Умартасылыҡ серҙәре/21-се дәрес

Икенсе һәм артабанғы күстең осоп сығыуы үҙгәртергә

Күс сығарып ебәргән ғаиләлә ҡорттарҙың бер өлөшө, төрлө кимәлдә үҫешкән үрсемдәр һәм инә ҡорт ҡарышлауыҡтары, тороп ҡала. Көбөләге үрсемдән сыҡҡан ҡорттар икенсе күстең төп өлөшөн тәшкил итә.

Тәүге йәш инә ҡорт көбөнө көпләп ҡуйғандан һуң һигеҙенсе көндә оянан сыға. Йәш инәле икенсе күс, әгәр ҙә көндәр торошо беренсе күстең сығып китеүенә тотҡарлыҡ яһамаһа, тәүге күстән һуң туғыҙынсы көндә айырыла. Икенсе һәм артабанғы күстәр сығыуҙан 1-2 тәүлек элек инә ҡорттарҙың сигнал тауыштарын ишетергә мөмкин. Инә ҡорттарҙың был “йырын”, ғәҙәттә, кис һәм иртән иртүк ишетеп була.

Инә ҡорт “йыры” буйынса улар әле оялағы көбөләрҙә көндәштәренең барлығын белә. Икенсе күстәр тәүгеһенә ҡарағанда йонсоу көндәргә аҙыраҡ иғтибар итә. Шуға ла улар, көслө ел иҫеп торһа ла, ҡояш балҡып торған көндә лә осоп сыға. Күстә иһә инә ҡорттар ояһынан бер үк ваҡытта сыҡҡан ике-өс инә ҡорт була.

Икенсе күс сыҡҡандан һуң, икенсе йәки өсөнсө көндәрҙә аталанмаған йәш инә ҡорттар менән өсөнсө күс тә осоп сығырға мөмкин. Артабан һәр күс айырған һайын ҡорттар һаны кәмей бара. Күс айырыу туҡтағандан һуң йәки ҡапыл көслө бал йыйыу (бигерәк тә йүкәнән, ҡандала үләненән, көнбағыштан) башланған осраҡта ҡорттарҙа көслө аҙыҡ әҙерләү — һут йыйыу инстинкты “эшләп китә”. Был иһә үрсеү — күс айырыу процесын туҡтата, һәм ҡорттар, шунда уҡ инә ҡорттарҙың көбөләрен кимереп, улар эсендәге инәләрҙе юҡ итә. Йәш инә ҡорт, тыуып 7 көн үткәс, умартанан осоп сыға, умарталыҡтан 1–2 йәки 5–6 саҡрым самаһы алыҫлыҡта һауала әре ҡорттар менән осрашып ҡушыла (бер нисә инә ҡорт 6–8 әре ҡорт менән “ҡауышып” аталана). Ғаиләлә яңынан ғәҙәти тәртип урынлаша.

Бал ҡорттары, бал йыйыу насарыраҡ, өҙөк-өҙөк барһа ла, ул бөтөнләйгә туҡтап ҡалмаған осраҡта, күс айырыуға әүәҫ була, сөнки улар үҙҙәре менән аҙыҡ запасын — балды һәм һеркәне бер нисә көнлөк алып китә. Ә йыйым булмағанда йәки көслө бал йыйыу мәле килеп етһә, күс айырыуҙы туҡтата.

Ғәҙәттәге күс айырыу бал ҡорто ғаиләләренең көслө үҫеше мәленә, уларҙа өлкән һәм үҫешеп килеүсе айырым ҡорттарҙың ныҡ күбәйгән осорона тура килә, ләкин айырым йылдарҙа күс айырыу бик иртә (20–25 майҙа уҡ) башланырға мөмкин. Күс айырыу осоро, ғәҙәттә, ике – алты аҙна дауам итә, әммә һуңғы йылдарҙа ул ике айға һуҙылды, аҙаҡҡы күстәр 20–25 июлдә сыҡты. Бындай хәл умартасылыҡта йыл да булмай.

Тәбиғи айырыуҙың ыңғай яҡтары үҙгәртергә

Айырылып сыҡҡан күс ҡорто яңы кәрәҙ төҙөүҙә һәм балауыҙ бүлеүҙә бик юғары етештереүсәнлеккә эйә. Күс ғаиләләре (күс ҡорттары), аҙыҡтың ҙур запасын туплап, бал йыйған саҡта ифрат ҙур егәрлелек күрһәтә.

Күс айырыуҙың етешһеҙлектәре үҙгәртергә

Бөтәһенән элек:

  • стихиялы процесс һанала, йылдың-йылы тирбәлеп тора, был иһә ҡорт ғаиләләре һанын планлы арттырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра;
  • ғаилә күс айырыу хәленә күскәндән һуң, инә ҡорттоң йомортҡа һалыуы кәмей, ә һуңыраҡ бөтөнләйгә туҡтап ҡала, быларҙың барыһы ла ҡорттарҙың үрсеүсәнлеген кәметә;
  • ҡорттар күс айырыу хәлендә һүлпән була, һутты һәм һеркәне бик әкрен йыя, кәрәҙҙәр төҙөмәй. Күс айырыу мәле мул бал йыйыу (мәҫәлән, йүкәнән) мәленә тура килгәндә, бал йыйыуҙы шаҡтай кәметә;
  • күстәрҙе тотоу, уларҙы умартаға ябыу өсөн күп хеҙмәт түгеү талап ителә;
  • айырым йылдарҙа күс айырыу шул тиклем көслө була, әгәр ҙә сараһын күрмәһәң, ҡорт ғаиләләре, бер нисә тапҡыр күс айырып, аҙ ғына ла бал бирмәҫкә мөмкин;
  • тоҡомсолоҡ эшен ауырлаштыра, сөнки күңелгә хуш килмәгән сифатҡа эйә булған ҡорт ғаиләләре лә күс айыра;
  • тәбиғи күс айырыу умартасының хеҙмәт етештереүсәнлеген кәметә, иң мөһиме — бал ҡорто аҫрауҙың интенсив технологияһын индереүгә ҡамасаулай.

Әгәр ҙә һеҙҙең бал ҡорто ғаиләләре тейешле саралар күргәндән һуң да күс айырыу хәленә килһә, уларға мөмкинлек бирергә кәрәк.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған.