«Йүрүҙән» гәзитенең Еребеҙ — һыуыбыҙ рубрикаһынан

Түбәләҫ ырыуы үҙгәртергә

Түбәләҫ ырыуы легендаһының бер нисә варианты бар. Түбәләҫ ырыуына ҡараған алты ауылдың һәр береһендә аттар юғалыуы, уларҙы эҙләп килеп, яңы ерҙәр үҙләштерелеүе тураһында төрләндереберәк риүәйәт бәйән ителә.

Шулай итеп, «ерҙәр үҙләштерелә» тибеҙ. Ул осорҙа ырыуҙарҙың һаман да үҙ-ара ыҙғыштары, бәрелештәре туҡталмаған була. Әллә тышҡы дошмандар һаман һөжүм итеп торғандармы: монголы булһынмы, ҡалмығымы?

Тимәк, яңы урындарҙа урынлашып китеү анһат бармаған.

Ҡарағолда, мәҫәлән, Заһит батыр тураһында легенда йәшәй.

Заһит батыр арымай-талмай ырыуының үҙаллылығы өсөн көрәшкән. Ул таҫыллығы, көсө менән ҡөҙрәтле булған. Дошмандар уның исемен ишетеүгә ҡалтыранып төшкән. Бик ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән ул.

Мөрсәлим ҡасабаһынан сығып, Ҡарағолдоң тура юлынан китһәң, Иҫке Үлек тигән бер урынды үтәһең. Ошо урында элек үтеп сыҡҡыһыҙ тейелмәгән урмандар булған. Һәм һәр ваҡыт ошо ерҙәрҙә ҡылыс сыңлаған, һөңгөләр выжлаған. Бик ҡаты бәрелештәрҙең береһендә Заһит батырҙы дошман ҡулға ала һәм уның башын киҫә. Бик ҙур ҡайғы күтәрә ырыуҙаштар. Заһит батыр урынына башҡа юлбашсылар килә. Заһит батырҙың даны бөгөнгәсә еткән. (* Был легенданы Шәйәхмәтов Рамазан Рәхимйән улы үҙенең олатаһы Әжембәт нәҫеле Мәҡсүр бабайҙан ишеткән).

Ғалим Раил Ғүмәр улы Кузеевтың версияһы буйынса, беҙҙең Түбәләҫ ырыуы ҙур Табын ырыуының Ҡыуаҡан бүлегенә ҡарай.

Ә Илсекәй ауылында йәшәгән олатайыбыҙ Фәхретдинов Ғариф суфый «ырыуыбыҙ — Ҡаратабын, ағасыбыҙ — Ҡарағас (Һандал?), ҡошобоҙ — ҡарағош, тамғабыҙ — Һүмес» тип әйтә торған булған.

Ауылдарҙың исемдәрен урыҫ иҫәп алыусылары һуңғараҡ кеше исеме менән бәйләп яҙған. Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй, Тирмән, Урмансы, Ҡалмаҡол ауылдары элегерәк, XVIII быуатҡа тиклем, гидроним, этноним йәки оронимдар менән бәйле атамалар йөрөткәндер, тип уйлайым. Шулай булмаһа, ниңә уларҙың күбеһе ике исемле: Илсекәй — Башташ, Ҡарағол — Түбәләҫ Арҡауылы, Сүрәкәй — Нуғай? Ҡалмаҡол менән Мөрсәлим генә XVIII-XIX быуаттарҙа йәшәгән ике старшина исеме менән йөрөтөлә. Уларҙың элекке исеме, бәлки, Түбәләҫ тә булғандыр? Сөнки Мөрсәлимдән йыраҡ түгел Силәбе өлкәһе территорияһына ҡараған Түбәләҫ ауылы ята. Урмансы һәм Тирмән ауылдары ла, легендаға ярашлы, Урманғол һәм Тирмәнғол исемдәре менән бәйле.

Көнгөр бургомистры Юхнев төҙөгән исемлектә Себер юлында 11 улус күрһәтелгән. «Түбәләҫ улусында 37 йорт һәм шуларҙа 171 ир заты йәшәй» тиелә. Ҡатын-ҡыҙ иҫәбе бирелмәгән. Ауылдарҙың исемдәре нисек булған икән? Шуны белге килә. Шулай ҙа беҙҙең ауылдар XVII быуатта, хатта XVI быуатта ла йәшәп килгәндәр тигән уй керә.

