Тәрәс балыҡ бауырына кәбеҫтә ҡушылған турама

Составы һәм әҙерләү яғынан ябай кеүек күренһә лә, тәрәс балығы бауырынан файҙалы һәм тәмле турама рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • 200 грамм тәрәс (треска) балығы бауыры
  • 1 бәләкәй кәбеҫтә (пекин кәбеҫтәһе)
  • 100 грамм ҡаты сыр
  • маринадланған һуған
  • майонез.

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Тәрәс балыҡ бауырының артыҡ майын түгәбеҙ һәм ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ.

Пекин кәбеҫтәһен ваҡ итеп турайбыҙ.

Уртаса ҡырғыста сырҙы ҡырабыҙ.

Турама ингредиенттарын, араларына майонез йә ҡаймаҡ һылай барып, ҡатлап һалабыҙ: маринадланған һуған, тәрәс балыҡ бауыры, пекин кәбеҫтәһе һәм сыр.

Тағы бер вариант бар: бөтә ингредиенттарҙы берләштерәбеҙ һәм майонез ҡушабыҙ. Бынан тыш тураманы салат һауытына һалып бирергә йә ҡамырҙан эшләгән кәрзиндәрҙә тәҡдим итергә була.