Түбәләҫ - Оло Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағы

Башкирика нәшриәте баҫтырып сығарған 25-се (1) томынан өҙөк.

Әйле. Тырнаҡлы. Түбәләҫ

  • Башҡортостанға күсеп килгәндәренән бирле, табындар һәм ҡатайҙар һәр ваҡыт сиктәш йәки йәнәш ултырғандар.

Табын һәм ҡатай мәҙәниәтендә оҡшаш һыҙаттар күп: әйҙеләр менән бергә улар башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш төркөмөн тәшкил итә, башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш (йәки ҡыуаҡан) диалектының яҡын һөйләштәрендә аралашалар. (245 б.)

Ҡыуаҡан һәм һырҙы ҡәбиләләреҮҙгәртергә

Ҡыуаҡан һәм һырҙы ҡәбиләләренең этник тарихы ҡаратабын ырыуы тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Был иҫбатлауҙы тамғаларының тулы оҡшашлығы ғына түгел, ҡыуаҡандар һәм һырҙылар үҙҙәре лә табындарға яҡынлығын күрһәткән риүәйәттәр, генеалогиялар раҫлай.

Урал аръяғында таралып ултырыр алдынан һырҙы ҡәбиләһе Йүрүҙән йылғаһы үҙәнендә йәшәгән. Һәм быны күптән түгел генә Салауат районы Сулпан ауылында яҙып алынған Һырҙы йорт, Һырҙы зыярат топонимдары раҫлай. Һырҙылар ҡыуаҡандар менән йәнәшә йәшәгән: хәҙерге Салауат районындағы кипкән йылға йырҙаһы әлегә тиклем Ҡыуаҡан йылғаһы тип атала.

ҠыуаҡандарҮҙгәртергә

Ҡыуаҡандарҙың риүәйәттәрендә ата-бабаларының «Алтайҙан», «Монголиянан», «Байҡал күленән», «Ҡаҙағстандан» килеүе тураһында телгә алына.

Ҡыуаҡан ырыуы түбәләҫ башҡорттары (тюбеляс йә тубалас – С. Мирасов буйынса "түбәс") үҙҙәренең ата-бабаларының береһе тип «Алтай тауҙарында» ла ерҙәре булған Таймаҫ бейҙе иҫәпләй.

Был хикәйәттәрҙә, хатта XIX быуат аҙағында ла түбәләҫ-ҡыуаҡандарҙың алыҫ туғандары менән бәйләнеше өҙөлмәгәнлеге тураһында, һәм шул осорҙа ла әле Алтайға, «тыуған илдәренә», кире әйләнеп ҡайтырға өндәгәндәре бәйән ителә.


Риүәйәттәргә бик тасуири этнонимия биҙәге өҫтәлә. Ҡыуаҡандағы ҡырғөйлө (кыркуйле) һәм ҡырҡтар тигән ырыу атамаларының Алтайҙа ла, атап әйткәндә, челканлыларҙа, аналогияһы бар. Ҡыуаҡандар составында «монгол» тигән этноним да теркәлгән.

Ә иң таң ҡалдырғаны - Түбәләҫтең ике бүлексәһендә Һунн – гунн атамаһының һаҡланып ҡалыуы.

Шуны әйтер кәрәк, информатор ҡарттар, риүәйәттәҙе һөйләгән саҡта, баҫым яһап: «беҙҙең ырыуыбыҙ һундарҙан» тип төплө әйтеп ҡуя.

Ҡыуаҡан ҡәбиләһенең этник сығанаҡтарын асыҡлау менән бәйле, күп кенә тикшеренеүселәрҙең «АҠҠОШ» мәғәнәһенә эйә «КУ» төрки һүҙен аңлатыуы айырым иғтибарҙы йәлеп итә.

«КУ» (ҡыу) – боронғо төрки һүҙе. Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһы атамаһы; ку-кши, куу-кижи– «Аҡҡош йылғаһынан килгән кешеләр», Төньяҡ Алтайҙа йәшәгән аҡҡошлоларҙың һәм челканлыларҙың атамаһы, һәм ҡыуаҡандарҙың улар менән башҡа төрлө этнонимик параллелдәре лә бар. Тывалар составына ла «КУУ» һәм «КУУЛАР» ырыу-ҡәбилә төркөмдәре инә.

Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәрендә Йүрүҙән үренә беренсе булып ике һунарсы егеттең килеүе бәйән ителә. Улар ырыуҙаштары күсеп килерлек яңы ерҙәр эҙләгән. Ошо ерҙәрҙе улар бик оҡшатҡан, һәм ике иң ҙур тауға «КУКШИ-ТАУ» (Күкшик) һәм «БАШЫТАШ-ТАУ» (Башташ) тип исем биргән. (255-256 б.)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Научный архив БФАН СССР, ф.3, оп.11, д.6, с. 60-63, 76, 88, 92, 132-133, Кузеев опирался на материалы ученых Радлова, Аристова, Груум-Гржимайло Потапова


Р.Ғ. Кузеевтың «Башҡорт халҡының килеп сығыуы» хеҙмәтенән өҙөк Көнсығыш табын ырыуҙарының иң күп һанлыһы һәм көслөһө — ҡаратабын ырыуы булған. Барлыҡ табын ерҙәренә Жалованная грамотаны батша ҡаратабын ырыуына биргән. Табындарҙың биш үҙ аллы ҡәбиләләренән икеһе – ҡыуаҡан (XVIII б. сығанаҡтарында – кубакан, кувакай, куакан) һәм һырҙы көнсығыш табын ҡәбиләләренә ҡарай.

Ҡыуаҡан XVI—XVII быуаттарҙа составы буйынса ҙур һәм ҡатмарлы ҡәбилә булған.

XVIII—XIX быуаттарҙа Ҡыуаҡан ҡәбләһе, Урал аръяғында һәм Башҡортостандың башҡа райондарында бәләкәй төркөмдәр булып ултырып, күпмелер дәрәжәлә тарҡалыш кисергән.

Был хәл ҡыуаҡан биләмәләрененең Йүрүҙән һәм Әй йылғалары аралығында, Оло Һатҡы һәм Кесе Һатҡы йылғалары ағымында йылдам (нитенсив) рәүештә тау-завод колонизацияһы менән аңлатыла. Ҙур ер биләмәләре заводсылар ҡулына күскән, ә ҡыуаҡандар үҙҙәренең элекке территорияһының сигенә (периферия) күскән йә тау үҙәндәрен бөтөнләйгә ҡалдырып киткән. Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында һирәк кенә ҡыуаҡан тораҡтары (ауылдары) һаҡланып ҡалған.

Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының урта ағымындағы территорияны биләгән ҡыуаҡан түбәләҫтәре һәм ҡырғөйлөләре, сағыштырмаса компакт урынлашып, һаҡланып ҡалған.

Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә әйле ерҙәренә инеп ултырған. Шуның менән бәйле, XVIII быуатта рус администраторҙары төҙөгән исемлектәренең («росписи») күбеһендә хаталы рәүештә түбәләҫтәрҙе әйлеләргә индереп яҙғандар. (236 б.) Ысынында иһә, улар башҡорт ҡәбиләһе Ҡыуаҡандың бүлексәһе (подразделение).

  • Иҫкәрмә: Фәссәхетдин олатайым әйҙе ырыуына ҡарағандар тураһында «Әй буйҙары» тип һөйләй ине

XVI быуатта Һырҙылар ҡыуаҡандар менән сиктәш Әй йылғаһының үрге ағымы территорияһында урынлашҡан була. Һуңғараҡ һырҙылар Урал аръяғына күсеп китә һәм Теча һәм Мейәс йылғалары аралығындағы территорияла төйәкләнә.

Табын ҡәбиләһе башлығы Майҡы бей Сыңғыҙ хандан (риүәйәттәр һәм шәжәрәгә ярашлы) «ил» (ИЛ), ҡош – «ҡарағош», ағас – «ҡарағас», оран – «салауат» ала.

Табын тамғаһының төп тибы (түңәрәк рәүешендге тамға) шул көйө ҡала килә. (241 б.)

СығанаҡҮҙгәртергә

  • Р. Г. Кузеев. “Происхождение башкирского народа”. Уфа, 2010.

