Урындыҡ һәм урындыҡ таҡтаһы (йомаҡтар)
- Ишектән инәләр ҙә
Миңә менәләр. - Өй түрендә хан урыны,
Хан урыны — ял урыны. - Арығандар ҙа миңә менә,
Асыҡҡандар ҙа миңә килә. - Миндә тыуалар,
Миндә ашай-эсәләр,
Миндә йоҡлайҙар,
Миндә үләләр. - Оҙон инем, йығылдым,
Йыуан инем ярылдым,
Инде ни хәл итәйем —
Кеше итәген ялайым? - Оҙон булдым — киҫтеләр,
Йыуан булдым — ярҙылар,
Инде хәҙер нишләйем,
Кеше итәген ялайым?