Уҡытыусы, шағир, эҙәрмән...
Фәйзуллин Мөнир Абдулла улы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Килдеғол ауылының абруйлы ир-уҙаманы.Килдеғол тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы. Нисәмә быуын ауылдаштарын тыуған тел серҙәренә төшөндөрөү өҫтөнә, крайҙы өйрәнеү буйынса ла алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе уҡытыусы, шағир, эҙәрмән!
Уҡытыусы, шағир, эҙәрмән
үҙгәртергә...Салауаттан васыят-һүҙ ҡалған: " Тайғаныңда таян дуҫтарға!" Кемгә таянырға, хәҙер һәр кем тик үҙенсә йәшәп оҫтарған. тип яҙҙы мәҡәләм геройы М. Фәйзуллин.
Был юлдарҙы һәр кем үҙенсә аңлай, аңлата, һәптеюк тормош тәжрибәһе туплаған, алтын иллеһен түңәрәкләп акыл ейер генә түгел, инде уны һатыр дәрәжәгә лә еткән Килдеғол уҙаманы, ерем-һыуым тип янып көйгән патриот, үҙе бихисап остаадар әҙерләп сығарған алдынғы ҡарашлы укытыусы, эҙәрмәнлек эше менән тарих сөңгөлөнә, тирә-яҡ мөхиткә башкөллө сумған илһөйәр, ерһөйәр ағайыбыҙ, үткер ҡәләмле журналист, халыҡсан телле, үҙенсәлекле ижады менән укыусыны арбар Ҡыпсаҡ улы ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа үткән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл укытыусыһы - 2012" XVII төбәк-ара конкурсында уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
27-31 мартта үткән конкурс быйыл да иң-иңдәрҙе йыйып алды. Башҡортостандан - 60, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән 5 конкурсантты йәлеп иткән сара туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүе менән генә түгел, таланттар араһынан иң сағыуҙарын билдәләргә булышлыҡ итеүе менән дә мәртәбәле.
"Мин "Үҙем менән таныштырыу", "Инновацион педагогик проект менән уртаҡлашыу", "Оҫталыҡ дәрестәре", "Минең педагогик инаныуым", "Әңгәмә-бәхәс" конкурс этаптарын бик уңышлы үттем, һәр хәлдә абруйлы жюри, тамашасы минең һәр сығыштан бик риза булды", - ти Мөнир ағай, конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Төбәк-ара конкурстың "Юғары педагогик оҫталыҡ" номинацияһы эйәһе, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына, Дипломға һәм "Киске Өфө" гәзитенең "Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙәге, милли рух тәрбиәләүҙәге фиҙәкәрлеге өсөн" Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған яҡташыбыҙ афаринға лайыҡ!
Конкурс өсөн үҙе хаҡында буклет, тиҙ арала "Яҙ балҡышы", "Фәрештәләр илендә" исемле үҙнәшер китаптарын сығарып өлгөргән Мөнир Абдулла улына был еңеүҙәре сик түгел, һәр саҡ эҙләнеүҙә булып, камиллашыу өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләгән, алға ҡуйған маҡсаттарына ныҡыш барған остаздың бер йондоҙло сәғәте генәлер был. Бәй, ул һалған "7 мөғжизә" маршруты, ул етәкләгән "Әүҙекте" эҙәрмәндәр төркөмө күптән йәмәғәтселек араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы. Республика матбуғаты, телевидение ла Килдеғол эҙәрмәненең эшен халыҡҡа еткерҙе.
Шиғыр юлдарына автор, бәлки, икенсе мәғәнә лә һалғандыр: донъяны солғап алған битарафлыҡҡа, нәфсегә бирелеп аҫыл асылыбыҙҙан биҙеүебеҙгә үкенесен, шәхси позицияһын белдергәндер... Әммә мин бөгөн уның шиғри юлдарынан кинәйә, ҡырын тоҫҡап сәпкә тейҙереү, строка аҫты фекере түгел, ә туралыҡ эҙләнем һәм үҙенең һүҙен үҙем күрергә теләгән сүрәттә геройыма юлланым: Ф. Мөниргә була таянырға -Тик үҙенсә йәшәп оҫтарған...