«Әйле. Тырнаҡлы. Түбәләҫ» китабынан: Әйле улы Биҡәтун, ейәне – Иштәк

Әйле Юрмый Байлар Байҡы Ирәкте Һалйот

Ҡол Ғәли – әйле башҡорто, уның тураһында Тажетдин Ялсығол «Тарих намә-и Булғар» китабында яҙған.

Тырнаҡлыларҙың Мырҙаларҙан айырылыуы Рус дәүләтенә инеүҙән алда булған.

Мырҙалар этнонимының һәм генетик маркерының – Төньяҡ һәм Үҙәк Европа халыҡтарына, атап әйткәндә, Германия һәм Скандинавияла йәшәүселәргә, хас I1-M253 гаплотөркөмө – ғәҙәтигә оҡшамаған. Шуға оҡшаш гаплотип бары тик Гәрәй башҡорттарында ғына осрай. (29-30 б.)

Мырҙа/мурза термины ғәрәп-фарсы «әмир-заде» «әмир улы» тигән һүҙҙең киҫелгән формаһы (31 б.) Иштәктең улдары: Тамъян Үҫәргән Күбәләк Һарт Тырнаҡлы Түбәләҫ Дыуан (32 б.)

Тажетдин Ялсығол буйынса – Түбәләҫ йәнәһе Әйленең бабаһы, имеш, йәғни әйлеләрҙән өлкәнерәк. Ысынында иһә, улар башҡорт халҡы составына XIII-XIV быуаттарҙан да алда инмәгәндәр.

Рәшид әд-Дин былай тип яҙа: «Ҡәбиләләр: барғут, кори һәм түләс…». Түләс түбәләҫтәргә тап килә. Башҡа исемлектәрҙә, мәҫәлән, «Джами әт-тәүәрих» хеҙмәтендә был ҡәбилә түәләҫ/тувалас тип бирелә. XVI быуаттың «Таварих-и гузида-йи нусрат-наме» аноним әҫәрендә, Әбелхәйер хан, түәләҫ, чимги башҡорт, бүләр һәм булғар халыҡтарын буйһондороп, (уларҙың ерҙәрендә) йәйләй, һәм уларҙан ғәҙел рәүештә яһаҡ йыя…» (33 б.)

Сыңғыҙ хан һәм уның вариҫтарының баҫып алыу походтары барышында түбәләҫтәрҙең бер өлөшө тыуған ерен ташлап китә һәм көнбайышҡа күсенә. Улар Батый хандың ҡустыһы Шибанға тапшырыла, сөнки артабан улар Көнбайыш Себерҙә Шибан улусына ҡараған ҡәбиләләр сифатында теркәлә. Түбәләҫтәр юғары ҡатлам кландарына яҡын торғандар: үзбәк Шибаниһы Ғөбәйҙулла хандың (хакимлыҡ йылдары: 1533-1540) әсәһе Түбәләҫ ҡәбиләһе бәгенең ҡыҙы була.

Ҡыуаҡандарҙың, шулай уҡ түбәләҫтәрҙең, монгол сығышы тарихи сығанаҡ менән раҫлана: Пекинда 1744 йылда Цинь династияһы күрһәтмәһе буйынса төҙөлгән монгол һәм маньчжур ырыуҙары исемлегендә Кэокен ырыуы телгә алына, һәм был атаманың ҡыуаҡан этнонимы икәне таныулы ғына.

Шулай итеп, урта быуаттарҙа Урал аръяғы территорияһында монгол сығышлы башҡорт кландары төркөмө: Ҡыуаҡан, Һалйот, Ҡоңғрат, Йылайыр, Түбәләҫ формалаша. Уларға тағы ла Ҡатай түбәһенә ҡараусы Ойрат (Уйрат) ырыуын ҡушыр кәрәк. (34 б.)

Илсекәй ауылы тарихынанҮҙгәртергә

Илсекәй ауылы атамаһы, атаһы, ағай-энеләре һәм бабалары менән Оло Ҡытау (Катав-Ивановский) заводына (завод хужалары И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников) 1757, 1763 йылдарҙа улус ерҙәрен һатыуҙа ҡатнашҡан әүҙем общинник һәм йөҙбашы Илсекәй Биктуғанов исеме менән тығыҙ бәйләнгән.

