Тумыртҡа (йомаҡтар)
- Ағас башы туҡылдыҡ,
Туҡый-туҡый туҡ булдыҡ. - Урмандан сығар,
Ҡойроҡ аҫты сыбар,
Алтын һырлы,
Дүрт ҡырлы,
Ашағаны ҡайры. - Ҡара урман эсендә
Ағас ҡыңғырау шылтырай. - Үргә менер бәлхис,
Түбән төшөр бәлхис,
Ҡойроҡҡайы биҙәкәй,
Әйт әле, был нимәкәй? - Шаҡ-шаҡ шаҡына,
Сыҙар микән бағана? - Аласа күлдәк,
Еҙ тырнаҡ,
Тере ҡупай. - Бар урманды дауалай,
Ағастарҙы таҙарта.
Ҡышҡыһын да ял белмәй,
Туҡылдарға ярата.