Нәҡ шулай: уҡытыусылыҡта, шиғриәттә, эҙәрмәнлектә, тарихи эҙләнеүҙәрҙә, кеше асылын аңлауҙа - әҙәмиәттә...
"Таң" гәзите, А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Ғәрибә инәй, йәки ҡәҙерләүгә лайыҡ әсә кеше…
үҙгәртергә“Таң”гәзите, 2016 йыл, 30 сентябрь, 79-сы һан.
Әсәйемдән саҡ ҡына кесе булһа ла апай тип өндәшергә тел бармай был оло кешегә. Яҙғыһын ғына инәй, өләсәй, улай ғына ла түгел, ҡартөләсәй дәрәжәһе булған 90 йәшен туйлағандар. Яуымбай ауылында ғүмер итеүсе Ғәрибә инәй Исмәғилева хаҡында һүҙем.
Ғәрибә инәйҙе икенсегә күреүем. Өс йыл элек унан һорашып Сәңгелде тауы атамаһының тарихын яҙғайным. Шул мәлдә ул: “Әсәйең Хәҙисә минең класташым, Ҡыпсаҡ мәктәбендә бергә уҡыныҡ,”—тигәйне. Әле оло кешене хәтирәләргә бирелдереп, үткәндәргә тағы байҡау яһап алмаҡ ниәтендә килдем дә, туҡта, мин әйтәм, үҙе тураһында яҙайым, быға лайыҡлы ла баһа, таш өҫтөндә үҫкән ҡарағастай тормош елдәренә йөҙөн ҡуйып, һис бирешмәй оҙон, фәһемле ғүмер уҙған был инәй, тим. Һәм шундай ҡулай юл һайланым—тормош юлын, башынан үткәргәндәрҙе үҙенән һөйләтәм. Сөнки инәйҙең интеллектуаль кимәлен күрһәтеүсе сифат шундуҡ ярылып ята--телмәре төҙөк, бай, мауыҡтырғыс һәм һөйләүе яғымлы, эҙмә-эҙлекле.
— Мин ҡыпсаҡ ҡыҙы,— тип һөйләй башлай Ғәрибә инәй. – Ҡыҙ фамилиям Фәйзуллина. Әсәм Йәнифә Билал ауылыныҡы, йырсы булды, әкиәттәрҙе күп белде, барыһын йәлеп итеп һөйләп ултырыр ине. Атам Наҙарғолов Хәлил Ҡыпсаҡтыҡы, Әбделмәмбәттәге ололар уны беләлер. Билдәле мулла, бик эшсән кеше булды. Минән алда тыуған балалары үлеп тик торған, һигеҙ балалары үлгән. Минән өлкән ағайым бар ине. Мин иң бәләкәстәре — ҡәҙерле бала булдым.
Башланғысты Ҡыпсаҡта бөттөк. Монасипов тигән татар кешеһендә уҡыныҡ. Фамилияһын онотҡанмын. Дүртте бөткәйнек бишенсе класты асты. Мәһәҙиҙән Насыров Ишмөхәмәт, һеҙҙең Һарағынан әсәйең Миндеғолова Хәҙисә, Искужина Бибинур, Көмөшбаева Ғәрибә, Искужина Сәғиҙә, Һағынбаев Әбделхай, Вәлиев Сәлимйән, Ҡыпсаҡтан Ғәлекәйев Мөҙәрис, Байназаров Ишмөхәмәт, Дауытов Фауариз Йыһануров Басир, Солтан(һуңғы икәүһе һуғышта ятып ҡалдылар), Усманова Ғәйшә менән Сәғирә, Закирова Рауза, Мәсәғүтова Дағыя, Ҡарамышева Ғөбәйҙә, Байғаҙынан Ильясов Ғәле, Ҡолғананан Нуриман исемле егет.
