Торф йәшелсәне һаҡлай

Торф йәшелсәне һаҡлай

үҙгәртергә

"Башҡортостан" гәзитендә баҫылған 30.10.2012.


Торфты беҙ яҡшы органик ашлама булараҡ беләбеҙ. Шулай уҡ уны өй нигеҙен, түбәләрҙе нығытыу өсөн ҡулланалар.

Ә бына йәшелсәләрҙе төрлө сереткес бәшмәктәрҙән, бактерияларҙан һаҡлауы тураһында бик аҙ кеше хәбәрҙар. Торф бактерицид үҙенсәлеккә эйә. Алама газды “йота”, дымды һеңдерә. Йәшелсәне төрлө һауа шарттарында ла һаҡлай ала: температураның ҡырҡа үҙгәреүенә ҡаршы тора. Йәшелсәне һаҡлау өсөн йәшник, башҡа һауыт төбөнә 2 – 3 см ҡалынлыҡта йәйәләр ҙә ике рәт кишер, картуф, башҡа төр йәшелсә теҙәләр. Һуңынан тағы ошо уҡ ҡалынлыҡта торф һибәләр. Шулай һауыт тулғансы һалалар. Иң һуңғы булып торф ҡатламы ҡалырға тейеш. Торф менән йәшелсә 10х10 нисбәтенән алына. Әгәр ҙә мөгәрәптә, баҙҙа картуф, башҡа йәшелсә өйөлөп ятһа, иҙәненә 3–5 см ҡалынлыҡта торф йәйелә, кишер, шалҡан, сөгөлдөр һымаҡ тиҙ йомшарып барғандары өҫтөнә ошондай уҡ ҡалынлыҡтағы торф “юрған”ы ябыла.