостан» исеме менән, 1924 йылдан башҡорт телендә генә, 1937 йылдан башлап — «Ҡыҙыл Башҡортостан», 1951 йылдан «Совет Башҡортостаны» һәм 1990 йылдан башлап тағы «Башҡортостан» исеме менән сыға.
  • «Йәшлек» — аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Йәштәр өсөн ижтимағи-сәйәси гәзит. 1923 йылдан «Йәш юҡһыл» (юҡһыл — иҙелгән, ярлы кеше тигән һүҙ), 1930 йылдан алып — «Йәш коммунар» исеме менән сыға. Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа нәшер ителмәй. 1951 йылда рус һәм башҡорт телдәрендә «Ленинең» — «Ленинсе» исеме менән яңынан донъя күрә башлай. 1990 йылдан башлап «Йәшлек» исеме менән үҙ аллы баҫма булып сыға.
  • «Йәншишмә» — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған республика гәзите. 1930 йылдан башлап латин хәрефтәре менән «Йәш төҙөүсе» исеме менән сыға башлай ҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуң байтаҡ ваҡытҡа туҡтатыла. 1959 йылдан — «Башҡортостан пионеры», 1991 йылдан «Йәншишмә» тигән исем менән сыға.

«Киске Өфө», нигеҙҙә, баш ҡала халҡы өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ республика халҡы тормошо ла сағылдырылған гәзит. 2002 йылда нәшер ителә башлай.

  • Мөмкинлектән сығып, баш ҡала йәки район үҙәгенә редакция һәм типографияға экскурсияға барыу, журналистарҙың һәм полиграфистарҙың эше менән танышығыҙ. *Редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәрегеҙ.
  • Район гәзитенең тарихы менән ҡыҙыҡһынығыҙ.

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ БӨГӨНГӨ ЙӘШӘЙЕШЕ

үҙгәртергә

Башҡортостандың сәйәси хәле

үҙгәртергә

Кешелек донъяһында бер нәмә лә, шул иҫәптән, милләттәр ҙә үҙгәрешһеҙ тормай. Сифат яғынан да, һан яғынан да үҙгәреш кисерә ул. Барлыҡҡа килә, юғала, ҡатнаша, йотола.

Әммә һуңғы йылдарҙа был күренеш йылдамыраҡ бара, сөнки иҡтисади бәйләнештәр, мәҙәни аралашыуҙар киңәйгәндән-киңәйә. Әйтәйек, XX быуат башында 6 меңгә яҡын этнос йәшәһә, бөгөнгө көндә йөҙәрләп юғала. Улар араһынан мәҙәни яҡтан иң ныҡ үҫешкән милләттәр, әлбиттә, бирешмәй. Мәҙәни үҫешкә тотош милләттең һәм милләттең айырым вәкиленең дә аң кимәле йоғонто яһай. Ьәр халыҡ үҙ йөҙөн, үҙен һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙе сара күрергә тейеш.

Башҡортостан Республикаһы бик үҙенсәлекле, айырым иғтибарға лайыҡ төбәктәрҙең береһе. Иң элек ул күп милләтле булыуы менән айырыла. Милли составының төрлөлөгө уның милли сәйәсәтенә лә йоғонто яһай.

Төрлө милләттәрҙең мәнфәғәте дәүләттең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә: һәр милләттең үҫешен, тулы ҡанлы йәшәйешен тәьмин итеүгә ынтылыш һөҙөмтәһендә республикабыҙҙа тотороҡлолоҡ һаҡланып килә. Рәсәйҙең иң үҙәгендә урынлашҡан республикабыҙҙа мәҙәни һәм дини яҡтан төрлө- төрлө халыҡтар бер туғандай татыу йәшәй.

Башҡортостан Республикаһы үҙенең тотороҡло йәшәйеше менән Рәсәй кимәлендә генә түгел, донъя кимәлендә лә киң билдәле. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә тайпылыштар, сыуалыштар, аңлашылмаусанлыҡтар булған саҡта ла Башҡортостан үҙ ерендә именлекте, татыулыҡты һаҡлап алып ҡала килә.

Башҡортостанда милләт-ара татыу йәшәүҙең быуаттарға һуҙылған традицияһы бар. Башҡорт халҡы борон-борондан татыу йәшәүҙе, үҙ-ара һәйбәт мөнәсәбәтте өҫтөн ҡуйған. Уның тарихында илгә баҫып инеү, башҡаларҙың именлегенә ҡул һуҙыу тигән осраҡ юҡ. Ул үҙ бәҫен һаҡлаған, әммә башҡаларҙың мәнфәғәтенә ҡул һуҙмаған. Быуаттар буйы күсә килгән был ҡиммәт, әлбиттә, бөгөнгө көндә республикабыҙҙың сәйәси тормошона ла ҙур йоғонто яһай.

Республика етәкселегенең төп маҡсаты — Кеше мәнфәғәте. Кешенең матди ихтыяжы менән бер рәттән рухи үҫешен ҡәнәғәтләндереүгә лә ныҡ иғтибар ителә. Республикабыҙҙа 11 башҡорт, рус һәм татар театры бар. 8 телдә гәзит һәм журнал нәшер ителә. 15 төрлө милләт балалары мәктәптәрҙә үҙ телен өйрәнә. Радио тапшырыуҙар башҡорт, рус, татар телдәрендә даими алып барыла, шулай уҡ сыуаш, мари, удмурт, украин, мордва телдәрендә лә тапшырыуҙар бар. Бөтөн республикала башҡорт телендә 37 гәзит һәм журнал нәшер ителһә, татар телендә улар — 28.

Әммә шул уҡ ваҡытта республикаға исем биргән, уның үҙаллылығын һаҡлап торған башҡорт халҡының артабанғы яҙмышы ла республика етәкселеге күҙ уңынан ысҡынмай. Сөнки тупланып йәшәү, үҙ төйәктәрендә ҡалыу һәм социаль үҫеш буйынса башҡорттар республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙан арттараҡ ҡала.

Юғары белем алыу буйынса ла, етәкселек вазифаһы биләү яғынан да маҡтанырлыҡ түгел. Халҡыбыҙҙың күп өлөшө ауыр физик хеҙмәт менән мәшғүл. Кеше ауыр физик хеҙмәт менән күберәк шөғөлләнгән һайын, белемен үҫтереүгә ваҡыты ла, хәле лә, теләге лә ҡалмай. Бындай йәшәү айырымлыҡҡа, үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡайғыртыуға килтерә. Ә халыҡта дөйөм маҡсат, уртаҡ идеал, уртаҡ мәнфәғәт юғала барған һайын, ойошҡанлыҡ та ҡаҡшай.

Быларҙы һеҙ йәштән белеп үҫергә тейешһегеҙ. Тарҡау халыҡ бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙмай, уның һәр вәкиле фәҡәт үҙ мәнфәғәтен генә нығыраҡ хәстәрләй башлай. Тарҡаулыҡ мәҙәни яҡтан артталыҡҡа килтерә, сөнки мәҙәни ҡаҙаныштар — халыҡты туплап, тарҡатмай тороусы төп шарттарҙың береһе. Бигерәк тә республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙы туплаусы төп шарт — ул мәҙәни уртаҡлыҡ.

Заман тиҙлеге етеҙ. Күҙ асып йомған арауыҡта үҙгәреп тө ҡуйҙы: яңы ғына үҙаллылыҡ яуланды, тип тантана итһәк, бөгөн килеп ул ҡаҡшай башланы. Суверенлыҡтың ҡаҡшатылыуының төрлө кире күренештәргә килтереүе ихтимал.

Әйтәйек, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсеһе ныҡлы суверенлыҡ яулау шарттарында үтһә һәм Башҡортостан менән Рәсәй Федерацияһы мөнәсәбәттәре тормошсан демократик идеялар һәм федератив принциптар нигеҙендә (тимәк, республикабыҙ Рәсәйгә үҙ аллы дәүләт кеүек) ҡушылһа, Икенсе ҡоролтай иһә бөтөнләй башҡа тарихи, сәйәси һәм социаль шарттарҙа үтте. Ә бары тик ете йыл ғына ара. Был хәл беҙҙе уйландырырға тейеш. Беҙ үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы юғалтабыҙ икән — халыҡ булараҡ тарҡаласаҡбыҙ һәм башҡа традицияларҙың ҡолона әйләнәсәкбеҙ. Фәҡәт тупланғанлыҡ, ойошҡанлыҡ ҡына беҙҙе халыҡ итеп һаҡлап алып ҡаласаҡ.

Халыҡтың аң кимәле уның зыялыларының аң кимәленә бәйле. Аҡыллы, белемле, ғилемле әһелдәребеҙ ни тиклем әүҙем булһа, халыҡ хәстәрлеге менән нығыраҡ янһа, һәм ғәмәли эш башҡарһа, халҡыбыҙ ҙа шул тиклем татыуыраҡ, аңлыраҡ, әүҙемерәк буласаҡ.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  1. Халыҡты туплау өсөн ниндәй шарттар кәрәк?
  2. Илдәге ҡоролош ҡайһылайта табан үҙгәрһә лә үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй шарттар кәрәк?
  3. Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләттәр араһындағы тотороҡло мөнәсәбәттең һаҡланыуын ни менән аңлатырһығыҙ?

Башҡортостандың иҡтисади хәле

үҙгәртергә

Илдәге именлек — иҡтисадты, мәҙәниәтте артабан үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ ул. Республикабыҙ бик күп илдәр менән сауҙа-иҡтисад килешеүҙәре төҙөй. Ҡалалар матурлана, йәмләнә. Ауыл йөҙө ныҡ үҙгәрә. Ауылдарға газ индереү, юлдар һалыу, әлбиттә, халыҡтың йәшәү рәүешенә һәм мәҙәни үҫешенә ныҡ йоғонто яһай.

Рәсәйҙә йәмғеһе 89 субъект иҫәпләнә. Башҡортостан — Рәсәйҙә иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Шуның өсөн тотош ил кимәлендәге иҡтисад әлкәһендә уның өлөшө тос. Рәсәй төбәктәре араһында республикабыҙ етештереү буйынса тәүге өсөнсө-унынсы урындарҙы биләй.

Нефть эшкәртеү,химия һәм нефтехимия әлкәһендә беренсе урындарҙа бара. Иген етештереү, сеймал етештереү буйынса алдағы урындарҙың береһендә килә. Үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклем республикабыҙ, нигеҙҙә, сеймал сығанағы булды. Һуңғы йылдарҙа ғына үҙ сеймалын үҙе эшкәртә башланы. Шәхси эшҡыуарлыҡ йылдам үҫә.

Республикала халыҡ тормошон ышаныслы яҡшыртыу өсөн иҡтисади хәүефһеҙлеккә ынтылырға тейешбеҙ. Нимә ул иҡтисади хәүефһеҙлек?

Иҡтисади хәүефһеҙлек — халыҡтың тулы ҡанлы йәшәүен тәьмин итеү һәм ниндәй генә кире күренештәр килеп тыуһа ла бирешмәү. Тәбиғи шарттар буйынсамы, ҡоролош үҙгәреүеме, эске ҡаҡшаумы, башҡа тайпылыштармы — халыҡтың йәшәйешенә һиҙелерлек йоғонто яһамаҫлыҡ кимәлгә етеү. Иҡтисади яҡтан тотороҡло һәм хәүефһеҙ булыуҙы нигеҙҙә ун күрһәткес буйынса билдәләйҙәр.

  1. Һәр йән башына сәнәғәт тауары етештереү.
  2. Ауыл ерҙәрендә йән башына етештереү менән бәйле булмаған төп фондтарҙың тупланыу кимәле.
  3. Халыҡтың торлаҡ менән тәьмин ителеше (уртаса кимәл менән).
  4. Эшһеҙҙәр һаны кимәле. (Эшкә яраҡлы кешеләргә ҡарата.)
  5. Уртаса эш хаҡы.
  6. Халыҡ хужалығының төп фондтарының 1 кеше иҫәбенә тупланыу кимәле.
  7. Тотош республикала халыҡ хужалығының төп етештереү фондтарының тупланыу кимәле.
  8. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың балалар учреждениелары менән тәьмин ителеүе.
  9. Һәр тор белгес врачтар менән тәьмин ителеү.
  10. Йән башына киң ҡулланыу тауарҙары етештереү.

Ошо күрһәткестәр буйынса райондар түбәндәге тәртиптә килә:

  1. Әлшәй, Ауырғазы, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Туймазы;
  2. Баҡалы, Благовещен, Бүздәк, Дәүләкән, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Федоровка, Яңауыл.
  3. Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Балаҡатай, Борай, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Хәйбулла, Шаран.
  4. Әбйәлил, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Йылайыр, Ҡариҙел, Учалы.

(Иҫкәрмә. Был күрһәткестәр 2002 йылдың 14—15 июнендә үткәрелгән Икенсе Ҡоролтайҙың Стенографик отчетынан алынды. Ҡоролтайҙан һуңғы йылдарҙа үҙгәрештәр булыуы ихтимал.)

Артта ҡалған райондарҙа үҫеш кимәлен тәьмин итеү өсөн, бығаса киң файҙаланылмаған әлкәләрҙә, әйтәйек, минераль, урман, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү һәм боронғо халыҡ һөнәрселеген аяҡҡа баҫтырыу буйынса эште киң йәйелдерергә кәрәк.

Был мәсьәләне йәштәр хәл итә ала. Улар ҙур-ҙур ҡалаларға йәки республикабыҙҙан ситтә ятҡан яҡтарға китергә ынтылғансы, үҙ төйәктәренең йәшәү шартын яҡшыртыу яғын хәстәрләһәләр, күпкә отошло булыр ине. Сөнки донъяла бер генә ҙур ҡала ла бер юлы төҙөлмәгән, бер генә ҡала урыны ла тәбиғәт тарафынан алдан билдәләп ҡуйылмаған.

Эш урындары булған һәм йәшәү шарттары уңайлы төбәккә ынтыла халыҡ. Йәшәү өсөн ҡулайлы урын, торлаҡ эҙләп ярты ғүмереңде сарыф иткәнсе, үҙ төбәгеңде хәстәрләү күпкә отошлораҡ. «Ҡайҙа барһаң да бер ҡояш, әйләнә лә кис була», «Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр» тигән мәҡәлдәр юҡҡа сығарылмағандар.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Тыуған илгә ни етә, ҡәҙерен белгән кешегә.
  • Айғыр өйөрөн ташламаҫ.
  • Берҙә түгел, илдә көс.
  • Ерҙең даны ирҙән.
  • Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
  • Үҙ төбәгеңдә йәшәүсе оло кешеләрҙән борон халыҡтың ни менән шөғөлләнеүе тураһында һорашығыҙ.
  • Бөгөн эшмәкәрлектең шул тармағын аяҡҡа баҫтырыу отошло булмаҫ инеме?
  • Шул хаҡта уйланығыҙ. Башҡорт халыҡ ижадынан боронғо шөғөлдәр тураһында мәғлүмәттәр табығыҙ. Иғтибар менән уҡыһаң, уларҙы табып була. Әйтәйек, «Әбйәлил» әкиәтендә Әбйәлил һалабаш һалған, йүкә һуйған, септә һуҡҡан, арҡан ишкән.
  • Ә ниндәй аҙыҡ әҙерләгәндәр? «Алдар батыр менән Зөһрә» эпосында, «Ҡуңыр буға»ла бындай мәғлүмәттәр күп. Дәфтәрегеҙгә күсереп яҙып алып килегеҙ.
  • Үрҙә бирелгән һорау буйынса синыфташтарығыҙ менән әңгәмә үткәрегеҙ. Әңгәмәгә хужалыҡ етәксеһен йәки берәй эшҡыуарҙы саҡырырға мөмкин.
  • Буш ятҡан тау битләүҙәрендә сейә йәки ҡарағат баҡсаһы үҫтереп, ҡайнатмалар яһап, һатып булмаймы?
  • Һыйыр ағынан традицион аҙыҡты эшләп булмаймы? һәм башҡа шундай мәсьәләләр буйынса һөйләшегеҙ. Ошо хаҡта белешмәләр йыйығыҙ.
  • Яҙма эш башҡарығыҙ һәм ул эштәрегеҙҙе «Башҡорт мәҙәниәте» бүлмәһендә ҡалдырығыҙ. Ул — тарих. Йылдар үткәс, һеҙҙең быуын үҫмерҙәренең йәшәйеше ҡыҙыҡһыныусыларға кәрәк булыр.
  • Түбәндәге көләмәскә аңлатма бирегеҙ.

Хужа Насретдиндан: «Ерҙең уҙэге ҡайҙа?» — тип һорағандар икән, ул: «Бына, мин баҫып торган ерҙә», — тип яуап ҡайтарған.

  • Демократик үҙгәрештәр республикабыҙҙың сәйәси, иҡтисади хәленә ныҡ йоғонто яһаны. Ҡала ерҙәрендә генә түгел, ауылдарҙа ла ҡырҡа үҙгәрештәр булды. Ниндәй үҙгәрештәр улар?
  • Республикабыҙҙа, районда, йәшәгән ҡалағыҙҙа йәки ауылығыҙҙа барған үҙгәрештәр хаҡында администрация етәкселәренең береһен йәки берәй депутатты саҡырып һөйләтегеҙ. Уларҙың һөйләгәнен яҙа барығыҙ.
  • Әгәр һүҙ хәл ителмәгән проблемалар тураһында барһа, үҙегеҙҙең тәҡдимегеҙҙе яҙығыҙ, бергәләшеп фекер алышығыҙ.

Башҡорт халҡының ижтимағи-сәйәси хәрәкәте

үҙгәртергә

«Торғонлоҡ», «үҙгәртеп ҡороу осоро» һәм башҡа шундай осорҙарҙа аҙ һанлы милләт вәкилдәре үҙ халҡының киләсәге өсөн тәрән борсолоу кисерҙе. Сөнки илдә «бер теллелеккә күсеү» сәйәсәте ваҡыты-ваҡыты менән әүҙемләшеп йә һүлпәнәйеп, ғәмәлгә ашырыла ине.

Шуның өсөн дә 1985 йылда башланған үҙгәртеп ҡороу осоронда, башҡа милләт интеллигенцияһы вәкилдәре кеүек үк, башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы әһелдәре лә ижтимағи-сәйәси хәрәкәтте йәнләндереп ебәрҙе.

1989—1990 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге, Башҡортостан халыҡтары партияһы, Башҡорт йәштәре иттифағы, «Аҡ тирмә» республика мәҙәниәт үҙәге, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм башҡа ойошмалар барлыҡҡа килде.

Был ойошмалар йәшәйешебеҙҙә хәл ителмәгән проблемаларҙың күп булыуы арҡаһында килеп сыҡты, иғтибарҙан ситтә ҡала барған күп кенә мәсьәләләрҙе мотлаҡ, кисектермәҫтән хәл итмәгән осраҡта халҡыбыҙҙың бөтөнләй һәләкәткә килеү хәүефе бар ине.

