- Айыры-айыры күрке бар,
Башында аҡ бүрке бар.
- Йәне юҡ, өнө юҡ,
Йөнлө ҡошто еткермәй.
- Аҡ таяҡ,
Утлы баш,
Тимер бүрек.
- Аҡ йылан атылды,
Йән эйәһен ҡатырҙы.
- Ул ниҙер, кем?
Башы айыры тоғо бар,
Баш аҫтында бүрке бар,
Ысҡындырып ебәрһәң,
Йән алмаға ирке бар.
- Тап, тап, табаны юҡ,
Елеп китһә, еткермәй,
Ергә төшһә, таптырмай.
- Ҡылт итте, күҙҙән китте.
- Ул ниҙер, кем?
Башы айыры күрке бар,
Аҡ тимерҙән бүрке бар,
Фарман итһәң, осоп китеп,
Йән алмаға ирке бар248.
- Ул ниҙер, кем?
Дошманын күрһә — оса,
Йәне юҡтыр,
Тән тишеп, ҡан эсә.
- Аҡҡош оса,
Уны күргән боҫа,
Тейгәне — ҡара ҡан ҡоҫа.
- Йәне юҡ, тән тишеп, ҡан эсә.
- Аттым — ҡайтманы,
Ергә барып ятманы.