- Арғы ситән буйында
Ҡыҙыл әтәс йүгерә.
- Шаян һары бесәйем
Битен йыуып ултыра,
Ел сыҡтымы — ҡотора.
- Һиңә лә бирмәй,
Миңә лә бирмәй,
Үҙе ашап ултыра.
- Ялт-йолт итә,
Ялмап йота.
- Телләнеп ала ла
Урап, эҫегә һала.
- Елдән арта, һыуҙан ҡайта
- Күрергә күркәм,
Тоторға ҡурҡам.
- Күрер күҙгә матур,
Күтәреүгә ауыр.
- Ҡырам, емерәм —
Төкөрөктән ҡурҡам.
- Үҙем буйы ҡыҙыл суҡ.
- Ашатһаң — терелә,
Эсерһәң — үлә.
- Тотһам өҙөлә,
Ҡалмай үҙемә.
- Ҡыуыш таштың аҫтында
Ҡыҙыл тунлы ҡыҙ ята.
- Ишектән керер,
Тишектән сығыр.
- Иртә лә килә ҡара ҡыҙ,
Кис тә килә ҡара ҡыҙ,
Ауыҙында тимер ҡубыҙ,
Уйнап килә ҡара ҡыҙ.
- Бер йәнһеҙ бер йәнһеҙҙең йәнен ала.