Ойошмаларға башҡорт халҡының зыялылары тупланды. Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәлгә уларҙың йоғонтоһо көслө булды. 1989 йылдың декабрендә төҙөлгән «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге халыҡ араһында тиҙ арала абруй яуланы.

Суверенлыҡтың ниндәй булыуын, республикабыҙ киләсәген ниндәй үҙгәрештәр көтөүен, үҙаллылыҡтың башҡорт халҡы өсөн генә түгел, ә республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә ыңғай күренеш буласағын аңлатыуҙа ул үҙәктең роле ҙур булды.

Рәсәй хөкүмәте етәкселегенә лә, Башҡортостан етәкселәренә лә байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап хаттар яҙылды, айырым брошюра сығарылды. Ул мәсьәләләр ҡыҫҡаса алғанда шулар:

  • башҡорттар күпләп йәшәгән төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән артта ҡалыуы;
  • башҡорттарҙың үҙ республикаһында һан яғынан аҙ ҡалыуы;
  • эш эҙләп ситкә киткән башҡорттарҙы ҡайтарыу зарурлығы;
  • башҡорт теленә дәүләт статусы биреү мөһимлеге;
  • республикабыҙҙа ер һәм тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһенең киҫкен тороуы;
  • туған телдә уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең тейешле кимәлдә булмауы;
  • халыҡтың рухи зәғифләнеүе, эскелек ҡолона әүерелә барыуы;
  • кадрҙар мәсьәләһенең хәл ителмәүе;
  • Башҡортостандан ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең милли, мәҙәни, рухи ихтыяждарының ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә хәл ителмәүе;
  • Урал аръяғы төбәктәре өсөн юғары уҡыу йорттары (атап әйткәндә, Сибай ҡалаһында) булдырыу;
  • боронғо кәсептәрҙе аяҡҡа баҫтырыу;
  • элекке педагогия училищеларын яңынан тергеҙеү;
  • башҡорт халҡы аҡсаһына һәм улар өсөн тәғәйенләп төҙөлгән Каруанһарайҙы кире ҡайтарыу...

Һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеү тәҡдим ителә.

Әммә хат яҙыу менән генә халҡыбыҙ алдындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин түгел. Шуның өсөн башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре халыҡ йыйыны үткәрергә ҡарар итә. Әйтергә кәрәк, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәтенең башында тороусы тарихсы- ғалим Марат Ҡолшәрипов XX быуаттың 80-се йылдар аҙағын 1917 йыл осоро менән хаҡлы рәүештә сағыштыра. Сөнки ул йылдарҙа ла халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителде. Милләтебеҙҙе тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, уның үҙбилдәләнешкә, үҙ аллы сәйәси, социаль-иҡтисади һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрҙә заманса демократик дәүләт төҙөүгә хоҡуҡтарын билдәләү өсөн хәл иткес аҙымдар яһала. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге 1989 һәм 1991 йылдарҙа йыйындар саҡыра.

Артабан бындай йыйындарҙың хөкүмәт кимәлендә, бөтөн донъя башҡорттарын саҡырып үткәреү зарурлығы килеп тыуа һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саҡырыла.

I Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы

үҙгәртергә

1995 йылдың 1—2 июнендә Бөтә донъя башҡорттарының беренсе Ҡоролтайы була.

Ҡоролтайҙа 609 делегат ҡатнаша. Үҙенең тарихи тыуған иленә донъяның бөтөн төбәктәренән дә тиерлек башҡорттар йыйыла. Венгриянан, Гонконгтан, Ҡытайҙан, Латвиянан, Перуҙан, Полынанан, Америка Ҡушма Штаттарынан, Финляндиянан, Төркиә Республикаһынан, Италиянан, Швейцариянан, Япониянан, Германия Федератив Республикаһынан, Франциянан һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Украинанан, Тажикстандан, Молдованан, Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ Дағстан, Ингушетия, Коми, Мари Эл, Саха, Удмурт, Сыуаш, Татарстан республикаларынан, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Пермь, Һарытау, Иркутск, Кемерово, Киров, Ленинград, Магадан, Мәскәү, Мурманск, Омск, Ульяновск, Төмән, Чита әлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан килделәр.

Ҡоролтайҙа РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Владимир Филиппович Шумейко, Ингушетия Президенты Руслан Солтанович Аушев, Төркиәнән халҡыбыҙҙың бөйөк улы Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған, Төркиә Президенты кәңәшсеһе Намыҡ Кемаль Зейбек, Али Хикмет Япарлар, Ибраһим Демирил, Германия Федератив Республикаһынан Маргарет Эрсен-Раш, Япониянан Хирома Охара, Америка Ҡушма Штаттарынан — профессорҙар Малик Хафиз һәм Элтон Донелли, Венг- риянан Собени Йожев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.

Ҡоролтай башланғанға тиклем үк Өфө халыҡ-ара фәнни конференцияла ҡатнашыусылар өсөн «Икенсе Зәки Вәлиди уҡыуҙары» үткәрелә. Уҡыуҙар эмиграциялағы башҡорт галимдарының: Әхмәтзәки Вәлиди, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Туғандың ғилми мираҫына бағышлана. Унда Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған, Истанбулдың «Баязит» университеты профессоры Хәлил Асыҡкүҙ, Мәскәү профессоры И. И. Мусаев, Ҡаҙағстан Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты И. Л. Кизлаев, Ҡаҙандан академик Мирфәтих Зәкиев, Берлиндың Азатлыҡ университеты профессоры Маргарет Эрсен-Раш ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, Маргарет Раш саф башҡорт телендә сығыш яһаны. Венгриянан килгән ғалим Йожеф Торма ла трибунанан башҡортса һөйләне. Шуныһы иғтибарға лайыҡлы — Украинанан килгән ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең улы, Украинаның Атом энергияһын файҙаланыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Нур Ниғмәтуллин да булды.

Форумды ҡыҫҡа доклад менән күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров асты, төп докладты Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов яһаны. Уның доклады «Беҙҙең маҡсатыбыҙ — татыулыҡ, яңырыу, алға барыу» тип аталды. Президент үҙенең сығышында башҡорт халҡы яҙмышында булып үткән иң мөһим ваҡиғаларға туҡталды.

Мортаза Рәхимов беренсе мең йыллыҡ урталарында донъя аренаһында үҙен Көньяҡ Уралда башҡорт тип танытҡан халыҡтың сәйәхәтселәр һәм тарихсыларҙың юлъяҙмаларында, тарихи хеҙмәттәрендә кемдәр тарафынан телгә алыныуынан башлап иң киҫкен ваҡиғалар, ҡырҡа боролошло үҫеш юлдары, ихтилалдар, ихтилал сәбәптәре һәм уларҙың етәкселәре, беренсе автономия һәм уға этәргес биреүсе Зәки Вәлиди сәйәсәте һәм бөгөнгө көн хаҡында сығыш яһаны.

Беренсе ҡоролтай үткән йылдар — илебеҙҙә суверенлыҡтың сәскә атҡан, тәүге аҙымдарында уҡ уңыштарға өлгәшә башлаған һәм бығаса үҙ хеҙмәтенең, үҙ ере байлығының емешен үҙе күрә, татый, файҙалана алмаған халыҡтың, ниһайәт, иркен тын алып ҡалған мәле. Сығыш яһаусылар оло ышаныс менән алға пландар, тәҡдимдәр яһай, йылдар буйы күңелдәрендә төйөн булып ултырған әсенеүҙәрен һөйләйҙәр, хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе көнүҙәккә ҡуйыуҙы талап итеп, резолюцияларға индертәләр.

Ҡоролтайҙа бөтәһе ун секция эшләне. Уларҙа халҡының киләсәк яҙмышы өсөн борсолоусы вәкилдәр сығыш яһай, резолюциялар ҡабул ителә. Резолюцияларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырабыҙ.

  • Республика етәкселегенең, уның Президентының Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостан Республикаһының суверенитетын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәтен хупларға.
  • Башҡорт теленә рус теле менән бер рәттән дәүләт статусы бирергә.
  • Ҡурған әлкәһенең Сафакүл һәм Элмән райондарын бергә ҡушып, Ялан автономиялы округы төҙөргә. (1927 йылға тиклем Башҡортостанда Ялан кантоны булған.)
  • 1924 йылға тиклем Башҡортостанға ингән Туҡсо- ран кантоны ерендә Туҡсоран кантоны төҙөргә.
  • Екатеринбург, Пермь, Ьамар, Ьарытау әлкәләрендә милли райондар төҙөргә.
  • Ырымбур әлкәһендә Башҡортостанға сиктәш булған башҡорт ауылдарын киренән Башҡортостанға ҡушырға.
  • Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы башҡорт халҡына кире ҡайтарырға.
  • Республиканан ситтәге әлкәләрҙә башҡорт телендә матбуғат, нәшер итеү мәсьәләһен хәл итергә.
  • Башҡорт мәктәптәре һанын арттырырға.
  • Фрунзе урамын Салауат Юлаев исемендәге урамға алмаштырыуҙы тәҡдим итергә.

Ьәр секцияла тиҫтәләрсә резолюция ҡабул ителә. Ҡоролтай эше йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ баҫтырылып сығарыла. Беренсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә донъя ҡоролтайының әһәмиәте, әлбиттә, ҙур була.

  • Беренсенән, донъя алдында ул башҡорт халҡының барлығын, көс-ҡеүәтен күрһәтеп кенә ҡалмай, уның алдында ниндәй проблемалар торғанлығын да аса.
  • Икенсенән, башҡорттар бер-береһен таный, белә, төрлө төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙ хәл-әхүәл белешә, ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинлектәре булғандары ярҙам итергә әҙер икәнлектәрен белгертә.
  • Өсөнсөнән, башҡорт халҡының проблемаһы ла башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк икәнлеге, шуның өсөн дә уларҙы бергәләшеп хәл итеү зарурлығы күренә. Әйтәйек, Силәбе өлкәһендәге фажиғә, йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуы, тәбиғәттең бысраныуы арҡаһында үлемдең тыуымға ҡарағанда күберәк булыуы, эскелектең, наркоманияның киң ҡолас алыуы һәм башҡа шундай бихисап проблемалар башҡорттарҙы ғына түгел, бөтөн донъя халыҡтарын да тиң борсой.

Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының үҙен генә борсоған мәсьәләләр ҙә байтаҡ була. Ҡоролтайҙа улар буйынса ла резолюциялар ҡабул ителә.

Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайында Башҡарма комитет булдырыла. Уның рәйесе итеп ғалим Нияз Мәжитов һайлап ҡуйыла.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  • һәр районда Ҡоролтай Башҡарма комитетының филиалы эшләй. Һеҙ йәшәгән районда уның етәксеһе кем? Ниндәй эштәр башҡаралар? Белешегеҙ. Дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ. *Мөмкин булһа, ул филиалдың идара ағзаларынан берәйһен йәки Ҡоролтай делегатын саҡырып һөйләтегеҙ.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Ике кәңәш бер булһа, илле егет бер була.
  • Кәңәш менән беселгән тунда йөй булмаҫ.
  • Мең башта мең аҡыл.

Икенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы

үҙгәртергә

Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы үткәрелеүгә ете йыл үткәс, Икенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы саҡырыла.

Әйтеп китеүебеҙсә, Беренсе Ҡоролтайҙа байтаҡ резолюциялар ҡабул ителә. Уларҙың ниндәйҙәре үтәлгән?

  • Башҡорт һәм рус телдәренә дәүләт теле статусы бирелә.
  • Башҡортостан радиостанцияһының ҡеүәте арттырыла.
  • Күп балалы ғаиләләргә ярҙам ителә.
  • Башҡорт диаспораһы иҫәбенән балаларҙы югары уҡыу йортона алыу өсөн квота булдырыла.

Нигеҙҙә, үҙ республикабыҙ яуаплылығындағы бурыстар үтәлә бара. Әммә республикабыҙҙан ситтә башҡорттар йәшәгән өлкәләрҙә эш бик аҡрын ҡуҙғала.

Ҡоролтайҙар үткәреү, концерттар ойоштороу, делегациялар ҡабул итеү һәм беҙҙең республикабыҙға делегациялар ебәреү кеүек көндәлек мәсьәләләр генә хәл ителә.

Ә халҡыбыҙ яҙмышына, уның рухи һәм матди донъяһына һиҙелерлек үҙгәреш индереү буйынса сараларҙы ғәмәли үтәү бик һүлпән бара. Был хаҡта II Ҡоролтайға килгән делегаттар ҙур әсенеү менән һөйләй.

Икенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы 2002 йылдың 14—15 июнендә үтә.

Ҡоролтайға Австралиянан, Венгриянан, Израилдән, Италиянан, Канаданан, Ҡытайҙан, Монголиянан, Берләшкән Ғәрәп Эмираттарынан, Омандан, Полынанан, Америка Ҡушма Штаттарынан, Төркиәнән, Германия Федератив Республикаһынан, Франциянан, Чехия Республикаһынан, Швейцариянан, Япониянан, Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстан Республикаһынан, Ҡырғыҙстан Республикаһынан, Латвия Республикаһынан, Тажикстан Республикаһынан, Үзбәкстан Республикаһынан, Украинанан, Эстониянан делегаттар килә.

Төп доклад менән республикабыҙ Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов сығыш яһай. Ул Башҡортостан Республикаһының бөгөнгө йәшәйеше тураһында һөйләй.

Башҡортостан Республикаһы йөҙгә яҡын ил менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәт тота. Европа илдәре, Ғәрәп илдәре, Америка Ҡушма Штаттары, Киндостан, Төркиә, Япония һәм башҡа илдәр менән айырыуса тығыҙ бәйләнештәрҙә йәшәй. Республиканың үҙендә халыҡ-ара аралашыу йәһәтенән байтаҡ саралар үткәрелә.

Кеше хоҡуҡтары проблемалары буйынса ла халыҡ-ара форумдар үткәрелә.

Төрки телле халыҡтар театрҙарының «Туғанлыҡ» фестивалдәрен Өфөлә үткәреү традицияға әйләнеп китте. Урал һәм Волга буйы халыҡтарының — шиғриәт фестивалдәре, йәштәрҙең — «Урал моңо» Халыҡ-ара фестивале, фин-уғыр халыҡтарының — Региональ-ара фестивале, Халыҡ-ара Аксаков көндәре байрамы, Славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, милли мәҙәниәт үҙәктәренең берлектәге байрамдары, «Дуҫлыҡ моңо» башҡорт һәм татар йырҙары, «Шапчак сасси» исемле сыуаш йыры, «Мурпеледыш» мари бейеү һәм йырҙары, «Оҙон көй» — башҡорт йыры, «Ирәндек моңдары», ҡурай моңо, йыр һәм бейеү фестивалдәре оло байрамға әйләнә.

Кеше матди донъя менән генә йәшәй алмай. Уға рухи аҙыҡ: туған телендә һөйләшеү, йырлау, милли бейеүҙәрен бейеү, ҡыҫҡаһы, үҙ мөхитендә аралашыу кәрәк. Рухи аҙыҡ кешенең сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостан етәкселеге был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай һәм республикала йәшәүсе бөтөн милләт вәкилдәренә лә үҙ милли традицияларын үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса, шарттар тыуҙыра.

Ҡоролтайҙа ошо хаҡта ла һүҙ бара. Бөгөнгө көндә республикабыҙ етәкселегенең ошо әш йүнәлеше дөрөҫ тип табыла, сөнки республикабыҙ халҡы үҙ-ара татыу, тыныс шарттарҙа йәшәй.

Ҡоролтайҙа йәмғеһе 12 секция эшләй. Унда башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың артабанғы үҫеш проблемалары тикшерелә. Алдағы йылдарға бурыстар билдәләнә.

Төп бурыстарҙан түбәндәгеләрҙе атап китергә кәрәк:

  • йәштәргә патриотик, әхлаҡи һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү һәм бер үк ваҡытта уларҙың социаль проблемаларын, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә йәшәйеш проблемаһын хәл итеү,
  • ысын-ысындан тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрерлек экологик фекер формалаштырырға,
  • алкоголизм, наркомания, эскелек һәм башҡа шундай тайпылыштар менән көрәш нигеҙендә уларҙың социаль нигеҙен бөтөрөргә,
  • демографик хәлде яҡшыртырға,
  • Башҡортостандың артабанғы үҫешендә күсәгилеш- лелекте һаҡларға, федерализм идеяларын үҫтерергә,
  • РФ-ның айырылғыһыҙ төбәге булараҡ, БР-ҙа милли сәйәсәт концепцияһын артабан үҫтерергә,
  • хәҙерге шарттарҙа башҡорт халҡының үҫешен тәьмин итерлек яңы ысул табырға, башҡорт халҡының таралып йәшәүен иҫәпкә алып, XXI быуат ҡаҙаныштарын файҙаланып, информациялар менән тәьмин итергә.

Бөтә донъя ҡоролтайҙарының әһәмиәте

үҙгәртергә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында башҡорт халҡының һәм тотош Башҡортостандағы ижтимағи тормоштоң һәр әлкәһенә лә йомғаҡ яһала һәм артабанғы тормошо өсөн бурыстар билдәләнә. Ул бурыстар ниҙән ғибәрәт һуң?

  • Әлбиттә, республиканың төп халҡы башҡорттар өсөн дә, унда йәшәгән йөҙәрләгән милләт вәкилдәре өсөн дә беренсе сиратта тотороҡлолоҡ, һыйышып тыныс йәшәү иң мөһиме. Шуның өсөн дә хөкүмәтебеҙ етәкселәре был мәсьәләгә айырыуса иғтибар итә. Донъя күләмендәме, илдәме, республика сиктәрендәме тыныслыҡ боҙолһа, ығы-зығы, сыуалыш башланһа, артабанғы йәшәйеш өсөн маҡсат билдәләү, бурыстар ҡуйыуҙың мәғәнәһе лә булмау.
  • Артабанғы маҡсат — республикала йәшәүсе һәр граждандың хоҡуғы һәм азатлығы. Был йәһәттән дә етәкселек ҙур эштәр башҡара һәм үҙенең изге бурысы тип һанай. *Шулай уҡ республикабыҙ Президентының әленән-әле төрлө атамалы һәм маҡсатлы йылдар иғлан итеүе лә кеше хоҡуғын яҡлау сараларының береһе ул. Әсәлек йылы, Балалар йылы, Сәләмәтлек йылы, Йәштәр йылы, Спорт йылы. Былар бөтөнөһө лә Башҡортостан Республикаһының Төп Законы — Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарҙың ғәмәли үтәлешенә ҙур йоғонто яһай.

Ҡоролтай башҡарма комитеты үҙенең эшендә Ҡоролтайҙарҙа ҡабул ителгән резолюцияларҙың, ҡуйылған бурыстарҙың үтәлешен күҙ уңынан ысҡындырмай, даими тикшерә, ярҙам итә.