Бик йылғыр, сос кеше ине Монасипов, биште тамамлағайныҡ, беҙҙе туҙҙырманы, алтынсы класты асты, унан етенсене. Әсәйең генә, биштеме-алтынымы тамамлағас, Бөрйәндәге туғандарына барып ятып уҡыны. Шунда етене бөтөп Ҡолғанаға уҡытыусы булып китте. Унан үҙегеҙҙең ауылда ла уҡытты.
Бик көслө булды беҙҙең класс, ныҡ тырышып уҡыныҡ. Уҡытыусыларыбыҙ Монасипов ағай, Буранғолова Мәрйәм, Мансурова Орҡоя, Мөхәмәтйәров ағай. Һәр уҡыу йылын имтихан тапшырып тамамлай инек. Киләсәккә матур хыялдар менән етене бөтөп йөрөй инек һуғыш башланды, кешеләр һуғышҡа китә башланы, беҙҙе эшкә урынлаштырып бөттөләр. 1-2 айлыҡ курс астылар ҙа уҡытыусы, медик әҙерләй башланылар. Унан йөкмәнешеп барып Темәс педучилищеһын уҡып сыҡтыҡ. Дағыябыҙ әҙерәк уҡый бирҙе лә теге ҡурайсы Мөхәммәт Ҡәҙерғоловҡа кейәүгә сығып китте. Мөҙәрис уҡыны, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләне. Ильясов Ғәле, һуғыштан яраланып ҡайтҡайны, бер ҡулы менән яҙып йөрөнө. Ул да уҡытыусы булды.
Уҡып сыҡҡас мине Мәҡсүткә уҡытырға ебәрҙеләр. Ике йылдан һуң Аҡбулатҡа күсерҙеләр. Унда ла ике йыл балалар уҡытҡандан һуң Ҡыпсаҡҡа ҡайтып бер йыл эшләнем. Мөҙәрис, Ишмөхәмәт, Ғәле дүртәүләп бергә уҡыттыҡ. Унан Яуымбай ауылы кешеһенә, һуғыштан ҡайтҡан Исмәғилев Һиҙиәткә кейәүгә сығып был ауылда йәшәй башланым. Бында ла мәктәптә эшемде дауам иттем. Яуымбайҙа мәктәп башланғыс ине, кеше аҙ, ауыл бәләкәй. Яуымбайҙа ике йыл ғына эшләп ҡалдым, унан балалар көттөм. 9 бала ата-әсәһе беҙ. Ирем почетлы колхозсы булды, фермала мал ҡараны, мөдир ҙә булды. 37 йыл бергә йәшәнек, фронтовик ине, һуғыштан яралар менән ҡайтты, гел ауырып йөрөнө, 1983 йылда үлеп ҡалды.
Борон эш күп булды бит, кеше етешмәне. Ә хәҙер кеше күп, эш юҡ. Эш булмағас кеше нимештәргә белмәй эсә, аҙып-туҙып ҡаңғырып йөрөй. Элек беҙҙең бәләкәй генә Яуымбайҙан бик күптәр уҡып сыҡты, ҙур кеше булдылар. Ә хәҙер йәштәр уҡыуҙың да ҡәҙерен белмәй, уҡып сыҡҡандарға эше лә юҡ. Беҙ химик ҡәләмде иҙеп буяу эшләп, гәзит ситенә яҙып белем алдыҡ. Мин үҙем математика, физика фәндәрен яҡшы үҙләштерә инем. Япмалы күлдәк, бишмәт, кәзәкей кейеп йөрөй инек, Монасипов ағай ул кейемдәребеҙҙе ташлатып бөттө, уҡыусыға оҡшаған кейем тектереп кейҙек.
