Фекерләшеү:Бөрйән районы топонимикаһының лексикаһы
Ғәлиәкбәр ауылының микротопонимикаһы— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында урынлашҡан ауыл.
Инеш һүҙ
үҙгәртергәТыуған ил,
Тыуған төйәк,
Тыуған ер…
– Тыуып-үҫкән яғың ниндәй? – тиһең.
Тыуған яғым!
Тыуған яғыммы? (Р.Шаммас.)
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ғәзизе – ата-әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған ер, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һин йылытҡан өй усағы, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең… Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше оло һыуҙарҙың татын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер.
Һәр кемдең үҙ тыуған яғы булған кеүек, һәр халыҡтың тыуған, ғүмер кисергән төйәге бар. Борон башҡорт ырыуҙары Урал буйҙарына бик борондан килеп төпләнеп, шунда башҡорт халҡын ойошторған, Уралды тыуған төйәге тип атаған, йорт-ере тип иҫәпләгән, уны маҡтап ҡобайырҙарын, эпостарын, йырҙарын ижад иткән.
Беҙҙең Бөрйән районы территорияһын бөрйән, ҡарағай ҡыпсаҡ, түңгәүер ырыуҙары төйәк иткән.
Бөрйән – бик боронғо ер. Уның боронғолоғон башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күҫәк” эпостары, күп һанлы легенда-риүәйәттәре, йырҙары, “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемлегенә лайыҡлы ингән, тәүтормош кешеләренең төйәге булған һәм әле лә үҙенә күптәрҙе тартып торған, әсир иткән һоҡландырғыс, мәшһүр “Шүлгән” мәмерйәһе, башҡорт балы, Ер шарында берҙән-бер ерҙә традициялары һаҡланған солоҡсолоғо иҫбатлай.
Тыуған ил тойғоһо иһә Тыуған ил,туған халыҡ төшөнсәләрен үҙ эсенә алыр һәм уның асылын тәшкил итер, туған халҡы, теле, моңо, ғөрөф- ғәҙәте, йолалары, йырҙары, легендалары, риүәйәттәре бер бөтөн була.
Үткәндәребеҙҙе белмәй тороп: “Кем инек һәм кем булдыҡ? Кем һуң беҙ, ни хәлдәбеҙ, яҙмышыбыҙ ҡайҙа бара?” – тигән һорауҙарға яуап табып булмауы һәр кемгә билдәле.Үткәнде танып-белеү ил-йорт, халыҡ, милләт, тел, башҡорт рухы бөгөн ни хәлдә икәнен тойорға һәм киләсәге күҙалларға мөмкинлек бирә. Һәр кемдең үҙенең бәләкәй Тыуған иле бар – ҡала, ауыл… Тыуған ергә һөйөү ауылдың тәбиғәтенә, хужалығына, тарихына, мәҙәниәтенә, традицияларына иғтибар иттереп, уларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Эскән һыуы, кискән һыуы һәр кемгә лә яҡын. Тау-урманда йәшәүсегә – тауҙары, урмандары, далала тыуғанға далаһы яҡын. Шул тойғо мине тыуған ауылым Ғәлиәкбәрҙең тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә этәрҙе. Шул тойғоно – тыуған тәбиғәткә мөхәббәт, ә киңерәк мәғәнәлә тыуған ер, тыуған ил тойғоһо тибеҙ. Минең тикшеренеү эшемдең темаһы: “Ғәлиәкбәр ауылының микротопонимикаһы”. Эҙәрмәнлек эшем минең ауылымдың тәбиғәте, хужалығы, тарихы, мәҙәниәте, традициялары менән туранан-тура ҡыҙыҡһыныуыма бәйләнгән, сөнки тыуған ер, уның кешеләре һәр кешене тыуғандан алып ғүмеренең аҙағынаса күңелендә мәңгелек ҡала, оҙата килә.
Актуаллеге: Һуңғы йылдарҙа Тыуған ил, тыуған ер мәсьәләләре күптәрҙе борсой һәм тыуған ауылымдың тарихын өйрәнеүем – патриотизмға өндәүселәргә туранан-тура яуабым.
Маҡсатым: Ғәлиәкбәр ауылы тарихына бәйле йыйылған материалдарҙы тәртипкә һалыу, йомғаҡлау.
