Фужерҙа балыҡ салаты

Дөгөнө бешерергә һәм һыуытырға. Йәшел һуғанды һәм яңы ҡыярҙы һалам кеүек итеп турарға. Балыҡты йомшаҡ итен бешерергә, һыуытырға һәм ваҡлап турарға. Унан һуң бөтә ашамлыҡты фужерға ҡатлап-ҡатлап һалырға, өҫтөнә майонез соусы ҡойорға һәм помидор, йомортҡа, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • бешкән дөгө 35-40 г
  • бешкән балыҡ 40-45 г
  • помидор 10-15 г
  • ҡыяр 15-20 г
  • башлы йәки йәшел һуған 10 г
  • йомортҡа 10 г
  • горчицалы майонез соусы 20-25 г
  • әҙер горчица 2 г
  • тәмләткес үләндәр 2-3 г
  • кәрәгенсә тоҙ, борос.