Тәгәрмәстәр (йомаҡтар)
- Дүрт айыу бер-берен ҡыуа —
Тота алмай. - Дүрт ағай юлға сыҡҡан,
Икеһе алдан, икеһе арттан бара. - Икәүһе алдан йүгерә,
Икәүһе арттан йүгерә,
Алдағылар етәлмәй,
Арттағылар тоталмай. - Игеҙ улы алдан бара,
Ата-инәһе арттан бара,
Малайҙары еткермәй. - Дүрт ағай, дүрт ағай,
Йүгерешә лә уҙыша,
Береһен-береһе ҡыуыша. - Дүрт ағай ҡыуыша,
Береһен-береһе уҙа алмай. - Ике малай, ике ағай,
Береһен-береһе ҡыуалай. - Дүрт малай берен-бере ҡыуалай.
- Ҡустылары алдан йөрөй,
Ағалары арттан йөрөй.