Тәрәс балыҡ бауырына диңгеҙ ҡыҫалаһы ҡушылған турама
Иммун системаһы ҡаҡшаған кешеләргә энергия, дәрт өҫтәүсе тағы бер турама. Физик һәм эмоциональ көсһөҙләнгәндәр өсөн.
Ингредиенттар
үҙгәртергә- 1 банка тәрәс балығы (треска) бауыры (250г)
- 20 дана диңгеҙ ҡыҫалаһы
- 2 йомортҡа
- 2 маринадланған ҡыяр
- майонез,
- йәшел тәмләткестәр.
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәАлдан диңгеҙ ҡыҫалаһын һәм йомортҡа бешерәбеҙ, таҙартабыҙ һәм кубик формаһында турайбыҙ.
Тәрәс бауырынан май түгәбеҙ һәм уны ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ.
Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлайбыҙ, маринадланған ҡыярҙы ваҡ ҡырғыста ҡырабыҙ.
Барыһын да салат һауытына һалабыҙ, майонез ҡушып бутайбыҙ.
Тураманы һалҡында тотабыҙ, биҙәйбеҙ, һәм өҫтәлгә бирәбеҙ.