Тәрәс балыҡ бауырына кукуруз ҡушылған турама

Был турама алда әйтелгәндәренән ҡатламлыраҡ та, туҡлыҡлыраҡ та. Шуның өсөн ҡыҙығыраҡ та.

Ингредиенттар үҙгәртергә

  • 1 банка тәрәс балығы (треска) бауыры (250 г)
  • 100 грамм дөгө
  • 1 уртаса кишер
  • 2 уртаса картуф
  • 1 баш ҡыҙыл һуған
  • 2 томат
  • 200 грамм консерваланған татлы кукуруз
  • тоҙ
  • борос
  • майонез
  • йәшел тәмләткестәр (һуған, укроп, петрушка).

Әҙерләү ысулы үҙгәртергә

Бешкән картуфты ваҡ кубик формаһында турайбыҙ. Бешкән кишерҙе уртаса ҡырғыста ҡырабыҙ.

Дөгөнө ҡатынҡы ғына, тарҡалып торорлоҡ, итеп бешерәбеҙ.

Турамала артыҡ май булмаһын өсөн, тәрәс балығы бауырын ҡағыҙ таҫтамалға алып һалабыҙ. Бауырҙы тәрилкәлә сәнске менән иҙәбеҙ.

Помидорҙы ваҡ «һалам» итеп турайбыҙ. Һуған һәм башҡа йәшел тәмләткестәрҙе ваҡ итеп киҫәбеҙ.

Банкалағы консерваланған кукуруздың һутын түгәбеҙ.

Бөтөн ингредиенттарҙы бергә ҡушабыҙ самалап тоҙ,борос һалабыҙ, майонез йә ҡаймаҡ һалып, бутайбыҙ.

Тәрәс бауырына кукуруз ҡушылған әҙер салатты салат һауытына һалабыҙ, өҫтөн биҙәйбеҙ һәм ҡунаҡтарҙы һыйлайбыҙ.