Ә 1816 йылғы 7-се ревизия һәм 1834 йылғы 8-се ревизия материалдарында инде ауыл исемдәре хәҙергесә бирелә.

XVIII быуатта Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙенә ҡараған Түбәләҫ улусында 1757 йылда Ильчикаево (Ильчигулово), 1740 йылда Өфө өйәҙе улусына ҡараған Калмаккулово, 1795 йылда Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусына ҡараған Карагулово, 1765 йылда Өфө өйәҙе Тырнаҡлы улусына ҡараған Сирюкаево, 1786 йылда Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусына ҡараған Терменево (Тирмян-аул), 1765 йылда Өфө өйәҙе Түбәләҫ улусына ҡараған Урманчино ауылдары теркәлгән.

XVIII быуатта Сүрәкәй Түбәләҫ улусына түгел, Тырнаҡлы улусына ҡараған икән. Бик ҡыҙыҡ, уңайһыҙ бүленешле.

1834 йылғы 8-се ревизия материалдары буйынса, беҙҙең ауылдар 4-се Көнбайыш башҡорт кантоны Троицк өйәҙенең 2-се йортона ҡараған. Йорт старшинаһы Төхвәтулла Рәсүлев командаһына Ҡурғашйылға, Сәмәр, Аҙнабай, Ҡалмаҡҡол, Урмансы, Сүрәкәй, Тирмән, Илсекәй ауылдары ҡараған. Ҡарағол ул ваҡытта, Шағанай, Яхъя һ. б. ауылдар менән бер рәттә 8-се башҡорт кантонына ҡараған (И-138, оп. 2, 9. 485)

Властарға ҡаршы фекер йөрөткәндәрҙе, баш күтәреүселәрҙе 4-се кантондан һәм башҡа ерҙәрҙән, "за худое поведение" тип, Ҡарағолға һөргөнгә ебәргәндәр. Батша идарасылары ҡуштандарының сәйәсәте шулай булған: хатта ырыуҙаштарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйғандар.

Ҡарағолдоң Шайтан-Көҙәйҙәр тупланған биләмәгә, 8-се кантонға, индерелеүе бик сәйер, әлбиттә. Бәлки, ошо ауылда батшаға тоғро хеҙмәт итеүсе таяныс булғандыр? Етмәһә, һикһән йыл элек кенә Салауат Юлаев ихтилалы ҡанлы рәүештә баҫтырылған булған. Әлеге лә баяғы "сыбыртҡы һәм прәник" сәйәсәте инде. Кемделер ҡайыҙлағандар, кемделер бүләкләгәндәр һәм һыйлағандар.

Нисек кенә булмаһын. Шайтан-Көҙәйҙәр менән бергә тығыҙ аралашып йәшәүҙең дәлилдәре бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән. Ул да булһа — топонимик атамалар. Көҙөй арҡаһы, мәҫәлән. Сөнки ошо тәңгәлдән хәҙерге Иҙрис (Краснополь) ауылына сығара торған тура ат юлы булған, 17 саҡрым аралыҡты һыбай ҙа, ат егеп тә, үтә торған булғандар. Кәләш йәрәшкәндәр, күсереп алып ҡайтҡандар. Туғанлашҡандар. Ҡарағолдарҙың Шайтан-Көҙәйҙәр менән тығыҙ бәйләнеше, туған-тыумасалығы бөгөнгө көнәргә тиклем килеп еткән.

Түбәләҫ ырыуының легендаһын һөйләһәләр, шуға иғтибар итәһең: ҡайһы ауылда ишетһәң, исемдәрен һанап киткәндә, алты улдың тәүгеһенең исемен гел үҙ ауылының исеме менән бәйләйҙәр. Мәҫәлән, Ҡарағолда "тәүге улы — Ҡарағол тип һөйләһәләр, Илсекәйҙә — "өлкән улы — Илсекәй булған" тиҙәр.