Эш методтары: Йыйылған материалды өйрәнеү, анализлау, тәртипкә килтереү һәм йомғаҡлау юлы менән эҙәрмәнлек эше:
- интервью алыу;
- ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыу;
- тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләү;
- темаға бәйле әҙәбиәтте өйрәнеү.
I БҮЛЕК. ҒӘЛИӘКБӘР АУЫЛЫНЫҢ УРЫНЛАШЫУ ҺӘМ ТӘБИҒӘТ ШАРТТАРЫ
үҙгәртергәҒәлиәкбәр ауылы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 740 метр бейеклектә ята. Тау һырттарын шишмәләр һәм йылғалар бүлгеләй. Ауыл эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға. Көньяҡ Уралдың тау-урманлы, яҫы япраҡлы һәм ылыҫлы урман зонаһына инә. Тәбиғәт шарттары ҡаты: йәйен эҫелек 30-35, ә ҡышын 40 градусҡа етә.
II БҮЛЕК. АУЫЛЫМ МИНЕҢ
үҙгәртергәАуылдың барлыҡҡа килеү тарихы
үҙгәртергәҒәлиәкбәр ауылы 1850 – 1859 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1859 йылда 25 йортта 148 кеше йәшәгән, ә 1920 йылда – 66 йортта 337 кеше. Ауылдың исеме антропонимдан алынған. Тәүге күсеп килеүсе Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов һәм тәүге күсеп килеүселәр хәҙерге Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
Ауыл исеменең барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәҒәлиәкбәр ауылы тирәһендә ер-һыу атамалары бер нисә төркөмгә бүленә. Мәҫәлән, ауыл атамаһының килеп сығыуы тураһындағы риүәйәтте алып ҡарайыҡ. Уның ике варианты бар, икеһе лә Баймаҡ районы Темәс ауылынан күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминовҡа бәйле. Ысынбарлыҡҡа тап килгәне түбәндәгегеһелер.
Ғәлиәкбәр ауылы
үҙгәртергәНөгөш йылғаһы буйына Темәс ауылынан бер боланан һуң Монаш исемле кеше күсеп килеп донъя көтә башлай. Мал көтә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Утарға башҡа яҡташтары ла күсеп ултыра һәм шунлыҡтан ҙурая. Хәлле кешеләре лә арта. Ауылға исем биреү кәрәклеге килеп сыҡҡас, һәр байҙың үҙ исемен ҡалдыр-ғыһы килгән, үҙ-ара талаш башланған. Монаш тәүҙә күсеп килеүсе булараҡ өҫтөн сыҡҡан. Ул, русса яҡшы уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, өйәҙ үҙәге Орскиға китә. Монаш, түрәләрҙе ризалатып, ауылға үҙенең исемен бирҙертеүгә килешә һәм ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ғәлиәкбәр байҙың тома наҙанлығын үҙ мәнфәғәте өсөн файҙалана – танытмаға үҙ исемен яҙҙыра. Ошонан алып ике быуатҡа яҡын ауылым Ғәлиәкбәр исемен йөрөтә.
Ә бына был риүәйәт Ғәлиәкбәр ауылына рәсми исем бирелгәнгә тиклемге атама тураһында һөйләй.
Иҫке ыҙма
үҙгәртергәБеҙҙең ауылдан алыҫ түгел был урын, үрге осонда ғына. Ниңә шулай атала икән ул? Беҙгә олатаһы Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улынан ейәнсәре Таңһылыу яҙып алып ҡалдырҙы. Элек, күсенеп килеп йәшәй башлағас, халыҡ ошонда, Аҫҡараҡ йылғаһы буйына, килеп ултырған, сөнки был урын хәҙергегә ҡарағанда бөтә яҡтан ышыҡ булған, килгән-киткәндәрҙең күҙенә салыныу мөмкинлеге булмаған. Аҙаҡ, халыҡ арта башлап, урын тарая башлағас, хәҙерге урынға күсенгәндәр. Шул урынды хәҙер Иҫке ыҙма тип йөрөтәләр. Ыҙма элек халыҡ йәшәгән урынды аңлатҡан.
Ауыл исеменә бәйле тағы ла бер исем менән танышып үтәйек.
