Туған башҡорт телебеҙ һағында

«Фекер ҡоро» рубрикаһы

Телде һаҡлау... милләтте һаҡлау ул

үҙгәртергә

Мин башҡорт теле уҡытыусыһы. Милләтебеҙҙең, бигерәк тә туған телебеҙҙең
киләсәге тураһында күп уйланырға тура килә. Сөнки иңдә тормош тәжрибәһе бар, күңелдә
милли рух йәшәй. бөгөн башҡорт теле милли мәктәптәрҙә туған тел булараҡ та, дәүләт теле
улараҡ та ҙур ҡыйынлыҡ менән уҡытылыу хоҡуғына өлгәшә икән, бының сәбәптәре бик күп:
уйланылмаған (әллә бик ныҡ «уйланылған») хөкүмәт ҡарарҙары, үҙебеҙҙең мөсһөҙлөк, моңһоҙлоҡ

Быйылғы яңылыҡтарҙы ғына алайыҡ: уҡытыуҙың ике төрлө база планының береһен һайлап алыу директорҙар ҡарамағына ҡайтрып ҡалдырылды. Аптырағандан хатта башҡорт гимназияһы директорҙары ла башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү планын һайламай, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу мөмкинлеген биргән планды һайлай (мәҫәлән, Димдәге 102-се башҡорт гимназияһы). Сөнки, хатта башҡорт мәктәптәре булһа ла, уларҙа ла туған телде өйрәнергә теләүселәрҙе табыуы ҡыйын, һәм был база планы иң кәмендә 1-21 уҡытыусыны ғына эш менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Ә мәктәп башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы һайлаһа, ул башланғыс синыфтан башлап уҡытыла, йәғни күберәк уҡытыусы эш менән тәьмин ителә.

Башҡорт телен уҡытыуҙы шундай шарттарға ҡуйыу махсус ойошторолған кеүек: башҡорт халҡын һаман да теҙ сүктереү, хәҙерге заман термины менән әйтһәк, хәйләле, йәшертен дискрминациялау бара һымаҡ. Ошондайыраҡ фекер әйтһәң, «Һеҙ бит үҙ телегеҙҙә һөйләшмәйһегеҙ, һеҙ бит үҙегеҙ башҡорт гәзиттәрен алдырып уҡымайһығыҙ», тип ауыҙҙы ябалар.

Бына шулай беҙгә ғәфләт йоҡоһонан уянырға кәрәк! Һәр рухлы башҡорт бер генә бөртөк милләттәшен яҙыҡ юлдан ("яҙыҡ юл" тигән төшөнсәгә мин эскелек һәм башҡа хәүефтәр менән бер рәттән, туған телебеҙгә битарафлыҡты, сит милләттәр менән никахлашыуҙы индерәм) ҡурсалауға өлгәшһә лә, оло файҙа була, тип иҫәпләргә була.

Башҡорт теле дәресе мәлендә төркөмгә бүлеп уҡытыу буйынса ла аяҡ салыу бара икәнен әйтмәү ярамаҫ. Аксаков исемендәге гимназияла, мәҫәлән, 30-ар уҡыусы уҡыған кластарҙы төркөмдәргә бүлмәгәндәр, тик 35 уҡыусы булған ике класты ғына бүлгәндәр. Фәҡәт үҙебеҙҙең ғәзиз туған телебеҙ генә төрлө яһалма ҡыйырһытылыуҙарға дусар ителә. Ниндәйҙер аңлашылмаған, рухты һындырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт!..

Бөгөн оптималләштереү башҡорт теле иҫәбенә алып барыла, тип әйтһәң дә дөрөҫ булыр. Ауылдарҙы эреләтеү тип аталған яман бер күренеш күпме ваҡ башҡорт ауылдарының башына етһә, бөгөнгө оптималләштереү тағы ла башҡорт ауылдарына һөжүм итә — шул арҡала мәктәптәр ябыла.

