Тәрәс балығы бауырынан турама

Турама тәме менән генә түгел, ә күренеше менән дә оригиналь булырға тейеш. Бындай аҙыҡты шундуҡ тәмләп ҡарау теләге тыуа. Әле тәҡдим ителгән рецепт һеҙҙең өҫтәлегеҙ биҙәге булыр, был тураманы пикникка алырға ла, кескәй швед өҫтәле өсөн әҙерләргә лә була.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • 2 картуф
  • 1 банка тәрәс балыҡ (треска) бауыры (250 г)
  • 100 грамм ҡаты сыр
  • 2 йомортҡа
  • 1 шәлкем йәшел тәмләткес
  • 2 аш ҡалағы соя соусы

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Был турама өсөн уртаса дәүмәлдәге ике картуф бешерәбеҙ һәм уларҙы уртаса ҡырғыста ҡырабыҙ.

Тәрәс бауырының артыҡ майын түгәбеҙ, сәнске менән иҙгеләйбеҙ һәм уға картуф ҡушабыҙ.

Ҡаты сырҙы ваҡ ҡырғыста ҡырабыҙ, ҡоштабаҡҡа һалабыҙ.

Ҡаты итеп бешерелгән йомортҡаларҙы ваҡ ҡырғыста ҡырабыҙ, йәшел тәмләткестәрҙе турап тағы әҙерләмәгә ҡушабыҙ.

Барлыҡҡа килгән массаға соя соусын ҡушабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ.

Килеп сыҡҡан ҡушылманан ҙур булмаған шарҙар яһайбыҙ һәм уларҙы алдан ҡурып әҙерләнгән кунжут орлоҡтанында тәгәрәтеп алығыҙ.