Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Бейеүсе йөҙөм
Нимә кәрәк
үҙгәртергә- Быяла стакан алығыҙ. Стаканды Sprite йәки башҡа төр газлы һыу менән тултырығыҙ.
- Стаканға йөҙөм бөртөктәре һалығыҙ.
Нимә күҙәтәбеҙ?
үҙгәртергәЙөҙөм бөртөктәре өҫкә күтәрелә лә, бейегән кеүек, аҫҡа төшә.
Фәнни аңлатма
үҙгәртергәУйнап торған газлы эсемлектә ирегән углекислоталы газ (CO2) бар. Был газ шул тиклем күп, ирегән газ бергә ҡушылып, күбекләнеп өҫкә ҡалҡа башлай.
Шул газ ҡыуыҡтары йөҙөм бөртөгөн өҫкә ҡалҡытып мендерә лә инде. Газ ҡыуыҡтары өҫкә ҡалҡһа, шартлай ҙа, йөҙөм кире һыу төбөнә бата. Һыу төбөнә батҡан йөҙөмдө газ ҡыуыҡтары тағы ла өҫкә алып менә.
Эсперимент тамамланғас йөҙөмдө — ашарға, газлы һыуҙы эсергә була.