Өсөйлө
үҙгәртергәӨсөйлө тип бынан 15-20 йылдар элек ауылдың үрге осонда йәшәгән өс ғаилә йәшәгән ерҙе атайҙар ине. Өс өй ауылдан бер ни тиклем (300 метр самаһы) айырылып урынлашҡан булған һәм унда оҙаҡ йылдар өс кенә ғаилә йәшәгән. Бүтән өйҙәр төҙөлмәгән. Шуға ла Өсөйлө ауылы, тип тә йөрөткәндәр, ә кешеләрен өсөйлөләр. Сит кешеләр, Өсөйлөгә барып киләйек, тиһәң, аңламайҙар.
II.3. Ауыл эсендәге ер-һыу атамалары
үҙгәртергәҒәлиәкбәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын түбәндәгесә төркөмләп була:
1. Ауыл исеме, урыны (ойконим): Ғәлиәкбәр, Иҫке ыҙма, Өсөйлө.
2. Йылға, күл исемдәре (гидроним): Нөгөш йылғаһы,Аҫҡараҡ йылғаһы, Аҡбалсыҡ йылғаһы, Батша ҡотоғо, Ғәйниә ҡотоғо.
3. Йылға эсендәге һәм буйындағы ҙур таштар: Иҙән(өҫтәл)таш, Ослоташ, Ба(о)тинкаташ, Ҡыҙматаш, Эйәрташ, Аҡташ.
4. Тау, уба, түбә исемдәре (оронимдар): Таҡыясусаҡ, Уралтау, Кәзә тауы, Аратау, Күсоя, Зыярат тауы, Мәсет тауы, Ямаш тауы, Һарат уяһы. 5. Ағаслыҡ (дримоним): Хәҙрәт шыршыһы, ветерандар аллеяһы.
6. Юл, ҡабаҡ (дромоним): Ямаш юлы, Таҡыясусаҡ аша йәйәүлеләр һәм атлылар һуҡмағы, Бөрйән юлы. 7. Урам, тыҡрыҡ: Эт тыҡрығы, Афғанистан, Пакистан . 8. Һыу инеү урыны: Суҡмуйыл, Аҫҡараҡ тамағы, Һөрәмбәт.
9. Кәсеп-шөғөлгә бәйле: Паровой, Кардон туғайы.
10.Тарихи ваҡиғаларға бәйле асылған обелискылар: 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына, 1917 – 1921 йылғы граждандар һуғышы ваҡиғаларына бәйле, З.Вәлиди туҡтап йөрөгән йортҡа, 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға.
Ер-һыу атамаларының тарихы
үҙгәртергәОйконимдар тураһында үрҙә әйтеп үттек, хәҙер ҡалған ер-һыу атамаларының риүәйәттәренә, аталыу тарихына айырым туҡталып үтәйек.
Йылға, күл исемдәре (гидроним)
үҙгәртергә- Нөгөш йылғаһы
Ауылым һыулаған Нөгөш йылғаһы ла тарих һөйләй. Туймазы районында Нөгөш исемле йылға, Собханғол исемле ауыл бар. Эҙәрмәндәр иҫбатлауынса, 1500 йылдарҙа беҙҙең яҡ башҡорто Арыҫланбәк, атаһынан ҡалған мираҫты, ер-һыуҙарҙы мәңгеләштереү өсөн, ошо яҡтарға күсеп килеп, ҡара урмандарҙы ҡырҡып, йорт-ҡура, ҡаралты төҙөгән.
Ғаиләһе ишәйгән, бала – сағаһы күп булған. Арыҫланбәк үҙе нигеҙ ҡорған ауылға үҙенең исемен биргән һәм ошонда төпләнеп ҡалған, ә иң өлкән улын, бөгөнгө Нөгөш йылғаһы буйына, йорт ҡаралтылар төҙөп, башҡа сығарған. Был ауылды Төпкилде тип атағандар.Шулай булғас, беҙҙең йәшәгән төбәктә башҡорттар 1500 йылдарҙан алда уҡ йәшәгән, тип әйтергә ныҡлы нигеҙебеҙ бар.
Нөгөш һүҙенең килеп сығышына ҡарата халыҡта ике фекер бар. Беренсеһе буйынса Урал батырҙың улдарының береһенең исеме.
Икенсеһе Нөгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынына бәйле. Был ерҙә йылға ҡырҡа боролош, мөйөш яһай. Мөйөш боронғо төрки телендә мөгөш тип яңғыраған. Тауҙар, урмандар аша аға-аға, ялан ерҙәргә килеп сыҡҡан беҙҙең матурҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылға ул Нөгөш!