Уның шәжәрәһе түбәндәгесә: ТарханМишәр (Мишер) – ағай-энеләре Иштуған һәм Биктуған. Һуңғы өсәү, шулай уҡ Күсәш һәм Тәҡи Мишәровтар, Илсекәй һәм Монас Биктуғановтар 1740 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан.

Күрһәтелгән Биктуғановтарҙан башҡа заводсыларға ер һатыуҙа шулай уҡ Түбәләҫ улусының башҡа аҫабалары ла: Ҡалмаҡҡол Итбаев, Йосопҡол Уразов, Ҡолой Ҡанбирҙин, Балтас Итбаев, Йосоп Булатов, Яҡуп Булатов, Бәшир Булатов, Сәфәр (Сапер) Йәтимәков, Мамыҡҡол (Момкул) Күсәбаев, Ҡалмаҡ Күсәбаев, Дәүләтбай Айтуғанов, Шоңҡар Айтуғанов, Йәрсәк Итбаев, Күсем Айтуғанов, Ҡолкүл Сәфәров, Исмаҡ Илсебаев, Исаҡ Илсебаев, Сәфәр Исмаҡов, йөҙбашы Булат Илтебаев ҡатнашҡан.

Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Иштуған һәм Биктуған ауылдары булып, шуның тәүгеһендә, Иштуғанда, 1775 йылда Илсекәй Биктуғанов (1729–1812) һәм уның улдары Абдрахман (1787–1812) һәм Иҫәнғәзе (1797 й. тыуған) йәшәгән. Абдрахмандың улдары – Тимербулат һәм Әбделкәрим.

Икенсе ауылда, Биктуғанда, башҡорттар йәшерен рәүештә селитранан дары яһаған.

Илсекәйҙәрҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау

Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы Илсекәй ауылы Ҡалмаҡҡол һәм Урмансы ауылдары менән 2-се йортҡа ҡараған (7-се рәүиз буйынса-4-се Башҡорт кантонына, 8-се рәүиз буйынса-4-се Көнбайыш (йәиһә 4-се Тау аръяғы) кантонына, 1847 йылдан — 5-се Башҡорт кантонына ҡараған.

Исемдәре Ғүмер йылдары 7-се рәүиз
(1816 й.)
8-се рәүиз
(1834 й.)
10-сы рәүиз
(1859 й.)
1. Әхтәриев Искәндәр 1788 — 1850 хеҙмәт иткән
2. Ғәбдешев Ғәбделжәлил 1782 — 1814
3. Иманғолов Иштимер 1795 — хеҙмәт иткән 64 йәш
4. Илсекәйев Абдрахман 1788 — 1812
5. Ҡабанов Ғәбделжәлил 1777 — 1855 хеҙмәт иткән
6. Ҡабанов Туғыҙбай 1785 — 1858 хеҙмәт иткән
7. Ҡалмаҡов Аҡкөбәк 1785 — хеҙмәт иткән 75 йәш
8. Күсәшев Ғәбделнасир 1785 — 1833
9. Күсәшев Ғәбделхәлил 1781 — 1812
10. Наҙарғолов Ибрай 1790 — хеҙмәт иткән 64 йәш
11. Наҙарғолов Моңайтмаҫ 1785 — хеҙмәт иткән 75 йәш
12. Тимәтов Баязит 1787 — 1831
13. Тимәтов Хәсәтулла 1785 — 1819
14. Тимрәков Ҡорм(б)анғәли 1782 — Урмансы
ауылында йәшәгән
хеҙмәт иткән 78 йәш
15. Өмөтов Ғәбделваһап 1786 — 1832

1773 -1774 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Салауат ғәскәрендә ҡатнашҡандарҙың улдары:

