- Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй.
- Баҫыу буйлап юрғалай,
Үҙе йөрөй тыр ҙа тыр,
Йә, был нимә, кем әйтер?
- Ашамай ул бесәнде,
Ҡапмай ул һаламды.
Үҙе китә һөйрәтеп,
Ун бер төрән һабанды.
- Бесән ҡапмай, һоло ҡапмай,
Торған ере ҡап-ҡара.
Эшкә тиһәң — айыумы ни,
Бар донъяңды аҡтара.
- Батырып ала, айҡап ала,
Эҙе йомшарып ҡала.
- Ер өҫтөндә ҡара ҡарға
Юлы ҡарайып бара.
- Кешнәй-кешнәй ер ҡыҙыра
Ҡара айғыр колхозда.
- Оло танау ҡара үгеҙ
Ерҙе йыра аяуһыҙ.
- Бер айыуҙа биш балта,
Балталарын ергә сапһа,
Ҡара ерҙе ҡабарта.
- Бәһлеүән китеп бара,
Ерҙе киҫәккә яра.
Ни ҡушһаң, үтәй шуны,
Кем генә белмәй уны?