- Аҡбалсыҡ йылғаһы башланған урындан элек мейесте аҡлау йә булмаһа өйҙө тыштан һылап йылытыу өсөн аҡ төҫтәге балсыҡ алғандар. Хәҙер был урында Ғүмәрова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы йәшәй.
- Батша ҡотоғо
Был шишмә уртаһында, яҙ көнө ҡар ирей башлағас уҡ асылып, йәй урталарына тиклем ағып ята. Урындағы халыҡ яҙ көнө ауыл эсендә һыу торбаһы үткәрелгәнгә тиклем Нөгөш һыуы таҙарғанғансы аш-һыу әҙерләү өсөн һыуын файҙаланған. Мәктәп музейында һаҡланған материалдарҙан билдәле булыуынса, Ямаш тауы битләүенән сығып ятыусы был шишмә эргәһендә батша тәхеткә ултырған (таж кейҙергән) ваҡытта өҫтән төшөрөлгән указ буйынса бөтә ауыл халҡы байрам үткәргән.
Был йола оҙаҡ йылдар буйына халыҡтың ғәҙәтенә инеп ҡалған: ололар ҙа, балалар ҙа яҙ байрамдарын шунда үткәреп килгән. Хәҙер был тирәлә йорттар төҙөлөп, Йәштәр урамы барлыҡҡа килде.
Шишмә баш алған ер кәртәләп алынған, һыуы элекке һымаҡ бик йыш ҡулланылмаһа ла улаҡ ҡуйылған. 300 метр самаһы юл үткәс, Усағуй йылғаһына ҡушыла. 1970 йылдарҙа ерҙе ҡаҙып, һыу юлын мәктәп яғына бороп индереп, мәктәп баҡсаһында йәшелсә һуғарыу өсөн дә файҙаланғандар. Һуңынан йәшелсә баҡсаһы икенсе урынға күсе-релгәс, шишмә тәүге йырҙаһына күскән.
- Ғәйниә ҡотоғо
Ғәйниә ҡотоғо бик ҡыҫҡа ғына шишмә – оҙонлоғо 5 – 6 метрҙан артмай, Усағөй йылғаһына ҡоя, тик ул ҡыҫҡа ғүмерле – яҙ көндәре ер дымлы ваҡытта ғына аға.
Килеп сығыуы ла осраҡлы: Нөгөш йылғаһының яҙ, көҙ миҙгелдәрендә һыуының эсерлек таҙа булмауына бәйле. Әнүәр Дилмөхәмәтовтың (1941 йылғы) өләсәһе Ғәйниә Нөгөш йылғаһына һыуға барған һайын дымланып ятҡан ерҙе күреп йөрөгән. Бер ваҡыт, лом алып, шул урынды таштан таҙарта башлаған. Бер аҙ һыу сыҡҡан. Быны күргән ауыл кешеләре уға ярҙамға килгән. Шунан аҙаҡ был шишмә Ғәйниә ҡотоғо исемен алған.
- Уҫағуй
Ауылды урталай бүлеп аҡҡан Уҫағуй йылғаһының исеме ул башланған ерҙә борон уҫаҡ урманына һәм уяға бәйле килеп сыҡҡан. Усаҡлы уя тора-бара Усағуй тип атала башланған. Уның һыуы шундай йомшаҡ: керҙе һәйбәт таҙарта.
Аҫҡараҡ (Аҫҡарһаҡ)йылғаһының исемен асыҡлап булманы – шуныһы йәл. Аҫҡараҡ, Нөгөш йылғалары ҡоромай, ә ҡалғандары яҙын-көҙөн ер дымға туйынған саҡта ғына аҡһалар ҙа, ауыл халҡына файҙаһы бар: мал эсерә, кер йыуыуға тотона, йәшелсәгә ҡоя.