Ҡәҙерле укыусылар! Республикабыҙ етәкселеге һәм Ҡоролтай башҡарма комитеты тарафынан ниҙәр генә эшләнелһә лә, һәр кешенец яҙмышы, иң элек, уҙ ҡулында.

Һуңгы йылдарҙа һаман киңерәк ҡолас ала барған тайпылыштар: эскеселек, наркомания, аҙғынлыҡ, киләсәккә ҡарата вайымһыҙлыҡ, ғаилә ҡормау, бала ташлап китеу, маҡсатһыҙ йәшәу һәм башҡа шундай кире күренештәр ҡайҙандыр ситтән килмәй кешегә. Ул рухи бушаҡлыҡтан килә. Шуның өсөн уҡыусы саҡтан уҡ ихлас булырға, мәктәп, синыф үткәргән һәр сарала әүҙем ҡатнашырға, маҡсатлы йәшәргә өйрәнегеҙ.

Йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек — үҙеңде күрһәтеү, маҡтаныу, ярамһаҡланыу түгел. Ә йәшәргә өйрәнеү ул. Заман талабы шундай: фәҡәт әүҙемдәр генә яҙмыш теҙгенен ҡулында тота ала.

Әүҙемлек — йәшәргә өйрәнеү, әүҙемлек — заман менән бергә атларға ынтылыш ул.

Башҡортостан, бигерәк тә башҡорттарҙың, юғары белем алыуы буйынса, башҡа милләттәр менән сағыштырғанда, артта ҡала (10 мең кеше иҫәбенә ҡарата). Башҡорттар һанының кәмеүе, юғары уҡыу йорттарында аҙ уҡыуы, йәштәрҙең эскелеккә бирелеүе, ҡала йәштәренең, нигеҙҙә, ҡатнаш ғаилә ҡороуы, ә ауыл егеттәренең өйләнмәй йөрөүе, башҡорт йәштәренең сит яҡтарға күсеп китеүе, заман талабына өйрәнеп етә алмауы, әлбиттә, беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙға кире йоғонто яһай. Бына был хатста нытслы уйланырға тейешбеҙ.

  1. Һеҙ йәшәгән төбәктә йәштәр үҙ милләтенең традицияларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм әүҙемлек күрһәтәләрме?
  2. Үҙегеҙ халҡыбыҙҙың боронғо традицияларынан ниндәй сифаттарға, шөғөл-һөнәргә эйәһегеҙ?

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас далала ла һүнмәҫ.
  • Бер ағас яланды матурламай.
  • Халыҡ барҙа — хаҡлыҡ бар.
  • Ҡоролтайҙарҙың әһәмиәте ниҙә?
  • Беренсе Ҡоролтай менән икенсе Ҡоролтай араһында айырма бармы?
  • Ҡоролтай ҡарарҙарын ентекләп өйрәнгәндән һуң, үҙ төбәгегеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар, ғәмәли эштәр менән сағыштырып ҡарағыҙ — үтәләме?
  • Ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа үҙегеҙ ниндәй кимәлдә ҡатнашаһығыҙ?

Үткәндәрҙе барлап, киләсәкте уйлап...

үҙгәртергә

(Шағир Александр Филипповтың мәҡәләһенән) Икенсе бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ике көн буйы барҙы. Ике көн буйына ҙур һәм емешле әш атҡарылды. Башҡортостандың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары, алыҫ ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәре бергәләп уйланды, кәңәшләште.

Бында әйтелгән тәҡдимдәргә нигеҙләнеп ҡабул ителгән Ҡарарҙа әлеге мәртәбәле ҡорҙоң делегаттары һуңғы тиҫтә йылдар арауығында үтелгән тарйхи юлды байҡап, халыҡтың киләсәген күҙалларға тырышты. Барыһының да теләге бер: яҡты, бәхетле яҙмышҡа ирешеү.

Ҡоролтайҙа һөйләнгән телмәрҙәрҙә лә фекерҙәшлең, татыулыҡ һәм туғанлыҡ кәйефе ярылып ятты. Делегаттар тик башҡортса ғына һөйләргә хоҡуҡлы булһалар ҙа, Рәсәйҙең дәүләт теленә хөрмәт йөҙөнән русса сығыш яһанылар.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов телмәр тотто. Уның эшлекле, йөкмәткеле һүҙҙәре артабанғы сығыштарға ыңғай йоғонто яһаны. Һөр кем үҙендә яуаплылыҡ тойоп һөйләне. Бөгөн нисек йәшәргә, киләсәктә халыҡтың аңын, рухын ҡайҙа йүнәлтергә — шул борсоно делегаттарҙы.

Ҡоролтай барышында, ҡабул ителгән документтарҙа бер үҙәк фекер асыҡтан-асыҡ күренеп торҙо. 1917 йылғы революциянан һуң башҡорттарҙың ҙур ауырлыҡ менән автономия ал ыуынан ҡала, суверенитет яулау һәм ике ҡоролтай уҙғарыу ысын мәғәнәһендә бөтә донъя әһәмиәтендәге факт ул. Уҙған быуат башында, туҡтауһыҙ баш күтәреүҙәрҙән һуң, башҡорттар ҡабаттан үҙҙәре тарихи ватандарында хужа булыу тураһында һүҙ күтәргәйне һәм был хәстәрлек әлеге осорҙа ла дауам итә.

Ниндәй генә дауылдар үтмәһен, халыҡ һаны ни тиклем генә кәмемәһен, башҡорттар юҡҡа сыҡманы, милли үҙенсәлектәрен, телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалды. Совет власы Башҡортостанға тиҙ арала иҡтисадын булдырырға форсат бирҙе һәм башҡорттар, СССР-ҙың башҡа халыҡтары кеүек үк, иң яҡшы донъя стандарттары кимәлендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Бынан ун йыл элек, федератив Килешеүгә һәм уға Башҡортостан Республикаһынан ҡушымтаға ҡул ҡуйыу көнөндә, ниһайәт Тыуған илебеҙ халыҡтарының быуаттар һуҙымындағы хыялы тормошҡа ашыр — ниндәйҙер кимәлдә иҡтисади ғына түгел, ә сәйәси үҙаллылыҡҡа ирешелер, тигән өмөт уянды. Суверенитет ифрат ҙур роль уйнаны һәм шуға күрә лә Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙә бөтә күрһәткестәр буйынса тиерлек алғы урындарҙа бара.

Ундарса йылдар йыйылып килгән проблемалар тап суверенитет ҡабул ителгәндән һуң хәл ителде. Э бөтә донъя башҡорттарының беренсе. һәм икенсе Ҡоролтайҙары үҙҙәренең программа документтарында тарихи ваҡиғаның мөһимлеген билдәләне. Башҡорттар республиканың барлыҡ халыҡтарын суверенитет идеяһы тирәһендә тупланырға, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ шарттарында уны артабан бойомға ашырырға, еңел булмаған көрәштә яулап алынған азатлыҡты һәм үҙаллылыҡты һаҡлап ҡалырға саҡырҙы.

СИТ ИЛДӘРҘӘ ҺӘМ РЕСПУБЛИКАЛАРҘА, ӨЛКӘЛӘРҘӘ ЙӘШӘҮСЕ МИЛЛӘТТӘШТӘРЕБЕҘ

үҙгәртергә

Уларҙың йәшәйеше, көнкүреше, мәҙәниәте

үҙгәртергә

Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердловск, Һамар, Ҡурған, Һарытау әлкәләрендә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Татарстанда һәм Удмуртия- ла, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәре эшләй. Ошо төбәктәрҙә башҡорттарҙың 40 процент тиклеме йәшәй.

  • Ырымбур өлкәһе. Был өлкәлә башҡорт ауылдары, нигеҙҙә, үҙенең тарихи төбәктәрендә (тимәк, борон-борондан ошонда йәшәгәндәр) урынлашҡан. Ҡыуандыҡ, Гай, Красногвардейский, Төйлөгән, Александровский, Һарыҡташ райондарында һәм Ҡыуандыҡ, Медногорск, Ырымбур ҡалаларында 60 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Һуңғы йылдарҙа башҡорт ауылдары бәләкәйләнә, юҡҡа сыға.

1960—1966 йылдарҙа күп кенә ауылдарҙағы башҡорт мәктәптәре йә рус телендә уҡытыуға күсте, йә ябылды.

  • Силәбе өлкәһе башҡорттары, нигеҙҙә, боронғо башҡорт ауылдарында йәшәй. Унда 200 меңдән ашыу башҡорт иҫәпләнә.

Халыҡ туған теленә тәрән һөйөүен һаҡлай һәм йәштәргә, балаларға ошо һөйөүҙе аманат итеп ҡалдырыу теләге менән яна. Мәктәптәрҙә башҡорт теле индерелә, хатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса әлкә олимпиадалары үткәрелә. Силәбе дәүләт университетының филология факультетында башҡорт бүлеге бар.

  • Татарстан Республикаһында 20 меңгә яҡын башҡорт йәшәй, уларҙың күбеһе — Яр Саллыла. Улар Камаз төҙөргә килгән, урынлашҡан һәм балаларын үҙ телдәренән яҙҙырыу сигендә тороп ҡалған, сөнки башҡорт мөрите лә, мәктәптәре лә юҡ. Нижнекамск ҡалаһында ла башҡорттар байтаҡ.

Татарстан Республикаһында йәшәгән башҡорттарҙың күбеһе ҡатнаш ғаилә ҡорған, шуның өсөн башҡорт мәктәптәре асып уҡытырлыҡ балалар юҡ кимәлендә. Э тарихи төбәктәрҙә (Миңзәлә әйәҙендә) йәшәгән башҡорттар күптән ассимиляцияға дусар булғандар. Унда йәшәүселәрҙең бик өлкәндәре генә үҙҙәренең ҡасандыр башҡорт булыуын таныйҙар. Йәштәр был турала бөтөнләй белмәй.

  • Пермь өлкәһендә 60 мең башҡорт йәшәй. Ләкин боронғо тарихи башҡорт ауылдарында ла башлыса татар телендә уҡытылғанлыҡтан, тел онотолған. Балалар үҙ телдәрен бөтөнләй белмәй тиерлек.
  • Удмуртияла 10 меңгә яҡын башҡорт йәшәй, әммә улар таралып ултырғанлыҡтан, мәктәп асыу мөмкинлеге юҡ.
  • Ҡурған өлкәһендә башҡорт теле предмет булараҡ уҡытыла. Ҡурған ҡалаһында башҡорт телендә «Ҡурай» тигән гәзит сығарыла башлаған.
  • Үзбәкстанда 40 мең самаһы башҡорт йәшәй. Әммә башҡорт мөхите юҡ. Сөнки улар тотош республика буйлап таралғандар. Өйҙәрендә туған телдә һөйләшкәндәре генә балаларында башҡортлоҡ тәрбиәләй алған.
  • Саха (Яҡут) Республикаһында 4 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Унда «Яҡташ» тигән милли-мәҙәни үҙәк эшләй. Туған тел өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе асылған.
  • Уҡыусылар!
  • Гәзит-журналдарҙа сит республикаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ тураһында мәҡәләләр баҫылып тора. Уларҙы уҡыгыҙ, йыйығыҙ. Уҡыусылар менән хатлашығыҙ.
  • Әйтәйек, Силәбе әлкәһенең Арғаяш районында Мәтәл, Аҡбаш урта мәктәптәрендә, Ҡоншаҡ районының Бүре, Ғәшер урта мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла.
  • Башҡортса хаттар яҙышығыҙ. Был беҙҙең милләтебеҙ киләсәге өсөн бәләкәй генә булһа ла өлөшөгөҙ булыр.
  • Ҡан тартмаһа, йән тарта. (Ҡан туған булмаһа ла йән туған, рухи туған, тигәнде аңлата.)

Мәҙәни бәйләнештәр

үҙгәртергә

Башҡортостандың сит илдәр менән мәҙәни бәйләнештәре

үҙгәртергә

Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса ҙур эш башҡара, сөнки Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге — Ҙур Урал Көнбайыш Себер халыҡ ижады үҙәге Ассоциацияһының ағзаһы һәм был Ассоциацияға Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Пермь, Ҡурған, Свердловск әлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Удмурт республикаһы ингәнлектән, даими үҙ-ара ярҙам күрһәтелә, Регио- наль-ара, халыҡ-ара саралар үткәрелә.

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» фестивале традицияға әйләнде, Урал һәм Волга буйы халыҡтарының шиғриәт байрамдары, төрки телле йәштәрҙең «Урал моңо» Халыҡ-ара фестивале, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, «Оҙон көй», «Уралым», «Ирәйдек моңдары», «Дуҫлыҡ моңо» кеүек конкурстарҙа ла был өлкәләрҙән әүҙем ҡатнашалар.

Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы — «Төрксой» төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен берҙәм үҫтереү буйынса Халыҡ-ара ойошма ағзаһы. «Төрксой» Халыҡ-ара фестивалдәр үткәрелеп тора.

Францияның Рәсәйҙәге Илселеге менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы араһындағы килешеү буйынса Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала француз уҡыу залы эшләй.

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янында Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге (Полномочное представительство РБ при Президенте РФ), Санкт- Петербург ҡалаһында БР-ҙың Даими вәкиллеге, БР-ҙың Силәбе әлкәһендә Даими вәкиллеге, БР-ҙың Австрия Республикаһында Вәкиллеге, Беларусь Республикаһының РФ-лағы Илселегенең БР-ҙа бүлексәһе һ. б. бар.

Башҡортостан Республикаһы менән ситтә йәшәгән башҡорт төбәктәре араһында дуҫлыҡ бәйләнештәре булдырылған. Әбйәлил районы менән Магнитогорск, Мәсетле районы менән Свердловск әлкәһенең Красноуфимский районы, Күмертау ҡалаһы менән Ырымбур ҡалаһы, Учалы ҡалаһы һәм районы менән Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһы, Мәләүез районы менән Ырымбур өлкәһенең Александровка, Ишембай районы менән Красногвардейский, Ғафури районы менән Ырымбур өлкәһенең Новосергиевский, Көйөргәҙе районы менән Төйлөгән, Хәйбулла районы менән Гай, Ейәнсура районы менән Ҡыуандыҡ райондары дуҫлыҡ элемтәләре тота.

Илселектәр һәм вәкиллектәр шул төйәктә йәшәгән башҡорт халҡының мәнфәғәтен ҡурсалай һәм ул ил йәки төбәк менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  • Республикабыҙҙан ситтә йәшәргә мәжбүр булған һәм үҙ теләктәре менән сит-ят яҡтарға сығып киткән милләттәштәребеҙ хаҡында ниндәй фекерҙәһегеҙ? *Туғандарығыҙ араһында ундайҙар бармы? Булһа, уларҙан һорашып, хәл-әхүәл белешегеҙ.
  • Сит яҡтарҙан ҡайтҡан берәй яҡташығыҙ менән осрашыу үткәреү, төрлө һорауҙарға яуаптар алыу маҡсатҡа ярашлы булыр.

БАШҠОРТОСТАН — КҮП МИЛЛӘТЛЕ РЕСПУБЛИКА

үҙгәртергә

Башҡорттар

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының милли үҙенсәлеге. Күп милләтле республикабыҙҙа һәр милләт үҙен ирекле, тулы бәхетле тоя, уның мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, сәнғәтен үҫтереүгә киң мөмкинлектәр булдырылған. Сит ил журналистары ла, ҡунаҡтар ҙа республикабыҙҙасы бындай татыулыҡҡа һоҡланалар, үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтып, матбуғат биттәрендә сығыш яһайҙар. «Трансперенси-Интернешнл» коррупцияға ҡаршы тикшеренеү үҙәге һәм «Индем» фонды тикшеренеүҙәре РФ субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһының иң тотороҡло төбәк булыуын Һәм халыҡтың үҙ хөкүмәтенә ныҡлы ышанысын билдәләгән. Әлбиттә, республикабыҙ етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте иҫ китмәле ҙур роль уйнай.

Башҡортостан Республикаһы биләгән ерҙәр тарихи төйәге булған һәм республикаға исем биргән башҡорт халҡының ҡанына һалынған патриотлыҡ һәм интернационаллек тойғоһоноң республикала тотороҡлоҡ һаҡлауҙағы ғәйәт ҙур роле иғтибарға лайыҡ.

Нимә ул патриотлыҡ (ватансылыҡ)? Һүҙҙе шунан башларға кәрәк.

Патриотес — грек һүҙе. Патрис — Ватан, Тыуған ил, тигән һүҙ. Һүҙлектәрҙә патриот һүҙенә былай тип аңлатма бирелә: илен яратҡан, илһөйәр (Башҡорт теленең һүҙлеге, II том, Мәскәү, 1993); үҙ Ватанын һөйгән, үҙ халҡына тоғролоҡ һаҡлаған, үҙ иле мәнфәғәттәре хаҡына йәнен дә, тәнен дә аямаған кеше.

Патриотизм — илгә булған яратыу хисе, фиҙаҡәрлек, Ватанға, Тыуған илгә булған һөйөү; быуаттар һәм мең йыллыҡтар менән нығынған иң тәрән тойғоларҙың береһе; үҙ Ватаныңа, үҙ халҡыңа инанғанлыҡ һәм һөйөү; үҙ Ватаның мәнфәғәттәре хаҡына йәнеңде лә, тәнеңде лә ҡыҙғанмау. (Сит ил телдәре һүҙлеге, Мәскәү, 1954. С. Ожегов, Рус теле һүҙлеге, Мәскәү, 1963.)

Ошо изге тойғо хасмы беҙҙең халҡыбыҙға? Уйлап ҡарайыҡ әле. Әлбиттә. Халҡыбыҙҙың боронғо тарихына күҙ һалһаҡ та, традицияларын алһаҡ та, ижадын, патриотик рухтағы йыр-моңон йәш быуындарға еткерә килгәненә иғтибар итһәк тә беҙ атай-олатайҙарыбыҙҙың, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең үҙ ер-һыуын, үҙ моңон, үҙ телен һәм ғөрөф-ғәҙәтен иҫ китмәле ҡайнар һөйөүен күрәбеҙ.

Ерен-һыуын һаҡлап күпме ҡан ҡойған, әммә киләсәк быуын алдында таҙа намыҫын һаҡлаған, тыйыуҙар аша батырҙар тураһындағы ҡобайырҙарын, йырҙарын килтереп еткергән халыҡ ул башҡорт.

Сәсәндәр, ҡобайырсылар утҡа ташланылған, думбыралары менән бергә ҡулдары һындырылған, әммә атайҙар аманаты һис бер ҡурҡыу белмәй һаман быуындан быуынға ҡалдырыла килгән. Боронғо китаптар утта яндырылған. Әммә халҡыбыҙҙың яҡты зиһене ауыҙ-тел ижады аша күпме ҡиммәтле эпостарыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы бөгөнгәсә килтереп еткергән!

