Уҡытыусылар иҫтәлегенә таҡтаташ

Район үҙәгендә иҫтәлекле сара үтте - арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, РСФСР-ҙыңатҡаҙанғануҡытыусыһы Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә таҡтаташтар асылды.

Эйе , кеше ғүмере йәшәгән йылдары менән түгел, эшләгән эштәре, ҡалдырған эҙҙәре менән баһалы. Райондаштарыбыҙ күңелендә тик яҡшы эштәре менән матур эҙ ҡалдырған, балаларға аңбелем һәм тәрбиә биргән, һәр баланы шәхес итеп үҫтереү өсөн бар көстәрен һалған шәхестәрҙең иҫтәлеген ҙурлау, рухтарын шатландырыу тантанаһына әйләнде был сара. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов арҙаҡлы шәхестәрҙең ҡыҫҡаса биографияһы менән таныштырып үтте. Беҙ оло хөрмәт менән РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ихлас, саф күңелле, изгелекле, үҙ эшен яратып башҡарған, уҡыусылары, коллегалары өсөн атайҙарса хәстәрлек менән янып йәшәгән Ғәни (Ғәйнетдин) Сөләймән улы Яубаҫаров тураһында оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ.

Ғәни (Ғәйнетдин) Сөләймән улы Яубаҫаров

үҙгәртергә
  • Ул Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында 1894 йылда донъяға килгән.
  • 1914 йылда Беренсе донъя һуғышында булып, әсирлеккә эләгеп, бик күп яфалар сигә.
  • 1919-1921 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла, Аҡтүбә һәм Каспий аръяғы һуғыштарында ла ҡатнаша.
  • 1925-1927 йылдарҙа Ташкент өлкәһендә уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә.
  • 1927 - 1942 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҡыта.
  • 1932 - 1935 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.Ғәни Сөләймән улы урыҫ, татар, үзбәк телдәрендә иркен һөйләшкән.
  • 1942-1954 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй.
  • 1954 йылда башланғыс һәм урта мәктәптәрҙең урындағы район комитеты рәйесе итеп һайлана.
  • Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа балаларҙың хәлен яҡшыртыу, уларҙы нисек тә булһа ас ҡалдырмау өсөн мәктәп янында баҡса булдырыуға күп көс һала.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, шул ваҡыттағы хәлваҡиғаларҙы халыҡҡа еткереп, йәш быуында тормошҡа ҡарата үҙ ҡарашыңды булдырыу тураһында ла уйланырға өйрәткән.

Ҡатыны Мөршиҙә Хөсәйен ҡыҙы менән Сәлим исемле ул тәрбиәләп үҫтерәләр

Мәсхүҙә Арыҫлангәәй ҡыҙы Гумәрова

үҙгәртергә

Мәсхүҙә Арыҫлангәәй ҡыҙы 1914 йылдың 23 декабрендә Дүртөйлө районының Күк Ҡуян ауылында тыуған.

1937 йылдың 1 октябренән яҙмышын Бөрйән районына бәйләй. Һуғыштан һуңғы етешһеҙ заманды, етемлектең нимә икәнен үҙ елкәһендә татыған ҡыҙ бала уҡыуға сос була. 1928 йылда Мәсхүҙә Түбәнге Аташ башланғыс мәктәбендә уҡыуын тамамлай.

1931 йылда Өфө Башпедтехникумына уҡырға инә һәм 1934 йылда химия-биология бүлеген тамамлап сыға.

1934-1935 йылдарҙа Башнаркомпрос тәғәйенләүе буйынса Борай районының Челкак тулы булмаған урта мәктәбендә башҡорт теле һәм география фәндәренән уҡыта.

1935 йылда Башҡорт дәүләт пединститутының (БДУ) география факультетына уҡырға инә.

1936-1937 йылдың ғинуар айынан ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Малаяҙ (хәҙерге Салауат районы) районына эшкә китә. Уҡыу йылы бөтөү менән Өфөгә ҡайта.

Башнаркомпроста Бөрйән район мәғариф бүлеге мөдире Әхмәтов осрап, Мәсхүҙәне районға алып ҡайта. Ә инде 1938 йылда Заманов Хәләф Әбүзәр улы менән яҙмышын бәйләй. Хәләф армия сафында саҡта һуғыш башланып китә.1940 йылда тыуған ҡыҙҙары Тамара атаһын тик 1946 йылда ғына күрә.

Башҡортостан хөкүмәте, район мәғариф бүлеге Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәәй ҡыҙы ҡыҙының хеҙмәтен юғары баһалай: БАССР Юғары Советы президиумының 1944 йылдың 20 мартындағы Указы менән уға “БАССР мәктәптәренең хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыһы» исеме бирелә.

1944-1949 йылдарҙа Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә директор урынбаҫары һәм география уҡытыусыһы булып эшләй. Күрһәткән хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн”, “Бер өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы өсөн” миҙалдарына лайыҡ була.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповҡа, М. Ғүмәрованың улы, оҙаҡ йылдар яуаплы урындарҙа эшләгән Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Фәрит Замановҡа, район ҡатынҡыҙҙар һәм ветерандар советтары рәйесе Рәмилә Салауатоваға һәм Ғ.Яубаҫаровтың ейәненә – ғүмерен балаларға физик тәрбиә биреүгә бағышлаған Рөстәм Яубаҫаровҡа бирелде.

Таҡтаташты асып, сәскәләр һалғандан һуң, Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙының ҡыҙы Тамара Хәләф ҡыҙы Агишева, Роза Ғүмәрова, Флүрә Әлибакова, Зәки Сәғитов, Ғәни Сөләймән улы Яубаҫаровтың бүләһе Шамил Яубаҫаров, район ҡатынҡыҙҙарһәмветерандар советы рәйесе Рәмилә Салауатова бик күп яҡты иҫтәлектәре һәм хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Б. ТИМЕРҒӘЛИЕВ.

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите "Таң" 2020 йыл №56 (10400)