Тоҙло ҡамырҙан төрлө сәнғәт әйберҙәре эшләү
Ингредиенттар:
- 1 стакан ҡайнар һыу
- 1 стакан тоҙ
- 2 стакан он
Ҡамырҙы әҙерләү: Ҡайнар һыуға тоҙҙо һалып, ирегәнсе, бутарға.
Шунан аҙлап-аҙлап он ҡушып, өлгөргәнсе ҡамыр баҫырға.
Сувенирҙар яһау:
1. Ҡамырҙы, кәрәкле өлөштәргә бүлеп, үҙеңә оҡшаған нимәләр яһарға мөмкин:
- Башҡорт аш-һыуы өлгөләрен: бәлеш, бауырһаҡ, йәймә, ҡаҙан кәкереһе.
- Төрлө үҫемлек, бөжәк, йәнлек фигураларын.
- Ҡурсаҡ, ҡорамал-йыһаз, биҙәүес һ. б.
2. Сувенирҙарҙы әүәләгәндән һуң, Ҡалып:Comment ҡуйып, киптерергә кәрәк.
3. Оҫта, кипкән эшләнмәләрҙе, үҙе теләгәнсә, биҙәкләп матурлай.
Сувенирҙарҙы ҡулланыу
Был сувенир-эшләнмәләрҙе мәктәп класс-кабинеттарындағы күргәҙмәләрҙә, музейҙарҙа, төрлө байрам күргәҙмәләрендә күрһәтергә мөмкин. Улар донъяны танып-белеүгә, зауыҡ тәрбиәләүгә хеҙмәт итә.
БСТ каналының «Семәр» тапшырыуында ишеткәндән. Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы. 2 август 2017 йыл.