Бына ҡайҙа ул ысын патриотлыҡ! Тимәк, һүҙлектәрҙә бирелгән аңлатма халҡыбыҙҙың йөрәгендәге тойғоларға, ҡанына һалынған тәрбиәгә тулыһынса тап килә. Ә хәҙер интернационаллек тураһында һөйләшәйек. Иң элек тағы һүҙлектәргә күҙ ташлайыҡ.

Интернационализм — төрлө милләт һәм расанан торған эшселәр һәм хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара берҙәмлеге. Был берҙәмлек хәл һәм мәнфәғәт уртаҡлығын белдерә, психология, идеология һәм сәйәсәттә сағыла.

Сит ил телдәре һүҙлегендә лә ошо уҡ аңлатма яҙылған, һәм, латин телендә интер — ара, натионис — халыҡ тигәнде аңлата, тип аңлатма бирелгән. Интернационализм — бөтә халыҡтарҙың азатлығын һәм тиңлеген яҡлау һәм шовинизмға (тимәк, бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуйыуға, милләттәр араһында дошманлыҡ, күрә алмаусанлыҡ идеяларын таратыуға) ҡаршы көрәшеү. Ҡыҫҡаһы, бөтөн халыҡтарҙы ла бер күреү, һан яғынан да, сифат яғынан да сорттарға бүлмәү, кәрәк икән, береңдең мәнфәғәтен икенсең яҡлашыу тигәнде аңлата.

Хәҙер башҡорт халҡының булмышына күҙ ташлайыҡ.

  • Интернационаллек хасмы халҡыбыҙға? Иң элек уның әхлаҡ нормаларына, йәғни тәрбиә ҡанундарына, иғтибар йүнәлтәйек.
  • Ниндәй ҡанундар менән тәрбиәләгән һәм әле лә тәрбиәләй икән башҡорт атай-әсәйҙәре үҙ балаларын?
  • Уның тәрбиә ҡанундары үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнау өсөн бар ителгәнме, әллә кешелек донъяһының камил тәрбиә ҡанундары юғарылығынан сығамы?

Әйтеп үтеүебеҙсә, башҡорт халҡының тәрбиәүи ҡанундары тупланмаһы — ул «Урал батыр» эпосы.

Урал батыр Һомай ҡыҙҙы осратҡас, былай ти:

— Үҙем йәп-йәш булһам да, Биш ил барын белдем мин,

Береһендә үҙем тыуҙым,

Икеһен йөрөп күрҙем мин,

Ҡалған тағы икәүһен Күрергә тип сыҡтым мин.

Ҡайҙа ғына барһаң да,

Кемде генә күрһәң дә,

Береһе үҙен баш итә,

Икенсеһе баш эйә,

Көслө көсһөҙҙө ейә,

Теләгәнсә ҡан ҡоя.

Башҡорт халҡының идеалы булған Урал батыр ни өсөн ил гиҙеп сығып китә? Байлыҡ эҙләпме?

Башҡаларҙың ер-һыуына ҡыҙығып яу асырғамы? Сауҙа уйлапмы?

Юҡ, ул ғәҙеллек эҙләй. Ғәҙелһеҙлеккә әсенә. Ул бөтөн кешелек донъяһының именлеген хәстәрләй.

Урал батыр уландарына, тимәк, беҙгә, киләһе быуынға бына ниндәй васыят әйтеп ҡалдыра:

Мин әрсегән ерҙәрҙә Кешегә байман табығыҙ;

Яуҙа булһа, баш булып,

Кешегә ил ҡороғоҙ.

Данлы батыр булығыҙ.

Олоно оло итегеҙ, —

Кәңәш алып йөрөгөҙ; Кесене кесе итегеҙ —

Кәңәш биреп йөрөгөҙ.

Күҙенә сүп төшөрҙәй,

Күҙһеҙ булып ҡалырҙай

Еҫерҙәрҙең алдында

Күҙенә керпек булығыҙ.

Ошо тәрбиә ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләнгән, ошондай васыят тәғәйенләнгән уландарыбыҙ ғәмәли тормошта үҙҙәрен ҡайһылайыраҡ тота икән?

Рухи азатлыҡ даулап 200 йылдан ашыу көрәш алып барған башҡорттар ихтилалдарҙан һуң ҡырыла, ҡыйратыла, ауылдары яндырыла, балалары һәм ҡатындары тырым-тырағай килә...

Ә илгә хәүеф янай башлағас, батша ярҙам һораһа, тағы ҡулына ҡорал алып яуға китә. Башҡорт яугирҙары шведтарға, поляктарға, төрөктәргә ҡаршы яуға саба.

Салауат күтәрелешенән һуң күп тә үтмәй — егерме һигеҙ полк туплап, ил һаҡларға Наполеонға ҡаршы ташлана. Ни өсөн? Сөнки башҡорттоң Бәләкәй Ватаны — шул уҡ Оло Ватан, Оло Ватаны — үҙе төйәк иткән Бәләкәй Ватан.

Бөйөк Ватан һуғышында ла, барлыҡ башҡа алыштарҙағы кеүек, бөтөн донъяны таң ҡалдырып алышалар.

Тарихи йырҙарыбыҙ башҡорт халҡы үҫтергән яугирҙарҙың ысын-ысындан интернационаллеге тураһында асыҡ һөйләй.

«Аҡ мәсет», «Һыр» йырҙары 1839 йылғы хәрби поход тураһында сығарылған.

«Һыр» йырынан бер өҙөк:

Аршын ғына аршын, ай, аҡ уҡа,

Перовский еңе остары.

Бары беҙҙең генә башҡорттар шул,

Күҙ терәгән әрме көстәре.

  • «Карпат» йыры. XIX быуатта башҡорт ғәскәрҙәре, линия хеҙмәтен үтеү менән бергә, күп кенә хәрби походтарҙа ла ҡатнаша.

1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы ваҡытында, мәҫәлән, хәрәкәттәге армия сафына ике башҡорт һәм яртылаш башҡорттарҙан торған ике казак полкы ебәрелә. Был полктар, рус ғәскәрҙәре менән бергә Карпат тауҙары аша үтеп, Болгарияға инә.

  • «Перовский» йыры. Ырымбур губернаһының хәрби губернаторы генерал-майор граф В. А. Перовский 1839 һәм 1853 йылдарҙа «Аҡ мәсет» ҡалаһына ике тапҡыр яуға бара. (Был поход хаҡында VII синыф дәреслегендә «Перовский» бейеүенең тарихына ҡағылышлы яҙмала тулыраҡ мәғлүмәт бирелгәйне.) «Аҡ мәсет» һәм «Перовский» йырҙары ошо яуҙар тураһында сығарылған.

«Балҡан». Был йырҙы ла рус-төрөк һуғышында әсирлектә булған башҡорт егеттәре сығарған . «Порт-Артур» йыры. 1904—1905 йылдарҙағы рус- япон һуғышы ваҡиғаларына бәйле Һары диңгеҙ буйындағы порт тураһында ижад ителгән. Һүҙҙәренә иғтибар итәйек:

Диңгеҙ һыуҙары ҡыҙарған,

Өҫтөнән үлек аға;

Ирҙәр үлә, башын һала,

Балалар етем ҡала.

Йыр һүҙҙәренән күренеүенсә, башҡорт өсөн, милләтенә ҡарамай, ирҙәр ҙә, етем ҡалыр балалар ҙа йәл. Шул уҡ ваҡытта хәрби бурыс үтәүҙәге ҡыйыулыҡ та күренә йырҙа:

Ат ебәрҙем ҡурпыға,

Ҡурпы башын ҡырҡырға.

Дошман һигеҙ, беҙ өсәүбеҙ,

Ниңә унан ҡурҡырға?

1812 йылда Наполеонға ҡаршы һуғышҡа киткәндә йырланған йырҙарҙың береһе «Һай, илкәйем»:

Быуын-быуын үҫкән батырҙарҙың Һүҙен тыңлап, йырын йырлайбыҙ.

Илкәйебеҙ өсөн булырбыҙ шаһит, Дошмандарға илде бирмәбеҙ.

Ә «ил» тигән төшөнсәлә, бынан алда әйтеп үтеүебеҙсә, тотош Рәсәйҙе күҙҙә тотҡан башҡорттоң сәсән-яугиры:ъ

Француздар танынылар,

Эрәсәйҙә үҙҙәрен.

Рус, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,

Таба алмайҙар эҙҙәрен.

(«Любизар») Тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың «Любезные мои...» тигән китабынан бер мәғлүмәт килтерәбеҙ.

Был мәғлүмәт «XVI—XVIII быуаттарҙа Рәсәй походтарында һәм һуғыштарында башҡорт полктарының ҡатнашыуы тураһында» тигән баш аҫтында бирелгән.

Башҡорт полктары

үҙгәртергә
  • 1558—1583 йылдарҙағы Ливон һуғышында,
  • 1570—1572 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында,
  • XVIII быуат башында А. С. Алябьев воеводаһы составында поляк-шведтарға ҡаршы һуғышта һәм
  • 1611—1612 йылдарҙа К. Минин һәм Д. Пожарский ополчениеһында,
  • 1695—1696 йылдарҙағы Азов походтарында,
  • 1700—1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышында ҡатнаша.
  • 1756—1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта 2500 башҡорт һәм 500 мишәр ҡатнаша.
  • 1772 йылда Полыиала Барский конфедерацияһына ҡаршы көрәштә 3000 башҡорт була.
  • 1788—1790 йылдарҙа Рус-Швеция һуғышында 3000 башҡорт ҡатнаша.
  • 1811—1812 йылғы Ватан һуғышында 28 полк ҡатнаша.

Илем-көнөм, тип ҡулға ҡорал алып яуҙа ҡатнашыу, әлбиттә, иң юғары патриотлыҡ һәм интернационаллек. Был тойғо илебеҙҙә йәшәгән бөтөн халыҡтарға ла хас. Шуның өсөн ужарланып-айбарланып килгән Наполеон да, Гитлер ҙа баҫып ала алмаған илебеҙҙе.

Башҡорттарға хас тағы бер сифатты билдәләп үтергә кәрәк. Ул — сәсәндәргә булған хөрмәт.

Йәшенә, милләтенә ҡарамай, һүҙ оҫтаһына ҡарата хөрмәте ҙур булған халыҡтың. Борон-борондан сәсәндәргә иң ҙур хөрмәт күрһәтелгән, уның һүҙенә ҡолаҡ һалғандар. Шуның өсөндөр ҙә немец шағиры Гетены барып күргәндәр, уҡ-һаҙаҡ бүләк иткәндәр. Граждандар һуғышы ваҡытында емерек ятҡан Пушкин имениеһын (Михайловка ауылын) ипкә килтереп киткәндәр.

Ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың китабынан һеҙҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ яҙма тәҡдим итәбеҙ. Уны Гетеның яҡын дуҫы һәм шәхси секретары Иоганн Петер Эккерман яҙып ҡалдырған.

П. Эккерман. Гете менән һөйләшеүҙәрҙән...

үҙгәртергә

Гетеның ғүмеренең һуңғы йылдарындағы һөйләшеүҙәренән — Ә беләһегеҙме, — тине Гете, серле йылмайып, — миндә бер нәмә һаҡлана. Ул Һеҙҙе, моғайын, шатландырыр. Нисек уйлайһығыҙ, әгәр беҙ хәҙер түбәнгә төшһәк һәм Һеҙҙең ҡулығыҙҙа ысын башҡорт йәйәһе хасил булһа, ни эшләрһегеҙ?

— Башҡорт йәйәһе? — тинем мин, ғәжәпләнеүемдән ҡысҡырыбыраҡ. — Ысын башҡорт йәйәһеме?

— Әлбиттә.

— Әйҙәгеҙ.

Беҙ баҡсаға төштөк. Гете бәләкәй генә бүлмәнең ишеген асты. Унда һирәк осрай торған һәр төрлө әйберҙәр күп ине. Өҫтәлдә лә ята, стенала ла элеүле тора ине улар. Башҡаларына ары-бире генә күҙ ташлап, мин йәйәне эҙләнем.

— Бына ул, — тине Гете, мөйөштә өйөп һалынған әйберҙәр араһынан йәйәне сығарып. — Ул бөтөнләй үҙгәрмәгән, 1814 йылда нисек булһа, һаман да шулай. Ул саҡта башҡорт отряды етәксеһе миңә был бүләкте тантаналы рәүештә тапшырғайны. Йә, ни әйтерһегеҙ?

Ҡулымда яратҡан ҡоралымды тотоуыма бик шат инем. Йәйә йәнселмәгәйне, хатта кереше лә бушамағайны.

— Бик һәйбәт йәйә, — тинем мин. — Формаһы бигерәк матур, артабан миңә өлгө буласаҡ был.

— Һеҙҙеңсә, ниндәй ағастан эшләнгән ул? — тип ҡыҙыҡһынды Гете.

— Күреүегеҙсә, ул тотош туҙ менән ҡапланған, ә ағасы осонда ғына күренеп тора. Өҫтәүенә, ул тоноҡланған, асыҡ ҡына айырып та булмай, имәнме ул, сәтләүек ағасымы — белмәйем. Бәлки ул, ысынлап та, сәтләүек ағасылыр, ә бәлки уға оҡшаған ағастыр, әммә саған түгел, сөнки ул бик ҡаты һәм ярып эшләнгәндер.

— Әгәр һеҙ хәҙер атып ҡараһағыҙ, нисек булыр? — тип тәҡдим итте Гете. — Бына уғы. Әммә уҡтың башы тимер, уның ағыулы булыуы ла ихтимал.

Беҙ тағы баҡсаға сыҡтыҡ. Мин кереште тарттым.

— Нимәгә тоҫҡап атаһығыҙ? — тип һораны Гете.

— Тәүҙә һауаға атам, — тип яуапланым мин.

— Улай ҙа була, — тип ризалашты Гете...

Уҡыусылар, халҡыбыҙға хас патриотизм, интернационализм тураһында белдек. Э үҙ төйәгеңдә башҡалар менән һыйышып тыныс йәшәү өсөн киң күңеллелек тә кәрәктер. Республикабыҙҙағы башҡа милләт вәкилдәренең был ерҙәргә килеү тарихынан ошо хаҡта ла белерһегеҙ.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  1. Нимә ул патриотизм?
  2. Нимә ул интернационализм?
  3. Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының башҡа илдәргә ярҙам күрһәтеүе хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?

Гәзит- журналдарҙы күҙәтә барығыҙ һәм республикабыҙҙың тотороҡло тормошо, башҡа илдәрҙең дә быға иғтибар итеүҙәре тураһында баҫылған мәҡәләләрҙе йыя барығыҙ.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Бер бөртөк шырпы бөтә ауылды үртәргә етә.
  • Ҡорал — үҙ эйәһенә лә дошман.
  • Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡма.

Ҡала башҡорттары

үҙгәртергә

Башҡорттар, нигеҙҙә, ауыл ерҙәрендә йәшәгән. Быға уның традицион йәшәйеше, шөғөлө лә йоғонто яһай, әлбиттә. Өҫтәүенә, 1735—1740 йылғы ихтилалдан һуң императрица Анна Иоановнаның башҡорттарҙы ҡалаға яҡын ебәрмәҫкә, тигән указы ла эҙһеҙ ҡалмай.

Шулай итеп, башҡорттарҙың иң күп өлөшө ауыл ерҙәрендә йәшәгән. Фәҡәт XX быуат башында ғына аҙ-аҙлап ҡалаға тупланыу башлана.

Тик ҡалала йәшәгән башҡорттар рус телле халыҡтар араһында юғалып ҡала һәм үҙ телендә һөйләшергә ояла. 1920—1930 йылдарҙа ҡала ерҙәрендә, бигерәк тә Өфөлә, башҡорттар һаны ишәйә башлай. 1950 йылдарҙан башлап Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына, бигерәк тә Өфөгә, башҡорттар күпләп ағыла.

Ошо йылдарҙа ауылдарҙан ҡалаға күсеп килгән башҡорттар ҡала традицияһына аҡрынлап яраҡлаша йәки, икенсе төрлө әйткәндә, ауыл мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен ҡалаға яраҡлаштыра башлай.

Әммә уларҙың балалары һәм яңы күсеп килеүсе икенсе быуын вәкилдәре, тәрбиә һәм уҡытыу башҡорт телендә алып барылмағанлыҡтан, башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр булмағанлыҡтан һәм башҡорт теле, нигеҙҙә, ғәмәли ҡулланмағанлыҡтан, башҡортса һөйләшмәй, тимәк, үҙ туған мәҙәниәтенән алыҫлаша.

Туған теленән, мәҙәниәтенән алыҫлашҡан был балалар үҙҙәре атай-әсәй булғас та балалары менән рус телендә аралашыуҙы өҫтөн ҡуялар.

Тик балаларын туған телдә уҡытыуҙың зарурлығын аңлаған бер төркөм зыялылар тырышлығы менән Өфөлә беренсе ҡала башҡорт мәктәбе (20-се һанлы урта мәктәп), унан һуң балалар баҡсаһы асылғас ҡына туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡырҡа боролош башлана.

Ҡала башҡорттары бергәрәк туплана, бер-береһен күрә-таныша, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙа. Был осорҙа юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәр, әйтергә кәрәк, техник өлкәләге белгестәр ҙә ҡалала ҡала.

Юғары уҡыу йортона килеп тә конкурстарҙан үтә алмаған һәм, «киләсәкһеҙ» тигән исемлеккә индерелеп юҡ ителгән ауылдарҙан ҡалаға килгән йәштәр иҫәбенә эшселәр, төҙөүселәр һаны арта. 1980 йылдарҙан башлап илдә барған демократик үҙгәрештәр ҙә халыҡ фекеренә ыңғай йоғонто яһай.

2000 йыл баштарында баш ҡалабыҙҙа һәм башҡа ҡалаларҙа башҡорт мәктәптәренең күбәйеп китеүенең нигеҙендә асылыңа кире ҡайтыу, милли үҙаң уяныуы ята.

Демократик үҙгәрештәр башланып, төрлө үҙәктәр, клубтар, ойошмалар төҙөү мөмкинлеге килеп сыҡҡас та баш ҡала башҡорттары «Аҡ тирмә» мәҙәни клубы тирәһендә берләшәләр, һәм «Нефтяник» мәҙәниәт һарайында һәр йома кисәләр үткәрелә башлай. Ошонда күңел асыу менән бер рәттән башҡорт халҡының артабанғы яҙмышы тураһында һөйләшеү-фекер алышыуҙар үткәрелә, ярҙамға мохтаж булғандарға ихлас ярҙам ителә.

Ҡала башҡорт интеллигенцияһы ҡала йәшәйешендә дөйөм мәҙәни ҡаҙаныштарҙан өлгө ала. Көнкүрештә, өй йыйыштырыу, аш-һыу әҙерләү, ҡунаҡ саҡырышыуҙа, ауыл традицияһын һағына-һағына, Европаса йәшәү өлгөһө индерә башлайҙар.

