Тултырылған тауыҡ

Тултырылған тауыҡ — был башҡортарҙын ин яратҡан ризыҡтарынын береһе. Уны әҙерләү өсөн яны ғына һуйылған тауыҡ алына.

  • эшкәртелгән тауыҡ
  • йомортҡа (тауыҡтын ҙурлығын иҫәпкә алып) 8-12 дана
  • аҡ май 100 −150г
  • һөт йәки ҡаймаҡ 150-200г
  • тоҙ сама менән

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Тауыҡты һуйғас ҡайнар һыу менән бешәкләйҙәр, һаҡлыҡ менән (тиреһен йәрәхәтләмәй генә) ҡауырһындарын йолҡалар, төксөлөрен өтөргә ярамай.

Йолҡоп бөткәс, яҡшылап йыуалар, артҡы тишеген көпләп тегәләр.

Муйынын, тиреһеҙ генә, һунғы умыртҡа һөйәгенә саҡлы ҡырҡып алалар ҙа туҡылған йомортҡа эскә эләкмәһен өсөн, тамаҡ өлөшөн ябып ҡуйалар.

Артабан һаҡлыҡ менән генә муйын тишеге аша бармаҡтар менән тиреһен һөлдә итенән айырырға, һауак өрөп тиренен бөтөнлөгөн тикшерәләр.

Әгәр тишек булһа, аҡ еп менән тегәләр.

Һауа тире аша үтмәһә, тауыҡты туҡылған йомортҡа, һөт, май һәм тоҙ ҡатнашмаһы менән тултыралар.

Ҡатнашманы тире менән ит араһына ҡойалар. Аҙаҡ муйын тиреһен ныҡ итеп бәйләп ҡуялар.

Тауыҡты марля менән төрәләр һәм тоҙланған эҫе һыуға (60℃) төшөп, әкренләп ҡайнатып сығаралар һәм талғын ғына 1-2 сәғәт (тауыҡтын ҙурлығына һәм йәшенә ҡарап) бешерәләр.

Бешеү осоронда тирене бер нисә урындан нәҙек энә менән тишергә кәрәк (улай эшләмәгәндә тире йыртыла).

Тултырылған тауыҡты алып бер аҙ һыуытҡас, ептәрен сисеп алалар.

Аҙаҡ ҙур үткер бысаҡ менән өлөштәргә турайҙар.

Өҫтәлгә бешкән дөгө йәки картуф менән бирәләр.

Тултырылған тауыҡ байрам ашы, шуға күрә уны тәүҙә бөтөн килеш өҫтәлгә биҙәп ҡуялар, аҙаҡ өлөштәргә бүләләр.