Тоҙ (йомаҡтар)
Ҡаҙанға тоҙ һалыу
- Иҙел төбөнә таш һалдым.
- Яңғыҙ мине ашамайҙар,
Минән башҡа йәшәмәйҙәр. - Мине ашамайҙар,
Минән башҡа туй ҙа яһамайҙар. - Аҡ көсөгөм аштан ҡалмай.
- Бәләкәй генә аҡ көсөк,
Сәп иткәндән ҡоро ҡалмай. - Үҙе генә ашалмай,
Унан башҡа аш бармай. - Һыуҙан тыуа, һыуҙан ҡурҡа.
- Ерҙән табыла,
Утҡа табына,
Һыуҙан ҡурҡа. - Үҙем әсе булһам да
Ризыҡты тәмләндерәм. - Үҙе өҫтәлдән төшмәй,
Тышҡа ҡуйһаң, эт теймәҫ. - Әсе була, татлы була,
Үҙе туҙан саҡлы була. - Үҙе аҡлы,тәме татлы,
Тышҡа ҡуйһаң, эт теймәҫ.