- Күл тамағы
Нөгөш йылғаһы элек Таҡыясусаҡ тауының ситенән аҡҡан. Яҙ көнө боҙ киткән ваҡытта тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға икенсе урындан аға башлай, сөнки ҡыш ҡаты килһә, боҙ йылғаға ҡуша туңған осраҡтар була. Яҙғы һыу, ни тиклем көслө булмаһын, уны урынынан ҡуҙғата алмай, икенсе ерҙән аға башлай һәм тора-бара үҙенең ағышын үҙгәртә. Элекке урында күл хасил була. Күлдең башы, Нөгөш йылғаһы менән тоташмаһа ла, тамағы йылға менән бәйләнешен өҙмәй. Шуға күрә лә халыҡ Күл тамағы тип йөрөтә башлаған.
Йылға эсендәге һәм буйындағы ҙур таштар
үҙгәртергәБыл таштар айырым йылға эсендә буйында бер-береһенә яҡын йәки төрлө урында урынлашҡандар һәм күләме ҙур булыуы менән айырылып торалар. Ослоташ, Ба(о)тинкаташ, Эйәрташ, Аҡташ балаларҙың яратып һыу ингән ерендә – Суҡмуйылда. Ни өсөн шулай аталыуы исемдәренән аңлашылы: оҡшатыу юлы менән яһалғандар.
Ҡыҙматаш та ошонда уҡ, һыу ситендә. Балалар һыуҙан сыҡҡас, бер нисәүһе бер юлы ятып ҡыҙыналар – ҡояшлы көндә таш эҫе була. Һөрөмбәттәге Иҙән(өҫтәл)таш йылға эҫендә һәм оҡшатыу юлы менән яһалған. Уны берәүҙәр иҙәнгә, ә икенселәр яҫы өҫтәлгә оҡшаталар.
Тау, уба, түбә исемдәре (оронимдар)
үҙгәртергә- Аратау
Аратау ауылдың ҡап уртаһында тора. Исеме шунан алынған. Уның башына менеп ҡараһаң, ауылдың бөтә тирә-яғы, үрҙә һанап үтелгән топонимдар күренеп тора.
Таҡыясусаҡ
үҙгәртергәУл Аратауға ҡаршы Нөгөш йылғаһы аръяғындағы тауҙың иң бейек түбәһе. Алыҫтан ҡараһаң, таҡыя кейгән кешенең башына оҡшап тора. Ул түбәнән бөтә тирә-яҡ ус төбөндә генә һымаҡ күренә: алыҫтағы тауҙар армыт-армыт булып күгәреп яталар. Ғәлиәкбәр халҡы был тауҙы бик тә ярата, үҙенең ғорурлығы, талисманы итеп һанай. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы З.Вәлиди Ғәлиәкбәр ауылына йәш сағында ла, граждандар һуғышы йылдарында ла һуғылып үткән һәм Таҡыясусаҡтың башына менеп ҡурай уйнаған.
- Күсоя
Ауылдың үрге осона сығып, Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер аша үткәс, текә тауға үреләһең. 1933 йылғы Әминев Ағзам Яхъя улы һөйләүенсә, ошо тауҙың битләүендә бер кешенең 100-ләп күсе булған һәм ҡорттары 200 батманға яҡын бал биргән. Шу-нан тороп ҡалған инде тауға үрелгәндәге текә уяға исем – Күсоя. Хәҙер район үҙәгенә төп юл ошонан үтә.
- Мәсет тауы
1995 йылдарҙа төҙөлгән яңы мәсеттән аҫтараҡ элек мәсет булған. Октябрь рево-люцияһынан һуң 1961 йылға тиклем мәсетте мәктәп итеп файҙаланғандар. Яңы мәктәп төҙөлгәс, ул таш-ландыҡ хәлгә килә. 1984 йылда, ауылды йәмһеҙләп ултыра, тип бөтөнләйгә емереп ташланылар. 1980 йылдарҙың аҙағында ул урынға халыҡты хеҙмәтләндереү йорто төҙөлдө, һуңынан элемтә бүлексәһе булып китте. Халыҡ телендә итәгендә элекке мәсет урынлашҡан тау әле лә Мәсет тауы тип йөрөтөлә.
Уралтау
үҙгәртергәБеҙҙең Ғәлиәкбәр ауылы тауҙар араһында ултыра. Шуларҙың береһе Уралтау. Был тауҙың бер яғында туғай, эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға.Тауға бындай исем ни өсөн бирелде икән?
