Тәрәс балыҡ бауырына тауыҡ ите ҡушылған турама

Күҙәтеүегеҙсә, быға саҡлы тәрәс бауыры турамаһының нигеҙе гел бер төрлө булды. Был юлы бер үк ингредиенттар ҡабатланмаясаҡ, оригиналь турама тәҡдим итәбеҙ.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • 200 грамм тәрәс балығы (фреска) бауыры
  • 200 грамм тауыҡ ите (филе)
  • салат (йәки руккола) япрағы
  • 2 уртаса помидор
  • 100 грамм кипкән икмәк (сухари). Уны үҙең әҙерләһәң дә, магазиндан һатып алһаң да була.

Соус өсөн:

  • 1 аш ҡалағы соя соусы
  • 1 балғалаҡ гәрсис (горчица)
  • 2 аш ҡалағы майы күп булмаған ҡаймаҡ.

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Тауыҡ итен кубик формаһында турайбыҙ, тәмләткестәр ҡушабыҙ һәм алһыуланғансы ҡурабыҙ.

Тәрәс балығы бауырын шулай уҡ эре киҫәктәргә киҫәбеҙ.

Помидорҙар тиресәһен һуябыҙ ҙа кубик формаһында турайбыҙ.

Салатты (рукколу) ҡул менән эре өлөштәргә өҙгөсләп бүләбеҙ.

Гәрсис, соя соусын һәм ҡаймаҡты, бутап, бер төрлө массаға әйләндерәбеҙ. Соусҡа аҙ ғына яңы һыҡтырылған лимон һуты ҡушабыҙ.

Тауыҡтың түш итен, тәрәс бауырын, помидор һәм йәшел тәмләткестәрҙе соустан айырым бирәбеҙ.

Турамаға соусты ашар алдынан ғына һалабыҙ.