Төкөрөк (йомаҡтар)

  1. Бара торғас, аҡ төйөнсөгөм ташланым.
  2. Бара инем, бара инем,
    Аҡ төргәгем төшөп ҡалды.
  3. Аҡ келәттән сыҡҡанда
    Аҡ төйөнсөгөм төшөп ҡалды.
  4. Йүгереп бара инем,
    Аҡ тауыгым төшөп ҡалды.
  5. Ап-аҡ көсөгөмдө
    Урамға ташлап киттем.
  6. Аҡ көсөгөм юлда ҡалды.
  7. Аҡ көсөгөм арбанан атылып төштө.
  8. Аҡ мендәрем юлда ҡалды