Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Бәшмәк үҫтереү
Кәрәкле әйберҙәр
үҙгәртергә- ике телем аҡ икмәк
- һыу
- үтә күренмәле пластик пакет
Нимә эшләргә
үҙгәртергә- икмәк өҫтөнә әҙерәк һыу ҡойоғоҙ
- бер икмәкте пакет эсенә һалып, ныҡ итеп ябырға һәм йылы ергә 2-3 көнгә һалып торорға
- икенсе телемде икенсе һауытҡа һалып, ҡояшлы ерҙә ҡалдырығыҙ
Икмәктең ике телемендә лә бәшмәк үҫергә тейеш. Унан һуң икмәкте ашамағыҙ!
Ҡағиҙәләр
үҙгәртергәБәшмәк үҫемлек йә йәнлектәр кеүек тереклек итеүсе организмдың бер төрө, әммә үҫешеү ысулы башҡаса. Тирә-яҡҡа ҙур күләмдә ваҡ ҡына спораларын сығара. Әгәр споралар һыу, һауа һәм туҡлыҡлы мөхиткә эләкһә, үҙ спораларын сығара.
Бәшмәктең башҡа үҙенсәлектәре лә бар. Көс алыр өсөн туҡлана, әммә хәрәкәт итә алмай. Тәүҙә ғалимдар бәшмәкте үҫемлектәргә ҡушһа, фотосинтезға яраҡһыҙлығы уға айырым батшалыҡты бүлеүҙең кәрәклеген күрһәтә.
Киҫәтеп ҡуябыҙ: был икмәкте ашарға ярамай. Бәшмәк етди ашҡаҙан ауырыуҙарына, хатта үлемгә лә килтерә ала.