Үҙе оса гел күктә

  1. Өй башында айыу бейей.
  2. Анау ауыл бураһы,
    Бынау ауыл бураһы,
    Күтәрелгән ҡураһы.
  3. Мөрән-мөрән мөрәлде,
    Мөгөҙө күккә терәлде.
  4. Оҙон ағай, ҡайҙа бараһың?
  5. Оҙон-оҙон ағайҙар
    Эшкә китеп баралар.
  6. Оҙон-оҙон Ыуаһар,
    Күккә сығыр Тыуаһар,
    Бырҡылдауыҡ башында,
    Батман тирәк аҫтында.
  7. Күк этем күккә ҡарап өрә.
  8. Мейес эсендә ҡара бесәй.
  9. Күк атым күккә менгән.
  10. Күк атын менгән,
    Күккә ҡарап елгән.
  11. Күк ат менгән,
    Күк кейем кейгән,
    Күккә менеп бара.
  12. Күк бүре күккә ҡарап олой.
  13. Атаһы ат еккәнсе,
    Улы Петербурга барып етә.
  14. Атаһы аяғына кейгәнсе,
    Улы Мәскәүгә еткән.
  15. Атаһы аяғына кейгәнсе,
    Улы Ырымбурҙан урай.
  16. Атаһы аяғына кейгәнсе,
    Улы урай Уралды.
  17. Атаһы аяғына кейгәнсе,
    Улы урманға етә.
  18. Атаһы аяғына кейгәнсе,
    Улы баҙарға барып ҡайта.
  19. Атаһы сылғауын сылғағансы,
    Улы ҡалаға етә.
  20. Улы ҡатаһын кейгәнсе,
    Атаһы Бохараға барып еткән.
  21. Өй башында ҡарт бабай
    Ҡарта турап ултыра.
  22. Йүгереп сыға, елгә оса.
  23. Болот түгел, күккә үрмәләй.
  24. Теге тегендә,
    Тегенең башы күктә,
    Әхирәте анда,
    Ашы-һыуы бында.
  25. Ана бара — юлы юҡ,
    Ҡаптыр ҡара — туны юҡ.
  26. Дейеү пәрейе күккә аша,
    Аш-Һыуы ерҙә ҡала.
  27. Кәк(е)ре-бөк(ө)рө юл һала,
    Күккә менеп юғала.
  28. Күктә оса, ергә төшмәй.
  29. Уралып-уралып үргә менә,
    Уралмаһа — күҙгә инә.
  30. Үҙе ерҙә,
    Аяҡтары күктә.
  31. Аяғы юҡ — үрә баҫҡан.
  32. Ҡара айыу үкерә,
    Күккә ҡарап һикерә.
  33. Тыуған ере — көллөктә,
    Сыҡҡан ере — өрлөктә.
    Ҡанаты юҡ, йөнө юҡ.