Тәртешкә (йомаҡтар)
Тәртешкә һәм йәмкә (ҡыҫҡыс)
- —Кәкре ҡойроҡ, ҡайҙа бараһың?
—Ҡысҡырмасәле? Ҡара ҡарға,
Үҙем янып-көйөп барам әле! - — Кәкре ҡойроҡ ҡайҙа бараһың?
— Һорашма, аҙаҡ үҙең дә барырһың.
- Оло аҙбарға йыйылғанды
Кесе аҙбарға ташый. - Кәкре йылан утта уйнай.
- Бәләкәй генә ағас тырма
Бөтөн көтөүҙе ҡыуа. - Ҡара атым утҡа ҡарап юрғалай.
- Көрән айғыр утҡа һикерҙе.
- — Кәкре ҡойроҡ, ҡайҙа бараһың?
— Ҡоҙағыйға ҡунаҡҡа. - Кәкре һалдат алтын ҡаҙый.
- Ут башында оҙон тимер.
- Буҙартып тыҡтым, ҡыҙартып алдым.