Тәрәс балыҡ бауырына грек сәтләүеге ҡушылған турама

Был иң йыш ҡабатланған турама рецебы. Уны әҙерләү «Тунлы сельдь» күп ҡатлы турама әҙерләүгә оҡшаған. Әммә уның пикант бер яғы бар — ул да булһа, тәрәс бауырын ҡушыу.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • 1 банка тәрәс балығы (треска) бауыры (250г)
  • 2 иретелгән сыр
  • 2 уртаса дәүмәл картуф
  • 3 йомортҡа
  • 50 грамм таҙартылған грек сәтләүеге
  • 1 кишер* 1 ҙур әскелтем тәмле алма
  • 1 шәлкем йәшел һуған
  • майонез йәки ҡаймаҡ

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Картуфты, йомортҡа һәм кишерҙе бешерәбеҙ. Уртаса ҡырғыста уларҙы һәм иретелгән сырҙарҙы ҡырабыҙ.

Бауырҙың майын берәй һауытҡа яҡшылап түгәбеҙ (турамала май артыҡ булмаһын).

Бауырҙы сәнске менән иҙәбеҙ. Йәшел һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ.

Ҡаттарҙы түбәндәге тәртиптә һалабыҙ: беренсе ҡат — картуф, шунан — тәрәс бауырын,

артабан, сиратлап, һуған, йомортҡа, алма, кишер һәм иретелгән сыр.

Һәр ҡаттың өҫтөнә майонез йәки ҡаймаҡ (кемгә нисек оҡшай) һөртәбеҙ.

Өҫтөнә ваҡланған грек сәтләүеге һибәбеҙ һәм 20-30 минут һеңеп ултырырға тейеш .