Тирмәндәр бына ни тип һөйләй: «Ҡарт алты улына тормош ҡороп китергә урын билдәләгән:

 — Тирмәнғол, һин шунда ҡал,
Сурағолға — тау аша,
Ҡалмаҡолға — арыраҡ,
Ҡарағолға — тау арҡаһы
Илсеғолға — бирерәк,
Урманғолға — тағы ла арыраҡ,» —

тип һамаҡлаған ул.

Ҡарт аттарын тапҡан тирәлә Ҡушйылға ағып ятҡан. Түбәләҫ исемле был кеше, алты улдың атаһы: «Бик ырыҫлы булды әле был йылға. Оло өйөргә әйләнде бит аттар ҙа», — тигән. «Оло өйөр» тип ысҡынған һүҙбәйләнеш Олөйөр йылғаһының атамаһы булып йәбешкән.

Хәҙерге көндә Тирмәндән Сүрәкәйгә барған юлда бәләкәй генә күпер бар. Шул урында ер аҫтында ҙур йылға ағып ята, тиҙәр. Йылға элек бик ҙур булып йәйрәп ятҡан, уның тулҡындары Йомай тауындағы ҡаяташҡа бәрелеп сайҡалған ти. Һуғыштан алдағы йылдарҙа әле Олөйөр йылғаһында аттар йөҙҙөргәндәр.

Тирмән ауылы янында Күкшик тауы бар. Уны Оло Күкшик, Кесе Күкшик тип йөрөтәләр. «Күгәреп тора, күксеп тораҡаршыбыҙҙағы тау», телебеҙҙә осраған "С" һәм "Ш" өндәренең иратлашыу күренешенән сығып, «күксеп» һүҙенән «күкшик» килеп сыҡҡандыр, тип аңлаталар.

Ятап (этап) тауы элек арестант, каторжандар туҡталышы булған. Сөнки ошо тау аша Себергә һөргөнгә ебәреү юлы үткән. «Ятап юлы» күрше Урмансыла ла бар. Был юл артабан Нәсибаш ауылынан Ҡалмаҡтарға сыҡҡан. Ристандар юлдан тайпылмаһын өсөн, уларға Ятап тауы башындағы фонарҙар юл күрһәтеп торған. Был фонарҙар сираттағы каторжандарҙы ҡабул итер алдынан тоҡандырылған. Улар, елдә сайҡалып, "ҡурҡыныс сайылдаған" тиҙәр. Ятап тауы аша уҙған кешеләр, Күкшик теҙмәләренә ҡарап: «Әллә был күк сиге инде» тип уйлап, өмөттәре өҙөлөп, ҡайғылары тәрәнәйеп киткәндер тиҙәр.

Ятап тауында шулай уҡ Салауат Юлаевтың эҙҙәре лә ҡалған, тип һөйләйҙәр. Унда бер йәйенке таш булып, шул таш өҫтөндә Салауат атының тояҡ эҙе бар тиҙәр. Шуға оҡшаш риүәйәт Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында ла йәшәй. Мейес түбә тип йөрөтөлгән ерҙә Салауат ташы тигән урын бар.

Күкшик тауы менән Һилиә тауҙары сигендә Ҡаятау бар икән. Шунда бик күп бөркөттәр оялаған булған. Һәм заманында шундғы бөркөттәрҙе һунар өсөн ҡулға эйәләштергәндәр. Күренекле крайҙы өйрәнеүсе Ғәйникамал Мирхәйева (Абдуллина) апай яҙғанса, Ҡуңыр буға юлы ла Һилиә тауы итәктәренән башланған икән. Иртәнге сәғәттә сыҡһаң, төш ауыуға Ырымбурға барып сыға алырлыҡ уңайлы ат юлы булған ул. Бер тау ҙа артылмағандар, бер йылға ла кисмәгәндәр, тип тә ебәрәләр. Әллә бер аҙ арттыралар ҙа микән?!..

Олөйөрҙөң түбәнге ағымында бик матур Ҡаяташ мәмерйәһе тигән бик матур бар икән. Эсендә диван кеүек таштар, ултырғысҡа, өҫтәлгә оҡшағандары бар. Шул мәмерйәнең эске юлы, йәнәһе, Златоуст ҡалаһына тиклем алып бара, тип тә һөйләйҙәр. Уҡыусы балалар күреп ҡайтырлыҡ бик тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс урын был.