1. Күсәш Мишәровтың улдары – Ғәбделнасир һәм Ғәбделхалиҡ Күсәшевтар

2. Ҡалмаҡ Көҫәпәйевтың улы – Аҡкөбәк Ҡалмаҡов

3. Наҙарғол Балтасовтың улдары – Моңайтмаҫ һәм Ибрай Наҙарғоловтар

4. Тимәт Иштуғановтың улдары – Баязит һәм Хәсәтулла Тимәтовтар

5. Ғәбдеш Таҡилдың улы – Ғәбделжәлил Ғәбдешев

6. Илсекәй Биктуғановтың (Собханғол Килтәковтан һуң Түбәләҫ улусы старшинаһы) улы – Абдрахман Илсекәйев

Кантон администрация системаһы осоронда ата-бабаларыбыҙ Рәсәйҙең көнсығыш, көнбайыш һәм көньяҡ сиктәрен һаҡлау хеҙмәт бурысын үтәгән.

4-се Көнбайыш башҡорт кантоны хеҙмәт бурысын үтәүсе ир-аттарының исемлеге

Исемдәре Йәше Хеҙмәткә саҡырылыу
ваҡыты
Һуңғы йәйге йәки эске хеҙмәткә
алыныу ваҡыты
Хеҙмәткә нисә тапҡыр
саҡырылған
1. Ҡәҙерғолов Ибраһим 54 1806 1827 4
2. Яманғолов Иштимер 48 1812 1836 5
3. Әсәтуллин Ишбирҙе 36 1824 1839 3
4. Ҡулъяҡшин Ҡолмөхәмәт 42 1818 1837 5
5. Аҡкөбәков Исмәғил 31 1829 1839
6. Илсекәйев Иҫәкәй 46 1815 1834 3
7. Әбделғәзизов Әбделатиф 43 1817 1833 1
8. Маҡаев Тимербулат 43 1817 1836 2
9. Яңыбирҙин Аҙнабай 41 1819 1834 2
10. Әсәтуллин Аллабирҙе 41 1820 1842 4
11. Ҡасҡынов Таймаҫ 39 1821 1839 3
12. Ураҡов Уразымбәт 36 1824 1838 2
13. Ҡулъяҡшин Динмөхәмәт 33 1827 1839 3
14. Ҡәҙрембәтов Ишмөхәмәт 33 1827 1839 3
15. Ураҡов Ишмырҙа 31 1829 1838 2
16. Яманғолов Әбделхалиҡ 30 1830 1834 1
17. Хәмитов Ибраһим 30 1830 1841 2
18. Ҡорбанғәлин Зәйнетдин 28 1832 1837 1
19. Хисмәтуллин Етембай 28 1832 1837 1
20. Аҡкөбәков Хисмәтулла 26 1834 1839 1
21. (Б)Ваһапов Исхаҡ 26 1834 1839 1
22. Искәндәров Муса 26 1834 1838 1
23. Әбделнасиров Ҡунаҡкилде 26 1834 1838 1
24. Ҡорбанғәлин Биктимер 25 1835 1838 1
25. Шәмсетдинов Ишмөхәмәт 24 1836 1840 1
26. Фәйзуллин Мөхәмәтша 24 1836 1841 1
27. Юсин Дусмөхәмәт 24 1836 1841 1
28. Ураҡаев Яҡуп 23 1837 1841 1
29. Аҡкөбәков Ғиззәтулла 22 1838 1843 1
30. Фәйзуллин Мозафар 22 1838 1843 1
31. Әбделатифов Зекерйә 22 1838 1842 1
32. Ҡолмөхәмәтов Йәрмөхәмәт 19 1842
33. Ҡорбанғәлин Мөхтәр 19 1842
34. Искәндәров Ильяс 17 1843

(34 б.) Өфө губернаторының полиция департаментына 1889 йылғы 23 июнь донесениеһы тау заводтары менән башҡорттар араһында урман участкалары мәсьәләләре буйынса көсөргәнешле мөнәсәбәттәр булыуы тураһында һөйләй. Илсекәй һәм Ҡарағол ауылдары башҡорттары властарға (пристав һәм исправникка) буйһонмаусанлыҡ (неповиновение) күрһәткән, Һатҡы заводы хеҙмәткәрҙәренә һәм эшселәренә делянка бүлеү маҡсатында килеүселәрҙе урманға үткәрмәй, юлды кәртәләп тотҡандар. Илсекәй стражаһы властарға буйһонорға теләмәгән 13 кешене ҡулға алған.

