Торт
Торт - перәник һәм банан менән
Ҡамыр менән мәшәҡәтләнеп торорға теләмәһәгеҙ, ҡунаҡтарығыҙҙы ошондай бик тәмле торт менән һыйлай алаһығыҙ.
Бының өсөн 700 г перәник, 3 банан, 50 г сәтләүек, шоколад, крем өсөн 250 г ҡаймаҡ, 100 50 г шәкәр кәрәк.
Перәниктәрҙе телемләп, бананды түңәрәкләп турарға. Грек сәтләүеген ваҡларға, шоколадты ҡырғыстан үткәрергә. Ҡаймаҡҡа шәкәр һалып, крем яһарға. Сөмөрәк һауытҡа пленка йәйергә лә, кремға манылған банан менән перәниктәрҙе ҡатлап теҙергә. Өҫтөнә шоколад, грек сәтләүеге һибергә. Тортты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға бирер алдынан һауытты әйләндерергә һәм пленканы алырға. Тәмлекәстең өҫтөн киви менән дә биҙәргә мөмкин.