Тау исеме Урал тигән егеттән алынған. Ул хәл бик элек булған. Урал бик оҫта һунарсы булған. Ул ошо тау башына менә лә тыуған еренә арнап көй сығарып уйнаған. Бер көн Урал, тауҙың ҡаялы еренә баҫып һыҙғырайым тигәндә,таш айырылып китә. Егет бик ҡурҡа һәм шәбәйә алмай үлеп ҡала. Шунан башлап тау Уралтау исеме менән йөрөтөлә башлай. (1941 йылда тыуған Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улы һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса алынды.)
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса арғы Аратау тип тә аталған, сөнки элегерәк әлеге Аратау ауылдың түбән осо булып, Уралтау тирәһендә халыҡ йәшәмәгән, был ерҙәр сабынлыҡ булған.
- Кәзә тауы
Ғәлиәкбәр ауылында элек кәзәләр бик күп булған. Улар иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем кәртәгә ҡайтып инмәгән. Ошо тау улар-ҙың яратҡан урыны: ел-ямғырҙан да ышыҡланғандар, эт, бүренән дә һаҡланғандар, төндө лә шунда үткәргәндәр. Шулай килеп сыҡҡан тауҙың аталышы.
Ҡалған ике тауҙың атамаһы ябай ғына: Зыярат тауы зыярат эргәһендә, ә Ямаш тауы – Үрге Нөгөш ауылына киткәндәге юл.
- Һарат уяһы
Бесән етмәгән йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылы халҡы малына урмандан йыла ташып ашата. Йыланың ҡайырын һәм сыбыҡ-сабығын көйөш малы яратып ашай. Уны төбөнән үк ҡырҡмаһаң, бер нисә йылдан үргенләп, өс-дүрткә тармаҡланып, тағы ла үҫеп китә, ҡоромай.
1930 йылғы Күлбаев Әхмәт Мөхәмәт улының һөйләүенсә, элегерәк бер ҡарт, малына бесән етмәй башлағас, ауылдың ҡаршыһындағы Таҡыясусаҡ тауының бер уяһында йыла әҙерләгән. Уны алып ҡайтыу өсөн, һары атын егеп, бик текә булһа ла, уя буйлап тауға менгән. Йыла тейәп алып төшөп килгәндә, йөк ныҡ этә. Аты сананы тота алмаған һәм, ҡаянан йөгө-ние менән осоп, шунда үлгән. Шунан ҡалған был уяның исеме.
Ағаслыҡтар (дримонимдар)
үҙгәртергә- Хәҙрәт шыршыһы
Хәҙрәт шыршыһы зыярат эсендә. Ҡәберҙәргә ултыртылған ағастарҙың иң бейеге һәм ул ҡайҙан күренеп тора. Ололарҙың һөйләүенсә, бында 1918 йылда Хәлитов Әҙһәм мулла ерләнгән һәм ҡәбер өҫтөнә шыршы ултыртҡандар.
- Ветерандар аллеяһы
Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арнап, мәктәп эргәһендә аллея булдырылды. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтыусылар иҫтәлегенә йәш ағастар ул ваҡытта иҫән булған һуғыш ветерандары, мәрхүмдәрҙең туғандары тарафынан ултыртылды һәм хәҙер мәктәп эргәһен йәмләп ултыра.
Юл, ҡабаҡ (дромонимдар)
үҙгәртергә- Бөрйән юлы – район үҙәгенә, ә Ямаш юлы тип Үрге Нөгөш ауылына киткән юлдарҙы атап йөрөтөлә.
Хәҙер йәш быуын онотҡан тағы ине һуҡмаҡ бар. Улар икеһе лә Таҡыясусаҡ тауында. 1990 йылдарға тиклем халыҡ Бөрйән урман хужалығының Нөгөш лесничествоһы, мәктәп, “Шүлгән-таш” ҡурсаулығының тракторҙарына ҡарап торҙо. Еңел һәм ауыр машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бала-саға, ауылға машина килһә, эргәһенән китмәй ине. Күп кеше район үҙәгенә йәйәү йәки һыбай йөрөнө. Таҡыясусаҡ аҫтындағы һуҡмаҡтар электән булған, сөнки юлды ҡыҫҡартып, Уртайортҡа сығаралар.
Урам, тыҡрыҡ
үҙгәртергә- Афғанистан, Пакистан исемле урамдар ауылдың әсе теллеләре арҡаһында килеп сыҡҡан. 1980 йылдарҙа ауылдың түбәнге осонда йәшәгән ике әбей, ныҡ ҡына талашып, оҙаҡ ҡына яраша алмай йәшәгәндәр. Был ваҡытта Афғанистан менән Пакистан араһында һуғыш барған була. Был әбейҙәр бер-береһенә яҡын, ләкин йырын аша йәшәгәндәр.
