Фекерләшеү:Аш-һыу
Мамалы́га — кукуруз ононан ҡаты итеп бешерелгән бутҡа; молдаван милли ашамлығы. Кавказ халыҡтарында киң таралған: грузиндарҙа (Ҡалып:Lang-ka [гоми]), абхаздарҙа (Ҡалып:Lang-ab), абазиндарҙа (абаста, баста), адыгейҙарҙа (марэмысэ), чечендарҙа (Ҡалып:Lang-ce — кукуруз ононан бутҡа), ингуштарҙа (журан-худар), осетиндарҙа (Ҡалып:Lang-os — һүҙмә-һүҙ «үлмәҫ өсөн киҫәк»)[1] һәм Одессала. Тәме, консистенцияһы һәм тышҡы күренеше буйынса бөтә бутҡаларҙан да айырыла. Балауыҙланған еп йәки махсус ағас бысаҡ менән теленә.
Әҙерләү
үҙгәртергәСуйын һауытта (Ҡалып:Lang-ro) кукуруз оно, һыу, тоҙ һалып, махсус болғағыс таяҡ ярҙамында әҙерләнә. Икмәк урынына ҡулланыу өсөн бешергәндә мамалыга ҡуйы итеп эшләнә, һәм, итальян полентаһы кеүек, теленергә мөмкин. Башҡа маҡсатта әҙерләгәндә мамалыганы шыйығыраҡ итеп эшләйҙәр. Мамалыга ҡаймаҡ һәм брынза менән бирелә (Ҡалып:Lang-ro). Ҡайһы берҙә мамалыганы тәрилкәгә ваҡлап һалып ҡайнар һөт менән бирәләр (Ҡалып:Lang-ro). Мамалыганан шулай уҡ кукуруз күмәстәре лә эшләйҙәр, бының өсөн мамалыганы киҫкеләйҙәр һәм майҙа йәки туң майҙа ҡыҙҙыралар. Мамалыга бик күп төр ашамлыҡтар составына инә, сөнки икмәкте алмаштыра. Шуларҙың береһе — мамалыга менән голубцы (Ҡалып:Lang-ro). Икенсе ашамлыҡ — булз (Ҡалып:Lang-ro), мамалыганан эсенә брынза һәм май һалып бешерелгән бәләкәй шариктар. Мамалыга шкваркалар, творог һәм сырҙар, бекон, йомортҡалар, бәшмәктәр, ҡурылған балыҡ һ.б. менән бирелергә мөмкин.