1894 йылда рус халҡынан торған Илсекәй утары барлыҡҡа килә, һәм унда 1920 йылда 13 хужалыҡта 82 кеше донъя көткән. Ваҡыт үтеү менән төп ауыл Башҡорт Илсекәйе, ә һуңғыһы – Рус Илсекәйе тип атала башлаған.

Илсекәй ауылы һундарыҮҙгәртергә

Һунбыҡ нәҫеле Шәжәрәһе

Мин атайым яғынан Һунбыҡ ҡыҙы.

Һундар тигән яугир халыҡ булған, шуларҙың атамаһына ла яҡын ишетелә, эйеме? Рәшит Шәкүр ағай ҙа, "Алты ауыл Түбәләҫ " тигән мәҡәләһендә, Түбәләҫтәр Һундарҙың вариҫылыр тигән һығымта эшләгәйне.

ШӘЖӘРӘБЕҘ тураһында һөйләгәндә, Фәссәхетдин олатайым Фәтхетдинов ике исемде: Мамыҡҡол, Аҡкөбәк атай ине. Мин уларҙы аталы-уллы тип иҫтә ҡалдырғайным. Хәҙер мәғлүм булғанса, Мамыҡҡол — Аҡкөбәктең быуайы йәки атаһы Аҡкөбәк менән бер туған булып сыға.

Мамыҡҡол менән Ҡалмаҡ — Күсәбайҙың (ҡайһы берҙә, Көҫәпәй тип уҡырға мөмкин) улдары (бер туғандар йәки бер ата балалары) Күсәбаевтар (рәүиз йәниҫәбендә Кусепеев йәғни Көҫәпәев тип тә яҙылған).

Аҡкөбәктән өс ул: Исламғол(1813-?), Хисмәтулла (1819-1871), Ғиззәтулла (1822-?) тыуған, фамилиялары Аҡкөбәков булған.

I. Оло улы Исламғолдан 4 ул: Ғиләжетдин, Фәхретдин, Борхан, Шәрәфетдин тыуған. Улар Исламғолов булған.

Хәҙерге көндә лә Илсекәйҙә Ғиләжевтар, Фәхретдиновтар, Шәрәфетдиновтар бар. Тик Борхановтар ғына, Силәбе өлкәһендә йәшәп, урыҫ араһында шыйыҡланып ҡалғандыр тигән фараз йөрөтөргә була.

Ғиләжетдиндең өс улы: Хөппихужа, Зәйнетдин (Гражданар һуғышында һәләк булған, өйләнмәгән дә булған), Зиязетдин булған.

Хөппихужа улы Сиражетдин быуай менән ҡатыны Миңдинурҙың өс балаһы: Ләбибә апай (Ҡарағолда йәшәй), Ямалетдин, Вәрис булған. Сиражетдин быуай һуғыштан иҫән-һау ҡайтһа ла, күп тә тормай 1946 йылда вафат була.

Зиязетдин быуайҙың балалары: Әҙибә апай менән Әҙип ағай. Әҙибә апайҙың (Ғафаров Халиҡ ағайҙың икенсе ҡатыны) балалары: Нәбиһә, Тәнзилә, Әсләм, Рәмилә.

Фәхретдин Исламғоловтың улдары: Ғариф быуай (ҡатындары Бибикамал менән Сәхиә), Исмәғил, Харис Фәхретдиновтар.

Ғариф суфый уҡымышлы дин белгесе, әҙәпле кеше ине. Уның өйөндә һәр ваҡыт Йома намаҙҙары ойошторола торғайны (уның балалары булмаған, етмәһә, күҙҙәре һуҡыр ине).

Харис Фәхретдинов Мөрсәлимдә йәшәүсе Нурия апай Ғәзимованың (ғүмер бары сельпола бухгалтер булып эшләне) атаһы. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.

Исмәғил Фәхретдиновтан Һарун, Раһип, Вәһип тигән улдары һәм тағы ла ҡыҙҙары булған. Ғәлимә тигән ҡыҙы Тирмән ауылында йәшәне.