Кейем, йорт йыһазы яғынан башҡорт тормошо башҡа милләт кешеләренекенән айырылмай. Тик ауыл менән бәйләнештәре өҙөлмәгән башҡорттарҙың ғына өҫтәлдәрендә ҡорот, тултырма, ҡаҙы, тултырылған тауыҡ күрергә мөмкин. Ҡунаҡ ашы итеп тултырма, бишбармаҡ, бәлеш, бауырһаҡ, ҡоротло һурпа, ләүәш бешереү ғәҙәте һаҡлана.

1980—1985 йылдарҙан башлап ҡала башҡорт йәштәре барлыҡҡа килә. Улар инде башҡорт мәктәбендә уҡып, үҙ мәҙәниәте нигеҙҙәрен, тарихын өйрәнеп, йыр-моңон үҙләштергән башҡорт йәштәре була. Төрлө эстрада ансамблдәре («Каруанһарай», «Ант») барлыҡҡа килә, ҡала башҡорттары араһынан башҡорт йырсылары, композиторҙары үҫеп сыға башлай.

  1. Ҡала ерҙәрендә уҡыған башҡорт уҡыусылары өсөн. Атай-әсәйҙәрегеҙ ҡасан һәм ниндәй сәбәптәр менән ҡалаға килеп урынлашҡан? Һин үҙеңде ҡала кешеһе тип һанайһыңмы, әллә ауыл традицияһы яҡынмы? Ғаиләгеҙ ауыл менән бәйләнеш тотамы? Өйөгөҙҙә ғаилә тормошо ауылса алып барыламы, Европасамы, әллә башҡорт традицияһы һаҡланған үҙенсәлекле ҡаласамы?
  2. Ауыл мәктәптәрендә уҡыған уҡыусылар өсөн:
  • Ҡала ерендә туғандарығыҙ бармы?
  • Йәй көндәре ауылға ҡайталармы?
  • Балалары туған телдә һөйләшәме?
  • Ниндәй телдә аралашаһығыҙ?
  • Ошо хаҡта яҙма эш башҡарығыҙ һәм «Башҡорт мәҙәниәте» кабинетына бирегеҙ.
  • Туған телең — иң ҙур болоң.

Рус халҡы, илебеҙҙең башҡа әлкәләрендә кеүек, Башҡортостанда ла иң күбе — миллион ярымдан ашыуыраҡ кешене тәшкил итә. Рустарҙың 83 проценттан ашыуы ҡалаларҙа йәшәй (мәғлүмәттәр 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса бирелә). Уларҙың 99,9 проценты үҙ телен туған теле тип иҫәпләй.

Башҡортостанға рустар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бынан дүрт быуат элек күпләп күсә башлай. Бигерәк тә Пермь, Вятка, Вологда, Камар, Симбирск, Ҡазан, Нижегород губернияларынан күп киләләр.

Ә Смоленск, Тверь, Орел, Тула, Рязань, Тамбов, Пенза, Курск, Воронеж әлкәләренән ауылдары-ауылдары менән килеп төйәкләнәләр. Сит яҡтарҙан күсенгән рустар элекке йәшәгән яҡтарына оҡшашыраҡ урынды һайларға тырышҡан. Урмандарҙы ҡырҡып, сәсеүлектәрҙе киңәйтеү башланған. Игенселек менән шөғөлләнгән рустар күбеһенсә арыш сәскән. Аҙаҡ бойҙай киң тарала.

Һыйыр, сусҡа аҫрайҙар. Аттарҙы эш көсө итеп кенә тоталар. Пермь һәм Вятка яҡтарынан килгән рустар умартасылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Көнкүреш кәрәк-яраҡтарын да үҙ ҡулдары менән эшләйҙәр.

Рустар менән бергә сусҡа ите, йәшелсә, бәшмәк ашау, 4 щи бешереү, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсә тоҙлау кеүек яңылыҡтар килә. Пасхаға йомортҡа буяу, арыш ононан кеүәҫ яһау, һыра, брага әсетеү кеүек, башҡорттарға ят аш-һыу, ят ғәҙәттәр инә башлай.

Рустар башҡорттарҙан ҡатыҡ ойоторға, айран эшләргә, бәлеш, ҡыҫтыбый, ләүәш бешерергә, украиндарҙан борщ, эремсек билмәне бешерергә өйрәнә.

Сиркәүҙәрҙе ағастан йәки таштан һалалар. Ял көндәре яҡын-тирәләге ауылдарҙан поптар, монахинялар шул сиркәүҙәргә йөрөй. Рустар лирик йырҙар, частушкалар (таҡмаҡ), хоровод (әйлән-бәйлән) йырҙары, туй йырҙарына бай була. Частушкаларҙы һәр урында әйтәләр, төрлө милләт йәштәре, рус хороводына ҡушылып, частушкалар әйтергә өйрәнә.

Бөгөнгө көндә лә частушкалар байрамы үткәрелгән төбәктәр бар. Мәҫәлән, Балаҡатай районының Емаши ауылы эргәһендә тау итәгендәге ҡайынлыҡта республика күләмендә рус халыҡ йырҙары һәм частушкалары байрамы үткәрелде. Благовещен ҡалаһының «Россияночка»' рус халыҡ йыры ансамбле, Балаҡатай районының «Родные напевы» фольклор ансамбле, Күмертау ҡалаһының «Уральские зори» рус фольклор хоры, Бәләбәй ҡалаһының «Русские звоны» халыҡ хоры, боронғо рус традицияларын һаҡлап, ижади эшләгән коллективтарҙан һанала.

Рус мәҙәниәтенең күренекле әһелдәренән С. Т. Аксаков, М. В. Нестеров, М. И. Цветаева, Ф. И. Шаляпин һәм башҡа бик күптәрҙең тормошо һәм ижады Башҡортостан менән бәйле.

Бөтөн донъяға билдәле рәссамдарҙан М. В. Нестеровтың һүрәттәре, А. Тюлькиндың «Пушкин башҡорттар янында», А. Лежневтең «Салауат отрядының Пугачев менән осрашыуы», А. Храмовтың «Генерал Шайморатов», Б. Домашниковтың «Урал ҡалаһы», А. Пантелеев- тың «Ирәндек тауҙарында», Ф. Кащеевтың «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт балы» һүрәттәре, скульптор Т. П. Нечаеваның башҡорт тормошона арналған эштәре был оҫталарҙың халҡыбыҙ тормошон яҡшы өйрәнеүен, үҙ итеүен күрһәтә.

Башҡорт тарихы менән шөғөлләнгән, йырҙарын, ижади ҡомартҡыларын яҙып алған тарихсыларҙы, ғалимдарҙы «Башҡорт мәҙәниәте» («Тормош һабаҡтары») дәреслектәрендә телгә ала барабыҙ. Ьеҙ улар хаҡында яҡшы беләһегеҙ.

Татарҙар

үҙгәртергә

Бөтөн Рәсәйҙә татарҙар биш миллион ярымдан ашыу. Улар Украинала, Молдовала, Белоруссияла, Литвала, Латвияла, Эстонияла, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡыр- ғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Грузияла, Әзербайжанда, Әрмәнстанда йәшәй. Шулай уҡ Полынала, Болгарияла, Румынияла, Финляндияла ла, Төркиә һәм Ҡытайҙа ла, Америка Ҡушма Штаттарында, Канадала, Японияла ла барҙар.

Башҡортостанда иһә һәр бер районда ҙур-ҙур татар ауылдары төйәкләнгән. Башҡортостанға улар XVI быуаттың икенсе яртыһында күпләп килә башлайҙар. Бигерәк тә, Ҡазан ханлығы ҡолатылғас, татарҙар Башҡортостанға күпләп ағыла.

Октябрь революцияһына тиклем татар яҙмаһы ғәрәп графикаһы нигеҙендә була, 1928—1939 йылдар латин яңы әлифенә, унан һуң бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп килгән славян шрифтына күсерелә.

Башҡортостанда йәшәүсе татарҙарҙың теле үҙенсәлекле, сөнки башҡорт теленең йоғонтоһо менән үҙгәрә. Ҡайһы бер татар ғалимдары хатта Өфө татарҙары йәки Урал- Өфө татарҙары теле тигән төшөнсә индерергә лә тәҡдим итәләр. Башҡортостанда йәшәүсе татарҙарҙың 93 процентҡа яҡыны татарса һөйләшә белә.

Татарҙарҙа дин тотоу, дингә ышаныу башҡорттар менән сағыштырғанда көслөрәк. Сөнки Волга буйы болғарҙары һәм ҡыпсаҡтар нигеҙендә татар халҡы ойоша башлаған мәлдә 922 йылдарҙа Ибн Фаҙландың мосолман дине таратыу буйынса миссионерлыҡ эше татар милләтен барлыҡҡа килтереүҙә төп факторҙарҙың береһе була. Татар ғаиләләре күп балалы булған. 8—10 бала тәбиғи һаналған.

Татарҙар электән үк иген игеүгә оҫта булған. Ювелир эштәр, туҡыма туҡыу, күн, металл, ағас эшкәртеү һәнәрҙәре Башҡортостанға килгәс ныҡ үҫеш алған. Башҡортостан татарҙары һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, хатта йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә башлай, ҡымыҙ ҙа яһайҙар. Ҡайһы бер төбәк татарҙары солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә.

Татар ҡатын-ҡыҙҙары сигеүгә, нағышлауға, мәрйен теҙеүгә һәм бешеренеүгә бик оҫталар. Уларҙың сигеүле алъяпҡыстары, мәрйен сүпләп эшләнгән ҡалпаҡтары күҙ яуын алырлыҡ матур булған. Әле лә был традиция быуындан быуынға күсә килә.

Ҡазан, Ырымбур, Өфө татарҙары сауҙагәрлек менән шөғөлләнгән, ҡырҡтартмасылар ҙа ваҡ көнкүреш әйбер- ҙәре менән һатыу иткән. Бөгөнгө көндә, әлбиттә, боронғо шөғөлдәр юҡ. Илебеҙҙә йәшәгән бөтөн халыҡтар ҙа заманса йәшәй, заманса эш менән мәшғүл.

Өфөлә йәшәгән күренекле сауҙагәрҙәр элек-электән татар интеллигенцияһын үҫтереү һәм мәҙәниәт, сәнғәт, фән, мәғрифәтселекте күтәреү хаҡында хәстәрлек күргәндәр. Өфөлә «Хакимиә», «Хөсәйениә», «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә белем бирелә. . 1912—1922 йылдарҙа Өфөлә беренсе татар театры эшләй. Был профессиональ труппаның етәксеһе И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарский була. Артабан татар театры бер нисә колхоз-совхоз театрҙарына бүленә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, улар тарҡала. Фәҡәт 1990 йылдар башында ғына Өфө «Нур» татар дәүләт театры һәм Туймазы татар театры ойошторола.

Татар халҡының бөйөк улдарынан Ш. Сүнчәләй, Ғәлимйән Ибраһимов, Мирсәйет Солтанғәлиев, Әмирхан Еникеевтар, байтаҡ ҡына сәнғәт әһелдәре — Әлфиә Афзалова, Салауат Фәтхетдиновтар Башҡортостанда тыуып- үҫкән.

Илебеҙҙәге үҙгәрештәр, динде тыймау, дини байрамдарҙы кире ҡайтарыу барлыҡ милләттәр өсөн дә ыңғай күренеш була. Борондан килгән байрамдар яңынан тер- геҙелә бара, онотола башлаған традициялар өйрәнелә. Татар халҡы ла һабантуй, тула өмәһе, ҡаҙ өмәһе, мал өмәһе, яҙ көнө — ж,имчәчәк, тары бутҡаһы, нардуған, наурыҙ байрамдары менән бер рәттән дини байрамдарҙан ураҙа байрамы, ҡорбан байрамын да рәсми билдәләй.

Бөгөн республикала 47 татар халыҡ үҙешмәкәр коллективы бар. Уларҙың 24 — театраль, 11 — бейеү, 5 — фольклор, 5 — хор, 2 — инструменталь коллективтар. Йыл һайын Өфөлә «Туған тел» тип аталған татар йыры конкурсы һәм «Азатлыҡ» татар йәштәре ойошмаһы башланғысында Татарстан Республикаһы менән берлектә Нефтекамск ҡалаһында «Науруз гүзәле» ярыштары үткәрелә.

«Башҡортостан татарҙары» тигән документаль фильм төшөрөлдө. Телевидение аша «Рәйхан», «Сәйлән» тигән тапшырыуҙар алып барыла. Радио аша татар телендә «Шиғриәт минуттары», «Әҙәби уҡыуҙар», «Һеҙҙең өсөн осрашыуҙар» тигән тапшырыуҙар бар.

Татар телендә «Толпар» (ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби- нәфис журнал), «Әллүки» балалар журналы, «Ҡызыл таң», «Өмет», балалар өсөн «Очкын» гәзиттәре, шулай уҡ 5 ҡала һәм 23 район гәзите нәшер ителә. Башҡортостанда татар телендә йәмғеһе 937 мең дана китап иҫәпләнә, ә Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында 47681 китап һаҡлана (* «Ватандаш» журналы. 2003 йыл, 2-се һан). Республикала 1230 татар мәктәбе эшләй.

Сыуаштар

үҙгәртергә

Сыуаштар Рәсәйҙә күп һанлы халыҡтар иҫәбенә инә. Рәсәйҙә рус, украин, татарҙарҙан һуң һан буйынса сыуаштар килә. Улар 2 миллион самаһы кешене тәшкил итә.

Сыуаштар Татарстанда, Башҡортостанда, Камар, Ульяновск, Төмән, Кемерово, Ырымбур, Нарытау әлкәләрендә, Красноярск крайында, Мәскәү ҡалаһында, Ҡаҙағстанда, Украинала, Үзбәкстанда, Белоруссияла, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Ҡырғыҙстанда, Латвияла, Молдовала, Эстонияла йәшәйҙәр.

Ә Башҡортостанда бөтөн сыуаштарҙың 6 процент тиклеме йәшәй. 83 проценты сыуаш телен туған теле тип иҫәпләй.

Сыуаштар Башҡортостан райондарының яртыһында тиерлек, бөтәһе 265 ауылда йәшәйҙәр. Башҡортостанда ла һан буйынса улар дүртенсе урында килә. Сыуаштарҙың яртыһы тиклеме ҡала ерҙәрендә йәшәй. Ауыл ерҙәрендә сыуаш ғаиләләре, нигеҙҙә, күп балалы.

Сыуаштар элек-әлектән игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Арыш һәм һолоно күпләп сәскәндәр. Киндер, етен дә үҫтергәндәр. Был үҫемлектәрҙән еп эшкәртеп, кейем өсөн файҙаланғандар. Солоҡсолоҡ менән дә улар борондан уҡ шөғөлләнгән.

Сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары сигеүгә, нағышҡа айырыуса оҫта булғандар. Ә ирҙәр сабаталарҙы оҫта үргән. Күлдәктәре ап-аҡ туҡымаға шау биҙәк итеп сигелгән була.

Биҙәнеү әйберҙәре киң ҡулланылған. Мәрйен тағырға, беләҙек кейергә яратҡандар. Сухал-һаҡал, иҙеү, сәсбау тип аталған биҙәнеү әйберҙәре Башҡортостан сыуаштарында ғына осрай. Сәкмән менән еләнде лә Башҡортостан сыуаштары ғына кейә. Хатта кейем бесеү өлгөләре лә башҡорттарға һәм татарҙарға тартым.

Сыуаштар тәүҙә мәжүси булған, шунан көсләп суҡындырылғандар. Татарлашҡан сыуаштар мосолман динен ҡабул иткән.

Шуның өсөн электән ҡалған мәжүсилек байрамдары ла христиан байрамдары менән йәнәш билдәләнә, йә ҡушылған, йә үҙенсәлекле төҫ алған. Мәҫәлән, ҡыш көнө, көн менән төн тигеҙләнгән саҡта элек сурхури тигән байрам үткәрелһә, аҙаҡ был раштыуа-рождествоға әйләнгән. Нартукан үткәрәләр.

Ҫаварни — масленица, иген сәсә башлау көнө — орлоҡ сығарыу, малды көтөүгә сығара башлау көнө, һабан байрамы, ямғыр теләү йола байрамдары үткәрелгән.

Әруахтарҙы иҫкә алыу көнөн махсус әҙерлекле итеп күмәкләшеп билдәләйҙәр. Сыуаш йәштәренең хороводтары бик матур, күңелле күренештәрҙән һанала. Егеттәрҙе хеҙмәткә оҙатыу — оҙайлы дауам иткән матур йола.

Сыуаштар әкиәт, мәҡәл, әйтем, һынамыш, йыр-таҡмаҡҡа бик бай халыҡ.

Музыка ҡоралдары. Ҡыуыҡ (волынка шапар), скрипка, гусли, шахлич (дудка), параппан (барабан), сарнай (һорнай), тамра (балалайка), хут купас (гармун). Башҡортостанда йәшәүсе сыуаш халҡы республикабыҙ, илебеҙ күләмендә билдәле байтаҡ әһелдәр үҫтерҙе.

Бәләбәй районының Слакбаш ауылында сыуаш әҙәбиәте классигы К. В. Иванов, Сыуашстандың халыҡ шағиры Я. Г. Ухсай тыуған. Яҙыусылар М. Н. Данилов-Чал- дун, Ф. Н. Вуколов-Эрлик, шағирҙар И. А. Петрова-Нарс, В. Е. Петрова, С. А. Васильева, А. С. Савельева-Сас һәм башҡалар —Башҡортостан кешеләре.

Сыуашстандың атҡаҙанған рәссамдары аталы-уллы И. Т. Григорьев менән И. И. Григорьев һәм А. Н. Алима- сов, билдәле художник-реставратор, заманында Дрезден художестволы галереяһында реставрациялауҙа ҡатнашҡан П. Т. Корина-Петрова, күренекле ғалимдарҙан А. Н. Тихонов, А. Г. Терентьев, А. С. Ефимов, В. Я. Кошкарев, Г. Е. Корнилов, Ф. П. Васильев, И. И. Захаров, А. А. Кондратьев, Ю. Н. Никифоров һ. б. донъя һәм Ватан фәненә тос өлөш индерҙеләр.

Бәләбәй ҡалаһында «Урал сасси» («Урал тауышы») тигән газета нәшер ителә. Ауырғазы, Бишбүләк райондарында район гәзиттәре сыуаш телендә дубляж — тәржемә менән сыға. «Шуратал» («Ағиҙел») әҙәби берекмәһе эшләй.

Телевидениела «Ентешсем» («Земляки») тапшырыуы, радиола «Аван-и» («Каумыһығыҙ») тапшырыуы уңышлы эшләй. Сыуаш йыры фестивале үткәрелә. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында 1994 йылдан башлап сыуаш бүлегендә уҡытыусылар әҙерләнә. Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ педагогия колледждарында ла сыуаш башланғыс синыф уҡытыусылары бүлектәре бар.

Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәләүездә йәкшәмбе мәктәптәре, Бәләбәйҙә сыуаш гимназияһы эшләй. 1993 йылдан башлап БР Сыуаш йәштәре Союзы эшләй. Бишбүләктә Сыуаш драма театры сыуаш милләтле халыҡтың тел мөхитен булдырыуҙа тос өлөш индерә.

Украиндар

үҙгәртергә

Һан буйынса Рәсәйҙә украиндар рустарҙан һуң икенсе урында тора.

1574 йылда, хәҙерге Өфө ҡалаһы урынлашҡан ерҙә, Сутолока йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған тамағында ҡәлғә төҙөлә. Уны һаҡлаусылар исемлегендә тәүге украин казактары телгә алына. Казактарҙы «черкас» тип атайҙар.

Төрлө нығытмалар, ҡәлғәләр төҙөлә башлағас, унда хеҙмәт итеү өсөн бик күп казактар кәрәк була. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан Башҡортостанға ағылған ҡасаҡ крәҫтиәндәрҙе хеҙмәткә алыу тыйыла.

1739 йылдың 20 авгусында императрица Анна Иоановна украин казактарын — черкастарҙы хеҙмәткә күпләп алырға тигән указ сығара, шунан һуң Башҡортостан еренә украиндар тотош ауылдары менән күсеп килә. Украина еренең буш тороп ҡалыуынан ҡурҡып, 1742 йылда украиндарҙың күсенеүен тыйып тағы указ сығарыла.

Әммә украиндар бер- береһен тартып, саҡырып килтерәләр. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 75 меңгә яҡын украин йәшәй. 1939 йылда был һан 92 меңдән ашып китә. Әммә һуғыштан һуң украиндарҙың үҙ туған илдәренә ҡайтыуы, тыуымдың кәмеүе, ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килеүе был һанды һиҙелерлек кәметә.

1926 йылда 529 таҙа украин ауылы булһа, бөгөнгө көндә күпселеген украиндар тәшкил иткән бер генә ауыл бар. Стәрлетамаҡ районының Золотошка ауылында 80 проценттан ашыу украин йәшәй. Әммә украин теленең рус теле менән яҡынлығы арҡаһында был халыҡтың теле тиҙ йотола, уларҙың 50 проценттан ашыуырағы ғына украин телен туған теле тип һанай.

Башҡортостандың башҡа милләттәре украин теленә йоғонто яһай алмай, шуның өсөн башҡа милләттәр менән күршеләш төбәктәрҙә өлкән украиндар һаман да үҙ телдәрендә һөйләшә, әммә Башҡортостанда украиндарҙың тарҡау ултырыуы, теленең киң ҡулланыуҙа булмауы уның бөтәүенә килтерә.

Украиндар — дини халыҡ. Шуның өсөн Башҡортостанға күсеп килеү менән сиркәү төҙөтәләр. Уларҙың өйҙәрендә иконалар күп. Әммә Октябрь революцияһынан һуң дингә ҡаршы алып барылған көрәш нигеҙендә сиркәүҙәр мәктәптәргә, клубтарға әйләндерелә.

Украиндар арыш, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ сәсеү менән бер рәттән картуф, сөгөлдөр, көнбағыш, етен, киндер һәм тәмәке үҫтерәләр. Бынан тыш украиндар баҡса йәшелсәләренең һәм картуфтың орлоғон таҙартып, шыттырып ултыртыу эшенә өйрәтәләр. Ҡарабойҙай сәсәләр. Иген сәсеү ваҡытын билдәләү ысулын да, бәлки улар алып килгәндер: украиндар усҡа тупраҡ алып йомарлайҙар ҙа ергә ырғыталар. Тупраҡ һибелеп төшһә, сәсергә ваҡыт етте тигәнде аңлата.

Ат, һарыҡ, һыйыр, сусҡа тоталар. Эш өсөн ат та, үгеҙ ҙә еккәндәр. Ҡошсолоҡ ныҡ үҫешкән. Тауыҡ, өйрәк, күркә, ҡаҙ үрсетәләр. Умартасылыҡ менән борондан таныш булалар.

Тимерселек, балсыҡ көршәктәр яһау, күн эшкәртеү оҫталары күп була. Ҡатын-ҡыҙҙар сигеү, селтәр бәйләү менән шөғөлләнгән. Әммә энә менән бәйләй белмәгәндәр. Украиндар уны урындағы халыҡтан отоп алған. Быйма баҫыу эшенә лә рустарҙан өйрәнгәндәр.

Украиндар тыуған ерҙәренән алыҫ булһалар ҙа ауылдарына үҙ атамаларын бирергә тырышҡандар. Санжаровка, Парафеевка, Шаровка, Золотошка, Кахновка, Харьковка, Киевка, Черкассы, Тавричанка, Софиполь һәм башҡа шундай исемле ауылдарға украиндар исем биргән. Ауылдар барлыҡҡа килгәндәге традицияларын да һаҡлаусылар бар: украиндар өйҙәрҙе һылап, ап-аҡ итеп ағартып ҡуйырға яратҡан.

Төп аҙыҡтары — йәшелсә. Кыйыр ағы төп аҙыҡ һаналмаған. Бутҡа яратҡандар. Колбаса, гуляш, шницель, фрикаделька, холодец һәм башҡалар, нигеҙҙә, украиндарҙан таралған.

Украин ҡатын-ҡыҙҙарының бер үҙенсәлеген әйтергә кәрәк: ҡыҙҙар сәстәрен берҙән йәки икенән үреп толомлап төшөрөп йөрөгән. Кейәүгә сыҡҡас, кәрзинләп баштарына урағандар.

Белорустар

үҙгәртергә

Башҡортостанда белорустар 17 мең самаһы. Уларҙың күп өлөшө ҡалаларҙа йәшәй. Ауылдарҙа йәшәгәндәре, нигеҙҙә, Архангель һәм Иглин районындалар. Бер аҙы Өфө, Әлшәй, Дәүләкән, Бәләбәй, Бишбүләк, Ишембай райондарындағы ауылдарҙа төйәкләнгән.

Республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында улар тиҫтәләп, йөҙәрләп кенә иҫәпләнә. Белорустар ҙа Башҡортостан ерҙәренә күмәкләп күсенеү заманында килә. 1917 йылдарҙа тағы бер тапҡыр күпләп күсенәләр. Был ваҡытта улар Башҡортостанда ер ала алмай. Шуның өсөн дә төрлө райондарға һәм ҡалаларға бүленеп-бүленеп урынлашалар. Башҡортостандағы белорустарҙың һаны ҡатнаш ғаиләләр ҡороу арҡаһында ҡырҡа кәмей бара.

Ауыл ерҙәрендә йәшәгән белорустар иген игә, мал тота, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Бөтөн белорустар ҙа борсаҡ һәм ҡарабойҙай сәсә.ч Етен үҫтереп, май һығалар. Картуф ултырталар. Сусҡа, һыйыр, һарыҡ аҫрайҙар.

Эш өсөн ат тоталар. Киндер, ете» ебенән туҡыма һуғалар. Йәшелсә ашы яратҡандар. Әсетелгән арыш оно ҡамырына картуф ҡушып икмәк бешергәндәр. Бәрәмес бешереп, эремсек өҫтөнә етен, киндер орлоғо һипкәндәр. Картуф ҡоймағы ҡойғандар. Итте бик һирәк ҡулланғандар. Колбаса, холодец эшләү оҫталығын башҡаларға ла өйрәтәләр.

Бөтә дини байрамдарҙы ла билдәләйҙәр. Әммә дин тотоу тыйылған замандарҙа асыҡтан-асыҡ байрам итмәгәндәр.

Иван Купала байрамы йәйге көн менән төн тигеҙләнгән мәлдә үткәрелгән. Ҡыҙҙар шифалы үлән йыйғандар, егеттәр усаҡ яғыр өсөн утын әҙерләгән, төн буйы яланда байрам иткәндәр. Был байрам иң көтөп алынған күңелле байрамдарҙан иҫәпләнә.

Белорустарҙың республика буйлап һибелеп йәшәүе, туған телдә һөйләшмәүҙәре, ҡатнаш ғаиләләрҙең күп булыуы арҡаһында улар милли үҙенсәлеген юғалта бара, күп һанлы рус халҡынан йотола.

Республикалағы белорустарҙың 26,6 (1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса) проценты ғына туған телдә һөйләшә ала. Улары ла — иң өлкән кешеләр.

Шуның өсөн Дуҫлыҡ байрамдарында белорус телендә йырҙар ҙа яңғырамай, бейеүҙәр ҙә һуңынан отоп алынғандары ғына. Милли традицияны һаҡлаусы белорустар ҡалмаған тиерлек. Ә заманында, күсеп килгән осорҙа, урындағы халыҡ менән аралашыуҙан килеп сыҡҡан иҫ китмәле бай фольклорҙары булған.

Белорустар Башҡортостанға геология-минералогия фәндәре докторы В. Л. Яхимовичты бирҙе.

Бөгөнгө көндә Иглин районының Буденновка ауылы белорус мәҙәниәтенең таянысы булып иҫәпләнә. Пушкино ауылында белорус телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй.

Мордвалар

үҙгәртергә

Мордвалар республикабыҙҙа 30 меңдән ашыуыраҡ. Мордвалар эрзя һәм мокша тигән төркөмдәрҙән тора. Башҡа милләт кешеләре менән аралашҡан саҡта улар үҙҙәрен мордва кешеһе тип атаһа ла, үҙ-ара эрзя һәм мокша икәнлектәрен белгертәләр.

Мордвалар XVII быуатта уҡ Башҡортостанға күсә башлаған. 1736 йылғы указдан һуң айырыуса күпләп күсенгәндәр. Ауыл-ауыл булып ултырғандар. Мәҫәлән, Федоровка ауылына нигеҙҙе мордвалар һала. Унда 1600- ҙән ашыу кеше йәшәй.

Башҡортостанда улар Бишбүләк, Илеш, Көйөргәҙе, Благовар, Шаран, Саҡмағош, Миәкә, Бүздәк, Дүртөйлө райондарында йәшәйҙәр. Йәрмәкәй, Дәүләкән, Бәләбәй райондарында улар бергәрәк күп урынлашҡан.

Шишмә, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында иң күп өлөшө йәшәй. Архангель, Кушнаренко, Нуриман, Благовещен райондарында мордвалар берәм-һәрәм генә йәшәй. Сиҙәм эшкәртеү башланғас, ҡырҡлаған мордва ғаиләһе Хәйбулла районында төйәкләнгән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мордвалар һаны 57 меңдән ашыу була. Артабан мордвалар һаны кәмеүгә табан китә. Эрзя менән мокша араһында тел айырмаһы ҙур, хатта улар ҡайһы бер һүҙҙәрҙе русса тәржемәһе менән әйтмәһәләр, бер-береһен аңламайҙар. Мордва теленә башҡорт һәм татар һүҙҙәре ингән. Арҡан, карциган — ҡарсыға, куда — ҡоҙа, курка — күркә, айгор — айғыр, байтак — байтаҡ, боза — буҙа, алаша — ат, алаша, шаршав — шаршау кеүек үҙләштерелгән һүҙҙәр бар.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ төп кәсептәре булмаһа ла, урындағы халыҡтан күреп, һирәкләп шөғөлләнәләр. Мордвалар күлдәктәрен сигеп кейгәндәр, биҙәктәре тарау-тарау төрлө йүнәлештә һалынған. Сабаталары башҡа халыҡтарҙыҡына оҡшамаған, сөм итеп үрелгән. Хатта ҡайһы бер ғалимдар мордваларҙы сабаталарына ҡарап айырып булыуы хаҡында яҙып ҡалдырғандар. Мордва ирҙәре кәрзинде оҫта үреүҙәре менән дан алған.

Сусҡа ите яраталар. Балсыҡ һауыттар тотонғандар, ашарға балсыҡ һауыттарҙа бешергәндәр. Христиан динлеләр. Әммә дингә бик мөкиббән китеп бармайҙар. Өйҙәрен йылға йәки соҡор яры буйына һалырға яратҡандар.

Башҡортостанда мариҙар 106 меңгә яҡын. Мариҙарҙың күбеһе ауыл ерҙәрендә йәшәй. Мишкә һәм Ҡалтасы райондарында мариҙар айырыуса күп урынлашҡан. Бөрө, Краснокама, Нуриман, Благовещен, Яңауыл, Балтас, Баҡалы, Илеш, Бәләбәй райондарында йәшәйҙәр. Һуңғы йылдарҙа мариҙар бөтөн республика буйлап таралды. Өфөлә лә 10 меңләп мари йәшәй.

Күсеп килгәндән һуң мариҙар тимерселек, балсыҡ һауыттар әүәләү, итек тегеү, ат сбруйҙары яһау менән шөғөлләнәләр. Мариҙарҙың ҙур-ҙур ауылдары бар. Улар туғанлыҡты ныҡ һаҡлай. Ҙур ғаиләләрҙә бер нисә пар бер ишек алдында йәшәй, айырым өйҙәрҙә торһалар ҙа хужалыҡты бергә алып баралар.

Күмәкләшеп бер тирәлә йәшәгәнлектән, мариҙар ауыл ерендә үҙ телдәрендә һөйләшәләр, мари мәктәптәре, мари балалар баҡсалары бар. Хатта Башҡортостанда йәшәүсе мариҙарҙың туған телдә һөйләшеүселәр һаны буйынса Марий Элдәгегә ҡарағанда күберәк булыуҙары, мари традицияларын нығыраҡ һаҡлауҙары ла билдәле. Мариҙарҙың фольклор ансамблдәре бик көслө.

Ҡалтасы районының «Эрвий» ансамбле киң билдәле булһа, Мишкә районында «Эрвел» ансамбле лә ныҡ танылды. Өфөлә ойошторолған «Ош Виче сем», Нефтекама ҡалаһының «Эрвел сем» ансамблдәре лә киң танылыу яулай бара.

Нефтекама ҡалаһында мари драма театры ойошторолдо һәм мари телендә «Чолман» гәзите, ә Мишкә һәм Ҡалтасы райондарында ла мари телендә район гәзиттәре сығарыла. «Мурпеледыш» исемендә мари йырҙары фестивале үткәрелә.

Мари халҡының туғанлыҡты ныҡ һаҡлауы, татыулығы арҡаһында телдәре һаҡлана һәм шунлыҡтан Башҡортостанда бик күп күренекле кешеләр сыға, бөгөнгө көндә улар Марий Әлдә үҙ халҡының әҙәбиәте, теле, сәнғәте өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә. Башҡортостанда тыуып-үҫкән ғалим В. М. Васильев оҙаҡ йылдар буйы көнсығыш мари халҡының телен, фольклорын, динен өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Бер Мишкә районында ғына ла мари әҙәбиәт классиктары Я. Ялкайн, С. Эман, А. Бик тыуып үҫкән. Композитор А. Искәндәров, шағир һәм журналист Г. Зәйниев, хәҙерге заман яҙыусылары В. Изилянова, В. Абукаев-Эмгакты һәм башҡа таланттарҙы бирҙе.

Шулай уҡ мари халҡының беренсе шағирәһе Сакева Сайпетдинова һәм М. Әюпова, Н. Ялкайн, күренекле яҙыусылар А. Эрыкан, А. Пасет, Э. Чапай, Э. Осып, А. Асаев, Т. Батырбаев, А. Тимиркаев, драматург һәм прозаик А. Юзыкайн, артистар А. Андрианов, В. Асмаев, Мари йәштәр театрының баш режиссеры О. Иркәбаев,

Дәүләт бейеү ансамбле етәксеһе Ю. Иркәбаев, йырсы һәм музыкант А. Изибаев-Бирь, күренекле филологтар Ю. Андуганов һәм Н. Иҫәнбаев, фольклорсы С. Сабитов һәм башҡалар ҙа Башҡортостан мариҙары биргән талантлы егеттәр һәм ҡыҙҙар.

Башҡортостанда рәссамдар Г. Г. Калитов, В. В. Вәлиуллин, С. С. Шамаева, композитор А. К. Кукубаев, геология-минералогия фәндәре докторы А. А. Алексеев, геолог Г. И. Иванов һәм башҡа әлкәлә эшләүсе ғалимдары ла бик күп. Бөрө, Өфө, Нефтекама уҡыу йорттарында ла мари ғалимдары эшләй.

Удмурттар

үҙгәртергә

Башҡортостан удмурттары, нигеҙҙә, ауылдарҙа йәшәй. Удмурттар суҡындырыуҙан ҡасып Башҡортостанға килеп һыйынғандар һәм христиан динен ҡабул итмәгәндәр. Улар әлегәсә мәжүси булып ҡала. Башҡортостан удмурттары үҙҙәрен таҙа удмурт, саф удмурт тип атай. Улар үҙ традицияларына кире ҡайтырға ынтылып торалар. Байтаҡ ҡына удмурт ауылдарында фольклор төркөмдәре бар. Улар тел һәм мәҙәниәт һаҡлауҙа ҙур роль уйнай.

Тәтешле районында Бигинәй, Түбәнге Балтас, Яңы Тәтешле, Ураҙгилде, Вязовка, Калмияр ауылдары, Борай районында — Алтаево, Байшады, Ҡалтасыла — Оло Качак, Йәрмәкәйҙә — Купченеево ауылдарында, Яңауыл районының байтаҡ ауылдарында йәшәйҙәр.

Удмурттарҙың фольклор коллективтары бар. Удмурт балалары туған телдәрендә уҡырға тырышалар, Удмуртстанда сығарылған гәзит- журналға яҙылалар, Ижевск һәм Глазов ҡалалары уҡыу йорттарына инәләр һәм күптәре унда тороп та ҡала.

Бөгөнгө көндә Удмуртияла йәшәүсе яҙыусы Фатых Пукроков, билдәле журналистар Валерий Нуриәхмәтов, Рәшит Хәйдәров, Өлфәт һәм Лүзә Бәдретдиновтар, архитектор Ҡасим һәм актер Ҡадим Ғәлихановтар, лингвист Риф Нәсибуллин һәм Бибинур Загуляева, медицина фәндәре докторы, профессор П. Н. Шараев, рәссамдар Менкадыр Зидияров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Садыҡ Ғариповтар ҙа Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр.

1999 йылда Үрге Тәтешле ауылында удмурт телендә «Ошмес» («Шишмә») гәзите сыға башланы.

Латыштар

үҙгәртергә

Латвия Рәсәй составына ингәс, латыштар Башҡортостанға күпләп күсенә башлай, әммә революциянан һуң уларҙың ҡайһы берҙәре кире ҡайта. Беренсе күсеп килеүсе бай 1878 йылда булған тиҙәр. Хәҙерге Ауструм (Иглин районы) ауылы латыштарҙың иң беренсе ауылы. Унан һуң Озолы, Балтия, Боложи һәм Архангельское ауылдарына нигеҙ һалалар. Латыштар, ғәҙәттә, урманлы ерҙәргә урынлашҡандар — үҙ тыуған ерҙәренә оҡшаш урын һайлағандар.

