Тәрәс балыҡ бауырынан "Көнбағыш" турамаһы
Ингредиенттар
үҙгәртергә- 200 грамм тәрәс (треска) балығы бауыры
- 4 уртаса картуф
- 3 йомортҡа
- 1 шәлкем йәшел һуған
- майонез,
- чипсы,
- ҡара емеш (маслины)
- 200 грамм консерваланған кукуруз
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәКартуф һәм йомортҡаны эре ҡырғыста ҡырабыҙ.
Тәрәс балығы бауырын, бер төрлө массаға әйләнгәнсе, иҙәбеҙ. Йәшел һуғанды ваҡлайбыҙ.
Ҡатлап һалабыҙ: картуф, бауыр, һуған, йомортҡалар. Һәр ҡатҡа майонез һылайбыҙ.
Йөрәккә оҡшатып, өҫтөнә консерваланған кукуруза теҙәбеҙ, түңәрәк әйләнәһенә, сәскә тажы формаһында чипсыларҙы һалып сығабыҙ, ә консерваланған кукуруз өҫтөнә ҡара емештән «көнбағыш»-маслиналарҙы һалабыҙ.