Һарун Фәхретдинов быуай (1925-1994) менән Рәйсә әбейҙең балалары: Йосоп (1946), Мәрйәм (1950-2008), Мурат (1952), Миңдегөл (1957), Йомагөл (1958), Йомаҙил (1960), Разия, Жамбул, Жәлил (1967), Римма.

Раһип Фәхретдинов ағай Өфөлә йәшәй. Улдары: Рафиҡ менән Радик (Мәймүнә әбейҙән), ҡыҙы Нурзидә икенсе ҡатыны Ғәзимә еңгәнән.

Вәһип Фәхретдинов ағай ауылға бик ҡайтып йөрөмәне, уның тураһында мәғлүмәт юҡ тиңендә.

Борхан Исламғоловтың ете улы булған ти ине Нәбит ағай Ғәбдрәшит улы Ғафаров. Элек-электән урыҫ араһында (Йүрүҙән ҡалаһына күсеп китеп) йәшәгәндәр. Борхановтар булған уларҙың балаларының фамилияһы.

Шәрәфетдин Исламғоловтың улы Әхмәт Шәрәфетдинов быуай бар ине. Ҡыҙҙарынан Сания әбейҙе (Исламғол менән Фирҙәүес ағай Ҡәнзәфәровтарҙың, Саимә апайҙың инәләре), Ғәмбәр әбейҙе (Раһип ағай Хөсәйеновтың, Сажиҙә, Рәүфә, Ғәзизә, Нәжибәләрҙең инәләре) беләбеҙ.

Әхмәт быуайҙың улы Йәнтимер Шәрәфетдинов, ҡыҙҙары: Мәҙинә менән Әнисә.

II. Аҡкөбәктең уртансы улы Хисмәтулла Аҡкөбәковтан Фәтхетдин Хисмәтуллин (1860-1919) — Фәссәхетдин олатайымдың атаһы.

Фәтхетдин олатайҙан Низаметдин менән Фәссәхетдин Фәтхетдиновтар тыуған.

Фәссәхетдин олатайымдың (1886-1971) ике ҡатыны булған. Фәхерниса “дәү инәй”ҙән:

Ғәйнинур (1910-1994), Миңдәхмәт (1912-1942), ике балаһын, Миңдефәйәне (1938-2005), Өлкәрҙе (1940-2019) етем ҡалдырып Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған (Украиналағы Харьков өлкәһе, Жуков Яр утарында ерләнгән).

Миңдевафа (1922- ?), Хәлилрахман (1925-1943) һуғышта, Белоруссия ерендә, 18 йәшендә генә һәләк була. Сураж ҡалаһында туғандаш ҡәберлеккә ерләнгән.

Икенсе ҡатыны Мәстүрәнән (1895-1962), беҙҙең кәтәйебеҙҙән: Шәрифә (1922-1986), Фәйзрахман (1925-2009), һуғышҡа 1943 йылда алынған, 1950 йылға саҡлы Совет Армияһында хеҙмәт иткән. Шаһиәхмәт (1928-2010), Сәүиә (1936) тыуған.

Шәрифә әбейем менән тормош иптәше Ишморатов Исрафил Хажиморат улының балалары: Зөһрә (1944), Гөлсирә (1946-2012), Гөлсөм (1949-1981), Фәниә (1952), Рәйхана (1955), Марс (1957-2014), Лилә (1959), Венера (1961).

Фәйзрахман Фәссәхетдинов менән Сафия Нәғим ҡыҙының балалары: Миңсылыу (1952), Әғзәм Фәссәхов (1955), Флорида (1958), Альфрида (1960), Гүзәл (1971).

Ағайым Шаһиәхмәт Фәссәхов менән Мәғзүрә еңгәмдең балалары: Ғәлиә (1954), Зәфирә (1956), Ғаяз Фәссәхов (1958), Зимфера (1962)

Сәүиә апайым менән Аданис еҙнәм Шәһадатовтарҙың балалары: Радик (1958), Вадим (1966), Ғәлиә (1972).

III. Аҡкөбәктең кинйә улы Ғиззәтулла Аҡкөбәковтан Төхвәтулла, Мөхәмәтзал, Мөхәмәтйән Ғиззәтуллиндар тыуған.

Төхвәтулланан Сәмиғулла менән Миңдейәр Төхвәтуллиндар тыуған.

