Тоҙланған абаға (ҡаҙаяҡ) үләненән ризыҡ төрҙәре

Тоҙланған абаға (ҡаҙаяҡ) үләне

Википедияла

Был үҫемлек витаминдарға бай һәм үҙенсәлекле тәме булыу өҫтөнә, организмды унда тупланған радиоактив матдәләрҙән таҙарта алыуы менән файҙалы. Тағы ла урмандан үҙең йыйып әҙерләгән осраҡта бик осһоҙға төшөүөн дә өҫтәһәң, был аҙыҡҡа күптәр иғтибар итер һәм ыңғай баһалар, уны әҙерләргә һәм даими ҡулланырға өйрәнер ине.

Беренсе ысул

үҙгәртергә

Май аҙағында, июнь баштарында ҡаҙаяҡ үләне 10-20 см оҙонлоғонаса үҫеп сығып, осо түңәрәкләнеп, йомарланып торғанда, мурт сағында йыйыла. Яңы йыйылған ҡаҙаяҡты эмалле йә быяла һауытҡа тоҙ менән ҡатыштырып, ҡатлап-ҡатлап тултырғас, өҫтөнән ауыр әйбер (мәҫәлән, таҙа итеп йыуып, һыуҙа ҡайнатылған таш) менән баҫтырып, һалҡынса ҡараңғы урында тоторға. 10-14 көн үткәс, айырылып сыҡҡан тоҙло һыуын түгергә һәм икенсе тапҡыр, был юлы әҙерәк миҡдарҙа, тоҙ һибеп, еңелерәк таш менән баҫтырып ҡуйырға кәрәк. Был юлы өҫтә булғандары менән аҫҡыларының урындарын алмаштырып һалырға онотмау яҡшы булыр.

Тоҙланған ҡаҙаяҡты бер нисә ҡат йыуып, киҫәктәргә турағас, 1-2 минут ҡайнап торған һыуҙа бешереп алаһың да, эре иләк аша һыуын ағыҙып, икенсе һауытта тағы ла бер тапҡыр ҡайнап торған һыуға төшөрөп алаһың. Шунан һуң, икенсегә һыуын түгеп, тәрән табала майҙа, һуған ҡушып, ҡапҡасын ябып, һүрән утта быҡтыраһың. Әҙер булғас, һарымһаҡ һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәп ебәрәһең.

 
Ҡаҙаяҡ үләне күтәрелә
 
Тоҙларға йыйылған ҡаҙаяҡ

Икенсе ысул

үҙгәртергә

Һыу ҡайнап сығыуға, тоҙ өҫтәп, ҡаҙаяҡты 1 минут бешереп алаһың. Иләктә һыуынан һарҡытып алғас, ҡояшта киптерәһең. Кипкән ҡаҙаяҡты еләҫ урында, сепрәк тоҡсайҙарҙа һаҡларға кәрәк. Тоҙлап киптерелгән ҡаҙаяҡ үләнен һыуҙа ебетеп, бер-нисә тапҡыр алмаштырып, тоҙон бөтөрөп алғас, төрлөсә ҡулланыла. Картуф менән дә, ит менән дә быҡтырып алырға, төрлө турамаларға ҡушып ебәрергә мөмкин.