Тәрәс балыҡ бауырына дөгө ҡушылған турама

Ингредиенттар үҙгәртергә

  • 1 банка тәрәс балығы (треска) бауыры
  • 150 грамм бешкән дөгө
  • 2 йомортҡа
  • 2 яңы өлгөргән ҡыяр
  • йәшел һуған
  • майонез. Майонезды ҡаймаҡ менән алмаштырһаң, турама аҙыраҡ калориялы һәм еңелерәк була.

Әҙерләү ысулы үҙгәртергә

Тәүҙә йомортҡа әҙерләйбеҙ. Йомортҡаны туғыйбыҙ, шунан ҡыҙҙырылған майлы табаға һалабыҙ һәм омлет ҡурабыҙ.

«Омлет» һыуынғансы, тәрәс балыҡ бауырының артыҡ майын түгәбеҙ һәм бауырҙы сәнске менән иҙгеләйбеҙ.

Ҡыярҙы нәҙек «һалам» формаһында киҫәбеҙ, йәшел һуғанды ваҡ ҡына итеп шинкалайбыҙ.

Һыуынған омлетты ла оҙонсаҡай итеп киҫәбеҙ.

Артабан салаттың бөтөн компоненттарын (дөгөнө лә) бергә бутайбыҙ, самалап тоҙ, борос өҫтәйбеҙ, майонез (ҡаймаҡ) ҡушабыҙ.

Бындай салатты ҡабымлыҡ (закуска) итеп тә әҙерләргә була һәм ике яғы ла ҡыҙҙырылған икмәк телемдәрендә йә яңы өлгөргән ҡыяр киҫәгенә һалып бирәбеҙ.