Тәбиғәт мөғжизәһе Аҡҡотоҡ
Википедияла Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы тураһында мәҡәлә бар
Өмөтбай ауылының " Әүлиә " тауының иң бейек түбәһендә бер ваҡытта ла ҡоромай торған күл бар, итәгендә бик һирәк осрай торған ҡара ҡайындар үҫә. Ә мөғжизәнең мөғжизәһе бер нисә йылға бер тапҡыр Ҡуһаил тауы итәгендә " Аҡҡотоҡ" ҡоҙоғо ошондай һөт кеүек, ап-аҡ һыуға тулыша. Ер аҫтынан урғылып аҡҡан аҡ һыу, бәләкәй генә инеш булып, Һаҡмарға ағып ҡушыла. Ул һыуҙы тәмләр өсөн йыраҡтарҙан кешеләр, тирә-яҡ ауылдарҙан уҡыусылар экскурсияға килерҙәр ине.
Быйыл "Аҡҡотоҡ" өс йылдан һуң тағы ап-аҡ һыуға тулышты, ә бер нисә көндән аҡ һыу тағы бер нисә йылға юҡҡа сыҡты. Күп йылдар буйына был мөғжизәне һынаған ололар әйтеүенсә, "Аҡҡотоҡ" аҡ һыуға тулышҡан йыл шул тиклем һәйбәт буласаҡ, иген уңасаҡ, йыл ҡоро булмай, бесән мул буласаҡ, бәлә - ҡаза булмаясаҡ. Амин ни булһала шулай булһын!
Ауылдаштарым, был мөғжизәле ҡоҙоҡтың тирә - яғын кәртәләп алдылар. Аҡҡотоҡтың һыуы ун көнләп аҡҡандан һуң, юҡҡа сыҡты.
2016 йылғы фотола уҡыусылар мөғжизәле ҡотоҡты күрергә экскурсияға килгәндәр.