Әсе теллеләргә шул етә ҡалған – йырындың бер Афғанистан, икенсе яғы Пакистан булып киткән. Быны йәштәр белмәй, ләкин ололарҙың хәтерендә: Пакистанға йәки Афғанистанға барам тиһәң аңлайҙар.
- Эт тыҡрығының да исеме әсе теллелеккә бәйле. Ауыл ерендә өй һайын тиерлек эт тоталар.Ауылдың хәҙер Илдар Ғәбитов исемен йөрөткән урамда эттәр үтә күп булып, үткән кешегә, мал-тыуарға абалап, үтергә форсат бирмәй икән. Әсе телле генә бер инәй аптырағас, йәне көйөп, мин эттәр тыҡрығында йәшәйем, тип һөйләнгән. Халыҡ уны элә һалып алып, исемен дә йәбештереп ҡуйған. Тыҡрыҡтың атамаһы әле лә йәшәй, онотолмаған.
Һыу инеү урындары
үҙгәртергәНөгөш йылғаһы ҙур булмаған тау йылғаһы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һәр бер бөгөлөнөң, тәрән ятыуының, шаршыһының атамаһы бар. Ауыл эсендә бала-сағаның яратып һыу ингән урыны була. Улар беҙҙең ауылда өс ерҙә. Был уның тәрәнлегенә бәйле.
- Суҡмуйыл
Элек ауыл эргәһендә лә Нөгөш буйы тотошлай әрәмәлек булған. Һуңғы йылдарҙа ул юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Ауылдың түбәнге осо ҡуйы муйыллыҡ менән ҡапланған булған. Йәй көндәре ауыл балаларының яртыһының тиерлек яратҡан һыу инеү урынының исеме ошо муйыл-лыҡҡа бәйле.
- Һөрөмбәт
Аҫҡараҡ йылғаһының Нөгөшкә ҡойған ере лә тәрән генә. Исеме шунан алынған. Һөрөмбәт ауыл уртаһында. Бында 1960 йылдарҙа туғайын һөрөп, тары сәскәндәр. Хәҙер был урын һай, һыу инмәһәләр ҙә, исемен халыҡ онотмай. Элегерәк хатта йәй көндәре лә ат йөҙҙөрөрлөк булған.
Кәсеп-шөғөлгә бәйле урындар
үҙгәртергә- Кордон туғайы
Ауылдың түбәнге осонда Нөгөш йылғаһын сыҡҡас та бер туғайҙа ҡасандыр кеше йәшәгәнлеге беленеп торған урын бар. 1951 йылғы Аҫылғужин Минияр Әхмәҙулла улынан был урын тураһында һорашҡас, түбәндәгеләр асыҡланды.
Борон урман ҡарауылсылары ауылдан ситтә, үҙҙәренә беркетелгән биләмәлә, йәшәгәндәр һәм был урынды, урыҫтарға эйәреп, кордон тип йөрөтә башлағандар. Революциянан һуң да бындай хәл дауам иткән. Ололарҙың хәтерләүенсә, йорттары эстән дә, тыштан да сутланған булған.
Бикбаев Ғаффар ағайҙың атаһы шул кордонда йәшәүен һәм шул йорттан уның Бөйөк Ватан һуғышына китеүен хәтерләй. Урман хужалығының Ғәлиәкбәр лесничествоһы асылғас, кордон бөтөрөлгән, ләкин халыҡтың теленә Кордон туғайы булып хәтеренә һеңгән.
- Паравай (паровой)
1930 йылдарҙа Суҡмуйылдан 100 метр самаһы өҫтәрәк яр буйында дегет ҡайнатыу өсөн ҡоролма төҙөлә. Һыу буйына төҙөлөүенең сәбәбен һыуҙың күп кәрәк булыуы һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау менән аңлаталар ололар. Дегет күп етештерелгән. Күлбаев Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сөбөрләп һауыттарға ағып торғанын һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бер эшсенең янып үлгән кәүҙәһен әле лә хәтерләй. Янғындан һуң эш туҡтатыла һәм ҡабат тергеҙелмәй. Иғтибар итеп ҡараһаң, әле булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма булғанын һиҙеп була.
