Туған тел һәм тыуған төйәк

Тел. Рух. Иман. Йүрүҙән гәзите рубрикаһынан

Асылыбыҙға ҡайтайыҡ, милләттәштәр!

үҙгәртергә

Шәжәрәңде белеү - ул ете быуыныңды һәм унан да өлкәнерәк ата-бабаңды белеү, башҡорт булыуың менән ғорурланыу, халҡыңа иң изге һәм яҡты уйҙар менән ҡарау, йоланы, милли әҙәпте белеү, туған телеңде ғашиҡтарса һөйөү

Хәҙер башҡорт шулаймы икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел шул.

Бөгөнгө көндә башҡорт балаһы нимә белергә тейеш

үҙгәртергә

Ниндәй осраҡтарҙа ғына башҡорт халҡы артабан милләт булып йәшәй алыр, үҙебеҙҙе тиңдәр араһында тиң тойоу, юғалып йәки йотолоп ҡалмау өсөн ниндәй йүнәлештә тәрбиә алырға тейеш киләсәк быуын - бына шундай көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк.

Башҡорт балаһы боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара алырға тейеш, әгәр йырларға тыны етмәһә, тыңлай белергә, аңлай белергә тейеш, башҡорт бейеүҙәрен өйрәнергә, милли аштар бешерә белергә, ҡул эштәрен өйрәнергә тейеш. Йәнә шул: егеттәрҙең башҡорт көрәше алымдрын белеүе, ҡыҙҙарҙың иһә милли кейемде үҙ итеүе зарур.

Сөнки үҙ халҡы, үҙ тарихы өсөн ғорурлыҡ кисерә алған, йыр-моңо күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, уның маҡсаты, уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булған, уны бөтә нескәлектәренә тиклем аңлаған, үҙенең бөтә булмышын халҡына бағышлаған кеше генә шәхес була ала. Ә халыҡтың ҙурлығы шәхестәр һаны менән билдәләнә. Тимәк, халыҡ - шәхесте, ә шәхес халыҡ данын тыуҙыра.

Булыр илдең балаһы
бер-береһенә батыр, тир,
Бөлөр илдең балаһы
бер-береһенә бахыр, тир.

Хәҙерге көндә ғалимдар башҡорт халҡының боронғо халыҡ икәнен иҫбат иттеләр. Башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте боронғо Иран, Мысыр осорона уҡ барып тоташа. Беҙҙең ата-бабаларУралда ғына б. э. т. 4-5 меңйыллыҡтарҙа йәшәгән. Лев Толстой юҡҡа ғына «Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый» тип әйтмәгәндер. Иң сал ҡобайырыбың «Урал батыр»ға 4 мең йыл тулды. Былтыр башҡорт йәмәғәтселеге был юбилейҙы киң билдәләне.

Бынан биш йөҙ йыл ижад ителгән йырҙа:

 
Зөлхәбирә китап уҡый,
Ҡыя һалып шәлен иңенә,

тиелә.

Тимәк башҡорт элек-электән яҙма телле халыҡ булған, бала-сағаһы ла, ҡатын-ҡыҙы ла уҡый-яҙа белгән.

Татар-монгол баҫҡынсылығына тиклем башҡорт үҙенең дәүләте, бик күп ҡалалары, мәсет-мәҙрәсәләре булған ҙур илдең халҡы булғанлығы билдәле.

Башҡорт халҡының тарихында оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер генә бит тә юҡ. Беҙҙең аһ-зарҙар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла башҡа халыҡтарҙың ер-һыуына баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын ҡан илатмаған. Киреһенсә, ул үҙе быуаттар дауамында һанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек һәм азатлыҡ өсөн көрәшкән. Башҡорт халҡының тарихы нигеҙҙә ошо ғазап һәм көрәш тарихынан ғибәрәт

Был ғазап һаман бөтмәгән, хәҙер инде нисәнсе тапҡыр башҡорт инде йәнә һәләкәт алдына килеп баҫҡан. Һәләкәткә төшмәҫ өсөн, тамам бөтмәҫ өсөн, тағы ла көрәшергә, тағы ла ҙур көс һалырға кәрәк.

