Ужым (йомаҡтар)
- Йәй йәйләр,
Ҡыш ҡышлар,
Йәшел ҡытат тун тышлар. - Йәй йәйләнем,
Ҡыш ҡышланым,
Йәшел хәтфәнән тун тышланым. - Ҡар аҫтында ҡышлар,
Бәрхәт тун тышлар. - Йәй ҙә йәйләр,
.Ҡыш та ҡышлар,
Хәтфә кеүек күперер;
Йәшел тунын аҡҡа тышлар,
Башын эйеп ултырыр. - Ҡар аҫтында ҡышлаған,
Бүркен йәшел тышлаған. - Үҙе йәшел күлдәк кейә,
Арҡаһы ергә тейгән.