Тарихи ваҡиғаларға бәйле асылған обелискылар
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһына инмәгән дүрт объект бар. Улар Ғәлиәкбәр ауылы кешеләренең илебеҙ тарихына бәйле барлыҡҡа килгәндәр. Һүҙҙе боронғо осор тарихын сағылдырғанынан башлайыҡ.
Мәктәп ихатаһына ингәс тә, уң яҡта 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск тора. Ул мәктәптең тарих уҡытыусыһы Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы инициативаһы менән эшләнде.
1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полкы составында Ҡарағол Солтанғолов ҡатнаша һәм “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Икенсеһе З.Вәлидигә бәйле урын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, З.Вәлиди төшөп йөрөгән йорт хәҙер юҡ һәм шул тәңгәлгә булһа ла таҡтаташ ҡуйылмаған.
Сәғитов Зәки Хаммат улының әсәһе Ғәйшә инәй йәшәгән йорт 1990 йылдарҙың урталарына тиклем ныҡ булған. Ул үлгәндән һуң, йортто һүтеп, бүтән маҡсатта файҙалана башланылар. Оло быуын был турала белә, ә йәштәр юҡ.
Бөрйән яғынан килеп, ауылға ингәс тә, штык формаһындағы обелиск күҙгә ташлана. Ул граждандар һуғышы осоронда язалап үлтерелгән ике йәш егет иҫтәлегенә ҡуйылған.
1984 йылда 9 май байрамына Ғәлиәкбәр ауылы уҡытыусылары Әминев Фәрит Шәрифйән улы һәм Әминев Иҙел Ағзам улы тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың хөрмәтенә обелиск асылды. Обелиск тәүҙә иҫке клуб алдында урынлаштырылды, һуңынан яңыртылып, кешегә күренеп торған урынға күсерелде.
ЙОМҒАҠЛАУ
үҙгәртергәҒәлиәкбәр ауылы эсендәге генә топонимдарҙы өйрәнгәндән һуң, түбәндәге һығымталар яһарға мөмкин, уларҙың барлыҡҡа килеүе:
- Ауыл тирәһендәге атамалар туранан-тура халыҡ тормошона,
- Урындың географик үҙенсәлектәренә,
- Ауыл барлыҡҡа килеү тарихына,
- Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә,
- Хәл-ваҡиғаларға,
- Кәсебенә бәйле.
Ер-һыу атамаларын йыйыуҙы һәм өйрәнеүҙе тиҙләтерғә кәрәк, сөнки уларҙың күбеһе, бигерәк тә микротопонимдар, онотолоуға дусар була, иҫкеләре урынына яңылары барлыҡҡа килә.
Ер-һыу атамаларының барыһын да – боронғоларын да, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә – фәнгә, тарихҡа һәм, иң мөһиме, киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн бик ентекләп йыйырға кәрәк. Шунһыҙ ерен-һыуын, тарихын, тыуған ерен, илен белмәгән, хөрмәт итмәгән маңҡорттар быуыны үҫеп сығасаҡ. Ә тарих беҙҙең эргәлә генә, хатта аяҡ аҫтында.
Мин тикшеренеү эштәре башҡарғандан һуң шундай дөйөм һығымтаға килдем һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирештем:
- беренсенән, ауыл топонимикаһы осраҡлы килеп сыҡмаған;
- икенсенән,һәр атама ауыл кешеләре өсөн бик мөһим, сөнки уларҙа яҡындарының, тәү тәпәй баҫҡан, күңелгә һеңгән урындар йәшәүен дауам итә.
Киләсәккә маҡсат
үҙгәртергә- Фотоальбом төҙөү.
- Эҙләнеү эшен киңерәк планда башҡарыу.
- Картаға мөмкин тиклем бөтә исемдәрҙе индереү.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Р.Шәкүр. Исемдәрҙә – ил тарихы. Тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1993.
- Ф.Фазлыева. Уралым – тыуған төйәгем. Методик ҡулланма. Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1997.
- Ә.М.Сөләймәнов, К.Х.Булатов, М.Ғ.Муллағолов. Ғәзиз ерем. Шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1980.
- Ә.Әсфәндиәров. Ауылдар тарихы.