Башҡорт милләте халыҡ булып һаҡланһын өсөн, беҙгә «Ярышта үҫеш» юлын һайлау мотлаҡ. Мәҙәниәт өлкәһендә ярыш—конкурстар «Байыҡ» бейеү, «Башҡорт йыры» йыр конкурстары ни ғәләмәт күп талант асҡан кеүек йәшәйешебеҙҙең баҡа мөһим өлкәләрендә: иҡтисади эшҡыуарлыҡта ла ярышыу мөһим. Башҡортостандың бренды булып иҫәпләнгән ҡымыҙсылыҡты фәнни—тикшеренеү нигеҙендә үҫтереү, шуның менән йәнәшәмилли аш-һыу, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, талҡан һ. б. етештереү предприятиелары булдырыуҙы һәм уларҙы һатыуҙы ойоштороу, техник өлкәлә асыш яһаған башҡорт егеттәренең, ҡыҙҙарының уңыштарын пропагандалау — заман талабы.

Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, русса һөйләшкән башҡорттар араһында туған телдә һөйләшеүҙең мөһимлеген аңлатырлыҡ заманса дәүләт программалары төҙөү мөһим дә, кәрәк тә. Шул саҡта туған телен һанлаған, ҡәҙерләгән милләттәштәребеҙ сафы артасаҡ. Был программаларҙа ҡатнашыу, унда еңеп сығыу еңел генә бирелмәҫкә тейеш, ул үҙенең башҡортлоғон иҫбатлаған һәр башҡортҡа етди хеҙмәт, рух көсө сарыф итеп уңыш ҡаҙанырлыҡ булһын.

Таихты беләйек, ата—бабаларҙыңҡаһанманлығын иҫләйек, тип өндәшәм милләттәштәргә. Бөйөк көрәшселәргә, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, беҙгә, халҡым, барса мөмкинлегебеҙҙе, бөтөн һәләттәребеҙҙе егеп, зиһен байлығыбыҙға таянып, ысынбарлыҡ тормошобоҙҙа балҡыр кәрәк. «Һөтлө ил», «Сәскә байрамдары» уҙғарабыҙ. Ҡаршы түгелмен, был да кәрәк. Әммә милләтте һаҡлау — телде тере килеш һаҡлау икәнлегенаңлап, был хәл иткес һорауҙан ҡасмаҫҡа кәрәк ине Хөкүмәтебеҙ вәкилдәренә хакимиәт башлыҡарына, мәғариф етәкселәренә.

Һөт кеүек аҡ, сәскә кеүек саф күңелле халҡым! Ата—бабаларыбыҙҙан аманат итеп тапшырылған туған башҡорт телен һаҡлап ҡала алырлыҡ лайыҡлы алымдар ҡулланығыҙ, уйланылған ҡарарҙар ҡабул итеп, аҫаба халыҡтың теленә ихтирам артырлыҡ саралар ойоштороуҙы хуплап тороғоҙ. Туғандаш халыҡтар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙән бер ни ҙә юғалтмай, киреһенсә, уларҙың донъяны танып—белеү мөмкинлектәре киңәйә, рухи донъяһы байый, күңелдәре үҫә, зиһене зирәкләнә, мәҙәнилеге арта. Ошо фекерҙе оло хөрмәт менән ҡабул ителерлек итеп алатайыҡ башҡаларға.

Миңһылыу Абдуллина, Өфөләге 123-сө лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы.

  • Миңһылыу Абдуллина. «Телде һаҡлау ... милләтте һаҡлау ул». «Киске Өфө» , 2013 йыл, 5-11 октябрь, 40-сы һан, 6 бит

Һүҙебеҙҙе ҡайҙа төбәйек?

үҙгәртергә

Фани донъя рубрикаһынан.

Өфө ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары ауыл, район мәктәптәрендә
дәрес биргән коллегаларына ҡарағанда икеләтә көсөргәнеш, яуаплылыҡ менән эшләй, тиһәм,
моғайын, берәү ҙә ҡаршы килмәҫ. Беҙгә бит туған телен йүнләп белмәгән ата-әсәләрҙе лә,
уҡыусыларҙы ла башҡортса һөйләштерер, бай милли мәҙәниәтебеҙгә ылыҡтырыр өсөн тырышырға
тура килә. Етмәһә, милли гимназияға башҡорт телен өйрәнәбеҙ, тип килгән уҡыусылар
араһында туған телгә ҡарата битарафлыҡ тойоп күңел ҡырыла

.