Сәмиғулла Төвәтуллин быуай менән беренсе ҡатыны Зөлхизә әбейҙең улы Миңдеғәлим Төхвәтуллин (1921-1944) - Төхвәтуллин Ринат ағайҙың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.

Икенсе улы Төхвәтуллин Миңдулла ағай менән Ғәлиә апайҙың балалары - Әлфиә, Рәжәп, Илшат, Рәмилә, Иршат.

Төхвәтуллин Сәмиғулла быуайҙың икенсе ҡатыны Хәҙисә әбейҙең балалары юҡ ине.

Сәмиғулла Төхвәтуллин быуай менән өсөнсө ҡатыны Мөслимә әбейҙең балалары: Миңдехан ағай, игеҙәктәр - Ҡәүей ағай менән Ҡәүейә апай бар ине.

Миңдейәр Төхвәтуллин Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Уның улы Хөрмәтулла ағай.

Хөрмәт Төхвәтуллин ағай (1928-1995) менән Миңдегөл апайҙың балалары: Радик (1954), Миңдинур (1956), Венера (1959), Нәзифә, Фәйгөл, Ришат.

Мөхәмәтзал Ғиззәтуллиндан Ахун Залов (1914-1944, Белоруссияла, Витебск өлкәһендә һәләк булған) — Әнүәр Залов ағайҙың атаһы.

Залов Әнүәр ағай менән Гөлшат еңгәнең балалары — Альбина Залова (Күльманова), Айҙар, Алия.

Мөхәмәтзалдың икенсе улы Хәбиб Залов быуайҙан (1918-1994) Мөхәммәт, Рәфҡәт, Ришат тыуған. (* Йәл, бөгөнгө көндә уларҙың фамилияһы, ниңәлер, Золов булып киткән. Төҙәтер кәрәк ине был хатаны!).

Рәфҡәт Залов менән ҡатыны Асияның балалары: Зәлиә, Ралит Золов, Азалия.

Мөхәмәтзалдың өсөнсө улы Әхтәм Залов (1920). Ул да һуғышта ҡатнашҡан. Әммә оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһендә йәшәгәнлектән һәм ауыл менән бәйләнеше өҙөлгәнлектән, уның һәм ғаиләһе тураһында мәғлүмәт юҡ.

Ғиззәтулланың 3-сө улы Мөхәмәтйән Ғиззәтуллиндың иң оло улы Рәхимйән Мөхәмәтйәнов (1918-1942, һуғышта һәләк булған) һәм уның ҡатыны Хәйрисламова Сафура әбейҙән улдары Мөхәмәтйәнов Рафис ағай бар ине, йәш кенә көйө үлтереп ҡуйҙылар.

Һуңынан Сафура әбейҙең Насибулла менән Камила тигән улы һәм ҡыҙы бар ине (Ғәбдрәшит быуайҙың икенсе ҡатыны ине).

Мөхәмәтйән Ғиззәтуллиндың 2-се улы Ниғәмәтйән Мөхәмәтйәнов (1921-1943) һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Ул өйләнмәгән дә булған.

3-сө улы Фәрит Мөхәмәтйәнов (1924-?). Уның Хөмәйрә апай Ғәлимова (1925-2019) менән никахынан Йосоп һәм Фәриҙә тигән балалары бар ине. Хөмәйрә апай 94 йәштә вафат булды. Йосоп Мөхәмәтйәнов әрме хеҙмәтендә һәләк булды. Фәриҙә лә иртә вафат булды. Фәриҙәнең ҡыҙы Лениза Мәсәғүттә тәрбиәләнде.

4-се улы Хәким Мөхәмәтйәнов (1928- ?). Уның һәм ҡатыны Мәғүҙә Фәхрислам ҡыҙының балалары: Юрик (1954), Миңдеғәлим, Вәлиҙә (1957-2000), Зәйнулла, Рәхимйән, Салауат.

Сығанаҡ

  • “Башҡортостан” гәзите, 16, 30 февраль 2000 й.
  • Миңһылыу Абдуллина төҙөгән Һунбыҡ шәжәрәһе