Туң емештән бәлеш
Туң емештән бәлеш
Хәҙер ауыл ерендә һәр өйҙә туңдырғыста һаҡланған төрлө туң емеш-еләк етәһе. Аңғармаҫтан ҡунаҡтар килеп төшкәндә тиҙ генә бешереп ала торған, ҡарар күҙгә күркәм, тәмле бәлеш. Бигерәк тә йәй көнө, һөт-ҡатыҡ мул саҡта был бәлеште бешереү бер ниндәй сығым талап итмәй.
Ингредиенттары
үҙгәртергәҠамыр өсөн:
- 4 аш ҡалағы майонез
- 1 стакан ойотҡан (кефир)
- 2 йомортҡа һарыһы
- 1 балғалаҡ сода
- 6 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
Бәлештең өҫтөнә ҡойоу өсөн:
- 2 стакан магазин ҡаймағы (ауыл ҡаймағы булһа, һөт ҡойоп, бер аҙ шыйыҡлатып алырға)
- 2 йомортҡа ағы
- 8 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
Әҙерләү
үҙгәртергәМайонез, ойотҡан (кефир), 2 йомортҡаның һарыһын, сода ҡушып йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Табаны майлап, ҡамырҙы йәйеп һалырға.
Ҡамырҙың өҫтөнә туң емеш теҙергә (ҡара ҡарағат, көртмәле, төшһөҙ сейә, ағас еләге һ.б.).
Ҡаймаҡты ике йомортҡаның ағына шәкәр ҡушып болғап, һәйбәт итеп туҡырға, аҙаҡ бәлештең өҫтөнә тигеҙ генә итеп ҡойорға.
Мейестә йәки 180—200 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 20 −30 минут тирәһе, бәлештең өҫтө матур булып ҡыҙарғансы, бешерергә.