Универсаль ҡамыр — төрлө бәлештәргә бара, пирожкиҙар, пицца, майикмәк, булочка бешереүгә ла бара, пирожки-майикмәк бешергәндә шыйыҡ майҙы аҙыраҡ ҡушаһың, 3-4 аш ҡалағы тирәләй, а бәлеш бешергандә күберәк - 100-150 г ҡушырға була, ҡамыры тәмле була бигерәк.

Ҡамыр баҫа торған hауытҡа 1 стакан hалҡын hыу ҡояһың да 1 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә (сухие дрожжи) hалып болғайһың.

Икенсе hауытта 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо hалып һәм 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп болғайһың да әсеткеле hыуға ҡойоп он ҡушып ҡамыр башы (опара) эшләп ҡуйырға, тиҙ генә ҡабарып сыға. Ҡабарып сыҡҡан шыйыҡ ҡамырға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 гр. тирәhе көнбағыш майы ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың, самалап он һалып.

Шунда уҡ ҡамырҙың икенсе тапҡыр ҡабарып торғанын да көтөп тормай эшләйhе ризыҡты эшләп бешерергә лә ҡуяhың.


Һылтанмалар

үҙгәртергә

Бәйләнештә сайтындағы сәхифә