Утын ярыу (йомаҡтар)
- Мин «һайт» иттем — ул «шарт» итте;
Мин «ух» иттем — ул «уф» итте;
Ауыҙын асты, тороп ҡасты,
Ҡуйыныма кереп ятты. - Тап итте — табағы ярылды.
- Орҙом, бәрҙем — ҡарынын ярҙым.
- Өйөм артында дүрт бүре,
Дүртеһе лә күк бүре,
Һуҡтым — ауыҙын асты,
Ҡосаҡҡа кереп ҡасты. - Юғары менде, түбән төштө — шарт итте!