2010 йылдың 22—29 октябрендә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан «Туған телдәрҙе һәм милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыуҙа ғаиләнең роле» тигән интернет—конференция үткәрелде. Шундай актуаль тема буйынсафекер алышыусылар һаны бик аҙ булыуға ҡарамаҫтан, унда тормошҡа ашырырлыҡ матур тәҡдимдәр яңғыраны. Дим районы 123-сө лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Абдуллина, мәҫәлән, хөкүмәт кимәлендә ҡаралырҙай тәҡдимдәр индерҙе. Шул тәҡдимдәрҙең бер нисәһен иҫкә алып китәм:

  • Башҡорт ата—әсәләренең аңын, рухын уятырҙай төрлө бәйгеләр ойоштороу;
  • Башҡорт ғаиләләре араһында «Телгә тоғро ғаиләләр» конкурсы булдыры;
  • Балаларына башҡорт халыҡ педагогикаһына таянып тәрбиә биргән ата—әсәләрҙе «Беҙҙең заман геройҙары» тигән миҙал менән бүләкләү;
  • Туған телгә тоғро ғаиләләрҙең аралашыуын, бергәләп ял итеүен, сәйәхәттәрен ойоштороу.

Ләкин был тәҡдимдәрҙе етәкселәребеҙ ҙә, зыялыларыбыҙ ҙа, хөрмәтле депутаттарыбыҙ ҙа, ата—әсәләр йәмәғәтселеге лә иғтибарға алманы.

Өфөлә йыл һайын «Һөтлө ил», «Сәскәләр байрамы», «Туй күлдәге», «Коляскалар байрамы» һ. б. конкурстар үткәрелә. Ошо ғаилә байрамдарын ойоштороусы Өфө ҡала округы хакимиәте, исмаһам, бер номинацияны телде яҡшы белгән башҡорт ғаиләләре араһындағы берәй бәйгегә арнай алмаҫ инеме икән? Бындай тәҡдим Өфөләге башҡорт теле уҡытыусыларының күңелендә әллә ҡасандан өлгөргән. Был тәҡдим киң мәғлүмәт сараларында ла яҡтыртылды. Тик беҙҙе ишетеүсе генә юҡ.

Бына шулай бер—беребеҙҙе ишетмәгәс, Үҙәктән, әллә ҡайҙан диңгеҙ аръяғынан килгән сәйәсәт ипләп кенә халыҡтың аңын томалай. Эш паспорттағы «милләт» тигән графаны төшөрөп ҡалдырыуҙан башланды. Хәйләкәр сәйәсәт мәғариф тураһындағы законға ла килеп инде. Башҡорт телен уҡытыу—уҡытмау хәҙер мәктәп етәкселеге ихтыярына ҡайтарып ҡалдырылды. Директоры рус йәки башҡа милләттән булған мәктәптәрҙә телебеҙҙе уҡытыу мотлаҡ алып барылыры шулай уҡ икеле.

Бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләрҙең береһе — башҡорт телен донъя кимәленә күтәреү. Һәммәбеҙ ҙә яратып өлгөргән «Бәйләнештә» интернет селтәрендә күптәр үҙ—ара аралаша, яңылыҡтар уҡый, дуҫ—таныштарының тормошон күҙәтеп бара. Шуныһы шатлыҡлы: селтәрҙә хәҙер «VK.com башҡорт телендә» тигән төркөм барлыҡҡа килде (адресы — vk.com/vkbashkort). Уның етәксеһе Илдар Кинйәбулатов белдереүенсә, «Бәйләнештә» социаль селтәре башҡортсаға тәржемә ителә. Интернет селтәрендә башҡортса аралашыу булдырылһа, бының көсөн үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр.

Бик күп илдәр, республикалар милли телен дәүләт теле булараҡ нығытҡан. Уларҙың һәр береһендә дәүләт телен яҡлау һәм үҫтереү буйынса махсус программалар ғына түгел, ә махсус рәсми органдар бар. Ә беҙҙә ундай орган юҡ. Ә ниңә БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙа булһа ла дәүләт телдәрен яҡлау һәм үҫтереү буйынса махсус комитет төҙөмәҫкә?

Юҡһа, ҡайһы саҡта телебеҙҙе яҡлап әйтер һүҙебеҙ ҡайҙа төбәлергә белмәй, һауала аҫылынып ҡала.

Фәриҙә Миһранова, Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

  • Фәриҙә Миһранова. «Һүҙебеҙҙе ҡайҙа төбәйек?». «Киске Өфө» , 2013 йыл, 9-15 ноябрь, 45-се һан, 6 бит