Ул ағай һуңынан Өфөлә министерствола эшләне. Мин Аҡбулатта уҡытҡан саҡта Бөрйәнгә килгән ине, мине килеп күреп китте. Ә Мәҡсүттә эшләгәнемдә Ихсанов ағай ныҡ ярҙам итте. Аҡыллы, тыныс ҡына ағай ине, полномочий булып килгән ине ауылға, минең эшемде лә ҡараны, пландарымдың нисек төҙөлөүө менән ҡыҙыҡһынды, етмәгән ерҙәрен өйрәтеп ебәрҙе, дәрестәремә инеп ултырҙы. Яубасаров тигән оло ғына ағай булды. Районда ул саҡта 4-5 кенә юғары белемле кеше булһа, шуларҙың береһе Яубасаров ағай ине. Уның да күп ярҙамы тейҙе.
Мәктәптән китһәм дә бала бағып ҡына өйҙә ултырманым, йәйге осорҙа колхозда эшләнем, мал аҙығы әҙерләнек, план еткерелер ине, шуны үтәнек. Колхоз ул ваҡытта кешене ныҡ эшләтте. Мин дә ауылдаштарым араһында бер эштән ҡалмай йөрөнөм. Биш йыл келәт мөдире булдым. Бригаданың тракторҙар гаражы кәртә артында ғына ине, пенсияға сыҡҡансы шунда усаҡ яҡтым, тракторҙарҙы йылы тоттом. Балаларым ҙурайғас донъя көттөм, эшләмәнем.
Балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне, аҡыллы, тәүфиҡлы булдылар, нимә әйтһәм дә тыңланылар. Мәктәптә яҡшы уҡынылар, матур донъя көтәләр. Һатыбал улым юғары белемле, авиация институтын тамамланы. Һаулығы ғына насарыраҡ, йөрәгенә операция яһатты. (Бик үкенесле, Һатыбал элекке йыл вафат булып ҡалды. Таныш инек, һөйләшеүе яғымлы, аҡыллы кеше ине Һатыбал, йәне ожмахта булһын.--М.Ф.13.03.2019.)
Хәйҙәр, Нәҙир исемле малайҙарымдың йәшләй үлеп ҡалыуҙары ҙур ҡайғыға һалды. Нәҙир улым ныҡ оҫта булды, бөтә кешегә лә ярҙам итте, йорт һалышты, ауылдағы бөтә оҫталыҡ эше уның ҡулы аша үтте. Хаҡына ныҡ эсерҙеләр. Шул ғәҙәт беҙҙә насар бит, бөгөн ана юҡ инде балам. Хәйҙәр аварияла үлде. Бүтәндәре имен-һау, сәләмәт булһындар, алла бирһә. Бөгөн туҡһанымды тултырып, 26 ейән-ейәнсәргә, 31 бүлә-бүләсәргә өләсәй-ҡартөләсәй булып ултырам. Балаларым ҡәҙер-хөрмәт итә, башҡорт кейемем, бишмәтем дә бар, ҡыҙҙарым кейендереп матур тәрбиәләйҙәр.
Ике таяғыма таянып өй эсендә йөрөргә эшкинәм, аллаға шөкөр, “Таң”ды ҡалдырмай уҡыйым, телевизор ҡарайым, радио тыңлайым. Элегерәк әҙәби китапты күп уҡыным. Бабайым һуғышта булғас, хөкүмәт 1 миллион 100 мең һум аҡса сығарып биргәйне ошо өйҙө һалдырып сыҡтыҡ. Әле кесе ҡыҙым Венера ҡарамағында йәшәйем. Бүтән балаларым көн яҙлыҡтырмай дежур һымаҡ килеп алмашлап хәлемде белеп китәләр. Улар өсөн ҡыуанам да ултырам инде, донъялар ғына тыныс булһын”,— тип һүҙен тамамлай Ғәрибә инәй.
Ысынлап та, беҙ инәй менән һөйләшкән арала ғына Әбделмәмбәттән ҡыҙы менән кейәүе килеп төштөләр, Ауылда йәшәгән улы менән килене килеп инделәр. Риф улы Өфөлә эшләй икән, юлға сығыр алдынан әсәйгә инеп фатиха алып, һаубуллашып сыҡты. Әсәйҙе ҡәҙерләү, әсәйгә оло хөрмәт һәм рәхмәт миҫалы ошо үҙе була түгелме ни?!. Мөнир Фәйзуллин