1920 йылда көслөк менән башланған коллективлаштырыу осоронда байтаҡ ҡына латыш хужалыҡтары юҡҡа сыға, ҡайһы берҙәре бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә, ҡайһы берҙәре кире Латвияға ҡаса. Бөгөнгө көндә латыштар бик аҙ ҡалған.

Улар Архангель районының Арх-Латыш ауылында, Бакалдинола, Архангельск ауылында, Иглин районының Ауструм һәм Балтика ауылдарында йәшәйҙәр. Латыштар тыныс холоҡло, бик тырыш, әйткән һүҙҙәренә тоғро халыҡ. Улар оҙон буйлы, зәңгәр күҙле, асыҡ һары сәсле. Ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, буй биҙәкле йәки шаҡмаҡлы юбка менән кофта кейә һәм билбаулап ҡуя. Ирҙәрҙең ғәҙәти кейеме — аҡ күлдәк, буйлы ыштан. Күмәк урынды бик яратмағанлыҡтан, хуторҙарҙа йәшәгәндәр. Өй тирәләп емеш ағастары үҫтергәндәр.

Латыштар, нигеҙҙә, лютеран дине тота. Католиктар ҙа бар. Баптистар ҙа осрай. Православие динен тотоусылар ҙа байтаҡ ҡына. «Яние көнө» — йәйгеһен, көн менән төн тиңләшкән саҡта, бик ихлас, күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ байрам итеп үткәрелә. Был байрамда «Лиго, лиго» тип йырланғанлыҡтан, ул Лиго байрамы тип тә атала.

Байрам ваҡытында ауылда Яние исемле кешеләр хөрмәт уртаһында була. Яние көнөндә йыйылған шифалы үләндәр — Яние үләндәре тип атала. Йыйылған үләндәрҙән сәскәле ҡалпаҡ үрәләр ҙә бер-береһенә лә, мал башына ла кейҙерәләр.

Таң атҡансы усаҡ тирәләп бейеп-йырлап күңел асалар. Ҡыҙҙар киләсәктәрен һынайҙар. Яние көнөндә йоҡларға ярамай, сөнки бәхетеңде йоҡлап ҡалып, йәрһеҙ ҡалыуың ихтимал, тигән юрау бар.

Латыштар грамоталы халыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында грамоталылыҡ ирҙәргә ҡарағанда юғарыраҡ та булған. 1937 йылға тиклем Башҡортостандағы латыш балалары үҙ телдәрендә уҡытылған. Улар өсөн Латвиянан китаптар килтерелгән. 1990 йылда был эш яңыртыла. Латвиянан махсус рәүештә уҡытыусы килә. Арх-Латыш ауылында өлкән ҡатындарҙан торған ансамбль эшләй. Был ансамбль Латвияла халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашты.

Латыш һауынсылары Анна Дуче менән Дора Бите — Башҡортостанда иң тәүге Ленин ордены алыусы һауынсылар. Архангель районындағы ун Социалистик Хеҙмәт

Йәһүдтәр(Еврейҙар)

үҙгәртергә

һәм Советтар Союзы Геройҙарының һигеҙе латыш. Башҡортостандан Латвияға ҡайтып киткән латыштар Ригала йыл һайын июндең тәүге йәкшәмбеһендә «Межа парке» паркында осрашыу ойоштора.

Ьуңғы йылдарҙа Башҡортостанға, латыштар янына, Латвиянан йыш киләләр. Өлкәндәргә — дарыуҙар, уҡыусыларға дәреслектәр һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары, ғөмүмән, халыҡҡа китаптар алып киләләр. Бөгөнгө көндә Башҡортостан латыштарының яртыһынан күбеһе ҡала ерҙәрендә йәшәй.

Йәһүдтәр идиш һәм иврит телдәрен туған тел тип һанайҙар.

Башҡортостанға йәһүдтәр Александр II Указынан һуң күсенә башлай. Указда ваҡ һәнәр эйәләренә, медицина хеҙмәткәрҙәренә күсенергә рөхсәт ителә. 1853—1855 йылдарҙа 50-гә яҡын йәһүд ғаиләһе Өфөгә, бөгөнгө Сиғандар туғайына килеп урынлаша. Бында шулай уҡ хеҙмәт итергә ебәрелгән, Полынанан ҡасҡан йәһүдтәр ҙә килә һәм йәшәргә ҡала. Йәһүдтәр, нигеҙҙә, ҡалаларҙа йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө предприятиелар, уҡыу йорттары, учреждениелар менән бергә бик күп йәһүдтәр Башҡортостанға эвакуациялана. 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа улар 7 меңдән ашыу иҫәпләнә. 1990 йылдарҙан һуң байтаҡ ҡына йәһүдтәр Израилгә күсеп китә.

Йәһүдтәр — дини халыҡ. Улар өсөн дин — тәрбиәлелек, белем, мәҙәнилек, сөнки уларҙың динендә кешелек донъяһының бөтөн ҡаҙаныштары, тәрбиәүи ҡанундары бирелгән. Йәһүдтәр дине — иудаизм. Һәр йәһүд Тораны уҡырға тейеш. Тора дин нигеҙе тип һанала. Тора — Библияның тәүге өлөшө, биш китаптан тора. Библия хаҡында VII синыфта «Башҡорт мәҙәниәте»нән беләһегеҙ. Библия — христиан һәм иудаизм диненең төп китабы.

1896 йылда йәһүдтәрҙең дини йолаларын башҡарыу' өсөн синагога төҙөлә. Ул бина — бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт филармонияһы. Йәһүдтәр Өфөлә үҙәк урамдарҙа

Фрунзе, Цюрупа, Коммунистик, Зенцов урамдарында йәшәгәндәр. Ирҙәр баштарына түбәтәй кеүек баш кейеме кейәләр. Дин буйынса һөт һәм ит аштарын бергә ҡатнаштырып ашарға ярамай. Мал һуйыу йолаһы башҡорттарҙыҡы кеүек. Тертләтмәй, һиҙҙермәй салырға һәм салыу ҡанын ағыҙырға тейештәр. Йәһүдтәр иртә өйләнешеүҙе хуплаған. Яңғыҙ йәшәү — бәхетһеҙлек, тип һанаған улар.

Элек йәһүд ғаиләләре күп балалы булған.

Йәһүдтәр сәнғәт яратҡан халыҡ. Әммә иудаизм да, мосолман дине кеүек, кеше һыны эшләүҙе тыя. Шуның өсөн скульптура, һүрәт төшөрөү үҫешмәй. Ә инде каллиграфия, китап графикаһы, ҡош, йондоҙ, сәскә һүрәттәре төшөрөү иҫ китмәле юғарылыҡта. Скрипка, флейта, кларнет кеүек музыка ҡоралдарында уйнау йәһүдтәр араһында ныҡ таралған. Улар боронғо йырҙарын онотмаҫҡа тырышалар. Бергә йыйылған саҡтарында һәр ваҡыт барыһы бергә ҡушылып боронғо йырҙар йырлайҙар.

Республикабыҙ сәнғәтендә данлыҡлы скрипкасыларҙан М. Швайштейн, В. Монастырский, йырсы С. Ми- шурис, педагогтар М. Зайденнтрегер, А. Минков исемдәре киң билдәле. М. Швайштейн бик күп башҡорт халыҡ йырҙарын ғәжәйеп оҫта башҡара. «Буранбай»ҙы иҫ китмәле уйнай. Медицина, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғрифәт әлкәһендә йәһүдтәрҙән ғалимдар бик күп. X. У. Зарудий, М. Г. Пизов, М. Н. һәм Я. Н. Фридмандар, А. Б. Гейлер, Л. Г. Бараг, И. А. һәм И. И. Хризмановтар, Б. М. Мир- кин — һәләтле актер, режиссер Л. Е. Пайкин, шағир-сатирик М. Я. Воловик, журналистар Д. С. һәм И. Д. Гальпериндар, рус театрының баш режиссеры М. И. Рабинович һәм башҡа бик күп күренекле эшмәкәрҙәр бар Башҡортостанда йәшәүсе йәһүдтәр араһында.

1998 йылдың декабрь айында «Хәсәд Лея» тигән мәрхәмәтлек фонды асылды. Ул ҡарыуы ҡайтҡан өлкән кешеләргә, инвалидтарға ярҙам итә. Израилгә сығып киткән йәһүдтәр Башҡортостанда йәшәүсе йәһүдтәр менән бәйләнештәрен өҙмәй, аралашыу мөмкинлеге табып торалар. Дини байрамдарҙы, бигерәк тә Пасханы — еврейҙарҙың Мысыр (Египет) әсирлегенән ҡотҡарылыу көнө байрамын киң билдәләйҙәр.

Немецтар

үҙгәртергә

Башҡортостанда 11 меңдән ашыу немец йәшәй. Улар ауыл ерҙәрендә лә байтаҡ төбәкләнгән. Благовар районында Пришиб, Алексеевка, Базилевка, Викторовка, Новоникольское ауылдары, Дәүләкән районында Ворошилово, Әбйәлил районында Северный ҡасабаһында йәшәйҙәр. Немец тигән атаманы рустар биргән.

Немецтар үҙҙәрен шваб, баварҙар, меннониттар тип йөрөткәндәр, хәҙерге ваҡытта күбеһе үҙҙәрен дойче тиҙәр. Немецтар Башҡортостанға украиндар, белорустар менән бер сама йылдарҙа, немец ҡарттарының әйтеүҙәренсә, 1900 йылдарҙан һуң күсенә башлағандар. Әммә тәүге күсенеүселәр 17 быуат башынан уҡ күренә башлай.

Улар Өфө гарнизонында хәрби хеҙмәт үтәй. 1920 йылдарҙа Башҡортостанда 9 меңдән ашыу немец йәшәгән.

1941—1942 йылдарҙа немецтар Волга буйынан күпләп күсерелә. 1942 йылда Волга буйында Немец республикаһы бөтөрөлә. Һуңғы йылдарҙа немецтарҙың үҙ илдәренә ҡайтыуы күҙәтелә.

Немец ғаиләләрендә фәҡәт туған телдә генә һөйләшкәндәр. Хәҙер Башҡортостан немецтарының йәштәре үҙ туған телдәрен насар белә. Немецтар эшсән, тырыш, бөхтәлекте яратҡан халыҡ. Ҡапҡа, тәҙрә кәсәктәре мотлаҡ һырлап эшләнә, буяла. Немецтарҙың рухи донъяһына дин ныҡ йоғонто яһаған.

Христиан дини байрамдары тотош билдәләнә. Рождество, Пасха, Троица, Яңы йыл, Уңыш байрамы, Крещение, Масленица, Благовещение, Вербное воскресенье өйрәнеү кластары асылды. Өфөнөң 86-сы мәктәбендә немец теле уҡытыла.

  • Уҡыусылар! Башҡортостанда йәшәүсе күп һанлы милләттәр хаҡында ҡыҫҡаса белешмә алдығыҙ. Бынан тыш тағы бик күп милләт вәкилдәре йәшәй. Төрлө халыҡтарҙың тормош-йәшәйеше менән танышып сыҡҡас, түбәндәге һорауҙар буйынса семинар-дәрес үткәрегеҙ.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  1. Ҡайһы халыҡ традицияһынан ниндәй фәһем алдығыҙ?
  2. Һеҙҙең ҡалала йәки районда башҡорттарҙан тыш тағы нисе төрлө милләт вәкиле йәшәй?
  3. Улар үҙҙәренең милли традицияларын тергеҙеү буйынса ниндәй саралар күрәләр? Милли-мәҙәни үҙәктәр эшләйме?

Мәҡәлдәргә аңлатма бирегеҙ

  • Ваҡ балыҡ көтөүе менән йөрөй.
  • Береккән һыу Иҙел булған, таралған һыу тамсы булған.

Башҡортостанда йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең милли ойошмалары

үҙгәртергә

Республикала барлығы 60 милли-мәҙәниәт үҙәге эшләй.

  • 1989 йылдың ғинуар айында Татар ижтимағи ойошмаһы төҙөлә. 1990 йылда Татар йәштәре Союзы теркәлә. 1997 йылда Башҡортостан татарҙарының съезы ойошторола. Татар дәүләт театры төҙөлә, гәзит-журналдар һаны арта, татар гимназиялары, мәктәптәре, синыфтары асыла.
  • Бөгөнгө көндә Башҡортостан татарҙары конгресы, Республика татар милли-мәҙәни үҙәге, БР татар ҡатындарының «Сахибжамал» ижтимағи ойошмаһы, «Ак калфак» татар ҡатындары ассоциацияһы, «Азатлыҡ» татар йәштәре союзы, «Рамаҙан» төрки-мәғрифәтселек үҙәге эшләй.
  • 1998 йылда Башҡортостан рустарының Соборы үткәрелде. «Вече», «Святыня» милли-мәҙәни ойошмалары эшләй. 1992 йылда «Русь» тигән ижтимағи-сәйәси ойошма төҙөлдө, «Рус берҙәмлеге» исемле йәштәр ойошмаһы барлыҡҡа килде.
  • 1999 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан сыуаштарының Канаш — Кәңәше ойошторолдо.
  • 1990 йылдың 13 ғинуарында украиндарҙың «Кобзарь» Республика милли-мәҙәни үҙәге ойошторола.
  • Белорустарҙың ижтимағи-мәҙәни үҙәге «Сябры» барлыҡҡа килә.
  • Мордваларҙың «Масторава» үҙәге эшләй.
  • 1991 йылда «Мари ушем» дөйөм мари хәрәкәте ойошторола.
  • «Ауструми» литва милли-мәҙәни ойошмаһы 1993 йылдан бирле эшләй.
  • 1992 йылда «Штерн» еврей мәҙәниәте ойошмаһы барлыҡҡа килә, аҙаҡ ул «Кохав» (Йондоҙ) еврей милли- мәҙәни үҙәгенә әйләнә.
  • 1997 йылда немецтарҙың «Видергебург« йәмғиәте барлыҡҡа килә.
  • БР-ҙың удмурт, литва милли-мәҙәни үҙәге, БР-ҙың Польша мәҙәни-ағартыу үҙәге, ҡаҙаҡтар, грузиндар, чечендар һәм башҡа байтаҡ ҡына милләт вәкилдәре ойошмалары төҙөлдө.

Улар тарихи тыуған ерҙәренән алыҫ йәшәһәләр ҙә милли мәҙәниәтен юғалтмау хәстәрлеген күрәләр. Был милли-мәҙәни үҙәктәрҙең һәм ойошмаларҙың үҙҙәренең программаһы һәм уставы бар. Улар бөтөнөһө лә, шулай уҡ «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге лә, «Дуҫлыҡ йорто» милли мәҙәниәттәр үҙәгенә берләшкән һәм хөкүмәт етәкселеге тарафынан хуплау табып, үҙ программаларына ярашлы эш алып бара.

Дуҫлыҡ байрамы

үҙгәртергә

Йыл һайын Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә һәм шулай уҡ баш ҡаланың башҡа урындарында ла Дуҫлыҡ байрамы үткәрелә. Был байрам Ҡала көнөнә тура килтерелә.

Үҙенсәлекле байрамды Өфө халҡы яратып өлгөрҙө.

Байрамға Өфө халҡы ғына түгел, ә милли үҙенсәлеген ныҡ һаҡлаған төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар саҡырыла.

Йәштәр ойошмалары

үҙгәртергә

1919 йылда Башҡортостанда Өфө губернаһының комсомол ойошмаһы барлыҡҡа килә. 1920 йылда Стәрлетамаҡта Бәләкәй Башҡортостан комсомол ойошмаһының ойоштороу конференцияһы була.

1922 йылда ойошманы берләштергән конференция үткәрелә. 70-се йылдарҙа Башҡортостан комсомолы ВЛКСМ-дың иң ҙур ойошмаларынан иҫәпләнә. 1990 йылда комсомол хоҡуҡтары Башҡортостандың Демократик йәштәр союзына күсә.

Оҙаҡ йылдар йәшәп килгән ВЛКСМ тарҡалғас, милли ойошмаларға туплана башлайҙар. Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт йәштәр союзы, «Азатлыҡ» татар йәштәре демократик йәштәр союзы, Немец йәштәре союзы, Сыуаш йәштәре союзы, «Единство» рус йәштәре берекмәһе, Мари йәштәре союзы төҙөлә. 1995 йылдан башлап БР-ҙың Йәштәр ойошмалары советы барлыҡҡа килә.

Йәштәр ойошмаларының барлыҡҡа килеүе — заман талабы. Хәл итәһе проблемалар күп. Халыҡтың үҙ республикабыҙҙан күпләп китеүе арҡаһында бәләкәйләнеп ҡалған ауылдарҙа йәштәр өсөн күңел асыр шарттар юҡ.

Ҡалаға ҡыҙҙар айырыуса күпләп китә, сөнки ауыл ерҙәрендә улар өсөн эш юҡ. Ошо сәбәпле өйләнмәгән егеттәр һаны йылдан-йыл арта бара. Улар буш ваҡыттарын эскелек менән үткәрә. Йәштәрҙең яртыһы тиерлек ғаилә ҡормаған. Өҫтәүенә, айырылышыуҙар һаны артҡандан-арта бара.

Эшһеҙлек киң ҡолас ала. Әммә һәр йәш кеше аҙ ғына уйлаһа, үҙен дә, башҡаларҙы ла эш менән тәьмин итерлек сара уйлап табыр ине. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа киң юл асыла. Сит илдәрҙең тәжрибәһенә лә, республикабыҙға килеп һыйынған сит милләт вәкилдәренән дә өлгө алырға була. Беҙҙең йәштәр ҡул ҡаушырып, эш юҡлыҡтан ҡаңғырып ултырған саҡта, сит илдәрҙән киләләр ҙә предприятиелар асалар, эш урындары булдыралар һәм урындағы халыҡты «эшкә егәләр». Халыҡ әйтмешләй, бесән юҡ ерҙә кәбән ҡойоп ултырталар. Э беҙ булғанын «сабып ала алмай» яфаланабыҙ.

Йәштәр һәр мәсьәләлә әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Уҡырға ынтылышта ла, вазифалы урын биләүҙә лә, матди яҡтан етеш тормош булдырыуҙа ла, матди һәм рухи яҡтан иң бай кешегә әйләнеүҙә лә, халыҡ алдында килеп тыуған һәр төрлө проблемаларҙы хәл итешеүҙә лә. Шул саҡта беҙ үҙебеҙҙе, тиңдәр араһында тиң тойоп, һаҡлап алып ҡалырбыҙ.

  • Милли ойошмалар төҙөүҙең әһәмиәте ниҙә?
  • Һеҙҙең ауылда йәки мәктәптә йәштәрҙе берләштереүсе берәй ойошма бармы? Булһа, ниндәй йүнәлештә эшләй?