Түбәләҫ ауылы ултырған ерҙе элек Олөйөр башы тип йөрөткәндәр. Хәҙер ҙә шулай атала.

Аҙаҡ хан беҙҙең ырыуҙың башында торасаҡ тәүбабабыҙға бына нимә тигән:

Ат өҫтөндә түбәләй килдең,
Илең Түбәләҫ булһын

Был мәғлүмәтте Шәйәхмәтов Рамазан олатаһы Мәҡсүр бабайҙан ишетеп иҫендә ҡалдырған һәм минең әсәйемә һөйләгән.

Ҡарағолдар ҡарттың өлкән улы Ҡарағол булған тиҙәр. Ә бына илсекәйҙәр нимә ти һуң?

 Баш ташты һалған ерҙә,
Илсеғол улым, һин йәшә,
Тауың булыр Башыташ,
бейек түбәһе — Аҡҡашҡа

«Көнсығышта күгәреп ятҡан алыҫ тауҙар булыр күктең ишеге...» тип, «Күкшик атамаһы шунан сыҡтымы икән әллә?» — тип дауам итке килә.

Сөнки Илсекәйҙең нигеҙе башта Һабайылға буйында булған, хәҙер уны Иҫке Ҡыштау тип йөрөтәләр. Ә ул тирә ҡалҡыу ерҙә, Башташ итәгендә, урынлашҡан һәм алыҫтағы Күкшик тауы яҡшы күренә. Хатта ҡырҡ саҡрымда ятҡан Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһы ла күренә шул Аҡҡашҡа түбәһенән.

Илсекәйҙең хәҙер ултырған урыны түбән булғас, Күкшик күренмәй, тик яҡындағы Кәстау (Кесетау тигәндән алынғандыр) ғына күренә. Ауылдан көньяҡҡа табан Визир, Мылтыҡ түбә теҙмәләре һуҙыла. Ошо тауҙар итәгендә Урыҫ юлы тип аталған урын бар. Ысынлап та, был юл Түбәләҫтәрҙе урыҫ ҡалалары Йүрүҙән һәм Ҡатау-Тамаҡ менән тоташтырыусы иң тура юл булған.

Кәлтекшиҙе, Шиҙәле тигән атамаларҙа "шиҙе" ҡушымсаһы фин-уғыр телдәрендә "йылға" тигәнде аңлата. Тимәк, бында ҡасандыр йәшәгән венгр (мадьяр) ҡәбиләләренең ер-һыу атамаларының йоғонтоһо һаҡлана, шуға ла ҡайһы бер атамаларҙы аңлатыуы ла ҡыйын. "Үҙән" дә бит боронғо башҡорт телендә "йылға" тигәнде аңлата.

Ҡарағолда Ғимаш күпере тигән урын бар. Унда хәҙер ҙә канау кеүек йырын бар һәм шунда даими рәүештә һыу йыйылып ята. Быйылғы яуын йылда бигерәк тә һыу күп. Хәҙерге заманда изге күңелле һәм уңған Ғималетдиндәр һирәгәйгән инде. «Ауылдаштарым өсөн», тип йәшәгән Ғималетдиндар күп булһа, хәҙерге көндә Ҡарағол — Мөрсәлим юлын төҙәтеп, тигеҙләп һалырға аптырашып ятмаҫтар ине. Күмәкләшеп эшләрҙәр ҙә ҡуйырҙар ине.

Әллә элек тә күмәк кеше өсөн бер Ғималетдин ғына тырыштымы икән? Нисек булһа ла, яҡшы күңелле Ғималетдин олатай йырын аша күпер һалған. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаған, күпер күптән сереп бөтһә лә, «Ғимаш күпере» тигән исем ҡалған, һәм ул изгелеккә дан йырлағандай яңғырай. Мәңге һаҡланасаҡ был атама, әгәр онотоп бөтмәһәк, балаларға һөйләп ҡалдырһаҡ...

  • Айһылыу Абдуллина. «Йүрүҙән» гәзите, 2000 йыл, 19 август, № 6; 2000 йыл, 23 август, № 69