Үҙебеҙгә зыянлы насар ғәҙәттәребеҙгә, вайымһыҙлыҡҡа, үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын, тип йөрөүебеҙгә ҡаршы үҙебеҙ көрәшмәһәк, беҙгә берәү ҙә ситтән килеп ярҙам итмәҫ.

Тапҡан таянғанды эскегә тығып, күҙҙән төшөп, юлдан яҙып йөрөгән егеттәребеҙ генә түгел, хатта әбейҙәр, йәш ҡатындар бар. Бындай кешеләр, балаларының киләсәге бәхетле булһын, тип ҡайғыртып йәшәмәйҙәр. Тимәк, милләтте, телебеҙҙе һаҡлау кәрәклеген йөрәге менән ҡабул итмәйҙәр.

Суверенитетҡа аяҡ баҫыр алдынан Башҡортостандың хәле үтә лә аяныс ине. Был турала йәш һәм һәләтле шағир (хәҙер инде мәрхүм) Ҡол-Дәүләт Рәмил саң ҡағып яҙҙы. Иғтибар итһәгеҙ, ул илебеҙҙең хәлен хатта үҙенең үҙенсәлекле фамилияһы Ҡолдәүләтовты Ҡол-Дәүләт, тип үҙгәртеп, Башҡортостандың ул саҡтағы хәленә, иҡтисади, сәйәси үҙ аллы була алмауына, хеҙмәтсе ролен үтәүенә ишара иткәйне.

Аллаға шөкөр, ете йыл буйына үҙ аллы йәшәп, иҡтисади бығауҙарҙан һиҙелерлек ҡотолдоҡ, шикелле.

Ләкин беҙҙе башҡа нимә һағайта

үҙгәртергә
  • Рухи түбәнселек кисерәбеҙ, тарихыбыҙҙы, тамырыбыҙҙы белмәйбеҙ.
  • Татыу, ғорур, бер ҙур, бөйөк милләт булып туплана алмайбыҙ. Әллә киҫеп-тунап бөткәндәр инде беҙҙәге Салауат рухын?!

Һуңғы йөҙ йылда башҡорт халҡы һан яғынан артмай тиерлек. Ошо осорҙа ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, татарҙар, ҡырғыҙҙар, әрмәндәр үҙ һанын 4-10 тапҡырға арттырһа, башҡорттар ни бары 8-9 процентҡа ғына артҡан. Был аңлы рәүештә башҡорт халҡын бөтөрөү сәйәсәте һөҙөмтһәһе. Башҡорттар Рәсәй алып барған һуғыштарҙа, аслыҡ йылдарында, коллекттивлаштырыу, репрессиялар осоронда аяуһыҙ юҡ ителә. Октябрь революцияһы батша дәүерендәгенән дә уҙҙыра. Батша ваҡытында еребеҙҙе хәйләләп алһалар, көсләп һаттырһалар, «Ер тураһындағы Декреты» башҡорттоң ергә аҫаба хужа булыуын бер юлы бөтөрә. 1917 йылдан һуң ғына ла башҡорт 1 миллионға яҡын кешеһен юғалта. Шуның өсөн беҙ быуат башында ла 1,5 млн. булһаҡ, хәҙер ҙә шулай ғынабыҙ. Һаман ҡырылабыҙ.