Халыҡтарҙың аралашыуы

үҙгәртергә

Республикабыҙҙа халыҡтарҙың тығыҙ аралашыуы, бер-береһенә мәҙәни йоғонтоһо Башҡортостан Европа менән Азия араһында урынлашҡанлыҡтан, халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе һәр ваҡыт уның аша үткән һәм һәр береһе ҙур үҙгәреш яһаған. Был, бер яҡтан, уны мәҙәни яҡтан төрләндерһә һәм байытһа, икенсе яҡтан, Башҡорт илендә башҡа милләт вәкилдәре төйәкләнә бара. Бындай үҙгәрештәр, әлбиттә, мәҙәниәткә, телгә генә түгел, хатта көнкүрешкә, аш-һыуға, кейем- һалымға, хужалыҡҡа, шөғөлгә ныҡ йоғонто яһай.

Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем күпселек халыҡты башҡорттар тәшкил иткән. Әммә башҡорттарҙың башҡа илдәр менән аралашыуы, алыҫ ҡалаларға барып уҡып ҡайтыуҙары, сауҙагәрҙәрҙең килеп алыш-биреш итеүе башҡорт традицияһына аҙмы-күпме йоғонто яһаған. Ә инде башҡа региондарҙан күпләп башҡа милләт вәкилдәре күсеп килә башлағас, аралашыу, бер- береһенә йоғонто айырыуса көсәйә.

Әйтәйек, Башҡортостанда йәшәгән сыуаштарҙың һ. б. кейемдәрендә тәңкәләр булыуы, ҡашмау, сухал — һаҡал, иҙеү, йелен — елән, сахман — сәкмән, касаккин — кәзәкей, пишмет — бишмәт кейеүҙәре, таҫтар, явлак — яулыҡ бәйләүҙәре йәки бишбармаҡ ашауҙары, йылҡы ите ашауҙары, ҡымыҙ әсеүҙәре, туҡмас, бишбармаҡ, йәймә, бауырһаҡ, бәлеш, сәк-сәк бешереүҙәре, халыҡ медицинаһында булған ҡайһы бер дауалау ысулдарын ҡулланыуҙары ошо хаҡта һөйләй.

Телдәрендә алама — насар, хасар — хәҙер, юркан — юрған, нака — ҡаты, ныҡ, чапаркка — сыбыртҡы кеүек һүҙҙәр башҡорт теленән ингән. Башҡортостан татарҙары һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, һарыҡсылыҡ, хатта ҡайһы берҙәре солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә.

Дала башҡорттарына яҡын йәшәгән татарҙар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп ҡымыҙ бешеү эшен дә яйға һалалар. Тултырма, ҡаҙылыҡ эшләйҙәр, ит ҡаҡлайҙар. Туҡмас, бишбармаҡ, ҡорот яһау, буҙа ҡайнатыу башҡорттарҙан күскән.

Урал арты райондарында йәшәгән мишәрҙәр үҙҙәренең хужалығы менән башҡорттарға бик ныҡ яҡын булған.

Рустарҙан мейес һалыу, мебель эшләү, тимерселек, игенселек, әсетеп икмәк һалыу һәм башҡа шундай эштәргә өйрәнәләр.

Балалар һабантуйы

үҙгәртергә

Рустар, үҙ сиратында, башҡорттарҙан һабан менән ер һөрөүгә, ҡымыҙ әсетергә, ҡатыҡ, ҡорот ҡайнатырға, сәкмән, итек тегергә өйрәнәләр. Башҡа милләт кешеләре украиндарҙан борщ бешерергә, эремсек билмәне яһарға өйрәнәләр. Украиндар шулай уҡ башҡорттарҙан һалма, бәлеш, айран, ҡымыҙ эшләү һәнәренә өйрәнә һәм был ризыҡтарҙы башҡортса атап йөрөтә. Һабанды ла һабан тиҙәр, малай, бабай, әйҙә, фәлән-төгән тигән һүҙҙәр ҙә ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта мәҙәни йоғонто ла көслө. Кейем- һалымдағы оҡшашлыҡтар, көйҙәрҙең, бигерәк тә бейеү көйҙәренең һәм эстрада йырҙарының оҡшашлығы тойола. Был инде сәнғәткә милли традициянан айырылыңҡы- раған, милли үҙенсәлекте яҡшы белмәгән йәштәрҙең килеүе менән аңлатыла.

ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  • Башҡортостанда йәшәүсе милләттәрҙең бер-береһенә тағы ниндәй йоғонто яһауын әйтә алаһығыҙ? Үҙ күҙәтеүегеҙҙән сығып бәләкәй хикәйә яҙығыҙ.

Мәҡәлдәр

үҙгәртергә
  • Кеше йырын да йырла, үҙеңдекен дә онотма.
  • Кешене ҡәҙерләмәгән, үҙе лә ҡәҙер күрмәгән.
  • Кешегә баш эйгәнсе, ҡулыңды бир.

Балалар һабантуйына әҙерләнеү

үҙгәртергә

Йыл һайын үткәрелә торған һабантуйҙарҙа IX синыф уҡыусылары, ғәҙәттә, төрлө милләт вәкилдәре булып кейенеп, шул милләттәрҙең милли аштарын әҙерләй. Күмәкләшеп Дуҫлыҡ байрамы күрһәтеү ҙә маҡсатҡа ярашлы булыр. Үҙегеҙ сағылдырған милләттең телендә йыр башҡарыу, һис юғы ҡотлау һүҙе әйтеү, республикабыҙ халыҡтарының дуҫлығы, бергәләшеп татыу йәшәүе хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләү ҙә маҡтауға лайыҡлы булыр. Уның өсөн дәреслектә етерлек мәғлүмәттәр бар.

Экскурсиялар

үҙгәртергә
  • Республикала йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең мәҙәниәте менән танышыу.

Экскурсияға барыр алдынан үҙегеҙ бараһы ауыл халҡының традицияларын, мәҙәниәтен, көнкүрешен ныҡ өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта ғына экскурсияның ғәмәли файҙаһы була.

  • Альбом башлау, фотоаппарат алыу яҡшы. һөр синыф төҙөгән альбом бүләк булып мәктәптә, тормош һабаҡтары кабинетында ҡала бара. Шуның өсөн альбомды бик тырышып, матурлап эшләгеҙ һәм мотлаҡ үҙ синыфығыҙҙың фотоһын ҡуйығыҙ.
  • Яҡын-тирәлә икенсе милләт ауылы булһа — ауылға, музей булһа — музейға барыу фарыз.
  • Дәреслектә бирелгән материалға өҫтәмә мәғлүмәттәр алып ҡайтһағыҙ, бигерәк тә яҡшы булыр.

Экскурсия һеҙҙең йыл буйы алған белемегеҙҙе байытырлыҡ булһын.

ҠАБАТЛАУ ӨСӨН ҺОРАУҘАР

үҙгәртергә
  1. Нимә ул һынлы сәнғәт? Башҡорт халҡы электән шөғөлләнгәнме һынлы сәнғәт менән, әллә ул башҡа халыҡтарҙан килеп ингән сәнғәт төрөмө?
  2. Беренсе башҡорт рәссамы кем? Уның тураһында ниҙәр беләһең?
  3. Башҡорттар араһынан иң беренсе булып СССР-ҙың халыҡ рәссамы исеменә кем лайыҡ булды?
  4. Күренекле скульпторҙарҙан кемдәрҙе атай алаһың?
  5. Беренсе башҡорт архитекторы кем? Башҡорттарҙың архитектура ҡомартҡылары һаҡланғанмы?
  6. Башҡорттарҙың ғилеме булғанмы? Булһа, нисек иҫбат итә алаһың? Башҡорттар араһынан XIX быуатта сыҡҡан ғалимдарҙан кемдәрҙе беләһең? Бөгөнгө көндә донъя кимәлендә исемдәре танылған ғалимдар кемдәр?
  7. Беҙ илдең сәйәси, иҡтисади хәлдәре тураһында белдек. Республикалағы, райондағы, ҡала йәки ауылдағы үҫеште билдәләү күрһәткестәре тураһында ла уҡыныҡ. Хәҙер сағыштырып ҡарағыҙ: бер йыл эсендә үҙ төйәгегеҙҙә, районда йәки тотош республика күләмендә берәй ниндәй үҙгәреш булдымы?
  8. Һуңғы йылдарҙа ҡасандыр сит яҡтарға сығып киткән яҡташтарыбыҙ кире ҡайта башланы. Ошо факт нимә тураһында һөйләй? Улар ни өсөн киткәндәр һәм ни өсөн кире ҡайталар?
  9. Беҙ башҡорт халҡы йәшәйешендә тарихтың, ижади һәм әҙәби ҡомартҡыларҙың ярайһы уҡ яҡшы өйрәне- леүен, әммә ғилеме хаҡында бик аҙ мәғлүмәт булыуы тураһында ла һөйләшкәйнек. Арағыҙҙан берәй уҡыусы ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынманымы? Өлкәндәрҙән һорашып, тағы яңы мәғлүмәттәр тапманымы? Әйтәйек, ҡыҙҙар әсәй-өләсәйҙәрҙән битмай яһау ысулдары тураһында һорашманымы? Егеттәр атай-олатайҙарының йәйә яһау өсөн елемде нисек эшләүҙәрен белешмәнеме?
  10. Ауылығыҙҙа йәки ҡалала берәйһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәме? Яҡын туғанығыҙ йәки танышығыҙ шөғөлләнә икән — ни менән шөғөлләнә? Алып-һатыу менәнме, әллә боронғо башҡорт кәсебен аяҡҡа баҫтырамы?

Ошо һорауҙар буйынса әңгәмә-һөйләшеү үткәрегеҙ.

Аңлатмалы һүҙлек

үҙгәртергә
  • Администрация — хакимиәт, дәүләттең идара итеү эшмәкәрлеген етәкләүсе, учреждение йәки предприятиеның етәкселеге.
  • Ассимиляция — үҙенә оҡшаш итеү, йотоу.
  • Бутафор — бутафория менән етәкселек итеүсе.
  • Бутафория — сәхнәлә пьеса ҡуйылған саҡта файҙаланылған яһалма әйберҙәр.
  • Геральдика — гербтарҙы, уларҙың тарихын өйрәнеүсе фән.
  • Декларация — рәсми йәки тантаналы белдереү.
  • Демография — рус теле аша грек теленән ингән һүҙ, халыҡты, уның үҫеш-үҙгәреш закондарын ижтимағи-тарихи шарттарға бәйле өйрәнә торған фән.
  • Демонстрация — рус теле аша ингән латин һүҙе. Ижтимағи-сәйәси теләкте, ихтыярҙы белдерә торған күмәк сығыш.
  • Диаспора — грек телендә «рассеяние — таралыу» тигәнде аңлата. Был термин үҙ төйәгенән ситтә йәшәүсе халыҡтарға ҡарата ҡулланыла.
  • Дипломатия — дәүләттең тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса хөкүмәттең рәсми эшмәкәрлеге.
  • Закон — закон, ҡанун.
  • Ижтимағи — йәмғиәткә ҡараған, йәмғиәткә бәйләнешле булған.
  • Интернационализм — хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара берҙәмлеге һәм теләктәшлеге.
  • Иммиграция — бер ил кешеләренең икенсе илгә даими йәшәү өсөн күсеп китеүе.
  • Империя — башында император торған дәүләт.
  • Конституция — рус теле аша ингән латин һүҙе. Илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡ бурыстарын билдәләгән төп закон.
  • Квота — рус теле аша латин теленән ингән һүҙ. Тәғәйен бүленгән өлөш.
  • Линия хеҙмәте — ил сигендәге регуляр хеҙмәт.
  • Меннонит — протестанттар сектаһы. Улар Иисус Христостың терелеп ҡайтыуына ышаналар, түҙем булыуҙы, буйһоноп йәшәүҙе вәғәзләйҙәр.
  • Шовинизм — милли мәсьәләне, үҙ милләтенең мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйған сәйәсәт.
  • Парламент — закон сығарыу хоҡуғына эйө булған иң юғарғы һайланма орган.
  • Политика — сәйәсәт, политик — сәйәси. Дәүләт власының, партияның йәки йәмәғәтселек ойошмаһының, дәүләттең, йәки билдәле бер ойошманың, йәки халыҡтың дәүләт эсендәге йәки тышҡы мөнәсәбәттәргә ҡағылған мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге.
  • Экономика — иҡтисад, йәмғиәттең етештереү мөнәсәбәттәре йыйылмаһы. Илдең, райондың халыҡ хужалығы йәки уның билдәле бер өлөшө.
  • Этногенез — халыҡтың килеп сығышы.
  • Юбилей — түңәрәк дата.

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

үҙгәртергә
  • Башҡорт халыҡ сәнғәте тураһында (инеш).......................................... 3
  • Үтелгәндәрҙе ҡабатлау................................................ 4
  • Башҡортостанда кино (байҡау)................................. 5
  • һынлы сәнғәт, скульптура, архитектура............................................... 7
  • М. Арыҫланов............................................................................................. 8
  • Ғ. Имашева....................................................................................................10
  • Рәссамдар.......................................................................................................11
  • Ҡ. Дәүләткилдеев........................................................................................14
  • Ә. Лотфуллин...............................................................................................18
  • Б. Домашников............................................................................................21
  • Р. Нурмөхәмәтов..........................................................................................22
  • Ә. Ситдиҡова . ...............................................................................................23
  • Башҡорт һынлы сәнғәтенең артабанғы үҫеше...............................24
  • Скульптура ........................................................................................................... 26
  • С. Тавасиев менән осрашыу ...................................................................28
  • Т. Нечаева.......................................................................................................30
  • Архитектура.........................................................................................................32
  • Б. Кәлимуллин............................................................................................33
  • Архитектура ҡомартҡылары................................................................35
  • Ижади союздар....................................................................................................37
  • Салауат Юлаев премияһы лауреаттары .................................................39
  • Яҙыусылар ....................................................................................................39
  • Композиторҙар............................................................................................43
  • Бейеүселәр ....................................................................................................44
  • Йырсылар.......................................................................................................45
  • Музыканттар ...............................................................................................46
  • Рәссамдар.......................................................................................................48
  • Балет артистары..........................................................................................51
  • Скульпторҙар, архитекторҙар .............................................................51
  • Сәхнә оҫталары.............................................................................................52
  • Коллективтар ............................................................................................. 53
  • Кино сәнғәте әлкәһендә ..........................................................................54
  • Салауат Юлаев образы һынлы сәнғәттә һәм музыкала....................55
  • Иҫтәлекле даталар, юбилейҙар ...................................................................58
  • Башҡорттарҙа күҙәтеүсәнлек һәм ғилем................................................62
  • Йолаларҙа ғилми фекерләү сағылышы ...........................................63
  • Башҡорт халыҡ медицинаһы................................................................67
  • Шифалы үҫемлектәр..................................................................................80
  • Һаулыҡ һаҡлау һағында ........................................................................85
  • Ғ. Ҡыуатов ....................................................................................................86
  • «Урал батыр» эпосында ғилем.............................................................87
  • Боронғо башҡорттарҙа ҡорал яһау ...........................................................90
  • Д. Бураҡаев мәҡәләһе буйынса..................................................................90
  • Халыҡ мәғарифы үҫеше................................................................................100
  • Башҡортостан Фәндәр академияһы........................................................104
  • Башҡортостан ғалимдары ...................................................................104
  • Уҡыу йорттары..................................................................................................109
  • Башҡортостан матбуғаты.............................................................................113
  • Башҡортостандың бөгөнгө йәшәйеше...................................................117
  • Башҡортостандың сәйәси хәле...........................................................117
  • Башҡортостандың иҡтисади хәле ...................................................119
  • Башҡорт халҡының ижтимағи-сәйәси хәрәкәте .......................122
  • Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы............................124
  • Икенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ............................128
  • Сит илдәрҙә һәм республикаларҙа, әлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ.............................................................................................134
  • Уларҙың йәшәйеше, көнкүреше, мәҙәниәте.................................134
  • Башҡортостандың сит илдәр менән мәҙәни бәйләнештәре 136
  • Башҡортостан — күп милләтле республика..........................• -138
  • Башҡорттар ........................................................................................ 138
  • Рустар ........................................................................................................... 147
  • Татарҙар ...................................................................................................... 149
  • Сыуаштар........................................................................................... 152
  • Украиндар ........................................................................................... 154
  • Белорустар ................................................................................................. 156
  • Мордвалар....................................................................................................157
  • Мариҙар ...................................................................................................... 158
  • Удмурттар....................................................................................................160
  • Латыштар............................................................................................... 160
  • Йәһүдтәр ............................................................................................... 162
  • Немецтар.......................................................................................................164
  • Башҡортостанда йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең

милли ойошмалары ................................................................................165

  • Республикабыҙҙа халыҡтарҙың тығыҙ аралашыуы, бер-береһенә мәҙәни йоғонтоһо...........................................................168
  • Балалар һабантуйына әҙерләнеү..............................................................169
  • Экскурсиялар.....................................................................................................170
  • Ҡабатлау өсөн һорауҙар................................................................................171
  • Аңлатмалы һүҙлек..........................................................................................172

«Башҡортостан «Китап» нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Офн, Ленченко урамы, 4а. Өфө полиграфия комбинаты дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Офн, Октябрь проспекты, 2. «БАШҠОРТОСТАН «КИТАП» НӘШРИӘТЕ» ДӘҮЛӘТ УНИТАР ПРЕДПРИЯТИЕНЫ «Тормош һабаҡтары» — «Башҡорт мәҙәниәте» предметы буйынса нәшер ителгән дәреслектәр 1 -се синыф өсөн «Тормош һабаҡтары», дәфтәр-дәреслек, 1996,2002. 2- се синыф өсөн «Тормош һабаҡтары», дәфтәр-дәреслек, 1996, 2002. 1-2. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма, 1996, 2002. 3- сө синыф өсөн «Тормош һабаҡтары», 2003. 4- се синыф өсөн «Тормош һабаҡтары», 2003. 5- се синыф өсөн «Башҡорт мәҙәниәте», 1992, 1996. Тулыландырылған 3-сө баҫмаһы әҙерләнә. 6- сы синыф өсөн «Башҡорт мәҙәниәте», 1995, 2000. 7- се синыф өсөн «Башҡорт мәҙәниәте», 1995, 2000. 8- се синыф өсөн «Башҡорт мәҙәниәте», 1995, үҙгәртелгән программа буйынса яңы баҫмаһы, 2004. Эш дәфтәре, «Башҡорт энциклопедияһы», 2003. 9- сы синыф өсөн «Башҡорт мәҙәниәте», 1996, үҙгәртелгән программа буйынса яңы баҫма. 2004. 10- сы синыф өсөн «Башҡорт мәҙәниәте». 2001.

Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б.

Б 83 Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): IX синыф өсөн дәреслек. 1-се баҫма. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2004. — 176 бит. ISBN 5-295-03391-0