Тәҙрә, тәҙрә ҡапҡастары (йомаҡтар)
- Өйөм тирәһе дүрт бүре,
Дүртеһе лә күк бүре,
Күтәрелде, бәрелде,
Ике яҡҡа ярылды! - Дүрт мөйөштә дүрт бүре,
Дүртеһе лә күк бүре
Күтәрелде, бәрелде,
Шарт-шорт ябылды. - Иртә лә шаҡ-шоҡ,
Кис тә шаҡ-шоҡ. - Асыла, ябыла,
Күк ҡатмаһы ярыла. - Иртә киткән һаҡ ҡолағым кис ҡайта.
- Ҡарағолаҡ кис килә, көндөҙ китә.
- Шап итте — таба ярылды,
Шап итте — шәм һүнде. - Өй алдында аҡ тана,
Ҡуш яулығы менән маҡтана. - Беҙҙең аҡбай иртәнсәк китә, кис ҡайта.