Хәҙер инде төп дошманыбыҙ - эскелек һәм бәләбеҙ - аҡса юҡлыҡта. Сҡнки башҡорттоң күпселеге ауыл ерендә йәшәй, эшһеҙ булғас, аҡсаһыҙ интегә. Һәм был күренеш эҙемтәһеҙ ҡалмай. Кешеләрҙең бер-беренә ҡарашы үҙгәрә, иптәшлек, өмәләп ярҙам итеү кеүек аралашыу юҡҡа сыға бара. Ошо ауыр заманда, киреһенсә, башҡорттоң ярҙамсыллығы өҫкә ҡалҡһын ине лә бит. Быны йола белмәү менән дә аңлатырға мөмкиндер.

Аҡыл һатып ҡына эш сыҡмаҫ, әйҙәгеҙ, шәжәрә байрамдары үткәреп, аҙ булһа ла йолаларҙы иҫләп, уйланып, хаталарҙы төҙәтеүгә бер аҙым яһайыҡ. Бер матур йола булған элек. Таныш-тонош, хәл-әхүәл һорашыр алдынан, иң оло йәштәгеһе: "Кем нәҫеле?"- тип һорар булған. Ете быуын атай-олатайын әйтеп бирергә тейеш ине тегеһе. Ҡулбаш быуыны, терһәк быуыны, беләҙек һәм бармаҡ быуындарын ҡушып, һанап китер ине. Шунда ғына был кешене иҫәпкә алалар, араға тығалар ине. Ә хәҙер, хатта өлкәндәр ҙә, олатай-өләсәйҙәренең исемен дә атап әйтә алмаған осраҡтар була.

Элек аҡһаҡалдар милләттең сифатын һаҡлап ҡалыу өҫтөндә ныҡ эшләгәндәр: бер йылға буйынан ҡыҙ алырға тыйғандар. Был тыуасаҡ яңы быуындың зиһенле, сәләмәт булыуы өсөн эшләнгән. Сөнки бер нәҫел эсендә ҡан ҡушылыу балаларҙың тыумыштан сирле булыуына, аҡыл яғынан зәғиф булыуына килтергән. Шуға ете быуынға тиклемге нәҫелдәштәрҙең үҙ-ара өйләнеүе тыйылған.

Беҙҙең олатайҙарҙың хәүефләнеүе бушҡа булмаған икән. Сөнки тамырын тойған ағас ҡына үҫә, нығына, ә тамырһыҙы - ҡорой. Кеше нәҫел-нәсәбенең, туған-ҡарындашының, ырыуҙашының, ниһайәт, башҡорт башҡорттоң ҡәҙерен белмәһә, милләт йөҙөнә нур өҫтәлмәй шул. "Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул. Беҙҙең районы халҡының күп өлөшө - Әйле ырыуы халҡы.

Үҙҙәрен Әйле ырыуынанмын тип танытҡан мәшһүр Ҡол Ғәли (бөтәгеҙ ҙә уның "Йософ вә Зөләйха" әҫәрен белә), Тажетдин Ялсығолов... Салауат Юлаев - көҙәй ырыуынан, әйлеләр менән ҡатнашып йәшәгән улар. Мәхмүт ауылынан - Байыҡ Айҙар сәсән. Уның атаһы Байназар тархан батша властарының тоғро бер яраны булһа, Байыҡ Айҙар иһә башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәштең алғы һыҙығында була. Ҡараһаҡал, Батырша ихтилалдарында ҡатнаша, һәм Крәҫтиәндәр һуғышының рухи әйҙәүсеһе була. Легенда мәғлүмәте буйынса, 1814 йылда 104 йәшендә донъя ҡуя.

Байыҡ Айҙарҙың дәүерҙәштәре булған ҡайһы бер ата-бабаларҙың исемен асыҡлап һеҙгә еткереү, шәжәрәгеҙҙе боронғораҡ олатайҙарыбыҙға тиклем белдереү ниәтенән, мин бынан 2-3 йыл элек, Өфөгә барыу форсатынан файҙаланып, архив материалдарын күсереп алып ҡайта башланым.

Тереләрҙең ҡәҙерен белеп, үлгәндәрҙең ҡәберен белеп, яҡты иҫтәлектәр һаҡлап, тормош ваҡлыҡтарына, ғәйбәткә бирелмәй, кеше булып ҡала белһәк, тормошобоҙ күпкә нурланыр ине.

Араҡы ҡолона әйләнеп, сит заттарға бәйләнеп, телебеҙҙе онотоп киләбеҙ бит, туғандар. Беҙгә бөгөн бик уяу шәхестәр кәрәк, йәнле телебеҙҙе, йәмле йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, күҙ араһы кеүек һаҡлау зарур

Балаларыбыҙға башҡортса исемдәр бирегеҙ

үҙгәртергә

Милләт мәсьәләләренә көйөнөп йәшәгән кешеләр, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдарыбыҙ саң ҡағалар. Үҙҙәренең төрлө тәҡдимдәре менән сыҡҡан ябай кешеләребеҙ һоҡланырлыҡ. Мәҫәлән, "Йәшлек"тең 1997 йылдың 20 март һанында Баймаҡ районынан Альберт Әмиров тигән егет, әрнеп-әрнеп, үҙ тәҡдимдәрен яҙып сыҡты. Бик тә ҡолаҡ һалырлыҡ та бит ни... Тәбиғәтнең ағыуланылыуына эсе бошоп яҙа ул, милләт-ара өйләнешеүҙәргә, милли телдә уҡытыуға ҡарашын белдерә.

Уның һүҙҙәренә өҫтәп, шуны әйтке килә: балаларыбыҙға башҡортса исемдәр бирегеҙ. Борон ниндәй матур исемдәр ҡушҡан булған ата-бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ. Малайҙар исеме: Йәнсура, Яҡшыхужа, Туңғатар, Бикташ, Атйетәр, Фәйзулла, Сәйфулла, Ғайсар, Юлаан, Даниял, Сәйетбаттал. Ҡыҙҙар исеме: Фәғилә, Әлифә, Өммөгөлсөм, Гөлшәкәр, Фатима, Маһифәриҙә, Нәзифә, Гөлбәзир, Нәзирә, Шәрифә Хәлимә. Бына шундай матур исемле кешеләр йәшәгән 180 йыл элек Ҡарағолда. Үҙҙәре лә, фекерҙәре лә саф, инсафлылыҡ бөркөп торғандыр уларҙан. Ул саҡта бит ирҙәр араҡы түгел, тәмәкенең дә ни икәнен белмәй, саф һауа һулап, айныҡ аҡыл менән донъя көткәндәр, барына шөкөр иткәндәр, сабыр кешеләр булғандар. Атай-инәй һүҙен өҫтөн ҡуйғандар, оҙон көйлө йырҙар йырлағандар, думбыра, ҡурай моңон тыңлағандар. Ҡымыҙ, буҙа эскәндәр. Эсемлекте улар күңел күтәренкелеге, ҡунаҡсыллыҡ билдәһе итеп кенә, самалап ҡына ҡулланғандар. Ҡымыҙ, буҙа дауа урынына ғына ҡулланылған. Ғүмерҙе оҙайта торған ферменттарға бай ат ите ашағандар. Бына шулай!

Асылыбыҙға, өлөшләтә булһа ла, кире ҡайтайыҡ, милләттәштәр! Бөгөндән үк эскеге ташлайыҡ. Тапҡан аҡсаларыбыҙҙы харамға түгел, хәләлгә генә тотайыҡ. Балаларыбыҙҙы кеше итергә тырышайыҡ. "балаларыбыҙҙың тормошо беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булырға тейеш", тип йәшәйек. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Йолаларыбыҙҙы яҡлайыҡ! Миңһылыу Абдуллина, уҡытыусы. Ҡарағол ауылы

  • «Йүрүҙән» № 14 18 февраль, 1998 йыл (Салауат районы башҡорт гәзите, 1994 йылдан бирле үҙ аллы баҫма булып сыға) «»